

«Утлау»ҙа халыҡ байтаҡ. Йомағол иҫәнләште лә өсөнсө көн тауға менеп ҡар кешеһе менән осрашыуын һөйләп бирҙе, ул албаҫтынан ҡотолорға теләһәк, күмәкләп сығырға кәрәклеген әйтте:
- Әүхәт, бараһыңмы?
- Барам.
- Ә һин, улым? - ул Мансур малайына өндәште.
- Эйе.
- Сабит?
-Кәнишнә!
- Сабит иң арттан бара, иң алдан ҡаса. Уның һунарсылығы минең төрөк солтаны булыуым менән бер инде, - тине Ишбулды.
- Шунан, мин беренсе аттым, мин үлтерҙем, тип һөйләп йөрөр әле. - Быныһын мыҫҡыллы ғына көлөп Ҡоҙаир әйтте.
- Күрерһегеҙ, һеҙ ошонда ауыҙ йырып торорһоғоҙ, беҙ уны һөйрәп тә алып ҡайтырбыҙ, шулай бит, Йомағол ағай?
- Ай, уны улай еңел генә алып булырмы икән һуң? Бик сос, йылғыр күренә...
Иртәгәһенә өс мылтыҡ менән дүрт кеше тауға юлланды. Оҙон көн буйы тигәндәй йөрөнөләр урман эсендә, әммә ҡар кешеһен тап итә алманылар. Ул, күрәһең, йәшенде, юл яҙҙырҙы - был ҡәҙәре лә күмәк көскә ҡаршы барырға ярамағанлығын ул бик яҡшы аңлай ине. Тик ҡайҙа йәшенде, ҡайҙа боҫто? Ағас башына менмәй, ерҙе соҡоп төшмәй, өң-маҙары булһа, моғайын да, күҙҙәренә салыныр ине. Бер генә юл бар - урман шырлығына сумыу. Ҡамарға, шырлыҡ юлдарын ябырға кәрәк, тигән фекергә килде Йомағол.
Ике көндән колхоз рәйесе саҡырған һунарсылар килде. Райондың төрлө ауылдарынан йыйылған ете кешене Йомағол йәнә тауға алып барҙы. Көн буйы эҙләнеләр, таба алманылар. Шунан идараға барҙылар ҙа, күрмәнек, моғайын да, был тирәнән киткәндер, тау башында йөрөһә, осрар ине, тип ҡайттылар ҙа киттеләр. Аңлай Йомағол, һәр кемдең үҙ эше, үҙ донъяһы, мәшәҡәте. Үҙ ауылдарына, үҙ малдарына ташланһа, бер хәл. Ә Йомағол ҡар кешеһенең бер ҡайҙа ла китмәгәнен, йәнә урман төпкөлөнә инеп боҫҡанын самалай ине. Уны хәйлә, аҡыл менән алырға кәрәк, үҙенән сосораҡ булырға кәрәк. Бер фекер һунарсының башында бөрөләнә лә ине инде.
Йомағол электриккә барып, тегенән бағана башына кейеп менә торған ырғаҡтарын, яҫы бил ҡайышын һорап алды, таҡта, арҡан-ептәр әҙерләне. Атын екте лә Сабитҡа өндәшәйем тип урамынан сығыуға, Мансурҙың малайы килеп етте.
- Шундамы?
- Шунда.
- Мин дә барайыммы?
- Юҡ, атайың асыуланыр, береһе үлемдән саҡ ҡалды, икенсеһен йөрөтмәгеҙ, ти.
- Ул өйҙә юҡ, идараға китте, атыңды кем алып ҡайта һуң?
- Сабитҡа әйтәйемме тигәйнем.
- Әйҙә үҙем барам.
- Әллә тағы.
Теге ваҡыт һунарсыларҙы йөрөткәндә ул ҡыуышҡа тартым бер нәмә шәйләп, эҙен дә күргәс, тимәк, ошо тирәлә, әллә ни алыҫ китмәгән, имән башына менеп ҡарағанда инде, тигән ниәт менән ҡайтҡайны. Бына бөгөн ағас башына күтәрелеп шунда һағалап ятып булмаҫмы, тип юлланыуы.
***
Атты юл ситендәге төпһәгә бәйләп, таҡтаһын, көпөһөн, аҙыҡ-түлеген, бүтән кәрәк-ярағын имән төбөнә ташынылар, Мансур малайы ырғаҡтарҙы кейеп, ағас башына менеп китте, таҡталарҙы өҫкә тартты, Йомағолдоң әйтеп-өйрәтеп тороуы буйынса һәндерә йәйҙе, аҫҡы ике ботаҡты ҡырҡып төшөрҙө. Килеп ҡуймаһындар, кешеләрҙе әйтәм, ҡарабыраҡ йөрө әле, мылтыҡ тауыштарын ишетһәң, берәйһе менән килерһең, тип егетте аты менән ҡайтарып ебәрҙе.
Ағастар япраҡҡа бөрөләнә. Һауа саф, урман, серегән япраҡтар еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Тәбиғәт уяна, ҡышҡы йоҡоһонан арына. Ниндәйҙер һиллек, өйкөм-өйкөм урмандарҙа, һырттарҙа, бейек күктә, күҙ күреме етмәҫлек киңлектә ауанлыҡ, тормоштоң үҙе һымаҡ мәңгелек заң бар. Әлеге тауҙар, урман, икһеҙ-сикһеҙ күк ҡаршыһында Йомағолдоң үткән ғүмере күҙ асып йомған кеүек кенә тойола, уның ошолайтып ағас башында ултырыуында ниндәйҙер малайлыҡ, оло кешегә хас булмаған ҡылыҡ бар төҫлө. Нишләйһең, тормош һәр кемде лә үҙе теләгән сүрәткә индереү һәләтенә эйә шул...
Шулай тирә-яҡҡа һоҡланып, әллә ниндәй фәлсәфәүи уйҙарға бирелеп, икеләнеп, нимә тип килеп яттым әле бында, төшөп ҡайтайым да китәйем, тип ике төндө, ике көндө үткәрҙе Йомағол. Иртүк тороп мал ҡараған, йорт-ҡура тирәһендәге бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәргә сумып өйрәнгән кеше әлеге һымаҡ тик ятыуға һис түҙә алмай ине. Ғүмерендә бындай ҙа оҙон, шул уҡ ваҡытта бындай ҙа мәғәнәһеҙ үткәргән көндәрен хәтерләмәй. Көндөҙҙәре ярар, нисек тә үтә, бына төнө бигерәк ялыҡтырғыс, өшәнес, шомло. Тулап йығылып төшөрмөн тип, бәйләнеп ята, унан көнө буйы осалары, ҡабырғалары ауырта. Өйҙәге ише йомшаҡта ирәйеп, тәгәрәп-тулап йоҡларлыҡмы, күҙе йомолоуы була, ҡалтыранып-өшөп уянып китә лә төндөң ҡалған яғын йоҡлай алмай үткәрә.
Инде өсөнсө көндөң таң алды иртәләрендә генә шарт та шорт йөрөгән тауыш ҡолағына салынды. Моғайын да, ҡар кешеһелер! Бөтөнләй яҡынламаҫ борон тип, Йомағол көпөһөн систе, талған-ойоған аяҡтарын яҙҙы, мылтығын тикшерҙе, яһауҙарын барланы. Әҙер тороуың хәйерле. Был һиңә ҡуян, хатта айыу ҙа түгел, ә кеше, кешегә оҡшаған, башында бәндә аҡылы булған хәйләкәр йыртҡыс. Ә албаҫты ашыҡманы, ҡоро ағастарҙы шарт та шорт һындыра баҫып, һунарсының түҙемлеген һынарға теләгәндәй, ул ултырған ағас тирәләй йөрөнө лә йөрөнө. Йомағол тегене ҡоро ботаҡтар араһынан шәйләргә тырыша, әммә күрә алмай.
Байтаҡ ваҡытҡа тынлыҡ урынлашты. Тетрәнеп көтөүҙән Йомағолдоң башы, текләп ҡарауҙан күҙҙәре ауырта башланы хатта. Ҡуҙғалмаҫҡа тырыша, әммә көсөргәнешлек үҙенекен итә - күрәйем тип әле тегеләй, әле былай боролһа, һәндерә таҡталары шығырҙап йәнен көйҙөрә. Бына бер мәл йәнә сыбыҡ-сабыҡ һынды. Унан йәнә тынлыҡ.
Ҡар кешеһе ҡабаланмай, тирә-яғына күҙ һала-һала, тыңлай-тыңлай киләлер, ахыры. Нимәлер йыйған да, ашаған да кеүек. Ниһайәт, ботаҡтар араһынан уның йөнтәҫ кәүҙәһе шәйләнде. Үҙе йөнтәҫ, үҙе яланғас, торғаны бер хәшәрәт инде. Оҙон ҡулдар, ҡарпыш ҡолаҡ, тар маңлай, ҙур ауыҙ. Өнөңдә түгел, төшөңдә күрһәң дә, йөрәгең ярылыр. Алпан-толпан килеп һеңдерә баҫып атлай, ер, хатта Йомағол менгән имән дә һелкенгәндәй бит! Ҡар кешеһе ағасҡа етер-етмәҫ туҡтаны ла, һағайып, тирә-яғына ҡаранып алды, еҫкәнде, шунан ниңәлер сүкәйҙе. Оло хәжәтенә ултырҙымы икән әллә, тип уйланы һунарсы һәм ҡулына мылтығын алды. Атырға йәтеш, сәп ҙур, йомарланып ҡына ултыра, тейҙереүе ҡыйын булмаҫ.
Хәйерһеҙ, йәнә ҡулдары ҡалтырай, көбәк осо «йөҙөп» тик йөрөй. Ниһайәт, мушкаға алып тәтегә баҫайым ғына тигәйне, албаҫты ҡапыл ҡалҡынды ла янындағы имән артына йәшенде. Минең бындалыҡты һиҙҙе, тип уйланы Йомағол, тик әлегә ағас башында икәнемде генә белмәй. Тирә-яғына ҡаранып бер аҙ торғас, теге ағас артынан сыҡты ла Йомағолдоң имәненә ҡарай ҡуҙғалды, әллә уның тап шул ағаста ултырғанын белеп атлай, әллә белмәй атлай. Хәрәкәттәре һаҡ, алыптай кәүҙәһе менән шулай атлай алыуына иҫең китер. һунарсы тоҫҡарға ла өлгөрмәне, теге ағастың арт яғына сыҡты. Ул хәҙер Йомағолға күренмәй, һәндерә таҡталары ҡаплай; һунарсы эйелеп ҡарайым тип саҡ ҡына ҡуҙғалғайны, ултырған таҡтаһы шығырҙаны ла ҡуйҙы бит, ҡәһәрең.
Ҡар кешеһе йәлп иттереп өҫкә ҡараны. Ҡараштары осрашты. Йомағол тегенең башына тоҫҡап тәтегә баҫты. Иртәнге тынлыҡты йыртып шартлау яңғыраны. Мылтығын саҡ ҡына үҙенә тартып һонолоп ҡараһа, ҡар кешеһе ағас артында юҡ! Йығылмаған да. Йомағол тамам аптырауға ҡалып тирә-яғына баҡты. Әһә, ана тора икән, тимәк, теймәгән. Хәҙер ҡасыш уйнауҙан мәғәнә юҡ, улар бер-береһен күрҙе, таныны.
Һунарсы йәнә атты. Теге был юлы ла ситкә тайшанып өлгөрҙө. Юҡ, тайшанып өлгөрөүе мөмкин түгел, ул йә ҡыйыш тоҫҡай, йә йәҙрәләре ваҡ. Ҡар кешеһе ағас артынан сыҡты ла бер-ике һикереүҙә Йомағолдоң имәне янына килде һәм уны үкереп һелкетергә тотондо. Ни тиклем көслө булһа ла, имән һынлы имәнде йыға алмай инде ул. Албаҫты быны үҙе лә аңланы шикелле, бер мәлгә генә туҡтаны ла ағасҡа үрмәләй башланы. Ҡан һауған күҙҙәр, үткер тешле ауыҙ - эләкһәң, бер һуғыуҙа йәки бер тешләүҙә үлтерә лә ҡуя инде. Йомағол ҡалтыранған ҡулдары менән ҡушкөбәккә патрондар тыҡты ла бер-бер артлы ике мәртәбә тегенең башына атып ебәрҙе. Ҡар кешеһе бер мәлгә генә туҡтап ҡалды, ер ярып үкерҙе, башын сайҡап тештәрен ыржайтты, ҡалтыранды, шунан яйлап ҡына ҡулдарын ысҡындырҙы ла гөрҫ итеп ергә ҡоланы. Булды, эләкте, хәҙер йән бирә, тип шатланды һунарсы, тегенең һаман ни баҫа, ни ята алмай аптырауын шәйләп. Тағы икене ебәрәйем әле, тип мылтығына яңы патрондар ҡуйырға ла өлгөрмәне, теге ҡалҡынды ла, йүгерә-атлай, ағастар араһына инеп юғалды. Ҡыуаҡлыҡтар араһында ҡоро ағас һынды, нимәлер ауҙы. Оҙаҡламай Йомағол тегенең кире килгәнен шәйләне, ҡулында - оҙон ҡайын ағасы. Ах, яуыз, шуның менән төрткөләргә самалай, ахыры.
Ул да булмай, теге ағасы менән һәндерәгә килтереп тә төрттө. Тәүге төртөү ситтәге таҡтаға тура килде, таҡта әйләнде, ә ағас үҙе ике таҡта араһынан өҫкә үк сығып китте. Йомағол ҡайырып һындырайым әле, тип ынтылғайны ғына, ҡар кешеһе уны ҡапыл тартып алды, йәнә төрттө. Был юлы ул Йомағолдоң көпөһөн күтәреп эләктереп өҫкә күтәрҙе. Һунарсы ата алмай, атырлыҡ хәлдә түгел, сөнки кәртәнең үҙенә килеп тейеүенән ҡурҡа, уға остағы ботаҡҡа үрмәләүҙән башҡа сара ҡалманы. Ҡар кешеһе йәнә төрттө - был юлы аҙыҡ-түлек һалынған тоҡсайын эләктереп аҫҡа осорҙо.
Һунарсы көс-хәл менән генә өҫтәге ботаҡҡа менеп уға атланып ултырҙы ла атып ебәрҙе. Теймәне. Икенсеһе лә теймәне. Юҡ, быны алмай, быға ысынлап та айыу йәҙрәһе генә етмәй бит... Ә ҡар кешеһенең үҙ уйы - һунарсының тағы ла өҫкә үрмәләүен шәйләгәс, кәртәһен ситкә бырғатты ла ағас буйлап үҙе менә башланы. Йомағол билендәге патронташтарынан ике патрон алып йәнә мылтығын яһаны, йәнә бер-бер артлы атып ебәрҙе: албаҫты ҡоламаны, һаман менеүен белде. Йомағолдоң тәне эҫеле- һыуыҡлы булды, арҡаһы буйлап үлем һалҡынлығы йүгерҙе. Ҡотола алмаҫтыр, бөттө, барыһы ла бөттө, үлеме ошо ағас башында булыр, ахыры. Бына ҡар кешеһенең башы һәндерәгә килеп төртөлдө, ары менә алмай былай борола, тегеләй борола, башы, һыңар ҡулы менән таҡталарҙы ҡалҡытырға самалай. Иң ситтәгеһенә тотонғайны, таҡта һынып китте, икенсеһенә тотонғайны, уныһы ла һынды. Йомағол өҫтәге ботаҡҡа үрмәләне, ҡалтыранған ҡулдары менән саҡ тоҫҡап тегенең күҙенә атып ебәрҙе. Икенсе яһауын өҫкә атты - ауылда, бәлки, ишетерҙәр, килерҙәр, аралап ҡалырҙар...
Шунан йән асыуына мылтығының приклады менән ҡар кешеһенең һәндерә таҡталарын берәм-берәм һындырып өҫкә үрмәләүсе башына ҡундырҙы. Теге ҡымшанманы ла, әйтерһең, кипкән таяҡ киҫәге бәрҙеләр. Мылтығы аҫҡа осҡас, Йомағол билендәге хәнйәрен тартып алды - исмаһам, берәй мәртәбә булһа ла сәнсеп өлгөрөр! Шул ваҡыт трактор тауышы, кеше һай-һаулаған, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Йомағолдоң эсенә йылы йүгерҙе, күҙҙәренә йәштәр төйөлдө һәм ул дәртләнеп, мин бында, бында, йәһәтерәк килегеҙ, тип һөрәнләргә кереште. Тауышы ҡалтырай, күҙҙәренән йәш аға... Ҡар кешеһе тауыштар килгән яҡҡа йәлп иттереп башын борҙо ла етеҙ генә аҫҡа төшә башланы. Ергә бер-ике метр ҡалғас һикерҙе, унан күҙ асып йомған арала күҙҙән дә юғалды - урман шырлығында уның ауыр кәүҙәһенән ҡоро-һарының шартлап һыныуы, былтырғы япраҡтарҙың ҡыштырлауы ғына ишетелеп ҡалды.
***
Йомағол байтаҡ ҡына урынынан ҡуҙғала алмай ултырҙы. Быуындары ҡатҡан да ҡуйған. Эйе, был юлы ла тере ҡалды. Ярай килеп өлгөрҙөләр, саҡ ҡына һуңлаһалар, ул Йомағолдоң аяғынан һөйрәп ергә төшөрә лә, хәйер, төшөрөп тә йонсомаҫ, шунда, ағас башында, һәндерәлә үк өҙгөләп аҫҡа быраҡтыра ине. Һәм Йомағол хыялында үҙенең ерҙә ятҡан мәйетен күрҙе: арҡа һөйәге, муйыны һындырылған, үткер тырнаҡтар телгеләп ҡанға батырған йәнһеҙ кәүҙә...
- Йомағол ағай, теге нәмәкәй ҡайҙа һуң? Килмәнеме әллә?
- Мылтығы бында ята, әллә атмаған инде? - Сабит ерҙән күтәрҙе лә ҡоралды әйләндереп ҡараны. - Юҡ, атҡан, көбәктәре эҫе.
Йомағол үҙенә текләгәндәргә ҡар кешеһе киткән яҡҡа ҡарап ҡулын һелтәне.
- Киттеме?
- Эйе, ана тегеләй...
- Артынан барайыҡмы? Яраландымы әллә?
- Юҡ, кәрәкмәй, барыбер ҡыуып етә алмаҫһығыҙ.
Йомағол, ултырып бер аҙ тынысланғас, тәүҙә һәндерә өҫтөнә, унан электрик ырғаҡтарын аяҡтарына кейеп, биленә киң ҡайышты ағас аша алды ла ҡабаланмай ғына ергә төштө.
- Ҡан-маҙары күренмәйме, ҡарағыҙ әле.
Сабит менән Мансур малайы ергә эйелде.
- Юҡ һымаҡ. Теймәгәндер, тейһә, булыр ине.
- Теймәй ни, тейҙе, терәп тигәндәй әллә нисә аттым бит. Башына мылтыҡ төйҙәһе менән дә бәрҙем. Үҙем дә аптырайым, тейҙе, менеп килгән еренән ҡолап та төштө, тағы менде, тағы аттым. Йә йәҙрә ваҡ, йә ул яһауға ғына үлә торған нәмә түгел.
Ошо ваҡиғанан һуң ҡар кешеһе байтаҡ күренмәй торҙо: тауҙа ла шәйләмәнеләр, ауылға ла төшмәне. Ҡасты, ҡыуҙыҡ, тип маҡтанышҡан егеттәргә ышанып халыҡ иркен тын алды, көтөүҙән ҡайтҡан мал-тыуарын һауҙы ла төнгөлөккә ауыл осона ҡыуҙы. Ә Йомағол был тынлыҡтың ваҡытлыса икәнен, януарҙың ауылға ташланырға көс туплауын, йәҙрәләре тейгән булһа, яраларын уңалтыуын һиҙенә ине. Бер ҙә ҡурҡа торған, ҡаса торған януарға оҡшамаған ул, бер нәмәгә ҡарамай әрһеҙләшеп ауылға йәнә төшәсәге көн кеүек асыҡ. Малы ярар, уныһы ярты бәлә, кешеләрҙең үҙҙәренә тотонһа инде харап...
Һунарсының һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Колхоздың йәнә бер һыйырын ботарланы, ауылдан берәүҙең танаһын йыҡты. Ошо ике хәлдән һуң ауылдың йәнә ҡото алынды. Кеше торһа ла, ятһа ла тигәндәй шуны ғына уйланы, шуны ғына һөйләне, аптыраны, ҡотолоу юлдарын эҙләне. Төнөн кемдеңдер ҡапҡаһы асылған, һыйыр йәки башмағы мөңрәгән, янған торомбаш йәки фонарь тотоп сығып ҡараһа, тирә-йүн тып-тын, ҡар кешеһе лә күренмәй, малдан да елдәр иҫкән. Әллә тәүҙә үлтерә һуға, унан күтәреп алып китә, әллә киреһенсә, тереләй алып китеп тегендә йәнен ҡыя, белмәҫһең.
Колхоз рәйесе менән райондан килгән түрә Йомағолдо әрләп- һүгеп бөттө, был касафаттан ҡотолдорһа, әлеге лә баяғы һарыҡ, сепарат, хатта машина менән бүләкләргә ышандырҙылар. Ҡыҙыҡтар ҙа инде, әйтерһең, Йомағол ул зобаныйҙы юрамал тотмай. Хәленән килһә, күптән юҡ итер ине.
Ни генә тимә, самаһы самалы шул Йомағолдоң, ә ҡар кешеһе унан күпкә көслөрәк, хәйләкәрерәк. Ҡораллы һалдаттар, бына ошоноң ише машиналар (район түрәһе «Урал» машинаһы менән килгәйне) кәрәк тип ныҡыша. Ә улар, ҡуйсәле, олоға ебәрмә, биш-алты кеше сыҡһағыҙ, эләктерәһегеҙ бит инде, мәшәҡәте күп, йөрөргә, табырға кәрәк ул машинаны, тип яуаплай. Әгәр тота алмаһаҡ, күрегеҙ ҙә тороғоҙ, ул мәшәҡәт, ул сығымдар унлата, йөҙләтә күберәккә барып баҫасаҡ, тип ҡыҙа Йомағол. Әммә һис ышандыра, күндерә алмай түрәләрҙе.
Соҡор ҡаҙып та маташты, айыу тоҙағы ла ҡорҙо, хатта бер быҙауҙы салып, ағыулап, илтеп тә ҡараны һунарсы. Тик барыһы ла бушҡа булды: соҡорға ҡоламаны, ҡапҡанға эләкмәне, быҙауға ҡағылманы. Ауыл ҡайғыға батты, бер нисә ғаилә йорт-ҡураһын ҡалдырып күрше ауылдарҙағы, район үҙәгендәге туғандарына китте, иҫән ҡалған малын илтте. Йөҙҙән ашыу йорто булған ауыл яйлап бушай, мал-тыуарһыҙ ҡала, ҡар кешеһенең ҡанлы туй үткәреү төйәгенә әйләнә барҙы. Оҙаҡламай уның тауҙан ауылдың икенсе яғына, йылға буйына, күскәнлеге асыҡланды. Уның был йүнәлешкә төшөүе ифрат та хәүефле ине. Беренсенән, оло юлды ҡаплай, бүтән ауылдарға, район үҙәгенә йөрөүҙе ҡыйынлаштыра. Икенсенән, көтөү көткән ялан-туғайҙарға яҡынлай. Райондан милиция наряды килеп, тәүҙә тау- урманды, унан йылға буйын һыпырып һөҙөп сыҡты - һөҙөмтәһеҙ. Киткәйнеләр, өс һыйырҙы ботарланы. Хәҙер ул, әйтерһең, юрамал, дөрөҫөрәге, үҙен эҙәрлекләгәндәре өсөн үс итеп ҡыра ине. Мансур менән малайы икенсе һыйырҙарын эҙләргә сыҡҡан ерҙәренән ҡайтманы. Иртәгәһенә төнөн мәйеттәрен ихатаһына килтереп ырғытып киткән. Ҡан-маҙар ҙа юҡ, быуын-ағзалары ла иҫән, муйындарын һуғып ҡына һындырған да ҡуйған...
***
Бер көн эңерҙә Йомағол уның урамда йөрөүен шәйләне, күреүен күрмәне, тойҙо, еҫен һиҙҙе, һаҡ аҙымдарын ишетте, ә сығырға ҡурҡты. Мансур һәм уның малайы хәленә төшөүҙән ҡурҡты. Маңлайын, ике усын тәҙрә быялаһына терәп тышҡа ҡараны шулай ҙа. Ҡар кешеһе, һыу аҫтынан ҡалҡҡан кеүек, рамдың аҫ яғынан ҡапыл килеп сыҡты ла ҙур, йөнтәҫ башын Йомағолдоң башы тәңгәленә килтерҙе. һунарсы ҡото алынып аҡырып ебәрҙе лә артына ауҙы. Аңына килгәс, ярай тәҙрәне ватып кермәгән, Аллаһы тәғәлә араланы, тип ҡыуанды. Ҡыуанды, шул уҡ ваҡытта аңлай алманы: ниңә кермәне икән, ниңә быяла аша бәреп китмәне? Шуларҙы уйлап өс көн һушын йыя алмай йөрөнө...
Өй-ҡура тирәһендә булашыуҙан, ниндәйҙер эшкә тотоноуҙан мәғәнә ҡалманы: ҡар кешеһе Йомағолдоң һыйырын, быҙауын, бөтә ваҡ малын берәм-берәм алып китеп бөттө. Уның үҙен иң аҙаҡҡа, хәлен, кәрен бөтөрөп, рухын һындырып, аҡылынан яҙҙырып тамам эшлектән сығарғас ҡына юҡ итергә булды, ахыры. Шулайҙыр...
Хәҙер ул күрше ауылға, күрше колхоз көтөүҙәренә ябырылды. Шул сәбәптәнмелер, ул бер үҙе генә түгел икән, күмәктәр икән, тигән хәбәр таралды. Булыуы бик ихтимал, сөнки шул ҡәҙәре малды бер үҙе нисек алып китһен дә, бер үҙе нисек тамаҡлап өлгөрһөн. Ҡышҡа әҙерләнә тиһәң, иртәрәк, саҡ йәй уртаһы. Шуға күрә Йомағол был албаҫтыға йәнә бер тапҡыр ҡаршы барырға ниәтләнде. Бәлки, осрата алыр, бәлки, үлтерә, һис юғы имгәтә алыр. Үҙҙәренең колхоз рәйесе, теге райком вәкиле килеп китте тағы, күрше хужалыҡтарҙың етәкселәре лә булды, барыһы ла малды тамам сүпләп бөтмәҫ элек ҡотҡар инде, тиҙәр.
Улар килмәһә лә, үтенмәһә лә ул яуызды юҡ итергә кәрәклеген бик яҡшы аңлай Йомағол, тик хәлкәйҙәре етерлек түгел шул. Ана бит, инәлә, ялбара торғас вертолет ебәрҙеләр - Йомағол шуға ултырып йылға, әрәмәлек буйын, тау башын ҡарап йөрөнө, асыҡлыҡҡа төшөп шикле урындарҙы тикшерҙе, эҙҙәрен, ботаҡтарға, ағастарға эленеп ҡалған йөндәрен тапты. Әммә барыһы ла бушҡа ғына булды, яуыз ҡар кешеһен бер ҡайҙа ла тап итә алманылар. Ҡыҫҡаһы, ҡулланыр саралар ҡулланылып бөттө, эш барыбер ҙә һунарсының бер үҙенә килеп терәлде. Хәйер, ул бурысты Йомағол үҙ елкәһенән алғаны ла юҡ. Көтөү менән йөрөп эҙләү, төрлө техника ҡулланыу һымаҡ саралар бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәгенә ул күптән төшөнгәйне инде, шуға күрә йәнә бер тапҡыр, өсөнсөгә, сығырға булды. Был юлы ла ҡар кешеһенең мотлаҡ осраясағын, араларында йәнә бәрелеш буласағын ул бик яҡшы аңлай ине. Бәлки, һуңғы сығыуылыр, һуңғы бәрелешелер...
Үкһеп, зар илап ҡалды әбейе. Барма, йөрөмә, харап ҡына итә, бер саҡ китер әле, үҙебеҙгә теймәһә - ярар, тип ялбарҙы. Әммә ҡарт тыңламаны, уйлағанын бойомға ашырырға күнеккән ул. “Потчта” Сабит уны кәмә менән йылға аръяғына сығарып ҡуйҙы. Әйҙә мин дә барайым, тигәйне лә, юҡ, утлауҙы почтанан мәхрүм итмә инде, тип шаяртты. Сабит көлөмһөрәне лә өндәшмәне, асыҡ йөҙөндә үпкәләү сатҡыһы күренмәне, киске яҡҡа сығырмын, тип кәмәһен кире борҙо.
***
Оҙаҡ йөрөнө йылға аръяғындағы ялан-туғайҙарҙы кисеп Йомағол. Шешәгә тултырып алған сәйен ике ултырып эсте, май яғылған икмәген ашаны, кеше ауҙарған йәки йәшен йыҡҡан ағастарға ултырып ял итте, унан йәнә юлын дауам итте. Һәр ҡыштырлауға ҡолаҡ һалды, аяғы аҫтарынан осоп киткән ҡоштарҙан, һынып төшкән ҡоро ағастарҙан ҡурҡты. Килә-килә үҙен алабуғаға йәки суртанға һалынған сабаҡ рәүешендә күреп көлөп тә ҡуя, ғәрләнеп тә китә. Ысынлап та, йыртҡыс балыҡтар алдына ырғытылған ем: хәҙер, бына хәҙер ҡамыш араһында боҫоп ятҡан суртан уның тылпырағанын күрер ҙә уҡтай атылып янына килер һәм йотоп та ебәрер...
Бейек тирәктәр, йәйенке муйыл ағастары араһынан һалынған бормалы-бормалы һуҡмаҡтан атлағанда һунарсы бынан тыш әллә ниндәй уйҙарға ла бирелеп китә: һуңғы ваҡытта кешеләрҙә боҙоҡлоҡ, намыҫһыҙлыҡ хаттин ашты, улы - атаһын, ҡыҙы әсәһен танымай. Аҙна элек ике үҫмер Мәүлиха ҡарсыҡҡа кереп араҡы һорағандар ҙа, юҡ, тигәс, тегене бәйләп һалып өйөн тентегәндәр, тапҡас, шунда уҡ ултырып эскәндәр, аҙаҡ ҡарсыҡты баҙына төшөрөп япҡандар. Өс көн үткәс, күршеләре күренмәй ҙәһә тип керһә, баҙында ята, ти. Бына бит нисек, һуғышта быны мародерлыҡ тип атайҙар, бындай ҡылыҡ өсөн строй алдына сығарып аталар ине. Кеше хәҙер йүгәнһеҙ, бер нәмәнән ҡурҡмай, нимә теләй, шуны эшләй. Закон да, Алла ла юҡ...
...Һул яҡлап, урман шырлығында, ағас һынды. Йомағол шып туҡтаны ла мылтығын яурынынан алып ҡулына тотто. Эйе, был ҡыуарып төшкән ботаҡ тауышы түгел, аяҡ аҫтында һынған ағас тауышы. Ҡар кешеһе! Уның ҡылығы, уның атлауы, теге саҡта ла шулай эйәреп йөрөгәйне бит, әле лә, күрәһең, артынан килә, күҙәтә, һағалай. Суртан яҡында, хәҙер, бына хәҙер ташланасаҡ...
Йәнә ағас һынды, ергә ныҡ баҫып атлаған, тәрән итеп тын алған тауыш ишетелде. Күпме кеше сығып тап итә алмай ҡайтты, Йомағол үҙе лә йөрөнө, кешеләр менән йөрөнө, бына, рәхим ит, ул янда ғына! Йомағол тауыш килгән яҡҡа боролоп мылтығын күтәрҙе. Күренеү менән сәпәргә, теге ваҡыттағы ише туҡтауһыҙ атырға ла атырға! Йәҙрәләре эре, айыуҙыҡынан ике мәртәбәгә эре, моғайын, яралай ғына алыр. Йомағол шәп-шәп атлап бер ни тиклем ара үтте лә шып туҡтаны. Уйы - тегенең ҡайҙалығын самалау, урман эсенән сығарыу. Шәберәк атлаһа, моғайын да, эләктерергә тырышып артынан ҡалмаҫ. Һәм шулай булып сыҡты: ҡар кешеһе юлындағы ҡурай еләге ҡыуаҡлыҡтарын, кесерткәнде, бейек үләндәрҙе тапай-кисә һунарсының артынан төштө.
Самаланы Йомағол уның ҡайһы тирәлә икәнен. Шунан йәнә бер хәйләгә барырға булды: эйелеп бер күҫәк алды ла бар көсөнә шырлыҡҡа ырғытты, үҙе юлдан ситкә, һуҡмаҡтың икенсе яғына, ташланды. Хәҙер уға юл асыҡлығы яҡшы күренә. Асыҡлыҡҡа сыға ҡалһа, атырға ла була. Күренмәй, һаман юҡ, ҡамарға самалауы ла ихтимал. Йомағол йылғаға табан йүгерҙе. Бышлыҡты, ботона, битенә ағас ботаҡтары һуғылды, аяҡтарына кесерткән уралды, ҡыуаҡтар тышау һалды, әммә ул бер нигә ҡарамай, ярға ынтылыуын белде. Йүгереп барған көйө башын һул яҡҡа борғайны, күҙ сите менән генә теге хәшәрәттең юлына ҡаршы төшөүен шәйләне. Туҡтаны Йомағол, сөнки йүгереүҙең мәғәнәһе ҡалмағайны. Унан, ул һунарға килгән, ошо яуызды юҡ итергә килгән, ә үҙе ҡаршы барыу урынына ҡаса!
Ҡар кешеһе, ысынлап та, уның юлына төшкән, йылғаға барыу юлын быуып, бер йыуан тирәк артында тора. Етеҙлегенә иҫең китер! Әле генә артта, шырлыҡта, ағастар араһында ине, ҡай арала алдына ла килеп сыҡҡан. Булманы, ҡамалды, ауылға йыраҡ, ҡысҡырыу, һөрәнләү генә ишетелерлек түгел. Ағас башында ултырғандағы ише ҡотолоу юҡ уға. Бер кем дә килмәйәсәк, йылғаны сығып өлгөрмәйәсәк.
Йомағолдоң йүгереп арыуҙан бигерәк ҡурҡыуҙан, үҙенең һуңғы сәғәте етеүен аңлауҙан аяҡ быуындары шаурап төштө, сәс араларында нимәлер йөрөгән һымаҡ баш тиреһе тартышты, сәстәре үрә торҙо. Бөттө, барыһы ла бөттө. Уның ҡар кешеһе менән өсөнсөгә осрашыуҙары, шуға күрә ул уны таный, теге төн тәҙрәнән юҡҡа ғына ҡараған тиһеңме? Тимәк, ул да ошо осрашыуҙы көтөп-көҫәп йөрөгән, Йомағолдоң иртәме-һуңмы килерен белгән. Йомағол үҙ ғүмерендә күпме йәнлек ауланы - уның да сиге булырға тейештер. Бына ул көн килде, яуап бирер көн килде...
Бөгөн генә эҙләргә сыҡмаҫтар, иртәгә иртә таңдан ҡарсығы ауыл буйлап хәбәр таратыр, колхоз рәйесенә лә барыр, һин генә ебәрҙең, белә тороп үлемгә ебәрҙең, тип йөҙөнә йәбешер. Инәлеп-ялбарып барма тигәйне лә, тыңламаны шул. Был хәшәрәт ашамаһа, мәйетен ауылға алып ҡайтырҙар, табуты алдында рәйес, райком вәкиле, ауылыбыҙға, колхозға, хатта тотош районға янаған яуызлыҡҡа ҡаршы тиңһеҙ көрәштә батырҙарса һәләк булды, тип нотоҡ тотор. Әбейе, телеграмма биреп ҡайтарылған балалары илар...
Ҡар кешеһе ағас артынан ҡабаланмай ғына сыҡты ла уға яҡынлашты. Йомағол ҡысҡырырға итте - тауышы сыҡманы, тамағы ҡарлыҡты, сыҡҡан ғына тауышы инәлеү, илау-һыҡтау рәүешендә яңғыраны. Үҙ тауышын үҙе таныманы һунарсы, меҫкенлегенән, көсһөҙлөгөнән үҙ-үҙенә оят булып китте, һунарсының атмауын күргән януар ҡыйыуланып туп-тура уға ҡарай атлай ине. Йомағол ҡулында мылтығы барлығын саҡ иҫенә төшөргәндәй ҡапыл атып ебәрҙе.
Албаҫты килеүен дауам итте. Йомағол икенсе яһауын да оҙатты, тегеңә йәнә бер ни ҙә булманы. Унан, етте, шаярҙыҡ, тигән һымаҡ аҙымдарын ҡыҙыулата төштө. Һунарсы мылтығын икенсегә ҡорҙо, йәнә ике яһау ебәрҙе, тик йәнә бушҡа - ҡар кешеһе һаман килә бирҙе, килә бирҙе. Уның былай ҙа ҙур кәүҙәһе яҡынайған һайын тын тултырылған туп һымаҡ күҙ алдында ҙурайғандан-ҙурая ине. Мылтығын өсөнсөгә ҡороп өлгөрә алмаясағын белеп тора Йомағол, хәйер, атыуҙан ни фәтеүә, аралары секунд һайын ҡыҫҡара, шуға күрә үҙенә ике аҙым ҡалғас, мылтығын бар көсөнә тегеңә һелтәне. Албаҫты бер ҡулын ҡуйып өлгөрҙө - ҡорал кипкән нәҙек таяҡ ауырлығындай ҡаҡлығып ситкә осто.
Билендәге хәнйәренә тотонғайны ғына, ҡолаҡ төбөнә һуғыуҙан үҙе лә әллә ҡайҙа осоп китте. Аяҡтары ерҙән айырылып һауала йөҙөп барған көйө йөнтәҫ йән эйәһенең ҙур кәүҙәһен, йыуан оҙон ҡулдарын, мыҫҡыллы йылмайған бәләкәй күҙҙәрен генә шәйләп өлгөрҙө...
Күҙҙәрен асҡас, үҙенең ҡайҙалығын аңғармай ятты һунарсы. Тирә-яғы ап-аҡ, янында ниндәйҙер аҡ шәүләләр йөрөй, ҡайһыһылыр йөҙөнә лә эйелә. Туҡта, туҡта, ҡар кешеһе түгелме һуң? Шул бит, шул! Һаман китмәгән икән, уның үлеме-тереме икәнен тикшерәлер, ахыры, тын алышын тыңлайҙыр, хәшәрәт! Был ниндәй йән эйәһе булып сыҡты, ә? Күпме атты, үлмәне, үлеү генә тиң әле, яраланманы ла хатта. Бына хәҙер уға ҡарап тора: ботарларға, ашарға ниәтләнәлер. Хәнйәрен алып эйелгән сағында ғына муйын тирәһенә ҡаҙа ине лә, юҡ шул, ҡулын ҡуҙғатырға ла хәле ҡалмаған.
Бер аҙҙан ҡар кешеһе уның алдынан китте лә ситкәрәк барып баҫты. Йомағолдоң ҡалҡыныуын көтәлер, ҡалҡынһа, тағы берҙе ҡундырырға самалайҙыр. Һуғыуы былай ғынамы, күҫәк менән бәргән кеүек булды бит. Юҡ, ул да иҫәр түгел, хәйләгә барыр, тиҙ генә тормаҫ, үлгәнгә һалышып ятыр...
Бәй, ул бер үҙе генә түгел икән дә, тағы берәүһе йөрөп ята! «Почта» Сабит һыу аръяғында тағы берәүҙе күргәндәр ти ине шул, хаҡ икән. Ана бит, ҡалҡынды ла яҡтылыҡ төшкән ергә барып туҡтаны. Ниңәлер тирәктәр күренмәй, ел дә иҫмәй, үлән, япраҡтар еҫе лә юҡ. Әллә теге хәшәрәттәр үҙҙәренең ҡыуыштарына индереп һалғандармы?
Һис аңлай алмай Йомағол тирә-яғындағы тормошто. Сатнарҙай булып башы ауырта, сикәләре ҡыҫа, ҡолаҡтары шаулай. Онотолоп китә, аңы ҡайта, яҡтыны шәйләй, уйлай ала, унан йәнә ҡараңғылыҡҡа сума, бушлыҡҡа оса. Район вәкиле, колхоз рәйесе лә күренеп ҡалған кеүек. Улары ҡайҙан килеп сыҡҡандыр? Былай ҙа йәнен аҙ үртәмәнеләр. Унан теге йөнтәҫ хәшәрәттең бәләкәй күҙҙәре пәйҙә була, унан әбейенең хафалы йөҙө килеп сыға...
***
Ул үҙенең дауаханала ятҡанын белмәй. Шул көнө ҡайтмағас, әбейе менән «Почта» Сабиттың иртәгәһенә иртә таңдан ауыл халҡын йыйып йылға аша сыҡҡандарын, эҙләп тапҡандарын һәм район үҙәгенә килтергәндәрен аңын юғалтҡан һунарсы ҡайҙан белһен инде.
Бер аҙна тигәндә саҡ аңына килде һунарсы - эргәһендәге кешеләрҙең шәфҡәт туташы, табип икәненә төшөндө, ятҡан ере ҡар кешеһенең ҡыуышы түгел, ә дауахана палатаһы икәнен аңланы. Ике малайын эйәртеп улы менән килене килде, ауылдаштарынан Ҡоҙаир, Ишбулды, Мансурҙың һауығып сыҡҡан малайы кереп сыҡты, колхоз рәйесе һуғылды, «Почта» Сабит көн һайын, көн ашалап тигәндәй ауыл яғынан хәбәр ташыны.
Ә һуңғы яңылығы һунарсының йөрәген саҡ туҡтатманы: теге хәшәрәттәр ысынлап та икәү икән! Хәҙер уларҙың балалары ла бар, ти. Башына етә алманы бит шуның, бер үҙе саҡта юҡ итеп өлгөрһә, үрсемәҫтәр ине, хәҙер эләктереүе, ай-һай, ауыр буласаҡ. Тирә-яҡ ауылдарҙы, районды, республиканы баҫһа, эштәр харап бит. Әйткәндәй, Йомағолдо табып дауаханаға оҙатҡан көндән алып ауыл халҡы район үҙәгенә, хатта ҡалаларҙағы балаларына, туған- тыумасаларына китә икән. Йомағол еңә алмағанды, беҙгә ҡайҙа инде ул, тип әйтәләр һәм имен саҡта ҡасыу яғын ҡарайҙар, ти.
Тағы бер нисә көндән башын сырмаған марляны алыштырҙылар, яраһын ныҡлап тикшерҙеләр. Башы шаулауы, ҡолаҡ төбө, күҙ төптәре һыҙлауы бер аҙ баҫылғандай итте, шулай ҙа муйыны менән елкәһе ауырта ине әле. Башың нисек онталмаған, тип аптырай табиптар.
Киске аштан һуң бүлмәләш иптәштәре телевизор ҡарарға сыға, ә Йомағол ҡаты уйҙарға бата. Ҡар кешеһе, уның ҡайҙан килеп сығыуы тураһындағы уйҙар тынғылыҡ бирмәй уға. Бына бөгөн дә, шулай ята торғас, карауатына ултырҙы ла үҙ алдына һөйләнергә тотондо: «Ул ҡәҙимдән булған, тау-урман араһында йөрөгән, тик күренмәгән, урман кейектәрен аулап көн иткән. Ағастарҙы вәхшиҙәрсә ҡырҡыу, ялан- баҫыуҙарҙы ағыулау, йәнлектәрҙе ҡырыу арҡаһында ашарына ҡалмағас, тауҙан төшөп ауыл малына йәбешкән. Был донъяның ниндәй генә мөғжизәһе юҡ, ул төпкөлдән әллә ниндәй аждаһалар сығып ябырылыр әле. Кеше нәфсеһе үҙ ҡулы менән үҙенә дошман тыуҙыра...»
Уйы өҙөлдө Йомағолдоң: коридорҙа йүгерешкән, ҡысҡырышҡан тауыштар ишетелде. Һунарсы тәүҙә, телевизорҙан ҡыҙыҡ берәй нәмә күрһәтәләрҙер, тип уйланы: тауыш һүрелмәгәс, аптырап барып ишекте асты. Бәй, барыһы ла, табиптар ҙа, ауырыуҙар ҙа, коридор башына, ҙур тәҙрә яғына, ашыға түгелме? Нимә күргәндәр былар, тип һунарсы ла шул яҡҡа атланы. Барып етеп һелкенешкән баштар аша урамға күҙ һалһа, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: ҡаршы тауҙан йүгерә-атлай әллә ниндәй януарҙар төшөп килә. Ҡар кешеләре! Бер көтөү! Иң алдан Йомағолға таныш теге ғифрит атлай. Аҙымдары тәүәккәл, был донъяла үҙенең еңелмәҫ көс икәнен белгәндәй, ышаныслы...
Ҡарт һунарсы сайҡалып китте лә яй ғына иҙәнгә ҡоланы...
1995.