Литература
1 Декабря 2022, 06:35

МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә)

Т.Даянова.

МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә)МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә)
МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә)

Ҡыҙының йән әсеһе менән: «Әсәй!»-тип ҡысҡырғанын ишетеп, Гөлдәриә абына-һөрөнә тауыш килгән тарафҡа таш­ланды. Әллә эңер, әллә таң атып етмәгән, аңларлыҡ түгел. Күкте болот ҡаплаған, етмәһә, һөйәккә үтерлек һалҡын. Йәне алҡымы­на тығыла яҙып йүгерә торғас, алдында ашҡынып аҡҡан киң йылға күреп, туҡтап ҡалды. Ҡараңғы булғанғамы, һыу ҡот осмалы шомло һымаҡ. Ә-ә-ә, тауыш даръяның теге яғынан килә икән. Бауыр ите Индираның нескә һыны аръяҡта бөләңгерт кенә күренә. Бәй, ул яҡҡа нисек барып сыҡҡан һуң? Нисек тә алып сығырға кәрәк тәһә баланы. Йә кәмә-фәлән юҡ. Гөлдәриә аҡ-ҡараны күрмәй йылғаға ынтылды.

- Әсәй, әсәкәйем, был һыуға инмә, ярамай! — Ҡыҙының тауы­шы бар донъяны ярғандай булды. Шаңдау: «Инмә, инмә был һыуға!» —тип әллә ҡайҙарға ҡат-ҡат бәрелеп-сайҡалып кире ҡайтты. Гөлдәриә тертләп уянып китте. Дарҫлап типкән йөрәген баҫырға тырышып, дарыу төймәһен ауыҙына ҡапты ла сирылып ҡуйҙы.

- Индирам, ғәзизем! - Әсә тиргә батып йәнә урынына ауҙы. - Төштә генә күрергә яҙғанмы инде һине?

Ә йәштәре һаман ҡойола, ҡымтылған ирендәр һаман шыбырлай.

Бүлмә эсе яҡтыра, торорға кәрәк. Илмираны мәктәпкә ебә­рергә, үҙенә лә йыйынырға... Рим өйҙә юҡ, ул булмағас ҡотһоҙ­ланып ҡалған фатирҙа ҡайғы тағы ла нығыраҡ баҫҡан төҫлө. Ир кеше ҡаты торғандай тойолһа ла, шарт итеп һынды. Гөлдәриә иңенә төшкән ҡайғыны үҙ елкәһенә алырға тырышҡанға шулай булдымы?.. Оло ҡайғынан инфаркт һуғып йыҡты Римде. Дауа­хананан сыҡҡас та оҙаҡ ҡына иҫенә килә алмаған төҫлө ине.

Гөлдәриә үҙе йөрөп шифаханаға юллама алып бирҙе. Алыҫтараҡ булыуын хуп күрҙе. Юл мәшәҡәттәре, икенсе һауа ҡайғы­ларынан бер аҙ арындырыр, тип уйланы. Хәйер, был мәшәҡәт­тәр аңдан тыш, ниндәйҙер диуана хәлендә йөрөп эшләнде.

Торорға кәрәк... Ҡайғы-һағышың ни тиклем көслө булмаһын, күкрәгеңдән йәнең сығып китмәгәс, йәшәйһең инде. Тереклек иткән әҙәм балаһына уныһы-быныһы кәрәк булып тора. Ҡатын тороп йәшле битен сайҙы, сәс-башын тәртипкә килтерҙе.

- Илмирау, тор.

Тигеҙ тын алып ҡына йоҡлап ятҡан бала бер әйтеү менән һикереп торҙо ла әсәһенә ҡараны. Шул уҡ бойоҡ сырай, йәшле күҙҙәр... Илмира әсәһен йөрәге өҙөлөп ҡыҙғана, нисек тә уның күңелен күрергә тырыша. Ҡулына эш тейҙермәй, яҡшы уҡый, ҡыҫҡаһы, саҡ ҡына ла әсәһенең күңелен ҡырмай.

Әсә үҙенең эсенә йомолған, өлтөрәп йөрөгән Илмираны күҙе­нә лә элмәй. Бар ни ул, юҡ ни... Ҡайһы саҡ уйҙарынан арынып, үҙенә текләгән күҙҙәрҙе күрә лә ҡыйынһынып киткәндәй була ҡатын. «Был хәлдәргә Илмираның бер тамсы ғына ла ғәйебе юҡ бит инде. Мин ни эшләп оло ҡыҙымды онотоп китәм һуң? Исмаһам, шул бала хаҡына булһа ла үҙемде еңергә тейешмен бит». Өндәшмәй генә сәй эстеләр. Балалар икәү булғанда Гөлдәриә тиҙ генә нәмә булһа ла бешерергә өлгөрә ине. Илмира өндәшмәй генә кейенде лә башын баҫып ҡына мәктәбенә китте.

Гөлдәриә көҙгөгә күҙ һирпте. Ҡасандыр сәскә кеүек балҡып торған йөҙ түгел инде хәҙер. Кешеләр араһында йәшәгәс, уларҙы өркөтөр ҡиәфәт менән йөрөмәҫкә ине лә... Гөлдәриә, ҡаш-күҙен бер аҙ һәрмәләп, ирендәренә буяҡ һалғандан һуң, кейенеп тыш­ҡа сыҡты.

Көн йонсоу. Ара-тирә рашҡы ла һибәләп алғылай. Туҡталыштағы кешеләр көндөң алама булыуына һуҡранып ҡуя. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, бер ҡартҡа иғтибар итте. Йәнһеҙ, күңелһеҙ кешеләр араһында бер үҙе нур сәсеп, балҡып торған төҫлө. Ап-аҡ һаҡал-мыйыҡлы бабайҙың күҙҙәре йәп-йәш, мөләйем балҡый — көн яҡтырып киткәндәй. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, уға яҡынлашты. Ғәжәп, ҡырыҫ көн, гөжләп торған ҡала, бөтә халыҡ юҡ­ҡа сыҡҡандай тойолдо. Бар донъяла балҡыу ҡарашлы ҡарт ҡына алдында баҫып тора.

- Аллаһы Тәғәлә ғүмер биргән икән, унан ваз кисмәҫкә кәрәк, — ти ҡарт ғәжәп яғымлы, уйсан тауыш менән.

«Миңә төбәп әйтәме һуң?» — Гөлдәриә тирә-яҡҡа ҡарап алды. Һүҙҙәр уға төбәлгәйне.

-Һин шул тиклем өҙгөләнеүең менән баҡый донъялағы са­быйыңа тынғылыҡ бирмәйһең. Ожмах ҡошо булып талпыныр урынға, уның йәне ерҙән китә алмай бәргеләнә, өҙгөләнә. Һине йәлләй, ләкин бер ни ҙә ҡыла алмай.

- Ни эшләйем, ни хәлдәр генә итәйем һуң? Үҙемде еңә алмайым. Теге донъя өсөн яралғанмы ни балам?

- Шәһиттәр үлеме менән киткән кешенең исемен ҡушмаҫҡа кәрәк ине. Гандиҙар нәҫеле бер ҡасан да үҙ үлеме менән үл­мәгән бит. Ҡылыр ғәмәлеңде ҡыл, үтер сәфәреңде үт. Шунһыҙ тыныслана алмаҫһың, балам.

- Ниндәй сәфәр көтә мине?

- Хаж сәфәре, хаж ғәмәле.

«Өнмө-төшмө?.. Әллә аҡылдан яҙаммы?» — Гөлдәриә алан-йолан ҡаранды. Шул уҡ туҡталыш, гөжләп килеп туҡтаған авто­бустар, ашығыусы халыҡ, ят йөҙлө кешеләр. Бабай ғына юҡ. Ана, туҡталышҡа Гөлдәриәнең маршруты етеп килә. Ул автобусҡа табан атланы.

* * *

Гөлдәриәнең эше шаҡтай ҡатмарлы, ауыр. Шәфҡәт туташы ул. Шифахананың дежур шәфҡәт туташы үҙенә билдәләнгән ауырыуҙар тарихын яттан белергә тейеш. Бында йөрәк сирлеләр килә, бер минут һуңға ҡалыу ҡайһы берҙә үлемесле булырға мөмкин. Элек эшенә бөтә күңелен һалып эшләй торғайны. Ауырыуҙар ҙа уның менән дуҫлаша, ҡайтып китер саҡта күҙ йәштәре менән тиерлек хушлаша ине.

Хәҙер ул эсенә йомолған, йәнһеҙ машина кеүек. Кешеләрҙең йөҙөн-күҙен түгел, ауырыу тарихтарын ғына күрә. Дөрөҫ, әле лә хеҙмәтенә тоғро, барыһын да теүәл башҡара.

Бөгөн бар уйы - аяҡ үрә баҫып күргән төшөндә. Төш тимәй, ни тиһең инде? Был хаҡта белекле генә кеше менән кәңәш­ләшмәй булмай. Уйлана торғас, кешеһен дә тапты — Ғәлимә инәй! Эштән һуң тура уға йүгерергә кәрәк булыр. Өс балаһын юғалтҡан сабыр ҡатын әле бөтә ғүмерен намаҙлыҡ өҫтөндә уҙғара. Хоҙай ниндәй түҙемлектәр бирә икән уға? Гөлдәриә кү­ңеленә «Хоҙай» төшөнсәһе килеп ингәненә тертләп ҡуйҙы.

Эш көнөн тамамлап, Ғәлимә инәһенә юл тотҡанда, Гөлдәриә аяғына баҫып тора алмаҫ хәлгә еткәйне. Күтәреп-буҙарып килеп ингән ҡатындың хәлен әбекәй тиҙ аңланы, диванға мендәр ташлап, ятып торорға ҡушты. Үҙе кухняға сәй ҡуйырға йүнәлде. Гөлдәриә билдәһеҙлеккә сумды...

Көндөҙгө ваҡиғалар өҙөк-йыртыҡ күҙ алдында әйләнде, теге балҡыу ҡарашлы ҡарт та шәйләнеп ҡалды.

— Йә, балаҡай, бер аҙ хәл алғанһыңдыр, әйҙә, сәй эсәйек.

Инәй шул арала ҡоймағын да ҡойоп өлгөргән, табынға бер нисә төрлө ҡайнатма менән шәкәргә буталған баланын да ул­ тыртҡан. Бисмиллаһын әйтеп, хуш еҫле сәйен яһағас, өндәшмәй генә берәр сынаяҡты бушаттылар. Ғәлимә инәй, ғәҙәттәгесә, ашыҡмай.

— Балан ҡап. Янған йөрәкте баҫа, күңелде тынысландыра ул.

— Ғәлимә апай, кеше аяҡ үрә төш күрәме ул? —  Гөлдәриә һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

— Асыҡлап һөйлә, балам. Бер ни ҙә төшөнмәйем бит әле.

Гөлдәриә иртәнге ваҡиғаларҙы түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.

— һеҙ, замана балалары, мөғжизәгә ышанып бармайһығыҙ. Мин үҙем шундай хәлгә юлыҡһам, Хызыр Ильясты осраттым, тип әйтер инем.

Гөлдәриәгә эске һиҙемләүе ышанырға ҡушһа ла, һаман апты­рай, айыҡ аҡылы ҡаршы төшә.

- Ә хаж сәфәре тигәне? Мин унда барайыммы? Бик күп аҡса кәрәктер уның өсөн. Заманаһы ниндәй бит әле? Унан килеп, дини кеше лә түгелмен. Бәләкәй саҡта Фәхерниса өләсәйем өйрәткәндәре лә иҫтән сыҡҡан.

- Эй, ҡыҙым, ҡыҙым! Ниңә улай кирегә һөйләп тик ултыра­һың ул? Эсеңә шайтан ояламағандыр ҙа! Ҡайғы тамам алйытҡан һине. Үҙеңә әҙерәк баш булырға кәрәк. Хоҙай Тәғәлә ярҙамына ҡаршы төшәһең. Динле кеше булыу өсөн Аллаһы Тәғәләнең барлығына, берлегенә ышаныу кәрәк. Ҡалғаны әкренләп үҙе килер. Доғалар өйрәнерһең, ғибәҙәткә баҫырһың, Аллаһы бойорһа. Хаж ғәмәленә килгәндә инде, насип булһа, унда ла сәфәр төшөр. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың.

Гөлдәриә тормошоноң кинәт кенә башҡа юлдан китеренә әҙер ҙә түгел ине, юғалып ҡалды. Уның кисерештәрен аңлап ултырған Ғәлимә инәй:

— Һин мәсеткә барып ура әле, ҡыҙым. Мөслимә абыстайҙы күр. Ул йәш булһа ла, бик белемле, аҡыллы ҡатын. Мин әйтеп бөтөрә алмағанды әйтер.

Күңелендә ниндәйҙер тынысланыу тойоп, ҡатын ҡайтырға сыҡты.

Ҡыҙы ҡайтып сәй ҡайнатып эскән. Диванға йомарланып ҡына ултырған да дәреслеген уҡый. Әсәһен күргәс, бала талпынып ҡуйҙы. Ҡапыл йәнләнгән һымаҡ, ҡапыл һүнде. Һуңғы ваҡытта әсәһенең үҙенә ҡарата иғтибарһыҙ булыуына күнегеп бөткәйне инде.

Ә Гөлдәриә был ваҡыт донъяһына бөтөнләй сит кеше күҙе менән ҡарап сыҡты. Фатирҙан ҡот киткән: тәҙрә төптәрен, шкафтарҙы, китаптарҙы туҙан ҡаплаған, тегендә-бында әйберҙәр туҙышып ята... Әсәнең кәйефе ҡыҙына ла күскән, уның да ҡанаты һәленгән.

— Былай булмай инде, — тип ҡысҡырып әйтеп ҡуйҙы ул. Ҡы­ҙының бала еҫе лә китмәгән башын күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан һөйҙө.

— Әйҙә, балам, өйҙө йыйыштырып алайыҡ...

Икәүләп нуры ҡасҡан фатирҙы йыуырға, туҙан һөртөргә, ба­лаҫтарҙы тышҡа сығарып ҡағырға керештеләр. Икеһе лә йәйләнде, йөҙҙәренә нур ҡунды. Илмира ҡанатланып осоп ҡына йөрөй, әсәһенең күҙ ҡарашын, һәр ым-хәрәкәтен аңлап ҡына тора.

Барыһын да ипкә килтергәс, Гөлдәриә шартына килтереп былау бешереп алды. Бала дәрестәренә ултырҙы. Ҡыҙы менән бер түшәккә ятып йоҡланы Гөлдәриә. Беренсе тапҡыр һаташманы, төш күрмәне.

* * *

Күңелдәге ниәт ара-тирә елкендереп ҡуя. Тик был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ. Эйе, кем менәндер кәңәшләшмәй булмай.

Гөлдәриә йома көндө эшен тиҙерәк теүәлләп, иртәрәк ҡай­тырға булды. Уға алмашҡа килеүсе Нәзирә лә һис һүҙһеҙ дежурлыҡты алдараҡ ҡабул итергә ризалашты. Былай булғас,бөтәһе лә яйлы бара. Мөслимә абыстайҙы мотлаҡ күрергә кәрәк, йома намаҙына килгән халыҡ та бығаса ҡайтышып бөткәндер.

Абыстай, ысынлап та, мәсеттә ине. Ул мәсет имамы булған тормош юлдашына һәр яҡлап теләктәш, ярҙамсы, кәңәшсе. Әле лә Ғабдулла хәҙрәттең эш кабинетында дини тәртиптәргә ҡағылышлы һорауҙары булған ике ханым менән һөйләшә тинеләр. Мөслимә ханым менән Гөлдәриә, яҡташтар булыу сәбәпле, яҡ­шы ғына таныштар. Абыстай ҡайғылы яҡташын ихлас ҡаршыланы, хәл-әхүәлен һорашты. Ул бөгөн Гөлдәриәлә бер аҙ йән­лелек тойоп шатланып китте. Гөлдәриә лә йөҙөндә илаһи нур балҡып торған абыстайға һуңғы ваҡытта кисергән, баш ватҡан, аптыратҡан хәлдәрен һөйләне. Мөслимә ханым ихлас тыңлап бөткәндән һуң бер аҙ уйланып ултырҙы.

- Ниәтең изге, туғаным. Бар күңелең менән шул ҡарарҙы ҡабул итеүең — иң мөһиме.

- Эйе, һуңғы көндәрҙә ошо ниәтем тамам нығынып етте. Тәүҙә икеләндем инде.

- Рим әфәнде нисек ҡарар? Ул ни әйтер?

- Ул ни, мин ни уйлайым, шуны ҡабул итә инде, бер ҡасан да ҡаршы килгәне юҡ.

- Бөтә күңеле менән яратҡан кешеләр генә шулай була. Тағы нимә тотҡарлай һуң?

-Нимә тип ни... Шундай йыраҡ сәфәргә сығыу ҡот осҡос сығымдар һорай бит. — Гөлдәриә ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.

- Иншаллаһ, ҙур кәртә түгел, һеҙҙең йортта булғаным бар. Бик етеш йәшәйһегеҙ. Барлыҡ йыһазды аҡсаға әйләндереп була бит. Баш өҫтөндәге ҡыйығыңдан яҙмаһаң, донъя малы табыла ул. Донъя малы - дуңғыҙ ҡаны.

Гөлдәриәнең яңғыҙ ҡалып, был турала иркенләп уйлағыһы килде. Ул ҡапыл ҡайтырға йыйынды, хушлашыу яғын ҡараны. «Кәңәшем оҡшаманы, буғай. Хәйер, кешене шул тиклем тиҙ аңлап буламы ни? Аҙағы нисек булырын сабыр итеп көтөргә ге­нә ҡала», - тип уйланы Мөслимә ханым.

Ҡыҙы сәй ҡайнатып әсәһен көтә ине. Әсәһендәге үҙгәреште күргән бала ҡанатланып ҡына тора, ниндәй йомош ҡушһа ла үтәргә әҙер. Тәмләп сәй эсеп алдылар.

- Ҡыҙым, һин хәҙер ҙур бит инде, - тип әкренләп кенә һүҙ башланы әсә. — Баштан үткән ҡайғы беребеҙҙе лә урап үтмәне. Һин бөтәһен дә төшөнәһең, аңлап тораһың. Ҡайғыны ғүмер буйы үҙең менән һөйрәп йөрөтөүе, ай, ауыр. Унан арына белергә кәрәк. Шуның өсөн атайың менән миңә йыраҡҡа сәфәр сығырға тура килер. Бер Хоҙай үҙе генә белә, бәлки, гонаһта­рыбыҙ ҙа булғандыр, уларҙан тәүбә итергә, ҡорбан килтерергә лә кәрәктер. Ҡыҫҡаһы шул, балам, беҙ хаж сәфәрендә йөрөп ҡайтырға тейешбеҙ.

Ҡыҙ бала өнһөҙ ҡалды. Оҙаҡ ваҡыт үҙе генә ҡаласағын уйлап, күңелһеҙләнеп китте, баҙап ҡалды. Ҡорбан, хаж тигән төшөнсәләрҙе аңламай түгел, аңлай. Ҡорбан икән, ҡорбан! Иркә бала кеүек холоҡһоҙланып, ҡарышып ултыра торған ваҡытмы ни?

— һеҙгә шулай кәрәк булғас, — тип кенә әйтте.

— Эй, балам, аңлап тораһың. - Ҡатын ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. — Бының менән генә бөтмәгән бит әле. Күп аҡса ла кәрәк. Уны беҙгә бер кем дә килтереп тоттормаҫ. Тиҙ генә ваҡыт эсендә ҙур сумманы беҙгә ҡайҙан табырға? Кешенән алып торғо килмәй. Шулай булғас, үҙебеҙҙең генә мөмкинлектән сығырға ҡала. Уйлап ҡараһаң, фатир тулы мөлкәт, күбеһенең кәрәге лә юҡ.

— Һатырға кәрәк булырмы?

— Эйе, ҡыҙым, баш һау булһа, мал табылыр. Ҡайтмаҫ ергә киткәндәрҙе генә ат башындай алтын биреп тә ҡайтарып булмай.

Тын ҡалдылар. Илмира әсә ҡарары менән һис һүҙһеҙ килешә ине. Шунан фатирҙағы йыһаздарҙы күҙҙән үткәрҙеләр.

Бөтәһе лә бер иштән булһын тип, стенканы ла, йомшаҡ ме­белде лә Мәскәүҙән ҡайтартҡайнылар. Гәлсәр люстраны ҡабыҙып ебәреүгә, ҡыҙыл ағастан яһалған йыһаздар өйгә нур һирпеп ебәрҙе. Шкаф эсендәге алтын ялатылған аш, сәй сервиздары ҡалай ялт итеп тора! Бохараға экскурсияға барғанда алып ҡайт­ҡан келәм саф йөндән генә.

Тормош иптәше Рим ҙур вазифалы урында эшләгәс, бөтәһе лә мулдан, ҡиммәттән булды шул. Мал йыйыу, түрәләр менән аралашыуҙар бөтәһе лә йыраҡ үткәндәрҙә тороп ҡалды һымаҡ. «Шулар бөтәһе лә кәрәк инеме икән?» — Гөлдәриә беренсе тапҡыр үҙенә ошо һорауҙы бирҙе. Әлеге ваҡытта тауҙай донъя малы, ошо тиклем йыһаз кәрәкме? Ҡыҙы менән икеһенә ике сынаяҡ, бер сәйнүк менән кәстрүл, ике ултырғыс, шунан түшәк кәрәк-ярағы. Ә кәрәкмәгәне ҡот осҡос күп. «Эйе, тормошта төп маҡсат —мал йыйыу түгел, мәғәнәле йәшәү», — тип уйланы Гөлдәриә. Ә мәғәнәле йәшәү үҙе ни була һуң? Ике балаһы тормош маҡсаты һымаҡ ине — береһен юғалтты инде.

Бала ла үҫеп етә, үҙ тормошон башлай. Ә унан һуң да үҙеңде нимәгәлер арнап йәшәргә кәрәк бит. Һаман донъя ҡыуыр, мәх­лүк һымаҡ ҡорһаҡ тултырыр, һуңынан ятып йоҡлар өсөн генә йәшәйме кеше? Рухи донъя тигән төшөнсә лә бар. Үҙеңде, баш­ ҡаларҙы бар иткән бөйөк көс тә бар икән. Булмышыңды бөйөк ижадсыға арнау, ғибәҙәт ҡылыу һымаҡ оло маҡсаттар ҙа бар икән! «Донъяла Аллаһ тигән бер бөртөк инсандың булыуы ахрызаманды кисектерер, кешелекте ҡотҡарыр», — ти торғайны Фәхерниса өләсәһе, һинең ғибәҙәтеңдең үҙеңә генә түгел, бөтөн кешелек өсөн изгелеге бар икән дә баһа. Уйҙарының шундай йүнәлеш алып китеүенә Гөлдәриә аптыраны.

* * *

Хаж ҡылырға ҡатын-ҡыҙ яңғыҙы бара алмай, уға юлдаш булып ҡәрҙәш-ырыуҙан ир-ат йөрөргә тейеш. Гөлдәриә, Римдән башҡа кем барһын инде, тип уйлап та бөтмәне, телефон шыл­тыраны.

- Ҡайҙа юғалдың? - Римдең тауышы шаҡтай борсоулы, хафалы. - Йә үҙең шылтыратмайһың, йә мин шылтыратҡанда өйҙә булмайһың. Ҡурҡа башланым хатта.

Гөлдәриә өҙә-йолҡа һуңғы ваҡытта кисергән ваҡиғаларҙы һөйләргә кереште. Ире уны бүлдермәйенсә тыңланы, хәбәр бөт­кәс тә өндәшмәй торҙо.

- Алло, алло! Әллә бәйләнеш өҙөлдөмө? — Гөлдәриә хәүефләнеп иренен тешләне. Рим риза булмайынса трубканы һалып ҡуйһа?

- Һөйөклөм, һин нисек хәл иткәнһең, шулай булһын әйҙә. Тик һиңә яҡшы булһын, һин генә тыныслан. Үлеп һағындым, ҡайтыр ваҡытты сәғәтләп һанайым тиерлек.

Гөлдәриә иренең ризалашасағына ышанһа ла, шулай тиҙ генә ыҡҡа килер тип көтмәгәйне.

«Эйе, Рим генә, фәҡәт ул шулай ысын дуҫ, ысын иптәш була ала», - тип уйланы ҡатын. Күңеленә оло ҡәнәғәтлек, йыуаныс килде. Иртүк торор өсөн һуңға ҡалмай ятырға булды. Ҡыҙы бесәй балаһындай йомарланып йоҡлап киткәйне. Киң, йомшаҡ урынға ятҡас, күҙҙәре шар асылды, уйҙары йәшлегенә китте.

Гөлдәриәне уйҙары Татарстанына, тыуған Арса яҡтарына әйҙәне.

Һис кенә лә айырылмаҫ ине тыуған яҡтарынан, әммә яҙмыш — сит тупраҡта ейер ризыҡтар йөрөтә икән әҙәм балаһын. Ана ул — оҙон толомло, бәләкәй нәфис кәүҙәле ун биш-ун алты йәштәге ҡыҙ. Уҡыу, әсәйгә ярҙам итеү кеүек мәшәҡәттәрҙән бушай алмаһа ла, йәшлек үҙенекен итә. Үҙенә тиң йәрҙе эҙләй күңел! Дөрөҫ, күҙ атыусылар юҡ түгел. Бер нисә йорт аша йәшәгән Наилде генә алып ҡара. Буй тиһәң — буй, төҫ тиһәң - төҫ, тыныс холоҡ - бына тигән егет. Хыялында аҡ плащ кейҙереп, аҡ атҡа атландырып ҡарай. Ҙур ҡуңыр күҙҙәре, һары тулҡын сәстәре уны бигерәк сибәр күрһәтә. Класында ла бер-ике егет битараф түгел уға. Әммә атаһы һөйөклө ҡыҙына берәй егеттең һүҙ ҡушҡанын ғына күрһә лә, ҡыҙып, бәреп үлтерер сиккә етәсе. Өлкәндәре ир бала булып, әллә ни борсолоу һалманы. Мәктәпте бөтә барҙылар, тыпылдашып уҡыу йорттарына инә торҙолар. Үҙенең ҡаты ҡуллы, талап итә белеүе менән ғорурлана атай кеше. Ә ҡыҙына тағы ла ҡатыраҡ. «Ҡыҙға - тыйыу, ҡымыҙға бешкәк, - тип ҡабатлап ҡына тора. — Ҡыҙ — сәскә, сәскәне ҡырҡ төрлө ҡорт һағалай, ҡырау төшөрмәү ҙә фарыз. Институт бөтмәй тороп, егеттәргә күтәрелеп ҡарау юҡ һиңә», —ти.

Әгәр һиңә ун алты йәш булһа, Хоҙай дәртле йөрәк бирһә, өҫтәүенә, сибәр булып, тирә-яҡтан утлы ҡараштар атылып торһа, ни эшләргә һуң? Йәйге матур кистәрҙә дуҫ ҡыҙҙар менән киноға барғы, күңел тартҡан егеттән оҙаттырғыһы, уның менән серләшеп йөрөгөһө килмәйме ни? Ләкин ҡайҙа ул!

Ҡыҙ, аптырағас, һырлап биҙәлгән матур болдор күтәрмәһенә сығып ултыра ла, аяҡтарын ҡосаҡлап, йондоҙ һанай. Ирекһеҙ­ҙән Зөһрә ҡыҙ тураһындағы әкиәт иҫенә килеп төшә. Шул ҡыҙ һымаҡ, айға ҡарап йөрәк һағыштарын, зарын һөйләй. «И, Аллам, ни эшләп улай көфөр уйҙар уйлайһың?» — тип шелтәләп ала уны өләсәһе Фәхерниса ҡарсыҡ. «Юҡ, юҡ, ай, ала күрмә. Үҙемә тиң аҫыл йәр генә насип итһен». —Ҡыҙ ирендәрен йыш-йыш ҡыбырлатып, ашығып теләк теләй башлай. Мединститутҡа бер балл етмәне, үтеүҙәре бигерәк ауыр ине шул. Һәр факультетҡа бер урынға егерме-егерме биш кеше. Шул ваҡытта ул аптырап ҡал­маны, күңеле һынманы: медучилищеның фельдшер-акушер бүле­ генә барҙы ла инде Гөлдәриә. Баш күтәрмәй уҡыны. Ә унан һуң уҡыу йортон яҡшы тамамлап, эш башланы, һөнәрен яратты.

Ял көнө ине. Гөлдәриәнең ишеген таң һарыһы менән емерә яҙып дөбөрләтә башланылар. Медицина хеҙмәткәре бындай кө­төлмәгән хәлдәргә һәр ваҡыт әҙер. Алыҫтан ҡунаҡҡа килгән ҡатын бәпескә сирләгән икән.

Йәш кенә булһа ла үҙ эшен яҡшы белгән акушерка Баш­ҡортостандан килгән ҡунаҡтарға бик оҡшаны. Шул тиклем яраттылар, яҡын күрҙеләр, киноларҙағы һинд гүзәленә оҡшаттылар. Ҡайтып китер ваҡытта бүләктәр биреп хушлаштылар, иҫтәлеккә фотоһын һоранылар. Гөлдәриә студент сағында төшкән иң уңышлы фотоһын бирҙе.

Бер нисә айҙан Польшанан һалдат хаты килеп төшмәһенме! Конвертҡа һалынған фотонан мыҡты ғына сибәр егет ҡара күҙҙәренән нур сәсеп йылмайып ҡарап тора ине. Егетте нисек кенә оҡшатмаһын, үҙен еңеп яуап хаты яҙа алманы. Күрмәгән-белмәгән кешегә яуап яҙып ятырға еңел-елпе ҡыҙ түгел бит ул. Атай тәрбиәһе аңдың төпкөлөнә һеңеп ҡалған икән. Ә егет өҙмәй- ҡуймай хат яҙыуын дауам итте. Ҡайнап торған йәшлек дәрте, киләсәккә өмөт, ышаныс бөркөлә ине ул хаттарҙан. Егет кешенең шул тиклем хисле, бай күңелле булыуы ҡыҙҙы хайран итте. Уныһы үҙенең яуап алмауына һис аптырамай, уй-фекерҙәре, пландары, тормошҡа һөйөүе менән уртаҡлашыуын дауам итте. Гөлдәриә ул хаттарға өйрәнде: килмәйерәк торһалар - моңһоуланды, алһа - ҡанатланды. Яурындарына пар ҡанаттар үҫкән кеүек осоп йөрөүен һиҙеп аптырап та китә, күрмәгән ят кешегә ғашиҡ булырға мөмкинме, тип ғәжәп-хайран була. Шулай хыя­лыйҙар булып көҙ, ҡыш, яҙ үтте, йәмле йәй килде.

Йәш саҡтан күҙ атҡан егет Наил инженер-механик булып китте. Атаһы йәш етәксене маҡтап бушамай. Ҡартластың тел төбөндә нимә ятҡанын барыһы ла аңлап тора. Ҡыҙының йөрә­генә бойора алмаҫын белә, ул да бит хәҙер ун дүрт йәшлек бала түгел. Гөлдәриәгә бәхете ҡайҙалыр алыҫта талпына төҫлө, Наил­де аҡ атлы һыбайлы итеп күҙ алдына килтермәй хәҙер.

«Ул мин көткән кеше булмай сыҡһа?» —тип уйлана ҡыҙ.

...Ял көнө ине. Ҡыҙ иртүк торҙо, өй йыйыштырҙы, иҙән йыу­ҙы. Әхирәте Фаягөл ҡаланан ҡайтҡайны. Әсәһе мейес тултырып бәлешен, гөбәҙиәһен бешерҙе. Күңелле итеп сәй эсеп ултыр­ҙылар. Шул ваҡыт Гөлдәриәнең күҙе аңғармаҫтан ғына тәҙрәгә төштө, һәм ауып китә яҙҙы. Ҡапҡа төбөндә ул, фотолағы егет, тора! Баһадир кәүҙә, бүректәй тулҡын сәстәр, ҡара ҡаштар... Тиҙҙән егет ихатаға килеп тә инде.

- Кемдер килгән, балам. Бар, ҡаршы сыҡ әле. - Әсәһенең әкрен генә тауышынан Гөлдәриә тертләп китте.

Гөлдәриә нисек йүгереп барып ишек асҡанын, егеткә ҡапма-ҡаршы булып, уның ҡосағында ҡалғанын иҫләмәй ҙә ҡалды. Ҡара бәрхәт кеүек йомшаҡ ҡараштар уға төбәлгән, егет наҙлап ҡына уны үҙенә ҡыҫа түгелме һуң? Тәүге тапҡыр егет ҡосағын­ да булыу ҡыҙҙың аяҡтарын ҡамырға әйләндерҙе. Ниндәй оят, тәү күргән кешенең ҡуйынында ҡыймылдай ҙа алмай иҫереп тор инде.

— Һеҙ кемгә килдегеҙ? — тип һораны ул тыңлауһыҙ ирендәрен көскә ҡыбырлатып.

Егетте Гөлдәриәнең ата-әсәһе лә бик оҡшатты. Ихласлыҡ шу­лай арбай бит ул. Атай кеше ҡыҙына берәй егеттең битараф түгел икәнлеген һиҙеп ҡалыу менән ҡабынып китә торғайны. Ә был юлы «кейәү балаҡай»ҙан һалдыра.

Рим армияға тиклем төҙөлөш-монтаж училищеһын тамамла­ған икән, әле Өфө нефть институтының архитектура бүлегенә ғариза биреүен һөйләне. Имтихандарға тиклем килеп әйләнергә булған икән.

Бер нисә көн күҙ асып йомғансы үтеп тә китте. Гөлдәриәне ғишыҡ утына һалып, егет ҡайтырға йыйынды. Ҡыҙға сабыр итеп көтөргә генә ҡала инде.

Йәнә бер килеүендә Рим үҙе хыял иткән уҡыу йортоноң сту­денты ине. Ике йыл уҡығас, ситтән тороп уҡыуға күсәсәген әйтте.

Ике йыл буйы Өфө — Арса араһын тапаны егет. Эй ул саҡ­ тағы йәштәрҙең инсафлығы. Ни тиклем һөйөшһәләр ҙә, ғиффәтлек ныҡ һаҡланды. Танышыуға өсөнсө йыл киткәс, гөрләтеп туй яһап, ҡушылып ҡуйҙылар. Рим кәләшен Өфөгә алып ҡайтты. Йәштәр көн оҙоно эштә. Иртәнән кискә тиклем бер-береһен үлеп һағыналар. Ҡайҙа инде бер-берендән ризаһыҙлыҡ, үпкәләшеү. Көндәр артыҡ оҙон, төндәр күҙ асып йомғансы үтә лә китә ине.

Тәүҙә балалары булмайыраҡ торҙо. Шунан бер-бер артлы Илмира менән Индира тыуҙы. Татыу ғаиләгә нур, мәшәҡәт өҫтәлде. Эш күплектән ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ине. Балалар мәктәпкә төштө, бик яҡшы уҡып киттеләр.

«Абынырымды алдан белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем», — тигән, ти, берәү. Шулай килеп сығырын белһәләр, Рим менән Гөлдәриә лә ҡунаҡ саҡырмаҫтар, Индираны йырлатмаҫтар, һан­дуғас тауышлы ҡыҙ баланы сит кешеләр алдына сығарып та баҫ­тырмаҫтар ине. Ине... ине... Тормошта бына шундай «ине»ләр күп, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ҡунаҡтар таралыу менән ҡыҙ түшәккә ауҙы, күҙ ҡараштары, йөҙө әллә ниндәй булып китте. Һулып барған гөл төҫлө һуҙылып ятты ла ҡуйҙы. Шәфҡәт туташы бу­лып күпме йылдар эшләгән әсә баҙап ҡалды хатта. Табип саҡырттылар. Ул да бер ни аңлата алманы. Стационарға һалып, ҡатмарлы тикшереүҙәр үткәрергә кәрәклеген генә әйтте лә, ир­тән иртүк поликлиникаға барырға ҡушып, китеп барҙы. Тынысландырғыс дарыуҙың тәьҫиренән бала йоҡоға китте, буғай, тип шатланғайнылар тәүҙәрәк. Бер аҙҙан баланың йөҙө һарғылт-аҡ төҫкә кергәнен күреп, һиҫкәнеп киттеләр. Индира һулыш алмай ине. Ышанманылар, тағы доктор саҡырттылар. Бала оҙон керпектәрен асмаҫ өсөн йомғайны.

Күҙ тейеүме, башҡа сир-зәхмәтме — бер сәғәт эсендә нәфис гөл күмергә әйләнде. Таныш-белеш, дуҫ-иш араһында кем шулай ҡара йөрәкле ине һуң? Хәйер, күпме ҡатын-ҡыҙ халҡы сәйнәне Гөлдәриәне. Ул төҫкә сибәр, етәкселәр ярата, һүҙҙәре теймәй, һис кемдең теше батмай. Ире ҙур түрә, аҡсаны көрәп ала, ҡа­тынын ҡурсаҡтай кейендереү өҫтөнә, тоғро эттәй күҙҙәренә генә ҡарап тора. Шуның өҫтөнә балалары ҡарап туймаҫлыҡ, үҙҙә­ре яҡшы уҡый, тыңлаусан, һәләтле. Ниңә бәхет бер Гөлдәриәгә тауҙай итеп бирелгән, бүтәндәргә шуның остоғо ла тәтемәй? Эйе, тап ошондай һүҙҙәр гел йөрөп тора ине. Ҡара көнсөллөк, бәлки, Гөлдәриәгә тәғәйенләнгән булғандыр ҙа, уның өсөн Инди­ра ғүмере менән яуап биргәндер.

Бвшы. Аҙағы бар.

Автор:
Читайте нас