Все новости
Литература
11 Февраля 2023, 16:53

Төндә таратылған хаттар (хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина. 

Төндә таратылған хаттар (хикәйә)
Төндә таратылған хаттар (хикәйә)

Ай ҡыҙыҡ, ҡояш мәрәкә, 

Йәшлек үҙе сүрәкә.

Уйнайһың да, йырлайһың да, 

Илайһың да кәрәкһә. 

Алыҫ һикһәненсе йылдар башы, әсәйем менән атайымдарҙы Буранбайға, кейәүҙәге апайымдар ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ялға туралап, мине алдан иҫкәрттеләр. Беренсе Этҡол мәктәбендә интернатта ятҡан уҡыусыларҙы барып алған "Урал" машинаһы менән барасаҡтар, мин шул уҡ машина менән ауылға ҡайтам. Иртәгәһенә ял көнө мин китергә тейешмен, улар шул машина менән әйләнеп ҡайтасаҡтар. Мал-тыуарҙы ҡарарға ағайым менән ҡустым өйҙә, мунса яғылған.

 Өйҙәге эштәрҙе теүәлләгәс, кис мунсанан һуң саң-туҙан туҙҙырып ауыл клубында бейештек тә ҡайтып йоҡланым.

Иртәнсәк таң менән тороп  һыйырҙарҙы һауғас, ҡапҡа янындағы почта йәшнигендә ағарып күренгән ҡағыҙҙарҙы абайлап алып уҡыным.

Берәүһе ағайым исеменә. Ябай дәфтәр битенә яҙыу стилен үҙгәртеп яҙырға тырышҡандарҙыр, таҡмаҡ яҙылған.

Егет булып етлеккәнһең, 

Ниңә алмайһың кәләш.

Яңғыҙ ҡатынды йылытып, 

Ятаһыңмы һин йәнәш.

Ҡағыҙҙар иртәнге һалҡында, ысыҡ быуында емшегәндәр, конвертҡа һалынмағас, икенсеһен дә алып уҡыным. Уныһы беҙҙең урамдағы бәләкәй йортобоҙға фатирға ингән яңғыҙ йәш ҡатын исеменә. 

Иреңде төрмәгә тыҡтың, 

Уйнашһың һин, туймаған.

Һиңә лә закон табылыр, 

Йөрөүөңде ҡуймаһаң.

Ҡурҡып ҡына фатирға төшкән ҡатындың тәҙрәһенә ҡараным, ярай, уның өйҙә юҡ сағы, ауылына, әсәһе көткән бәләкәй балаһы янына ялға ҡайтҡан.

 Кем ҡалдырыуы мөмкин был хаттарҙы? Йәштәр араһында төрлө шуҡлыҡтар булып торһа ла, бындай хат өләшеүселәрҙе тәүгә ишетәм. Шиғыр юлдарында яҙылғандарҙың өлөшләтә дөрөҫлөгө лә барҙыр, ауылға сибәр яңғыҙ ҡатын эшкә килде. Төндәрен туҡылдатып килгәндәрҙе, эсеп ҡаңғырып йөрөгәндәрҙе әсәйем йыш ҡына борҡотоп сығарғанын ишеткәнем булды, үҙенсә яңғыҙ ҡатынды ҡурсырға теләгәндер.

  -Нығыраҡ түгелһең үҙең дә, эйәләтмә өйөңә, ғаиләләргә яҡын да юлама, -тигәнен үҙем дә ишеттем, бик йыш "ауырыған" йәш, ғаиләле ирҙәрҙең ингәнен күреп.

Өйгә ингәс тә был хаттарҙы ни эшләтергә белмәй аптыранып ҡалдым, бирергәме-юҡмы тәғәйен кешеләренә? Әлбиттә, ҡыуаныслы хәбәр булһа, һөйөнсөләп бирер инем, кеше хатын уҡығандан һуң буҡҡа йоғонғандай хис итәм үҙемде.

Янған утҡа ырғыттым ҡағыҙҙарҙы, кеше күңелен бысыратмаһындар, өндәшмәҫкә ҡарар иттем уларға.

 Төш үтеүгә уҡыусы балаларҙы оҙатырға ата-әсәләре машина янына йыйылды, бер апай сәсрәп кемделер әрләй. Баҡһаң, уның да почта йәшнигенә шундайыраҡ йөкмәткеле хат ҡыҫтырғандар.

 Ныҡ ярһыған апай, судҡа биреү менән янай, уға кемдер тағы ҡушыла, уларға ла таҡмаҡ яҙылған хат ҡалдырғандар.

 Кемдер хат-таҡмаҡтың йөкмәткеһен йәшерә, берәүҙәре ҡабатлап таҡмаҡлай, кем булыуын фаразлайҙар, йәштәрҙең шаянлығына һылтайҙар, халыҡ шау-гөр килә.

 Үҙем уҡыған хаттарҙың йөкмәткеһе буйынса  йәштәр аҡылы менән яҙылмаған ине, шаярыу тип тә әйтеп булмай, бәлки, көнләшеү этәргәндер был аҙымға.

Бер нисә аҙна ауылыма ҡайта алманым, ҡайтҡас та урамыбыҙҙа йәшәгән яңғыҙ ҡатындың эштән сығып ҡайтып китеүен ишеттем.

 Бер нисә тапҡыр таҡмаҡ яҙылған хат алған икән, хатта төрмәгә, иренә яҙасаҡтарын иҫкәрткәндәр, мин үҙем яҡҡан хаттар тураһында бер кемгә лә һөйләмәнем. Рәнйегәндер бер яҡлаусыһыҙ яңғыҙ ҡатын.

Ауылыбыҙға эшкә килгән тиҫтәләгән йәштәр үҙ ишен табып, матур йәшәйҙәр. Уларҙы килен, кейәү тип, ауыл халҡы хөрмәтләп ҡаршы алды, үҙ итте. Был яңғыҙ ҡатынды ниңәлер үҙһенмәнеләр, хатта ситкә тибәрҙеләр тип әйтергә лә мөмкин.

Ә һылыу һәр эшкә ҡулы ятып торған, олоһо-кесеһе менән уртаҡ тел табыр мөләйем зат ине.

Был шау-шыу ҡуптарған хат-таҡмаҡтарҙы кемдер хәтерләйҙәрҙер, ә яҙыусыһы мыйыҡ аҫтынан көлөп уҡыр әле.

Автор:
Читайте нас: