Все новости
Литература
10 Февраля 2023, 23:31

Сәләм һеҙгә, ауылым өйҙәре...

Миңлегөл Хисамова. 

Сәләм һеҙгә, ауылым өйҙәре...
Сәләм һеҙгә, ауылым өйҙәре...

Сәләм һеҙгә, ауылым өйҙәре, 

Аҡ буранда тынған көйҙәре, 

Алтын, һары уттар сағыла, 

Яҡты һирпеп урам яғына.

 

Сәләм һеҙгә, ҡышҡы урамдар, 

Сымылдыҡлы ап-аҡ юрғандар. 

Ҡар-бурандар тынған, ял итә, 

Аҡлыҡтарһыҙ ерҙә йәм бөтә.

 

Сәләм һеҙгә, ялан-ҡырҙарым, 

Йондоҙҙарҙай һибелә йырҙарым.

Бында ғына йәнем йәм таба, 

Уйҙарым да тынмай айҡала.

 

Сәләм һеҙгә, аҡҡан болоттар, 

Сәфәрегеҙ ҡайҙа юлыҡҡан? 

Эйәртегеҙ әле мине лә, 

Ҡанаттарың ҡуйып иңеңә.

 

Мин ҡайтайым тыуған яҡтарға, 

Үҙ еремдә серҙе һаҡларҙар. 

Уттар янған өйҙәр саҡыра 

Йырлы мөхәббәтем хаҡына.

Миңлегөл Хисамова.

Автор:
Читайте нас: