

Рәмил менән Йәмилдең йәш араһы ете йыл. Улар үҙҙәренең бер атанан түгеллеген белмәй. Улар түгел апайҙары ла хәбәрҙар түгел ине әле, бер хәл сәбәпсе булды.
Ислам ике улы менән һарай ҡыйығын алмаштыра ине. Рәмилде өҫкә мендерҙе, Йәмилде таҡтаның бер осонан тотошоп килеүгә аҫта ҡалдырҙы. Түбәндән ябыуҙарҙы алып биреүгә быларҙың көсө етеңкерәмәй әле. Рәмил, армия йәшендә булһа ла, көс ултырмаған. Бындай ауыр ҡара эшкә лә күнекмәгән. Ә Йәмил, әрһеҙ булыуы менәнме, бәләкәйерәк.
Малайҙар эштән уйын яһап ҡоторошто, ҡыйыҡ осонда ултырған Рәмил ҡулындағы сүкешен үргә сойорғотоп ҡустыһына фокус күрһәтеп аҙапланды. Ислам әленән-әле иҫкәртеү яһаны, әммә тегеһе ҡолағына элмәне. Урам яғынан үтеп барған бер төркөм ҡыҙҙарҙың сырҡылдашып уны күҙәтеүе лә дәрт өҫтәне, ахыры, егеткә һәм сойорғотҡан сүкешен тотам тип ситкә нығыраҡ ынтылды ла... мәтәләп килде лә төштө. “Лып” итеп кенә ҡалды ҡаҡ ергә. Аҫтағылар бер ни итеп өлгөрмәне.
Аҙыраҡ иҫе инәле-сығалы булып һеңгәҙәп ятты Рәмил. Атаһы уның яурынын ҡармап ҡалҡытып маташты:
– Улым?.. Рәмил! Нисекһең? Берәй ерең ауыртамы?
Егет “юҡ” тигәнде белдереп башын сайҡай ҙа, йоҡлап китергә теләгәндәй күҙен йома. Тырышып күҙ ҡабаҡтарын аса, тик улар ҡабаттан ҡушыла. Тап шул саҡ өйҙән Ғәлимә атылып килеп сығып, сүкәйеп ултырған Исламды яурынынан йән көсөнә этәреп ебәрә лә, улына эйелә:
– Улым!! Балам... Ни эшләттеләр һине, балаҡайым?..
Унан аптырап ҡалған ире менән кинйәһенә йәш тулған уҫал ҡарашын күтәрә:
– Юрамал өҫкә мендерҙегеҙме?.. Ҡолап төшһөн тинегеҙме? Минең улымдың башына етмәксе булдығыҙмы?! Нигә үҙ балаңды осҡа ҡуйманың? Минеке йәл түгелме?!!
Йәмил аңлап етмәһә лә, Ислам, ныҡ рәнйеп, тороп уҡ китте. Эре-эре баҫып сығып китте лә, ауыл фельдшерын эйәртеп ҡайтып инде. Ярҙам килгәндә Рәмил инде тороп ултырғайны.
– Башы әйләнә... Танауы ҡананы, бына... – тип теҙҙе Ғәлимә илаулап.
Фельдшер ир егетте баҫтырып ҡуйҙы, умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулдарын тикшерҙе, быялаһы менән күҙ алмаларын ҡараны, эйелтеп-иңкәйтеп алды һәм артыҡ зыян күрмәгән, ятып торғанда башы ла үтеп китәр, тип ҡуйҙы. Өйгә лә ауырыу үҙе инеп ятты. Ә өйҙә дауыл ҡупты.
– Һин минең улымды күрә алмайһың! Уны артыҡ күрәһең, һәр ваҡыт нимәгәлер тотонорға ғына тораһың! – тип ярһыны әсә.
– Ғәлимә, аҡылыңа кил! Ауыҙың нимә һөйләгәнен ҡолағың ишетәме? – тип ире уны баҫырға тырышты. Әммә ҡатын алйыр хәлгә еткәйне:
– Ғүмер буйы шуны яратмағаныңды һиҙеп йөрөйөм! Шуны тартмағаныңды!
– Ундайҙы һин үҙең уйлап сығараһың. Егет булып бөткән нәмәне себен-серәкәйҙән дә аралап йәшәтәһең. Етәр инде!
Ата-әсәһенең ирешкәнен тыңлап ятҡан Рәмил, сыҙамай түрбашҡа килеп сыҡты:
– Нимә һөйләйһең ул, әсәй? Ни эшләп мин һинең генә... улың?
Атаһы уға төп яҡ ишегенә күрһәтте:
– Рәмил! Бар ин, юҡҡа иғтибар итмә.
Тик Ғәлимә сарылдап ҡаршы төштө:
– Белһен! Һөймәгәндәргә һөйкәлеп йөрөмәһен һаман. Белһен кемдән һаҡланырға икәнде.
Ислам тамам көйөп, ҡул һелтәне лә сығып китте. Ә ҡатын улын килеп ҡосаҡларға итте, тик тегенеһе уның ҡулдарын яурынынан алып ташланы:
– Әйт! Нимә тинең һин атайға?
Ғәлимә улының был тупаҫ ҡылығынан аҙыраҡ иҫенә килгәндәй булды, ҡаушаңҡыраны:
– Улы-ым...
– Әсәй... Хәҙер үк...әйт, – тип дәшһәтле шыбырланы Рәмил. Бөтөн был хәлгә шәһит булып торған Йәмил ҡурҡып мейескә һыйынды. Әсәһе менән ағаһы араһындағы асыҡлауҙар уның өсөн бығаса күрелмәгән ауыр күренеш ине.
Ғәлимә, инде артҡа сигенер, әйтелгәндәрҙе кире алыр әмәл юҡлығын аңлағас, устарын күкрәгенә ҡаушарып башланы:
– Улым... Рәмил. Һинең атайың башҡа... Һин минеке генә, аңлайһыңмы? Һине мин...
– Әсәй!..
– Ысын, улым... Ысынды әйтәм... Һин минеке...
– Кем? – егеттең күҙҙәре уҫал баҙланы.
– Нисек... кем?
– Атайым кем?
Ғәлимә, улының атаһын эҙләп алып киткәндәй, ян-яғына ҡаранды:
– Ул... Ул сит яҡ кешеһе ине...
– Ни эшләп... ул һине... мине алманы?
– Улым... шулай килеп сыҡты... Уның ғаиләһе бар ине.
Шул саҡ Рәмил әсәһен этә төртөп тышҡа ташланды. Ғәлимә ана тотам, бына тотам тип артынан йомолдо. Егет тышта ла туҡтамай, арт ҡапҡа яғына йүгерҙе лә, бер аҙҙан түбәһе картуф баҡсаһында күренеп ҡалып, бер аҙҙан баҡса аръяғындағы ереклеккә инеп тә китте.
– Туҡтат! Нишләп туҡтатманың? – тип ҡысҡырҙы ҡатын утынлыҡ бүкәнендә ҡулдарын һәлендереп ултырған иренә. Тегеһе өндәшмәне. Тағы нимәләрҙер тип сарылданы-сарылданы ла, тауышы ла, хәле лә бөтөп, һикәлтәгә ултырып буҙларға кереште Ғәлимә. Уның артынан сыҡҡан ике ҡыҙ һәм бер малай шаңҡышып артта баҫып тора бирҙе...
Рәмил уҡыманы. Армияға барып килде лә, нимә менән шөғөлләнергә белмәй ары-бире һуғылды. Төбәп кенә эшкә лә төшмәне. Был хаҡта Ислам һүҙ ҡуҙғатып, кәңәш итеп ҡарағайны ла, һаман ҡатыны ҡыҫылды. Егет кис клубҡа сығып китеп, ярты төн йөрөп ҡайтты ла, төшкә тиклем йоҡланы. Ә инде уның бесәйҙеке шикелле татлы йоҡоһон әсәһе дүрт күҙ менән һаҡланы. Йәмилен, ишекте ҡаты япҡаны өсөн дә ҡаш төйөп, бармаҡ янап шелтәләне. “Ағайың йоҡлай, шаулама, бар тышта йөрө, эшең юҡмы урамда” тип шыбырланы.
Шундай бер төрлө көндәрҙең йәйге иртәһендә, Ғәлимәләрҙең урамына ауылдаштары килеп тулды. Ирле-ҡатынлы оло ғына пар, уларҙың алпауыттай ике улы һәм силсәүиттән торған төркөмдө аптырап ҡаршыланы кәртә-ҡура араһында мәшәҡәтләнеп йөрөгән ғаилә.
Оло ир алға сыҡты:
– Ислам ҡусты, ҡайҙа һинең теге йүнһеҙ малай?
Ислам ҡатынына ҡарап алды:
– Йоҡлай...
Ғәлимә тертләп китте:
– Һеҙгә ул нигә әле?
Яуап быларҙы шаҡ ҡатырҙы:
– Кисә төндә ул шаҡшығыҙ минең ҡыҙҙың артынан эйәреп килеп... бәйләнгән. Ярай әле ағаһы ишетеп ҡалып...өлгөргән. Сығарығыҙ! Баҫһын алдыма!
Уға уландары ҡушылды:
– Сыҡһын ир булһа!
– Томшоғон онтайым хәҙер!
– Кисә ҡуян һымаҡ ҡасып ҡотолдо... хайуан!..
Ата менән әсә таралып төштө. Шулай ҙа Ғәлимә ҡаршы торҙо:
– Юҡты һөйләмәгеҙ! Ул ниндәй тиктомалдан яла яғыу?
Араға силсәүит торҙо:
– Ғәлимә, сыҡһын улын, яуап бирһен. Ҡыҙға ысынлап бәйләнгән... ҡулдарын шаҡарып... күлдәген йыртып бөткән... Был уйын эш түгел.
Шул ваҡыт Исламдың сабырлығы һынды. Ул елләнеп өйгә инеп китте лә, Рәмилде төрөсиксән көйө елтерәтеп алып сығарып баҫтырҙы:
– Ни эшләнең төндә? Әйт!
– Теймә! Теймә минең улыма! Һатлыҡйән! – тип асырғанып ҡысҡырҙы ҡатыны, әммә уны ишетеүсе юҡ.
– Яуап бир! – тип талап итте атай.
Ҡаршыһындағыларҙы күреп бөтөнләй ҡойолоп төштө егет, хатта сүгә ине, уны Исламдың көслө ҡулы ғына тотоп ҡалды.
– М-мин... Бер нәмә лә эшләмәнем... Шаярттым ғына... Шая...
Оло ир ҡамсыһы меән етеп килде:
– Эт балаһы! Атаң-әсәң өйрәтмәгәнде һеңдерәм хәҙер! – һыҙыра тартып та ебәрҙе. Ғәлимә кәүҙәһе менән улын ҡапланы:
– Милиция! Милиция ҡайҙа! Ҡарауы-ыл! Үлтерәләр!
– Ә-ә! Милиция кәрәкме? Хәҙер саҡырабыҙ! Шәһиттәр бар! Нисә йылға киткең килә?
Шул ваҡыт Ғәлимә ирҙең аяҡ аҫтына ҡоланы:
– Зинһар! Зинһар кисерегеҙ?.. Ағай?.. Апай...
Ирҙең ҡатыны ла телгә килде:
– Ғәлимә килен, улың ысынлап ныҡ яман ҡылыҡ ҡылған. Минең ҡыҙҙы дауна баҫтыра тип ишеттем. Балам менән серләшәм бит, барыһын һөйләй миңә. Һинең Рәмилеңде оҡшатмайым тей, ҡарамаған уға. Мына хәҙер үс алырға булған бының. Клубтан эйәреп килгән дә, йылға буйына һөйрәп әпкиткән. Ауыҙын ҡаплаған... Ярай балаҡай ысҡынып ҡысҡырып өлгөргән. Уның артынса килгән ағаһы тауышын ишетеп, йүгереп барып өлгөргән. Малайың ҡасҡан. Баламды талап маташҡан бит... Паслидний эш был, паслидний эш...
Ғәлимә башын тотоп һаман ерҙә имгәкләне:
– Ауылдаштар?... Апай, үтенәм, ярлыҡағыҙ... Хаталанған... Яңылышҡан, йәш бит... Мөхәббәттән күҙе томаланған инде... Уйһыҙлыҡ... уйһыҙлыҡ... зинһар...
Урамдағылар барыһы ла тынып ҡалды. Ҡараштар ерҙә өҙгөләнгән әсәлә ине. Ахырҙа оло ир һүҙен әйтте:
– Ярар... Беҙҙең ҡыҙ ҡурҡҡан, әммә зыян күрмәгән. Зыян иткән булһа малайыңды ошо ҡулдарым менән быуа инем. Бер юлға ҡалдырам... Алйот булһа ла йәш кешенең тормошон боҙоуҙан беҙгә файҙа юҡ. Үҙе боҙа ул уны бер килеп... әгәр аҡыл инмәһә.
Ғәлимә биттәрен ҡапланы:
– У-уй!.. Рәхмәт, ағай, рәхмәт һеҙгә...
Ислам үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр Рәмилдең елкә төбөнә һуғып ебәрҙе:
– Ғәфү үтен!.. Йүнһеҙ!
Рәмил әсәһе эргәһенә ҡоланы:
– Ғә-фү... Ғәфү итегеҙ... Башҡаса ундай хәл ҡабатланмаҫ...
Ир уның танау төбөнә ҙур йоҙроғон төрттө:
– Эҙең булмаһын ауылда... иртәгә үк.
– Я-арай...
Төркөм нисек ҡапыл килеп ингән булһа, шулай уҡ сығып та китте. Ә ҡалғандар шул халәттәрендә ҡатышып ҡалды.
– Атай?..
Тауышҡа өсөһө лә әйләнеп ҡараны. Артта күҙҙәре шарҙай булған Йәмил баҫып тора ине.
Ғәлимәнең ҡалған ғүмере улын көтөүгә бағышланды. Рәмил бер заводҡа урынлашып, ятағынан бүлмә алды ла, шунда ҡалды. Онотҡанда бер ҡайтты. Уныһында ла дуҫтарына китеп олаҡты. Айнып, шешенеп иртәнсәк пәйҙә булды. Ауырып ятты ла, мунса төшөп, һурпа эсеп шәбәйеп, аҙыҡ-түлеген тейәп кире юлланды. Ғәлимә уның һәр ымын үтәп өлтөрәп торҙо.
– Улым... Улыҡайым минең, күҙ нурым... Арыйһыңмы эштә? Ҡыйын түгелме унда? – тип өҙгөләнде. Сәсенән һыйпарға үрелгәйне, тегеһе “теймә” тигәнде аңғартып ҡулын һелтәне.
– Улым... өйләнһәңсе?.. Исмаһам, өҫ-башыңды ҡарарға кеше булыр ине?
– Ты чье, мать? Үҙемде саҡ аҫырайым. Хәҙерге бисәләргә фатир кәрәк тә аҡса кәрәк.
– Йәки бында ҡайтыр инең? Үҙем тәрбиәләп алырмын. Эсеүеңде ташлап...
– Давай, мать, кәйефте ҡырма әле. Ана... тегеләреңде воспитывай.
– Тегеләр ни... күҙ алдында.
Рәмил йылмая биреп тә ҡуйҙы:
– Йәмил ҡусты маладис ул. Килеп сыға минең янға. Бүлмәмде таҙалап, ашарға бешереп китә, аҡса ла ҡалдыра әле, вәт сәпләк, әй... Шул уговаривать итеп ҡайтарта ошонда: “Әсәй көтә лә, әсәй илай” тип, теңкәне ҡорота. Буйтым ир булып бара, ә?
Ғәлимә стенала торған кинйәһенең карточкаһына һирпелеп ҡарап алды:
– Институтты тамамлай инде быйыл... Өйләнәм дә тей шикелле. Атаһына әйткән инде... миңә түгел...
Йәмилдең беренсе балаһы тыуған көндө, һөйөнсөнө ишеткәс, өйҙә табын яптылар. Күрше-тирә, туған-тумаса инеп-сығып ҡотлап, һыйланып китте. Кискәрәк өсөһө генә ҡалдылар. Ғәлимә килен менән бәпескә алып барыу өсөн кәрәк-ярағын төйнәште, тауыҡ һурпаһына туҡмас ҡырҡты. Атай булыу бәхетенән ярһып, әле инеп, әле сығып үҙенә урын тапмаған Йәмилде күҙәтте.
– Шулай ул... тәүге бала һушты ала, – тип ҡуйҙы, ахырҙа.
Уның был һүҙенән улы шып туҡтаны. Әсәһенә текәлә биреп торҙо һәм асыуһыҙ ғына былай тине:
– Юҡ, әсәй, мин улай итмәйәсәкмен. Булыр балаларымдың барыһын да бер тигеҙ күреп яратасаҡмын. Һин миңә... беҙгә һабаҡ бирҙең.
Ғәлимә ҡылтайҙы:
– Әсәң ғәйепле инде барына. Ана, апайҙарың да ураған һайын әллә нимәгә үпкәләйҙәр.
– Үпкәләмәйбеҙ, әсәй. Апайҙар ҙа үпкәләй түгел, ә бары һинән аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, иғтибар көтөп... әйтәләрҙер инде. Ә һинең бит күҙ алдыңда Рәмил ағай ғына.
– Ҡуйсы, улым, шуға һүҙ тигеҙмә. Ул бит һеҙгә ағай кеше.
– Һүҙ тигеҙеп буламы инде? – Йәмил көлдө, әммә тауышында әсенеү, һағыш сағылды. – Һине йәлләйем бары... һине, әсәй...
Яман хәбәр Ғәлимәне аяҡтан йыҡты: Рәмил ҡулға алынған! Иҫереп ыҙғышҡандар ҙа, ике ир өсөнсө шешәләштәрен туҡмап үлтергән. Яңылыҡ йәшен тиҙлегендә ауылды ураны. Бот сабып аптыраған әҙәм булманы, бары ҡайғы бүлешеп һөйләнделәр генә. Һәр кем үҙенсә фекерләне:
– Йә, Хоҙай, үҙең арала... Әпсәһен уйламаған, грам да...
– Ҡашҡа бала ҡайғы һала, тип, баланы улай артыҡ яратырға ярамай шул... Боронғолар белмәй әйткәнме, баланы йоҡоһонда ғына һөй, тип.
– Алдына алды ла торҙо шул улын...әллә ней. Һап-һау нәмәне... Мына, инде рузултәте...
– Бала ҡайғыһы күрһәтмә, Аллам?..
...Йәмил менән ҡатыны әсәләрен баяғылай ҡултыҡлап индереп өйгә һалды. Килене йәһәтләп дарыу иҙеп эсерҙе. Улы уның баш осонда булып, әле яулыҡ эсенән сығып туҙған аҡ сәстәрен, әле сирыш баҫа барған йомшаҡ битен һыпырҙы. Шым ғына килеп ингән ҡыҙҙары, йәшле күҙҙәрен йәшереп, ике яҡтан килеп ултырып, өшөп барған ҡулдарын өрөп йылттылар, йыуаттылар:
– Әсәкәйем... бөтөрөнмә улай...
– Әсәй, бирешмә... Беҙҙең өсөн йәшә инде, әсәй?..
Йәмил дә һүҙҙәрен һайлап ҡына теҙҙе:
– Ғүмерлеккә түгел бит, әсәй... Алты йыл үтер ҙә китер. Йыл һайын алып барып торормон. Инде сыҡһа, Алла бирһә, ағайҙы ошо өйҙән бер ҡайҙа ла ебәрмәбеҙ...
Был әйтелгәндәрҙән Ғәлимә сытырлатып йомған күҙҙәрен ҙур асты һәм баш аша кинйәһенә төбәлде. Ышанмау ҙа, өмөт тө, сараһыҙлыҡ та һәм тағы әллә ниндәй хистәр солғанышы ине был ҡарашта. Йәмил тамамлап ҡуйҙы:
– Бергә йәшәрһең улың менән. Атай ҙа юҡ, ағай һиңә иптәш булыр.
Ҡыҙҙары йөпләне:
– Эйе...шулай.
– Ағайҙы бергәләп көтөрбөҙ.
Ғәлимәнең ирендәре ҡалтыраны, күҙҙәренә йәш эркелде. Ул башта ике ҡыҙын тартып күкрәгенә һалды ла, унан улына ынтылып, барыһын да ҡосағына һыйҙырырға тырышты:
– Балаҡайҙары-ым... ғәзиздәрем минең... Әлдә һеҙ бар...әл дә...