Все новости
Литература
20 Января 2023, 12:10

Илаҡ ағастар

Тамара Ғәниева.

Илаҡ ағастар
Илаҡ ағастар

Нисек инде, ағастар ысынлап илаймы, тиерһегеҙ һеҙ. Башта мин үҙем дә ышанманым. Юҡ, мин йылға, диңгеҙ буйында үҫкән ялбыр талдарҙы әйтмәйем. Әйткәндәй, уларҙың илағанын кем күргәндер ҙә, кем ошондай исем таҡҡандыр? Хәйер, уғата моңһоу тәбиғәтле, баҫалҡы булғанға, гел генә баштарын һыуға эйеп ултырғанға шулай атағандарҙыр.
Ә миңә ысынлап та илай торған ағастар булыуы тураһында һөйләнеләр.
Класташтарымдың береһе сәйәхәт итергә ярата. Төрлө илдәрҙә йәшәүсе кешеләрҙең көнкүреше, ундағы тәбиғәт ҡыҙыҡһындыра уны. Донъяның әллә ниндәй, әллә ниндәй урындарын айҡап сыҡты. Һәр сәйәхәттән ҡабатланмаҫ тәьҫораттар менән ҡайта. Тропик илдәрҙә алыҫ-алыҫ утрауҙарҙа ла булғаны бар. Ағастар тураһында ғәжәп хәлде миңә ул һөйләне.
Бер саҡ Һиндостанда геолог дуҫтары менән джунглиға барып сыға ул. Бик оҙаҡ сәйәхәт итәләр. Төндәрен ағас башында ҡуналар. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, был ҡырағай урмандарҙа хәүеф артынан хәүеф һағалап ҡына тора.
Ана шундай төндәрҙең береһендә ыңғырашыу, сыйылдау, һыҙланыу тауыштары ишетеп уянып китә дуҫым. Хәл өҫтөндә ятҡан кеше ыңғырашыуына оҡшаған була ул тауыштар. Кем булыр икән был? Бындай төпкөлдә төнөн берәйһе бәләгә тарығанмы әллә? Ул шулай һөйләнеп, тынлыҡҡа ипләберәк ҡолаҡ һала. Әлеге өндәр яңынан ҡабатлана.
Ыңғырашҡан тауыш бер юғалып, берсә ҡабатланып тик тора. Дуҫым юлдаштарын уята. Улар ҙа хайран ҡала. Ут ҡабыҙып, тауыш биреп тә ҡарайҙар, яуап биреүсе юҡ. Шул саҡ геологтарҙың береһе ҡысҡырып ебәрә:
— Егеттәр, бамбук ағасы ыңғыраша!
— Нисек инде, кешесәме?
— Эйе, ишетәһегеҙме, минең яндағы ҙур бамбук ағасы ыңғыраша.— Ағасҡа яҡыныраҡ киләләр. Ысынлап та!
Баҡһаң, яңы ботаҡ үҫеп сығыр алдынан бамбуктар шундай ғәжәп тауыш сығара икән. Мине бик тә аптыратты был хәл. Ышанмай йөрөнөм. Аҙаҡ бер китапта ошоға оҡшаш бер күренеш тураһында уҡырға тура килде.
Тымыҡ океан утрауҙарының береһендә үҫеүсе сурайя тигән ағас, үҫә торғас, ыңғырашып ҡына ҡалмай, илап ебәрә икән. Сурайяның сәскәгә тумалған бөрөләре күҙен асҡанда үкһегән тауыштар ишетелеп ҡала.
Йә инде, баҡһаң, кеше генә донъяға илап тыумай икән дә.

Автор:
Читайте нас: