

Көндәр үтә торҙо. Ҡорһағым ҙурайҙы инде. Урамға сыҡмайым. Аҡрын ғына йөрөп өй эштәрен эшләйем. Әсәйем ярҙам итергә тырышып тора. Бер ҡараһаң, бөтөнләй һау һымаҡ. Тик беҙҙең элекке тормошто бер ҙә иҫенә төшөрмәй. Атайымды, Ильясты телгә лә алмай. Ул беҙ гел икәү генә йәшәгәнбеҙ тип уйлай. Иҫәйгәс мине ҡыҙы тип тә аңламай ине. Мин “әсәй” тигән һайын һиҫкәнде, унан күнегә башланы.
- Мин ауырыныммы әллә? - тип һорап ҡуя.
- Эйе, әсәй, һин бик оҙаҡ ауырының, - тимен.
- Хәҙер шәбәйҙем инде, - тип һөйөнөп китә ул. - Һиңә кем ярҙам итер ине, юҡһа. Ә кейәү ҡайҙа һуң?
- Ул йыраҡҡа эшкә киткәйне. Хәбәр-хәтере юҡ.
- Һау булһа, ҡайтыр, - маңлайын йыйырып ниҙер хәтерләргә итә. Мин ҡурҡып һүҙҙе икенсегә бора һалам.
Элекке ваҡиғалар иҫенә ҡабат төшмәһен ине. Уның холҡо ла бөтөнләй башҡаса бит. Йыуаш ҡына. Түҙемле генә ҡатын. Хәҙерге хәлемә ҡаршы әсәйемдең арыуланыуы, үҙгәреүе яҡшыға ғына. Теләктәремде Бөйөк Илаһ ишетеп ҡабул иткәндер, ярҙамын ебәргәндер. Тыуасаҡ сабый мәшәҡәте бала саҡтағы хәлдәргә ҡарағанда бәхет кенә буласаҡ. Һәр хәлдә шулай уйлайым.
Ниһәйәт, ул көн дә етте. Иртәнге алтыла билемде бөрөп алып барған ауыртыуҙан уяндым. Аңлап та алдым. Ваҡыт, эйе, ваҡыт. Илаһым, ярҙамыңдан ташлама. Бар нәмәм әҙер инде. Ҡаҙан аҫтына утынына тиклем тултырып ҡуйғанмын. Шырһы һыҙып туҙға төртөп кенә ебәрәһе. Сәй ҡуйҙым. Ул ҡайнап сыҡҡансы өс мәртәбә ҡабатланды. Көсөм булһын тип сәй эсеп алдым. Сабыйым минең тамаҡ туйҙырғанымды көтөп торған кеүек тойолдо. Киҫеү ебәреп торҙо. Артабан йышая башланы. Көндөҙгө 12 етте. Мин һаман хитланам әле. Бәләкәй мендәрҙе тотоп алғанмын да мөйөшөн тешләйем. Әсәйемә иртән бер ни өндәшмәнем. Ул сәй эсте лә: “ Түтәл утайым әле”,- тип сығып китте. Инде ара ике минутҡа ла тулмай. Тәнемә һыймаҫлыҡ оло бер нәмә килеп кипсәлгән дә күҙ сығарырлыҡ дәрәжәлә һыҙландыра. Ни эшләргә? Барыбер, кемдеңдер ярҙамы кәрәк. Әсәйемә өндәшмәй булмай. Шул ваҡыт инек асылып китте, мөғжизә менән тигәндәй Мәрфуға апай пәйҙә булды.
- Шулай булып тип уйлағайным да. Ә ул өндәшмәй ҙә ята. Ҡарай һалайым, - минең ныҡ тартыныуыма ҡарамаҫтан, ҡарай башланы.
- Аһа, бала тыуымға килеп бөткән дә баһа. Һин һаман ҡыҫылып ята бирәһең. Әйҙә, тәрән инеп тын ал. Киҫкән саҡта көс бир. Әйҙүк, әйҙүк... Ана шулай... маладис, ашыҡмай тор.. Йә, тағы бер.
Үлтергес ауыртыуҙан һуң еп-еңел булып ҡала. Рәхәт, мине битарафлыҡ биләгәндәй итә. Бәпес тауышы хәлде һыпырып ала. Мәрфуға апай әҙер торған тасҡа йылы һыу ҡойоп бәпесте ҡойондороп, төрөп күкрәгемә килтереп һала. Өҫтәлдәге бал, май һауытынана элеп алып бәпескә ҡаптыра. Яңы ғына тыуған бәпес уймаҡтай ауыҙын кәүшәйтеп имергә эҙләгән төҫлө. Шунда ғына иҫемә килеп, ҡапыл:
- Кем? - тип ҡысҡырып ебәрәм.
- Шаулама ул тиклем. Улың бар. Шундай ҙа матур, баһадир егет. Иртән тауыҡ һурпаһы бешергәйнем, килтерә һалайым әле. Хәл инеп китер үҙеңә, - апай өтә баҫып сығып китте.
Апайымдың тәмле һурпа килтереп ашатҡанын урыҡ-һурыҡ иҫләп ҡалам. Шул тиклем рәхәт итеп йоҡоға талғанмын.
Кемдеңдер текләп ҡарауынан уянып киттем. Әсәйем күҙ ҙә йоммай ҡарап ултыра икән, хатта ҡурҡып ҡалтыранып киттем. Бәпесте берәй нәмә эшләтә күрмәһен.
- Ҡурҡма-ҡурҡма, ҡыҙым, - ти ул бөтөнләй сәләмәт кеше тауышы менән.
Күҙҙәре теремек, улар шатлыҡ сәсеп, нурланып торалар.
- Шөкөр, имен ҡотолдоң, бәпесебеҙ ҙә һау-сәләмәт. Ҡыуанысыбыҙ артты, мин өләсәй булдым, - ул йоҡлап ятҡан сабыйға яратып, һөйөп баға, йылмая. - Ҡайҙа, сәй ҡуйып ебәрәйем. Һин йоҡлағанда ҡоймаҡ ҡойоп алдым. Ҡалҡынма, ята күр. Сәйҙе ошонда ғына килтерермен.
Өнмө, төшмө? Әлбиттә, өн. Эргәмә тәмле еҫтәр бөрккән майлы ҡоймаҡ килеп ултыра. Ҡайһылай тәмле. Әллә әсәй бешергәнгәме? Миңә лә башҡалар һымаҡ тыныс, рәхәт тормош насипмы?
Әсәйем өлтөрәп йөрөй. Әйтерһең дә, бер ҡасан да шашып, сәс-башын туҙҙырып билдәһеҙлеккә сығып йүгермәгән. Әйтерһең, гел шулай ашҡынып донъя көткән. Яратҡан сабыйы кире ҡатҡан тиерһең. Бәлки, шулайҙыр. Донъяның беҙ аңламаған яҡтары аҙмы ни?
Беҙҙең тормош арбаһы алға тәгәрәй. Медиктар килеп бәпесте, беҙҙең йәшәйеште тикшереп киттеләр. Йомортҡанан йөй эҙләгәндәй булдылар. Әсәйемде аҫтыртын ғына күҙәттеләр. Беҙҙең тормоштоң бөхтәлеге, бәпескә кәрәкле бөтә әйберҙәрҙең булыуы күңелдәрен йомшартты. Берәй хәл була ҡалһа, шунда уҡ хәбәр итергә ҡуштылар. Тышҡа сыҡҡас сәскә түтәлдәре янында туҡталып оҙаҡ ҡына һоҡландылар. Килеүҙәре яҡшы булды. Бәпесемдең һау-сәләмәт булыуына инандым. Уның көнләп түгел, сәғәтләп тигәндәй иҫәйә барыуы күңелде күтәрә. Мин күберәк сабый янындамын. Ә әсәйем донъя көтөргә һыуһаған. Өйҙө ҡарай, кәзәне тәрбиәләй, ашарға әҙерләй. Баланың әйберҙәрен йыуа, үтекләй. “Һин ҡырҡ көн үтмәйсә ауыр эшкә тотонма”, - тип кенә тора. Йөҙө алһыуланып киткән. Ниндәй йәш, матур ул. Шулай булмай! Уға ни бары ҡырҡ биш кенә бит әле. Миңә ҡарағанда донъя эштәренә күпкә оҫтараҡ та әле ул.
Бына ошолай йәшәп ятабыҙ. Бала ваҡытым, атайым тере саҡтар ҡайтҡан кеүек. Ҡайһы ваҡыт ҡапҡа асылып, атай эштән ҡайтып керер һымаҡ. Шундай һил көндәрҙең береһендә, көтмәгән ерҙән, Хәбирҙең атаһы Һибәтулла ағай килеп инде. Мин аптырап, өнһөҙ ҡалдым. Әсәйем генә юғалып ҡалманы. Тиҙ генә сәй ҡуйҙы. Иртән генә бешерелгән ваҡ бәлештәрҙе, кәнфит-ҡайнатма кеүек ризыҡтарын өҫтәлгә теҙҙе. Көтөлмәгән ҡунаҡты алсаҡ йылмайып табынға саҡырҙы. Тәүҙәрәк ағай ҡарашын ҡороп ҡуйған бишектән алмай ине, шунан аптырауҙан хайран ҡалып әсәйемә күҙ ташланы. Был мәлдә үҙен иң тыныс тотҡан кеше лә әсәй ине шул.
- Һибәтулла ағай, сәйгә ултырығыҙ. Эҫе генә көйөнсә эсеп ебәрәйек. Үҙебеҙ ҙә сәйләп алырға тора инек.
Өндәшмәй генә тигәндәй берәр сынаяҡты бушатҡас, ағайҙың теле асылды:
- Ҡыҙым, тел йәшерер саҡ түгел инде хәҙер. Ейән тыуғанға ла байтаҡ булып бара. Бар ҡыйыулығымды йыйып килдем әле бына. Ҡыр типмәҫһегеҙ тигән өмөттәмен. Бәпәйҙе күрергә рөхсәтме?
Мин ни тип әйтергә белмәй, әсәйгә ҡараным.
- Әйҙүк, әйҙүк, - мин уның “ҡоҙа” тип әйтеүҙән саҡ ҡына тыйылып ҡалыуын һиҙҙем. - Тик йәнә бер сынаяҡ эсегеҙ әле. Ҡайнар ашты бора баҫма, тиҙәр ҙә баһа.
- Сәйҙе ни, эсәбеҙ уны. Бөтәһе лә бик тәмле... Бынауындай тәмле бәлештәрҙе күптән ауыҙ икән юҡ ине. Бик хозур, бик күркәм, - ағай маңлайына сыҡҡан тирҙәрен һөртөп алды.
Шул саҡ бишектәге сабый ҙа ауаз һалды. Айы тулып етмәһә лә еүеште белә, шундуҡ хәбәр бирә. Памперстарҙы төнгөлөккә генә ҡуябыҙ. Мин бәпесте алдым. Кәүҙәм менән ҡаплай биреп кенә йүргәкте алмаштырып, яңынан төрҙөм.
- Исеме кем?
- Морат уның исеме.
- Морат. Бик тә мәғәнәле исем. Кемдеңдер ҙур теләге, маҡсаты икән, - ағай тынып ҡалды.
Һаҡ ҡына баҫып минең эргәгә килде.
- Һо-о , ҡойоп ҡуйған минең улым бит, - тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.- Ҡыҙым, олатаһын мәхрүм итмә инде. Минең дә ейәнемде ҡулыма алғым килә.
Мин сараһыҙҙан тигәндәй ипләп кенә бәпесте һуҙам. Ағай һаҡ ҡына итеп бәпесте ала, йөҙөнә һоҡланыу, күңел нескәреүе, оло ҡыуаныс билгеләре сыға.
- Һаумы, улым. Мин олатайың булам инде. Бәхетле, тәртипле булып барыбыҙҙы ла шатландырырға яҙһын, - ти ул. - Балаҡайҙар, нисек итеп кенәәйтергә инде, тураһын әйтәм дә ҡуям. Һеҙҙе үҙебеҙгә йәшәргә саҡырып килгәйнем бит әле. Бөтөнләйгә, - бер әйткәндә әйтеп ҡалайым тигән төҫлө ашығып һөйләй башланы. - Тауҙай донъяла бер үҙем. Ҡыҙҙарым да үҙ донъяларын күптән ҡорған инде. Зәлиә менән Хәбирәне әйтәм. Тормош иптәштәре, йәшәйем тиһә – фатирҙары, ҡулға алам тиһә – балалары бар. Тормоштары түңәрәк. Ата-әсә донъяһына өмөт тотомайҙар. Бөтәһе лә Хәбиргә булһын тип кенә торалар. Улар һеҙҙең бәпесегеҙ тыуыуын да белә. Килендең беҙҙә йәшәүен теләп кенә торалар.
- Нисек инде? Кейәүе лә өйҙә булмағас, килен алып ҡайталармы?- Әсәйемдең шулай тип әйтеүе һиҫкәндереп ебәрҙе.
- Нихәл итмәк кәрәк? Хәбирҙән хәбәр-хәтер юҡ. Ни үле, ни тере икәнен белеп булмай. Бер ҡасан да ҡайтмай ҡуйһа? -Ағайҙың тауышы ҡарлыға, - исмаһам, вариҫым ҡала, тип күңелемде йыуатырмын. Йортҡа хужабикә булып кил, килен. Минең дә таҙалыҡ шәптән түгел ул. Йөрәк шаяра.
- Иләмәгән-һуҡмаған, кейәү һиңә бер ыштан, тигәндәй, - әсәйемдең тауышында элекке төҫмөр яңғыраны. - Һеҙ беҙҙе түгел, үҙегеҙҙе генә уйлап һөйләйһегеҙ түгелме?
- Баланың әсәһе бер һүҙен дә әйтмәне бит әле.
Тертләп киттем. Уларҙың һөйләшеүен сит кеше һымағыраҡ тыңлап торам икән дәһә.
- Мин нимә? Мин... кисерәһе тамуҡтарымды кисереп бөтмәнемме икән? Өлөшөмә гел ғазап сигеү генә яҙылмағандыр. Донъяның аҡ өлөшөн дә күреү тәтейәсәктер. Баламды ҡарау, тәрбиәләү минең өсөн бары кинәнес тип ҡабул итәм.
Ағай кеше аптырап китте:
- Эй, бала, бала! Тормошто, барыбер, белмәйһең әле. Атайһыҙ ул үҫтермә, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә, тип тиккә әйтмәйҙәр ул. Балалар үҫкән ваҡытта аптырап ни ҡылырға белмәгән ваҡыттар күп булды. Бишектә саҡта һөйҙөрә, унан төшһә, көйҙөрә торған ғәләмәттәре бар әле уның.
- Ни генә тимәгеҙ, бала күтәреп һеҙҙең йортҡа бара алмайым. Күрәсәкте күреп өйрәнгәнмен. Хәбир хәҙерге ваҡытта тормошон икенсе берәү менән бәйләгәндер, бәлки.
- Был һуңғы һүҙеңме?
- Эйе.
- Йә, ҡыҙым, көсләшә торған әмәл түгел. Киләсәктә ҡарарың үҙгәреп китеүенә өмөт итәм. Ара-тирә килгеләргә рөхсәт итерһең бит?
- Уныһынан баш тартмайбыҙ, - быныһын әсәйем әйтә.
Ағай хушлашып сығып киткәс,миңә ниңәлер күңелһеҙ булып ҡалды.
- Артыҡ бала барҙыр шул, икебеҙгә бер бөртөк әле, - тип һөйләнде әсәйем.
Мин өндәшмәйем. Ғөмүмән, әсәйем сабый өсөн минән дә былайыраҡ өҙөлөп тора. Хатта хафаға төшөп, күңелемдә тыныслыҡ юғала. Хәҙер икеләтә уяу, һаҡ торам. Әсәйҙең сире кире ҡайтып, балаға берәй зыян һалып ҡуймаһын тип ҡурҡам.
Бәпес менән ишек алдында күп йөрөйөм. Ул коляскала тын ғына йоҡлай. Мин әкренләп баҡсамды тәрбиәләйем. Бәхет ҡапҡаһы асылған төҫлө: кешеләр йыш килә. Ҡайһылары баҡса, сәскә-гөл үҫтереү хаҡында кәңәш һорай. Киләһе йылғабарып миңә гөл баҡсаһы планировкаһы эшләп бир тиеүселәр күп. Хәҙер үк нәмәләр әҙерләп ҡуйырға теләйҙәр. Мин альп таусыҡтары, кескәй быуа, һуҡмаҡтар өсөн ниндәй материалдар әҙерләп ҡуйырға өйрәтеп ебәрәм. Бер көн машина менән күрше ауылға килеп алдылар. Яңы, ҙур йорт һалып ингән йәштәргә ихаталарына план яһап бирҙем. Минең уй буйынса, йорт гөл-баҡсаға сумып, ишек алдында быуа ялтырап, матур һуҡмаҡтар беседкаға, таусыҡҡа алып барырға, ял итергә күркәм эскәмйәләр ҡуйылырға тейеш. Киләһе яҙға үҙем килеп, был эштәр менән етәкселек итергә вәғәҙә алып, килтереп ҡуйҙылар. Хатта минең эшем өсөн хаҡ тәҡдим иттеләр. Мин тәүге эшемә хаҡ алмай торҙом. Бына киләһе йылға килеп эшләргә насип булһа, әлбиттә, түләрһегеҙ тинем. Ә иң шатлыҡлыһы, әсәйемдең һаулығы ине. Ул үҙе район үҙәгенә барып неврологтан, психиаторҙан тикшерелеп ҡайтты. Еңелсә генә тынысландырғыс дарыуҙар яҙып биргәндәр. Ул хәҙер кешеләрҙән айбанмай йөрөй, магазинға бара, Мәрфуға апай менән оҙаҡлап һөйләшеп ултыра. Уға атайым, Ильяс хаҡында һөйләп, күңел яраларын иҫенә төшөрөүсе булмаһа ярар ине тип ҡурҡып ҡына торам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла изге йәнле түгел шул.
Көҙ етеп тә килә инде. Мин ошондай ваҡытта Хәбир менән танышып киткәйнем. Уны уйлап яманһыулап алам да, Моратҡа ҡараһам, барыһы ла онотола.
Ҡыш һиҙелмәй ҙә үтте. Ҡар күп яуҙы, ел-бурандарҙар ҙа булды. Бындай көндәрҙә өңдәге сысҡандар төҫлө йәшәп алабыҙ. Ҡар артынан сатнап торған һалҡындар булып ала. Беҙҙең бәләкәй ауыл оло донъянан ситтә төҫлө. Һиҙиәт ағай менән Мәрфуға апай ташламайҙар. Ағай ҡыҙғаныс. Быйыл ҡыш ябығып, һурылып китте. Ҡыҙҙары телефондан һөйләшеп, хәл белешеп алыуын алалар. Ләкин яңғыҙлыҡҡа ул ғына дауа түгел. Уның хәленә инеп, айына икешәр тапҡыр булһа ла барып торорға ҡарар иттем. Моратты олатаһына тоттороп, керен йыуып алам. Ағай бөхтә кеше. Иҙәнен тапап, әйбер бысратып ултырмаһа ла, барыбер йыйыштырып, ҡарап тороу үҙенсә бер төрлө йәм бирә бит ул. Ағай шатланып, теремекләнеп китә. Уны атайыма ла оҡшатып ҡуям. Йортонда тартынмай йөрөйөм, әйтерһең, бында күптән йәшәгәнмен.
Яҙ мәшәҡәттәр күп. Морат та ун айҙан тәпәй баҫты. Әсәйем уны күҙ уңынан ысҡындырмай. Мин баҡсала булашам, заказчиктарым да килеп алғылап торалар. Ҡыҫҡаһы, тулы тормош менән йәшәйем тип әйтергә була. Тағы нимә кәрәк инде? Улым ишек алдында йәм-йәшел келәм төҫлө үләнлектә уйнай. Мин яңы сәскә атып ултырған төрлө төҫтөге иристарыма һоҡланам, бына-бына ләләләр ҙә балҡып таждарын асыр. Олатайым ултыртҡан муйылдар сәскә ҡойоп, муйылланып ултыра. Быйыл уларға һалҡын теймәне, емештәре мул булыр. Тап ошондай рәхәт, һил ваҡытта ҡояш байыр алдынан ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтауын ишетеп, йөрәгем дөпөлдәргә кереште. Ни булыр икән, машиналар хәҙер йыш килә бит инде. Алып китәләр, китереп ҡуялар. Үҙ эшемдән ҡәнәғәтлек, ләззәт алам. Хатта район үҙәгенә саҡыра башланылар. Ә был юлы ниңә һиҫкәнеп киттем? Ҡапҡа асылды, унан мин танымаған ят ир-ат килеп инде. Мин ҡурҡа ҡалам. Был кеше миңә берәй ҡот осҡос хәбәр әйтер кеүек. Ул миңә һынап, баһалап ҡарай. Был ҡап-ҡара күҙҙәрҙең ҡарашы аҫтында шиңеп ҡалған төҫлөмөн. Ҡуйы ҡара мыйыҡлы, ҡара ҡашлы, ҙур ғына танаулы был кеше һис тә уҫал түгел һымаҡ. Уның сырайында мине йәлләү, хәлемә кереү ҙә бар.
- Һаумыһығыҙ, һеңлем. Мин Әнүәр ағайың булам. Бында бер кешенең аманаты алып килде.
- Һаумыһығыҙ, өйгә рәхим итегеҙ.
- Ашыҡмайыҡ. Күреп торам, бында ла бик һәйбәт.
Ул ишек алдындағы эскәмйәгә ултырҙы, ишара менән генә миңә лә ултырырға ҡушты. Һүҙҙе нимәнән башларға белмәгән төҫлө саҡ ҡына уйға ҡалды.
Тиҙ генә улымды ҡулыма алдым, әйтерһең, ул бер ҡалҡан.
- Бигерәк һөйкөмлө бала. Исеме кем һуң?
- Морат.
- Исеме лә мәғәнәле. Кемдеңдер маҡсаты, мораты икән. Төҫкә лә бик таныш.
Мин ғәжәпкә ҡалыуымдан өндәшмәйем.
- Бер кешенән, ошо баланың атаһынан күп сәләм алып килдем.
- Йә Хоҙай! Хәбиргә берәй нимә булдымы әллә?
- Юҡ, барыһы ла бик яҡшы. Һинең башыңды ҡатырып, ҡурҡытып ултырам, шикелле. Хәбир Кавказда минең ҡусты менән хеҙмәт итте. Сит яҡта яҡташың туғаның кеүек яҡын була бит инде. Дембелдән һуң беҙгә килеп киткәне лә булды. Ситкә сығып китергә уйлағас, беҙгә килеп төштө. Как раз минең ялға ҡайтҡан ваҡытҡа тура килде. Мин бик йыраҡ, Магадан яҡтарында эшләп йөрөйөм. Алты айға бер генә ҡайтам. Энекәш тә минең менән. Хәбирҙең водитель праваһы, тракторист һөнәре лә булғас, бергә алып киттек. Шунан бирле бергә булдыҡ. Йылға яҡын ҡайтмай эшләнек. Хәбир һинең хаҡта күп һөйләне. Ир кеше бит, ҡатын-ҡыҙ алдында егетлеген, төшөп ҡалған кеше түгеллеген күһәткеһе килде, буғай. Ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешмәй һиңә хәбәр ебәрмәй түҙҙе. Яҡшы ғына бол йыйҙы.
- Ниңә ҡайтмай, ниңә барыһын да утҡа һала ул? - тауышым өҙөлә яҙып туҡтап ҡалдым.
- Әйттем бит, һинең янға ул бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтҡыһы килә. Интернет аша йөҙгә операция яһата торған клиникалар эҙләне. Себерҙең ҙур ҡалаларының береһенә барырға булды. Бөгөнгө көндә шунда операция яһатып ята. Пластика тиҙәрме әле. Воот, шулай. Мәшәҡәте оҙайлы ғына булыр инде.
-Миңә телефонын бирегеҙ, зинһар?- үкереп илап ебәреүҙән саҡ тыйылып торам.
-Әллә, бирәйемме икән? Уның бит һиңә сюрприз булып ҡына ҡайтып төшкөһө килә. Йә, йә, бирәм, төҫөңдө боҙма, - ул мине балаһытып һөйләшә, хатта асыуым килеп китә.
Ә дөрөҫөндә һис кенә лә асыуланырға тейеш түгелмен. Киреһенсә, бик ҙур рәхмәттәр яуҙырырға ғына тейешмен был изге кешегә. Хәйер, Хәбирҙең ҡайтасағына бер көн дә өмөтөмдө өҙмәнем бит. Ул арала әсәйем ҡунаҡты сәйгә саҡыра. Әнүәр ағай уны күреп аптырап киткән төҫлө була.
- Кемең? - ти ул үҙен ҡулға ала һалып.
- Әсәйем.
- Әсәйең шулай йәшме ни? Апайың түгелме? Вәт әй. Ышанырлыҡ түгел.
Өҫтәл әҙер инде. Ул яҡтан әсәй менән ярышырлыҡ түгел. Ваҡ бәлештәре, ҡоймаҡтары, ҡайнатмалары күҙ яуын алырлыҡ. Ағай саҡ ҡына ҡаушап киткән кеүек булһа ла ҡыҫтатмай ашап-эсеп ултырҙы. Тәүҙә бик ашыҡҡан кеше кеүек ҡыланһа ла, оҙаҡ ҡына ултырып ташланы. Хушлашҡан саҡта хатта китергә теләмәгән төҫлө ине.
- Йә, хушығыҙ әлегә, килеүемдең һуңғыһы булмаҫ һымаҡ, - тине ул бик серле генә итеп. Башҡаса бер нимә лә аңлатманы. Машинаһына ултырып китеп тә барҙы.
Ағайҙы оҙатып өйгә индем. Ул арала Морат диванда тәгәрәп йоҡлап та киткән. Әсәй ниндәйҙер сәйер ҡиәфәттә ултыра. Ауырыуы кире ҡайттымы әллә тип ҡурҡа ҡалдым.
- Ул уға оҡшаған, - тине ул әллә ниндәй ят тауыш менән.
- Кем кемгә оҡшаған?
- Әле килеп киткән кеше һинең атайыңа оҡшаған.
Тертләп киттем:
- Был ни тағы?
- Күҙ алдындағы ҡорған асылып киткән кеүек булды. Балта менән туҡылдап юнышып торған кешене күрҙем. Уның янында малай етәкләгән үҫмер ҡыҙ. Һин ул. Малай һинең ҡустың. Шулай булғас, мин бик оҙаҡ иҫһеҙ йөрөгәнмен. Мәрткә киткәйнемме ни?
Һаман ҡурҡып та, тикшереп тә әсәйемә ҡарап торам. Юҡ, ул һис тә шашҡан кешегә оҡшамаған. Күҙен көсөргәнешле ҡыҫып, ҡаштарын йыйырып һаман ниҙер иҫләргә тырыша.
- Әсәй, һин иҫеңде юғалтып ауырының.
- Ни өсөн? Ниңә?
- Атайым менән ҡустымды юғалттың, - мин бөтәһен дә әйтеп бөтмәҫкә тырышам.
- Уларға ни булды? Ни эшләп вафат булдылар?
Әсәйем йорт янғанды иҫләмәй әле. Ул турала әйткем килмәй, ҡурҡам.
- Әкренләп кенә иҫеңә төшөргә тейеш. Бер юлы күп яңылыҡтар ярамай.
- Йә, ярар, сабыр итергә тура килер. Ни ғүмер түҙгәнде инде.
Әсәй үҙенең шашып ауырығанын белмәй. Белмәгәне яҡшы...
Уйланым-уйланым да уны докторҙарға күрһәтергә булдым. Был турала әйткәс, әсәй ҡаршылашманы. Такси саҡырып, район үҙәгенә юл тоттоҡ. Психиатр ҡырыҫ сырайлы ир кеше икебеҙҙең һөйләгәнде тыңланы ла ҡыҫҡа ғына итеп:
- Һеҙ хәҙер һау-сәләмәт. Был процесс дауам итәсәк, барыһы ла әкренләп иҫегеҙгә төшәсәк, - тине. Артығын һөйләмәне. - Һеҙгә хәҙер минең тарафтан бер төрлө лә дарыу кәрәкмәй, - тип кенә өҫтәп ҡуйҙы.
Ә невролог шаҡтай йәш, яғымлы ҡатын. Ул бик ихлас тикшергәндән һуң әсәйемә:
- Һеҙ сәләмәт, ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙар кеүекһегеҙ, - тип ҡыуандарҙы.
Ул мине лә тикшерергә булып китте.
- Ә бына һеҙҙә нервылар ҡаҡшауы күҙәтелә, - тине. Шулай ҙа ҡурҡырға кәрәкмәй, үтер. Витаминдар ҡабул итергә кәрәк тип, күп кенә дауа яҙҙы.
Укол ҡуйырға өйрәнгәйнем инде. Витаминдар ҡаҙау әллә ни ауырлыҡтар тыуҙырмаясаҡ. Магазиндарға йөрөп фрукты, тәм-том алып ҡайтып киттек. Тыныс ҡына бер нисә көн уҙҙы. Мин Хәбиргә шылтыратырға һаман баҙнат итә алмай йөрөйөм. Уның һаулығын, барлығын белеү үҙе бер бөтөнлөк, рәхәтлек биреп тора. Бөгөн кис нисек тә шылтыратырға кәрәк. Шулай уйланып йөрөгәндә йәнә ишек шаҡынылар. Миңә йомоштары булған кешеләрме икән тип уйлап та бөтмәнем, Әнүәр ағай килеп инде. Ап- тырауымды һиҙҙермәҫкә тырышып:
- Әйҙүк, Әнүәр ағай, хуш киләһегеҙ, - тигән булам.
“Тағы ни булып китте икән?”- тип эстән генә уйлайым. Тышта сыр-сыу килгән бала тауыштары ишетелде.
- Улар минең балалар. Гөл-баҡсаңды ҡарап йөрөйҙәр. Ильяс менән Илһөйәр, - ти ағай.
- Ильяс, Илһөйәр, - тип аптырап ҡабатлайым.
Әнүәр ағай ашығырға уйламай, буғай. Ирекһеҙҙән тигәндәй түргә саҡырам. Әсәй сәй ҡуйырға керешә. Ул өй араһында йөрөй башлағаны бирле кеше килһә лә ҡыйын түгел. Гел дә ҡамыр аштары, бауырһағы әҙер тора. Аш бешерһә лә мулдан һала ул. Шуға күрә өйҙән аш-һыу өҙөлмәй. Был юлы ла ҡунаҡ алдында ҡыҙарырға тура килмәне. Әсәйҙең һыйҙарын балалар ҙа яратты.
- Күптән, бик күптән бындай һыйҙан ауыҙ иткәне юҡ ине балаларҙың, - тип ҡуйҙы ағай аптыратып, - сөнки беҙҙең әсәй күптән вафат. Мин эшкә киткәндә өләсәләре менән ҡалалар. Ул ныҡ оло инде. Һаулығы ла шәптән түгел.
Беҙ аптырап тыңлап ултырабыҙ, ни тиһәң дә ҡыйын һымаҡ. Әнүәр ағай ғына тынып тормай, үҙенең хәбәрен дауам итә:
- Ә дөрөҫөн әйткәндә, мин былай оҙаҡлап ултырырға түгел, һеҙҙе ҡунаҡҡа алырға килгәйнем. Үҙем үк килтереп ҡуйырмын.
- Ә ниңә бармаҫҡа? - ти әсәйем ҡабаланып. Уны танырлыҡ түгел. Күҙҙәре осҡонланып, биттәре алһыуланып киткән. Балаларға, бигерәк тә үҫмер Ильясҡа яратып ҡарап ала.
- Әйҙә, Мөнирә, йыйын. Оҙаҡ көттөрмәйек, - ти ул.
- Һеҙ әҙерләнегеҙ, - күңеле булған ағай ишек алдына сығып китә.
Беҙ хәл ҡәҙәренсә төҙәтенеп, арыу кейемдәребеҙҙе кейеп ҡуябыҙ. Әсәй һуңғы ваҡытта ғына алынған яҡшы ебәк күлдәкте, яңы туфлиҙарын кейгәс, бигерәк һылыуланып китте. Бигерәк зифа кәүҙәле икән, иғтибар ҙа итмәй йөрөгәнмен. Әсәй түгел, апайым һымаҡ күренә ул. Морат та өйҙәге йәнлелекте һиҙеп, үҙенсә ләпелдәп шатланып йөрөй. Әҙерләнеп бөтөп, бөтәбеҙ ҙә машинаға сығып ултырҙыҡ.
Әнүәр ағай беҙгә күрше районда, илле саҡрым самаһы алыҫлыҡта йәшәй. Уның ауылы беҙҙекенән шаҡтай ҙур, тау битләп урынлашҡан. Йорто ауыл уртаһында, кирбестән һалынған, ике ҡатлы. Ағай машинанан төшөп, ҡапҡаһын шар асып тәүҙә беҙҙе индерҙе. Ишек алды ябай ғына, бер яҡ эргәлә - йәшелсә, арт яҡта картуф баҡсаһы, мал һарайы. Йорт, әйткәнемсә, кирбестән, әллә ни ҡыландырмай, ябай ғына итеп һалынған. Ишек төбөнән уҙғас, ҙур ғына зал, бер яҡта кухня, икенсе яғында хужаның бүлмәһе. Кухнянан төптәрәк бәләкәйерәк бүлмә өләсәйҙеке икән. Әле ул бертуған һеңлеһенә ҡунаҡҡа киткән. Юғары ҡатта ҡыҙ менән егет кешенең бүлмәләре. Йәнә лә бер бик ҡупшы бүлмә – килгән ҡунаҡтар өсөн. Әсәйем бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Күҙҙәре балҡый, үҙе йәш ҡыҙҙар кеүек осоп ҡына, аяҡ остарында тиерлек йөрөй. Мин уны аңлайым да һымаҡ. Ҙур, матур йортта йәшәргә хыялланды, йәшәй алмай ҡуйҙы, бала юғалтты. Бөтәһе лә иҫенә төшмәгән хәлдә лә, үҙ булмышына ҡайтҡан бит ул. Шуға күрә Әнүәр ағайҙың торлағы уға бик оҡшағаны аңлашыла.
- Үҙем һеҙҙе ҡунаҡҡа алып ҡайттым, аш-һыу хәстәрләмәй ҙә йөрөйөм, - ти ағай кеше.
- Миңә аҙыҡ-түлек алып бирһәгеҙ, үҙем әҙерләгем килә, - ти әсәйем.
- Әҙер, бөтәһе лә бар, - хужа туңдырмай ғына ҡуйған итен, һуғанын алып бирә.
- Кишер ҙә булырмы?
- Бар, бар...
Бөтә кәрәкле нәмәләрҙе әҙерләп алып әсәйем бөтә шартына килтереп былау бешерергә керешә, Илһөйәр уның янында ярҙам итә. Мин Ильяс менән баҡса ҡараға сығып киттем. Йәшелсә баҡсаһы күркәм, бай. Тик сәскәләр генә күренмәй. Йорттоң юл яғында ғына бер нисә төп георгин үҫеп ултыра. Был иркен ихатаны хайран итеп биҙәргә булыр ине. Тик әлегә ғәйәр ҡыҙыл әтәс етәкселегендә бер төркөм тауыҡ рәхәт сигеп йөрөй.
Әнүәр ағайҙың әйтер һүҙе бармы һуң? Ниңә алып ҡайтты? Шомланып китәм, үҙемде йыуатам. Ул арала Илһөйәр йортҡа саҡыра. Ике сәғәт тә үтмәгәндер, мул табын әҙер. Матур булып таралып ҡына бешкән былау тәмле боҫ борҡота. Ҡыяр менән помидор салаты балҡып ултыра. Алмаһы, сейәһе лә күренә. Асыҡҡан Морат “мәм-мәм” тип ашарға һорай. Күңелле генә итеп табын тирәләй ултырабыҙ. Барыһы ла асығып киткән, шым ғына тәмләп ашай башланыҡ. Ниһәйәт,сәй эсеү башланғас, хәбәр ҡуйыра башланы.
- Балалар, һеҙҙең менән һөйләшкәйнек инде, - тип һүҙ алды Әнүәр ағай.- Мәликә, Мөнирә, әйткәнемә аптырамай ғына тыңлағыҙ. Күреп тораһығыҙ, хужабикәнең, йәғни әсәйебеҙҙең булмауына өс йыл тулып бара. Өйләнергә бер тапҡыр ынтылыш эшләп ҡараным. Уныһын балалар оҡшатманы, үҙем дә ныҡышманым. Әле бына Мәликә апаларын әсәләренә оҡшатып ебәрҙеләр. Риза булһағыҙ, Мәликәнең ҡулын һорар инем, - ағай бер тында һөйләп ташланы.
Барыһы ла шып-шым. Әсәйемә ҡарайым. Ул күҙен күтәрмәй, аңларлыҡ түгел. Йәш ҡыҙ һымаҡ ҡыҙарып сыҡҡан.”Әгәр әсәйем риза булһа, - тип уйлайым, - бер үҙем йәшәй алам бит. Мораттан ярты сәғәткә лә айырылмайым, үҙем менән йөрөтәм. Ул да үҙ аллы уйнарға, йоҡоһо килһә, коляскаһында йоҡлап китергә өйрәнеп бөткән.”
- Әллә инде, бигерәк кинәт бит, - ти әсәйем. Мин инде уның ҡаршы түгеллеген аңлап алам. - Мөнирә ни тиер, сабыйы ла бәләкәй бит.
- Әсәй, барыһы ла һинән тора, мин һинең теләгеңә ҡаршы төшәсәгем юҡ.
- Былай итеп ҡарайыҡ, булмаһа, - тип һүҙгә ҡушыла хужа кеше, - Мәликә бер аҙнаға ҡунаҡҡа ҡалып торһон. Мөнирәнең үҙенә генә йәшәүе ҡыйын булмаһа, әсәһе риза булһа, килешербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ.
- Бында тороп ҡалырға алмаш кейем дә юҡ, - тип һүҙ ҡыҫтыра һала әсәй.
- Уныһы инде бик ваҡ мәсьәлә, - ти ағай, - бына Мөнирәне кире алып барғанда алмаш күлдәк алып ҡайтырмын.
Минең хәҙер үк бер үҙем ҡалып, күңелдәге уй-кисерештәремде барлағым килде.
- Йә шулай булһын, улайһа, - тип урынымдан тороп уҡ киттем.- Хәҙер ҡайтып китергә кәрәк ине.
- Ниңә улай ашығып китәһең әле? - әсәйем үпкәләгәндәй итә.
- Шулай кәрәк, бер эш иҫемә төштө.
Әнүәр ағай ҡарышып торманы. Оҙаҡламай ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Юлда ағай кеше менән артыҡ һүҙ ҡуйыртып торманым, Морат тамашина бәүелтеүенә йоҡлап киткәйне. Ҡайтҡас уҡ әсәйемдең иң кәрәк әйберҙәрен пакетҡа тултырып Әнүәр ағайға тотторҙом. Ҡайтҡыһы килеү менән килтереп ҡуйырһығыҙ, тип хушлаштым. Ниһәйәт, үҙ уйҙарым менән генә ҡалдым. Улым шым ғына мышнап йоҡлай, бөгөн оҙаҡ сәйәхәт итте шул. Әсәйем хаҡында уйланмай булдыра алмай инем шул.
Ул һаулығы килеү менән бөтә хужалыҡты үҙ ҡулына алды. Миңә ҡарағанда етеҙ ҙә, бар эштәре минекенән уңышлыраҡ та килеп сыға. Ҡулымда йәш бала булғас уның тилберлегенә шатланы ғына инем. Тора-бара бер аҙ эс боша ла башланы. Сөнки мин башҡарған нәмәләрҙе оҡшатмай, артыҡ төрләндереп ашағыһы килә, йорттоң бәләкәйлегенә йәне көйә. Әнүәр ағайҙың донъяһын ҡалай оҡшатты. Әсәйемдең шунда ерегеп, балаларына эйәләшеп йәшәп китеренә хатта шикләнмәйем дә. Уның бит ҙур матур йортта, мул тормошта йәшәгеһе килә. Элек шулай ине, ҡарашы һис тә үҙгәрмәгән. Бер аҙ йомшағыраҡ күңеллегә әйләнгән. Минең менән шулай еңел генә айырылыша алыуына, әлбиттә, хәтер ҡалмаҫлыҡ түгел. Сабый ғына сағымдан әлегәсә тигәндәй уны йән аямай ҡарауымды бар тип тә белмәй.Хәйер, бар бөтөнлөгө менән төшөнә лә алмаясаҡ. Шулай ҡаңғырып ултыра инем, Мәрфуға апай килеп инде. Күптән күгәнем юҡ ине. Сәй ҡуя һалдым. Ары-бире хәл-әхүәл белешкәнсе сәй ҙә ҡайнаны. Табын янында һөйләшеү еңелерәк буғай. Апай үҙен борсоған һорауҙы бирмәй булдыра алманы:
- Әсәйең күренмәй, берәй ергә киттеме һуң?
Йәшереп тороуҙо кәрәк тип тапманым.
- Уны бер абзый ҡунаҡҡа алып китте.
Мәрфуға апай бер ҙә аптырамай ғына:
- Ҡунаҡҡамы, әллә бөтөнләйгәме? - тип ҡуйҙы. - Шуға ҡара ҡайғыға баттыңмы ни?
- Эс боша инде.
- Шатланырға ғына кәрәкмәйме икән? Әсәйең атайыңды гел баҫып, буйһондороп тотто. Киләсәктә, тамам шәбәйеп алһа, һине лә буйһондорасағы көн кеүек асыҡ, - ул бер аҙ уйлана биреп тора ла тағы һөйләп алып китә. -Хәҙерге заманда ата-әсәләрҙән кем балаһы менән йәшәй инде. Донъяға ҡараштары тура килмәй. Айырым булһалар, татыуыраҡ булалар. Унан килеп, ҡоштоң ҡошо ваҡытын еткәс, балаларын айыра түгелме? Йыртҡыс хайуандар ҙа шулай: балаларын һунар итергә өйрәткәс, айыра. Кит, теймәгәнгә көйөп ултырма, тик берегеп йәшәп китергә яҙһын.
Мәрфуға апайҙың һүҙҙәре күңелемде баҫа төштө. Кискә бөтөнләй тынысландым. Хәбир менән һөйләшергә һаман баҙнат итә алмай йөрөй инем. Эйе, артыҡ һуҙырға кәрәкмәй. Ҡалтыранған бармаҡтарым менән һандарҙы йыйҙым. Өс звоноктан һуң эргәмдә генә торғандай Хәбирҙең тауышы ишетелде:
- Алло, алло!
- Алло...- өндәшә алмайым, тамағыма төйөр тығылды.
- Алло, кем булаһығыҙ? - Хәбир менән дуҫлашҡанда минең телефоным юҡ ине. Шуға номер ят инде уға.
- Уф, Хәбир, һаумы, - тигеҙ тын алырға тырышам.
- Мөнирәм, һин бит, - уның ғәжәп йомшаҡ тауышынан йәнем күккә аша, башыма эре йондоҙҙар яуа. Бәй, яңғыҙ түгелмен, эргәмдә – йән һөйгәнем. Туймаҫтай булып һөйләшәбеҙ.
- Бәғрем, мин әлеге көндә больницаламын. Себерҙең ҙур ҡалаларының береһендә. Бар ҡала йоҡоға сумғанда һинең телефоның. Хәйер, бында ҡараңғы ла түгел.
- Ауырып киттеңме? Хәлең нисек?
- Юҡ,йәнем, хәлем бик яҡшы. Мин пластик операция яһаттым бит. Битемдең йөйлө-яралы тиреһен алып ташланылар. Врач бик уңышлы, ти. Хәзер лазер терапияһын үтәм. Операция йөйҙәрен шымарталар. Бик тә һиңә лайыҡлы булғым килде. Миңә үпкәләмәйһеңме?
- Юҡ, һөйөклөм, һис тә үпкәм юҡ, - мин ашығам, сәсәрҙәй булам. Тын алам да дауам итәм, - Беҙҙең тормошта бик күп үҙгәрештәр бар. Һөйләп килештерә алмам. Ҡайтһаң, бындағы сюрприздарға иҫең китер.
- Яҡшы хәлдәрме, әллә киреһенсәме? - уның тауышында һағайыу.
- Төрлөһө бар. Ҡайтҡас белерһең.
- Әлбиттә ҡайтам. Аҙна-ун көндән бергә буласаҡбыҙ.
- Алла бирһә, тип әйт.
- Алла бирһә...
Шул урында һөйләшеү өҙөлөп ҡалды. Юҡ, Хәбир һөйләшеүҙән туҡтаманы. Бәйләнеш юғалды. Һөйләшкән тиклеме лә бик еткәйне. Алдымда ҙур бәхет тауы тора. Мине яҡты аҡ донъя көтә.