Все новости
Литература
17 Января 2023, 11:34

БАҘЫЯН СӘСКӘҺЕ (хикәйә)

Сәлимйән Бәҙретдинов. 

БАҘЫЯН СӘСКӘҺЕ (хикәйә)
БАҘЫЯН СӘСКӘҺЕ (хикәйә)

Fәҙелйәндең фатирына етмеш йәштәр тирәhендәге әбей килеп инде. Күпте күргәнгә, кисергәнгә оҡшай, борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Һылтыҡлап атлай, ләкин теремек, етеҙ хәрәкәтле. Төҫ-ҡиәфәтенән үк бик ҡыйыу, сая, үткер күренә.

Инергә мөмкинме? Республика гәзитенең үҙ хәбәрсеhе Fәҙелйән Бәшәров ошонда йәшәйме? — тип hораны ул.

Эйе, эйе. Рәхим итегеҙ, үтегеҙ!

Мин Хөсникамал апайың булам. Һине бик алсаҡ, игелекле, ярҙамсыл кеше тинеләр, балам. Ҡала комитетында ла, советында ла булдым, hис бер аңлау, булышлыҡ тапманым. Ҡайҙа ла — йыйын бюрократ. Өҫтәүенә кәмhетәләр, рәнйетәләр. Инде исем-шәрифемде ишетhәләр, бөтөнләй ҡабул итмәйҙәр. Нишләргә белмәй, урындағы гәзиттең баш мөхәрриренә ингәйнем. Апай, беҙ уларға буйhонабыҙ, ҡаршы hүҙ әйтә алмайбыҙ, ти. Шым ғына hеҙгә мөрәжәғәт итеү кәрәклеген әйтте, hеҙҙе үлтереп маҡтаны. Республика гәзитенең абруйы ла ҙур, йоғонтоhо ла көслө, тине. Шуға ла hуңғы өмөтөмдө бағлап, ярҙам итә алмаҫhығыҙмы тип, ҡайғы-хәсрәтемде сәсергә, эсемде бушатырға килдем.

Әйҙәгеҙ, минең эш бүлмәмә үтегеҙ, Хөсникамал апай. Бына ошо урындыҡҡа йәтешләп ултырығыҙ ҙа хәл-әхүәлегеҙҙе тәфсирләп hөйләгеҙ.

Хәләлем Ислам менән ғүмер баҡый Бөйҙөлә йәшәнек. Беләhегеҙ инде Бөйҙөнө, Юшалы ҡалаhынан ун биш саҡырымда ғына. Матур, күңелгә хуш ауыл. Шунда тыуып үҫеп, шул ерҙең hыуын эсеп, тәғәмен ашап, буй еткерҙек, Ислам менән ғаилә ҡорҙоҡ. Йәш саҡ — дәртле, көслө саҡ. Ат менән бүрәнә ташып, өй hалып керҙек. Ҡотло ғына, имен генә йәшәй башланыҡ тигәндә, ҡәhәрле hуғыш сыҡты. Исламымды фронтҡа алып киттеләр. Мин ал-ял белмәй көнө-төнө алтын приискыhында эшләнем, шахта емерелеп, аяғымды имгәттем, гөлдәй, hыуhылыуҙай сағымда зәғифләнеп, аҡhаҡҡа әйләндем. Уйлайым да илайым. Мәйтәм, ирем hуғыштан иҫән-hау ҡайтhа, мине яратмаҫ микән...

Күңеле тулып, апайҙың күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәре тамды. Fәҙелйәнгә лә ҡыйын булып китте. Төҫө-буйы камил йәш ҡатын имгәнеүен бик ауыр кисергәндер, күрәhең. Ҡапыл тормош hүнгәндәй тойолғандыр. Ярай әле ихтыярҙары hынмаған, рухтары зәғифләнмәгән. Хөсникамал апай тәрән hулыш алып hүҙен дауам итте:

Эй, беҙ күргәндәр!.. Иҫләhәң, әле лә тән сымырҙап китә. Йәндәй күргән туғандарыбыҙҙың фронттан бер-бер артлы үлем хәбәрҙәре килде. Ҡара ҡайғынан инәйҙәр, йәп-йәш кенә ҡатындар hушhыҙ булды. Исламым ҡайтып төшкәс, үҙем дә әллә нишләнем: hыу hөлөгө hымаҡ ир тире лә hөйәк ҡалған, сыҡмаған йәне генә бар. Бер ҡулы юҡ... Мина өҙөп алған, ярсыҡтары тәнен дә ҡаты йәрәхәтләгән. Минең кеүек Ислам да өҙгөләнгән, ғәрип килеш кәләшемә нисек күренермен тип. Йәш аралаш иремде йыуатам: hылыу hылыу күренмәй, hөйгән hылыу күренә. Көйләп, бәпәй бәпләгәндәй, hағышымды, наҙымды йыр менән белдерәм.

Ошо йырығыҙ әле лә иҫегеҙҙәме?

Ул мәңгегә күңелгә уйылған, hис ҡасан онотолмай:

Алтын ғына балдаҡ, ай, ҡойҙорҙом,

Берәүгә лә түгел — үҙемә.

Көндөҙ генә ҡояш, кисен айҙай

Күренәhең, йәнем, күҙемә.

 

Баҡсаларҙа баҙыян, ай, сәскәhе,

Башҡынаhын турғай өҙмәhен.

Иҫән генә булhаҡ, беҙ йәшәрбеҙ,

Өмөтөңдө, йәнем, өҙмә hин!

Бына ошолай көйләп, hуғыш туңдырған йәнен иретеп, көн hайын тигәндәй мунса төшөрөп, үлән менән имләп, hөт-ҡаймаҡ, сей йомортҡа эсереп, тәрбиәләп, кеше итеп алдым. «Сулаҡмын» тип бәлә hалманы Исламым, эшен бөтә тән ағзаhы теүәл кешеләрҙән да hәйбәтерәк, камилыраҡ башҡарҙы. Ҡайhы саҡта уны йәлләп, күберәк ял итергә өндәhәм, сәмләнеп:

Хөсникамалым, мин сит яҡтарҙа ятып ҡалған яуҙаштарымдың рухы өсөн дә тырышырға, бәхетле, ырыҫлы йәшәргә тейеш, — ти.

Эйе, татыу, күркәм йәшәнек беҙ, биш бала үҫтерҙек, яңынан өй hалып индек. Ислам уны әкиәт hарайы hымаҡ яhап ҡуйҙы, бар халыҡ hоҡланып уҙа ине. Баҡсабыҙ ҙа ожмах баҡсаhылай: төрлө-төрлө ағас, еләк-емеш үҫә, ҡоштары сутылдап hайрап тора, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ғәм белмәй уйнай. Ислам әйтә: «Фронтта саҡта уйлай торғайным, hуғыш тамуғынан ил-йортҡа иҫән-hау ҡайтhам, ғүмерҙең ҡәҙерен белермен, баҡса үҫтерермен, донъямды гөл hымаҡ итермен, бала бағырмын, йәшәүҙе шатлыҡҡа күмермен тип. Маҡсатыма, хатта ҡарттай булыу, ейән-ейәнсәрҙәр hөйөү ҡыуанысына ирештем. Хөсникамал, бәхет бит был, әйтеп бөтөргөhөҙ бәхет!..» Йәшәлмәгән йылдар ҙа алда шулай бәхетле дауам итер hымаҡ ине. Мәгәр донъяның шатлығынан ҡайғыhы күберәк икән.

Нимә булды? Кемдәр ҡыуаныстан мәхрүм итте hуң, Хөсникамал апай?

Бәғерhеҙ, кешелекhеҙ түрәләр, улым. Бөйҙөлә Юшалы тау байыҡтырыу комбинатының ярҙамсы хужалығын астылар. Һыйыр, сусҡа фермалары, теплицалар төҙөнөләр. Ситтән эшкә байтаҡ кеше күсеп килде. Коттеждар hалдылар, асфальт түшәнеләр. Комбинат директоры Бөйҙөнө үҙ фамилияhы менән атап, уйынлы-ысынлы Беляевка тип йөрөтә башланы. Төҙөлөш дауам итте. Бер көн мине ярҙамсы хужалыҡ идараhы йортона саҡырҙылар. Хужалыҡ директоры ултыра. Комбинаттың төҙөлөш идаралығы башлығы, ҡаланың баш архитекторы, тағы бер нисә кеше килгән.

Хөсникамал Хәмитовна, — тип өндәште баш архитектор. — Бөйҙөнөң үҫеш планы буйынса hеҙҙең hәм күршеләрегеҙҙең йорт урындарында социаль-көнкүреш комплексы төҙөләсәк. Ошо көндәрҙә генә Юшалы ҡалаhында яңы торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылды. Һеҙгә бөтә уңайлыҡтары булған бер бүлмәле фатир тәҡдим итәбеҙ. Яйы сыҡҡанда — ризалашығыҙ!

Көтөлмәгән хәбәрҙән мин тәүҙә шаңҡып ҡалдым. Бер аҙ ултырғас ҡына телгә килдем:

Fүмер буйы йәшәгән еремдән мин бер ҡайҙа ла күсеп китмәйем. Ҡартым Бөйөк Ватан hуғышы инвалиды. Әле ауырып түшәктә ята. «Һайт» тигәнгә «тайт» тип торорға беҙ ун ете йәштә түгел. Шунан hуң үҫеш планын төҙөр алдынан ниңә халыҡ менән кәңәшләшмәнегеҙ? Хәҙер ҡапыл-ҡара йортобоҙҙо туҙҙырмаҡсыhығыҙ. Комплекс hалырға ер бөткәнме? Үҙ ихтыяжығыҙҙы барыhынан да өҫтөн ҡуяhығыҙ! Оятығыҙ, иманығыҙ ҡайҙа?..

Хөсникамал апай, шундуҡ ҡыра hуҡма әле, — тип hүҙгә ҡушылды хужалыҡ директоры. — Олоғайған көнөгөҙҙә ҡалаға күсеү күпкә отошлораҡ, унда бөтәhе лә яйлы. Ислам ағайҙың hаулығы ла насар. Дауахана иhә йәнәштә.

Бәлки, шулайҙыр ҙа. Мәгәр хәләл көсөбөҙ менән бөтә ғүмер буйы йыйған донъяны бер нисә көндә пыран-заран итеп сығып китергә беҙ әле аҡылдан яҙмаған. Дүрт бүлмәле ҙур өйҙө, ҡаралтыларҙы, мунсаны, йәннәт кеүек баҡсаны бер таш бүлмәгә алмаштырырға беҙ диуанамы ни? Тереләй тунарға итәhегеҙме?.. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ килеп тора, урын иркен, барыhына ла етә. Мал-тыуарыбыҙ, ҡош-ҡортобоҙ ризыҡ эйеп тора. Мин Исламымды ауыл hөтөнән, тәғәменән айыра алмайым. Беҙ ҡалала йәшәргә яраҡлашмаған. Барhам, бер көндә ялҡып, арманhыҙ булып арып, ауырып ҡайтам.

Баҡсағыҙҙың, мунсағыҙҙың хаҡын хужалыҡ түләр. Мөмкинлек булыу менән ике бүлмәле фатир бирербеҙ.

Ҡуй-ҡуй, өгөтләмәгеҙ ҙә. Ни генә тиhәгеҙ ҙә, вәғәҙә итhәгеҙ ҙә ҡуҙғала торғаныбыҙ юҡ! — Шулай тип идаранан сығып киттем.

Күршеләребеҙҙе күндерҙеләр. Ихаталарын ватып-емереп, гөрөп, ҡом, ҡырсынташ, кирбес, бетон килтереп ауҙарҙылар. Йорт-ҡурабыҙ, баҡсабыҙ саңға сумды. Тын алырлыҡ та, кер йыуып элерлек тә түгел. Беҙгә йәшәргә мөрхәт, рәхәтлек ҡалманы. Бер көн Исламым ауыр көрhөнөп:

Хөсникамал, донъяның бынау «ҡашҡа тәкәләре» хәл иткәстәре, барыбер үҙҙәренсә эшләрҙәр. Үҙең беләhең бит инде, беҙҙә түрәләрҙең hүҙе hүҙ, ни әйтhә, шул төҙ, ҡаршылашып бер ни ҡыла алмабыҙ, hаулығыбыҙҙы тағы ла нығырак ҡаҡшатырбыҙ. Буйhонайыҡ, беҙ күрмәгәнде күреп күнеккән бит инде, — тине. — Тик ауылдағы hымаҡ тышҡа сығып, саф hауа hулап, үҙем үҫтергән баҡса менән хозурланып, ҡоштар моңон тыңлап ултыра алмам инде, ҡаттан ҡатка күтәрелергә хәлем хөрт. Ҡәрҙәштәрем дә: «Эй туған, түрәләрҙе тиргәп, ғәҙеллекте ҡайҙан табырhың. Хәҙер уларҙа иман юҡ, ҡаршылашҡандарҙы аяҡ аҫтарына hалып тапай», — тип, артабан да баш бирмәүҙән дүндерҙеләр. Һис кенә теләмәhәм дә, яман түрә йән алыр тип, ниhайәт, күсергә ризалаштым. Әлбиттә, тегеләр ҡыуанды. Бына шулай үҙ ихтыярыбыҙҙан тыш Юшалыға барып йәшәй башланыҡ. Ҡала мөхите, тынды ҡыҫыр таш йорт ҡартыма килешмәне, ауырыуы көсәйҙе. Исламым инде өс йыл түшәктә ята, хәжәте аҫтында. Оло кешегә ғүмер буйы йәшәгән еренән айырылыуҙың психологик йоғонтоhо ла үтә ауыр булғандыр инде. Хәлемдән килгәнсә күңелен йыуатам, аҫтын-өҫтөн өҙлөкhөҙ йыуам, таҙартам. Бәҙрәфкә сыҡмағас, еҫ тә сығып китә. Айырыуса Мейәстә, Силәбелә, Ырымбурҙа йәшәгән балалар ҡайтҡанда ҡыйын. Бер бүлмә — бер бүлмә инде. Ике бүлмәле фатир бирмәнеләр, алданылар ҡороп ҡалғырҙар. Йәнәhе, беҙ икәү генә, закон буйынса ике бүлмәле фатир тейеш түгел. Ҡала хакимиәте башлығы Яманhаринға барҙым, хәлде hөйләп бирҙем.

Бабайым, Бөйөк Ватан hуғышы инвалиды, түшәктә ята, хәжәте аҫтында, тынсыу, — тим.

Әйтhәң, кеше ышанмаҫ:

Күп ашатма, күп эсермә, ыштанhыҙ hалып ҡуй, таҙартыуы еңелерәк булыр, — ти йөҙө ҡара. Саҡ битенә төкөрмәнем. Үҙен ашатмаҫ, эсермәҫ кәрәк ине уның. Сиртhәң ҡаны атылырҙай булып ултыра.

Ҡала дауаханаhының врач консультацияhы комиссияhына мөрәжәғәт итеп ҡараманығыҙмы, Хөсникамал апай?

Иттем, иттем! Итмәгән ҡайҙа ул? Килделәр, ҡаранылар, тик ҡыуандырманылар: «Ауырыуы өҫтәмә торлаҡ майҙаны бүлеү исемлегендә юҡ», — тинеләр.

Хәстә булып ятhа ла, Исламым барыhын да аңлап ята. Бер көн үтә лә асырғанып әйтә:

Һуғышта дошман минаhы тәнемде телде, инде үҙ ил-йортомда хаяhыҙ түрәләрҙең рәхимhеҙлеге йәнемде ҡыя...

«Мөмкинлек булыу менән ике бүлмәле фатир бирербеҙ. Ризалашығыҙ!» — тип бына шулай hемәйттеләр, улым. Бөйөк Ватан hуғышы инвалидын, ил азатлығы өсөн ҡан ҡойоп, ҡулын ҡалдырып ҡайтҡан кешене hемәйттеләр. Хаҡлыҡ, ғәҙеллек эҙләп, тәҡәтем ҡороп, өс йыл йүгерәм. Ләкин табалмайым.

Хаҡлыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ, беҙ уны мотлаҡ табырбыҙ, — тине Fәҙелйән. — Ә мин әле hеҙгә барып, Ислам ағайҙы күрәйем, уның хәлен беләйем.

* * *

Фатир бәләкәй булhа ла йыйнаҡ, бер нәмә лә туҙып, таралып ятмай. Йәштәрҙән бөхтәрәк, күркәмерәк йәшәй икән Хөсникамал апай. Ап-аҡ ябыулы карауатта йомшаҡ мендәргә сал сәсле башын hалып, Ислам ағай тып-тын ғына ята. Маңлайында — тормош, яҙмыш, hуғыш hалған тәрән hырҙар, күҙҙәрендә — бығаса hүрелмәгән яҡтылыҡ. Әммә хәрәкәтhеҙ ятыуҙан, көнгә сығып йөрөмәүҙән йөҙө hарғайып киткән. Fәҙелйән ауырыу менән баш эйеп иҫәнләште. Ислам ағайҙың ҡарашында: «Кем килде әле?» тигән hорау сағылды. Ҡарсығы төшөндөрөп биргәс, йәнләнеп китеп, ҡалҡынып маташты. Күрәhең, күңеле кеше күрергә, аралашырға зарығып ята, тик тәненең ҡөҙрәте генә юҡ. Булhа, талпынып тороп ултырыр, хатта тышҡа атлығыр ине.

Түшәктә хәстә булып ятҡан кешене ҡарауҙың ауырлығын башына төшкәндәр генә белә. Өс ай түгел, өс йыл биләүҙәге бәпес кеүек бәпләйем. Арыйым да, талам да, мәгәр әүәлгенән дә яҡшыраҡ итеп тәрбиәләйем. Үҙемдең ҡушым, ғүмерлек юлдашым бит! Ә теге иманhыҙ Яманhарин «Ыштанhыҙ hалып ҡуй», — ти. Бына, ҡара, улым, түшәге тап-таҙа. — Хөсникамал апай hаҡ ҡына ҡартының мендәр-юрғанын ипләне, инәй наҙы менән ҡулдарынан hыйпаны. Ислам ағайҙың күҙенән мөлдөрәп ысыҡтай йәш hығылып сыҡты.

Хужабикә Fәҙелйәнгә полиэтилен пакет эсенә ҡәҙерләп hалып ҡуйған документтарҙы, карточкаларҙы күрhәтте Фотола — гимнастеркаhына орден-миҙалдар таҡҡан, дошмандан илен ҡурсалаған тау батырындай ҡаhарман ир. Йәш, көслө, ҡөҙрәтле!.. Fәҙелйән уйға ҡалды. Ауыр йәрәхәттәрҙән оҙаҡ интегеп, инде олоғайып, кеше көнөнә ҡалған уҙаман тураhында бәғзе йорт-ил башлыҡтары ниңә тейешле хәстәр күрмәй, ниңә уның уңайлы, хәсрәтhеҙ көнитмешен ҡайғыртмай? Ә Яманhарин кеүектәр әҙәмсә мөғәмәлә лә итмәй. Ниңә түрәләр кешегә татлы, илгә затлы түгел? Ниңә яуыздарға яу, яҡшылыҡҡа юл асмайбыҙ? Fәҙелйәндең уйҙарын Хөсникамал апайҙың яғымлы тауышы бүлде:

Улым, бығаса фатирға килеп, бабайымдың хәл-торошон белгән кеше юҡ ине. Әле hин килгәс, йәнем иреп, кәйефем күтәрелеп китте.

Икенсе бер фотола Ислам ағай hирәк осрай торған үҫемлек янында төшкән. Йыла япраҡлы, оҙон, төҙ hабаҡлы...

Был ниндәй үҫемлек Хөсникамал апай? — тип hораны Fәҙелйән.

Мин «Баҡсаларҙа баҙыян, ай, сәскәhе, башҡынаhын турғай өҙмәhен...» — тип йырлағас, Ислам ағайың баҙыян сәскәhен баҡсабыҙҙа үҫтерҙе. Ал, алhыу күк сәскә ата ул, еҫе аңҡып тора.

Һарғылт сәскәле баҙыян ағасы ла бар. Шул ағастан борон баҙыян тәгәстәр, сеүәтәләр, ҡалаҡтар яhағандарын беләм. Һәр төрлө лә ағас күп булыр, баҙыяндай ағас була алмаҫ, тигәндәр.

Кем белә, йырҙа, бәлки, көньяҡта үҫкән мәңге йәшел баҙыян ағасы телгә алыналыр? Уның еҫле май биргән емеше лә билдәле. Инәйҙәр: «Йөрәгемдең яныуына hибәм баҙыян майҙар», — тип йырлай торғайны. Был иhә беҙҙең яҡта үҫкән баҙыян үләне, улым.

Бик күркәм, сәсәге матур!

Шулай за hуң. Әммә хуш еҫле розаның да hабағы сәнскәк! Шуның кеүек баҙыян сәскәhенең дә әүрәткес гүзәллеге мәкерле.

Нисек инде мәкерле?

Баҙыян сәскәләнгәс, Ислам ағайың сәскәләрен hыйпаған икән, усын, бармаҡтарын ауыртҡансы бешергән. Аптырап, мәктәпкә барып, биолог менән hөйләшкәйне, ул: «Эҫе көндө баҙыяндан hаҡ булығыҙ, ағыулы майҙар бүлеп сығара», — тигән. Әллә шуға йырҙа: «Башҡынаhын турғай өҙмәhен», — тиелә микән?..

Матур ҙа, ғәжәп тә, яуыз да икән баҙыян сәскәhе! Эҫе көндө Ислам ағай хайран ҡалған — баҙыян өҫтөндә hауа күҙгә күренеп тирбәлеп, таралып тора... Был ни ғиллә тип, шырпы hыҙhа — сирень төҫлө ут-ялҡын ҡабынған! Тик үҫемлеккә бер ни булмаған — өтөлмәгән дә, көймәгән дә! Дерелдәп, тирбәлеп торғаны — үҫемлектән күп бүленеп сыҡҡан тиҙ осоусан эфир майҙары икән...

* * *

Иртәгеhенә Fәҙелйән ҡала үҙәк дауаханаhына барҙы. Хеҙмәт эксперт комиссияhы рәйесе, табип Беляева кабинетында ине. Журналист танытмаhын күрhәтеп, килеү маҡсатын әйткәс, рәйес шкафынан ниндәй сир менән сирләүселәргә өҫтәмә торлаҡ майҙаны ҡаралғаны теркәлгән исемлекте Fәҙелйәндең алдына hалды. Байтаҡ сир теҙеп яҙылған, тип хәрәкәт итә алмай ятыу, оло хәжәт hәм бәүел тотмау ғына юҡ. Ҡат-ҡат ҡараhа ла — юҡ.

Булырға тейеш бит, тейеш! — тип үртәлде журналист. — Бәҙрәфкә барып хәжәт үтәй алмау, түшәктә бушаныу — ғәйәт ауыр, аяныс ауырыу бит!..

Ҡыҙғаныс, әлбиттә, — тине Беляева хушлашҡанда. — Әммә мин бер нисек тә ярҙам итә алмайым.

Fәҙелйән тәүге ҡаршылыҡтарҙан, юҡ-булмайҙарҙан бәлйерәп, төңөлөп ҡала торғандарҙан түгел. Әле лә ул дауахананан ниндәйҙер өмөт менән прокуратура йортона йүнәлде. Прокурор урынбаҫары Легковой hәр ваҡыттағыса алсаҡ йөҙ менән ҡаршыланы. Был hөнәр эйәләре ҡаты, ҡырыҫ, уҫал кешеләр кеүек. Легковой иhә бик мөләйем, кеселекле, оло йөрәкле. Шуға ла Fәҙелйән уны үҙ итә, шундай игелекле, мәрхәмәтле ир-егеттәр власть, хоҡуҡ hаҡлау органдарында күберәк эшләhә икән, тип асыҡтан-асыҡ әйтә. Fәҙелйән Хөсникамал апай, Ислам ағай менән булған хәлде прокурор урынбаҫарына йән әсенеп, асырғанып hөйләп бирҙе. Легковой ҙа тәьҫирләнде:

Дөрөҫ уйлайhың, был ауырыу исемлектә теркәлмәhә лә ниндәйҙер ҡарар булырға тейеш. Мин бер нисә көндән Өфөгә юлланам, мотлаҡ белешеп ҡайтырмын.

Өфөлә булып ҡайтты Легковой. Шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтмаhа ла, күңелдә ышаныс уятты. Утыҙынсы йылдар тирәhендә сыҡҡан, әле лә ғәмәлдә ҡалған ҡарар бар, тигәндәр, мәгәр уны табып бирә алмағандар. Тимәк, ғәҙеллеккә өлгәшеүгә лә өмөт бар.

Хөсникамал апай бик тә ныҡыш, тынғыhыҙ булып сыҡты, Fәҙелйәндең фатирына көн аралаш тигәндәй килеп торҙо. Бер көн икәүләп торлаҡ бүлеге инженерына барҙылар. Яу килгәндә илдең уртаhында булған, йәнен аямаған Ислам ағайға ҡәҙер-хөрмәт күрhәтелергә тейешлеген hөйләп, Fәҙелйән инженерҙың намыҫын уятмаҡсы итте. Ләкин тупаҫлығы бар булмышында сағылған, hөмhөрө ҡойолған был әҙәм менән hөйләшеүҙән фәтүә сыҡманы.

Йөрәге таштыр был ҡатындың, — тине урамға сыҡҡас, Хөсникамал апай. — Ямаҡтан яман, аламанан алама! Нисек ундайҙарҙы табалар ҙа дәрәжәле урынға ҡуялар? Аҡылға hыймай...

Күңеле тартмаhа ла, Fәҙелйән Хөсникамал апайҙы ҡала хакимиәте башлығы Яманhаринға әйҙәне. Алдан шуны белде: бығаса Яманhарин автотранспорт предприятиеhын бөлгөнлөккә төшөргән, коллектив ялыуҙан вазифаhынан бушатылған. Ошо эшкинмәгән кешене ниндәйҙер хикмәт менән юғарыраҡ үрләткәндәр — ҡала хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләгәндәр. Алйотлоҡ, башhыҙлыҡ бит... Әле Ислам ағай, Хөсникамал апай торлаҡ тураhында hүҙ ҡуҙғатҡас, уның йөҙө hытылды:

Республика гәзитенә барып еткән икән ул яhил ҡарсыҡ. Хет Мәскәүгә етhен, закон буйынса ике бүлмәле фатир бүлеү ҡаралмай. Инде нисә йыл буйы «Юҡ, юҡ, юҡ...» тибеҙ, hис кенә лә аңламай. Уның йомошо ғына йомошмо, беҙҙең башҡа эш юҡмы? — Башлыҡ ултырған урынында сыҙай алмай туҙынды.

Ниңә асыуланаhығыҙ, ярhыйhығыҙ? Ислам ағайҙа, Хөсникамал апайҙа түгел бит ғәйеп. Уларҙы Бөйҙөнән көсләп тигәндәй күсергәндәр, ике бүлмәле фатир вәғәҙә иткәндәр. Ә халыҡ аҡылынса, вәғәҙә — ярты иман, вәғәҙәhен боҙған башhыҙ ҡалған.

Ул ваҡытта мин хужа түгел инем. Кем вәғәҙә иткән, шул бирhен! Миңә нотоҡ уҡымағыҙ!

Был хакимиәт башлығының hүҙе түгел, иптәш Яманhарин. Власығыҙҙан файҙаланып, хандарса ҡыланып, өҫтәүенә оло кешеләрҙе рәнйеткәнhегеҙ.

Нисек рәнйеткән? Мин кеше рәнйеткәнем юҡ.

Хөсникамал апайға: «Бик ныҡ хәжәт итеп ятмаhын өсөн ҡартыңды күп ашатма, эсермә, ыштанhыҙ hалып ҡуй», — тигәнhегеҙ.

Әйтмәнем улай, алдаша ул ҡарсыҡ!

Кабинеттың ишеге асылыбыраҡ ҡалғайны. Хөсникамал апай hөйләшкәнде ишетеп ултырған, күрәhең. Ул утҡа бешкәндәй килеп инде:

Түрә башың менән нисек оялмайhың етмештән уҙған кешене алдаҡсылыҡта ғәйепләргә! Хоҙайҙан ҡурҡ! Тәүбә ит! Әтү хәҙер алҡымыңдан алам! — Хөсникамал апай зәhәрләнеп, башлыҡҡа йомолдо. Яманhарин ҡото осоп, ағарынып, артҡа сигенде, мәгәр йәhәт кенә иҫенә килеп, әүәлге ҡиәфәтенә инеп, кемлеген танытты:

Фатирҙы биреү-бирмәү барыбер минең ҡулда...

* * *

Яманhариндай үҙҙәрен эре, hауалы тотҡан, ябай кешеләрҙе тиңhенмәгән мин кемдәрҙе өҫтөн ҡалдырмаҫҡа, башлағанды ахырғаса еткерергә ҡарар итте Fәҙелйән. Хөсникамал апайға ла: «Булмай, эш сыҡмай», — тимәне. Тик үтә лә сетерекле мәсьәләне сисеү әмәлен нисек табырға? Өҫтәүенә бер нисә район, ҡала буйынса үҙ хәбәрсе булған Fәҙелйәндең мәшәҡәттәре хәтhеҙ, редакцияға яҙылған хаттар туҡтауhыҙ юлға саҡыра. Мин генә донъя тотҡаhы, мин генә әйткән дөрөҫ, тигән hуҡыр заттар менән айҡашып, көн артынан көн, ай артынан ай үтте. Бер көн иркенерәк hулыш алып, «Аргументы и факты» аҙналыҡ гәзитен ентекләп уҡып ултырғанда, Fәҙелйәндең башына шәп фекер килде. Күпме кеше үҙҙәрен борсоған hорауға төплө яуап ала гәзиттән. Ниңә был хаҡта элегерәк уйламаған?.. Fәҙелйән шунда уҡ редакцияға хат яҙып hалды. Яуап көтә-көтә көтөк булды.

Иҙел башынан ҡайтҡас, сәй ҙә эсеп тормай, шаршамбы көн килгән «Аргументы и факты»ға йомолдо hәм ҡыуанысынан ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:

Өфө, Силәбе

Беште ҡурай еләге...

Билдәле юрист аныҡ яуап биргән: «1928 йылғы ҡарар буйынса тәбиғи хәжәт, бәүел тотмаған ауырыуҙарға өҫтәмә торлаҡ майҙаны бүленә. Ҡарар хәҙергәсә үҙ көсөндә ҡала». Бик яҡшы! Әҙәм заты ер йөҙөндә йәшәгән хәтле үҙ көсөндә ҡалырға тейешле ҡарар был! Гәзитте әләм итеп, Fәҙелйән прокурор ярҙамсыhы Легковойға ла, врач-хеҙмәт эксперт комиссияhы рәйесе Беляеваға ла барҙы. Улар баш ҡалаға шылтыратып, кәңәшләшеп, ҡарарға буйhондо. Хакимиәт башлығы Яманhариндың кирелгән кикреге төштө.

* * *

Бөйөк Еңеү көнө яҡынлашҡан мәлдә Хөсникамал апай Fәҙелйән менән бергә хәтhеҙ оҙаҡ көтөп алған ҡыуанысын уртаҡлашты, ҡарты эргәhендә орсоҡтай өйөрөлдө:

Исламҡайым, ҡара әле, ҡара! Бына ике бүлмәле фатирға — ордер, бына — уның асҡыстары! Инде hинең дә, минең дә йәндәребеҙ тынысланыр, балаларыбыҙ килгәндә иркенерәк булыр...

Ислам ағай хәҙер hөйләшә алмай, ниҙер әйтергә теләген тойҙороп, ирендәре генә ҡыбырлай. Күҙҙәре лә мөлдөрәй. Һиҙелеп тора — уның да йәне ҡыуана...

Өсөнсө көндө кискә табан зыр-зыр итеп, телефон зырланы. Fәҙелйән яҙынып ултыра ине. Ниндәйҙер хафа тойғандай йөрәкhеп, трубканы күтәрҙе:

Исламым... Исламым... Ағайың... — тигән буҫыҡҡан өн-тауыш ишетелде. — Эй, Аллам, әйтерhең, яңы фатир биргәнде генә көтөп ятҡан...

Тән үә йән яраларынан hыҙланып ятҡан Исламын, ҡарт яугирҙе, Хөсникамал апай бар шартына килтереп, ҡәҙерләп ерләне. Һуңыраҡ hыҡтап, hамаҡлап та алды:

Донъя ыҙаларынан мәңгелек йортҡа йәне тынысланып китте. Миңә генә ҡыйын. Ай, ҡыйын!.. Ниңә Хоҙай Тәғәлә уны тағы бер аҙ йәшәтмәне икән, Ер-Инә ниңә ҡуйынына алырға ашыҡты икән?..

Бер аҙ күңеле баҫылғас, Хөсникамал апай балалар, ейән-ейәнсәрҙәре менән ике бүлмәле фатирҙы ҡарарға барҙы. Ләкин ишекте аса алманылар, асҡыс яраманы. Ниндәйҙер этлек, хөсөтлөк тойоп, Хөсникамал апай Яманhариндың кабинетына атлығып тигәндәй үтте hәм осҡонло ҡараш менән уның күҙенә баҡты.

Эйе, фатирҙың йоҙағын алмаштырырға мин бойорҙом, — тине эске тантана менән хаким. — Ҡартың үлде. Ордерҙы кире тапшыр!..

Мә! Өнөң тығылhын, яhил! Инде hиңә Хоҙай үҙе хөкөм сығарыр, хөкөмнамә яҙыр. Миңә яңы фатир түгел, Исламымдың йән тыныслығы мөhим ине.

Хөсникамал апайҙың йәне йәнә әүәлгеләй әсенде. Исламының нәфрәтләнеп әйткәне тағы күңелендә сыңланы: «Һуғышта дошман минаhы тәнемде уйҙы, инде хаяhыҙ түрәләрҙең рәхимhеҙлеге йәнемде ҡыя».

Fәҙелйәндең дә йөрәге дарҫланы, хистәре ярhыны: «Ил азатлығы өсөн аяуhыҙ алышта hыҙғырып осҡан миналар, шартлатҡыс миналар күпме аҫыл, ғәйри ир-егетте hәләк итте, ҡулhыҙ, аяҡhыҙ ҡалдырып тилмертте. Шәфҡәтеҙлек миналарының ярсыҡтары тағы ла күпме изге йәнде яфалар икән был фани донъяла?»

* * *

Исламының ҡырҡына Fәҙелйәнде лә саҡырҙы Хөсникамал апай. Мәрхүмгә аят уҡытҡас, барыhына ла hаулыҡ, именлек теләне, айырыуса Fәҙелйәнгә оло рәхмәтен белдерҙе. Мәжлестән hуң өҫтәлгә биҙәкләп эшләнгән ҡумта килтереп ултыртты ла бер шәлкем килтереп сығарҙы. Был hулыған, кипкән баҙыян сәскәләре ине.

Юшалыға күсер алдынан Исламым: «Һин йырҙа йырлаған баҙыян сәскәләре саң, таш аҫтында ҡалмаhын», — тип, уларҙы үҙе яhаған ошо семәрле ҡумтаға hалып алды, — тине Хөсникамал апай иламhырап. — Ул үҫемлекте лә йәлләне, тик үҙен генә йәлләмәнеләр... Бер аҙ тын торғас, ҡороған баҙыян сәскәләренә бағып, үҙенсә hығымта яhаны:

Әүрәткәс баҙыян сәскәләре усты бешергән кеүек, ымhындырғыс ҡала фатиры ла беҙҙе көйҙөрҙө. Шул арҡала Исламым ваҡытынан алда китеп барҙы. Йәне рәнйемәhен, йәннәттә булhын инде. Һауаhы саф, hыуы таҙа йәнтөйәгендә оҙағыраҡ ғүмер кисерер ине...

Fәҙелйән иhә ҡыйын саҡтарҙы, туғандарының, дуҫтарының шатлыҡ-ҡайғыhын уртаҡлашҡанда, тормош дауам итә тип, Хөсникамал апайҙан отоп алған дәрт, илhам өҫтәр йырын йырлай:

Баҡсаларға баҙыян, ай, сәскәhе,

Башҡынаhын турғай өҙмәhен.

Иҫән генә булhаҡ, беҙ йәшәрбеҙ,

Өмөтөңдө hис тә өҙмә hин!

Автор:
Читайте нас: