Все новости
Литература
6 Марта 2023, 14:48

ГАРМУНСЫ (хикәйә)

Ҡәҙим Аралбай.

ГАРМУНСЫ  (хикәйә)
ГАРМУНСЫ (хикәйә)

Бөтмәҫ-төкәнмәҫ суйын саңына батҡан, янып сыҡ­ҡан эҫе май төтөнөнән ҡарагөйөп ҡыуарған сибек кенә үләндәр тау һырттарын урталайға ярып үкереп-үкереп сапҡан поезд еленән, хәлһеҙ һәм йәлләнес булып ергә эйелеп ҡалалар. Күңелһеҙ, төҫһөҙ күренеш: бер үк һоро һырттар, үләнһеҙ үҙәндәр, яланғас сауҡалыҡтар. Ҡырыҫ икән был яҡ. Шыҡһыҙ ер. Ыжғыр елдәр эләгеп торғоһоҙ бушлыҡ.

Ҡарһыҙ ҡара март айы булғанға шулайҙыр был.

Гел бер төрлө моңһоу күренеш күҙҙәремде талдыр­ғас, тәҙрәнән әйләнеп, юлдаштарыма ҡарайым. Пасса­жирҙар ниндәйҙер уйға сумған. Ниңә өндәшмәйҙәр, һөй­ләшмәйҙәр икән? Әллә нисә тәүлек йоҡо бите күрмәгән кешеләй ойоп, йомолошоп баралар. Тынлыҡ бит күңелһеҙлекте тағы ла яманһыуыраҡ һәм эс бошорғос итә. Ниңә һөйләшмәйҙәр? Ҡайҙа һуң әле беҙҙең купела килгән тел биҫтәһе Роза? Исмаһам, ул булһа...

«Таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ...».

Ҡолаҡты ярып килә. Ниндәй эс бошорғос, күңелһеҙ сәйәхәт булды был. Ярай әле ҡайтып киләм. Тиҙерәк, тиҙерәк... «Таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ...».

...Әле күҙҙәремде асмаҫ борон, күңелде нескә генә тирбәткән моңға һиҫкәнеп, уянып киттем.

Кемдер гармунда уйнай. Үҙе ҡушылып йырлай ҙа шикелле. Тауышын баритон да, тенор ҙа тимәҫһең, әллә ниндәйерәк сәйер тауыш сығара. Былай, үҙе моңло итеп, күңелгә яҡын ғына, онотолған бер көйҙө уйнай.

Юғарғы полканан аҫҡа бағам. Беҙҙең поезд ҡайһылыр станцияла туҡтап үткән булһа кәрәк — пассажирҙар күбәйә төшкән. Бәлки, был гармунсы ла шул туҡталышта ултырғандыр әле.

Бөтәһе лә теге һағышлы, йөрәкте ҡуҙғатыусы көйҙө тыңлау менән мәшғүлдәр, һәммәһе лә йыр яңғыраған яҡҡа — вагондың ос яғына боролоп ултырғандар. Әйтер­һең, ғәжәп тамашаға төбәлгәндәр — һәр пассажир тын бара. Моң уларҙы сихырлаған. Ана, хатта һүҙгә әүәҫ Роза ла өндәшмәй ултыра. Әммә күрербеҙ, йыр тынғас та тынлыҡты беренсе булып боҙор әле. Шулай тәтелдәк инде ул. Оҙон юл буйынса кемдәр менән уртаҡ тел табырға өлгөрмәне был алсаҡ күңелле, асыҡ һүҙле студентка!

Ә хәҙер теге гармунсыға иҫе киткән уның. Алдына өс-дүрт йәштәрҙәге ят бер бала менеп ултырҙы. Роза уға иғтибар ҙа итмәне, ҡымшанманы ла. Гармунсы миңә күренмәй. Ул вагондың арғы осонда. Шулай ҙа йыры ишетелеп тора. Бына ул беҙҙең бәйеткә оҡшаған нәфис бер көйгә йыр башҡара. Йыр яуҙан яраланып ҡайтҡан зәғиф һалдатты һәм хәсрәтле әсәне күҙ алдына баҫ­тырҙы.

...Яҡты донъя ҡара миңә:

Фашист эттәре эше;

Тыуғандағы кеүек мине,

Әсәй, күҙ нурлы итсе...

Бөтә пассажирҙар ҙа унан күҙен алмай бара. Моң уларҙы арбаған. Гармунсы халыҡта йыш таралған һәм яратып йырланылған көйҙәргә күсте. «Амур тулҡын­дары» вальсын шыңғыратып алды.

— Матур уйнай, — тине аҫта кемдер. Бына гармун тынды. Портмонеттарҙа, устарҙа тинлектәр, көмөш тәңкәләр сылтырай башланы.

— Һеҙ нәмә, мин хәйер алмайым! — Гармунсының көр тауышы ишетелде.

— Ал инде!..

— Юҡ, юҡ, үтенмәгеҙ...

Гармунсы, юлсыларға хәйерле юл теләп, беҙҙең купеға яҡынланы. Бына ул... Мин, уны күргәс, хәленең ни тиклем ауырлығын тик шунда ғына аңланым. Гармунсы һуҡыр ине. Ул ҡырҡтарҙы ашҡан, урта буйлы, мыҡты һәм таҙа кәүҙәле, ҡуңыр сәсле ир. Күҙ ҡабаҡтарының­ йыш ҡына йомоҡ йөрөүенән уның һаҡал-мыйыҡ баҫа башлаған уйсан йөҙө ҡараңғы сырайлы, уҫал ҡиәфәтле күренә. Кешеләр уға юл бирҙе. Кемдер ауыр көрһөндө.

Яҡында ултырған бер ағай:

— Ташла һин, туған, бындай кәсепте, — тип кәңәш бирҙе гармунсыға.

Гармунсы тауышҡа саҡ ҡына туҡталды ла, кәүҙәһен артҡа бора биреп, ҡаралған йөҙөнөң бер генә мускулын да ҡыбырҙатмайынса:

— Үлгәнсе уйнаясаҡмын! — тип яуапланы.

Вагон эсендә үҙен өйҙәгесә хис итеп алға атланы ул.

Теге ағай ултырған урынында ыуаланды:

— Аҡса ла алмай, имеш...

Пассажирҙар уға әйләнеп ҡаранылар.

— Боролоштарҙа һағыраҡ ҡыланығыҙ, атай кеше! — тип ҡырт киҫте уны кәрт һуғып килгән егеттәрҙән берәү.

һәр нәмәлә үҙ фекерле Роза:

— Һуғышҡа тере ләғнәт был! Бына кеше! Ниндәй хәлдә лә бирешмәй! — тине, ярһыуын баҫа алмайынса. Ул, башын юғары күтәрә биреп, гармунсы артынан ҡарап ҡалды.

Ә гармунсы, моңдаш ҡоралын ҡәҙерләп кенә чехолына һалып, вагондан сығырға әҙерләнде.

— Беҙҙә лә уйнасы! — тинеләр уға был остағы пассажирҙар. Бик теләп риза булды гармунсы. Ипләп ултырҙы ла баянын ҡулға алды. һағышлы моң тағы ла вагон эсен солғаны.

...Тыуғандағы кеүек, мине,

Әсәй, күҙ нурлы итсе...

Ауыр кисерештәр күңелдәрҙе йәнә иңрәтеп үтте. Кешеләр өнһөҙ ултыра. Ныҡ ҡымтылған ирендәр, етди ҡараштар, тубыҡтар өҫтөндә төйнәлгән йоҙроҡтар...

Гармунсы икенсе телдәргә баҫты. Күңел елкендергес яҡты моң талпына башланы:

...Тормош, һине яратам,

Тағы ла яҡшыраҡ булырһың, тим...

Ғәжәп тә һуң кеше күңеле! Бая һағыш алдында улар йомшаҡлыҡтың әҫәрен дә һиҙҙермәгәйнеләр. Ә хәҙер ябай бер моң нишләтә әҙәмдәрҙе! — ҡулъяулыҡтар еүеш керпектәргә үрелгеләй, кемдәрҙер, ситкә боролоп, тәҙрә­ләргә терәлергә ашыға...

Оҙаҡламай гармунсы, һүнә алмай үрһәләнгән моң сыңы, башта сеймәлгән уйҙар ебе ҡалдырып, беҙҙең вагондан сығып китте.

Тышҡа сығам. Шул уҡ ҡырыҫ яҡ. Яланғас ағастар. Ҡыуарған үләндәр. Ҡар ҙа юҡ, ер ҙә туң. Ниндәй миҙгел был? Ҡара март. Хәйер, донъя йәмләндерер көләс яҙға ла ҡул һонорлоҡ ҡына инде. Ана, дымға туйған уйылдарҙа был ҡырыҫ яҡтың тәүге әрһеҙ һары сәскәләре бөрө яра башлаған түгелме?! Эйе, күҙҙәрем алдамай! Яҙ башлана!

Ниндәй сәйәхәт булды был?! Башта, ниңәлер, күңел тартмайыраҡ тора ине шул. Ахырыһы, һағыш-моң менән осрашыуға булғандыр.

«Таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ... таҡ-тоҡ...».

Ҡышҡы йоҡонан уянырға өлгөрмәгән, тын ятҡан ерҙәрҙе һиҫкәндереп, йән-фарман поезд саба. Әлегә ҡот­һоҙ һәм шыҡһыҙ тойолған был яҡта елеп барыусы беҙҙең поезыбыҙ ярай әле бер йәнһеҙ тимер состав ҡына түгел! Уның эсе тулы кешеләр! Күпме яҡты күңелдәрҙе тейәп саба был состав! Күпме моң тулы вагондар! Моң тәгәрмәстәрҙә тәгәрәй, сос состав менән ярышып, ҡыйылып оса!..

Кешеләр! Шатлана ла, моңлана ла, һағышлана ла белеүсе кешеләр! һеҙгә, тик һеҙгә минең үтенес: сәфәрегеҙ тап килеп, әгәр берәй заман ошо һуҡыр гармунсының һуңғы моңона юлыҡһағыҙ, вагондарҙан төшөгөҙ һәм моңдаш-юлдашығыҙҙың яҡты рухы алдында баш эйегеҙ! Уның йәшәүе быға торошло.

Тормош булғас, төрлөһө булғылай. Мәрхәмәтһеҙ саҡтары ла аҙ түгел дә баһа. Ләкин беҙ уны мәңге яратабыҙ. Тормош һәр ваҡыт туй һәм байрамдарҙан ғына тормай.

Кешеләр! Шуны ла хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙҙе бер саҡ, юлда һуҡыр гармунсы моңға һалғайны!..

Автор:
Читайте нас: