Все новости
Литература
18 Января 2023, 11:39

«УТЫН ҠЫРҠТЫМ ӨС АҒАС...» (хикәйә-хәтирә)

Риф Михтафов.

«УТЫН ҠЫРҠТЫМ ӨС АҒАС...» (хикәйә-хәтирә)
«УТЫН ҠЫРҠТЫМ ӨС АҒАС...» (хикәйә-хәтирә)

Яңыраҡ Хәйҙәрҙең тыуған көнө булды. Ай-һай, был ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек үтә лә китә икән. Ҡасан ғына әле йүгереп йөрөгән малай ине, ә бына хәҙер йәше менән дә, эше менән дә олпатланып өлгөргән ғалим, университет профессоры – хәйер, быны эш урынында үткәргән тантанала әйттеләр. Был турала уйлағаны һирәк, ә бына һуғыш йылдарына тура килгән бала сағын бик йыш иҫенә төшөрә ул.
Иртәгә яңы фатирына ауылдан туғандары, күршеләре йыйыласаҡ. Хәйҙәр ҙур табын ҡороп, тыуған көнөн билдәләү тураһында башына ла килтермәгәйне-килтереүен, баҡһаң, ҡатыны бөтәһен дә алдан уйлап, әҙерләп йөрөгән икән. Хәйҙәр ҡаршылашҡас, түңәрәк етмеш ғүмерҙә бер генә була ул, ауыҙынды ла асма, үткәрәбеҙ, тине лә ҡуйҙы.
Хәйҙәр, ҡатынының ҡылыҡ-ғәҙәттәрен яҡшы белгәнлектән:
– Ярай инде, дуҫ-туғандар менән ултырырға бер сәбәп булыр, тик һин, Шәмсиә, ҡара уны, тыуған көнө, яңы фатир, тимә, йәме, – тип ризалашып ҡуйҙы.
– Ярар, әйтмәм, әйтмәм, – тине лә Шәмсиә, ире эргәһенән кухняға сыҡҡас, серле йылмайып, үҙ эшенә тотоноп китте.
Хәйҙәр ошо һөйләшеүҙән һуң, туғандары, ауылдаштары менән күрешеү көнө яҡынлаған һайын, ниңәлер, алыҫлаша барған бала сағындағы ваҡиғаларҙы йышыраҡ хәтерләне, күңеленән уларҙы яңынан кисерҙе...
1945 йылдың 22 майы.
Ул көндө Хәйҙәрҙең кәйефе шәп ине. Тәйрүк йылғаһынан тотҡан бер шеш балыҡты өйҙәгеләргә тиҙерәк күрһәтеп, маҡтау һүҙе ишетергә уйлап, һыу буйынан ашҡынып ҡайтып, өйгә инде. Тик ишекте асып, тупһанан бер аҙым атлауы булды,  урындыҡ башында ултырған әсәһе:
– Балам, балаҡайым, ағайың... – тип ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, йәш аралаш өҙгөләнеп, һөйләнә-һөйләнә, сеңләп иларға тотондо. Ағас карауатта апаһы, мендәргә башын ҡаплап, дерелдәп ята.

– Балам... балаҡайым, бәхеткәйең булманы шул... Шатлығыңа етә алманың шул... Ҡәһәр һуҡҡыры Гитлер!..
Әсәһенең йән аянысы менән йөрәк төбөнән сыҡҡан әрнеүле һүҙҙәре Хәйҙәрҙең үҙәген яндырып төштө. Ул бөтәһен дә шунда уҡ төшөндө. Әсәһен ҡосаҡлап йыуатҡыһы, нимәлер әйткеһе килде. Тик үҙен кем йыуатһын. Хәйҙәр тышҡа атылды. Ике битенән дә сөбөрләгән бөрсөк-бөрсөк күҙ йәштәрен ҡул һырттары менән алмаш-тилмәш һөртә-һөртә, Арыҫлан йылғаһы аръяғындағы бейек тирәктәргә ҡарай йүгерҙе.
– Ағай... Ағай... – Тамағына килеп тығылған төйөр ошо һүҙҙе әйтергә ирек бирмәне.
Дауылға оҡшаш киҫкен ел сығыуҙан күтәрелеп осорҙай ярһыған тирәктәргә етеретмәҫтән, Хәйҙәр тау битендәге яҙҙың тәүге бәпкә үләндәренә йөҙтүбән аунап, балыҡ еҫе килгән ҡулдарына үлән -тупраҡ услап, буҫығып иларға тотондо.
Тик хәйләһеҙ Аҡтырнаҡ ҡына, бәләкәй хужаһының ҙур хәсрәтен уртаҡлашырға теләгәндәй, Хәйҙәрҙең әле аяҡтарына, әле сәстәренә ҡағылып-һуғылып тирә-яғында шыңшыны, баш осона ултырып өрҙө, хатта иркәләнеп-шаярып та
ҡараны...
Ус аяһындай ҡағыҙҙағы ҡара хәбәр дөрөҫ ине. Ағаһының: «Туғаным, фашистарҙың муйынын бороп бөтөрөп киләбеҙ инде. Оҙаҡламай бөтөнләйгә һеҙҙең янға ҡайтам. Ҡармаҡтар әҙерлә, таңда өсәүләп (мотлаҡ Аҡтырнаҡты ла эйәртеп) Тәйрүккә барырбыҙ. Беҙ тотҡан балыҡтарҙы әсәйемдәр ашап та бөтөрә алмаҫ», – тигән яҡты хыялы һандыҡ төбөндәге өсмөйөшлө хатта ғына ҡалды. Тик Аҡтырнаҡ ҡына таң ҡыйылып килгән мәлдәрҙә, өй нигеҙенә баҫып, өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, көтөгөҙ, тигәндәй:
– Һау!.. һау!.. – тип өрөп-ярһып ҡуя торғайны.
Ә өйҙәгеләрҙең өмөтө хәҙер икенсе берәүҙә ине. Өмөт аҡланды. Нәҡ бер йыл үтеүгә, ҡара болот ҡаплаған өйҙә, гүйә, ҡояш ҡалҡты – Хәйҙәрҙең атаһы ҡайтты. Аяуһыҙ һуғыштың тәүге көндәренән үк яуға китеп, тимер-томорҙан, фляга һәм һалдат шөкәрәһенән башҡа нәмә тотмаған яугир ирекәйҙең һөйәлле ҡулдары Хәйҙәрҙең башынан йомшаҡ ҡына итеп һыйпағанда, моғайын, донъяла уларҙан да бәхетле кеше булмағандыр.
Ә теге... төнгө осрашыуҙы хәтерҙән сығарырлыҡмы ни?! Әле лә яйы килгәндә иҫкә төшөрөп, көлөшөп алалар.
...Буранбай хәбәрһеҙ-ниһеҙ генә төнләтеп ҡайтҡайны. Әҙ генә өн-тауышҡа һиҙгер Аҡтырнаҡ һалдат өй ҡапҡаһына етер-етмәҫтән абалап-ярһып сыҡҡайны ла, таныш тауыш менән иркәләп әйтелгән исемен ишетеп, урынында ҡатып ҡалды. Хужаһы тағы өндәште: шул саҡ Аҡтырнаҡ, осоп барып, ағайҙың аяғы аҫтын да ураланып, ул һуҙған икмәкте лә ҡабырға ла онотоп, хужаһының ҡулдарын яларға ынтылды. Үҙе туҡтауһыҙ шыңшый ине.
Ағай ҙур усы менән күҙ йәштәрен бер генә һөрттө лә, урам ҡапҡаһын шар асып, өйгә яҡынланы. Йоҡа таҡталарҙан ғына икегә бүленгән өйҙөң түр тәҙрәһенә үрелеп ҡараны. Түрьяҡта Хәйҙәрҙән башҡа бер кем юҡ ине. Буранбай ағай һуғыш башлағанда өсө лә тулыр-тулмаҫ ҡалған малайының ябыҡ кәүҙәһенә, оҙон муйынына, ябыҡ ҡулдарына ҡарап торҙо. Өйҙөң теге яғынан берәү ҙә сыҡманы.
Хәйҙәр иһә ниндәйҙер йырҙы ихлас көйләп, телен аҙ ғына ауыҙынан сығара тешләп, мөкиббән китеп, сыбыртҡы үреүен белде...
Шул хәлдә ағаҡай күпме торор ине икән – билдәһеҙ, шатлыҡтан сабырһыҙланған Аҡтырнаҡ һыңҡылдап-шыңшып алды ла, тороғоҙ, сығығыҙ, хужабыҙ ҡайтты, тигән шикелле, алғы аяҡтарын йорт нигеҙе таштарына ҡуйып, ярһып-яр һып өрә башланы. Тауышҡа Хәйҙәр тәҙрәгә боролоп ҡараны. Атаһының йонсоған, йәшләнгән йөҙөн ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән малай ҡурҡыуынан артҡа сигенеп ҡуйҙы. Буранбайҙың: «Атайың!..» – тигән һүҙҙәрен ишетеүгә:
– Аталар! Аталар! – тип һөрән-ҡырҡыу һалды ла, әсәләре йоҡлаған яҡҡа сығып, тыпырсынырға тотондо.
Тауышҡа Сәғиҙә апай ырғып торҙо ла:
– Ни булды, балам, балам!? – тип ярһып, һорауына яуап та көтөп тормай, һә тигәнсе мейес аҫтынан үтмәҫ балта һөйрәп сығарып, түрьяҡ тәҙрәгә ташланды.
– Йә, кем ата минең баламды?! Батыр булғас, миңә ат, ҡара йөрәк!.. – тип тәҙрәне күкрәге менән ҡаплап барып баҫты.
Был мәлдә Буранбай берсә шатлығынан, берсә көтөлмәгәндә килеп сыҡҡан был хәлдән ни эшләргә лә белмәй, һаман бер һүҙҙе ҡабатланы:
– Атаһы, тип әйтәм бит! Атайығыҙ!.. – Шунда ул бар тауышына ҡысҡырып ебәрҙе: – Мин бит был, Сәғиҙә!!
Сәғиҙә апайҙың балтаһын, гүйә, һуғып төшөрҙөләр. Ул ике ҡулын йәйеп:
– Уй Алла, атайығыҙ ҡайтҡан бит, балаҡайҙарым! – тип ишеккә атылды.
Ҡурҡышынан юрғанына бер бәләкәй йомғаҡ хәтле генә булып йомарланған Хәлиҙә апаһы ырғып тороуға, мөйөшкә сумған Хәйҙәр ҙә, ҡурҡыу-ярһыуын онотоп, әсәһе артынан ишеккә ынтылды...
Тәүҙәрәк был ваҡиғаны Буранбай ағай иҫкә төшөрөргә яратты. Ә Хәйҙәр, бәләкәй саҡта был хәлде иҫенә төшөрһәләр, оялып ҡуйыр ине. Атаһы:
– Улым, һин теге саҡта ни тип йырлай инең, йә әле көйләп күрһәт, мин ул ваҡыт тәҙрә аша ишетә алманым, – тип шаяртһа, Хәйҙәр:
– Юҡ та, мин йырламаным, – тип баш тарта торғайны.
Хәҙер инде ауылға ҡайтҡанда был ваҡиғаны йыш ҡына үҙе лә хәтерләй. Тик йырҙың бер һүҙен генә үҙгәртеп йырлай:
Утын ҡырҡтым өс ағас,
Өсөһө лә йүкә ағас,
Атаҡайым ҡайтып төштө
Фашистарҙы туҡмағас.
Тыуған көнөндә, өй туйлауҙа ҡотлауҙар, уйын-көлкө лә, йыр-таҡмаҡтар ҙа аҙ булманы. Ләкин Хәйҙәр был мәлдә лә малай сағындағы йән тетрәткес ваҡиғаларҙы тағы ла бер тапҡыр хәтеренә төшөрҙө. Ағаһын юғалтыу ҡайғыһы, ябыҡ ҡына малайҙың иңдәренә оло хәсрәт күтәртеп, унан егет яһаһа, атаһы ҡайтыу бәхете индәренә бөркөт ҡанаттары үҫтереп, йәшәүҙең матур икәнлегенә ышандырып, тағы ла бер тапҡыр донъяға тыуҙырып аяҡҡа баҫтырҙы...
Шуларҙы уйлап, хис-тойғоларға үтә бирелеп, уйҙарынан арына алмай ултырған Хәйҙәр ике тиҫтә йылдар элек донъя ҡуйған атаһының тауышын ишетеүҙән терт итеп ҡалды, гүйә, йоҡоһонан уянып китте. Уға ҡаршы ултырған бер туған ҡустыһы: «Йәле, абзый, атайыбыҙ иҫтәлеге-рухына берәй йырыңды һүҙып ебәр»,– тигәс, шуны ғына көтөп ултырған кеше кеүек, ағаһы матур тауышы менән йыр башланы:
Утын ҡырҡтым өс ағас...
Йыр йыйылғандарҙың күңелен арбаны, уйландырҙы.
Асылда күҙ йәштәрен күрһәтергә бик һаран Хәйҙәр был юлы һөртмәне, улар биттәре буйлап аҡты, ә моң йөрәктәргә тамды...

Автор:
Читайте нас: