Все новости
Литература
25 Января 2023, 14:22

Бүре дуҫлығы (булған хәл)

Лена Шәйәхмәтова.

Бүре дуҫлығы (булған хәл)
Бүре дуҫлығы (булған хәл)
Ғәлим ағай, һәр көндәгесә, иртүк тороп мал-тыуарҙы ҡараны ла, Ҡашкар ҡушаматлы атын санаға егеп, фермаға эшкә барырға сыҡты. Ферма күрше ауылда, юл урман аша үтә. Ҡашҡары шәп ат, Ғәлим ағай уны тай сағынан үҙе өйрәтеп алды. Бына 5 йыл инде Ҡашҡар менән йәйен көтөү көтәләр, ҡышын һарайҙа малдарҙы ҡарайҙар.
Ете саҡрым юл урман эсенән үтә. Ҡыш иртән ҡараңғы, ҡар яҡтыһы ғына бар, әле яҡтыртмаған. Яйлап ҡына:
-На, малҡай, - тип, үҙ алдына ниндәйҙер йыр һуҙып китеп бара Ғалим ағай.

Ҡапыл Ҡашкар һиҫкәнеп туҡтап ҡалды. Ғәлим дә аптырап, ҡурҡып китте. Ҡараһа, уларҙың ҡаршыһында дүрт бүре баҫып тора. Ғәлим тиҙ генә үҙен ҡулға алды. Сананан төшөп, Ҡашҡарҙың башынан барып ҡосакланы.
-Ҡурҡма, малҡай, улар ҡырағай эттәр, беҙгә теймәйҙәр ул, - тигән булды. Ә үҙе күҙҙәре менән санала ятҡан һәнәген эҙләне.
Бүреләр яҡынлашҡандан-яҡынлашты....

Ғәлим ныҡ ҡурҡһа ла, күрһәтмәҫкә тырышты, боролоп, алда килгән баш бүренең күҙенә тура ҡараны. Бүре лә Ғәлим ағайға ҡараны. Күпмелер ваҡыт үткәс, баш бүре иптәштәренә әйләнеп, үҙҙәренең телендә ниҙер әйткән кеүек булды. Януарҙар, боролоп, килгән юлдары буйлап кире китте.
Был ни булды һуң? Дүрт ас бүре еңел генә, үҙҙәре үк ҡулға элләккән табышты ҡалдырып китте. Бәй, был бит уның дуҫы, бүреләр башлығы булды, ахыры, таныны, теймәне.
...Был хәл бынан биш йыл элек булғайны. Ғәлим ҡышын саңғы кейеп, арҡаһына рюкзагын аҫып, биленә балта ҡыҫтырып урманға утын әҙерләргә китте. Саңғыларын сисеп, рюкзагын ағасҡа элеп, балтаһын ҡулына алды ла ҡороған ағастарҙы йыға башланы.
Шул саҡ арттан кемдеңдер тура ҡарашын тойҙо. Боролоп ҡараһа, бүре тора. Ғәлим ҡурҡһа ла, тегенең күҙенә ҡараны. Бүре илай ине, үҙе эт һымаҡ олоп та ала. Ғәлим аптырап торғансы, бүре яҡын килеп, уның салбар балағынан тарта башланы. Ағай күп уйлап торманы, януарҙың артынан эйәрҙе. Күп тә барманылар, бер ҡыуаҡ төбөндә ҡапҡанға элләккән бүре балаһын күрҙе. Бына ни өсөн Ғәлимды саҡырған - балаһын ҡапҡандан ҡотҡарырға кәрәк икән!
Бүре, балаһы ҡапҡандан ҡотҡарылғас, тағы ла Ғәлимдың күҙенә тура итеп ҡараны ла, балаһын эйәртеп урманға кереп китте. Бына шул көндән бирле Ғәлимдың ысын дуҫы барлыҡҡа килде.
Былтыр шул дуҫы ҡыр сусҡаларынан аралап алып ҡалды, ә бына бөгөн ас иптәштәренән араланы.
Бүре - яуыз, ҡырағай хайуан, тиҙәр. Ә ысынында бүреләр аҡыллы, тоғро йәндәр. Улар бер ҡасан да дуҫлыҡҡа хыянат итмәй, үҙ балаһын ташламай.
Беҙгә, кешеләргә, уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә ҡала....
 
Автор:
Читайте нас: