Все новости
Литература
7 Февраля 2023, 10:30

ТИК ҺИН ГЕНӘ (Хикәйә, аҙағы)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла!

ТИК  ҺИН  ГЕНӘ  (Хикәйә, аҙағы)
ТИК ҺИН ГЕНӘ (Хикәйә, аҙағы)

ТИК ҺИН ГЕНӘ

Хикәйә

 

Иртәнге етелә “ҡып” итеп килеп тә торҙом. Кемдер туҡылдатып тауыш бирҙе. Юҡ, бер кем дә түгел ул. Өйҙөң шундай тылсымы бар. Ваҡыт еттеме, “туҡ” иткән тауышҡа уянам. Өләсәйемдең әйткән һүҙе иҫкә төшә: “Иртәнге намаҙ еттеме, туҡылдатып уяталар”, - ти торғайны ул. Тәүҙә аптырап китә инем, хәҙер өйрәндем инде.

Йоҡа таҡта аша Юрийҙың тигеҙ генә тын алышы ишетелә. Ғүмеремдә булмағанса, күңел бөтөнлөгө һиҙҙем. Әйтерһең, яҡын кешемдең һулышын тоям. Йыуынып, ялтыр биҙрәмде тотоп, һыйыр һауырға сығып киттем. Һыйырымдың эҫе ҡорһағына башымды терәп, көйлө тауыштар сығарып, һауырға керештем. Билдәһеҙ ҡыуаныс күңелемде иркәләне. Инеүемә Юрий торғайны инде. Йыуынып та, ҡырынып та өлгөргән: шыма яңаҡтары “ялт” итеп тора. Ҡайнап сыҡҡан сәйнүкте һүндереп, сәй бешереп ҡуйған хатта.

Өҫтәл артында Юрийға һораулы ҡараш ташланым: сығып киткеһе килмәгәнен дә һиҙәм. Мин дә эшлекле, арыу холоҡло ир-аттың юлда аунап ятмауын аңлайым. Шундай ихлас ул, бер ҡатлы һымаҡ. Алдаҡсылыр, тип башыма ла индермәйем.

Ни эшләргә уйлайһығыҙ?

Аптырайым әле, әбейемдең йортон барып ҡарармын.

Ашыҡмаһағыҙ, миңә ярҙам итегеҙ.

Ниндәй ярҙам кәрәк? – ул һөйөнөп киткән төҫлө булды.

Бәрәңге ҡаҙырға ваҡыт еткән.

Мин риза, ялым башланып ҡына тора. Бөгөн үк ҡаҙа башлайыҡ!

Шулай итәйек, – мин һөйөнөп киттем. Ҙур ғына баҡсаны нисек ҡаҙырмын, тип көйөп тора инем.

Бөгөн көн дә матур башланды, аяҙып, елләп ебәрҙе. Төшкә эште башларға була. Мин аш-һыу менән булашҡансы, Юрий картуф һабаҡтарын сабып ташларға булды. Эшкә таһыллы, ҡалала үҫкән тимәҫһең.

Олатай өйрәтте, – тип аңлатты ул. Ауылға йыш ҡайтып йөрөгәс, яҡшы беләм.

Эшләй башлағас, әллә ни һөйләшмәнек. Кисә артыҡ асылып китеп һөйләшеүенә бөгөн тартынған кеүек. Төн – шундай тылсымлы ваҡыт: яңғыҙлыҡ нығыраҡ һиҙелә, көндөҙ уйға килмәгән уйҙар, хыялдар килә. Мин дә тынып ҡалдым. Иғтибарымды эшкә йүнәлттем. Юрий картуфты оҫта ҡаҙа ине. Һәнәкте ситтән генә батырып, күтәреп ала ла, иләгәндәй һелкетә биреп, бүлбеләрҙе матурлап һалып бара. Ирекһеҙҙән Рәилдең ҡаҙғаны иҫкә төшә. Яп-яҡындан ҡаҙған булып, бер-ике бүлбене имгәтер, шунан әллә ҡайҙа тиклем борхотоп, сәсеп ебәрер ине. Кеше менән кеше – ер менән күк араһы. Сәғәт дүрттәргә байтаҡ ыратып ташланыҡ. Көн хатта еңелсә ҡыҙҙырып ебәрҙе. Көтөү ҡайтҡансы кибеп өлгөргән картуфты ташып та алдыҡ.

Бер төрлө эш, бер маҡсат әҙәм балаларын яҡынайта. Картуф ҡаҙыу һымаҡ ябай ғына шөғөл дә Юрий менән арабыҙҙы яҡынайтып ебәргән кеүек. Холоҡтарыбыҙҙы ла төшөнә барабыҙ. Бала саҡ, йәшлек йылдары, шул саҡтарҙың ҡәҙерле мәлдәрен иҫкә төшөрөп алабыҙ. Инде эш бөтөп, бәрәңге баҙға һалынып бөтөүгә бергә уйнап үҫкән дуҫтар һымаҡ инек инде. Кис етһә, бергә телевизор ҡарайбыҙ, фильмдарҙың эстәлеге хаҡында гәпләшәбеҙ. Юрий уҡырға ла ярата икән, китапхананан бер нисә китап та алып ҡайтып бирҙем. Төн етеп, йоҡлар ваҡыт етһә генә баҙап ҡалғандай итәбеҙ. Шунан тыныс йоҡо, тәмле төштәр теләп икебеҙ ике бүлмәгә китәбеҙ. Бер килке уны уйлап ятам әле. Үҙемдән ни тиклем йәшерергә тырышһам да, оҡшатам инде. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә, һиҙҙермәҫкә тырышам. Юрий ни уйлауын һиҙҙермәй бит. Аллам һаҡлаһын, еңел-елпе ҡатын тип уйлап ҡуймаһын.

Картуф эштәре тамам булғас, йорт тирәһендә лә ирҙәр ҡулы талап ителгән байтаҡ эштәр барлығы күренде: баҡса бағаналары серегән, ҡарбаҙ емерелергә тора, тиҙәкте баҡсаға таратырға кәрәк. Ҡарауһыҙыраҡ торған донъяның байтаҡ мәшәҡәте йыйылған. Ай ҙа үтеп бара инде. Юрий һуңғы ваҡыт ныҡ уйсанланып китте.

Ни эшләп балтаң һыуға төштө әле? – тип туп-тура һораным да ҡуйҙым.

Уйланмай булмай, ҡыҙымды иҫемдән сығармайым. Тетя Маша менән һөйләшеп торам да ул. Уға тейешле аҡсаһын да ҡалдырғам. Розочканы үҙ баламдай күрәм, тип торһа ла, ҡыҙым етем бала хәлендә үҫә. Ҡыҙыулыҡ менән сығып киткәнмен, эш әйберҙәрен дә алмайынса. Хәҙер һалҡындар төшә, китергә ваҡыт етә. Ҡайтып әйләнәм тиһәм, аҙағы яҡшы тамамланмаҫ ул. Күңел дә тартмай, ытырғаныс. Бер күңел ҡайтҡас, үҙемде еңә алмайым.

Кейем яғына килгәндә, мәсьәлә түгел, – тинем мин, – олатайым һаҡсыл, тәртипле кеше ине. Кәүҙәгә лә ҡаҡса булды. Бына тигән кейемдәр бар. Камуфляж бушлат, шундай уҡ костюм-салбарҙар бар. Әллә инде оҙаҡ һалдат булып йөрөгәнгә, шул төҫтө яратты.

Соланға сығып бер ҡосаҡ әйбер күтәреп индем. Былар кер төшмәгән һәйбәт кейемдәр ине: ҡышҡы бүрек, һырылған салбар ҙа бар. Юрийға тап-таман булып сыҡтылар. Бына тигән кейем-һалым әрәм булып тора, тип эсем боша ине, шатландым.

Мин хаҡын түләрмен.

Нимә һөйләйһең? Мине асыуландырырға итәһеңме? Миңә күпме ярҙам иттең! Һанай китһәң, үҙем бурыслымындыр әле.

Ниңәлер эсем бошоп китте. Юрий ят итә, ахырыһы, тип уйлай һалдым.

Әллә ни эш тә юҡ. Миңсафа әбейемдең өйөн барып күрәйекме әллә?

Ул йорттоң ҡайҙа икәнен беләһеңме?

Беләм.

Төшләтеп барырбыҙ.

Шулай иттек тә. Йорт иҫке урам осонда ине. Яңыраҡ һалынған ҙур, матур ғына йорттар менән иҫке, ваҡ йорттар аралаш ултыра. Урам аҫҡа иңкәүләнә бара. Бала-саға – мәктәптә, кешеләр төшкө ашын ашайҙыр. Урамда бер кем дә осраманы. Беҙҙе күңелһеҙ генә күренеш ҡаршыланы: бағаналары серегәнлектән, ҡойма менән ҡапҡа ауырға ғына тора, баҡса кәртәләре бөтөнләй йығылған инде. Өй эргәһендәге ике-өс төп аламағастың ботаҡтары һынған. Артыҡ һелкетмәҫкә тырышып, ҡапҡаны асып индек. Асҡыс солан стенаһына эленгән бер бәләкәй генә һауыт эсендә икәнен. Асып индек. Ике ҡатлы тәҙрәләрҙе туҙан баҫҡан, танауға саң, иҫкелек еҫе бәрелде. Эре генә бүрәнәләрҙән һалынған дүрт мөйөшлө йорт бирешмәгән, ә бына, көслө ямғырҙар ваҡытында һыу үтеп, мейес мөрйәһе емерелгән. Унан ҡомло һыу ағып төшөп, мейес алды серек еҫ сығарып ята. Оло кешеләргә хас булғанса йыһаз, аш яғы таҡта менән бүленгән. Түшәк-яҫтыҡ әллә нисә йылдың туҙанын һеңдереп, төҫөн юғалтҡан. Күңелдә ауыр, күңелһеҙ хистәр тыуҙыра был күренеш. Бер һүҙ өндәшмәй, тышҡа сыҡтыҡ. Ишекте бикләп торғанда ашығып бер апай килеп етте.

Юрик, балаҡай, һинме? Бәләкәй сағыңды яҡшы иҫләйем. Миңсафа апайға йыл да килеп йөрөнөң бит.

Эйе, мин.

Бигерәк тәртипле бала инең. Ҡара инде, инәйеңдең йорт-тирәһе ҡалай ҡырылып ята.

Шулай икән шул. Һис тә юл төшмәне.

Урам яғын булһа ла бер аҙ тәртипкә килтереп ҡуйырһың, инәйең хаҡына.

Эшкә китергә ваҡыт еткән шул, апай. Быйыл көҙгә булмаҫ инде. Ә эше күп. Киләһе яҙға килермен, Алла бойорһа. Шулай тиҙәр бит?

Эйе, балам, һин булдырырһың, ышанам. Ҡайһы бер йәштәрҙең иҫе лә китмәй инде.

Улай тимә, апай, бер килеп рәтләрмен. Йә, әлегә һау булығыҙ.

Юрий ныҡ бошондо, йөҙө ҡараңғыланды. Ашағып китеп барҙыҡ. Бер ни тип тә әйтә алманым, хатта үҙемде ғәйепле тойҙом.

Юрий иртәгә юлға сығырға тейеш. Мин уны юлға әҙерләргә керештем. Был эшкә бөтә күңелемде һалдым: духовкала бер йәш әтәсте бешерҙем, ваҡ бәлештәр, эремсек шәңгәләре, тиҫтәнән ашыу йомортҡа бешереп алдым, ҡаймаҡ, ҡайнатма һалдым. Ир кешенең күңеле нескәрҙе :”Бындай һый-хөрмәтте ғүмерҙә күргәнем булманы, – тине.– Ул тиклем ниңә мәшәҡәтләнергә инде?” Ул күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны, ҡарашында бөткөһөҙ рәхмәт, наҙ күреп һөйөндөм.

Һуңғы көндәрҙә, һиҙҙермәҫкә тырышып, миңә оҙаҡлап ҡарап тора, көрһөнә. Уның был ҡарашы күңелемде елкендерә, дәрт өҫтәй. Мин осоп тигәндәй йөрөйөм. Шулай икебеҙ ҙә эстә сер һаҡлайбыҙ, буғай. Ни тиклем генә һыр бирмәҫкә тырышһа ла, Юрий минең телефон номерын һорап алды, үҙ сиратымда мин дә уның номерын алдым. Алда ниҙәр булырын кем белә?

Иртәнге автобус менән район үҙәгенә юлландыҡ. Минең Юрийҙы оҙатҡым килде, ҡайһы бер магазиндарға ла инеп сығырға кәрәк ине. Автобус китергә ике сәғәт ваҡыт бар ине. Мин магазиндарҙа йөрөп килгәс, сәйханала ашыҡмай ғына сәй эстек. Һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә бөттө кеүек, әммә эстә әллә нәмә өҙөлөп төшөр кеүек булып тора. Бүтән уны бер ҡасан да күрмәмме?

Мин кире ауылға ҡайта торған автобус алдараҡ ҡуҙғала ине. Китеренә ун биш минут ҡалды инде. Салонға кереп ултырырға булдым, урындар ҙа бөтөп бара. Хушлашҡанда Юрий ҡыйыуланып киттеме, әллә үҙен белештермәҫ хәлгә еттеме, мине кинәт ҡосаҡлап алды. Үҙенә шул тиклем ҡыҫты, аптырап күҙҙәренә ҡараным. Ул, шуны ғына көткәндәй, ныҡ итеп үпте. Ихлас, ҡайнар үбеү ине был. Мин шаңҡып ҡалдым, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, ишеккә ташландым. Арттараҡ урын бар ине, шунда ауҙым. Хатта тәҙрәгә ҡарарға оноттом. Тәҙрә шаҡыуға күтәрелеп ҡараһам, Юрий йәшкәҙәп киткән күҙҙәре менән мөлдөрәп ҡарап тора. Ул ҡул иҙәне лә китеп барҙы. Мин инде бер кемде лә күрмәнем һәм ишетмәнем. Әлегәсә бындай хисте кисергәнем юҡ ине, ярым иҫерек бер хәләткә сумдым. Ҡайтып еткәнсе шул хәлдә инем. Өйгә ҡайтҡас та, әйберҙәремде йән-яҡҡа ырғытып, диванға йығылдым, тәрән йоҡоға сумғанмын. Төшөмдә лә Юрийҙы күрҙем: уның менән етәкләшеп барабыҙ, тәбиғәт шау сәскәлә, осрашабыҙ ҙа йәнә айырылышабыҙ. Мин ныҡ күңел тетрәнеүе кисерҙем, стресс булды, ахрыһы. Тәнем уттай яна, хатта температурам күтәрелде. Ғашиҡ булыу, күрәһең, шулай булалыр. Оҡшатыуымды ни тиклем баҫып йөрөһәм дә, үбеүе утҡа май бөркөү менән бер булды. Ни эшләрмен, нисек түҙермен инде? Балаларым алдында мин ғәйеплеме? Ошо һорауҙар һис тә тынғы бирмәне. Юҡ, мин уларҙы бер минутҡа ла ташламағанмын, ташламаясаҡмын да. Әлегә тиклем минең тормошомдоң маҡсаты улар ғына ине бит, хәҙер Юрий ҙа килеп ҡушылды.

Ул бер нисә көндән шылтыратты. Килеп етеүен, эш башлауын хәбәр итте. Ябай ғына хәл белешеү булһа ла, түбәм күккә тейҙе, күңелем йырланы: ташҡындар ташты, муйылдар сәскә атты, һандуғастар һайраны. Осоп тигәндәй йөрөнөм. Хатта төҫкә матурайҙым: йөҙөм алһыуланып яна, күҙҙәрем нурланып балҡый. Үҙемдә тауҙар аҡтарырҙай көс һиҙәм.

Көндәр шатлыҡ менән үтте, балаларым, йыш шылтыратып, үҙҙәре хаҡында һөйләп торҙолар. Әкренләй өйрәнәләр, зарланмаҫҡа тырышалар, ныҡ һаныуҙарын белдерәләр. Әлдә икәүбеҙ әле, тип ҡыуаналар. Хәҙер йөрәгемдә өс кеше йәшәй, улар тип тибә, һағышлана. Матур, ләззәтле был тойғо.

Шулай һәйбәт кенә йәшәп ятҡанымда, бер көндө Рәил килеп кермәһенме! Таушалған кейем, шундай уҡ ҡиәфәт, ябыҡҡан. Үҙенән керле кейем, йыуынмаған тән еҫтәре аңҡый. Төшкөлөккә әҙерләп бөтөп кенә тора инем. Кем булһа ла, килеп ингән кешене әҙер ашҡа саҡырмай булмай. Ғәйепле малай кеүек шымып ҡалған, кикреге шиңгән, ныҡ ас икәне һиҙелә. Һоғаланып, туймаҫтай булып аҙыҡҡа ташланды, сәйнәр-сәйнәмәҫ көйө йоторға тотондо. Ашап, сәй эсеп алғас, тирләп китте, кәйефләнде. Ваҡһый башлар, үҙенең яуыз холҡон ҡыуыр был, тип уйлап торам. Юҡ, йыуаш ҡына һөйләшә башланы:

Бик шәп йәшәп ятаһың, донъяң етеш икән, – тигән булды, – мине лә саҡырып алһаң, шәп булыр ине. Эскемде ташларға тырышыр инем.

Уның һүҙҙәре күңелемде болғандырҙы. “Һинән ҡотолоп, тыныслыҡ таптым”, – тип әйткем килһә лә, тыйылдым.

Шулай ҙа мин атай, балаларҙы етем итеү килешмәй. Мәктәптәләрме әле?

Уларҙың хәҙер уҡыу йортонда уҡырлыҡ йәштә икәнен дә белмәйһең, атай кеше. Студенттар улар. Ҡайҙа эшләйһең хәҙер? Уҡыған балаларыңа нисек ярҙам итмәк булаһың?

Әлегә эшләмәйем. Ну эш табырмын, яныңда ҡалдырһаң.

Мин үҙемде тыныс тоторға тырышам.

Беләм мин һинән килгән һәр бер һумдың ҡанлы-енле булыуын. Балалар өлөшөн ашап-эсеп ятырға уйлайһың. Юҡ, бында кертмәйем. Етем бәрәсте ниңә эҙләп килдең? – Ул үҙе мине һәр саҡ шулай кәмһетә ине. – Автобус егерме минуттан урап килеп етә, һыпырт. Китмәҫкә баҫышһаң, милиция саҡыртам.

Раилдең төҫө үҙгәрҙе, хатта ҡалтыранып киткән төҫлө булды.

Һин нимә ул тиклем, мин һиңә дошман түгел дә, – тине ул ялыныслы тауыш менән. – Йә, китәм инде, кит тигәс, һине шул тиклем ҡаты бәғерле тип уйламағайным. Милицияға хәбәр итмәй тор, былай ҙа тормошом тормош түгел. Ни бит әле… – ул тотлоғоп китте. – Юллыҡ аҡса бирмәҫһеңме?

Их, атай кеше. Балаларға ярҙам итермен, тигән булаһың тағы. – Кеҫәмдә ятҡан икеме, өс йөҙмө аҡсаны уға ырғыттым.

Туҡта, ашарға ла бирәйем, – мин уның йыуаш, күндәм ҡиәфәтенән ниндәйҙер бәләгә юлыҡҡанын төшөнгәйнем инде.

Бер икмәкте уртаға киҫеп, ҡаймаҡ һыланым, бешкән помидорҙар, банкаһы менән тоҙланған ҡыяр һалдым.

Бына йомортҡа, бешерергә ваҡыт юҡ. Элек сей көйөнсә лә эсә инең, – бәләкәй ҡумтаға ун бишләп йомортҡа һалдым. Бөтәһен дә бергә пакетҡа тултырып, ҡулына тотторҙом.

Рәхмәт, һин гел изгелекле булдың, мин генә ҡәҙереңде белмәнем. Их!.. – ул ашығып сығып китте. Әйтерһең, артынан ҡыуып киләләр. Тиккә түгел, бәләгә тарығандыр. Элекке сағы булһа, күкрәк ҡағып һөйләшер ине, ҡайҙа инде ғәйебен таныу.

Элекке иремдең яҙмышы икенсе көндө үк билдәле булды. Иртүк ике милиционер килеп инде. Иҫәнләштеләр, үҙҙәре менән таныштырҙылар. Һынап ҡарағандан һуң:

Рәил Мусин бында түгелме? – тип һораны участковый тигәне.

Юҡ, – тинем мин битем яна башлағанын тойоп, – ышанмаһағыҙ, ҡарап сығығыҙ.

Ниңә һеҙ ул тиклем, ышанабыҙ, – һорау биреүсе ҡыйынһынғандай булды.

Нимә эшләгән һуң? – тип һораным мин түҙмәй.

Иптәштәре менән эскән ваҡытта бер әшнәләренең башына шешә менән һуғып үлтергәндәр. Берәүһен тоттоҡ инде. Ул бөтә ғәйепле Мусинға яба. Ә Мусин ҡасып йөрөй, ҡотолормон, тип уйлай. Һеҙгә килеүе мөмкин. Килһә, хәбәр итегеҙ.

Милиционерҙар китеп барҙы, аптырап тороп ҡалдым. “Их, Рәил, бына ниндәй хәлгә барып еткәнһең! Хәҙер һинең балаларыңа “төрөмщик балалары” тигән мөһөр баҫылырмы?” Мин шулай өҙгөләндем. Тик тороп булмай. Емеш баҡсаһына сыҡтым. Эш күп икән – иҫке ҡурай еләк ағастарын киҫергә кәрәк, ҡарағат ҡыуаҡтары араһында ла ҡартайғандары байтаҡ. Яҙ еткәс, барыһына ла өлгөрөүе ауырыраҡ булыр. Бик шәп секатор алғайным бит әле. Бисмилла итеп, эшкә тотондом. Эш кәйефте күтәрҙе. Шал-шолт итеп, ҡарт ҡыуаҡтарҙы ҡырҡам ғына. Шулай бик ҡыҙыу эшләп йөрөгәндә ҡапҡа асылды. Ят ҡатын, мине күреп, яныма ашыҡты, бәләкәс ҡапҡаны асып, баҡсаға килеп инде. Абау, кем был? Туҙған сәсе йыуылмай майланып, киҫәк-киҫәк булып аҫылынған, көҙгө йоҡа курткаһы, спорт салбары керләнеп бөткән. Мин аптырап торған арала зәһәр тауыш яңғыраны. “Был арала ни эшләп гел ситтәр килә һуң?”– тип уйлап өлгөрҙөм. Был ҡатын үҙен тәртипкә килтерһә, моғайын, бик сибәрҙер, ләкин күп эсеүҙән йөҙө күк-күмгәк, шешенке. Ул миңә күп уйланып торорға ирек бирмәне, килде лә йәбеште, һелкетергә кереште.

Үлтерәм! – миңә тын алырға ирек бирмәй. Әллә ниндәй оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләшә, етмәһә.

Н-н-ни өсөн? – тим, иренемде көскә ҡыбырлатып.

Ирем менән сыуалғаның өсөн! – мине төртөп ебәрҙе лә ҡулымдан төшөп киткән киҫкесте эләктереп алды.

Ҡотҡарығыҙ! – тип ҡысҡырып та өлгөрҙөм, үткер ҡорал куртка менән бергә беләгемде ике яҡлап киҫеп тә ебәрҙе. Ә шашҡан ҡатын һаман һөжүм итеүен белә, йәнә лә киҫмәксе була. Ул арала, сыр-сыуҙы ишетеп, күрше Һәҙиә йүгереп килеп етте. Ул ҙур кәүҙәле, көслө ҡатын. Арттан килеп, бисураны аймап тотто ла, ҡайырып, киҫкесте тартып алды. Минең ең осонан сөбөрләп ҡан аға. Һәҙиә албырғап ҡалды – миңә ярҙам итергәме, әллә ят ҡатынды ебәрмәй тотоп торорғамы?

Милиция саҡыр, милиция! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. – Тәүҙә саҡыр, аҙаҡ бәйләрбеҙ. – Уның ҡулында теге ҡатын тулай, әллә ни көсө лә юҡ икән үҙенең.

Ебәр шуны, яраны бәйлә, – тип ҡысҡысҡырам мин, Һәҙиәне тамам ҡурҡыуға һалып. Ул тегене ысҡындырып, мине эләктереп өйгә алып инеп китте.

Куртканы һыпырып ташлап, яраға шунда элеүле торған таҫтамалды баҫты. Беләк аҫлы-өҫлө киҫелгән. Тамырға ла эләккән булырға тейеш, ҡан ныҡ аға.

Фельдшер саҡырмай булмай, – тип Һәҙиә телефонға йүгерҙе.

Теге шашҡан ҡатын да килеп инде.

Еңел ҡотолдоң, тағы ла эләгәсәк әле!

Уның Юрийҙың ҡатыны булыуын төшөнөп алдым. Ул арала фельшер килеп етте. Яраны ҡараны, жгут һалды.

Ваҡиғалар детектив кино төҫөн ала барҙы.

Оҙаҡҡа һуҙырға ярамай быны, – фельдшер Ғәлимә апай , тиҙ ярҙам саҡырып, участковыйға шылтырата башлаған. “Участковый” тигән һүҙҙе ишеткәс, ят ҡатын ғәйеп булған.

Бына шулай уйламаған-көтмәгән ерҙән больницаға инеп киттем. “Яра ул тиклем ҡурҡыныс түгел, – тип йыуатты хирург, – тиҙ уңалыр. Инфекция эләгеп, аҙып китмәһен өсөн антибиотик алырға кәрәк булыр. ”

Ул арала участковый килеп етте, автовокзал тирәһендә Лира Мәхмүтованы тотоуҙары хаҡында әйтте һәм протокол төҙөргә керешеп китте.

Протокол төҙөмәгеҙ, барыбер ҡул ҡуймайым, – тип баш тарттым мин. – Булғас, булған инде.

Шундай ғәрлекле, асыу килтергес ваҡиғалар уртаһында ҡайнауыма ни эшләргә белмәй көйҙөм, күңелем ҡырылды. Икенсе көндө Юрий шылтыратты. Лираның ауылға килеп, миңә һөжүм итеүен әйтмәй торорға булдым. Йә берәй нәмә эшләп ҡуйыр, ҡыҙы бөтөнләй етем ҡалыр, тип ҡурҡтым. Эшкә тип китеп, шунда үлеп ҡалыу осраҡтары ла булып тора бит. Йә йөрәк өйәнәге, йә юғары ҡан баҫымы менән харап булалар. Юрийҙың да йөрәге таш түгел, гел түҙеп, ҡайғырып йәшәгән. Әйҙә, эшендә тыныс күңел менән йөрөһөн.

Уны уйлауҙан туҡтай алмайым. Алла бойорһа, ҡыйын ваҡыттар үтеп китер, беҙҙең йортҡа ла байрам килер. Шулай буласағына ышанып йәшәйем. Ярам тиҙ төҙәлә, бер нисә көндән сығарабыҙ, тип торалар. Юрий көн һайын шылтыратырға булып китте. Эштән һуң һәр саҡ бер үк ваҡытта уның хәбәре килә.

Әгәр рөхсәт итһәң, мин һиңә ҡайтайыммы? – бер көндө ул шулай тип әйтеп һалды. – Һине тәү ҡараштан яраттым бит. Үҙең ҡырыҫ булғас, белдереүҙән ҡурҡтым. Бары һин генә, бары һин йөрәгемде дауалаусы.

Мин өнһөҙ ҡалдым. “Һине яраттым”, – тигәнде беренсе тапҡыр ишетәм бит. Шул йәшемдә, инде үҫеп бөткән ике балам була тороп, беренсе тапҡыр.

Алло, алло, – Юрийҙың хафалы тауышы ишетелә, – һин риза түгелме ни? – Мин ҡотом осоп, кинәт кенә:

Риза, – тип әйтә һалдым. Уның трубканы ташлауынан ҡурҡтым. Кинәт хәлем бөтөп:

Ярай, бөгөнгә хуш, – тинем.

Шунда уҡ ата-әсәгә мохтаж булып, зарығып йәшәүсе ҡыҙ бала иҫемә төштө. Ул хистәр, юҡһыныуҙар миңә шул тиклем таныш бит. Юрийҙың ҡайтҡанын көтмәй барып алыр инем ул баланы, әгәр риза булһа.

Барыһы ла шулай ыңғай хәл ителәсәгенә ышанып, серемгә киттем. Алда мине тулы ҡанлы, бәхетле тормош көтә ине. Юрийҙың :”Тик һин генә, бары һин генә”, – тигән һүҙе ҡолағымда һаман сыңлап тора.

Аҙағы. Ватандаш” журналы, 2017 йыл, 9-сы һан.

 

 

 

 

Автор:Тәскирә ДАЯНОВА.
Читайте нас: