

Әсәйем был көндө ниңәлер иртәнсәктән тулҡынланып, ниҙер кисереп йөрөгәндәй тойолдо. Үҙе өндәшмәй. Төшкөгә ашарға ҡайтҡас, миңә әллә нисегерәк бер һынаулы ҡараш ташлап, йөрәген өйкәп торған һүҙен башланы:
— Улым, бөгөн беҙҙе Шәрифйән ағайың киске ашҡа саҡыра...
Тауышы тулҡынланып шунда уҡ туҡтап ҡалды. Мин бер ни аңлай алмайым. Ул һүҙен йәнә дауам итә. Мин өндәшмәйем.
— Атайыңдан ҡалып, бына ун өс йыл ҡунаҡҡа булһын, туйға булһын гел ишһеҙ йөрөнөм, йә берәй яңғыҙ ҡатынға, йә ҡарт-ҡороға иш итеп саҡырып яттылар. Аллаға шөкөр, балам, инде һин дә үҫеп еттең, ир ҡорона инәһең. Икәүләп ҡунаҡҡа барабыҙ.
Мин һаман һүҙҙең асылын аңлап етә алмайым, ниндәйҙер эске уңайһыҙлыҡ тоям.
— Бәй, саҡырһа ни, барырбыҙ, — тигән булдым ахыры.
— Юҡ, улым, был саҡырыу үҙенә башҡа ул, һине түргә, минең яныма, ултыртып һыйлаясаҡ ағайың. Бүтән кешеләр ҙә бынан ары беҙҙе шулай бергә саҡырасаҡ.
Әсәйемдең был хәлгә шул тиклем ҙур мәғәнә биргәнен хәҙер генә аңлайым: минең ир етеүем өсөн шатлыҡ кисереү генә түгел, үҙенең яңғыҙ йөрөүенән, кәмһенеүҙәрҙән ҡотолоу ҙа булған икән был. Үҙе минең өсөн нығыраҡ борсола ине шикелле.
— Балам, ололар алдына сығып, хәбәр һөйләп барма, тыңлап ҡына ултыр, һораһалар, яуап бир. Унда туған-ырыу ғына түгел, сит кешеләр ҙә була. Эске лә булыр кеүек. Ауыҙыңа ла алма. Эсмәйем тип тә ҡырт киҫмә, иренеңде терәгән бул да кире ҡуй. Йырла ла үҙенә ҡайтар.
— Әй, ҡуйсәле, әсәй, бигерәк күп юҡты өйрәтәһең. Мин эске мәжлесендә булғаным бар ҙа инде. Нимә йырлайым мин, йырлаған барҙыр шул...
— Юҡ тигәндә лә кешенең бер йыры була, һүҙен әйтеп булһа ла рюмка бир.
Әсәйемдең киске мәжлескә был тиклем яуаплы ҡарауы мине лә тулҡынландырып ебәрҙе, үҙемә үҙем урын тапмай йөрөнөм.
Бына көтөлгән кис тә етте. Булған затлы кейемдәребеҙҙе кейеп, әсәйем менән ҡуш булып барып индек. Әсәйем үҙенең маңлайына тиңәлгән яурындарыма ҡарап-ҡарап ҡуя. Мин үҙ ғүмеремдә тәүләп түргә ултырҙым, быға саҡлы ҡунаҡта ситтәрәк, бала-саға рәтендәрәк, йә ашханаға ултырта торғайнылар. Бик яуаплы икән дә баһа был түрҙә ултырыу, барыһы һиңә ҡараған кеүек. Ашағаның аш булып бармағандай тойола. Эскеһе лә бер яфаға оҡшай.
Шәрифйән ағайым да миңә артыҡ иғтибар итә һымаҡ. Көлкө һүҙҙәр, мәҙәктәр һөйләшеп ултыра торғас, ҡорҙағылар йырға күсә башланы, ҡыҙмаса булдылар ахыры. Бына бер заман Сәлимә еңгә йырлап рюмка тоттормаһынмы!
Айҡап ебәр, сайҡап ебәр
Адайларҙың ҡамсыһын.
Ошо еңгәң йырлап биргәс,
Эс ҡалдырмай тамсыһын.
Ҡапыл күтәреп, эсеп ебәрә яҙҙым. Был бит миңә бағышлап йырланған тәүге йыр. Етмәһә, яҡын ағайымдың яратҡан кәләше, минең еңгәм йырлай. Ихлас йырлай. Ҡылт итеп әсәйемдең кәңәше башыма килә: ”Йырла ла үҙенә ҡайтар”. Ни йырлайым икән? Йөрәгем дөпөлдәй башланы. Иҫ-аҡылымды йыйып та өлгөрмәнем, Сәлимә еңгәм йәнә берҙе өҫтәп йырлап та ҡуйҙы.
Ҡәйнешкәйем, һин атсайнай,
Кейһәң, кейем килешә,
һинең кеүек атсайнайлар
Мораҙына ирешә.
Бөтөрҙө бит был мине. Тын алырға ла ирек бирмәй. Йә эсергә, йә йырларға! Тоттом да билдәһеҙ бер көйгә һалдырҙым да ебәрҙем.
Һауаларҙа осҡан аҡҡошҡайҙың
Ҡанат осҡайынан ҡан тама.
Аталарҙан ҡалған, һай, ир бала
Күкрәк көсө менән мал таба.
Күҙемә табындағы бер кем дә күренмәй, тауышым ҡалтырай, оялышымдан сығып ҡаса яҙҙым.
— һай, афарин, ир булғыры! — тип, кемдер күтәреп ебәргән булды.
— Ана, шулай, ҡустым, маладис! — тигән тауыш та ишетелде. Шәрифйән ағай ине шикелле.
— Әллә кемдең ҡәйнеше, — тип сәрелдәне Сәлимә еңгә. Шәрифйән ағайым күҙҙәрен һөртә ине. Әсәйемә ҡарарға ла баҙманым. Ҡараһам, берәй үпкәле ҡараш күреп ҡалырмын, тип ҡурҡтым.
Табын үҙ яйы менән дауам итте. Мине тиҙ оноттолар. Бер аҙҙан ғына башымды күтәреп әсәйемә ҡараным, уның йөҙө ҡәнәғәт һымаҡ ине: тимәк, мин яңылышмағанмын, һынауҙы күтәрә алдым.
Ошо ҡунаҡтан һуң беҙҙе әсәйем менән иш итеп саҡыра башланылар. Минең ир ҡорона инеүем шул булды...