Быйыл ҡыш ҡаты килде. Һуңғы йылдарҙа шартына килтереп ҡыш яһай алмауының ҡоһорон ҡайтарғандай, тәбиғәт ҡарын да, һыуын да, буранын да йәлләмәне. Өс үркәс ауылында һыуыҡ бабай айырыуса дәрт менән типтергәндәй: соҡорҙараҡ, өс тау араһында боролош яһап аҡҡан йылға үҙәнендә ултырған ауыл тотошлайы менән тиерлек ҡар аҫтында ҡалды; урамдың ике яғында ҡара-ҡаршы ултырған өйҙәр ҡыйыҡтары менән типә-тиң көрт менән тоташты. Бындайын ҡарҙы, бынауса һыуыҡты, зил-зилә ҡуптарған бурандарҙы үҙ ғүмерендә аҙ күрмәгән Мазһар ҡарт кеүек ололар: “Әллә–лә-ә... был ни хәл булды был, әллә-лә-ә...” – тип тел шартлатты, баш сайҡаны..
Автобустан төшкәс, автотрассанан ун өс саҡрым ситтә ятҡан Өс үркәс ауылына йәйәү атланы Мансура. Һуңғы бурандарҙың үтеүенә күп уҙмаған ахыры – юл юҡ. Ситтән килгән берәү булһа, ауылды таба ла алмаҫ ине. Әлдә ауылға электр уты илткән бағаналар бар, юл шулар тәңгәленән бара, һәр хәлдә күҙ бәйләнгәнсе ыратып атлағанда, аҙашмаҫҡа була. Унан – ҡалҡыулыҡ. Башына менеп етһәң, күңелдә өмөт уянып, йәнде йылытып, уттар йымылдағаны күренә. Мансураның өләсәһе йәшәгән Шанхай урамы ауылдан бер аҙ ситтәрәк, йылғаның, Ҡарандың, боролош яһаған ерендә айырылыбыраҡ ултыра. Мансура ғәҙәттә оло юлдан ҡалҡыулыҡты төшкәс үк борола һәм берҙәм һуҡмаҡ буйлап туп-тура өйҙәренә тарта торғайны. Әле һуҡмаҡ юҡ. Шуныһы шөкөр: ҡар ҡатып өлгөргән, ҡаты көрткә әйләнгән. Аяҡ батмағас, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ кәртә артынан ғына өйөнә килеп инер. Инеүен инер, ә кем уны ҡаршы алыр? Почта йөрөмәгән, телефон тотмаған, бер һүҙ менән әйткәндә Хоҙай тарафынан онотолоуға дусар ителгән Өс үркәс ауылында бөгөнгө көндә кемдең тере, кемдең юҡ икәнен дә белмәй бит ул...
Мансура уйҙары менән алға китһә лә, үткәне артҡа тарта. Арҡаһына аҫҡан йөк ауырлығынан түгел, эсендәге уйҙарҙан арый, һөрөнмәҫ ерҙә һөрлөгә, абынмаҫ ерҙә абына. Күңелендә – бушлыҡ. Сеңләп, зыңлап торған күңелдең иң тәрән биләмәләрен әрнеткән, йөрәген өтөп-көйҙөрөп алып барған һағыш.
Мансура атаһын хәтерләмәй. Белмәй. Иҫ инә башлаған сағы булдымы икән, әсәһенән ул бер саҡ уның хаҡында һораны. Йәй ине. Ул, әсәһенең эҙҙәренә баҫа-баҫа, еләктән ҡайтып килә. Арыған, һыуһаған. Улар эргәһендә тағы бер ҡыҙыҡай менән әсәһе килә. Бер түбәлә ял итергә туҡтанылар.
– Мин башҡа атламайым, – тине теге ҡыҙ, – арыным.
– Шунан? – тине әсәһе, биҙрәһендәге еләктәрҙе тәмләп, – нишләмәксе булаһың?
– Ятам да йоҡлайым. – Шул саҡ мотоцикл күренде. Ҡыҙыҡай һикереп торҙо. – Ура! Атайым! Атайым килә!
Мотоцикл улар эргәһендә туҡтаны. Апай кеше артҡа, ҡыҙыҡай люлькаға ултырҙы.
– Еләгеңде апҡайта торайым, Сәбилә, – тине ҡатын, биҙрәгә үрелеп.
– Кәрәкмәй, күп ҡалмаған, – тип әсәһе күнәген бирмәне. – Хәҙер! Ферманы үтһәк, өс саҡрым ер ҡала!
– Ә минең атайым ҡайҙа? Ул ниңә килеп беҙҙе ултыртып алып ҡайтмай? – Мансура уйға батҡан әсәһенең күлдәк итәгенән тартты. – Әсәй, әсәй тием!
– Атайың... ул бында юҡ. Ана күрәһеңме таштан һалынған аҙбарҙарҙы? Ул төҙөнө шуларҙы. Унан киттеләр, китте...
– Әрмән ине ул. Иленә ҡайтты. Һинең барлыҡты ла белмәй китте.
Мансура төшөндө: атаһы киткән. Исеме уның Әрмән. Аҙаҡ, беренсе класҡа уҡырға барғас, исемлекте уҡып барлағанда:
– Мөхәмәтова Мансура Рубен ҡыҙы, – тинеләр.
– Минең атайым Рубен түгел, Әрмән! – тине Мансура һикереп тороп. – Ул һыйырҙарға таштан аҙбар һалған! Үәт!
– Эйе, һинең атайың – әрмән, ләкин исеме – Рубен, – тине уҡытыусы, уның янына килеп. – Бик оҫта ҡуллы кеше булған икән атайың!
Мансура шымды. Әгәр үҫкәсерәк белһә, был хаҡта:
– Эйе, оҫта булған. Мансураны әтмәләгән. Әтмәләгән дә – ҡасҡан! – тиер ине. Ә ул саҡта әсәһенә рәнйене: ниңә ул атаһының ысын исемен әйтмәгән? Ни был турала һөйләшер-аңлашыр зат юҡ эргәһендә – Мансура инде күптән балалар йортонда.
Ҙур ҡара күҙле, ҡара ҡашлы, милли үҙенсәлектән ҡоро ҡалмаған танаулы Мансура сит-ят ҡараштарҙы һәр саҡ тартты. Хатта ситтән тикшереү эше менән килеүселәр ҙә, Мансура осраһа: “Ә был ҡыҙыҡай... ҡайҙан?” – тип төбәшмәй, Мансураның милли сығышын байҡамай туҡтаманы. “Ә-ә-ә... әрмән ҡаны? Ҡара, әллә ҡайҙан күҙгә ташлана”, – тигән һүҙҙәр Мансураны көтөү артынан эйәргән себен-серәкәй кеүек оҙатты. Мансураның йәне көйҙө: бер ауыҙ әрмәнсә белмәгән көйө әрмән булып буламы икән?!”
– Һин йәмһеҙ түгел, – тине Мәймүнә өләсәһе Мансураға, – тик, атаң алыҫ йыныс кешеһе булғас, күҙгә ташланып бараһың. Әсәңдең башына йыуашлығы етте, һин бына уҫалыраҡ, тел-тешле бул. Яраһы сәскәһе булғас, тыуғанһың инде...
Яулығын ҡашын баҫыра биреберәк ябынып, өнһөҙ-тынһыҙ эшкә бирелеп йәшәгән әсәһе һәр саҡ күҙ алдында уның. Мансура – Сәбиләнең сәскәһе – әсәһе үлгәндә ни бары биш йәштә ине. “Өләсәң ҡарт, өҫтәүенә сирле, һин балалар йортона барасаҡһың”, – тинеләр уға. Һәм алып та киттеләр. Бәғзе йәйҙәрҙә Мансура өләсәһе эргәһенә ҡайта алды, ә бәғзеләрендә – юҡ. Килеп алған кеше булмаһа, уны ебәреп, кем башына бәлә алһын? Балалар йортонан һуң, кем булырға теләйһең тип һорап тороу ҙа юҡ – һөнәрселек училищеһы. Уҡырға һәләтле булһа ла, класташ малай менән етенселә үк енси бәйләнешкә ингән Мансураға ҡараш та шулай булғандыр инде. Дауахана койкаһында күп ҡан юғалтыуҙан саҡ үлмәй тере ҡалған ҡыҙыҡай үҙ-үҙенә: “Ғүмерҙә кейәүгә сыҡмам! Ғүмерҙә лә бер генә ир затын яҡын ебәрмәм!" – тип ант итте. Уның әсәһе лә бит ошо рәүешле донъя ҡуйҙы, тик ул өйҙә ятып йән бирҙе. Эргәһендә өләсәһенән башҡа ике ҡарсыҡ бар ине, шуларҙың береһе:
– Гонаһ! Йән ҡыйҙыҡ! Табып ҡына ҡуйманы! Малай ғына булған бит әле! – тип әсенде. Мансура быларҙы яҡшы хәтерләй.
– Әйтеүе еңел дә ул, – тине Мәймүнә өләсәһе. – Сәбиләгә бер серкеү етмәгәндер шул? Берәү булһа – ҡулың бәйләнә, икәү булһа – аяғың да тышала. Бәлки, былай, Сәбилә лә йүнле-башлы иргә сығыр...
– Ирҙәрҙең арыуы үҙ бисәһе менән йәшәй, Мәймүнә. Ит үлтерергә инеп сыҡҡандың файҙаһы, ана! – ул ишек төбөндәге тулы һыулы биҙрәгә күрһәтте.
Мансура быларҙы урындыҡтың ситендә, шаршау эсендә йоҡларға ятҡан ерендә ишетте. Ниҙелер һиҙенде, ә ниҙелер аңланы. Ә иң ҡыйыны: әсәһе иртәнсәк торманы, күҙҙәрен асманы...
Мансура иһә ун дүрт йәшендә дауахананың “Гинекология” тигән бүлегенә инеп ятҡанда ысынбарлыҡтан хыялды, тормоштан әкиәтте, баланан ҡурсаҡты айыра алмаған хәйләһеҙ йән эйәһе ине. Унда күргән-кисергәндәре лә ҡатын-ҡыҙ кисереше булмаған уның. Хәтерендә: бер өлкән генә кәүҙәле бойоҡ ҡатын (йәше ҡырҡ тирәһе булһа, Мансураға ул оло тойолғандыр), тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, кемделер көттө. Уфтанды. Береһе килер ҙә: “Әйҙә, сыҡ! Бала булһын, тыуһын!” – тиһә, ул бынан хәҙер ысҡыныр төҫлө. Бер кем килмәне, ул иртәгеһенә “Операционная” тип яҙылған ишеккә беренсе булып инеп китте.
Мансура башҡаларҙы күҙәтте. Үҙендә эше юҡ. Шулай ҙа, сираты етә башлағас, был өлкәлә тәжрибәле күренгән бер ҡатындан:
– Ауыртамы? – тип һорай ҡуйҙы.
– Юҡ, рәхәт кенә.. Йоҡлағандағы кеүек..
Кемдер башын аҫҡа эйҙе, кемдер шырҡылдап көлөп алды.
“Тамуҡ, ахыры, ошо, – тип уйланы операция барышында Мансура, – Тамуҡ!”
Аҙаҡ, операциянан һуң, сиратта теге үҙе менән бергә торған ҡатын:
– Шунан... Нисек? Рәхәт булдымы? – тип һораны. Мансура стена яғына боролоп ятты, дауахананан сыҡҡансы бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шымды. Асыҡ-ярыҡ, илгәҙәк ҡыҙыҡайҙан ҡашын төйгән һытыҡ сирайлы үҫмергә әүерелде. Тимур менән дә араһын өҙҙө. Һигеҙенсене бөткәс, таралыштылар. Мансура һөнәрселек училищеһының штукатур-маляр төркөмөнә уҡырға инде, Тимур, туғандарым шунда йәшәй тип, Туймазыға китте, электрик һөнәрен һайланы.
Аҙаҡ – ятаҡханала койка-урын. Эш – төҙөлөш. Әле бер, әле икенсе объектты тапшырҙылар. Улар тапшырған йорттарға кешеләр күсенде, тәҙрәләрендә – селтәрҙәр, тәҙрә төптәрендә – гөлдәр хасил булды, кис булһа, ҡыҙыллы-йәшелле-күкле уттар тоҡанды. Кистәрен сығып, шул бәхетле тәҙрәләргә оҙон-оҙаҡ ҡарап торор ине Мансура. Ниңә уның, тик уның – Мансураның – ошо бәхеткә юлы ябыҡ икән? Ә бер отпускаһында ул тотто ла Өс үркәскә, өләсәһенә, ҡайтып китте. Ишектә уны ҙур ғына йоҙаҡ ҡаршы алды. Күршеләре: “Өләсәйеңде ҡустыһы үҙенә күсереп алып китте. Ул да яңғыҙ ҡалған”, – тине. Ике көн йоҡлағас, ул кире ҡалаға китергә булды. Бөгөнгө кеүек, трассаға тиклем 13 саҡрым араны йәйәү үтте. Юлда уны еңел машина ҡыуып етте.
– Әйҙә, ултыр, – тине автомобиль тәҙрәһенән башын сығарған егет. – Ҡаланың үҙенә тиклем алып барам!
– Ҡалаға?! – Мансура уға ғәжәпһенеп ҡараны. – Яҡын ер түгел. Күпме һорайһың? – Үҙе машина ишегенең тотҡаһына үрелде.
– Бер үпһәң, шул еткән, туташ!
– Пошел ты! – Мансура ишекте шарт япты.
– Эй, эй! Мин бит шаяртам ғына! Һин теге... Мәймүнә инәйҙең ейәнсәре Мансура бит!
– Әйҙә, асыуланма! Мин машинаны стоянкала ҡалдырам. Ҡалала. Үҙем Себерҙә, вахтовкала. Оноттоңмо ни – мин Заһир бит!
Ул арала рейс автобусы күренде – Мансура ҡул күтәрҙе. Автобусҡа инеп барғанда артына ҡайырылды:
– Ғәфү ит, Заһир. Миңә – икенсе яҡҡа!
Юҡ, Мансураға ла шул бер яҡҡа ине. Ниндәйҙер эске ғорурлығымы, тәкәбберлегеме, әллә инде йөй-йөй булып ҡалған элекке яраһымы баш күтәрҙе – алсаҡ йылмайып үҙ янына өндәшкән егеттең саҡырыуын ҡабул итмәне. Онотмағайны уны Мансура. Бала саҡта бергә һыу инәләр ине, бергә уйнанылар ҙа. Ошо Заһирҙың дуҫы Ғәйфулла Мансураның күлдәген йәшерҙе бер. Көн һалҡынса, Мансураның теше-тешкә теймәй. Ҡалтырай. Сүкәйеп ултырҙы ла ҡатты. Бөтәһе лә таралды. Күлдәк юҡ. Нисек итеп ауыл урамы буйлап яланғас атламаҡ кәрәк? Былайҙа ҙа бит унан берәй нәмә булһа: “Әрмән – әрмәнде!” – тип көләләр...
– Бына! – башын күтәреп ҡараһа, ағас башында ошо Заһир ултыра. – Ал күлдәгеңде!
Ҡыуанысынан Мансура малайға рәхмәт әйтергә лә онотто, кейенеп алғас, ауылға тоҡойҙо. Аҙаҡ, йылдар үткәс, Мансура гелән: “Әгәр шунда балалар йортона китмәһәм, Заһир менән аралар артабан нисек булыр ине икән?” – тип уйланы. Бала саҡтың яҡты бер иҫтәлеге булып ҡалды Заһир. Әллә уның менән йәнәш ултырып оло юлдан елдереүгә шул хәтирә ҡамасауланымы? Шул яҡтылыҡты Заһирҙың:“ Мин өйләнгән инде”, – тигән һүҙе боҙоуҙан ҡурҡтымы? Ә, бәлки, ул өйләнмәгән дә булғандыр. Бәлки... бәлки. Эҫе ине уға Заһир, бик тә эҫе ине...
***
Эйе... Юл оҙон. Хәтирәләр иҫкергән йорттоң стеналары кеүек, өҫкә ишелә, туҙаны зиһенде томалай, һағышы үҙәктәргә үтә. Мансура, тамағы кибеп, ҡар алып ҡапты. Рюкзагының бауын бушата бирҙе. Әллә һыуыҡ тынды ҡура, әллә февраль һыуығынан да өшәнесерәк кисерештәр артҡа тарта. Әммә теге саҡтағы шул ҡайтып килеү Мансураның тормошон ҡапыл үҙгәрергә мәжбүр итте: ул аҡса эшләргә сығып китте. Башта Грецияға юлланды. Ал-ял белмәй эшләне. Дүрт-биш йылдан үҙенә торлаҡ һатып алды. Ҙур түгел, әлбиттә, мәгәр йәшәрлек. Тик, бәхетһеҙлегенә күрә, ул йәшәгән утрауҙы һыу баҫты. Мансура тағы ла бер нәмәһеҙ тороп ҡалды.
Әмәлгә ҡалғандай, балалар йортонан алып дуҫ булған Динә Италияға, үҙ янына саҡырҙы. Мансураға юллыҡ аҡса һалды. “Квартира аласаҡмын. Барыбер үҙ мөйөшөм буласаҡ!” – Мансураның да тәҙрәләрендә аллы-гөллө ҡорғандар торасаҡ, гөлдәр балҡып сәскә атасаҡ. Таңдан тороп, кухняла газға сиратҡа тормаясаҡ! Дөйөм душтың бушауын ҡарауыллап ваҡыт үткәрмәйәсәк! Уға бит әле утыҙ ҙа тулмаған! Ул бөтәһен дә үҙ ҡулдары менән булдырасаҡ! Машина ла алыр. Заһир эргәһенән зыйлап үтеп тә китер. Бәлки, ҡул да болғар ул, бәлки... туҡтар.
Хыял ҡанаттары уны Италияла оҙаҡ, бик оҙаҡ йөрөттө. Башта тел белмәүе ҡамасауланы. Ярай, зиһене үткер – тиҙ өйрәнде. Эште бер тапты, бер юғалтты. Мыжыҡ, талапсан, ете ҡат тиреңде сығарғансы эшләтә торған итальянкаларға ла яраны. Балалар йортонда саҡта ул иртән тороу менән бәләкәйҙәр янына йүгерер ине. Сәстәрен үрә, түшәктәрен ҡарай, йыуындыра, кейендерә ине. Шул тәжрибәһе ярҙам иттеме – ул кеше ҡарауҙан сирҡанманы. Эштең ҡараһы, йә ағы булмай, ти торғайны Мәймүнә өләсәһе. Йәнә: эшләһәң, эш ҡарышмай, тине. Эшең кеше өсөн булһа ла, белгәнең – үҙең өсөн, тип тә өҫтәр ине. Бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса ғына өләсәһе арыуҙың ни икәнен белмәгән кеүек ине. Бойҙай, арпа, тары сәсте. Шуларҙы төйөп, тирмәндә тартып, бутҡа бешерҙе. Еләк-емеш күп йыйҙы, киптерҙе, ҡаҡ ҡойҙо, майланы, тартып, май ҡушып йомғаҡлап та ризыҡ яһаны. Йәл, уның янына Мансура ғына һәр йәй һайын ҡайта алманы.
Италияла “баданка” – хеҙмәтсе, ялсы ҡатын булып йөрөгән саҡтарында ла күҙ алдында һәр саҡ өләсәһе торҙо: уның егәрлелеге – бер эштән дә баш тартмаҫҡа, уның сабырлығы – түҙергә, уның алсаҡлығы – һүҙ күтәрә белергә өйрәтте. Ниһайәт, аҡса тупланы Мансура. Шулай: Италия ҡарсыҡтары алған пенсия Мансураға хыялына ирешергә ярҙам итте! Ә бит үҙ илендә Мансура төҙөлөш һынлы төҙөлөштә эшләп тә осон осҡа саҡ ялғаны. Хатта отпускаларын да ял итмәй эшләп үткәрергә мәжбүр булды. Инде байыны. Фатирҙан ҡалған аҡсаһы өйөнә йыһазға етте. Тәҙрәләренә ҡиммәтле туҡымаларҙан ҡорғандар тектерҙе. Йыһазды ла бик ҡарап, һайлап йөрөп алды: сит ил байҙарының көнкүрешен тикшереп, күҙәтеп, үҙенсә һығымта яһағайны: ҡиммәтле икән, тимәк, оҙаҡҡа, ғүмерлеккә. Теге сиған халҡы әйтмешләй: арзан әйбер алырлыҡ бай түгелмен әле. Үҙенә уңайлы эш тә тапты: инглиз, итальян, грек телдәрен яҡшы белгәнлектән, тәржемәсе сифатында сит илдән килгән эшҡыуарҙарҙы оҙатып йөрөй башланы, репетиторлыҡ кәсебенән дә баш тартманы.
***
Тормошо яйланып, күңеленә һиллек килгән ваҡытта уға тағы нимәлер етмәй башланы. Урамға сыҡһа, бала етәкләгән парҙар иң элек күҙенә салынды; бала күтәргән, йә йөклө ҡатын – уның идеалы. Эх! Уға ҡасан ошондай бәхет тәтер? Әгәр тәтемәһә?..
Балаһыҙ йорт толҡаһыҙ. Үҙенең матурлығы, мөһабәтлеге менән эреләнеп ултырған кеүек бынау өй йыһазы. Өй тулы әйбер, ә күңел – буп-буш. Әллә кире Италияға сығып олағырғамы? Эш тапмай хитланыу, сиркәү бешергән йылы аш менән хушланып, ҡайҙа етте шунда төн ҡунып, бәхет ҡошоноң килеп ҡуныуын көтөү – бәлки тағы шул кәрәктер Мансураға? Тап ошондай күңеленең иләҫ-миләҫ сағында осраны уға Тигран Ашот улы Вардалян.
– Һеҙ... Ереванданмы? – тип өндәште уға ҡырҡ биш-илле йәштәрҙәге ир. – Мин һеҙҙе ҡайҙалыр осратҡан кеүекмен.
Банктан сығып килгән Мансура был оҙон буйлы, саҡ ҡына көмөш ялатылған ҡара бөҙрә сәсле, үткер ҡарашлы, ҡиммәтле духи еҫтәре аңҡып торған бәҫле кейемле иргә аптырап ҡараны:
– Юҡсы, мин нишләп... Еревандан булайым?
– Һеҙҙең йөҙөгөҙ ныҡ таныш, – китә башлаған Мансураның ир кеше сабырһыҙланып алдына сыҡты. – Таныш булайыҡ: мин Тигран.
– Бик һәйбәт. Ғәфү итегеҙ, мин бик ашығам.
– О! Эйе! Һеҙ... – Ул машиналар теҙелеп торған яҡҡа ҡараны.
– Һуң, ҡайҙа кәрәк? Зинһар, тәҡдимемде кире ҡаҡмағыҙ: мин һеҙҙе ҡайҙа теләйһегеҙ, шунда алып барам!
Мансура ысынлап та ныҡ ашыға ине: Италиянан әхирәте Динә бына-бына ҡайтып төшөргә тейеш. Самолеттың килеп етеренә бары ҡырҡ минут ҡалған.
– Әләйһәң, аэропортҡа! Такси саҡырғайным...
– Ни-ни! – Тигран еңел атлап автомобиленең алғы ишеген асты. – Мадам!..
Шулай башланды улар танышлығы. Танышлыҡ – дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡ оҙаҡ та тормай яҡын мөнәсәбәткә әйләнде. Ошоға тиклем тешен ҡыҫып түҙеп, теге етенсе класта булған хәлдән һуң биргән антына тоғро ҡалып, ир-ат тураһында ишетергә лә теләмәгән Мансураны Тигран әллә арбаны, әллә тиләне: Мансура уның ихтыярына буйһондо. Хатта бер талайға күңелендә йөрөткән хыял ҡошо – Заһир ҙа онотолдо.
“Өрмәгән урындыҡтарға ултыртмам тигән ине” йырындағы кеүек, Тигран уны ысынлап та алиһәләй ҡәҙерләне. Уның менән үткәргән тәүге төнө – ысын мәғәнәһендә – ҡәҙер кисе булды.
– Ҡәҙерлем минең! Гәлсәр-яҡутым, алтын-көмөшөм, һине... ошо йәшеңдә ғиффәтлелер тип уйламағайным! Мин аҡылдан яҙам! Бәхетемдән сәсәп үләм бына! – тине Тигран, Мансураның бөтә тәнен ҡайнар үбеү менән оҙатып. – Шулай уҡ бер кемең дә булманымы ни? Ә һин бит мадонна! Илаһи! Ах... мин иренем, мин юҡ...
– Әгәр бала саҡтағы ауанлыҡтан килеп сыҡҡан бер хәлде иҫәпкә алмағанда, булманы, – тине Мансура, үҙе ысын ир арыҫланы тип атарлыҡ мыҡты Тиграндың ҡосағына нығыраҡ һарылды, хәленән килһә, уның менән бер бөтөн булып уҡмашыр ҙа, башҡа мәңге айырылмаҫ ине. – Ҡәҙерлем! Мин яратам һине, яратам!!!
Уның менән үткән биш айы биш көндәй ҙә булманы. Иң аптырағаны: тәүге кистә үк ауырға ҡалды. Ҡыҙыҡ, ҡатындарҙың: “Ауырға ҡалғанымды һиҙмәй йөрөгәнмен...”, – тигәндәрен күп ишеткәне булды Мансураның, ә бит үҙе шунда уҡ, шул кистә үк үҙендә яңы яралғы яралғанын тойҙо. Күңеле һиллеккә, йәне йәннәткә олғашты. Донъяһы – түп-түңәрәк. Хоҙай уны ошо бөтөнлөктө, камиллыҡты, сихри илаһилыҡты татытыр өсөн ҡатын-ҡыҙ итеп яратҡандыр, биллаһи! Эргәһендә – һыйыныр кешеһе. Ул булмаһа, әгәр ул донъяға ниндәйҙер сәбәп менән тыумай ҡалған булһа, Мансура был бәхетте мәңге татый алмаҫ ине бит! Үҙ донъяһында, үҙ ише менән бергә бөгөн Мансура. Төнгө лампанан һүрән генә сәселгән ҡыҙғылт утта өй йыһазы ла күркәм, яғымлы күренә. Атлас тышлы мендәрҙәр, юрған – бөтәһе лә яғымлы, наҙ һәм иркәлек бөркә. Ана Тигран ниҙәндер тертләне, унан йәһәт кенә Мансураға үрелде, күкрәгенә ҡыҫты, ҡайнар ирендәре уның ебәктәй йомшаҡ түштәренә тап килде.
– Ҡәҙерлем! – Был һүҙ икеһенең ауыҙынан бер юлы сыҡты.
Әммә үҙенә яҙған батыры менән ҡауышҡандан һуң теүәл туғыҙ ай ҙа туғыҙ көн үткәс, бәхетле кәләш ул таба; малай ай үҫәһен көн үҫә, күп тә үтмәй, атаһы кеүек баһадир булып етешә, тигәндәр әкиәттә генә икән ул. Мансураға “ҡәҙер кисе”нән теүәл туғыҙ көн үткәс, хәсрәт даръяһын кисеүҙәр башланды: ул тамағына тәғәм ризыҡ ҡаба алманы. Ул ғына түгел: ниндәй генә ризыҡ күрмәһен – уҡшыта. Бөтә донъя гүйә арты менән әйләнде. Уны уратып алған кешеләр ҙә, һарыҡ тиреһе тунын сисеп, бүренекен кейҙе. Мансура хәлһеҙләнде, ҡапыл ябыға башланы. Тиграны алдына ни алып, ни ҡуйырға белмәй ҙә бит. Уның иғтибарлылығына, түҙеменә иҫе китте Мансураның: “Мөхәббәте шул саҡлы көслө, ахыры, – тип уйланы ул, – уның хәҙер яратырлыҡ ни ере ҡалды?” Дауаханаға һалдылар уны:
– Язваң асылған бит, ҡыҙыҡай! – тинеләр, эсәк йоттороп ҡарағас.
– Язва?! Ул миндә юҡ инесе...
– Булған ул. Элек. Хәҙер асылған, сөнки ашамайһың. Һиңә, ахыры, ауырыңдан бушанырға тура килер...
– Юҡ! Был мөмкин түгел!.. Был минең... һуңғы өмөтөм!
– Ай-һай... Әлбиттә, беҙ һинең организмды системалар, витаминдар менән йәшәтергә тырышасаҡбыҙ, ләкин балаға ул ғына етмәй.
– Мин бөтәһенә түҙергә риза, тик сабыйға теймәгеҙ. Миңә бит ҡырҡ йәш! Аңлайһығыҙмы: ҡырҡ!..
– Беҙ аңлайбыҙ ҙа. Гипоксия. Бала нормаль үҫешә алмай.
Мансура бына шундай әсе һыҙланыуҙар, уҡшыу, болоҡһоуҙар эсендә ятҡанда, Тигран:
– Ҡәҙерлем! Беҙҙең бәхеткә юл асылып тора: минең дуҫ Арарат өйөн һата, – тине.
– Ә нишләп? – Мансура ул йортто күргәйне. Шуғамылыр ғәжәпләнеүе хатта бер талайға һыҙланыуҙарын онотторҙо. – Ундай йортто!.. Ниңә?
– Ҡайта ул. Ата-әсәһе ныҡ сирле. Шуға әйтеүем: Арараттың шундай мөғжизәне сит кешегә һатҡыһы килмәй.
– Күпме һораһа ла, минең алиһәм һәм тыуасаҡ улым өсөн – йәл түгел.
– Әйтмә... – Тигран Мансураның ауыҙын ҡайнар ирендәре менән ҡапланы. – Рәхмәт әйтмә. Минең донъяға тыуыуымды бер нәмә генә аҡлай: ул һиңә хеҙмәт итеү. Ҡолоң, олторағың булырға ризамын – тик һин бәхетле бул! Эй минең татлыҡайым, ожмах емешем! Ҡосағыңда эреп юҡҡа сығырға, эрергә, юғалырға риза бит мин!..
Ире ҡосағында аҙға булһа ла һыҙланыуҙарҙан арынған Мансура ҡәҙерлеһенең күкрәгенә башын һалды:
– Ни теләһәң, шуны эшлә, ҡәҙерлем. Тик ундай ҙур сумманы, ә мин ул йорт өсөн Арарат 10-дан да кәм һорамайҙыр, тип уйлайым, беҙҙең хәл...
– Яратам аҡыллы ҡатындарҙы! Һин шундуҡ аңланың, хаҡын да билдәләнең. Ах-а-ах! – Ул Мансураның битен, ҡулдарын, иңбашын, муйындарын өтөп алырлыҡ үбеү менән күмде. – Һине осратҡанса мин нисек йәшәнем икән?
***
Көн артынан көн үтте. Мансура үҙенең насар күрә башлауын һиҙеп ҡалды. Йә бер, йә икенсе күҙен ҡаплап уҡырға иткәйне, уң күҙе бөтөнләй күрмәй булып сыҡты. Ҡото алынған Мансура, “Гинекология”нан һорап сыҡты, “Күҙ институты”на тикшерелергә барҙы.
– Расслоение сетчатки. Вам срочно нужно оперироваться.
– Бына шул биргән дә... Күҙең шунан өҙлөккән. Токсикозмы?
– Эйе. Ә ҡасан операцияға мөмкин?
– Шулай. Операция наркоз менән яһала, ә ул балаға – ҙур зыян.
– Бала тыуғанын көтәйек әләйһәң?
– Ул саҡта икенсе күҙеңдән дә яҙаһың.
Күҙ менән килеп сыҡҡан мәсьәләләрен Мансура Тигранға әйтә алманы. Сабый кеүек шатланып малай көтөп йөрөгән ғәзизенең кәйефен төшөргөһө килмәне. Ә бер килеүендә уның йөҙө бик борсоулы күренде.
– ЗАГС-ҡа барып өлгөрмәнек – һин дауаханаға индең, – тине ул. – Бәлки, һорап сыға алырһың? Ғариза биреп ҡуйһаҡ әле. Юғиһә, малайға мин кем булам?
– Ашыҡма, ҡәҙерлем... Миндә бит... ЗАГС ҡайғыһы түгел...
– Аңлайым, аҡҡошом! Ай-ҡояшым! Бәхетем! Ләкин һин мине лә аңла: ярты атай, ярты ир булып йөрөгән кеүекмен. Ах, ул ҡайһылай тибешә! – Тигран ҡолағын Мансураның ҡорһағынан айыра алмай. – Белә бит атаһының килгәнен! Тоя!
Мансура һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты, бала тирәһендә һүҙ ҡуйыртырға выжданы ҡушмағандай: үлсәүҙә – бала ғүмере һәм һуҡырайыу.
– Ә-ә! Өй! Ул минеке инде! Документтарҙы оформлять итә башланым. Тик... тағы 5 лимон кәрәк! Минең йыйған бол етмәне. Дөрөҫ, был хаҡта туған-тумасаға хәбәр ебәрҙем ебәреүгә... Һин был хаҡта борсолма! Йорт ҡайғыртыу – ирҙәр эше. Ә һин – сәскә. Нескә, хуш еҫле рауза!.. А-а-ах, нисек һағындым мин һине! Еҫеңде, үҙеңде, бәпесте...
Мансураға ҡыйын. Наҙға, яратыуға һыуһаған, ҡорһаҡһыған күңеле һулҡ-һулҡ әрней, ҡәҙерлеһен йәлләй, уға ниндәйҙер байрам, яҡшылыҡ бүләк иткеһе килә.
– Ҡәҙерлем, һин ҡартайған ата-әсәңде тартҡыслама: үҙебеҙҙең проблемаларҙы үҙебеҙ хәл итәйек.
– Нисек? Асығыраҡ һөйлә, ҡояшым?
– О-о! Был минең өсөн ғәрлек! Мин – ир кеше, нисек итеп ҡатын-ҡыҙ ярҙамына мохтаж булайым! Мин бит әрмән ире!
– Ғәфү ит, аҡҡошом, ҡатыраҡ бәрелһәм...
– Эш унда түгел. Беҙ бит һинең менән бер тән – бер йән. Шулай түгелме?
– О-о! Гәүһәрем, яҡутым, татлыҡайым... Мин һинең татлы ауыҙыңда бөртөк тешең булып ҡатырға риза!
– Кәрәкмәй, ҡатмай тор. Юғиһә, кем мине ҡосаҡлар? Кем наҙлар?
– Ғәфү ит, мин һинең юҡлыҡтан ғазапланам. Төндәрен һалҡын мендәр ҡосоп ятам, бөтә тәнем, йәнем һине һорай, дарманым һине көҫәй...
– Һин ғәфү ит мине, ҡәҙерлем, – Мансура тамағына тығылған йәштәрҙе йотто. – Һат минең фатирҙы. Евроремонты – сифатлы, үҙәктә. Этажы – йәһүттеке. Йыһазы – ҡиммәтле, уларҙың үҙенән генә бер лимон сығыр. Һат!
– Эйе... Яңынан алырбыҙ. Яңы өй, яңы планировка. Әлеңге мебель ярамаҫ та хатта!
– Ә мин һине үпкәләгән сағыңда ла яратам, хатта... нығыраҡ! Бәлки, бөгөн һорап сығырһың?
– Юҡ... ғәфү ит, ҡәҙерлем. Мин... үҙемде насар тоям.
Иртәгәһенә Тигран дауаханаға нотариаль контора хеҙмәткәре менән килде. Ҡырынмаған, йөҙө ҡырыҫ, ҡарашы – йыраҡта. “Ауыр кисерә. Әрмән ирҙәре – ғорур халыҡ шул”, – тип уйланы Мансура. Кистән дауахананан һорап сығып, ғәзизенең күңелен күрмәгәнгә үкенеп тә ҡуйҙы. Тик... үҙенең йәне ҡыл өҫтөндә. Етмәһә – ҡарынында бала тулай. Әллә һиҙә инде? Ул хәс тә сығып ҡасырға иткәндәй. “Генеральная доверенность” тигән ҡағыҙға мисәт ҡуйылды – ул үҙ көсөнә инде. Бынан һуң Мансура Мөхәмәтованың милке менән Тигран Вардалян идара итәсәк. Мансураның өҫтөнән йөк төштө: уның ҡәҙерле кешеһе тәьмин ителгән, йөҙ һыуын түгеп, кешенән бурысҡа аҡса һорап йөрөмәйәсәк. Улар ашығыс ҡына сығып китте. “Үбергә онотто”, – тигән уй йүгерҙе Мансура башынан. – Йә, ярай, кеше менән килгән, ҡабаланалыр”.
“Их, сабыйым! Көтөп кенә алған ҡолонсағым, һуңлап ҡына ярған ал сәскәм! Белһәң ине әсәйеңә нисек ауыр икәнен! Һуҡыр әсә бала ҡарай аламы? Тигран бар. Эйе, уға хәлде һөйләр Мансура. Ул нимә тиер? Яңғыҙ түгел әле, яратҡан, улар өсөн өҙөлөп торған ир аҫылы, балаһының атаһы бар”.
Бала тынғыһыҙлана. Ахыры ул әсәнең хәлен бөтә күҙәнәктәре менән тоя. “Һәр тере йәнгә әжәленең килеп еткәнен тойоу һалынған”, – тип кем әйткәйне әле... Ҡасан ишеткәйне.. Ә-ә-ә.... Балалар йортонда саҡта. Ит комбинатына экскурсияға алып барҙылар. “Колбаса нисек яһала – һеҙ уны белергә тейеш”, – тинеләр. Иң алда уларҙы “Бойня” тигән ергә индерҙеләр. Аттар сиратта тора. Сираты еткән аттың башына кувалда менән тондоралар. Ҡалғаны тиҙ: тиреһен һыҙырып, өҫкә аҫалар, ошоно күрә-күрә әжәлгә сират көткән аттар ярһый, сығынлай, был күренеште күрмәҫ өсөн баштарын ситкә бора, үҙҙәренең күҙҙәренән субырлап йәш аға...
Шул көндән башлап, Мансура колбаса ашауҙы туҡтатты, уны ауыҙына алмағанына утыҙ йыл. Аттар үҙенең әжәлен аңлағанды, уның ҡарынындағы бала ниңә аңламаһын? Бөгөн үк атаһына әйтер кәрәк булған! Нишләп әле Мансура баланың яҙмышын бер үҙе хәл итергә ята? Кем уға ундай хоҡуҡ биргән? Эйе, үҙ атаһы уны ташлаған. Ләкин ул бит әсәһе Сәбиләнең ауырлы икәнен белмәгән! Уның атаһы ла, бәлки ошо Тигран кеүек изге бер зат булғандыр? Ана, әле ул шылтырата: “Тыныс йоҡо, минең ҡәҙерлеләрем, бәү-бәү!” Яғымлы тауыш, хәстәрлекле ауаз. Ә Мансура, үпмәй китте, тип үпкәләй яҙҙы. И Илаһи! Ниндәй ҡөҙрәт менән бирҙең һин миңә был ирҙе?! Ә бит теге балалар йортондағы класташы, Тимур, армиянан: “Мансура, мин һине гел уйлайым. Йылдар үткән һайын нығыраҡ яратам. Мин армияла. Көт. Ҡайтыу менән өйләнешербеҙ. Беҙҙең күп, бик күп балаларыбыҙ булыр”, – тип хат яҙғайны. Мансура иһә: “Үткәнгә – салауат. Бала саҡ ауанлығы менән ҡылынһа ла, гонаһ – гонаһ булып ҡала. Гонаһлы үткәнемә ҡабат ҡайта торғаным юҡ”, – тип яуап яҙҙы. Шулай өҙөлдө аралары. Бер ниндәй әрнеүһеҙ өҙөлдө. Тигран – башҡа. Уның менән Мансура меңләгән ҡатын-ҡыҙҙың теләп тә көтөп ала алмаған бәхет кисерә. Эйе, биш ай – биш көндәй ҙә булманы. Бындай яратыуға, бындай ҡайнар ихласлыҡҡа Мансураның йөрәге нисек түҙҙе икән? Улай тиһәң, Мансура ла үҙендә вулкан булып ер ҡарынын аҡтарырлыҡ дәрт-дарман ятҡанын белмәй ине! Шуға ла тәүге ҡауышыуында уҡ ауырға ҡалды ул, бала ниндәй сапсан! Ҡайнар шул уның, Тиграндың ҡосағы. Үтә лә ҡайнар, үтә лә татлы уның менән үткән төндәре!
(Аҙағы бар)