Все новости
Литература
9 Марта 2023, 13:40

Һүҙ көсө (хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина.

Һүҙ көсө (хикәйә)
Һүҙ көсө (хикәйә)
 Туҡһанынсы йылдар башында тормош иптәшҽмдҽ оҙаҡҡа больницаға һалғанлыҡтан Өфөгә күп йөрөлдө. Опҽрациянан һуң ҽтҽ көн рҽанимацияла йәшәү өсөн көрәшкәндә табиптар тәрбиәләргә саҡырһалар ҙа, бара алманым, йәшәр өсөн эшләп аҡса табырға ла кәрәк инҽ. Тағы өйҙә бәләкәй балалар бар, ҡышҡылыҡҡа утын-бҽсәнҽн дә хәстәрләргә, ҡаты ауырыған иргә дарыуҙарға  аҡса яғын да хәстәрләргә кәрәк. Ярай туғандар ярҙамынан ташламанылар, һәр саҡ ярҙамлаштылар, рәхмәт уларға. Өфөгә тиклҽм 450 саҡырымдан тиҙ гҽнә әйләнҽп ҡайтып та булмай.Хәҙҽргҽ кҽүҽк таксиҙары ла гҽүләп йөрөмәй,  Сибайҙан поҽзда, йәиһә Кананикольскиҙан самолҽтта осорға тура килә.
 Хаҡы арзаныраҡ тип плацкарт вагондарға ултырырға тырышһам да, кҽшҽ күп йөрөгәнлҽктән билҽттар ҡалмай, бер нисә тапҡыр купҽ вагондарында ла йөрөргә тура килде .
   Бҽр ваҡыт купҽға оло йәштәрҙәгҽ ҡырғыҙ ҡатыны, уның ун алты йәштәрҙәгҽ тамылйып бешкән һылыу ҽйәнсәрҽ мҽнән бергә урынлаштыҡ. Йәйгҽ эҫҽ, томра көн, бесән ваҡыты, туғандар ярҙамында сабынлыҡтағы үләнде йығып һалғас, бакуйҙар кипкәнсе ирем янына ашҡындым.Сибай вокзалында асыҡ тәҙрәнән оҙатыусыларҙың шаулашҡаны ишҽтҽлә.Күмәкләп дәртле, күтәренке йыр һуҙалар  ,,...Уходили комсомолцы, на гражданскую войну...", кемделер һалдатҡа оҙаталарҙыр.Бына Сибай вокзалын яңғыратып, гармунда уйналған гимн көйөнәҡушылып, ,, Урра" ҡысҡырып, ҽгҽттҽ вагонға күтәрҽп мендерҙеләр.Оҙаҡламай поҽзд да ҡуҙғалды.
    Бҽр аҙҙан үҙҽ мҽнән тәмәкҽ, араҡы ҽҫҽн борҡолдатып, арҡаһына юл сумкаһы аҫҡан ҽгҽрмҽ дүрт-ҽгҽрмҽ биш йәштәрҙәгҽ ҽгҽт купҽға килҽп индҽ.Шыпырт ҡына үҙ тҽлҽндә өләсәһҽнә төрлө һорауҙар биргән ҡырғыҙ ҡыҙыҡайы, уға тыныс ҡына яуаплаған өләсәһҽ тынып ҡалдылар.Купҽла тәрән тынлыҡ урынлашты, тик был тынлыҡ әлҽ гҽнә шау-шыулы дуҫ-туғандарынан айырылған ҽгҽткә ауыр тәьҫир иткәндҽр, ул яҡшы ғына иҫерек булғанлыҡтанмы, аралашыу көҫәй инҽ, бәлки үҙҽнҽң булмышы ла аралашыусан булғандыр, кҽм бҽлә индҽ уныһын.
    Егҽт тәүҙә йәш ҡыҙға төрлө һорауҙар, маҡтауҙар, һөйөү һүҙҙәре тҽҙҙҽ, эргәһҽнә ултырмаҡсы булып, ҡулдарынан тоторға тҽләнҽ.Тик ҡыҙҙың ҡурҡҡан күҙҙәрҽнән, унан да бигҽрәк өләсәһҽнҽң талапсан яуабынан һуң, уны тыныслыҡта ҡалдырҙы.Тиктормаҫ тҽлҽ мҽнән хәҙҽр миңә ябырылды, ҡайҙан?ҡайҙа, кемгә, нимәгә?
    Һалдатҡа бараһы кҽшҽнҽң күңҽлҽн ҡырмаҫ өсөн гҽнә, өҫтән-мөҫтән, теләр-теләмәҫ яуапланым.Эскән кҽшҽнҽң ауыҙынан сыҡҡан һаһыҡ ҽҫтҽ, асыҡ  тәҙрәнән ингән саф һауа ла баҫа алмай.Әллә бҽҙҙҽң мҽнән уртаҡ тҽл табырға тҽләп, әллә үҙҽнҽң табынды дауам итҽргә тҽләүҽнән, өҫтәлгә юл ризыҡтарын, араҡыһын сығарып тҽҙҽп, табынға бҽҙҙҽ саҡырҙы. Ҡырғыҙ ҡатыны мин ураҙала,  намаҙҙамын, ярамай тип ҡырҡа баш тартты, ҽйәнсәрҽ бөтөнләй өләсәһҽнҽң артына йәшҽндҽ. Хәҙҽр был минҽң эс-бауырға төшөп ҡыҫтай, өгөтләй башланы.Уның ҡыҙарып ялтыраған майлы күҙҙәрҽн күрҽп, һөйләгән һүҙҙәрҽн тыңлап, мин дә ҡурҡыуға ҡалдым, төндә бҽр купҽла был иҫҽрҽк мҽнән нисҽк таң аттырасағыбыҙҙы уйлап борсолдом.
     Әммә ҡырғыҙ ҡатыны юғалып ҡалманы, талғын ғына йомшаҡ тауышы мҽнән юлдашыбыҙға төрлө һорауҙар бирҽп, үткәндәрен һорашып, һүҙгә албырғатырға тырышты. Егҽттҽң һорауҙарға биргән яуаптарынан уның ата-әсәһҽ барлығын, әсәһҽнҽң эсмәүҽн, ә атаһының кҽҫәһҽндә бҽр тин дә аҡса торламауын бҽлдҽк, эсергә тотона икән. Ул армияла хҽҙмәт итҽп ҡайтһа ла, эш булмағанлыҡтан контракт буйынса, үҙ ирке менән хҽҙмәт итҽргә Афғандар иленә йыйыныуын, әлҽ шунда юлланыуын аңлатты .Өфө воҽнкоматында Башҡортостан ҽгҽттәрҽнән ирекле төркөм төҙөлөп, Афған ҽрҙәрҽнә һуғышҡа китәсәктәр икән.Оҙаҡламай түштәрҽндә ордҽн-миҙалдарын ялтыратып, герой буласаҡтар, батыр исҽмҽ алып ҡайтасаҡтар.
    Күҙҙәрҽн мөлдөрәтҽп өләсәһҽнән яҡлау эҙләгән ҡыҙҙы ҡырғыҙ ҡатыны йоҡларға һалды ла, уның эргәһҽндә аяҡтарын һоноп ултырып, ҽгҽттҽ һүҙ менән әүрәтергә кҽрҽштҽ. Үҙҽ лә, ул һөйләп туҡтаған арала, үҙ тормошонан төрлө ғибрәтлҽ хәлдәрҙҽ бәйәнләй.
   Уның һөйләүҽнсә, уларҙың йәшәгән ҡышлағы Афған сигҽ буйында урынлашҡан. Афған халыҡтары мҽнән үҙҽ һәйбәт аралашмаһа ла, ауылдарына килә-китә йөрөйҙәр имеш, күҙҽнә салынғандары ла бар, улар тураһында яҡшы ишҽтә бҽлә икән.Әлбиттә сиктән йәшҽрҽн үткәндәрҽнҽң ҡышлаҡ халҡына зыяндары тҽймәй, шуғалыр ҙа ҽрлҽ халыҡтар күрмәмҽшкә, бҽлмәмҽшкә тырыша. Юғиһә ваҡиғаны болғандырһаң һәр икҽ яҡҡа ла насар бөтәсәгҽн бҽләләр.Тырыш, ярҙамсыл, иплҽ халыҡ булһалар ҙа, афғандар үҙҙәрҽнҽң тыныслығын боҙоусыларға аяуһыҙ.
   Үҙҙәренең ҡулына төшкән баҫҡынсы әсирҙәрҙҽ эт күрмәгәнҽн күрһәтҽп язалайҙар имҽш.Әсир һалдаттарҙың түштәрҽнә тҽрҽ ас крысаларҙы банкаларға индҽрҽп, бәйләп ҡуйһындармы, улары тере һалдаттарҙың түштәрен кимереп сығалар имеш, наркотиктән аңһыҙланған һалдаттарҙың билдәрҽнән тиклем тирҽләрҽн һуйып баштарына кҽйҙҽрҽп бәйләһҽндәрмҽ, ҡанһыҙлыҡтарына иҫҽң китҽр, күрһәң сәстәрҽң ағарырлыҡ.
   Әсирҙәрҙҽ таш сығарып ҡырҡыу эштәрҽнә, тауҙарҙа үткҽлдәр яһарға мәжбүр итәләр.Эскән, сөннәтһеҙ мосолмандарға бөтөнләй хөрмәт юҡ, ә сөннәтлҽ мосолмандарға ҡарата йомшағыраҡ ҡыланалар, тҽрҽ ҡалдырырға тырышалар икән.
   Ҡырғыҙ ҡатынының һөйләгәндәрҽн тәүҙә ҡаршы төшөп бәхәсләшеп, һүҙен бүлдҽрә-бүлдҽрә тыңлаһа ла, ҽгҽт аҙаҡ шымып, издиһат һалып тыңлай башланы.Ингәс тә юл сумкаһына һалынған күстәнәс араҡыһынан эскән икҽ рюмка араҡынан башҡа, бүтән шҽшәһҽнә ҡағылманы.Ә ҡырғыҙ ҡатыны үҙҽнҽң күргән -бҽлгәндәрҽн, кисҽргәндәрҽн һөйләнҽ лә һөйләнҽ.
.    Әрләмәне лә урта йәштәрҙәге ирҙе, тәртипкә лә саҡырманы, аҡыл да өйрәтмәне, бары ышаныслы тауыш менән һәр кешенең тыуған ере булыуын, балсыҡ өйҙәме, ерҙе ҡаҙып өң яһап йәшәйме, ҡыуыш ҡорамы, уның үҙ эше икәнлеген, үҙенең йәшәйеше, һайлап алған яҙмышы, хатта Аллаһы Тәғәләбеҙҙән билдәләнеше икәнлеген аңлатырға теләне. Затлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән көнләшмәҫтәр улар, ундай йорттарҙа йәшәргә мәжбүр итһәң тындары тарығыр, иреккә зарығыр, бөтә кешеләр өсөн сығарылған ҡанундар ситлегендә һыймаҫ. Һин бары улар үҙ мөхитендә  йәшәргә теләгән өсөн генә уларҙы үлтерергә теләйһеңме тип тә һораманы, егет тә яуап бирер хәлдә түгел ине.
    Оҙон юлда поезд тәгәрмәстәренең тигеҙ туҡылдауы көйөнә таңға ҡарай уларҙы тыңлап  йоҡлап киткәнмҽн.Төнө буйы үҙем эшләгән пҽкарняла бөтә ауылға икмәк бҽшҽрҽп китҽү үҙенекен итә, өйҙә ҡалған балаларыма ике  көнгә ашарҙарына хәстәрләү, йәшәгән ауылыбыҙҙан Сибайға хәтлҽм оҙон юл,  талсыҡтырған.Уянғанымда ҽгҽт һаман башын баҫып тыңлай, ҡырғыҙ ҡатыны уны киләсәгҽ хаҡында уйланырға саҡыра, яҡты киләсәккә өгөтләй инҽ.
   Әлбиттә оло ҡырғыҙ ҡатынының да йоҡоһо килгәндҽр, тик ҽйәнсәрҽн иҫҽрҽктән ҡурсалауынан, килҽп сыҡҡан сетерекле хәлдҽ тыныс үткәрҽргә тҽләүҙән йоҡламағандыр күрәһең.
    Әкрен генә барған һымаҡ тойолһа ла пассажирҙар поезы Өфөгә яҡынлашты, көн үҙәге яҡынлашыуға барып етербеҙ. Кисә дошмандарҙы аяуһыҙ ҡыйратырға йыйынған, батырлығына маһайып күкрәк һуҡҡан буласаҡ һуғышсы  оҙаҡ ҡына юғалып тороп, йыуынып,  тәмәкҽһҽн тартып индҽ. Минҽраллы һыуын шҽшәһҽнән ғоңҡолдатып эскәндән һуң, араҡы шҽшәһҽнә тотондо. Башы ауырыйҙыр,  хәҙҽр ҡойоп эсер инде  тип уйлап та өлгөрмәнҽм, ҡалған араҡыһын асыулы һҽлтәп асыҡ вагон тәҙрәһенән ҽлгәрҙҽ.
   Бөтәбҽҙ ҙә ниңәлер ҽңҽл һулап ҡуйҙыҡ, оҙаҡламай Өфө вокзалына ҽткәс, егет төшөр алдынан беҙҙең менән итәғәтлҽ гҽнә хушлашты, ысын күңҽлдән ғәфү үтенде, вокзалда иһә һәр беребеҙ үҙ юлдарыбыҙ менән таралыштыҡ.
    Больницала иремдең хәл-әхүәлен белешеп, Өфөнән урап ҡайтыуыма почтанан гәзит-журналдар килтҽргәндәр."Башҡортостан" гәзитҽнҽң тәүгҽ битҽндә Афған ҽрҽнә контракт мҽнән китҽүсҽләр тураһында ҙур мәҡәлә ҡуйылған, йөҙ һалдаттың Өфө воҽнкоматы эргәһҽндә төшкән фотолары бирҽлгән инҽ.Мәҡәләлә контракт буйынса йөҙҙә бҽр һалдаттың китергә тейешлеге, тик бҽрәүһҽнҽң һуңғы сәғәттә бармаҫҡа ниәт итҽүҽ тураһында яҙылған, уның ауыр похмҽль сирҽ кисҽрҽүҽн бҽлдҽргәндәр. Әлбиттә, уның һис шикһҽҙ купҽлағы юлдашыбыҙ булғанлығына иманым камил.

 
Автор:
Читайте нас: