Все новости
Литература
15 Февраля 2023, 11:01

ҠАР КЕШЕҺЕ (Хикәйә)

ӘМИР ӘМИНЕВ.

ҠАР КЕШЕҺЕ (Хикәйә)
ҠАР КЕШЕҺЕ (Хикәйә)

Иртә яҙҙың салт кистәренең береһе. Ауыл осондағы ат һарайының аласыҡтай ғына өйө алдына ирҙәр йыйылған. Кемдер атын килтереп туғарған, кемдер үтеп барышлай һуғылған, берәйһен күреп йомошон йомошларға килгәндәр ҙә бар. Мәрәкәләп үҙ-ара «утлау» тип йөрөткән ошо урын – йәш-елкенсәк өсөн генә түгел, ир ҡорона инеп барғандар, хатта күптән инде ейән-ейәнсәрле булып бөткәндәр өсөн дә донъя хәлдәре, ауыл хәбәрҙәре тураһында һөйләшеү урыны. Кискеһен генә йыйылмайҙар бында, бригадир эшкә әйтеп таралыр алдынан ошонда гәпләшеп китеүҙе лә ғәҙәт иткәндәр. Ер һурыҡҡас, өй артындағы әлегә етемһерәп торған ике бағана араһына сетка тартып малайҙар көҙгө ямғырҙарға тиклем туп һуғасаҡ. Уныһы аҙна-ун көндән башланыр, ә бөгөн барыһы ла быйылғы яҙҙың ваҡытында килгәненә, мал-тыуарҙың имен-аман ҡышлағанына, оҙаҡламай сәсеүгә төшәсәктәренә ҡыуанышып тәмәке көйрәтә. Йөҙҙәрендә, ҡыланыштарында ҡәнәғәтлек, ауанлыҡ.

- Ишеттегеҙме, кисә Мансур ағайҙың малайҙары тауҙа ғифрит күргән. Кеше тиһәң кеше түгел, айыу тиһәң айыу түгел. Албаҫты!

Сабит ауылдағы бөтә яңылыҡты белеп тора, күршеңдә, хатта үҙеңдең өйөңдә булған хәлдәрҙе ҡай саҡ унан ишетәһең. Шуға ла әсе телдәр бик матур ҡушамат сәпәгән тегеңә: «Почта» Сабит.

- Почта бөгөн ниндәй яңылыҡ килтерер икән тип көтә инек, тәки килтерҙе, - тине лаҡап оҫтаһы Ишбулды.

- Ысын, ысын, билләһи! - тип яуапланы Сабит, әйткәндәренә теләктәшлек табырға теләгәндәй, ҡашһыҙ йәшел күҙҙәрен тирә- яғындағыларға алмашлап күсерә-күсерә. - Әле шуларҙан киләм. Кисәнән бирле иҫтәрен йыя алмай ултыралар.

Кемдәр тиң?

- Мансур ағайҙың малайҙары.

- Ҡайҙа күргәндәр инде?

- Мағаш башында, - Сабит тау яғына ымлап эйәк ҡаҡты.

- Мансур малайҙарына ышанһаң... Ҡабыҡтарын һуҡмаһындар, - Ишбулды тәмәке төпсөгөн сиртеп ебәрҙе лә теш араһынан ғына төкөрөп ҡул һелтәне.

Эйе, утлауҙа Ишбулдының һүҙе һүҙ - юҡты һөйләйме, барҙы һөйләйме, барыбер ҙә ҡолаҡ һалалар уның хәбәренә. Эшкә елкәһе йоҡа булһа ла, бәхәстә уны уҙыусы юҡ.

-Ул малай, армиянан ҡайтҡас, полк командиры менән һыра эсә торғайныҡ, тип тә һөйләп йөрөнө. Ә полк командиры кәм тигәндә полковник йәки подполковник. Шулар уның менән һыра эсте, ти. Эсһә лә Өлфәт менән түгел инде, - тип һүҙгә ҡушылды йәшерәктәрҙән берәү.

- Әллә, күрҙек тиҙәр инде, - «Почта» Сабиттың тауышы был юлы шымыраҡ сыҡты, үҙе килтергән хәбәргә үҙе лә шикләнә төштө шикелле. - Буйы өс метр самаһылыр, ти, тәне тотош йөн, ти. Былар күргәндә ағас төпһәһендә нимәлер ашап ултырған.

- Ултырған нәмәне нисек өс метр тип әйтеп була? Эргәһенә барып үлсәп йөрөгәнме әллә? Ҡайҙа, иптәш, буйың бик оҙон күренә, үлсәйем әле! Ха-ха-ха! - теге егет киске һауаны яңғыратып рәхәтләнеп көлдө. Уға башҡалар ҙа ҡушылды.

- Ҡайҙан килеп сыҡҡан инде ул нәмәкәй? Ниңә быға тиклем күренмәгән? Күктән төшмәгәндер бит? - Быныһы йәнә Ишбулды. - Һин, «Почта», бөгөн ҡолаҡҡа ятмаҫ хәбәр килтерҙең әле. Алдаҡ тоҡсайыңда бүтәне юҡ инеме ни? Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, ти.

- Ишеткәнде һөйләйем, бер ҙә уйлап сығарылған түгел.

- Ишеткәнеңде һөйләһәң дә бер ҙә ышанғы килмәй бит әле...

Һүҙ берауыҡ туҡталып торҙо. Берәүҙәр был хәбәргә бөтөнләй ышанманы, икенселәр шикләнде, ҡайһылары, алдай, тағы шыттыра, тип ғәҙәти булмаған был яңылыҡты уйынға борорға тырышып бер- береһенә күҙ ҡыҫышты. Ҡыҫҡаһы, яңылыҡ ауыл ирҙәре тарафынан етди ҡабул ителмәне.

- Ысын булһа, хәтәр ҙә ул әй, - тине, байтаҡ торғас, бер ҡатлыраҡ Кашаф, ҡаштарын сөйөп. - Әйҙәгеҙ, күмәкләп барайыҡ та ҡарайыҡ.

- Эйе, һинең килгәнеңде генә көтөп ултыра ти. Күргәс, ыштаныңа ебәрһәң, киленгә оло эш булыр бит әле, - тип яуапланы Ишбулды, көлөп.

Утлау геү итеп ҡалды.

- Ә ниңә, ташланыр тиһеңме? Балта, һәнәк тотоп барһаң, үҙе аҫтына ебәреп ҡасасаҡ.

- Ебәрһә лә, уға ҡурҡыныс түгел, кейеме юҡ ти бит. һин дә сисенеп бармаһаң...

Йәнә көлөштөләр.

- Теге осоусы тәрилкә ҡалдырып китмәнеме икән? Картуф ҡуңыҙын да әмирикәндәр ырғытҡан, имеш, тип һөйләнеләр ҙәһә. Был да шуның ише берәй төрлө ҡаза булып ҡуймағайы.

Быныһы Ғөзәйер, дөрөҫөрәге, Ҡоҙаир, һүҙе. Ул күрше ауылдан, ошо ауылға килен булып төшкән төпсөк ҡыҙы менән кейәүен ҡоҙағый йортонан ҡыуып тигәндәй сығарған да бына бер нисә йыл ҡоҙағыйы менән йәшәп ята... Ауылда ни ҡушаматһыҙ кеше юҡ, Ишбулды ише әсе телдәр Ғөзәйерҙе «Ҡоҙаир»гә үҙгәрткән.

- Өс метрлы нәмәне ул тәрилкә нисек күтәрә алһын? - Кашаф һораулы ҡарашын Ишбулдыға төбәй.

- Бәй, уның бит бынау өй һымаҡтары ла була, унда әллә күпме кеше һыя. Шунда йоҡлай, ашай, төн етһә, моторын һүндерә лә ергә төшә. Так что, ысынлап та, тәрилкәнән төшөрөп китеүҙәре бик ихтимал, - Ишбулды яңы папирос тоҡандырҙы ла белдекле ҡиәфәт менән яңынан һүҙ башланы. Был юлы утлауҙағылар уның ысын һөйләйме, әллә шаяртамы икәнен аңламаны - әле генә «Почта» Сабиттың хәбәрен көлкө итеп ҡабул иткән кешенең йөҙ-сырайын үҙгәртмәй, көлмәй һөйләгәс, һүҙенә ниндәй мәғәнә һалғанын белерлек тә түгел шул.

Хәбәр йәнә өҙөлдө. Ишбулдынан һуң нимәлер әйтеүе ауыр. Унан бик ышанғы ла килмәй: йәйен еләк-емешенә, ҡышын ағас-утынына шул тауға йөрөйҙәр, бесәнен сабалар, көтөү сығаралар, ундай албаҫтыны быға тиклем һис осратҡандары булманы.

- Әгәр ысын икән, барырға ла, атырға ла йығырға! - тип һаман үҙенекен тылҡый Кашаф. - Бер мәрәкә булыр.

- Шунан уны нишләтәһең, ашайһыңмы? - тине Ишбулды.

- Эстәрле баҙарына алып барып һатыр, - ти Ҡоҙаир.

- Етте, әкиәтегеҙҙе һөйләмәгеҙ. Шул алдаҡсыларға ышанамы кеше? - тип һүҙҙе тамамларға ниәтләй Ишбулды. - Башмаҡ күргәндер ҙә шуны һөйләйҙер. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә инде.

- Башмаҡ менән ул януарҙы ғына айыралыр инде ул малайҙар. Береһе алдаһа, икенсеһе дөрөҫ һөйләр ине. Йомағол ағай, шундай йән эйәһе буламы? һин һунарсы кеше, әйт әле. - Сабит халыҡты ышандыра алмағас, хәбәрен Йомағолға килтереп терәне, йәнәһе, бик шәп булғас, бына һунарсы менән һөйләшегеҙ.

Әллә, әйтә алмайым, ундай йән эйәһен осратҡаным-күргәнем булманы, тигән ҡиәфәттә һунарсы яурынын ғына һелкетеп ҡуйҙы. Ғөмүмән, дәлилһеҙ һүҙ ҡуйыртыу уның холҡонда түгел. Шырт йөнлө, оҙон кәүҙәле, кешегә лә, айыуға ла оҡшаған януар беҙҙең тирәлә бармы икән һуң? Икенсе яҡтан, донъяла ул юҡ, был юҡ тип ҡырҡа һуғыуы ла ҡыйын - һин күрмәгәс, юҡ тигән һүҙ түгел бит әле. Кем белә, бәлки, барҙыр, был донъяның нимәһе генә юҡ.

Һунарсы өндәшмәгәс, теге нәмәнең барлығына ышанғандар ситкә боролдо, ышанмағандар, юҡты, тигән төҫлө, бер-береһенә ҡарашты. Оҙаҡламай һүҙ икенсе юҫыҡҡа - ауыл көтөүе, картуф ултыртыу мәшәҡәттәренә төшөп китте лә, Мансур малайҙары күргән йөнтәҫ ғифрит онотолдо, Сабит үҙе лә ашығып ҡайҙалыр китеп барҙы.

Йомағол - данлыҡлы һунарсы. Етмешкә килеп етеү ғүмерендә 39 айыу алған (иҫәпләп барҙы, һәр береһен нисек, ни рәүешле алғанын яҡшы хәтерләй), байтаҡ бүре атҡан, һуҡҡан, ҡапҡанға эләктергән кеше. Бынан ун йыл әүәл колхоздың һарыҡ фермаһын баҫырға самалаған бүреләр өйөрөн ҡурҡытып, дөрөҫөрәге, туҙҙырып ебәреүсе лә Йомағол ине. Ай, ул замандар! Ауылдың ғына түгел, тирә- яҡ колхоздарҙың айыу-бүренән дер ҡалтыранған сағы ине бит. Тәүгеһендә туғыҙ, икенсеһендә ун алты һарыҡты быуғайнылар. Райкомдан кешеләр килеп, һеҙ бында нишләп дәүләт милкен туҙҙырып ятаһығыҙ, тип әрләп тә йөрөгәйнеләр. Бүреләрҙе тотоу сараһын күрмәйҙәр, йәнәһе. Шәп булғас, бар ҙа үҙең ҡыу, тип ысҡындырғайны Йомағол секретарь тигәндәренә. Теге туҙып киткән булды, йоҙроҡ сөйҙө, әммә Йомағол партияла тормағас, шунан артыҡ эш ҡыра алманы. Тотоғоҙ, атығыҙ, имеш, әйтеүе генә анһат, һинең алдыңа килеп ултыралыр шул йыртҡыс. Шулай ҙа сыҡты Йомағол. Секретарҙың әйткәненә түгел, ә ҡырылған малды йәлләп. Ике аҙна буйы һағаланы ла ҡуйҙы. Өсәүһен атып йыҡты. Йыртҡыстарҙы өркөткәс, баҙары үтә лә күтәрелгәйне Йомағолдоң. Районда, республикала шау-шыу сығып, гәзиттән хәбәрселәр килеп яҙып, фотоға төшөрөп тә йөрөнөләр. Ҡулына мылтығын тотоп төшкән кәртешкәләре әле лә бар. Йомағол шулай абруйлы кеше булып китте. Ауылдаштарының мөнәсәбәте лә күҙгә күренеп үҙгәрҙе, «Һунарсы Йомағол», «бүре атҡан Йомағол» тип атай башланылар хатта үҙен. Бар ине замандар! Хәҙер онотолдо, хәҙер ул ваҡиғаларҙы олораҡтар ғына иҫләй, йәштәр, Мансур малайҙары һымаҡ ыбыр-сыбыр был хәлдәрҙе бөтөнләй белмәй ҙә. Ишетһә лә, ышанмай, әллә ҡасанғы тарих, үткән заман тип кенә ҡарай - йәштәр тормош минән башлана тип уйлай бит ул.

Дөрөҫөн әйткәндә, «Почта» Сабиттың һүҙенә Йомағол ышанманы, Кашаф, Ҡоҙаир ишеләргә тәғәйенләнгән хәбәр тип кенә ҡабул итте. Ошоға тиклем бер ҡайҙа ла осрамаған, бер кем дә күрмәгән өс метрлы ғифриттең ауыл осонан уҡ тип әйтерлек башланған тау башында йөрөүен күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Эре ағаслы бейек тауҙарҙа, ҡалын урмандарҙа, кеше аяғы баҫмаған тарафтарҙа булыуы ла ихтимал, кеше, ауыл һәм колхоз мал-тыуары тапаған бынау ерҙә... Белмәйем, белмәйем. Ул бит йылан да, сысҡан да, картуф ҡорто ла түгел ошоға ҡәҙәр кеше күҙенә салынмай йөрөргә. Өс метрлы нәмә ти ҙәһә.

Мансурҙарға (колхоздың бүлексә, йәғни ауыл бригадиры) барайым, малайҙарын күрәйем, һорашайым, тип ниәтләнһә лә, иртәгәһенә лә, унан һуңына ла бара алманы - ҡатынының бер туған апаһы вафат булып ҡуйған да, шуны ерләшергә киттеләр. Тегеләй-былай йөрөп ҡайтыуға аҙна үтеп тә китте. Иртәгәһен кис утлауға һуғылһа, һаман шул «Почта» Сабит хәбәрен һүтә:

- Йомағол ағай, теге нәмәне мин дә күрҙем бит! - тине ул, һунарсыға ҡаршы уҡ килеп. - Былар ышанмағайны. Ысынлап та күрҙем, бына ошо күҙҙәрем менән күрҙем. Билләһи! Туҡал ҡайтмай бит, эт талағыры, шуны эҙләп Мәкәрәй яланына барып сыҡҡайным, шарт та шорт ағас һынғанға, һыйыр түгелме икән тип урман эсенәрәк керһәм, шул нәмәкәй йөрөп ята. Ҡот китте. Буйы ысынлап та ике ярым-өс метр ғына барҙыр, тәне - минең эттеке ише аҡһыл шырт йөн, ҡулдары оҙон, тубыҡтарына етеп тора. Мал ҡайғыһымы, тот та һыпырт.

- Тикшереп ҡарағайныҡ, бының салбар төбө туп-тулы, - тип һүҙ ҡыҫтыра Ишбулды. - Еңгәм ҡыуған да сығарған.

Сабит был шаярыуға иғтибар итмәне, уның бар уйы үҙе һөйләгән януарҙа ине.

- Шәйләне лә ҡарап тик тора был. Эргәһендә өйөлөп бер нәмә ята. Минең туҡал шул түгелме икән? Тере йән булғас ашамай ҙа йөрөмәйҙер - шундай ҙур кәүҙәне үлән-маҙар менән генә йәшәтеп ҡара. Әйҙә, Йомағол ағай, күмәкләп сығайыҡ та һөҙәйек, ә? Һин мылтығыңды ал, беҙ һайт-һайтлап, эттәрҙән өркөтөп ҡамап, һинең ҡаршыңа сығарырбыҙ, һин атырһың.

- Улай ғына булырмы икән?

- Бер мылтыҡ ҡына етмәй, өстө алырға кәрәк, - ти Ишбулды. - Ҡаршы килеп үҙеңде һайт-һайтлаһа, нишләрһең?

Ғифриттең барлығына ҡарт һунарсы ышанғайны инде. Өс кеше күргәс, шикләнергә урын юҡ. Анау НЛО тигәндәре, осоусы тәрилкәләр булғанда ерҙә ундай ғына йән эйәһе көн итеүенә аптырарға кәрәкмәйҙер. Тик зыянлы булып ҡуймағайы - бына хикмәт нимәлә. Малға йәбешһә – бөттө.

- Мылтығың юҡ инеме ни? - тип һораны Йомағол.

- Бар ине лә, ырғытып кителгән. - Сабит ҡарашын ситкә алып ҡул һелтәне.

Көлөштөләр. Әммә был көлөү теге саҡтағы көлөү түгел ине инде, ә һағайыулы, хатта шомло ине.

- Мәкәрәй яланында тиһеңме? Ә һеҙ... - Йомағол Мансур малайына боролдо, - ҡайһы тирәлә осраттығыҙ ?

- Ҡарағайлыҡ башланған ерҙән саҡ ҡына төптәрәк.

- Әләйһә бер тирәлә урала икән.

- Шунда инде, шунда. Әйҙә, мылтыҡ-яһауҙарыңды әҙерлә, сығып әйләнәйек. Теге саҡтағы ише бер мәрәкә булһын. Бүреләр ваҡиғаһын әйтәм, - Сабит күҙ ҡыҫты, ҡулдарын ыуҙы.

Бүреләрҙе иҫләгән кеше бар икән әле, тип уйланы Йомағол, «Почта» ул саҡта ла әйҙәләп, Йомағолға ныҡ ҡына ярҙам итеп йөрөгәйне бит. Кешегә күп кәрәкме ни, һунарсыға нисектер рәхәт булып китте, күңеле күтәрелде.

Һуған, кишер ултыртып, өй-ҡура тирәһендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ яҙғы эштәрҙе бер сама иткәнсе, йәнә бер нисә көн үтте. Көтөү сыҡты һәм тәүге көн үк ике һыйыр ҡайтманы. Береһе иртәгәһен көтөүгә килеп ҡушылды, ә бына Хәйриямал әбейҙеке табылманы. Мал-тыуар көтөүҙе онотҡан, өйрәнгәнсе шулай тырым-тырағай йөрөр инде, тип бер- береһен тынысландырырға тырышһалар ҙа, тегенең эше түгелме икән, тип Йомағолдоң күңеленә шик төштө. Сабит әйтмешләй, үлән ашап йөрөп кенә йән аҫырамайҙыр, унан килеп әле үлән дә юҡ, етмәһә, ҡыштан һуң ас...

Дүртенсе көнөнә йәнә бер һыйыр ғәйеп булды - был юлы Мансурҙыҡы. Ул, түҙемһеҙ кеше, ике малайын эйәрткән дә, шунда йөрөмәйме икән тип, тауға юлланған. Көнө буйы тигәндәй урман ҡыҙырғандар. Ҡайтыу яғына әйләнһәләр, әлеге януарға тап булғандар. Илфат исемле бәләкәй малайы уны беренсе булып шәйләгән дә атып та ебәргән. Ләкин тейҙерә алмаған. Йәнә атҡан, был юлы ла ситкә осорған. Теге хәшәрәткә бындай мөнәсәбәт оҡшамағандыр инде, атырға йыйынған оло малайына ташланған һәм ҡоралын ҡайырып алып һелтәп ебәргән. Мансур бәләкәй малайы менән йүгерешеп ҡайтып «Беларусь» килтергәндәр һәм ни үле, ни тере ятҡан Өлфәтте туп-тура район больницаһына алып киткәндәр.

«Почта» Сабиттан ошоларҙы ишеткәс, ах, үсектергәндәр, асыуын килтергәндәр, хәҙер ауылға төшөүен көт тә тор, тип үрһәләнде Йомағол. Уны әлегә асыуландырмаҫҡа ине, хәҙер һағайҙы, өрктө, дошмандарының кем һәм ҡайҙан киләсәген белде. Әллә нимәһенә баралар бит, мәрәкә итеп күрәләр, зоопарктағы хайуан, әйтерһең. һыйырҙары табылмаясағы, уларҙы ғифриттең тамаҡлағаны көн кеүек асыҡ бит инде.

Уйы хаҡ ҡа сыҡты һунарсының. Хәйриямал әбейҙең, Мансурҙың юғалған һыйырҙары табылыу түгел, остағы йорттоң урамынан тана ғәйеп булды. Хужаһы кистән ялан аҙбарына индергән, ҡапҡаһын бикләгән, иртәнсәк тороп тышҡа сыҡһа - малы юҡ. Көтөү ҡыуғанда һөйләгән был шомло хәбәргә ышанмай үҙе барып ҡараны Йомағол: дымлы ерҙә тау ҡунағының аяҡ эҙҙәре ярылып ята, бағана ботағына бер нисә бөртөк йөнө лә эләгеп ҡалған... Ошо хәлдән һуң тауҙан төшмәй ул, тигәндәр ҙә ҡаты уйға ҡалды. Ауыл алдына мал-тыуарҙың ҡырып бөтөрөлөүе, унан инде кешенең үҙенә лә ташланыу ҡурҡынысы килеп баҫты. Кисекмәҫтән нимә булһа ла ҡылырға, һис юғы һаҡланыу сараһы күрергә кәрәк ине.

Май байрамдары, сәсеү мәле шул хаҡта ғына һөйләп, ана килә, бына килә, тип көтөп үтте. Аҙна-ун көн эсендә ул ауылға төшмәне - быға тиклем алған бер нисә баш малды ашап ятты, ахыры. Әммә үҙенең барлығын оҙаҡламай йәнә белгертте: төнгә ҡалып күрше ауылдан ҡайтып килеүсе бухгалтерҙы баҫтырған. Ә колхоздың һыйырын йыҡҡас, колхоз рәйесе Йомағолдо кәнсәләргә саҡыртты. Рәйестең ни әйтерен һунарсы самалай ине инде.

- Теге нәмә хәҙер колхоз малына йәбеште бит, - тине ул, баш ҡағып ҡына иҫәнләшкәс. - Бөтәһен дә тамаҡламаҫ элек юҡ итергә кәрәк.

- Кеше малын да байтаҡ йыҡты инде, - тип яуапланы Йомағол, - колхоздыҡына ҡағылмаһа, юҡ итергә кәрәкмәй инеме ни? Ул турала күптән уйларға кәрәк ине.

- Шуға саҡырттым да инде. Давай, мылтығыңды аҫ та мен тауға. Ер кипте, ағастар әлегә яланғас, урман үтәнән-үтә күренеп тора.

Рәйес тәмәке ҡабыҙҙы, кабинеты буйлап йөрөп әйләнде, тәҙрә янына барып баҫты.

- Аптыраҡ, ҡайҙан килгән һуң ул, ә? Ғүмер күрмәгән-ишетмәгән нәмә. Элек әбей-һәбей, албаҫты, шайтан, тип һөйләй торғайны, әллә шуларҙың берәйһе беҙҙең яҡҡа килеп сыҡҡанмы?

Йомағол өндәшмәне. Ул ҡайҙан белһен инде, белһә, үҙе лә был ҡәҙәре ғәжәпләнмәҫ ине.

- Мин мәктәптә уҡып йөрөгәндә әле, бар тип яҙалар ине. Ҡар кешеһе, тиҙәр ине. Кемдер күргән, аяҡ эҙен фотоға төшөргән, ботаҡтарға эләгеп ҡалған йөндәрен тапҡан. Ҡытайҙағы тауҙарҙа, тиҙәр ине шикелле. Уйлап ҡараһаң, булыуы ихтимал инде, тик бына беҙҙең тирәгә килеп сығыуы ғына ғәжәп. Ҡытай тауҙары ҡайҙа ла, Урал һырттары ҡайҙа. Йомағол ағай, дөрөҫөн әйткәндә, мин ышанып та етмәйем, күҙ алдына килтерә алмайым. Күрше урам һымаҡ бынау ятҡан тауҙа ҡар кешеһе йөрөһөн, имеш. Хотя, бер нисә кеше күргәс, байтаҡ малды тамаҡлағас, барҙыр. Тимәк, эләктерергә кәрәк. Районға хәбәр иттем. - Рәйестең йөрөшө етдиләнде, ҡараштары ҡырыҫланды, - һунарсылар йәмғиәтенә лә әйттем, если что. Юридик яҡтан проблема юҡ, атырға лицензия бирелгән тип иҫәплә. Ышаныслы бер-ике кеше ал. Башына етһәң - бер һарыҡ.

Йомағол беленер-беленмәҫ йылмайып ҡуйҙы. Йылмайырлыҡ та шул: теге саҡ фермаға бүреләр ябырылып колхоз һарыҡтарын ике мәртәбә тамаҡлап сыҡҡас, ул ваҡыттағы рәйес, әйткәндәй, әлегенең атаһы, ҡыуып ебәр, ебәрһәң, һиңә бер һарыҡ, тип вәғәҙә биргәйне. Ҡыуҙы, ә рәйес һүҙендә торманы. Күпмелер ваҡыт үткәс, шулай ҙа иҫенә төшөргәйне, һиңә инселәгәнде бүре быуған бит әле, тип уйынға һабыштырҙы ла ҡуйҙы. Үҙе һарыҡҡа кинәнде, бүре әрәм итте тигән һылтау менән өйөнә ташыны, райондан килгән түрәләргә һалып ебәрҙе. Хужалыҡты тамам бөлдөргәс, эшенән китте лә институт бөтөп кенә ҡайтҡан ошо малайын рәйес итеп ҡуйҙы, үҙе әлеге фермаға мөдир булып урынлашты. Оҙаҡ ултыртмаясаҡтарын, районда теш ҡайрағандарын, халыҡтың да ҡәнәғәтһеҙлеген белә ине шул ҡарт төлкө... Әлбиттә, Йомағолдоң һарыҡҡа мохтажлығы юҡ, тамағы ас ултырмай, унан ниндәйҙер хаҡ өсөн барамы - кешеләрҙең, колхоздың малы үҙенеке һымаҡ ҡәҙерле, һунарсы булғас үҙендә ниндәйҙер яуаплылыҡ та һиҙә.

Эйе, әллә ни кәрәкмәһә лә, рәсми рөхсәт алынды. Хәҙер кемдәр менән, нисегерәк һәм ҡасаныраҡ тауға менергә икәнлеген уйларға кәрәк. Мансур малайына әйтер, сос, ҡыйыу күренә, үҙ күҙҙәре менән күргән дә, Сабит саҡырмаһа ла эйәрер, һунарға йөрөштөргөләгән оҙон Әүхәткә өндәшер.

Кәнсәләрҙән ҡайтыу менән, әбейе, нимәгә саҡыртҡан, тип ҡыҙыҡһынды, Йомағол, шул ғифритте, исеме ҡар кешеһе икән, тоторға инде, тигәс:

- Мансур кереп сыҡты, малайының уң ҡулын, өс ҡабырғаһын һындырған, ти ул ҡар кешеһе тигәнең. Гипс һалғандар тиме, - тине.

- Иҫән ҡалғас, ярай инде, үлтерә һуғыуы ла бар ҙаһа, - тип яуапланы һунарсы.

- Йыға һуҡҡан да киткән ти бит. Ярай ҙа ашамаған, - тине әбейе уфтанып, шунан бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң күңелһеҙ генә итеп өҫтәп ҡуйҙы. - Барырға ҡуштымы?

- Барырға инде. Ауылдыҡынан колхоз малына ла йәбеште ләһә. Мансур нимәгә кергән?

- Һораны ла, һүҙ бар ине, тине лә сыҡты.

Йоҡларға ятҡас, төрлөһөн уйлаған һунарсы таң алдынан ғына серемгә китте.

***

...Илдең иң мәргән һунарсыларын Мәскәүгә йыялар икән. Йомағолға ла саҡырыу килгән. Колхоз рәйесе лә, теге саҡта өҫтәл төйгән райком секретары ла килеп быны, бар, тип өгөтләй, имеш. Республикала Йомағолдан да мәргәнерәк һунарсы юҡ, йәнәһе, Башҡортостандан бер уға саҡырыу килгән. Аптырай һунарсы, эш күп, отпускыға Себерҙән оҙаҡламай малай менән килен ҡайта, тип тә ҡарай, тегеләр ай-вайына ҡуймай һаман ныҡыша. Мәскәүҙе күрерһең, президент үҙе килә икән ошо йыйылышҡа, тип ебәрәләр. Йомағол һаман ризалашмағас, райком секретары, унда ҡатнашҡандарҙың барыһын да еңел машина менән бүләкләйҙәр икән, тип һүҙ ҡыҫтыра. Ҡарсығына шул етә ҡала, машина тигән һүҙҙе ишетеү менән нишләп бармай ти, бар, донъя ҡарап ҡайтырһың, урманыңдан башҡа нимә күргәнең бар, тип тегеләрҙе йөпләп ала ла китә. Ярай, күндерҙегеҙ, ти ҙә ризалаша Йомағол.

Тегеләр, Ишәй менән Ҡушай ише, бергәләп оҙатып ҡала, командировка аҡсаһын да йәлләмәй, миңә шуны, миңә быны алып ҡайт инде, тип әллә күпме әйбергә заказ бирергә лә онотмай. Һә тигәнсе барып етә Йомағол Мәскәүенә. Йыйылыш үтәсәк съездар һарайын да оҙаҡ эҙләп йонсомай: һораған һәр кеше ихлас юл өйрәтә, аңлата, хатта үҙҙәре эйәрә барып күрһәтә. Үҙенең артынан «знаменитый охотник из Башкортостана» тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткеләй, һоҡланып ҡарауҙарын да шәйләй. «Ҡара, Мәскәү һынлы Мәскәүҙә лә мине беләләр икән!» - тип аптырай үҙе. Атлаған һайын кәйефе күтәрелә, йөҙө асыла, килеүенә шатланып бөтә алмай - үҙенең ҡиәфәтенән, кейеменән тартынып ҡына атлаған Йомағол яйлап бөтөнләй текә баҫа башлай.

Тешле-тешле ҡалын стеналы Кремлдең бөтә ҡапҡаларынан да Йомағолдо еңел үткәрҙеләр - исем-шәрифен әйтеүе була, рәхим итегеҙ шунда, шунда, тип өйрәтеп ебәреп кенә торалар. Ғәләмәт ҙур суйын пушканы, уның туптарын тотоп ҡараны, бер мөйөшө кителеп төшкән уҫлаптай ҡара суйын ҡаңғырауҙың эргәһендә торҙо, унан, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡоролтай хәҙер башлана, тип бик бөхтә кейенгән йәш кенә бер егет уны зиннәтле залға индерҙе. Залдың ҙурлығы, бейеклеге! Хайран ҡалды һунарсы, телевизорҙа ҡараған, һүрәттәрҙә генә күргән һарай үҙенең мөһабәтлеге менән таң ҡалдырҙы. Мөғжизә инде, мөғжизә. Кеше лә күп, урмандағы кейек- януарҙан да күберәктер, моғайын. Оҙаҡламай янына ике кеше килеп ултырҙы. Береһенең йөҙө маңлайынан эйәгенә ҡәҙәр йыртыҡ, бер күҙе юҡ, уны ҡара сепрәк менән ҡаплап бәйләп ҡуйған, икенсеһе ҡулын муйынына аҫҡан. Ир аҫылдары, тип ҡуйҙы Йомағол эстән генә, былар һунарсы тиһәң дә һунарсы, айыу-маҙарға тап булғандарҙыр...

Бер заман сәхнәләге ҡыҙыл буҫтау ябылған оҙон өҫтәл артына береһенән-береһе йыуаныраҡ өс кеше сығып ултырҙы. Береһе микрофон алдына баҫып һөйләй башланы. Әллә микрофонды тыңлап күнекмәгәнгәме, әллә шундай ҙур залда тауыш доңғорҙап сыҡҡанғамы, йүнләп бер нәмә лә ишетә алмай Йомағол. Оҙаҡ һөйләй, шунан залдағы халыҡ быны туҡтатып ҡул сабып алған була. Теге йәнә һөйләй башлай, тағы ҡул сабалар.

Йомағол президентты көтә, килгәс күреп ҡайт ине, тип хыяллана, ә теге һаман юҡ та юҡ. Шунан үҙе тағы, ваҡыты самалылыр, берәй илгә киткәндер (улар бит сит мәмләкәттәргә күрше районға барған кеүек кенә барып ҡайта), бәлки, тип уйлай. Ил менән идара иткән кеше һунарсылар йыйылышына килә буламы? Әйтерһең, бүтән эше юҡ. Ана бит, шул илдең, был илдең етәкселәрен ҡабул итте, үҙе шунда барҙы, протоколдарға, килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы, указ сығарҙы, тип яҙалар. Ә бына һунарсылар ҡоролтайында ҡатнашты тигәнен ишеткәне лә, уҡығаны ла юҡ.

Киске яҡҡа оҙон-оҙаҡ һөйләүселәр бөттө, залдан һунарсыларҙы берәм-берәм сәхнәгә саҡыра башланылар. Бер заман Йомағол үҙенең фамилияһын ишетеп тертләп китте. Тәүҙә, мин түгелдер, залда йәнә берәй Зиннуров барҙыр тип уйланы, унан микрофон алдындағы кеше: «Зиннуров Юмагул, Республика Башкортостан», - тигәс, урынынан ҡалҡынды ла сәхнәгә баҡты. Ҡалҡыныуы ла үҙенең фамилияһын ишетеүҙән ине. Һөйләгән кеше ҡулы менән ишаралап уны үҙенә саҡыра, һунарсының эргәһендә ултырғандар ҙа, «давай, выходи», тип өгөтләй. Йомағол саҡ урынынан ҡуҙғалып сәхнә яғына йүнәлә.

Аяҡтары үҙенеке түгел һымаҡ, ауыр, өҫтәл өҫтө кеүек тип-тигеҙ иҙәнгә эләгеп бына-бына йығылып китер төҫлө, тубыҡ-быуындары ҡалтырай, тамағы кибә. Бик оҙаҡ барғандан һуң, ниһайәт, сәхнәгә килеп етте. Һөйләгән кеше йылмайып уның ҡулын ҡыҫты, ниндәйҙер ҡағыҙҙар, асҡыс тотторҙо (машина асҡысылыр, ахыры, тимәк, алдамаған район вәкиле!), унан йәнә ҡулын ҡыҫты, ҡырҡынсы айыуҙы ла алырыңа ышанам, тип йәнә ҡулын һелкте. Осраһа ысҡындырыу юҡ инде ул, тип һүҙ бирә Йомағол тыңлаусан бала шикелле, ә тауышы үҙенең эргәһенән дә китмәй. Шунан ғорур ҡиәфәт менән урынына барып ултыра.

Ҡоролтай тамамланып, залдан сыҡҡанда кергән ишеген бутап, яңғыҙы ғына икенсе бүлмәгә барып инде Йомағол. Бүлмәлә - ул аласаҡ айыу, йәғни ҡар кешеһе! Ул, әһә, бына һин икән мине эҙәрләйәсәк кеше, эләктеңме, тип уға ташлана. Йомағол йән асыуына ҡысҡырып ебәрә һәм... уянып китә, дөрөҫөрәге, әбейе, һаташаһың бит, уян, тип төрткөләй икән.

Эйе, был бөтә ҡиәфәте менән «Почта» Сабит, Мансур малайҙары һөйләгән ҡар кешеһенә оҡшаған. Төш - өн түгел, бик борсолмаҫҡа ла мөмкин, һуңғы арала гел шул хаҡта ғына уйлап йөрөгәс, кергәндер ҙә, ләкин барыбер ҙә нимәнелер иҫкәртә, алда буласаҡ ваҡиғаларға ишаралай түгелме? Тимәк, улар осрашасаҡ. Ә һунарсылар араһында шундай ырым бар: ҡырҡынсы айыу – һәләкәт!

Йомағол ашыҡмай ғына иртәнге сәйҙе эсте, ҡушкөбәген, яһауҙарын барланы, этен эйәртеп тауға ҡарай юл тотто. Аяҡ аҫты бик кибеп етмәгән икән әле. Төҫһөҙ, күңелһеҙ көн. Баш осонда ғына йөҙгән болоттарҙан бына-бына ямғыр йәки ҡар ҡойолор ҙа бөтә тирә-йүнде баҫыр һымаҡ. Ағастарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа тутыҡ тимер төҫө. Килә-килә, юҡҡа ғына сыҡтым, тип тә уйлап ҡуя Йомағол, ул албаҫты бынау шыҡһыҙ көндә урман ҡыҙырып йөрөмәҫ, берәй ағас аҫтында яталыр йә ҡыуыш-фәлән төрәкәләп кергәндер. Шунан төшө хәтеренә килеп керә лә, күңеле болоҡһоп китә: уның бер ҙә генә лә ҡар кешеһе ҡулынан үлгеһе килмәй бит әле...

Һунарсы ваҡ имәндәр менән ҡапланған һыртҡа күтәрелде, күтәрелгән һайын ағастар эреләнә барҙы, эреләнә барҙы. Ай, ҡыралар урманды, ныҡ ҡыралар, күпме һерәйешеп ултырған төпһә, йығылған йәки тапатылған ағас, ботап ырғытылған сытыр-мытыр! Элекке лесник тикшерә торғайны, һалымын да һалды, таҙарттырҙы ла, хәҙергеһе иҫәпкә бар һанға юҡ булып йөрөй шунда эсеп бәреп. Махсус белеме бар тип урман техникумын саҡ бөтөп ҡайтҡан йәш егетте ҡуйған булдылар ҙа. Белеме булыу менәнме ни, шыйыҡ, холҡо ирҙәрсә түгел. Эскегә алдана, брат-сватын ҡарай. Милеккә дәүләт күҙлегенән бағырға ул егеткә, ай, йыраҡ әле...

Бөтәһе лә таныш ерҙәр: ҡасандыр ошонда алты-ете кешенең сабынлығы бар ине, сәсеүлек итәбеҙ тип һөрөп ташланылар. Йүнле уңыш алғандары юҡ барыбер - нимә сәсһәләр ҙә, йылдың-йылы мал тапантыһы булып ята. Бер йыл тау һыртындағы анау ваҡ имәнде һыуыҡ һуҡты, ләкин утынға алырға рөхсәт итмәнеләр, ауып сереп бөттө. Түрәләрҙең аяҡ аҫтынан да алыҫыраҡ ҡарай алмағанына иҫең китер: ташып алығыҙ тиһәләр, байтаҡ кеше утынлы булыр ине, тау бите лә таҙарыр, иҫән ҡалған имәнде лә ҡырҡмаҫтар ине.

...Яҡында ғына ағас һынды. Тауышҡа эте өрҙө. Йомағол тертләп туҡтаны ла яурынындағы мылтығын ҡулына алды. Тауыш ҡабатланманы. Эте башын эйеп, ҡолаҡтарын һәлендереп көйәнтә ише көмөрәйҙе лә Йомағолдоң аяҡтары араһына инде. Тимәк, кемдер, нимәлер бар, эте юҡҡа былай ҡыланмаҫ. Һунарсы күҙен секерәйтеп, ҡарашын әле бер, әле икенсе ағас артына күсерҙе, әммә һис таба алманы.

***

Ҡар кешеһен Йомағол көтмәгәндә шәйләне. Урман эсенән эҙләгән нәмәкәй юлдан ун биш-егерме метрҙағы йыуан ғына имән артында торған булып сыҡты. Ағасҡа ышыҡланған, ә ҡулдары күренеп тора, башын бер яҡҡа ҡыйшайтҡан да бер күҙе менән генә һунарсыны күҙәтә. Тәне ысынлап та һарғылт йөн менән ҡапланған, башы ялбыр, бите йөнтәҫ, йөндәре араһынан бәләкәй йомро күҙе, ярты танауы, дегәнәк япрағы ише ҙур ҡолағы шәйләнә.

Һунарсының тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, сәстәре үрә торҙо, арҡаһын сымырйытып боҙ һалҡынлығы йүгерҙе. Атырғамы? Атһа, тейҙерә алырмы һуң? Тик тоҫҡарлыҡ түгел, бар кәүҙәһе ағас ышығында. Тәүге патронды ҡурҡытыр өсөн генә атырға кәрәктер, икенсеһен, әгәр ул ағас артынан сыға ҡалһа, баш йә түш тирәһенә тоҫҡарғалыр. Йомағол мылтығын күтәрҙе, тик төҙәй алманы - ҡулдары ҡалтыранып, мушкаһы йөҙөп тик йөрөй. Ул ҡоралын кире төшөрҙө, йәшләнгән күҙен еңдәре менән һөртөп алды, аяғы араһында шыңшыған этен тибеп ебәрҙе лә мылтығын яңынан күтәрҙе. Маңлай тирәһенә тоҫҡап, инде тәтегә баҫайым ғына тигәйне, ҡар кешеһе быға ҡабырғаһы менән әйләнде лә баҫты! Ул хәҙер бөтөнләй күренмәҫ булды.

Йомағол мылтығын йәнә төшөрҙө, суйындай ауырайған аяҡтарын ҡуҙғатты. Саҡ ҡуҙғатты. Ҡар кешеһе шуны ғына көттө, ахыры, һеләүһен етеҙлеге менән һикереп һунарсыға яҡыныраҡ ағас артына килеп ышыҡланды. Үҙенең ҡара көсөнә генә ышанған иҫәр-аңра януар түгел был, үтә лә хәйләкәр нәмә, башын юғалтып мылтыҡҡа ҡаршы килмәй, тип уйланы һунарсы. Ул артҡа, ауыл яғына, сигенде, ҡар кешеһе лә алғараҡ, хәҙер инде Йомағолдоң юлын быуырға теләгәндәй ҡыялатып хәрәкәт итте. Һунарсы, януар икенсе бер ағас артына ышыҡланмаҫ элек тип, тәтегә баҫты. Теймәне. Шунан ул ҡыҙыу ғына атлап ун метр самаһы ара үтте лә ҡапыл туҡтап артына боролдо. Ҡар кешеһе шул арала юл ситендәге оҙон төпһә артына килеп сүгәләгәйне. Йомағол төпһә башынан һерәйеп сығып торған маңлайға тоҫҡап йәнә атып ебәрҙе. Ләкин януар эйелеп өлгөрҙө - йәҙрәләр тегенең шырт сәстәрен һелкетеп баш осонан ғына үтеп китте. Тағы ситкә атты, тағы тейҙерә алманы.

Был ниткән эш, ә? Үҙенең көсһөҙлөгөнән, бушҡа атыуынан Йомағолдоң йөрәгенә ниндәйҙер ҡырағай ҡурҡыу йәбеште һәм ул яй ғына артҡа шыуыша башланы, баҫҡан көйө ҡулдары туҡтауһыҙ ҡалтырап билендәге яһауҙарын эҙләне. Берәүһен ҡорҙо, ә икенсеһен ергә төшөрөп ебәрҙе. Алманы, эйелгән арала янға уҡ килеп етер, тип ҡурҡты. Йәнә берҙе алып ҡуяйым инде тип ҡулын патронташына килтергәйне, ҡар кешеһе үгеҙ, юҡ, айыу, дөрөҫөрәге, икеһенең дә тауышы менән үкереп ебәрҙе. Ҡалҡынды. Ҡалҡынды ла ауыл яғына таба йәнә бер-ике аҙым яһаны. Йомағол атып ебәрҙе, әммә йәнә бушҡа: албаҫты ағас артына ышыҡланып өлгөрҙө. Етеҙлегенә иҫең китер! Ҡасырға, ауылға ҡарай йүгерергә! Бәлки, тауҙан төшөп өлгөрә алыр, төшөп етмәһә лә, ҡысҡырыр, һөрәнләр. Берәй асыҡлыҡҡа барып етһә, шәйләрҙәр, мылтыҡ йәки үҙенең тауышын ишетеп килеп етерҙәр, аралап ҡалырҙар! Хәйерһеҙ, исмаһам оҙон Әүхәткә йәки Мансурҙың малайына әйтеп китмәне. Бер үҙе еңә, йәнәһе. Еңерһең, еңмәй ни... Ә ҡар кешеһе һаман күҙәтә, һунарсының һәр хәрәкәтен абайлай. Күпме һунар йөрөнө, байтаҡ ҡына сетерекле хәлдәргә юлыҡты, әммә әлеге ише лә ҙур хәүефкә беренсе тарыуы ине. Йүгереү файҙаһыҙ - бер нисә һикереүҙә ҡыуып етәсәк. Ләкин үҙе һаман ташланмай, өҫтөнә килмәй. Йомағол уға йөҙө менән боролған килеш аяҡтарын яй ғына ауыл яғына шыуҙырған һайын, ул да ағастан-ағасҡа ышыҡланып оҙата килә. Йомағол, ҡуй, үсектермәйем әле, тағы атһам, ене ҡубыр, тейҙерә лә алмам, тип бүтән атмаҫҡа булды.

Бына ул үҙенең элекке бесәнлеген үтте, барған һайын күңеленә ҡотола алыу ышанысы артты, ә ҡар кешеһе бик яҡынайманы ла, тороп та ҡалманы, һаман һунарсының тәңгәленән килеүен белде. Ваҡ имәнлеккә еткәс кенә, яйлап ҡала башланы, түбәнләп киткәс, бөтөнләй эйәрмәҫ булды, һунарсы тау битләүен төшөп ауыл зыяраты тапҡырына еткәнсе тигәндәй арты менән барҙы, тегенең тороп ҡалыуына тамам ышанғас ҡына, боролоп бер аҙ атланы ла, хәле бөтөп, ергә сүгәләне. Аяҡтарының кәре бөткәйне, ҡулдары сыбыртҡы ише һәленеп төштө, башы ла ниҙер уйлай алырлыҡ хәлдә түгел. Үкенеп тә ҡуйҙы тауға күтәрелеүенә, уның бер үҙенә кәрәкме лә, ул ғына йөрөргә тейешме? Үлемдән саҡ ҡалды бит. Рәйес әйтте тип кит тә бар, имеш. Ул нимә әйтмәҫ. Түрәләрҙең бар һүҙенә һикереп торорға ул йәш кешелер шул.

Төнөн ҡар кешеһе Йомағолдоң лапаҫынан башмағын алып сыҡты. Тимәк, ҡайһы йортҡа кергәнен күҙәтеп торған. Эйе, бәлә-ҡаза ошоға ҡәҙәр уны ситләп үтә килде, һунарсыға ҡағылманы, ә албаҫтының ғүмеренә ҡул һуҙырға ниәтләнеүе булды - үсен алды. Тағы кем дә кем тауға менә, шуның менән дә әлеге хәл ҡабатланасаҡ, тип иҫкәртеүе ине был. Ошонан һуң уны мал менән генә туҡланып йөрөгән аңра януар тип әйтеп ҡара!..

 

Автор:
Читайте нас: