Все новости
Литература
1 Сентября 2022, 10:51

Ҡара һарыҡ (хикәйә)

Марат ӘМИНЕВ. 

Ҡара һарыҡ (хикәйә)
Ҡара һарыҡ (хикәйә)

Бүре төн уртаһында килде. Оҙон яҫы ҡураның бер яғы ишелеп төшһә лә, малды һаман шунда бикләйҙәр ине. Ун бишләп һарыҡты хужалыҡтың кәрәк-ярағына тотонорға тип айырым япҡайнылар. Бүре емерек ҡыйыҡ башына еңел генә һикереп менде. Нишләптер шул һарыҡтар араһында йөрөгән Сабит йән көсөнә ҡысҡырырға иткәйне, ауыҙынан баҡырыу ғәләмәте генә сыҡты. Үҙе лә һарыҡҡа әйләнгән бит! Эйе шул, ҡап-ҡара бәрән! Тәне ҡуйы йөн менән ҡапланған, ҡулдары, аяҡтары урынында саталы тояҡтар. Был ниндәй гонаһ шомлоғо? Шул саҡ ҡарашы бүренеке менән осрашты. Тегеһе бер яҡ ситкә һырышып, ҡалтыранып торған һарыҡтарға яҡынлашып килә ине. Күҙҙәренә ҡан һауған йыртҡыстың булмышында аяу ҙа, миһырбанлыҡ та юҡ. Бындай уҫал ҡарашты ҡайҙалыр күргәйне бит ул... Тик ҡайҙа? Ярҙамға кеше-маҙар юҡ. Һуң, ҡарауылсы Хисам нимәһен ҡарап ята, йәнә шул тауыҡ тиҙәге ҡушылған сәмәйен эсеп тәгәрәгәнме? Их, ҡуралағы һарыҡтар дәррәү баҡырһа ине, берәйһе ишетеп килер ине, бәлки. Юҡ шул, малдың һәммәһе, бүренән ҡарашын йәшереп, күренмәҫкә, бәләкәйерәк булырға тырыша, бәлә тап уны аяп үтеренә өмөт итә. Дошманға күмәкләп ташланһалар ине... Ана бит, Сабиттың янында торған тәкәнең мөгөҙҙәре ниндәй! Юҡ шул, уныһы ла ҡарашын аҫҡа төбәп, ҡалтыраныуын белә. Ошо урында бүре алға һикерҙе, бәрәндең муйынынан эләктереп, тештәрен батырҙы. Ҡан саптырып китте, тынып ҡалған һарайҙа йыртҡыстың уҫал ырылдай-ырылдай әлегә тере мәхлүкте өҙгөсләүе генә ишетелә. Артабан икенсе, өсөнсө ҡорбанына сират етте. Хужаға күпме әйттем, шул ҡыйыҡты йүнәтәйек, ишелеп төшә бит, тинем. Тыңламаны, көтөүсе башың менән аҡыл өйрәтмә, үҙем беләм – шул булды яуабы. Сабиттың тора-бара зиһене тамам тарҡалды, ҡурҡышынан, әжәл яҡынлығын тойоуҙан, аңын юғалтыр сиккә етте. Нисек тә күренмәҫкә, боҫоп ҡалырға кәрәк... Йөрәк кенәһе шартларҙай булып тибә, хәҙер бүре ишетә бит тын алғанын! Бына эргәләге таҙа тәкә лә өнһөҙ-тынһыҙ ғына донъя менән хушлашты. Бүренең һаҫыҡ тыны үҙенә килеп бәрелгәс, Сабит бар көсөнә һөрән һалды... 

* * *

– Тор, нишләп ятаң һаман һуйҙайып? Кеше ҡурҡытып ҡысҡыра ишшеү! Талха һыйырҙарын алып китте ләһә көтөүгә, – ҡатынының ризаһыҙ тауышына уянып киткән Сабит, бер килке иҫен йыя алмай ятты. Уның һаман ҡуҙғалмауын шәйләп, Ғәмилә тамам ҡыҙҙы:

– Йә, көтөүҙе ҡыуып кил дә тәкәне сал, аш һалырға кәрәк тәһә, аҙаҡ нисек өлгөрәйем?!

– Тәкәне һуйырға? Нишләп һуйҙыраһың уны? – Сабит, ниһайәт, әле генә күргән ҡурҡыныс төшөнән арынып, тороп ултырҙы.

– Атаң башы! Алтмыш йәш тула түгелме һуң һиңә, ҡартлас! Балалар ҡайтып кереүе бар, күршеләр инер, нимәң менән уларҙы һыйларға итәһең, аш һалырлыҡ та ит юҡ таһа!

– Тәкә йәл бит әле, – Сабит бошоноп китте, кейенә башланы.

– Йәл булғас, бар персиҙәтелгә, һора берәй һарыҡ! Колхозға көтөү көтөп ҡартайҙым, берәй бәрәс арттырығыҙ әле, тип әйт. Ана, йүнле кешенең юбилейына атын да, бураһын да йәлләмәйҙәр...

Ғәмиләнең һүҙен тыңлап та бөтмәйенсә, Сабит урамға сыҡты. Сентябрь уртаһы булһа ла, иртәләрен һалҡынса хәҙер. Урамда торған калушты эләктергәйне, һыуыҡҡа аяҡтары зәңкеп ҡуйҙы. Көтөүгә ашҡынып, өзөлдәп торған һыйыры менән башмағын урам ҡапҡаһын асып сығарҙы ла арттарынан эйәрҙе. Алтмыш йәш тула, ә! Тыуған көнө бөтөнләй хәтерҙән сыҡҡан даһа. Ҙур етәкселәрҙең, күренекле шәхестәрҙең, әртис-фәләндәрҙең юбилейҙарын телевизорҙан ҡарап, гәзиттән уҡып ултырған саҡта, ҡыҙыҡ, ә минеке нисек үтер икән, тип уйланғылап ала торғайны. Ана бит, килде лә етте... Ҡатыны көндәгесә әрләп уятты, көндәгесә мал артынан һөйрәлеп көтөүгә бара. Унан йәнә өйөнә ҡайтыр, йәнә ҡатынының сәнскеле ҡарашы аҫтында ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булышыр, кискә инде Талха күршеһе, ҡатынының берәй әхирәте менән бергә, аш ашап, ҡыҙмаса булғансы эсерҙәр... Ә иртәгә йәнә шул бер-береһенән айырылмаған, күңелһеҙ көндәр дауам итер. Балалар әле генә күренмәҫ, улар һуңыраҡ, көҙгө һуғым һуйылғас ҡына, атай-әсәй, һағындыҡ, тип күмәкләп ҡайтып төшөрҙәр. Хәйер, бөгөн юбилей тип кенә алдан ҡуҙғалмаһалар…

Алда Еҙем күренде. Көҙ һулышы айырыуса асыҡ һиҙелә бында. Һалҡынайта, төньяҡтан иҫкән талғын ел йылға өҫтөндә тулҡындар йүгертә. Һыйыры менән башмағы ҡомһоҙланып һыу һемерергә тотондо, унан, таштарға аяҡтарын ауырттырмаҫ өсөн яй ғына атлап, аръяҡтағы көтөүлеккә йүнәлде. Ағастарҙың япраҡтары алтынланған, ҡоштар моңо тынып ҡалған хозур бер мәл... Тәбиғәтте тамаша ҡылып байтаҡ торҙо Сабит. Күңелендә вайымһыҙ-уйһыҙ малдарға ҡарата ниндәйҙер көнләшеү тойғоһо ла уянғандай булды. Уларҙың бер ниндәй ҙә хәстәре юҡ. Иртә менән ошо йылғаға, унан көтөүлеккә ынтылалар, кисен ҡайтырға ашығалар, көн дә бутап биргән ҡатнаш аҙыҡ, туралған сөгөлдөр, ә һыйырҙы шуларға өҫтәп, быҙауы һәм тулы елендәрҙән бушаныу теләге әйҙәйҙер. Ә Сабиттың ҡайҙалыр ашығып барыр эше лә, һағынып ҡайтыр ере лә юҡ. Йәшерәк саҡта ниәтләгән бар эштәрҙең осона сығырға кәрәк, тип уянһа, хәҙер, ниңә уяндым икән, был ғүмерҙең бер мәғәнәһе юҡ, тип оҙаҡ ҡына өҙгөләнеп ята. Колхоз эшенән туҡтағаны бирле үҙенә толҡа таба алмай. Пенсия йәшенә етеп, әҙәмсә ял итергә күпме хыяллана торғайны. Бына тултырып ҡуйҙы алтмыш йәшен, тик тормоштоң бер йәме лә ҡалмағайны. Көн дә таң һарыһынан тороп, йәйен ҡояшта ҡарайып, ямғырҙа күшегеп көтөүҙә йөрөгәндә башына төрлө матур уйҙар килә торғайны. Эх, пенсияға сыҡһам, ошо һарыҡ көтөүенә яҡын да килмәҫ инем, тип хыяллана ине. Әммә теләге ҡабул булғас, бер ниндәй ҙә шатлыҡ-ҡыуаныс кисермәне… Оҙон ҡыш буйына меңәр баш һарыҡҡа аҙыҡ бешергән, ат менән тәрән көрт ярып, һалам, бесән эҫкерттәрен ташыған мәлдәрҙе һағынырмын тип кем уйлаған?

Көтөүлектә уныҡынан башҡа йәнә өс-дүрт кенә баш мал күренә. Моғайын, күршеһе Талханыҡыларҙыр. Ҡатыны ғүмер буйы шуның менән сағыштырып ҡолаҡ итен сәйнәне. Талха ла әллә ҡайҙа китмәгән, унда ла шул бер һыйыр ҙа бер башмаҡ, ике-өс һарыҡ та унлап тауыҡ. Йорто ла Сабиттыҡы һымаҡ бәләкәй, баштағы шиферы ла уныҡы һымаҡ иҫкереп, йәшелләнеп бөткән. Көтөүсе күршеһенә өҫтәнерәк ҡарап, комбайнсы әле мин, тип күкрәк ҡағыу менәнме ни? Ул да шул уҡ колхозда эшләп ҡартайҙы, ул да хәҙер бер тинһеҙ хәйерсе.

Сабит кинәт ҡатып ҡалды. Быныһы ни тағы? Юл ситендә колхоз исеме яҙылған таҡтаның бер яғы һалынып төшкәнсе... Кистән ҡаты ел уйнап алғайны шул. Сабит шул яҡҡа ашыҡты. Бер аҙҙан аяғын ҙур ташҡа ныҡ итеп бәрҙе, әммә туҡталманы, үлтереп һыҙлаған баш бармағын эйелеп һыйпаштырҙы ла, ары атланы. Бына ул ике хужалыҡ араһындағы сикте билдәләгән урын. Цементҡа ултыртылған йыуан торбаларға өс-дүрт метр бейеклектә таҡта беркетелгәйне. Күҙҙәре алдамаған шул – уның бер яғы ергә һалыныңҡыраған, икенсе яғы ла ана төшәм, бына төшәм, тип елгә ҡалтырай. Ахырҙа таҡтаның алғы яғына сығып ҡараны. «Рәсәй» колхозы» тигән алтаҡта яҙыуын башты ҡыйшайтып ҡына уҡып була хәҙер. Нишләргә һуң? Кисәге көтөүсе елкәһен тырнап алды. Был килеш тә ҡалдырырға ярамай... Ҡайтып баҫҡыс, ҡаҙаҡ, сүкеш, бәлки, бау килтереп, таҡтаны нығытып ҡарарғамы? Улай тиһәң, торбаһы ла бәүелеп кенә тора, Алла һаҡлаһын, йә килеп төшөрһөң бейектән, баҫҡыс, таҡта менән бергә! Йыйылырҙар шунан тыуған көнөңә түгел, ә көтөлмәгән йыназаңа... Шулай ҙа ҡапыл ғына был урынды ташлап китә алманы Сабит. Эҙләнеп йөрөй торғас, эргәләге ҡыуаҡлыҡтан оҙон ғына кипкән ботаҡ табып, уның менән этеп, таҡтаны урынына ҡуйырға маташты. Эшенең мәғәнәһеҙлеген уға тотонмаҫ борон уҡ аңланы, әлбиттә, ләкин ахмалға төшкәс кенә туҡталды. Маңлайына бәреп сыҡҡан тирен һөртөп, бер аҙ баҫып торғандан һуң сатанлай-сатанлай ауылға йүнәлде. Бына бит, колхоз рәйесенә барырға сәбәп тә табылды. Бер юлы һарыҡ та һорар, алтмыш йәшенә етеп, тәүге тапҡыр йомошҡа килгән кешене, моғайын, буш ҡул менән сығармаҫ.

* * *

Колхоз рәйесенең машинаһы контора бинаһы алдында ултыра, тимәк, әлегә бер ҡайҙа ла китергә өлгөрмәгән. Ҡабул итеү бүлмәһендә сәркәтип ҡыҙ күренмәй, ә хужа – үҙ кабинетында, телефондан һөйләшәме, тауышы бик асыҡ ишетелә.

– Бер һарыҡ өсөн бензин яндырып йөрөмәҫһең инде! Эйе-эйе, икәүҙе килеп ал, беҙҙең дә йомош төшөр, – кем менәндер ихлас һөйләшә ине ул. – Шәхси предприятие ойоштороп йөрөгәнде беләһеңдер, һинең кеүек ағайҙарға барабыҙ инде күҙ терәп. Биш йыл буйы колхозды бушҡа тартҡан тиһеңме, хаҡым бар. Кеше һүҙенән ҡурҡмайһыңмы? Колхозниктарҙы әйтәһеңме? Һуң, һарыҡ менән бер бит инде улар, ҡайҙа ҡыуаһың, шунда китә торған ҡурҡаҡ халыҡ. Телле-тешлеһенә әҙ-мәҙ өлөш сығараһың да, бөттө-китте, үҙең белмәгән ни эш бар? Ана, сос егеттәр ниндәй ҡеүәтле заводтарҙы, ул ғынамы, тотош илде ҡулға төшөрҙө. Береһенең дә выждан ғазабы кисергәнен күргән дә, ишеткән дә юҡ, киреһенсә, беҙгә йәшәргә өйрәтеп, телевизорҙан төшмәйҙәр. Халыҡ һүҙе сүп ул, брат… Яп ишекте, ишекте яп, тим! Юҡ, һиңә әйтмәйем. Ярай, аҙаҡ һөйләшербеҙ.

Хужа телефон трубкаһын шарт иттереп урынына һалды ла асыулы ҡарашын ни инергә, ни сығырға белмәй асыҡ ишек янында тапанған Сабитҡа төбәне.

– Һай әттәгенәһе, һинән егәрле кеше юҡ, Сабит ағай, таң тишегенән килеп хәбәр тыңлап йөрөргә лә ялҡауың килмәй, – ярһыуын тышҡа сығармаҫҡа тырышҡан етәксе көсәнеп йылмайҙы. Сабит өндәшмәне. Ишеткәндәре һушын алғайны, зиһене тарҡалғайны уның. Ҡулындағы фуражкаһын бөтәрләп тик торҙо.

– Йомош булһа, әйт, таба һорап кергән малай һымаҡ шым торма!

– «Рәсәй» емерелеп төшкән бит, Камал Хәйевич, ерҙә аунап ята, күтәреп ҡуйырға кәрәк!

Башына килгәнде әйтеп һалды. Хужа иһә аптырап, ҡалын ҡаштарын йыйырҙы. Сабит колхоз исеме яҙылған таҡтаның ҡубып төшөүе, яңғыҙы ҡуйырға маташыуы хаҡында ашыға-тотлоға һөйләй башлағайны, Камал Хәйевич уны тиҙ туҡтатты.

– Ул таҡтаны былай ҙа күптән алыштырып ҡуйырға кәрәк ине. Колхоз юҡ ул хәҙер, исеме лә бүтән, тора инде шунда күҙ көйөгө булып, юҡҡа маташҡанһың. Емерек «Рәсәй»ҙе бер үҙең күтәрергә, ай-һай, көсөңдән килмәҫ шул.

Камал Хәйевич, шәп әйттем тигәндәй, үҙ һүҙенә үҙе башын сайҡап ҡуйҙы ла, ҡарашын стеналағы сәғәткә борҙо. Ваҡыт юҡ, ана бара юлың, тип кенә әйтмәй, уҡыған кеше бит, артыңа тибеп сығарһа ла башта ғәфү үтенер был ипле әҙәм.

– Берәй бәрән кәрәк ине, – тине Сабит уңайһыҙланып ҡына. Унан ҡабаланып өҫтәп ҡуйҙы. – Алтмыш йәшем тула бит.

Хужа өндәшмәне. Урынына йәтешләп ултырҙы ла уйсан ҡиәфәт менән алдындағы ҡағыҙға текәлде. Сабит иһә өмөт тулы ҡарашын уға төбәп өнһөҙ-ниһеҙ ҡатып ҡалды. Бына был ҡойоп ҡуйған түрә... Йәше яңы утыҙҙың өҫтөнә баҫһа ла, ҡалын кәүҙәле, ҡарсыға ҡарашлы уларҙың хужаһы. Биш йыл ғына эшләй тип һис әйтмәҫһең, хәйләкәрлек тә, әрһеҙлек тә етерлек үҙендә. Бик урлаша, тип халыҡ яратмаған була, ләкин нишләйһең, урлашмаған түрә бармы ни хәҙер? Тотош колхоз бер ҡорһағына һыйҙы, тип әсенәләр. Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә лә фатиры бар, имеш. Колхоз мөлкәте лә уның исемендә, бурыстар ғына уныҡы түгел, тиҙәр. Кеше һүҙе инде, ысынды һөйләйҙәрме, буштымы, белмәҫһең. Ни ҡылһа ла үҙ иркендә, бер һарыҡ бирһә, шәп булыр ине. Ҡырҡ йыл һарыҡ көткән кешене, моғайын, буш сығармаҫ. Эш хаҡын да һуңғы ун-ун биш йылда бөтөнләй күрмәне. Ошоға тиклем ал-ял белмәй эшләне, отпуск, ял тигәнең дә ике ятып бер төшөнә инмәне. Һарыҡ ҡарауҙан туҡтауына ике айлап ҡына үткән.

– Һинең алда оят миңә, абзый.

Сабит һиҫкәнеп китте.

– Ә?

– Хәйерсе булып йәшәйбеҙ бит, оят тим! – Хужа усын-усҡа шап итеп һуғып алды. – Һиңә бер түгел, ун һарыҡ етәкләтеп сығарыр инем дә бит, форсат ҡына юҡ. Хужалыҡтың ауыҙын асһа үпкәһе күренеп тора. Минең хәлде лә аңла. Бында бер үҙем бишкә ярылырҙай булып сабам, уборканы нисек бөтөрөргә белмәйем, комбайн йүнәтергә запчасть юҡ, уны алырға аҡса юҡ... Соляркаһы ла ике көнлөк кенә ҡалған. Ошондай мәлдә, һарыҡтан шашлыҡ эшләп, ял итеү хаҡында ғына уйлаған кешене аңламайым да, аңларға теләмәйем дә. Дөрөҫөн әйттем инде, сөнки холҡом шулай, ғәфү ит, Сабит абзый!

– Мин ҡырҡ йыл колхоз һарығын көттөм, алынмаған эш хаҡым да бар, – Сабиттың аяҡтары тотмай башланы. Бая ташҡа бәргән баш бармағы ла туҡтауһыҙ һыҙлай. Тик хужанан тәҡдим булмағас, эргәләге ултырғысҡа терәлергә баҙнат итмәне.

– Колхоз юҡ, тим, исеме лә икенсе хәҙер, – Камал Хәйевич, тыныс булырға тырышып, һүҙен дауам итте. – Ун миллион һум бурыс барлығын беләһеңме? Шәп эшләгән булһаҡ, шул тиклем бирәсәк булмаҫ ине. Һарыҡ аҫырауҙың колхозға өс тинлек файҙаһы булманы. Ите осһоҙ, йөнөн тапшыра алмай хитланаһың. Юғалды, тигән булып көтөүселәр һатып эсә, анау ташҡын йылында әллә күпме бәрәс юғалған тиҙәр бит. Шаярҙығыҙ шул, абзый, шаярҙығыҙ. Ярай, Сабит ағай, бүтән йомошоң булмаһа, тотҡарламайым, кереп йөрө шулай…

Кабинет хужаһы һүҙ бөттө тигәндәй, әйләнмәле ултырғысы менән тәҙрә яғына борола бирҙе, кемгәлер шылтыратырға кереште. Ә Сабиттың башына күҫәк менән тондорҙолармы ни! Ҡапыл йөрәге сәнсеп алды, ниндәйҙер ауыр йөк аҫтында ҡалғандай, тыны ҡыҫылды. Лап итеп яҡындағы ултырғысҡа ултырҙы, бер аҙҙан ғына һөйләшерлек хәл керҙе.

– Мине бурға сығарып ҡуйҙың инде, Камал энекәш, ишетмәгәнде ишеттерҙең, – тине ул ауыр һулап, теге телефондан һөйләшеп бөткәс.

– Причем бында һин? – Хужа арттырып ебәргәнен аңланы, ахыры, яғымлы ҡыланырға тырышты. – Колхоз заманы үтте, тимәксе булам.

– Шул колхозды бөтөрөргә ҡаныҡтығыҙ инде.

Камал Хәйевичтың төҫө боҙолоп, теле көрмәлде.

– Ә һин нимәгә шул тиклем колхозды яҡлайһың? Ҡырҡ йыл эшләнем, тиһең, сереп байыныңмы ни? Йыртыҡ ыштаныңдан башҡа нимәң бар?

– Беҙ илде ашаттыҡ, үҙебеҙҙе уйламаныҡ, – Сабит та ярһыны, йәнә ниҙер әйтергә уҡталғайны, Камал Хәйевичтың уҫал ҡарашы ҡапыл бөтә ҡыйыулығын юйҙы. Ҡайҙа күргәйне һуң әле был йән өшөткөс ҡарашты?

– Ана шул-шул, ете ҡат тирең һыҙырылғансы эшләүҙән башҡа берәй хоҡуғың булдымы? Паспорт алыуыңа күпме генә ғүмер үтте? Крепостной крәҫтиән һинән яҡшыраҡ йәшәгән бит!

– Бушҡа йәшәгәнһең тимәксеһең инде? Һарыҡты биш мең башҡа еткереү ҙә кәрәкмәгән эш булған, тимәк? Йүнләп ял да итмәй, балаларҙың үҫкәнен дә күрмәй, ҡырҡ йыл буйы тиктомалға ғүмер уҙғарғанмын килеп сығамы? Һөҙөмтәлә, бер бәрән алырға ла хоҡуғым юҡ! – Сабиттың күҙҙәренә йәш бәреп сыҡты. Ул артабан был кабинетта ҡала алмай ине. Хужаның ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер һөйләүен дә ишетмәне. Аяҡтарын көскә һөйрәп тышҡа сыҡты. Ҡойма янында торған эскәмйәгә сүгәләне. Хәл алып байтаҡ ултырғас, көскә урынынан торҙо. Тыңлауһыҙ аяҡтары уны ниңәлер өйө яғына түгел, һарыҡ фермаһы яғына алып китте. Әле генә ишеткән зәһәр һүҙҙәр башынан китмәне. «Шаярҙығыҙ», имеш.

Ташҡын йылдағы хәлдәр, әле генә булғандай, күҙ алдынан үтте.

* * *

…Йәйен дә Еҙем шулай ҡотороноп ташыр икән! Аҙна-ун көн буйы ҡойма ямғырҙар туҡтаманы. Хатта һарыҡтар йөрөгән Күндерәк утрауына ла һыу сыға башланы. Утрау тиерлеге юҡ инде уның, тик ташҡын көслө яҙҙарҙа уны уратып аҡҡанға шулай тиҙәр. Һыу һәр саҡ төндә күтәрелә бит. Күңеле ниҙер һиҙҙе Сабиттың, көтөүҙән арып ҡайтһа ла, төн йөҙөндә әлеге шул мәхлүктәрҙы ҡарайым, тип йәнә сығып китте.

– Һарыҡ тип сәсрәп кенә ятырһың әле, бер һиңә кәрәкме ни улар, – тип туҙынған ҡатынының һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманы. Ярай әле ай яҡтыһы бар, ҡабаланып фонарь алырға онотҡайны, кире боролоп торманы. Күндерәк утрауындағы һарыҡтар бикләнгән ялан кәртәгә йүгерә-атлай барып еткәйне, иҫе китте. Кәртәгә һыу керә башлаған, һарыҡтар баҡырыша, ҡалҡыуыраҡ яҡта бер-береһенә һырышып торалар. Еҙем тарафынан шаулап килгән тулҡындар уларҙың араһына үтеп инһә, биш йөҙләп һарыҡ күҙ алдында юҡҡа сығасаҡ... Сабит йәһәт кенә ҡапҡаны асып, малды ҡоро ергә ҡыуа башланы. Һарыҡтан да аңра мәхлүк юҡ, инде сығарҙым тигәндә, ҡото осҡан бер-ике иҫәре кире кәртә эсенә йомолһа, ҡалғандары ла уларҙың артынан борола. Мең бәлә менән кәртәнән сығарып ҡапҡаны япҡайны, алға икенсе һынау килеп баҫты: һыу тулған йырҙаны нисек тә аша сығырға? Һарыҡтарҙы шаулап аҡҡан йылғаға ҡыуып төшөрөү тамам хәлде алды. Ҡоторонған һыу уларҙы түбәнгә ағыҙа, йөҙөп сыҡҡандары бер-береһен тапап тигәндәй текә ярлауҙан менергә уҡтала. Бәрәстәр йәл, араларында аҙна-ун көнлөгө лә бар, уларҙы был мәхшәрҙә һыуға батыу, көтөү ағымына эләгеп тапалыу йәки һөҙөлөү ҡурҡынысы һағалай. Көтөүҙе ферма янындағы ялан кәртәгә көс-хәлгә ҡыуып индереп бикләгәнсе, Сабит лысма һыу булды, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмағайны.

Иртәгәһенә сәсрәп ауырыны ла китте. Тамағы шеште, туҡтауһыҙ йүткерҙе, бер өшөй, берсә тәне янып бара. Дауаханаға алып киттеләр, ике яҡлы пневмония, тинеләр. Айға яҡын дауаланғас ҡына йүнәлде. Шунда терелә алмаһа, һис шикһеҙ, яҡшыраҡ булыр ине... Батыр булып күҙен йомор ине, бөгөнгөләй бахыр хәлгә төшмәҫ ине. «Шаярҙығыҙ!» Хужа кабинетынан туҡмап сығарһа ла был тиклем ҡыйын булмаҫ ине. Тән яраһы исмаһам күгәреп, ҡанһырап йөрөй ҙә бөтә. Йән яраһы ғына уңалмай. Йөрәккә бысаҡ менән ҡаҙағандай булды бит, хайуан! Үҙе лә һиҙмәҫтән, һуңғы һүҙҙе ҡысҡырып әйтте. Һарыҡ фермаһының ярым емерек кәртәһенә һөйәлеп ултырған Сабит, берәйһе тыңлап тормаймы тип ҡурҡынып, тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы. Юҡ. Тирә-яҡ һил, ауыл яғынан эттәр өргәне генә ишетелә. Ҡара әле, бөгөн төндә күргән ҡурҡыныс төштәге бүрелә тап ошо хужаның ҡарашы ине бит. Иҫең китерлек шул. «Шаярҙығыҙ…» Дауаханаға килгән зоотехник алты бәрәс тулмай, тип торҙо, һиңә колхоз малын һаҡлап ҡалған өсөн орден бирергә кәрәк, тигән булды. Бирҙеләр… Тик геройға түгел, ә колхоздың шул саҡтағы етәксеһенә. Зоотехникка – ял йортона путевка, Сабитҡа Маҡтау грамотаһы эләкте. Бер нисә айҙан осраҡлы ғына идараға һуғылғайны, бухгалтер ҡатындарҙың йүгергеләп йөрөүенең шаһиты булды. «Үлгән һарыҡтарға страховка аҡсаһы, һәйбәт премия» тип һөйләнеүҙәрен яҙа-йоҙа ишетте. Алты бәрәслек кенә булмағандыр страховкалары, һарыҡтың яртыһы үлгән тигән ҡағыҙ биргәндәрҙер әле. И-их, үтте ғүмер баш баҫып, һарыҡ кеүек күҙгә салынмаҫҡа, бер нәмә күрмәҫкә тырышып. Һарыҡтарҙы үлемдән ҡотҡарыу Сабиттың иң ҙур ғорурлығы, ауыр саҡта иҫләп йыуанғаны ине. Шул ғорурлыҡты ергә һалып тапаны был хужа ишараты.

* * *

Фани донъяға ниңә тыуған һуң ул, унан мираҫ булып нимә ҡала? Мәктәпте тамамлаған йылды фермаға эшкә барғайны, ғүмере һарыҡ араһында үтте лә ҡуйҙы. Дәртләнеп эшләгән йылдарҙы хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды шул. Гел маҡталып торҙо. Һәр йөҙ һарыҡтан кем иң күп бәрәс алған? Кем дәүләткә иң күп һарыҡ йөнө тапшырған? Уларҙың фермаһы! Район семинарҙары шаулап үтә, гәзиттә фотолары сыға, байрам һайын Маҡтау ҡағыҙҙарына күмәләр. Шул һарыҡ тип балаларынан да ситләшкән икән ул. Алтынсыламы, етенселәме уҡыған саҡта малайы, атай, әйҙә, походҡа барайыҡ Киндерле мәмерйәһенә, тип күпме инәлде. Һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡҡан саҡта ниндәй поход ул, тип ҡырт киҫте лә ҡуйҙы. Ҡыҙының урта мәктәпте тамамлаған саҡтағы кисәһендә лә булманы. Һарыҡтар күпләп бәрәсләй бит, юҡ-бар менән булышып йөрөймө инде ул, йәнәһе. Балалары ла ситләште, аталарына ҡарата ҡырыҫланды. Әсәләре лә килешкән инде. Сабыйҙар берәй эш боҙһа, йәки ниндәйҙер ҡылыҡтары оҡшамаһа, «көтөүсенән көтөүсе тыуа инде», тип кенә орошор булды. Хәҙер, ана, береһе бер ҡайтып күренмәй. Өй тулы Маҡтау ҡағыҙҙары булыу менәнме ни, күңелде йылытмай шул улар, балаларыңдың бер рәхмәтле ҡарашын тойһаң ине...

Сабит ярым емерек һарыҡ фермаларына күҙҙәре талғансы ҡарап торҙо ла әкренләп ҡайтыу яғына атланы. Эйе, һарыҡ һанын биш меңгә еткергән саҡтар бар ине, әле йөҙләп баш ҡалғанмы-юҡмы? Үләт төшкәндәй, йыл һайын яртылаш кәмей бара бит, ниңә аптырарға?

Ҡатыны юғалтҡандыр инде, колхоздан һарыҡ алып ҡайтам тип китте лә батты, хәҙер ҡасан аш һалам да, ҡасан бешә, тип өтәләнеп йөрөгән булалыр. Бирҙеләр ти һарыҡты, йә инде, ғәрлеге ни тора! Ғәмилә әйтмәһә, алтмышы тулғанын да хәтерләмәҫ ине. Башҡа иҫкә төшөрөүсе лә, ҡотлаусы ла юҡ бит. Ер йөҙөндә ете миллиард кеше йәшәү менәнме ни! Яңғыҙлығын элек бер ҙә тоймаған икән. Эшкә әүрәп кенә йөрөгән, ахыры, көтөүҙән ҡалғайны, бар нәмәгә күңеле ҡайтты, эстә нимәлер шартлап һынған төҫлө булды.

…Һарыҡтары етмәй икән уға, кешеләргә ҡарағанда уларҙы нығыраҡ аңлай кеүек. Мал көтөүҙең дә үҙ тәртибе була, эшләгән кеше генә белә уны. Һарыҡтың да төрлөһө бар – уҫалы ла, йыуашы ла, битарафы ла. Ғәҙәттә, көтөүҙә өсәр-бишәрләп бәләкәй төркөмдәргә бүленеп йөрөйҙәр. Һәр төркөмдөң үҙ башлығы була. Үҙенекеләрҙән береһен дә уҙҙырмай, ярты метрға булһа ла алдараҡ йөрөй. Ҡалғандары иһә ошо хәленә күнеп, башлыҡ ҡайҙа, шул яҡҡа йүнәлә. Көтөүҙе кәрәкле яҡҡа бороп ебәрер өсөн баяғы «абруйлы» һарыҡты ҡыуыу ҙа етә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта самаһыҙ үҙаллы, тотош көтөүҙе артынан эйәртерлек, баш бирмәҫ башлыҡтар хасил була. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа, йәһәтерәк иткә оҙаталар, сөнки кешеләргә күндәм, йыуаш мәхлүктәр кәрәк.

Сабит колхоз исеме яҙылған билдә янына нисек килеп еткәнен һиҙмәй ҡалды. Нишләптер, аяҡтары үҙенән-үҙе ошо урынға әйҙәне. Юҡ, таҡтаны нисек тә төҙәтеп ҡуйырға кәрәк, ул барыбер урынында торорға тейеш. Нисек кенә төҙәтергә? Баҫҡысһыҙ булмаҫ, моғайын. Ул һаҡһыҙ ҡыланып, ауыртҡан аяғын йәнә торбаға бәрҙе. Һул ҡулы менән торбаға тотоноп, аяғын ыуа ғына башлағайны, ҡапыл иҫкән ел «Рәсәй» колхозы»ның саҡ эләгеп торған таҡтаһын йолҡоп алды. Алды ла осло яғы менән Сабиттың сикәһенә килтереп бәрҙе.

* * *

…Мәрхүмде ерләгән көндөң иртәгәһенә үк Сабит вафат булған урында «К.Х.Хаповтың шәхси предприятиеһы»тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Тормош дауам итте. Бер көндө Ғәмилә көтөүҙән ҡайтҡан һарыҡтарын күреп, йәһәт кенә ҡапҡа асырға сыҡты. Араларында таныш булмаған ят ҡара бәрән дә күренә. Ҡатын йәһәт кенә тирә-яҡҡа күҙ һалды. Кеше-фәлән шәйләмәҫ борон индереп ябырға кәрәк, ит артыҡ булмай ул. Уң тояғына бер аҙ сатанлай икән, төҙәлер әле. Ҡатын һарыҡтарҙы керетеп, ҡапҡаны шартлатып бикләп ҡуйҙы. Арттан кемдеңдер үҙен күҙәтеп тороуын тойҙо, боролдо ла сәрелдәп ҡысҡырып ебәрҙе. Бәрән уға яңыраҡ үлгән ире Сабиттың күҙҙәре менән баға ине…

 

 

Автор тураһында. Марат Мөхәмәт улы Әминев 1967 йылдың 24 октябрендә Ғафури районы Һабай ауылында тыуған. БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған. «Башҡортостан» гәзитендә, «Ағиҙел», «Аманат», «Һәнәк», «Сельские узоры» журналдарында эшләй, РФ социаль страховкалау фондының Башҡортостан бүлексәһендә матбуғат бүлеген етәкләй. Әлеге көндә «Республика Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт юлын дауам итә. РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы, өс проза китабы авторы.

 

 

Автор:
Читайте нас: