Все новости
Литература
1 Февраля 2023, 10:48

Камиллыҡтың юҡмы сиктәре... (хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллина.

Камиллыҡтың юҡмы сиктәре...  (хикәйә)
Камиллыҡтың юҡмы сиктәре... (хикәйә)

 Көндөҙ ялтыраған ҡояш нурына ҡыйыҡтарҙан тамсы тамһа ла, эңер төшөүгә ярайһы уҡ һыуытты. Ҡышҡы селлә барыбер үҙенекен итә, һалҡын ҡосағы бер ҙә йылытмай, өшәндерә, тәндәрҙе сикәндерә.

Хәбирә әбей малдарын төнгөлөккә йылы ҡураларына бикләргә сыҡҡанда юл ыңғайы мунсаһын да инеп ҡараны, әле ҡыҙыуыраҡ, берәй сәғәттән әҙер булыр, иншалла, бабайы ҡайтыуына таман ғына. Бабайын иҫенә төшөргәс тә борсолоп ҡапҡаһынан сығып урам буйын бергилке ҡарап торҙо. Иртәрәк әле, күҙ бәйләнгәнсе башлаған эшен ташламай торған, унан күрше ауылдан ҡайтыуы ла байтаҡ ваҡытын алыр, һау йөрөһөн, ҡайтыр, тик өшөп-туңып бөткәндер инде, еле лә көн оҙоно әсе  булды, әйтәгүр.
Борсолоуы ла урынлы шул, урыҫ ауылына бер знакомына тракторының коробкаһын тиреп йүнәтергә китте, улар халҡы араҡыны һыу урынына эсеп өйрәнгән, ә  бабайының ауыҙына араҡыға ҡауырһын тығып һыпырып алыу ғына бурыс, унан китә торған үҙ яйына, ҡоротлап һурпаһын эсереп, мунса төшөрөп,  саҡ айлы-көйлө итеп ала Хәбирә әбей.
Эсмәһә һин дә мин, яйына һыпырып, ыңғай һөйләһәң, унан уңған кеше юҡ, әбейгә мал-тыуарға сығырға кәрәкмәй, утын-бесәнгә мохтаж түгел. Тирә-йүндәгеләр техника менән дуҫ икәнлеген белеп ҡалдылар ҙа, хәҙер саҡыралар ауылдан ауылға, үҙе бармаһа, урам тултырып килтереп ултырталар, өсәү-дүртәү йыйылып китә ҡайһы ваҡытта.Тракторҙы йөрөтөүселәр күп тә, йүнәтеүселәре бына һирәк. Олоғайҙы инде ул да хәҙер, алтмышты үткәненә байтаҡ, һау йөрөһөн, эскән кеше бер айыға ул, үлгәндәр генә эсмәй ҙә, айыҡмай ҙа.
 Мал менән булашып, тирләгән арҡаһына һыуыҡ ел һуғыуын һиҙеп йәһәтләп өйөнә ыңғайланы, киске ашын әҙерләп ҡуйыр, унан бабайын мунсаға оҙатыр, һөйәгенә тиклем һыуыҡ үткәндер юғиһә.
 Өҫтәл тирәһендә булашып машина тауышын  ишетмәй ҡалған икән, соландан һөрлөгөшөп ингән кешеләргә дәһәйеп ҡараны Хәбирә әбей. Тракторын йүнәткән урыҫ иҫерек күренә, бабайы ла һәйбәт кенә һуҡҡан, мунсаға йәһәтләргә була ишек төбөнә ҡаршы килде. Араларында сибәр генә ҡатын да бар.
 Шаулап ингән урыҫ аяғын да сисмәй өҫтәл артына уҙҙы, һылыу ҡатын уға йәнәш кенә ултырғысты  шылдырып һыйынып ултырҙы, һаулыҡ һорашыу ҙа юҡ, ҡулдарын сайыуҙы ла оноттолар былар түгелме.
 Хәбирә әбейҙең аңшайып ҡалыуын күргән бабайы, өҫтәлде әҙерлә, тигәндәй ишара яһаны ла, ҡулйыуғыста ҡулын йыуа башланы.
 Йәһәтләп, аныһын-быныһын шылдырыштырып, сәй яһағансы өҫтәл артындағыларға күҙ һалыштырып ҡуя, бигерәк иркен ҡылана ла бынауы бисә, хатта бәйелһеҙләнә тип әйтергә  була, китсе, килешмәгәнде. Өҫтөнә кейгән яңы ҡиммәтле егеттәр курткаһының яурынбашы тирәһендә ус аяһындай тауары ирегән икән, еткән улы барҙыр, матурлап ямап ҡуйһа, өй араһында  кейерлек. Ваҡыты юҡтыр тегенергә, йәш күренә, эшләйҙер.
 Үҙенә хәбәр һөйләгән кешеләргә яуапһыҙ ҡалыуҙы әҙәпһеҙлек һанап, Хәбирә әбей ҙә һүҙгә ҡушылды.
  -Дочка штули, сисен, сәй эсербеҙ.
 - Нееее... Она подруга моя,  люблю я её, такая хорошая она, красавица моя...
  Ыстағафирулла тәүбә, ышҡылынып, ымы-йымы  йылмаңлап ултырыуынан уҡ тиген түгеллеген аңлағайны шул, ҡыҙыңмы тип һорауы ла шунан, быныһы бигерәк йәш тә, сибәр генә, тамылйып торған һылыу ҡатын.
 Бабайы өҫтәл өҫтөнә шыптыр  сумканан алып ҡиммәтле кәнфит, печеньелар һалды, һәйбәт араҡы сығарҙы. Алдан әҙерләнеп, һөйләшеп килешелгән эш булған икән, мунсаға нисек барыр инде быны эсһә? Хәбирә әбейҙең танауы төштө.
 Янында ултырған ҡыҙ  урыҫ кешеһенә закуска урыныналыр күрәһең - рюмкаһын эскән һайын бисәнең бит-муйынын үбә, тулы балтырҙарын һыйпап тотҡолай, бисмилла урынына һөйөү һүҙҙәрен ҡабатлай.
Хәбирә алдындағы рюмкаһын йотоп ҡуйған бабайына хәүефләнеп ҡараны, һыуыҡта көнө буйы тышта эшләгәнлектән йөҙө аҡлы-күкле булып тимгелләнеп киткән, эҫе мунсала сабынһа әллә.
  -Дети есть?- балаларын иҫенә төшөрһәң, тиҙерәк ҡуҙғалмаҫтармы, - Хәбирә әбей ҙә йәшәрен йәшәп шымарған шул, ҡатынға өндәшеүе, мәлһеҙ эскелек ойоштороп ултырғыһы килмәй ҙә.
  -Бар, дүртәү, олоһона егерме өс йәш инде.
  -Ыста, ату һиңә нисә йәш һуң, мин һинең үҙеңә егерме биш йәштер әле тиһәм.
   -Ҡырҡ дүрт миңә...
  Хәбирә әбейҙең был юлы ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Ирҙәр курткаһын сисеп иҙәнгә ырғытҡандан һуң күренгән нескә билгә, тумалаҡ, әммә йыуан түгел, янбашына, тулы батырҙарына, нәфис йөҙөнә һоҡланырлыҡ ине. Кейемдәре лә затлы, үҙен тотоуы ла нәзәкәтле, һауалы, янындағы ирҙең һырпаланыуына ымһындырғыс ҡына йылмая, ҡаштарын һикертә, ҡыланып ҡына ирендәрен бүлтәйтә. Яурын, ҡупшы сәстәр, үҙ матурлығының баһаһын белеп мәлендә һелкенеп ҡуялар, һәр хәрәкәтендә камиллыҡтың үҙе, ирҙәр күңелендә дәрт уятҡыс көс, нәфсеһен ҡуҙғытҡыс ялҡын бөркөлә,  юғары хистәргә әйҙәүсе  нурҙар сағыла.
Туң күңелле, һыуыҡ матурлыҡ бөркөлөп торғандарҙы ла күргәне булды Хәбирә әбей, уларҙан яһалма аҡыллылыҡ, үҙенән түбәндәгеләрҙе һанға һуҡмау аңҡып тора. Ҡунаҡ ҡатындың үҙен тотошо, ғәжәйеп ҡылансыҡ  һөйләшеүе тәкәббер булһа ла, һәр һүҙ араһында ҡыҫтырып ебәргән һүгенеү һүҙҙәре ирҙәр менән аралашыуҙы ябайлаштыра кеүек.
 -Үҙең масалка түгелһеңме әллә, - һүҙ барышында уның масал халҡына тартым һөйләшеү теле булмағанын аңғарҙы, масал халҡы үҙенсәлекле һөйләшә.
  -Юҡ, мин ҡала ҡыҙы, ауылға романтика эҙләп килдем, бында тәбиғәт матур, урман, һыу таҙа, эсеп туйғыһыҙ.
Төбөнә тоҙ ҡоймаһа Хәбирә әбей буламы, һылыу ҡатынға ярарға тырышып, уныһын-быныһын ҡабып ҡарарға өгөтләгән ирҙәрҙе бүлдереп һаман һорашыуы.
  -Ирең кем һуң, ҡайҙа эшләйһең, ҡаланы ташлап ауылға килгәс, һәйбәт урынға урынлашҡанһыңдыр. - Үҙенсә лесхоз тирәһендәлер, тип уйлауынан, ағас алтындан ҡиммәт, затлы кейемдә, ҡиммәтле машинала килеүенә ҡарағанда эш хаҡы юғарылыр, йә ағас менән булышалыр.
  -Профессиям юҡ минең, дүрт баламды тәрбиәләйем, эшләмәйем, оло улым ҡалалағы квартирамда йәшәй, колледжда уҡый, был ауылдағы өйөмдө ярҙамсыл, добрый кеше бүләк итте.
  -Һәйбәт кешегә нисек ярҙам итмәйһең, яйы тура килгәс, бөтә уңайлыҡтары булған өйҙө һатып алып бирҙем, миллион хәҙер аҡсамы, һөйөклө кешеңә бер ни ҙә йәл түгел.
  Етмеште үткән, әммә һаман пенсияла булыуына ҡарамаҫтан ағас менән булышҡан ирҙең һылыу ҡатындың татуировка төшөрөлгән беләген үбеүенә ерәнеп ҡараны Хәбирә әбей. Йыш ҡына иренән трактор-машиналарын йүнәттереп алған ирҙең ғаилә тарихын ишетә белә ине. Үҙе менән йәштәш, ҡарт ҡатыны өҫтөнән ауылында яңғыҙ ҡатынға йөрөүен ауылда һәр кем белә. Оло ҡатыны ла ҡул һелтәгән күрәһең, үҙенә теймәһә, булды тигәндер, юғиһә йәш сағында бик ыҙалатҡан тиҙәр. Ауыр тормош, сир ныҡ бөккәндер, бер аҙ һылтыҡлап атлай, йөҙгә лә йәшенән күпкә ҡарт күренә. Икенсе ҡатын менән оҙаҡ йылдар аралашып йөрөһә лә, осраған- эләккәндәрҙе ашатлап үтмәй, тигәндәрен ишеткәне бар, тик миллионға өй һатып алып, ауылға килтереүе дөйә муйынынан да ҡырыныраҡ.
   -Алты ире лә йүнһеҙ булды, нисек рәнйетергә мөмкин ошо фәрештәне, йәлләп ауылға саҡырҙым. Беҙ бер аҙ эскәнгә үҙ машинаһында килтерергә ризалашты, изгелекле йән.
   -Эйе, бөтәһе лә кәзә тәкәһе кеүек булды минең ирҙәр, көнләштеләр, туҡмарға маташтылар, һарандар, бер йүнлеһе тап булманы. Бына Иваныч ихлас ярҙам итә, балаларымды мәктәпкә  ҡалаға алып барып кейендерҙе, утынын килтерә, ашарға хәстәрләй.
  Һүҙен дөрөҫләргә теләгәндәй, ҡарт иргә һыйынды, уныһы ике ҡулы менән бисәне ҡосаҡлап  түштәрен һәрмәне, муйынынан үпәсләне.
   Хәбирә әбей иҙерәп барған ҡартын йәһәтләне.
   -Һеҙ ултырығыҙ, беҙ мунсаға йыуынырға барып киләйек, унан һеҙ барырһығыҙ.
 Әбейҙең үҙенсә хәйләһе барып сыҡманы, йәш ҡатын ҡыуанып риза булды.
 -Барабыҙ бит, ҡәҙерлем, мин мунса яратам...
   Әммә бабай үҙенең дә мунсаһы яғылған икәнлеген иҫенә төшөрҙө, ҡайтырға йыйынды, тиҙерәк һылыу ҡатын менән икәүләп ҡалғыһы килгәнлеген аңғартты.
  Хәбирә әбей иркен тын алды, алсаҡ ҡына уларҙы йәһәтләп оҙата сыҡты, ихластан хушлашты.
 Өйгә ингәс тә бабайының йәмерәйгән йөҙөн күреп мунсаға йәһәтләй башланы. Тик ошоғаса ыңғай ғына  ултырған ҡарты тиҫкәреләнде лә ҡуйҙы.
     -Эштән һуң бер ял итеп ултырырға тейеш түгелме мин, ғүмер буйы үҙеңдең көйөңә бейеттең, ниңә минең ҡунаҡтарымды ҡайтарып ебәрҙең?
   Бәәәәй... Был үҙенән ун йәшкә өлкән кешенең йәш һөйәркәһе булыуына эсе көтөрләгән түгелме? Бәлки аҡсалы, бай булыуынан көнләшкәндер? Улай тиһәң, был урыҫты күптәнән белә, ғаилә хәлдәрен, балалар ҡайғыһын ауыр кисереүен һөйләгәне булды.
  -Йә, әйҙә мунсаға, сабынып сығырһың, өҫтөң дә мазутҡа буялған, алыштырырһың.
Ҡырҡыуыраҡ әйтте шикелле, бабайы бөтөнләй енләнеп китте.
  -Һин ғүмер буйы эшләп нимәгә өлгәштең, ана, йәшәй белгәндәр ҡиммәтле машинала йөрөйҙәр эшләмәһәләр ҙә, ҡалала ла квартиралары бар, ауылда ла теттереп йәшәйҙәр, һинең һымаҡ мал тип кенә йәшәмәйҙәр.
 Бына ҡайҙан сыға икән һаһыҡ еҫ, Хәбирә әбей ҙә көйҙө юғарыраҡтан алғандыр, түбәнерәккә төшөрөргә кәрәк, эскән кеше иҫерек кеше менән бер.
  -Әйҙә, әҙерһеңме,- тигән булды, яһалма тауыш менән тағы өҫтәне: - - Арҡаңдыыыыы сабырмын. - Үҙе шешәлә ҡалған араҡыны ситкәрәк шылдырҙы, бабайының йөгө еткән.
   Өндәшмәгән өйҙәй бәләнән ҡотолған, әлегә түҙергә тырышыр, өшөгәнлеген, арып ҡайтҡанлығын белә, иртәгә  ҡалғанын эшләп бөтөрөргә һөйләштеләр урыҫ менән, иртәнсәк тороуы ауыр булыр оло кешегә, йә һыуыҡ үткәрер.
  Мунсала эҫе ләүкәлә сабынған бабайы бер аҙ серемгә китте, тирләп бәҫһеҙ йоҡлаған бабайын ташлап сыҡмай байтаҡ көтөп ултырҙы әле Хәбирә әбей. Бергәләп йыуынып сыҡҡандан һуң ҡайтып йоҡлаған бабайы уянғансы сәй эсеп хәл алды, киске эштәрен бөтөрҙө.
    Карауатында ҡыштырлаған бабайының янына килеп сәй эсеп алырға өгөтләне, уянғас та шешә төбөн ҡараған бабайҙың кәйефе төштө.
   -Ҡалманымы бая?
   -Юҡ шул, эсеп бөттөгөҙ бит- шешә төбөндәген икенсе һауытҡа бушатҡанын әйтеп тормаҫ инде, үлән төнәтмәһенә бик ярап ҡалыр.
    -Әйҙә, тағы мунсаның тандырына барып ҡайтайыҡ, бая ҡыҙыуыраҡ булды әйтәгүр, рәхәтләнеп инеп булманы, һин дә өшөгәнһеңдер.
 Бабайының ҡыҙып киткәнен әлегә хәтеренә төшөрөргә кәрәкмәй, быны белә Хәбирә әбей.
  Икәүләп тағы мунсаға барып, миңлек теткеләнгәненсә сабындырҙы бабайын, тир менән араҡы зәхмәте сығыусан.
   Мунсанан алдан сыҡҡан бабайы Хәбирә әбей йыуынып ингәндә рәхәтләнеп йоҡлай ине, был иҫерек кешенең йоҡоһо түгел, эштән арып ҡайтҡан, тормошонан ҡәнәғәтлек кисергән бәһлеүән йоҡоһо.
 Байлыҡта йөҙөп йәшәмәнеләр, кешене яллап эштәрен эшләтмәнеләр, етешер-етешмәҫ йәшәһәләр ҙә, араларында хыянат булманы. Әле сәбәләнеп ярһыуы ла аңлашыла. Ниңә кемдер, артыҡ эшләмәһә лә, донъяның артына тибеп йәшәй, ғүмер буйы тырышһам да, муллыҡта йәшәп булмай, тиеүелер. Үҙенән күпкә ҡарт урыҫтың йәштәр менән типтергәнен күргәс, күңеле ҡытыҡланып та киткәндер. Үҙенсә шулай тип аҡлаған булды ҡарты йоҡлағас уйланғанда Хәбирә әбей. Һәр хәлдә, үҙҙәре аҡсаға ҡарағанда ғаилә ҡиммәтен өҫкә ҡуйҙылар, тоғролоҡ, намыҫ һаҡланды тормоштарында. Ирҙе һанлау, күтәремләү, терәк булырға тырышыу - тормош нигеҙе, алты иргә барып айырылып, уларҙан ниндәйҙер файҙа сығарыу башына ла инмәне.
    Иртән малдарын ҡарап эшкә йыйынған бабайына, көтмә, килмәйәсәк ул һинең урыҫың, тине Хәбирә әбей ҡырсынып.
    - Һин кисә нимә әйтергә уйлағайның миңә? Теге ҡатын кеүек, алты ирҙән файҙа килтергәнемде теләйһеңме, әллә берәүгә һөйәркә булайыммы алтмышты ашаҡлағанда?
    -Яңылыштым инде, эскәнмен ине лә, онот инде.
   - Юҡ инде, бер олонан, бер кесенән фәһем ал тигәндәр, ошоғаса үҙем өсөн йәшәмәгәнмен, бынан һуң минең һәр хеҙмәтем түләүле булыр, был үҙең ташлаған идея.
  - Теше төшмәйенсә ҡуймаҫ инде хәҙер.
    - Тештәрем күптән ҡойолоро ҡойолған инде, аҡыл ғына ултырмаған булған үҙемә, - Хәбирә әбейҙең дә теле әсе, уйынлы-ысынлы ҡоя ғына.
    - Көтмә лә, килмәйәсәк тә, минең һымаҡ ике тапҡыр мунсаға алып барып сабындырған тиһеңме һөйәркәһе уны бушлай, яталыр хәҙер араҡы шауҡымынан төнө буйы йоҡламаған көйө арып- талып. Ҡарт бисәһе ҡалалағы фатирына ҡасҡан, элек тәрбиәле булғандыр ҙа.
 Тракторын йәһәтләп йүнәттерергә тырышһа ла, килмәне бабайының эш биреүсеһе, төндө ҡыҙыу уҙғарғандыр.
  Үәәәәй... Замана, эштән кеше үлмәй, тырыштарға уңыш йылмайыр, тип үҫтерҙеләр ваҡытында, Хәбирә әбей ҙә ейәнсәрҙәренә шуны тыҡый. Улар  был тормоштоң ғәҙелһеҙлеген күрмәйҙәр тиһеңме, әле кисәге үҙ өйөңдә булған хәлдән һуң шаңҡып ултырғанда.
 Етеш йәшәгәндәрҙең дә өйҙәрендә һәммәһенең үҙ ҡайғылары баштан ашҡандыр, күптәренең балалары наркотик менән шаяра, күп аҡсаларын түгеп дауаларға тырышалар. Ейәндәренең быуынына иркен йәшәрлек аҡса туплағандар бар, ағас үҙҙәренең  ҡулында булғандар. Бында күңел байлығын, тәбиғәт матурлығын, йәшәйеш гармонияһын кем иҫкә ала, һәр кем үҙ яғын ҡайыра. Дөрөҫмө был, юҡмы? Ә юғарыраҡ китеп уйланһаң, һөйләһәң баш китерлек эштәр ҡылына, ә улар саф, бөйөк, дөрөҫлөк улар яғында.
Матур йәшәү, тормоштоң асылы үҙгәрҙеме әллә, киләһе быуынға нимә, нисек, ҡайһылай өйрәтергә?
Олоғайһаң, аҡылың камил булһын тигәндәр, ә камиллыҡтың, матурлыҡтың сиктәре ҡайҙа?..

Автор:
Читайте нас: