Все новости
Литература
6 Февраля 2023, 12:10

ТИК ҺИН ГЕНӘ (Хикәйә)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла!

ТИК  ҺИН  ГЕНӘ  (Хикәйә, башы)
ТИК ҺИН ГЕНӘ (Хикәйә, башы)

Йәшәгән өйөмдөң баҡса артынан оло юл үтә. Тап бәрәңге баҡсаһы эргәһендә автобус туҡталышы. Аш-һыу яғы тәҙрәһе шунда ҡарай. Кешеләрҙең ултырып киткәне, ҡайтҡаны күренә. Бөгөн дә, тәҙрәгә күҙ һала-һала, киске ашымды әҙерләнем. Әллә кемде көткән һымаҡ булып тик торҙом ниңәлер. Йәш тауыҡты ла бөтөн килеш һалдым, етмәһә, туҡмас баҫырға керештем. Үҙем генә булғанда һурпаға дөгө төшөрә лә ҡуя торғайным. Балаларымды уйлап һағышландым. Икеһе лә быйыл уҡырға инделәр, ҡыҙым Миләүшә – ун берҙе, улым Динис 9-ҙы бөткәйне. Балаларҙың айырылғыһы килмәне. Бер яҡтан, ҡыуаныс, татыуҙар, бер-береһенә күҙ-ҡолаҡ. Миләүшәм – БДУ-ла тарих факультетында, улым - педколледждың худграф бүлегендә. Улар – минең ғорурлығым, йәшәүем мәғәнәһе. Артыҡ йомшаҡ, ата-әсәһеҙ үҫкән ҡатын балалары бит улар. Уларҙың да ҡарап торған берҙән-бер таяныстары, ышаныстары мин генә.

Был ауылда яңыраҡ йәшәй башланым. Быйыл утыҙ етемде генә тултырһам да, нужа һурпаһын байтаҡ татыным. Үткән генә ғүмеремде уйлаһам, әллә ни эшләп китәм. Яңғыҙым ҡалғас, бөтәһе лә иҫкә төшөп тик тора. Бына әле лә туҡмас киҫәм, бала саҡты хәтерләйем, тәҙрәгә лә ҡарап алам. Киске автобустан кешеләр төштө, ашығып өйҙәренә таралалар. Оҙон ғына буйлы кеше, йәш егеткә лә оҡшаған, нимәлер һорашып торҙо лә кире туҡталышҡа боролдо. Ни булған икән?..

Эйе, мин 7 генә йәшемдә етем ҡалдым. Көнгә янған ҡаҡса ғына атайымды, бәләкәй буйлы, алһыу йөҙлө йомроҡас әсәйемде бик яҡшы хәтерләйем… Икеһе лә фермала эшләйҙәр. Ҡыш көнө, туҡтауһыҙ ҡайтып-китеп йөрөгәс, ҡайһы саҡ эшләгән ерҙәренә алып баралар. Бәләкәс көрөшкәмде тотоп, әсәйем янында торам. Ул тәмле һөтлө һыйырын һауып бирә һала. Йылыҡай һөттө эсәм. Йә атайым менән йәшел бесән йөгө өҫтөндә киләм. Барыһы ла әлегеләй күҙ алдында.

Йәй көнө күберәк олатайҙар йортондамын. Сөнки атайым менән әсәйем күберәк йәйләүҙә. Ҙур мейесле, оҙон урындыҡлы күңелгә яҡын йорт әле лә һағындыра.

Фажиғә булған төндө ныҡ итеп ямғыр яуған. Атайым менән әсәйем мунса инергә ҡайтҡандар. Иртәнге сәғәт 4-тә, “Беларусь” тракторының арбаһына ултырып, эшкә барырға сыҡҡандар. Тракторист был кис ҡунаҡҡа барған булған, ныҡ һыйланып ташлаған. Ә йәйләү ике тау аша оло ғына яҫы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Тракторсы тәүге тауҙы имен үтһә лә, икенсеһен – текә генә Мышарлыны – үтә алмай, техниканы тәгәрәткән. Атайым менән әсәйем, йәнәш ултырғанлыҡтан, бергә генә йығылып төшөп, ерҙән һерәйеп сығып торған оло ғына Сурҡайған ташына бәрелеп, һәләк булған. Ә башҡалар һин дә мин – ҡайһыһы бәрелгән, сыйылған, ҡулын ҡаймыҡтырған, әммә иҫән ҡалғандар.

Ҡарттарҙың һағышҡа батып, туҡтауһыҙ көрһөнөүҙәрен, өләсәйемдең шым ғына күҙ йәштәрен һөртөүен күрһәм дә, миңә бер нимә әйтмәйҙәр. “Ҡайтҡым килә, әсәйҙе һағындым”, – тип мин илап та алам. “Бына япраҡтар һарғайһа, ҡайтырһың”, – ти өләсәйем.

Япраҡтар һарғайҙы, мин мәктәпкә йөрөй башланым. Ә үҙебеҙгә һаман ҡайтармайҙар. Матур мәктәп кейеменә, төҫлө ҡәләмдәргә бер аҙ алданам да, тағы мыжый башлайым.

Йә, беҙҙә уҡырға индең бит, мәктәпте ташларға ярамай, ти олатайым. – Әсәйең әлегә йыраҡҡа киткән, – тип өҫтәп ҡуя.

Мин беләм ҡайҙа киткәндәрен, үлгән улар, тим мин. Олатайым менән өләсәйем шаҡ ҡатып ҡалды. – Бөгөн төш күрҙем, әсәйем килде. Ул ап-аҡ оҙон күлдәк кейгәйне. Ул миңә илмаҫҡа ҡушты. “Һин ҙур, аҡыллы бит инде. Беҙ бүтән бер ҡасан да ҡайтып булмай торған ерҙә”, тине.

Бынан ары мин, ысынлап та, иламаным, түҙҙем. Әсәйемә һүҙ бирҙем бит. Иламай ғына йөрөһәм, ул төшөмдә тағы килер, тип ышанып көттөм. Эйе, әсәйем мине ташламаны. Һағынып, түҙә алмаҫ сиккә етһәм, тағы төшөмә инә, йыуатып китә ине. Кешенең тәне үлһә лә, йәне тере ҡала, тигәнгә нисек ышанмайһың? Уҡыуым да арыу ғына, һораһалар, яуап бирәм. Белгәнемде әйтәм тип, ҡул күтәреп һикерәндәмәйем. Уҡытыусылар ҙа мине бик күреп бармайҙар, ҡайһы бер фәндәрҙән булған һәләттәремде күтәреп алмайҙар. Ә миңә, аҙ булһа ла маҡтау, иғтибар кәрәк ине. Етем бала тип, бик иҫәпкә алып барманылар, буғай. Ана, өләсәйем маҡтап ебәрһә, өй эштәрен, ҡарлуғастай осоп йөрөп, эшләп ташлайым. Барыһы ла һәйбәт, килешле килеп сыға. Олатайым менән өләсәйем, әлбиттә, һәйбәт кешеләр. Өҫ-башым бөтөн, тамағым туҡ, дәресте үҙ аллы әҙерләйем. Ҡарттар минең уҡыуға әллә ни иғтибар итмәй. Кейемдәрем йылы, һәйбәт булһа ла, башҡа ҡыҙҙарҙыҡынан айырыла. Ҡыҫҡа итәк, аллы-гөллө күлдәк, оло күбәләк-бантиктарым юҡ. Туфлийҙарым артыҡ ябай, малайҙарҙыҡына тартым һымаҡ. Әле килеп аңлайым: ололарҙың ҡартлыҡ көндәрендә мин берҙән-бер таяныс, йыуаныс, мине бер ҡайҙа ла ебәргеләре килмәгән. Алмалай ҡыҙҙары әсәйем вафат булғас, минең өсөн ҡоттары осоп ҡына тора ине.

Шулай итеп, мин ун берҙе тамамланым. Һылыу ғына, бөхтә генә ҡыҙмын. Йыраҡҡа уҡырға сығып китергә үҙем дә ынтылып торманым. Күрше райондағы һөнәрселек училищеһына барып, штукатур-малярлыҡҡа уҡып сыҡтым. Төҙөлөш күп хәҙер, эшем кәрәкле. Ауылда бер нисә кешегә өй ремонтлашып, бер аҙ аҡса ла эшләп алдым. Ул арала артымдан Раил исемле армиянан ҡайтҡан егет йөрөй башланы. Өләсәйемдең дә артыҡ һуҙғыһы килмәй ине. Ҡыҙ баланың исеме сығып, исраф булып йөрөмәһен тип, кейәү ҡулына тапшырырға тырышты.

Мин әллә ни йөрәк елкенеүе, ғашиҡлыҡ тойғолары кисермәнем. Кейәүгә барыу шулай булалыр, тип ҡабул иттем дә ҡуйҙым. Үҙемде ҡарап үҫтергән кешеләрҙең теләген кире ҡағырға тартындым.

***

Раил әсәһенең кесе улы, иркә үҫкән, ялҡауыраҡ, үҙһүҙле. Унан оло ике апаһы күптән кейәүҙә, атаһы бынан биш-алты йыл элек донъя ҡуйған. Кейәүгә сығып, бер нисә ай үткәс тә ауырға ҡалдым. Был хаҡта иремә әйткәс, ул бер хис тә белдермәне һымаҡ. “Булһа, була инде”, тине лә ҡуйҙы. Ҡәйнәм, икебеҙҙе генә ҡалдырып, ҡалала йәшәгән ҡыҙының балаларын ҡарашырға китеп барҙы. Миңә, 19 йәшлек йәш ҡатынға, үҙенең йүнһеҙерәк кенә улын тапшырҙы лы китте шулай. Нисек тә йәшәргә кәрәк. Ярай, йорт эштәрен дә, мал-тыуар ҡарай беләм. Әммә ҡайҙандыр аҡса ла килергә тейеш тә баһа. Ситкә эшкә йөрөгән ир-аттан белешеп, ирем, һыҡрай-һыҡрай булһа ла, Свердловск өлкәһенә вахта ысулы менән эшкә йөрөй башланы. Унда көн оҙоно ағас эшкәртеү менән булалар икән. Әллә ни ҡатмарлы эш түгел: таҡта, штакетник ярыу, унан ҡалғанын утын итеү һымағыраҡ шөғөл. Ирем харап эреләнеп китте. Йәш бала ҡарау менән бергә, барлыҡ йорт эше, мал ҡарау минең өҫтә ине. Вахтаһы бөтөп, өйгә ҡайтҡас, Рәил ҡыл ҡыбырлатмай: ял итә, телевизор ҡарай, әшнәләре менән кәйеф-сафа ҡора.

Ҡыҙыма бер йәш тигәндә, икенсе ауырыма ҡалдым. Бала ҡарау, йорт эштәре менән булашып, иремә иғтибар итә алмай инем. Иң тәүҙә бәпестәрем менән мәж киләм, улар серем иткән арала, йөрәгем ярылырҙай булып, мал-тыуар ҡарарға ашығам. Йәй көндәрен, балаларҙы үләнгә ебәреп, баҡсала соҡонам. Рәил, тәүге йылдарҙа ла өй эштәренә һалҡын кеше, хәҙер бөтөнләй ситләште. Ҡайһы ваҡыт, бер баламды эйәртеп, икенсеһен коляскаға ултыртып, өләсәйемә барам. Ул ҡайҙа баҫҡанын белмәйсә ҡыуана. Ҡоймаҡ йә бауырһаҡ, башҡа төрлө тәмлекәстәрен бешерә башлай. Ярҙам итәм тиһәм, ял итергә ҡуша.

Бигерәк бөтөрөнөп киткәнһең, балам, ике бәләкәс өтәлер инде, тигән була. Уларҙың өтөүенә генә бирешмәҫ инем әле. Өндәшмәйем. Оло кешенең күңеленә көйөк һалғым килмәй. Ябыҡмын шул бигерәк. Кейемдәрем элеп ҡуйған һымаҡ күренә.

Шулай өтөлә-ҡырыла балалар әкренләп үҫте. Мәктәпкә лә аяҡ баҫтылар инде. Минең тормош ҡына насарая бара. Рәил хәҙер ныҡ холоҡһоҙ. Ни эшләһәм дә, оҡшатмай, йоҙроҡтары әҙер генә тора. Ул өйҙә ваҡытта мин дә, балаларым да һалдат һымаҡ. Иртән бәләкәстәремде бер минут та һуңлатмай уятам, шым ғына ашатам, тауыш-тынһыҙ ғына мәктәпкә оҙатам. “Тиҙ-тиҙ”, тип гел ашыҡтырам. Улар ҙа өйрәнеп бөткән инде. Теүәл һәм етеҙ ҡыймылдайҙар, ҡайҙа инде мыжыу, иркәләнеү. Унан һуң йәһәт-йәһәт үҙ эштәремә тотонам, сөнки, туҡмаҡ ашап үҙемде ҡырҙыраһым, имгәнәһем килмәй. Яңылыш уянып китмәһен, тим. Торғаны аждаһа инде. Тыштағы эшемде бөтөрә һалып, яҡшыраҡ-тәмлерәк булһын тип, аш-һыу әҙерләйем. Оҡшамаһа, йә тәрилкәне миңә елгәрер, йә кәстрүлде ҡаплар. Хеҙмәт хаҡымдың яртыһы эскегә китә тип тормай, гел тәмле, итле-майлы таптыра. Тамаҡ туйҙырып алғас, әшнәләре янына китә, шунда ҡатын заттары ла бар. Үҙҙәре өйләнмәй ҡалған, ата-әсәһе вафат булған ирҙәр байтаҡ. Бына шуларҙа алмаш-тилмәш йыйылалар. Ул “ҡунаҡта” йөрөгәндә ашыҡ-бошоҡ мал тәрбиәләйбеҙ, өй эсендә лә эш күп. Балаларҙы ашыҡтырыуымды дауам итәм: ”Йәһәт кенә дәрес әҙерләгеҙ, тамаҡ туйҙырығыҙ ҙа йоҡларға ятығыҙ”, тип кенә торам. Атай шәрәмәте ҡайтып инһә, ғауға ҡуптарыр, дәрес әҙерләп ултырған балаларға бәйләнгән булыр, шаулар.

Ауыл ерендә күп кенә ҡатындарҙың көнитмеше минеке кеүек инде. Тик улар үҙҙәрен бигүк ҡыйырһыттырмай, ҡый-сый килеп ҡаршы торалар. Ҡыйралыш-ҡырылыш та була. Ҡайһылары ире менән бергә эсергә лә өйрәнеп китә. Ниндәйҙер алтын урталыҡ табып, килешеп кенә йәшәүселәр ҙә бар. Улар аҙыраҡ шул. Шулай ҙа бик бойоғоп китмәйем. Алда мине бәхетле киләсәк көтәлер кеүек. Шуға сабыр, тырыш, түҙемле мин. Иремдең эшкә ситкә йөрөүө лә беҙҙең өсөн ҡыуаныс. Ул китһә, балаларҙың йөҙөндә йылмайыу тоҡана, күҙҙәре балҡый. Бергәләп, йүгереп йөрөп, донъя көтәбеҙ, таҙартабыҙ, матурлайбыҙ. Шаян һүҙҙәр, әкиәттәр һөйләшәбеҙ. Балалар дәрес әҙерләй, мин ҡул эштәре менән булашам: ойоҡ, бейәләй, хатта йылы кофталар бәйләйем. Күмәкләп тағы ла олатай-өләсәйгә барып киләбеҙ. Балалар ҡар көрәй, утын индерә, мин кер, иҙән йыуам. Ул арала өләсәйҙең тәмле ашы, бәлеше өлгөрә. Хәҙер улар олоғайҙы инде, йорт эштәрен башҡарыу ауыр. Ике аҙнаның үтеп киткәне һиҙелмәй ҡала.

***

Шулай йәшәп ятҡанда, ветерандарға торлаҡ биреү тураһында закон сыҡты. Олатайымдың һуғыштан алда һалынып, унан һуң бер нисә мәртәбә һипләнгән йорто маҡтанырлыҡ түгел ине инде. Йылыны насар тота, әллә нисә машина утын китә. Мунсаны әйтеп тораһы ла түгел. Тәнендә ғүмер буйы ярсыҡ йөрөтөп, һыҙланып ҡына йәшәгән оло кеше өсөн донъя көтөү ныҡ ауыр ине. Хакимиәт уға райондың икенсе яҡ сигендәге бер ауылдан яҡшы йорт тапты. Шаҡтай ҙур ауыл, газ, һыу ингән. Олатайым, ауылды ташлап китмәйем, тип ҡаршылашты әле. Ләкин өләсәйем үҙенекен итте:

Ҡарт көнөмдә аҙ булһа ла уңайлы йортта йәшәгем килә, тип өҙмәне лә ҡуйманы, олатайҙы күндерҙе.

Баҡһаң, өләсәйемдең был ауылға күсергә теләүенең сәбәбе мин булғанмын. “Сәрбиназ холоҡһоҙ ире менән харап интегә ләһә, тигән ул, беҙ мәңгелек түгел. Исмаһам, яҡшы ғына йорт ҡалдырайыҡ.”

Улар күсенеп киткәс, бойоғоп ҡалдым. Этле-хитлы йылдар үтте. Ҡыҙым ун беренселә уҡыған йыл бигерәк ауыр булды. Ололар икеһе лә түшәккә ятты. Бар ваҡытым уларҙы тәрбиәләп үтте тиерлек. Ҡыҙым уҡыу йылы уртаһында башҡа мәктәпкә күсергә теләмәне: ”Мин үҙемде лә, ҡустымды ла ҡарай алам, тип өҙөп әйтте ул, беҙ бәләкәй түгел инде.”

Һирәкләп ҡайтып киткән ваҡыттарҙа уларҙың, ысынлап та, бирешмәй йәшәп ятыуҙарын күреп һөйөндөм. Рәил, балаларҙы ҡарайым, тигән кеше булып, эшенә йөрөүҙән туҡтаны. Уның файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк икәнде белә инем инде. Ҡыҙым минең кеүек йыуаш булып сыҡманы: ауыл хакимиәтенә, мәктәп директорына әйтеп, атаһын аҙмы-күпме ауыҙлыҡлап алды.

Шул яҙҙы ғәзиз кешеләрем, мине ҡалдырып, фани донъя менән хушлашты. Мин дә, ниһәйәт, ҡанымды эсеп йәшәгән кешенән китергә үҙемдә көс таптым. Ҡәҙерлеләрем һуңғы көндәренә тиклем мине ҡайғыртып йәшәгән: өләсәйем пенсияға сыҡҡан көндән башлап аҡсаһын минең исемгә һала барған. Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, инвалид та булғас, һәйбәт кенә килем алған, икеһенә етеп торған. Йөрәк һыҙып, уларҙы юҡһынып йөрөһәм дә, түҙәм инде. Бөтөнләй бер кемһеҙ түгелмен, ике яҡта ике ҡанатым – улым менән ҡыҙым.

Йәноҙаҡ ауылы шаҡтай ҙур: дүрт элекке , ике яңы урам. Мин йәшәгәне, оло юлға янындағыһы, яңы урам.

Ниһәйәт, уҡыу йылы бөттө. Балалар ҡулдарына документ алды. Беҙ, кейем-һалым тултырылған ике сумканы ғына тотоп, яңы торлағыбыҙға күсенеп килдек. Атай кеше үҙенең туҡтамаған байрамдары менән үткән заманда тороп ҡалды. Балалар һис ҡыйынлыҡһыҙ уҡырға инде.

Ауыл кешеләрен белмәйем, әллә ни аралашыусан да түгелмен. Ҡаршы яҡта йәшәгән Һәҙиә генә кергеләп, хәл белешеп тора. Олатайҙар тере саҡта уҡ танышып алғайныҡ. Уның ире лә, хәҙерге күпселек ирҙәр кеүек, ситкә йөрөп эшләй, ике балаһы ҡалала уҡый. Йәй буйы өйҙәрендә булдылар. Хәҙер улар ҙа уҡыуҙа, әсәләре бер үҙе тигәндәй. Тирә-яҡта гел оло кешеләр йәшәгәс, Һәҙиә миңә ылыҡты. Яҡшы булып ҡалды, бер танышһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк.

***

Ошоларҙың барыһын да күңелдән үткәреп, уйлана-уйлана йөрөнөм бөгөн. Үткән-һүткәндә һаман шул тәҙрәгә күҙ һалам. Тора бит теге кеше, тора. Ниндә бәхетһеҙ һуң? Ысынлап та, юҡҡа ғына туҡталышта ҡатып тормайҙыр инде.

Көтөү ҡайтты. Ярай әле, үҙем менән килгән һыйырым ауылға тиҙ өйрәнде. Ул да үҙенә күрә бер иптәш төҫлө. Һыйырҙы һауып бөтөүгә ҡараңғы төшә, күҙ бәйләнә башланы. Уйлана-уйлана йәнә сәй эсеп алдым. Яңғыҙ кешенең серҙәше – уй, башҡа нимәләр генә килмәй. Ямғыр ҙа һибәләй башланы. Йәнгә тейеп шыбырҙай. Теге кеше ниндәй хәлдәргә дусар булды икән? Ҡурҡа бирһәм дә, баҡса артына барып әйләнергә хәл иттем. Төн буйы йоҡлай алмай ятасаҡмын, юғиһә. Ҡулыма фонарь, олатайымдың таяғын алдым да бәрәңге араһынан һалынған һуҡмаҡтан киттем. Эйе, һаман эскәмйәлә ултыра икән, муйынын елкәһенә батырған. Өшөйҙөр. Фонарь яҡтыһына башын күтәрҙе, өндәшмәне. Кәртә аша ғына:

Ни эшләп бында ултыраһығыҙ ул? – тип өндәштем. Ул шатланып киткәндәй булды. Ихлас ҡына итеп:

Мин эҙләп килгән кеше бында йәшәмәй икән инде, – тип яуап бирҙе. – Дөрөҫө, мәрхүм булған.

Шунда төнәргә итәһегеҙме? Ҡатаһығыҙ бит.

Район үҙәгенә кире китеп, ҡунаҡханала төн сығырмын, тигәйнем. Машиналар бөтөнләй үтмәҫ булды. Берәү үтте-үтеүен, туҡтаманы.

Һеҙ урманда түгел, ауыл эргәһендә, тим. Ә үҙем уның урынында булһам, фатир һорап йөрөр инемме икән? Икеле. Ирем эсеп боларғанда ла бер ҡасан да кемгәлер ярҙам һорап йүгермәнем бит. – Әйҙәгеҙ, һеҙҙе фатирға индерәм, тинем. Был кешекәйҙең хәле бик өмөтһөҙ тойола. Үҙен-үҙе дәртләндереп, алсаҡ һөйләшеүе лә хәлен йәшерә алмай.

Ир заты ялындырмай ғына ҡуҙғалды, һыуыҡ үҙәгенә үткәндер. Аяҙып, һыуытып ебәргән, ҡырау төшөргә самалай, буғай.

Һеҙ алдан атлағыҙ, юлды яҡтырттым, шулай хәүефһеҙ һымаҡ. Ят кеше күндәм генә һуҡмаҡҡа төштө. Өндәшмәйсә өйгә килеп еттек. Аяҡ кейемен аҫҡа уҡ сисеп, йортҡа үтте.

Ут яҡтыһында бер-беребеҙгә һынаулы ҡараш ташлап алдыҡ. Мин, электр сәйнүген ҡабыҙып, табын әҙерләй башланым. Бөгөн ашты күберәк итеп бешереүемә аптырап ҡуйҙым. Әллә кемде көткән һымаҡ йөрөнөм шул көнө буйы. Ғәжәп инде: үҙеңде лә төшөнөп-белеп бөтөп булмай. Аш һалып ултырттым, сәй янына ҡаймаҡ, ҡайнатма ҡуйҙым. Балан бәлеше бешергәйнем, шуны киҫтем. Матур ғына табын булды ла ҡуйҙы.

Ир кеше, ҡулын йыуып, өҫтәл артына ултырҙы, бер аҙ аптырағандай итте. Ашыҡмай, тыйнаҡ ҡына ашай был. Үҙемә лә сәй яһаным. Йоҡа кәүҙәһенә ҡарап, йәп-йәш кешелер, тип уйлағайным. Бик йәш тә түгел, минең ише барҙыр. Ҡаҡсараҡ йөҙлө, күҙҙәре ҙур, яҡты. Тура танауы, тулы ирендәре йөҙөн күркәм күрһәтә. Ғөмүмән, һөйкөмлө генә кеше. Уны ниндәйҙер насар эшкә һәләтлелер, тип күҙ алдына килтереп булмай. Кейем-һалымы ла килешле генә. Яңы джинсы салбар, джемпер, куртка кейгән. Күлдәк яғаһы керләнмәгән, тимәк, ҡайҙалыр ҡағылып-һуғылып, йортһоҙ йәшәмәгән

Ни эштәр менән килеп сыҡҡан инегеҙ һуң? – тип һорап ҡуйҙым мин һүҙ булһын өсөн генә.

Һөйҙәһәң, оҙон ғына тарих килеп сыға инде, һеҙгә ҡыҙыҡ та булмаҫ.

Һис тә улай түгел. Һөйләшерҙәй кешем дә юҡ, был ауылда яңы ғына йәшәйем.

Бында инәйемдең бер туған апаһы йәшәй ине. Бабай менән генә торҙолар, балалары булманы. Бәләкәй саҡта йәй һайын килдем. “Беҙҙең донъя һиңә ҡала инде, улым”, тигән булалар ине. Егет булғас, юл төшмәне. Инәйем үлеп китте, атайым икенсе ҡатын алды. Тормошом үҙгәреп киткәс, шул Фазила әбейем иҫемә төштө. Ике лә уйҙамай, ошонда юл тоттом, был кеше элекке диалект менән һөйләшә. Урыҫ мәктәбендә уҡығанға шулайҙыр инде.

Танышайыҡ, булмаһа. Мин Сәрбиназ булам, ә һеҙ?

Беҙ Силәбе өлкәһендә ҙур булмаған ҡалала йәшәнек. Исемде заманса ҡушҡандар, йәнәһе лә. Юрий исемле башҡортмон. Бәләкәй саҡта Юрик тип йөрөттөләр. Аҙаҡ, аңлай төшкәс, ҡыйын булды. Урыҫтар беҙҙең исемде ҡушмайҙар бит.

Юрий икән Юрий, ярай инде. Аҙмы ни Алик, Радик, Эдик тигән исемдәр. Хатта Абрек тигәндәре осрай. Үҙ халҡыңды һанламау инде. Миңә Сәрбиназ тигән исемде олатайым ҡушҡан. Фронтта яраланғас, Сәрбиназ исемле шәфҡәт туташы үлемдән алып ҡалған. Татар ҡыҙы. Ниндәй юлдар ташланы был яҡҡа, Юрий?

Ҡалала, мин эшләгән предприятиела, эш хаҡы түләмәй башланылар. Элегерәк эшләп торған заводтар ябылған. Йә ҡатын эштәмәй. Ҡатын тигәндәй, үҙе бер башҡа тарих инде. Шунан таныш-тонош, иптәштәр аша белешеп, Себер яғына юл тоттом. Һөнәр күп минең: сварщик, водитель, тракторсы, крансы. Ҡайһыһына уҡып сыҡтым, ҡайһын үҙ аллы өйрәнеп, һынау тапшырып, документ алдым. Бик ярап ҡалды һөнәрҙәрем. Эштәгән ерҙә ҙур тракторға ултырттылар, юл төҙөйбөҙ. Эш хаҡы ла яҡшы. Йәшәү – сиған тормошо. Бер бөртөк ҡыҙыбыҙ бар. Аҡса ҡатын ҡулында. Тәүҙә ҡурсаҡтай кейенделәр. Йортта яҡшы мебель-фәлән алып ултырттыҡ. Эт эсенә һары май килешмәй, тиҙәр. Ҡатынға ла аҡса килешмәне – шашты. Ишеттереп торһалар ҙа, иғтибар итмәй маташтым. “Һин китһәң, йортоң притонға әйләнә, эсеү-типтереү башлана”,- тип һаман әйтеп торалар.

Ә бала?

Уны ҡәйнәгә алып барып ташлай икән. Ул да йыраҡ китмәгән – эсергә ярата.

Шундай ҡатындың ҡыҙына өйләндегеҙме?

Йәш саҡта кем ҡараған инде. Атаһы оҫта ҡуллы булған. Ҡыҙын кеше алдында кәмһетмәҫкә тырышҡан, Лираны матур кейендереп, теләгәнен алып биреп үҫтергән. Үҫмер саҡта кеше бүтәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырыша бит. Шуға күрә тәүҙән үк мин аңлап та етмәнем. Тышҡы ҡиәфәтенә алдандым.

Сибәр инеме ни?

О-о, сибәр, тип әйтеү генә аҙ. Әллә миңә шулай күрендеме? Кинолағы актрисаларҙан үҙ-үҙеңде тоторға, кейенергә, биҙәнергә өйрәндем, тигәйне бер ваҡыт. Йәш саҡтан уҡ, инәй әйтмешләй, боҙоҡ ине инде ул. Ғашиҡ саҡта һуҡыр булаһың. Эсмәй генә йөрөгәнендә уға тиң юҡ. Үҙе лә, өйө лә һүҙ тейгеһеҙ. Арыу ғына бешеренә лә. Берәй ай кеше кеүек йәшәһә, ялҡа. Мине күрә алмай башлай, талаша. Шунан, бының ваҡыты етте, тигән фекергә киләм. Төрлөсә албырғатырға тыршам. Аптырағас :”Эс әйҙә, әммә өйҙә генә ят”, тим. Юҡ, аҙғын кәнтәй кеүек юҡҡа сыға. Иң түбәндәр, юлдан яҙғандар менән йөрөмәһә, күңеле булмай. Шунан хәле бөтөп, тупһаға килеп йығыла. Өйгә һөйрәп индерәм, ваннаға һалам. Сәс-башын тәртипкә килтерә, яҡшы кейемдәрен кейә, биҙәнә-төҙәнә. Өс көндән яңынан нәфис туташҡа әйләнә.

Ә бала ни эшләй?

Башта инәй ҡараны. Аҙаҡ, ул үлгәс, Лираның тәртипһеҙ әсәһенә ебәрәһе килмәне. Ишеккә ҡаршы йәшәгән Маша әбей ҡараша ине. Балалары йыраҡта, үҙе сәләмәт кенә ҡарсыҡ. Роза ҡыҙыма әкиәтен һөйләй, сәсен үрә.

Үҙ күҙем менән күргәс, тигәйнең, – мин төпсөнөүемде белдем.

Элек йыйын бомждарҙы өйгә килтермәй ине әле. Һуңғы ҡайтыуҙа фатирға тулғандар. Йорт боҙоҡтар притонына әйләнгәйне.

Күкрәк көсөң менән тапҡан донъяң ҡала инде шулай, мин эстән генә үҙ яҙмышымды һыҡранып уйланым.

Ҡала инде. Йөрәгең һыҙҙауҙан ярылып барғанда донъя ҡайғыһымы ни?

Мин дә нәҡ һеҙ кисергәнде баштан үткәрҙем бит.

Яҙмыштарыбыҙ оҡшаш булғас, һүҙҙәр беректе, сәйнүк яңырҙы. Беҙ, Юрий менән, элекке таныштар һымаҡ, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәғәт төнгө өс етте. Күптән йоҡларға ваҡыт. Ҡасандыр икмәк мейесе булып, уны алып ташлаған урынға бәләкәй генә бүлмә эшләнгәйне. Бер үҙем генә булғас, шунда йоҡлап йөрөнөм. Әле был урынға Юрийҙы индерҙем дә үҙем йоҡо бүлмәһенә киттем. Көтөү иртәнге һигеҙҙә китә, шуға тиклем йоҡлап алырға кәрәк.

Аҙағы бар.

Автор:Тәскирә ДАЯНОВА.
Читайте нас: