Все новости
Литература
15 Декабря 2022, 15:04

АҪЫРАУ БАЛА (хикәйә)

Гөлдәр Кәлимуллин.

АҪЫРАУ БАЛА  (хикәйә)
АҪЫРАУ БАЛА (хикәйә)

Сәлим

-Эһ-һһ...
Ишекте асҡас та, алдындағы күренештән күҙ алдары ҡараңғыланып, артындағы ишек яңағына иңрәп һөйәлде. Электән һыҙлаштырған быуындарын ҡаты сәнсеү алып, хәлһеҙләнеп, ишек яңағы буйлап шыуышып ҡына сүгәләне. Илай ҙа алманы ул, әллә күңеле ҡатты, тик йөрәгенең әсеүенә ҡушылып, ҡаты төйөр алҡымына төйөлдө.
Ошоғаса ашҡынған өмөттәренең, яҡты хыялдарының вәхшиҙәрсә тапалыуын, ҡыйралыуын күреү уға ауыр, бик ауыр ине. Үҙенекен генә түгел, һөйгәненең киләсәккә хыялын да селпәрәмә килтергәндәр бит. Ниңәлер уның алдында ғәйепле, алдаҡсы, ҙур гонаһлы итеп тойҙо үҙен.
-Эх, төш кенә булһасы, -тип өмөтләнеп күҙен асып, йомоп та ҡараны.
Сәлим үҙен урап үткән, төпкә атлаған Зәлиәнең өндәшмәй генә ҡулындағы йолҡош бесәй балаһын өйгә ебәреүен, ишек төбөндә ҡалдырған ҙур сумка менән ике пакетҡа тултырылған әйберҙәрен төпкә илтеп ҡуйыуын, кинолағы яйлатылған кадрҙар кеүек ҡарап күҙәтеп ултырҙы. Аҙашҡан бесәй балаһын әле генә урамдан табып алғайнылар. Хәҙер Сәлимдең бер нәмә лә уйлағыһы килмәй ине. Бөтә тәнен, йәнен ауырлыҡ, әллә йоҡо, әллә нәҫ баҫты, ҡатып ултырыуын белде. Зәлиә лә уның хәлен аңлай ине, өндәшмәне. Күңелендәге эске әрнеүен, рәнйеүен йотоп, аш-һыу бүлмәһенән сепрәктәр табып алып, айырып һалды. Быныһы хәҙергә һепертке урынына ышырыштырырға ярар, сөнки синтетика, йыуғысҡа ла бармаҫ. Ә был йыртып ырғытылған йомошағырағын йыуғысҡа тотонор. Тәҙрә төптәрен дә һөртөп алырға кәрәк.
Бер мөйөштө кеше һыйырлыҡ итеп таҙартып ышырғас, ишек төбөндә ятҡан, оҡшамағанлыҡтандыр ташлап ҡалдырған куртканы һелкештереп иҙәнгә түшәне. Аяҡ һөрткән эҙҙәре беленеп торһа ла, яңы икәнлеге күренеп тора.
-Әйҙә, Сәлим, арығанһыңдыр, ятып тор, иҙәндәрҙе һеперештерермен дә, мин дә эргәңә ятырмын. Ә иртән, иртәрәк тороп ауылдан, өләсәйҙәрҙән барып кәрәк-яраҡ алып килербеҙ. Өләсәйем миңә бөтәһен дә әҙерләп ҡуйған ул, -тип йылмайҙы.
Сәлим ипләп кенә ҡағылған ҡатынына буйһоноп, тәнтерәкләп тороп уның артынан эйәрҙе. Аяҡ аҫтында шығыр-шығыр килгән быяла, пластик ярсыҡтар йөрәген яралай кеүек ине. Бөтә тәне ауыр, иҙелеп килгәндәй, әйтерһең, көнө буйы ауыр эш эшләгән. Юҡ, көнө буйы эшләһә лә былай арымаҫ ине, бындайҙы күргәнсе.
Тыңлаусан малай һымаҡ ҡына ҡатыны күрһәткән урынға, куртка өҫтөнә йомарланып ятты. Күҙҙәрен дә аса алмаҫлыҡ ҡаты йоҡо баҫты. Аңы менән аңлай былай ятырға ярамағанлығын, ҡатынына ярҙамлашырға, терәк булырға кәрәклеген, тик башын ғына ла күтәрә алмай. Күрәһең, талсыҡҡан организм бындай көсөргәнеште күтәрә алмаҫын белеп, үҙенә ял һорай.
Ятҡан ыңғайы йоҡлап китһә лә, тынысланып ял итә алманы. Тәненең әле бер урыны, әле икенсе урыны тартыша, тырнаҡтары сәнсә, быуындары ла һыҙлап үҙәгенә үтә, тик торорға күнекмәгән ҡулдары үҙенән-үҙе һикерешеп ҡуялар. Өҙөк-өҙөк йоҡоһо араһында әллә төш күрә, әллә өнөндә уйлағаны ҡушыламы, үҙе лә аңламаған халәттә, үткәндәрен барлай.
Атаһын да, әсәһен дә бөтөнләй белмәй ул. Шуғалыр ҙа уларҙы яратыу, һағыныу тигән тойғоно бөтөнләй белмәй үҫте. Үҙен тәрбиәгә алған ғаиләнең һөйләүе буйынса, әсәһе уны тапҡас та бала табыу йортонда ҡалдырып китә. Атаһы тураһында әсәһе бер ниндәй мәғлүмәт ҡалдырмаған. Теләмәгәнме, бәлки үҙе лә белмәгәндер. Балалар йортонда йәшәгәнен дә артыҡ хәтерләмәй, айырым күренештәр генә күҙ алдында сағылып китә. Айырып иҫләрлек тәрбиәселәре лә, дуҫтары ла юҡ. Түңәрәк йөҙлө ашнаҡсы апайҙың йөҙө генә күҙ алдынан китмәй, ә исемен хәтерләмәй.
Ә беренсе тапҡыр үҙен тәрбиәгә алған ғаиләгә килгәнен асыҡ хәтерләй. Үҙенән ҙурыраҡ ике ағай ҡаршыланы. Өйгә ингәс тә ҡыҙыҡһынып ҡарап, һынап торҙолар.
Хужабикә уларҙы:
-Бына һинең ағайҙарың, хәҙер һеҙ бер туғандар, беҙ бер ғаилә булып йәшәйәсәкбеҙ, -тип таныштырҙы.
Юлдан асығып килгәнлектән, беренсе тапҡыр өҫтәл артына табынға йыйылдылар. Сәлим инде ултырғысҡа ултырҙым тигәндә генә ултырғысын тартып алдылар ағалары. "Тыҡ" итеп иҙәнгә ултыра төшөп, ҡоймос һөйәген ауырттырҙы, уныһы оҙаҡ ваҡыт ауыртып йөрөнө. Тик кемгә зарланаһың, өлөш ризығымды тартып алмағастары булды, тип йыуатты үҙен.

Ағайҙар.

Дуҫлаша, берләшә алманы ул ағалары менән. Хатта ябай ғына итеп һөйләшеү, әңгәмәләшеү ҙә килеп сыҡманы. Гелән уларҙың тупһыҙ шаяртыуҙарына, үсекләшеп-кәзекләшеүҙәренә ҡоролған ине аралашыуҙары. Үҙҙәренең бөтә боҙоҡ ҡылыҡтарын Сәлимгә япһарҙылар. Йомош -юлға, ваҡ-төйәккә гел Сәлимде йүгерттеләр. Бер уйынсығы менән дә тыныслап уйнай алманы, уҡырға теләгән бер китабын рәхәтләнеп уҡый алманы, яратҡан шөғөлө менән булыша алмай үтте бала сағы. Һәр ваҡыт эш табып, йәһәтләп кенә торҙолар. Ағайҙары, хужабикә йә хужа уландарына ҡушҡан эштәрҙе лә Сәлимдән эшләттеләр. Үҙҙәре телефондарынан күҙҙәрен дә алмай ҡарауыллап эшләтеп торорҙар ине. Уҡырға төшкәс тә тыныслыҡ булманы уға. Мәктәптән ҡайтыуына өйҙәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙән башы сыҡманы. Кәртәләге ишле мал-тыуарҙы ҡарарға кәрәклеген тыҡып ҡына торҙолар. Яҙын тиҫтәләп алған ҡаҙ себештәр тулыһынса уның яуаплылығында булды. Көндәр йылы торһа ярай ҙа, уларҙы йылға ярында көткәндә йоҡлап йоҡоһо туйып ҡала, рәхәтләнеп китап-журналдар уҡый. Тик әсе елдәр, ямғырлы һыуыҡ көндәр үҙәккә үтә, йыш ҡына һыуыҡ алдыра. Яҙғы ҡояшҡа янып ҡап-ҡараға әйләнә, ябығып бөтә. Берәр себеш үлһә йәки төйлөгән типһә, язаһы ҡаты. Юҡ, уллыҡҡа алған ата-әсәһе, ара-тирә һуҡҡылаштырһа ла, аяуһыҙ туҡмаманылар уны. Кәмһетеп әрләнеүенә лә түҙә ине, бер ҡолағынан индерһә лә, икенсеһенән сығарып, иғтибар бирмәҫкә өйрәнде. Ә бына кисен, ике улы тотоп торғанда, хужаның тырнаҡ араһына энә ҡаҙауын үлгәнсә оноторлоҡ түгел. Яраһы ла беленмәй, артыҡ ҡаны ла сыҡмай, ә ауыртыуы йөрәккә ултыра. Аҙағыраҡ ике ағаһы ла һәр бер ғәйеп өсөн энә ҡаҙауҙы ғәҙәт итеп алдылар. Ә сәбәп һәр ваҡыт табылды, бөтә эштәрҙә лә гел ул ғына ғәйепле булып сыға ине. Ағайҙары менән бер бүлмәгә йоҡларға инергә йәне-тәне менән биҙерәп тора ине.

Өлгөлө ғаилә.

Хужа менән хужабикә араһындағы һөйләшеүҙәрҙән аңғарыуынса, тағы ла етем балаларҙы алырға йыйыныуҙары тураһында билгеле булды; ингән-сыҡҡан күршеләренә һөйләүҙәренсә, балалар йортонда ҡалған етем балаларҙы бигерәк йәлләгәндәр, уларҙы уйлап йоҡолары йоҡо түгел икән. Ысынлап та, оҙаҡламай ғаиләләренә тағы дүрт бала өҫтәлде. Сәлим улар килгәс эштәрҙе уртаҡлашып эшләрбеҙ, тормош еңеләйер тип өмөт итһә лә, улай килеп сыҡманы, киреһенсә, уға тағы мәшәҡәттәр өҫтәлде генә. Үҙе менән бер йылғы Фәймә исемле ҡыҙға аш-һыу бүлмәһендәге эштәр тулыһынса йөкмәтелде. Уға ярҙамсы булараҡ та, өйҙө йыйыштырыу кесерәгенә ҡушылды. Ә урыҫҡа оҡшап торған сей һары Наилгә себештәрҙе ҡарарға тейешлеген иҫкәрттеләр. Дүртенсеһе бәләкәсерәк әле, тик уға ла утарға түтәл бүленеп бирелә, һыу һибә. Өйҙөң тарайыуын иҫәпкә алып, ғаилә ике ҡатлы өй төҙөргә тотондо. Сәлим инде тулыһынса ололар менән бер рәттән төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша, үҙенең айырым бүлмәһе буласағына ышана. Бармаҡтары өшөгәнлектән иҫ белмәгәнсе иҙелмә менән булышыуҙар, ауыр биҙрәләрҙе ташыуҙар эҙһеҙ үтмәгәндер, бик йыш быуындары һыҙлап аптыратты. Белмәйем, арыным, йоҡом килә тигән һүҙҙәр был өйҙә әйтелмәй. Хужабикә менән ағайҙар ғына ҡулланырға тейеш һүҙҙәр улар. Ә көндән-көн артҡан мал-тыуарға ҙур-ҙур һарайҙар төҙөлдө, Сәлимгә эштәр өҫтәлеп кенә торҙо.
Йыл төҙөлөрөн ай төҙөлөп, өй ҙә әҙер булды. Һәр береһенә бүлмә эләкмәһә лә, иркенлектә йәшәй башланылар. Ағайҙары бүлмәһенән тәүҙәрәк илай-илай сыҡҡан Фәймәне йәлләһә лә, Сәлим бер нимә лә эшләй алмай ине, уның да тырнаҡтары аҫтына энә ҡаҙалырын тойоп, иламһырап ҡына юрған аҫтына йәшенер булды. Аҙаҡ өйрәндеме, Фәймәнең үҙе инеп, сыға башлауын күрҙе, тик уның ингәнен күрһә, Сәлимдең үҙенең тырнаҡтары һыҙлай башлай ине. Белә ул ағаларының ниндәй яза биререн.
Опеканан килгән апайҙарҙың йыш ҡунаҡҡа килеп һыйланыуҙары, машиналарына һимеҙ-һимеҙ ҡаҙҙар тултырып күстәнәстәр тейәп ҡайтыуҙары йышайҙы. Тикшереүсе килерен дә алдан хәбәр итерҙәр ине, бөтә ерҙәрҙе йыйыштырып, матур кейенеп, тәмле бешеренеп уларҙы көттөләр. Бер нисә тапҡыр һүрәткә төшөрөп, маҡтап, гәзиткә лә яҙып сыҡтылар. Өлгөлө ғаилә, етем балаларҙы үҙ тәрбиәһендә эшкә өйрәтеп үҫтерәләр, тигән юлдарҙы уҡығанда гел Сәлимдең күҙҙәре йәшкәҙәй ине. Тик килгәндәрҙең йәтимдәрҙән һорашырға береһенең дә башына килмәне. Хәйер, ағайҙары, хужабикәләр алдында тикшереүселәргә береһе лә һүҙ әйтергә баҙнат итә алмаҫ ине.
Ә нимә һөйләһендәр, хужабикәнең Фәймәне әсәһенә алып барып ҡайтҡанынмы? Унан ҡайтҡас, Фәймәнең аҙна-ун көн буйына урында ятып ауырығанынмы? Хужабикәнең уға көнөнә дүрт тапҡыр укол ҡаҙағанынмы, дарыуҙар эсергәненме? Аҙаҡ былай ҙа баҫалҡы өндәшмәҫ ҡыҙ, бынан һуң бөтөнләй баҫылып ҡалды. Хужаның ике ағалары бүлмәһенә инеп мыңғырлап әрләүенән ҡурҡты тей улар, ул сығып киткәс тә, аҙаҡ уның үҙен үсекләп, һүҙен ҡабатлап көлөшөп йөрөнөләр. Ишектәре йәнәшә булғас, Сәлим йәнә Фәймәнең улар бүлмәһенә алмашлап ингәнен күрҙе. Тырнаҡ аҫтына энә ҡаҙатыу кемгә оҡшаһын, яҡлашыр кешең булмағас.
Өй төҙөлөп бөткәс эш кәмер, тигән өмөт тә аҡланманы. Хәҙер инде ике ағайға ер алып, уларға өй төҙөү хәстәре ҡушылды. Быларҙыҡы бигерәк тә хәтәр матур, ҙур булмаҡсы.
Ниңәлер ғаиләлә бөтәһе лә тик ,,өс"лөгә уҡынылар. Һәммәһенә лә хужабикә таныштары аша һигеҙенсе номерлы справка алырға тырышты.Күп тапҡырҙар комиссияларға йөрөп ҡултамғаларын ҡуйҙылар. Ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғанлығын улар үҙҙәре лә белмәне, хужабикә аңлатырға кәрәк тапманы. Бөтәһе лә уның ҡарарҙарына буйһондолар. Уларға уйларға, ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә, алдына маҡсаттар ҡуйырға кәрәкмәй ҙә ине.

Хужабикә.

Сала-сарпы ишеткән, хужабикәнең һөйләгән һүҙҙәре иҫенә төшә.
-Балалар йортонан алғанда бала биш-алты йәштәр тирәһендә булырға тейеш. Уларҙы һындырыуы еңелерәк була. Бәләкәстәренең мәшәҡәте күп. Ә бер һынһа, майлағандай китә һуңынан. Ете балаға өҫтәп, тағы икене алырға тура килер ахырыһы. "Газель" алыр өсөн биргән аҡсалары ярап ҡалыр. Ә ун һигеҙ йәшкә еткәндәрен, оҡшамаһа, арттарына ,,шарт" тибәһең дә ҡуяһың, күндәмерәктәрен генә ярҙамға алып ҡалаһың да. - Ошо һүҙҙәре һаман да ҡолағында ҡабатланып зыңлай, мейеһен иҙә. Башын зыңлатып ҡабатланған һүҙҙәрҙе ишетмәҫкә теләп ҡолаҡтарын баҫа, башын йәшереп. Юҡ, килеп сыҡмай, ҡайһы фекерҙәрҙе хәтерләп булмай, оноторға тырышҡандарҙы онотоп булмай.
Хужабикәгә эштәрен эшләмәй дәрес әҙерләп ултырыусы бала ҡулай түгел ине. Егерме дүрт йәшенә тиклем хужабикә уларҙы һөнәрселек колледжында уҡытты. Сөнки хөкүмәттән аҡсаһы килеп торасаҡ. Үҙенә бала саҡтан пенсия түләнгәнлеген дә әле бөгөн генә белде. Быуындары һыҙлап, бармаҡтары кәкерәйә башлағанын һиҙә ине ул. Шуның арҡаһында ла армияға бармай тороп ҡалды. Һуңғы ваҡытта өйҙән китерме, аҡса түләнмәһә, нисегерәк файҙалыраҡ булыр, тигәндәрен ишеткеләп йөрөй ине.

Зәлиә.

Быйыл яҙғы көндә колледжда күргән Зәлиәгә үлеп ғашиҡ булды Сәлим. Аңы асылғандай булды, әйтерһең дә, күңелендә ҡояш балҡыны. Зәлиә уны үҙе лә яҡын күрҙе, бер-береһенә ныҡ тартылдылар .Колледж ятағында күрше ауылдан килеп йәшәй ине йәтим ҡыҙ. Йәтим тип, Сәлим ише түгел инде. Атаһы бар, тик эскелеккә һалынып, кешелектән сыҡҡан. Әсәһе икенсегә сығып ҡараһа ла, иренән уңмаған, хәҙер яман ауырыуға тарыған. Тәүҙән үк яҡынлатмаған үгәй атаһы, әсәһенә ярҙамлашырға барғанды ла яратмай, йәнәһе бергәләп йыйған донъяларын бүлешер өсөн яҡынлай. Өләсәһе көттө уны, бәләкәйҙән уға һыйынды. Олоғайһа ла, өләсәһе тырыш, аҡыллы, Зәлиә тип өҙөлөп тора . Донъя көтөргә башлап ебәрерлек бөтә кәрәк-яраҡтарын әҙерләгән үҙенсә. Ябыныр -түшәнерен, табаҡ-һауыттарын йыйнаштырған, тәҙрә пәрҙәләре, ишек ҡорғандары, төрлө сепрәк-сапраҡтар менән һандығын тултырған. Яҙғы практика ваҡытында, колледж ятағы бүлмәһендә, беренсе тапҡыр ҡушылғандан һуң, байрам ваҡытын файҙаланып, етәкләшеп өләсәләренә киттеләр. Зәлиә ҡыуанысын өләсәһе менән уртаҡлашты, фатихаһын һораны, Сәлим менән таныштырҙы.Төпсөп -төпсөп һорашҡандан һуң оҙаҡ уйланып ултырған өләсәһе, алдағы йомала уҡ туғандарының килеп әйттереүен үтенде, йолаһын йолалап ҡуйыуҙарын һораны. Ҡыуанысының сиге булмаған Сәлим иртәгәһенә үк Зәлиәне етәкләп, ҡайтып инде.
Хужабикә уларҙы әшәке һүҙҙәр менән ҡысҡырып ҡаршыланы. Зәлиәгә ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп бөтмәне. Тик Сәлим генә оло кешенең үтенесен хәтерләп, барыһына ла түҙергә әҙер ине. Тик барып Зәлиәнең ҡулын ғына һораһындар. Үҙе күптән ишетмәҫкә өйрәнгән һүҙҙәр Зәлиәгә ныҡ тәьҫир итте. Өләсәһенең иркә ҡосағында үҫкән ҡыҙға бындай тормош, һүҙҙәр бөтөнләй ят ине. Уны йәлләүҙән Сәлимдең күкрәген ҡаты ауыртыу алды, йөрәгенең ҡайҙа икәнлеген тойомланы, һөйгәненең алдында оялды, сараһыҙҙан өҙгөләнде. Әрләп арыған хужабикә ике юл һайларға ҡушты, йә бөтөнләй сығып китә, йә ҡышҡылыҡҡа тиклем ошонда икәүләп йәшәйҙәр, унан күҙ күрер. Яңы эш башланған мәлдә эшсе ҡулһыҙ ҡалырға ул алйот түгел дә инде.
Зәлиә көн дә осратҡан һытыҡ сырайҙан, алһыҙ-ялһыҙ эштән тиҙ ялҡты. Ауырлыҡ күрмәй үҫкән ҡыҙға бындай тормош бөтөнләй ят ине, Сәлимде эйәртеп өләсәһенә кәңәш-төңәш һорарға ҡайтып килергә булды.
Күҙе тереүендә ейәнсәрен башлы-күҙле, йорт-ерле итеп ҡалырға уйлаған өләсәһе төнө буйы уйлағандан һуң бер ҡарарға килде. Етем балаларға бушлай йорт бирелеүен белгәнлектән, бер туған ҡустыһын кәңәшкә саҡырҙы. Үҙен ҡайнағаң булам, тип эре генә таныштырған,  милицияла эшләп пенсияға сыҡҡан, яҙыу-һыҙыу эшен яҡшы белгән кешенең ҡулын буш итмәҫкә вәғәҙәләне әбей. Йәйен ит тәмләнгәс тә бер һарығын һуйырға бирәсәк, тик эштәре генә уңышлы булһын. Тәүәкәлләһен әйҙә, юғиһә бында ауыл бөттө, үҙенең өйөн ҡалдырыр ине, уныһы ҡырҡ терәүгә ҡалған, нигеҙе сереп ҡоро балсыҡ һылауында ғына тора.
Шулай ҡәтғи ҡарарға килгән, иртәгәһенә иртә үк район үҙәгенә ҡустыһы менән йәштәрҙе оҙатҡан әбейҙең сикәләре ҡыҙарып, ҡулдары ян-яҡҡа йәйелгән ине. Бөкөрәйгән кәүҙәһенән айырымланған ҡулдары ҡош ҡанатын хәтерләтеп торалар, әйтерһең себештәрен ҡурсалаған ҡошсоҡ кеүек.

Милиционер ҡайнаға.

Район үҙәгендә алған белешмәләр элекке милиционерҙы бөтөнләй сығырынан сығарҙы. Сәлимгә биш йылдан элегерәк үк йорт бирелгән булған икән. Тик унда хужабикәнең икенсе улы кәләше менән йәшәгәнлеген белделәр. Тегеләргә йортто бушатыуҙан һорау ярҙам итмәне, яҡын да килмәнеләр, үҙҙәренең ике ҡатлы матур йорттарының эшләнеп бөткәнен көтәләр икән.
Былай ҙа ҡыҙыу ҡанлы, элек эшләгәнендә һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән хоҡуҡ һаҡсыһы аңлатыуҙан үтеп янай башланы.
-Хәҙер китәбеҙ, тик дүрт сәғәттән килеүебеҙгә өйҙө бушатып ҡуяһығыҙ, юғиһә һеҙҙең менән прокуратура шөғөлләнәсәк. Асҡысты бына был хужаға тапшыраһығыҙ.
Хәрбиҙәрсә ҡырт боролоп сығып киткән ҡайнағаһы артынан теләр-теләмәҫ кенә эйәрҙе Сәлим. Үҙенә тәғәйенләнгән йорттоң матурлығы, ундағы хозурлыҡҡа һоҡланыу әйтеп аңлатмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ине күңелгә. Зиннәтле люстралар, ҡиммәтле телевизор, йомшаҡ диван ожмах мөйөшөләй тойолдо. Кесе ағаһының күҙ ҡарашына тап булғас та, теҙ быуындарының хәле бөттө.Тырнаҡтары, үткәнеңде оноттоңмо, тигәндәй сәнсешә башланылар, көсөргәнештән башы әйләнде.
Шулай ҙа ҡайнағаһы яңы төҙөлөп ятҡан өйҙәрен барып ҡарарға булды, ике ҡатлы ҙур йорт төҙөлөп бөткән. Тик әле лә төҙөлөш буласағын белдереп, өйөлөп ятҡан шлакоблок кирбестәре тауҙай яталар. Улар эргәһендә Сәлим һүҙһеҙ ҡалды, белә ине кесе ағаһының өй төҙөгәнен, ошонда күпме көс һалды, тирен түгеп ихлас эшләне. Һыуыҡ һыуҙа, төрлө иҙелмәләрҙә бармаҡтары иҫен юғалтҡанса тырышты, үтәләй һуҡҡан елдәргә бирешеп күпме ауырып йөрөнө.Алдараҡ оло ағаһына өй төҙөгәндә эшләне, шулай тейеш тип уйланы, улар бер кирбес тә һалманылар.Түләүле, юғары белем алдылар, ваҡыттары булманы. Һәйбәт машиналарында ҡайтып-китеп кенә йөрөнөләр. Шул саҡта һинең йортоң бар, тип әйтһәсе береһе, бары күңел өсөн. Ә ул әллә ниндәй хыялдар томанында йөҙҙө, ағаларына төҙөгәс, Сәлимгә лә сират етәсәк, уға ағалары ла ярҙамлашасаҡ. Төҙөмәҫтәрен белде бит, тик хөкүмәт биргән йортто ниңә йәшерергә. Сығып китһә, бушлай хеҙмәтсе китер тип ҡурҡтылармы, аҡсаһына ҡыҙыҡтылармы. Ярҙам итер ине әле барыбер, уларҙан яҡыныраҡ кеме бар уның.

Фәймә.

Улайһа, Фәймәнең дә өйө бармы икән? Уны ла бит өйҙән ебәрмәйҙәр. Бөтә өйҙәге эш уның өҫтөндә. Һиҙенеүенсә, Фәймә бүлмәһенә ағалары саң ҡундырмайҙар, ҡатындарһыҙ ғына ата-әсәләренең хәлен белергә йыш йөрөйҙәр. Фәймә һылыу ҙа, тик бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Һау-сәләмәт, эшкә әрһеҙ, һылыу ҡыҙға аутизм сирле, тигән диагноз ҡуйылған.Бер эштән дә ҡурҡмай, башын баҫып эшләп тик йөрөй. Класташтары менән дә аралашмай үҫте, дуҫтары ла юҡ. Саҡ ҡына ваҡыты булһа, рәсем төшөрөргә ярата. Төрлө буяуҙары булһа ла, рәсемдәрҙе тик ҡара төҫтә генә төшөрә. Үҙенә ҡыҫылғанды, һорашҡанды бер ҙә генә лә яратмай, үҙ-үҙенә бикләнгән. Нисек кенә үҙенә ауыр булмаһын, ярһып иламай, ә эшенән бүленмәй, туҡтамай ғына күҙҙәренән йәш аға ла аға. Берәү ҙә уйламаҫ уны илай тип. Ата-әсәләре бар тип тә әйтеп һалғайнылар бер ваҡыт.Тик Фәймә генә улар менән ҡыҙыҡһынмай, әллә белергә теләмәй.Балалар йортона ла һуңлап ,өсөнсө класта ғына килгән.Ул ваҡытта тыуғандарын хәтерләр йәш булған да.
-Эшкә төшөргә ниндәй профессияларың бар, тип һорайым һинән ? Ниндәй эштәр беләһең?- ҡысҡырып ҡабатланы ҡайнағаһы.Уның тауышына тертләп һиҫкәнгән Сәлим, өтәләнеп түш кеҫәһенә тығылды. Әптәләнгәнлектән, профессияға эйә икәнлен күрһәткән корочкалары таралып ергә һибелде.
- Оһһо. Һәйбәт, бик кәрәкле һөнәрҙәр. Быларың буйынса эшләгәнең бармы?
Ҡайҙан инде...Бер йылда бер нисә һөнәргә уҡырға мөмкинлек булһа ла, хужабикә улай теләмәне, кәрәк тип тапманы.Әллә нисә йылдарға һуҙылды уның һөнәр алыуы.Өйҙәге эштәргә ҡарап, унар-ун бишәр көнләп уҡырға йөрөмәне. Барыбер дипломдарын ҡулына бирҙеләр. Шулай егерме дүрт йәшенә тиклем уҡыны. Ә эш стажы бер көн дә юҡ, үҙе бер сәғәт тә эшһеҙ ултырманы. Хужаға,ағаларына өй төҙөштө, ишле малға бесән әҙерләү күптән уның өҫтөндә, ихаталағы бөтә эштәр уның яуаплылығында. Ағайҙары килеп өйгә инеүгә, уларҙың текә машиналарын йыуыу, боҙолған -ниткән ерҙәрен ҡараштырыу уның елкәһендә. Тағы ,,Белорус" тракторы, ГАЗ-52 йөк машинаһы һәр саҡ төҙөк булыра тейеш.
-Әйҙә, хәҙер эш эҙләргә.Тырышаһың инде, ғаиләңде аҫырарға кәрәклеген беләһеңдер.
Бер ниндәй һүҙһеҙ ҡайнағаһы артынан эйәрҙе. Уның танышы үҙенең гаражында машиналар төҙәтә икән. Клиенттар биргән аҡсаның ҡырҡ процентын түләргә һөйләшеп, үҙенә ярҙамсы итеп алды, иртәгәһенә үк эш башларға иҫәбе. Һүҙҙән һүҙ сығып, инвалидлыҡ алаһыңдыр, тип һораны СТО хужаһы. Үҙе кире яуап алғас, пенсионныйҙан белешеп килергә ебәрҙе. Сәлимде аптыратып, бында уға бала саҡтан уҡ инвалидлыҡ пенсияһы тәғәйенләнеүен әйттеләр.Банкомат аша карточкаһына күсеп барыуы билгеле булды, тикшергәндән һуң карточкаһының иҫәбендә илле һум ғына аҡсаһы ятҡанлығын әйттеләр. Хәҙер ай һайын туғыҙ мең аҡсаны ҡулыңа алаһың, тигәстәре, аптырап китте. Уныңсама аҡсаны ни эшләтер икән, тағы өҫтәп эшләйәсәк бит әле, уға ла түләнәсәк. Бергә үҫкән һеңле-ҡустыларына ла күстәнәс алып барасаҡ әле ул. Ҡыуанырҙар күстәнәс килтергән ағаларын күреп.
Онотолоп китеп уйлаған уйҙарынан үҙе ҡурҡып китте. Кисермәйәсәктәр уны ағалары, яңғыҙын тап итеп үстәрен аласаҡтар, тырнаҡтарына энә ҡаҙаясаҡтар, икеһе бергәләшһә, улар бигерәк яһиллана. Яңғыҙ булһалар, Сәлим уларға бирешмәйәсәген беләләр, шуға ла бергә саҡта уйлағандарын тормошҡа ашыралар. Ә эшләгән урындарында уларҙан да тәрбиәле кешеләр юҡ. Һәр саҡ йылмайып, олоно ололап, кесене кеселекләп торалар.

Үҙ йортонда тәүге төн.

Көтмәгәндә ҡайнағаһының телефоны шылтыраны. Кемдер тиҙ генә килеп етеүен үтенә икән.
-Һеҙ өйөгөҙгә ҡайтығыҙ. Тегеләр өйҙө бушатҡандарҙыр. Шөр ебәргәндәре һиҙелеп тора ине. Ундайҙар көсһөҙҙәр алдында ғына шәптәр. Йә, ярай бирешмәгеҙ, ҡарындашты йәберләмә, -тип бармағын янаны ла, йәһәтләп хушлашып, машинаһына ултырып китте.
Сәлим Зәлиәне етәкләп, матур хыялдарға бирелеп, яҡты өмөттәр бағлап, үҙ йортона атланы...
Әле бына күргән кисерештәренән айный алмай ята. Иңрәрлек тә шул, иртән күргән ожмах йортонан ҡыйралған йорт ҡына тороп ҡалған. Пластик тәҙрәләр, ишектәр тәрән итеп арҡыс-торҡос сыйылып бөткән. Һыу крандары һәленеп тора, төбөнән үк аҡтарылған, ишек тотҡалары һынған.Лампочка борорлоҡ бер имен патрон, розетка, һүндергестәр ҡалмаған. Иҙәндә быяла ярыҡтары, пластиктәр туҙышып яталар, нимәне ярғанлыҡтарын да айырырлыҡ түгел.
Хужабикә әмере буйынса ҡылынған ҡылыҡтыр был, тигән уй иң беренсе булып башҡа килде. Сөнки бөтә эштәр ҙә уны бойороғо буйынса ғына башҡарыла.
Әле генә бәхеттән балҡыған Сәлимдең иңрәп бөгөлөп ятыуы ла шунан. Әйтерһең, бала саҡтан алһыҙ -ялһыҙ эшләп, әле генә арып ҡолаған. Ҡайғырмай ҙа, ҡыуанмай ҙа, күңелендә әллә ниндәй битарафлыҡ. Кешенең шул тиклем дә аяуһыҙ булыуын, бер нисек тә башына һыйҙыра алмай. Ә бит уның күңелендә ағаларына ҡарата йылылыҡ һаҡлана ине. Киләсәктә ғаиләләре менән бер туғандай ҡатнашып, ярҙамлашып йәшәрҙәр тип уйлай ине.Үҙенең хыялын иҫләп көлөп ҡуйҙы.Тик көлөү урынына йөҙө сирылып, ауыҙы ғына ҡыйшайҙы.
Уның кисерештәрен аңлаған Зәлиә, эргәһенә килеп куртканың ситенә ултырҙы. Сәлим күҙҙәрен көскә асыуға тәүҙә таҙа итеп һеперелгән иҙәнде күрҙе. Зәлиәнең сәстәренән һыйпауына йәне иреп илап ебәрҙе. Ошоғаса ирҙәр иларға тейеш түгел, тип йәшәгәнгәме, күптән илауҙы онотҡанмындыр тип уйлай ине. Берсә Зәлиәнең аяҡтарын ҡосаҡлап, берсә йоҙроҡтары менән иҙәнде туҡмап, балаларса һыңҡылдап оҙаҡ иланы ул. Аҙаҡ күҙ йәштәре бөтөп һыңҡылдауға күсте, хәлһеҙләнеп тағы йоҡоға талғандай булды. Унан ҡапыл тертләп Зәлиәне һәрмәп ҡараны.
-Һин...һин...ташламаҫһыңмы мине, Зәлиә? Мин бүтән бындайҙарға түҙә алмаҫмын. Йөрәгем шартлап йәнемде ,тәнемде киҫәктәргә бүлгеләне, - һүҙҙәрен һыңҡылдауҙар бүлә ине.
-Юҡ, нигә улай тинең. Бирешмәбеҙ әле. Мин дә эшкә урынлашырмын.Өләсәйҙән кәрәк-яраҡ килтерербеҙ. Уны ла бәлки күсереп алып килербеҙ. Бергә-бергә күңеллерәк тә булыр. Юғиһә, ауырып китһә, ауылда фельдшер ҙә юҡ бит. Йәме. -
Уларҙың аҫтарына түшәлгән куртка мөйөшөнә бесәй балаһы ла килеп һыйынды. Зәлиә йыуындырғандан һуң ҡоротоп һөртһә лә, әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан дер-дер ҡалтыранған бесәй балаһын өҫтәренә ябынған свитер еңе менән ябып ҡуйҙылар. Бер-береһен йылытып, өс йәтим бөгәрләнеп кенә йоҡларға ятты. Һәр береһе үҙ уйҙарына сумып, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап, үҙ нигеҙҙәрендә ҡунған тәүге төндәре ине.

Автор:
Читайте нас: