Литература
6 Июня 2022, 08:11

Ҡара донъя, аҡ донъя (повесть, 2-се өлөшө)

Тәскирә Даянова.

Ҡара донъя, аҡ донъя (повесть, 2-се өлөшө)Ҡара донъя, аҡ донъя (повесть, 2-се өлөшө)
Ҡара донъя, аҡ донъя (повесть, 2-се өлөшө)

... Иртән күҙемде асҡас, мөһим эш барлығы иҫемә төштө. Йәһәт кенә йыуынып, әсәйгә әҙерләп ашата һалдым. Ул ҡайһы ваҡыт ашауҙы бөтөнләй иҫенә төшөрмәй. Ҡалаҡлап ҡаптырырға кәрәк. Уның әле тынысланып ҡалған ваҡыты. Тәҙрәгә ҡарап бәүелеп тик ултыра.

- Әсәй, мин хәҙер килермен, йәме. Һин тик кенә ултырып тор.

Ул баш ҡаға. Шулай ҙа ишекте тыштан бикләргә кәрәк. Мин ҡапҡа төбөнә сыҡтым. Кеше әҫәре күренмәй. Ауыл бөтөп бара инде. Магазин ябылғанға ла биш былтыр. Әле атай иҫән саҡта ғына гөрләп торған ауыл әкренләп юҡҡа сыға. Ана беҙгә ҡыялап, тауҙай ҡалҡып Әсләп ағайҙың йорто тора. Ул әле сағыштырмаса йәшерәк. Түбән яҡ оста Хәбир ағайҙың йорто арыу, бирешмәгән. Ҡалған хужалыҡтарҙа яңғыҙ әбейҙәр ҡалған. Биш йорт бөтөнләй ҡутарып кителгән. Нигеҙҙәренә кесерткән генә хужа. Бер аҙ уйланып торғас, үҙебеҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡтағы Йосопҡа юл тоттом Унда магазин, фельшер пункты, инде туғыҙ йыллыҡҡа ҡалған мәктәп. Елдереп атлап китеп барғанда күңелемдә яралған тойғоға иғтибар итәм. Ул тойғо электән, бойҙай бөртөгө саҡлы ғына булһа ла, булған. Хәҙер уның тамыр ебәрергә маташыуына аптырай төштөм. Шул бәләкәй генә яралғы, өмөт ярсығы мине иртәнге ысыҡ ярып икенсе ауылға йүгерергә мәжбүр итә...

Бәхеткә ҡаршы, магазинда кеше юҡ тиерлек. Мин танымаған бер ҡарсыҡ ҡына сығып барған еренән өрәк күргән һымаҡ ҡарап алды ла, юҡ булды. Бер яҡ мөйөштө кейем-һалым биләгән икән, элек иғтибар итмәгәнмен. Ҡарашымды ҡайһы нәмәгә туҡтатырға белмәй аптырап ҡалдым. Һатыусы Әлфиә апай ярҙамға килде:

- Ниндәй кейем кәрәк? Ҡупшығамы, көндәлеккәме?

- Кейеп ҡарарға ине.

Һатыусы ишекте эстән шартлатып бикләп алды, кейеп ҡарар өсөн айырым урын бында юҡ ине.

- Шортик-маҙар кеймәйһең инде. Бына лосины, футболка. Кей.

Лосины тәнгә һылашып ҡына тора икән. Минең ҡаҡса, оҙонса кәүҙәмә бик килешә. Түшенә күбәләктәр төшөрөлгән ал футболка ла оҡшаны.

- Бына был юбканы ҡара.

Аҡ биҙәктәр төшөрөлгән ҡара ебәк юбка билде ҡыҫып ҡына тора, итәге өйөрмәле. Уны ап-аҡ, йылтыр мәрйендәр менән биҙәлгән, муйына асыҡ топик менән кейҙем. Барыһы ла таман, килешле. Аяҡҡа балетка тигән тәпәш үксәле ҡупшы ғына туфли ҙа алдым. Йәнә лә помада, ҡара ҡәләм, ҡулға, биткә кремдар алдым. Яҡшы кәнфит, виноград, алма кеүек емештәр ҙә онотманым. Шөкөр, аҡсаға аптырамайым. Әсәйемә арыу ғына пенсия килә, тотолоп та бөтмәй. Артҡанын кенәгәгә һалам. Уйлаһаң, аҡса яҡшы уҡ йыйылды. Бала саҡта һатылған мал да капитал булып йыйыла бара. Уны ҡайҙа итермен тип уйлап та ҡуям.

Алған әйберҙәремә ҡәнәғәтлек кисереп, ашҡынып ҡайтып киләм. Әле минең кейенгем, көҙгөгә ҡарағым да килмәй ине. Хатта үҙеңде аңлауы ҡыйын. Ә әсәйемдең боҙолған аңында нимәләр ҡайнағанын ҡайҙан төшөнөргә? Ул тын ғына үҙ мөйөшөндә ҡыштырҙай. Сепрәктәр менән уйнаған һымаҡ тойола. Төрә, тағата, бөкләп һала. Арып китеп ятып ала.Уға күҙ һалып алғас, соландағы бүлмәмә инеп киттем. Яңы әйберҙәремә һөйөнә-һөйөнә кейеп ҡарайым. Ҡайсы теймәгән сәстәремде тараттым, улар билгә етеп тора. Ғөмүмән, әсәй мине яҡшы формала тота. Кәүҙәм спортсменкаларҙыҡы кеүек нескә, килешле. Лосины менән футболка һылыулыҡты асып ебәрә. Ҡаштарым саҡ ҡына ҡалыныраҡ, ирендәрем тулы, оялсан. Ҡаҡса яңаҡтарым көнгә янған, бер тапһыҙ, шыма. Күҙҙәремә тырышып һөрмә тарттым, иренемә помада тейҙерҙем. Билдәһеҙ ҡыуаныс көҫәгән йөрәгем ярһып типте. Үҙемдән оялып, ишек алдына сыҡтым. Тауыҡтарға ем һибеп, кәзәмде баҡса артына алып барып арҡанлағас, эшем дә бөткән төҫлө. Ваҡыт үткәрергә теләп бәрәңге араһындағы сүптәрҙе йолҡтом. Сәскәләрем араһында йөрөйөм. Астра менән георгиндар шау сәскәлә, ҡырау ҙа төшөргә ашыҡмай әле. Гөл түтәлдәре араһына тар һыҙат итеп ултыртып, махсус ҡағылған кәртәләргә үрмәләгән ҡыярҙар ҙа һалынып, ҙур бер әкиәт емештәрен хәтерләтеп ултыра. Ҡуйы йәшел япраҡтар үрелеп стена яһаған. Гөлдәр араһында йөрөп тыныслана төштөм. Уйҙар тулҡыны ташҡынында ҡайнаған бер бәләкәй юнысҡы һымаҡ кирегә – баласаҡ иленә алып китә. Бәләкәй ауылда йәшәгәс Хәбир ағайҙы белеп, күрә йөрөнөм бит инде. Мин башланғыс синыфта уҡығанда ул өлкән егет ине инде. Спортсы, ярыштарҙа еңеүсе булараҡ линейкаларҙа маҡтап телгә алалар. Улай ғына ла түгел, район гәзите биттәрендә тыуған яҡ, тәүге саф хистәр хаҡында шиғырҙары ла баҫылып тора. Бына шул шәп егет, ата-әсәһенең өмөтө, армиянан харап булып ҡайтҡан. Уның ауылға ҡайтҡан ваҡытын хәтерләмәйем, сөнки үҙ ҡайғым баштан ашҡан ваҡыт. Аҙаҡ ҡына уның хаҡта, тәне генә түгел, йәне лә имгәнгән кеше булып ҡайтыуын аңланым. Үҙ башынан ҡайғы-хәсрәт үткәргән кеше бүтәндәр хәлен тиҙерәк төшөнәлер ул. Ул инде байтаҡ йылдар ата-әсәһе менән йәшәй. Йорт тирәһен бер үҙе алып бара тиһәң дә була. Бесән-утын эшләй, бәрәңгеһен ултырта, ҡаҙа. Малын да көтә. Был мәшәҡәттәр гел генә эске менән аралаша. Ауыр эш ваҡытында атаһы үҙе лә алып бирә, аталы-уллы табындаш булып та китәләр. Ә тикәй ваҡытта улдары үҙ йүнен үҙе күрә. Ауыл тотошо менән оло кешеләрҙән торғас, йомошо-эше табылып тора. Үҙе үк кемгә ни кәрәген белеп барып инә, эшен эшләй. Хаҡы билдәле инде. Холҡо тыныс булғас ата-әсәһе күнеп ҡараймы, бүтән юлын тапмайҙармы? Ниңә дауаларға тырышмайҙар икән? Хәбирҙән өлкән туғандары күптән башлы-күҙле, ҡаларҙа йәшәйҙәр. Һирәкләп кенә ауылға ла ҡайтып китәләр.

Кәзәмде алып ҡайтайым тип барһам,уның янынды һәнәк мөгөҙлө хәтәр тәкә баҫып тора. Мине күргәс һыңар тояғы менән ергә тыпылдатып тибеп-тибеп алды. Күкшел йөнлө сибәр тәкә-егет. Мамыҡлы нәҫел булырға тейеш. Ҡайҙан килде икән? Беҙҙең ауылда кәзә миндә генә. Бынан ике йыл элек күрше ауылға барып ҡасырып алып ҡатҡайным. Былтыр ҡул етмәне. Былар янына яҡын барырлыҡ түгел. Буш ҡайтып киттем.

Эңер төшә. Әсәйҙе ихатаға сығарып саф һауала йөрөттөм. Ул үрһәләнмәй, тыныс, йөҙө сабый баланыҡы кеүек ғәмһеҙ, саф. Оҙаҡ ҡына гөл-сәскәләргә күҙен киң асып ҡарап тора, һоҡланалыр.Өйгә индереп ятҡырам, дарыуын ҡаптырам. Ул мышнап йоҡлап китә. Икенсе уйҙар менән баш ватыуыма үҙемде хыянатсы һымаҡ хис итеп ҡуям. Мөйөшөмә инеп яңы кейем кейҙем. Үҙемсә төҙәндем, һөртөндөм. Кистәр һалҡынса, джинсы курткамды яурыныма һалдым. Егерме дүрт йәшемдә тәүге тапҡыр ир-егет менән осрашырға барам. Йөрәгем дөпөлдәй, быуыным бушаҡ. Йәнә иҫерек булһа, ни эшләрмен?

Ул мине көтөп тора ине инде. Мине танып талпынды, күкрәгенән иңрәүгә оҡшаш өн сыҡты. “Уффф...”- тине буғай. Йөҙгә-йөҙ туҡтап ҡалдыҡ. Айныҡ... Хатта одеколон еҫе бөркөлдө.Уттай янған ҡулдары минең ҡулдарҙы тотто. Ә мин, киреһенсә, туңып китеп, тешем-тешкә теймәй дерелдәп ҡуйҙым. Торабыҙ. Өндәшмәйбеҙ. Ул да минең хәлдә.

- Ниндәй матур кис, - тинем мин.

- Эҫе, - эҫе һулышы миңә бөркөлдө, - килмәҫ был тип уйлағайным. Килдең... Рәхмәт.

Әкренләп яр буйлап киттек, юлға төшөп Урта тау битләүенә күтәрелдек. Бер аҙналыҡ тирәһе ай урағы ҡалҡты. Һанһыҙ йондоҙҙар беҙҙе күҙәтте. Мин, ғәҙәтемсә, башымды сөйөп күккә баҡтым. Бер генә миҙгел йондоҙҙар араһынан барам һымаҡ тойолдо. Тәүге ҡыйынһыныу, оялыу үтеп китте, шикелле.

- Кисә һинең эргәңдән ҡайтҡас уҡ төндө-төн тимәй мунса яғырға керештем, - тип һөйләп китте юлдашым.- Тәнемә генә түгел, хатта күңелемә йыйылған шаҡшылыҡты тир менән ағыҙырға тырыштым. Иртән әсәйем һыйыр һауып инеп киткәс кенә урыныма инеп яттым. Йәшәү рәүешем шул тиклем ялҡытты. Үҙемә-үҙем ытырғаныс булып китәм. Айныһам, тормоштоң мәғәнәһеҙлеге тағы эскегә этәрә. Шулай һиҙелмәй генә хәтһеҙ ваҡыт үтеп киткән, - ул күңел төпкөлөнән сыҡҡан хәбәрҙәрен тоноҡ ҡына тауыш менән бәйән итә. Мин бүлдермәйем. - Аңларҙай, хәлеңде төшөнөрҙәй әҙәм генә юҡ. Ваҡытлыса шешәләш булып алғандары күптән әҙәм сифатын юғалтҡан бәндәләр. Мин улай түгел инем, - уның күкрәгенән әрнеүле иңрәү артылды.

- Атай менән әсәй миңә ҡул һелтәнеләр, шикелле. Тәүҙәрәк аҡылға килтерергә, ҡайҙа булһа ла урынлаштырырға тырышалар ине. Хәҙер инде өндәшмәйҙәр. Олоғаялар бит, ауырыуҙары күбәйҙе. Ниндәй генә булһам да, ауыр эштәрҙе мин башҡарам. Атай миңә шешәләш булып та ала. Әсәйҙең ене ҡотора. Кешене тиргәп кенә әҙәм итеп булмағанын ниңә аңламай икән?

Ҡайҙалыр саҡ-суҡ ҡысҡырҙы ла артынан ел иҫеп ҡуйҙы. Йәнә тып-тын булып ҡалды. Бар донъяла икәү генә һымаҡ.

- Беләһеңме, - тип дауам итә ул, - мин һине ҡарай йөрөнөм. Дөрөҫ, һирәк күрә инем, күрһәм, ҡасырға тырышам. Буй еткеһеҙ күрендең. Сибәрһең, йәшһең.

Йә Хоҙай! Миңә һоҡланыусы ла булған икән.

- Әйҙә, мин һине сәй эсергә саҡырам.

- Әсәйең?

- Ул күптән йоҡлай, - үҙем дә һиҙмәҫтән уны етәкләп алдым. Әйтерһең, янымда күптәнге танышым.

Ишекте асып, уны үҙ мөйөшөмә үткәрҙем, ут яҡтырттым. Ул күҙен сылт-сылт йомоп алып, миңә текәлде. Һоҡланыуын, иҫе китеүен ул һис кенә лә йәшермәне.

- Ҡалай һылыуһың. Йәшәгән ерең дә үҙең кеүек ыҡсым, ҡупшы. - Егеттең ҡарашы бәләкәй көршәктәге шау сәскәлә ултырған гөлдә туҡталды.

Мин сәй ҡайнатып алам. Тәм-томдарҙы алдан уҡ сығарып ҡуйғайным. Сәй бешерәм, сынаяҡтарға ҡоям.

- Әйҙә, сынаяҡты ал, етеш булғанына.

- Киләсәктә шулай аралашырға яҙһын йәме, Мөнирә, - Хәбир ағай сәйен уртланы, - ах тәме лә тәме. Бындай тәмде күптәнән тойғаным юҡ.

Мин күберәк өндәшмәй торһам да, ул аптырамай, хәбәргә һыуһаған кешеләй һүҙен табып һөйләй бирә. Минең йөҙөмдә сағылған мәғәнәгә ҡарап аңлап торған һымаҡ. Шулай оҙаҡ ултырып ташланыҡ. Үҙе тураһында байтаҡ һөйләне ул. Ваҡыт бик тиҙ үтте. Сәғәт төнгө өс ине инде.

- Йә, булмаһа, хуш итәйек, - тинем.

- Йә, әләһәң, ул тиклем әрһеҙләшеү ярамаҫ, - ул китергә ҡуҙғалды.

Уны оҙатырға тышҡа сыҡтым. Ҡараңғыла ҡыйыуланып китеп, ҡосағына алды.

- Һинән һис кенә айырылғым килмәй, - мине үҙенә ныҡ итеп ҡыҫты. Миңә рәхәт тә, ҡыйын да. Шулай ҙа ситкә тартылдым.

Аралашыр өсөн алда көндәр күп”, - тип әйтергә теләгәйнем, тыйылдым. Ул көрһөндө.

- Иртәгә лә осрашырбыҙ бит, - тине.

- Ярар, - тинем бер аҙ көттөрә биреп.

Ул китеп барҙы. Урыныма инеп яттым. Бар булмышым йырлай. Яҡтырыр алдынан ғына йоҡлап киттем. Ғәҙәттәгегә ҡарағанда һуңлап килеп торҙом. Әсәйем тороп йөрөп ята. Уның уйһыҙ тыныс йөҙөнә ҡарап алғас, үҙемә лә рәхәт булып китте. Уны еңелсә ашатып алғас, кәзәмә йүгерҙем. Малҡайым рәхәтләнеп көйшәп ята, егете юҡ булған. Янына ҡуйған һыуын оҙаҡлап эсте, шунан үлән семеткеләйбашланы. Минең көн ғәҙәттәге юлына төшөп дауам итә, әйтерһең, бер ни ҙә булмаған. Әсәйемде йөрөтөп килергә булдым. Ниңә уның сығып йүгергәнен көтөргә. Башта баҡса артына сығып, тар һуҡмаҡ аша бер һыҙат таллыҡты үтәбеҙ. Йырын аша нәҙек кенә һыу сөптөрҙәй.Уны аша сыҡҡас ҙур, оҙон болон башлана, уртаһынан юл һуҙылған. Элек бесәнлеккә шул юл менән бара инек. Әле лә шул юлдан йөрөйбөҙ. Таллыҡ ситтәрендә гөлйемеш ҡыҙыл-һары емештәрен балҡыта. Берәй көн йыйып алырға кәрәк булыр. Бөгөн көн болот, һалҡынса еле бар. Бер аҙҙан әсәйем йонсоп китте, ҡайтыу яғына боролдоҡ. Байтаҡ киткәнбеҙ икән. Ҡайтыу менән сәй эсеп ятып торҙоҡ. Саҡ ҡына серем итеп алдыҡ. Төшөмдә яныма ул килеп баҫҡан һымаҡ тойолдо. Һикереп торҙом. “Бер-ике күреп һаташа ла башланыммы?” - тип үҙемде тиргәнем.

Август бик тиҙ үтеп бара. Хәбир менән көн дә осраштыҡ. Ул да, мин дә бер-беребеҙҙе тыуғандан бирле белгән кеүекбеҙ. Бында дөрөҫлөк тә бар. Ни генә тимә, бер ауылда йәшәп, бер үк һыуҙы эсеп, бер үк тупраҡтан йөрөп, уның биргәненән туҡланып үҫкәнбеҙ. Хәбирҙең һүҙгә, фекергә бай булыуы һоҡландыра.

- Күңелеңде, йөрәгеңде асып бирә алған кешенең булыуы иң ҙур бәхет икән, - ти ул. - Һин мине нисек бармын, шулай ҡабул итәһең.

Был тап шулай. Бар булмышын миңә асып һалыуы әсир итә. Үҙем дә әкренләп асыла барам. Көтөп алыуымды йәшермәйем. Һөйләмәгән нәмә ҡалмай. Тик бер нәмәне һаман урап үтәбеҙ, ә эстән шул хаҡта уйлайбыҙ бит инде.

Осрашҡан саҡта ҡосаҡлашыу, бер-береңде наҙлау, үбеп алыу кеүек нәмәләр ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ул ҡайтып китер саҡта минән айырыла алмай ыҙа сигә. Тик һуңғы сикте боҙоуҙан һаман тыйыла, мин ҡатын-ҡыҙ булараҡ әҙәп һаҡлайым.

- Бынан алдағы йәшәү ниндәй мәғәнәһеҙ, ғүмерҙе бушҡа уҙғарыу булған, - ти ул. - Тегендә, Чечняла, БМП эсендә дуҫтарым янып үлеп, бер үҙем ҡалғас йәшәү енәйәт һымаҡ тойола ине. Улар – юҡ, ә мин бар. “Ниңә, ниңә ҡалдым”,- тип өҙгөләндем. Ә, киреһенсә, донъяһына үс итеп, улар өсөн дә йәшәргә кәрәк булған бит. Бына һин йәшәйһең, сабый ғына көйө күп нәмәләрҙе еңеп сыҡҡанһың. Һине осратҡас ошо хаҡта аңланым.

- Мин әллә ни аңлы рәүештә тырыша белмәнем дә ул. Шулай тейеш и бөттө. Төпкә китеп уйлаған тиһеңме? Ә-ә, бер нәмә һорайым әле, быға тиклем ғашиҡ булманыңмы?

- Мәктәптә уҡығанда булды инде. Тик телдән дә әйтелмәй, аңлашмай ҙа ҡалдым. Өлгөрөрмөн һымаҡ тойола ине. Армиянан яралы күңел, йәрәхәтле йөҙ менән ҡайтҡас​, ҡыҙҙарға ҡарарға баҙнат та итмәнем, - Хәбир көрһөндө. Яурынымдан алып үҙенә ҡыҫты. - Күктән төшкән бәхет кеүек булдың. Көтмәгән ерҙән һине таптым. Хатта ышаныуы ла ҡыйын. Хоҙай һине минең өсөн һаҡлағандыр, - уның тауышы ҡалтыранып китте.

Ир кеше булһа ла, һуғыш-үлем күһә лә миңә ҡарағанда нескәрәк күңелле. Уны бар йәнем менән аңлайым. Уға һеңдем, йөрәгенә инеп барлыҡ һағыш-зарын һыпырып алғым килде. Юҡ, ул бөгөн ҡайтып китмәне. Мине күтәреп алды ла тупһанан эскә атланы.

Мин ныҡ ҡурҡып ҡалтыранһам да, барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. Ул наҙлы һәм һаҡ тотондо. Тәүге минуттарҙан уҡ икебеҙ бер бөтөндөң ике яртыһы икәнлегебеҙгә төшөндөк. Был хәл күңелдәребеҙҙе шатлыҡ, бәхет менән тултырҙы.

- Рәхмәт, ҡәҙерлем, миңә йәшлегеңде, сафлығыңды бүләк иттең. Инде өмөт итмәгән ерҙән ожмах ҡапҡаһын астың. Минең ғүмеремдә һинән ҙурыраҡ бүләктең, бәхеттең булыуы мөмкин түгел, - ти ул күңел төпкөлөнән сыҡҡан тауыш менән, үҙе өҙлөкһөҙ сәстәремдән һыйпай.

Мин тынып ҡалғанмын. Бер аҙ һыҙланыу ҡушылған тыныслыҡ, иҙерәп ҡалыу хисе йәнемде-тәнемде солғаған.

- Бынан ары ни эшләрбеҙ икән?

- Көҙгө эштәр бөтһөн, картуф ҡаҙылһын, бесәнде лә ташып бөтәһе бар. Мал-тыуар ҡураға ингәс ЗАГС-ҡа ғариза яҙып, никах уҡытырбыҙ, Алла бирһә.

- Нисек? Мин әсәйемде бер нисек тә ташлай алмаясаҡмын.

- Төп эш никахлы ир һәм ҡатын булыуҙа. Миңә ике яҡта ла йөрөргә тура киләсәк. Атай-әсәйгә ярҙам итеп торорға ла, һиндә йәшәргә була.

Шулай төн буйы һөйләштек.Хәбир таң һыҙылғас ҡына китергә йыйынды.

- Мөнирә, мөмкин булһа һинең яныңдан һис кенә китмәҫ инем. Һуңғы ваҡытта бары һинең менән, һинең өсөн генә йәшәйем, - ул мине күкрәгенә ҡыҫып оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Мин һаҡ ҡына этәреп, уны китергә мәжбүр иттем. Шунан ғына иҫенә килеп, китеп барҙы.

Көндәлек эштәремде осоп йөрөп эшләп ташланым. Әсәйемдә был арала үҙгәреш һиҙәм. Күҙҙәре нисектер аңлы, уйлы ҡарай. Ҡайһы саҡ аптырап та киткән төҫлө. Ул бөтөнләйтыныс, һалмаҡ. Үҙен ҡарай башланы. Тороп йыуына, ашана. Сәй ҙә ҡуйып эсә, йомортҡа бешерә. Өҫ-башына иғтибар итә.

Көҙгә мәшәҡәттәр өйөлдө. Кәзә йәшәгән аласыҡты һыларға кәрәк. Йәшелсәләрҙе йыйып, картуф ҡаҙыу ваҡыты еткән. Әсәйҙе йөрөтөп килтереү, артып алыу мөһим. Юҡһа, әллә ҡайҙа китеп юғалыр. Уйланып йөрөгәндә картуф ҡаҙыу үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙы. Төндәр айлы тороуҙан файҙаланып, Хәбир бөтә баҡсаны ҡаҙҙы ла ташланы. Мин көндөҙ сүпләп, ҡояшта киптереп алдым. Һөйгәнем тоҡлап ташып та ҡуйҙы. Мин аҙна-ун көнгә һуҙа торған эш ике көндә осланды. Һатып алынған утынды ла лампочка яҡтыһында япма аҫтына өйөп ҡуйҙыҡ. Парлап донъя көтөү ҡалай рәхәт икән. Аптырайым да, һөйөнәм дә. Хәҙерге бәхетем һағайтып та ҡуя. Шатлыҡҡа иҫереп йөрөгәндә әллә ниндәй бәхетһеҙлек менән алашыныр һымаҡ тойола. Бына бөгөн дә күҙ бәйләнеү менән Хәбир һаҡ ҡына ишек шаҡыны. Әсәйемде, ғәҙәттәгесә,тәрбиәләп бөтөп, уны көтөп йөрөгән сағым. Йүгереп сығып һөйгәнемдең ҡайнар ҡосағына ташланам. Бәхеткә, яратышыуға сарсаған йәндәр һөйөүҙәрен ҡандыра алмай ғазаплана. Эйе, беҙҙең мөнәсәбәттәр ҡай саҡта интегеүгә оҡшай. Бына тап ошо мәл бергә булыуҙың һуңғы минуттары һымаҡ тойолоп китә.

- Көндәр һыуыта, соланда ҡауышыуҙар мөмкин булмай башлар, - ти һөйгәнем.

- Миңә һинең менән һалҡын ҡыштар ҙа һыуыҡ булмаҫлыҡ.

- Йүләрләнмә, мин һине һаҡларға, яҡларға тейешмен. Сөнки берҙән-берем бит һин, - уның тауышы шул тиклем йомшаҡ, йөрәгемә үтеп инә. - Көҙгө эштәр бөттө бит инде. Иртәгә үк атай-әсәй менән һөйләшергә, никахлашырға, мөнәсәбәттәрҙе асырға кәрәк. Оҙаҡҡа һуҙып бур кешеләрҙәй ҡыланыуҙан фәтеүә юҡ.

Мин өндәшмәйем, ризалығымды белдереп уға һыйынам.

***

Никахлашырға килешеп айырылышҡан көндөң икенсе кисендә Хәбир килмәне. Мин уны төн буйы көттөм. Һәр өнгә ҡолаҡ һалып уяулы-йоҡоло яттым. Үҙемде төрлөсә йыуатырға тырыштым. Тышҡа ҡат-ҡат сығып индем. Һөйгәнем һаҡ ҡына баҫып артҡы баҡсанан киләлер кеүек тойолдо. Хатта һауалағы йондоҙҙар ҙа һорау менән ҡарайҙар һымаҡ : “Ни булды? Ни булды?”Юҡ бит, юҡ. Төн үтте. Ҡәҙимге көн килде, юҡ-бар мәшәҡәт менән йәнә үтте.

Әсәйем һуңғы ваҡыт бөтөнләй тынып ҡалған төҫлө. Үҙенсә урынын рәтләп йыйып ҡуя. Алмаш кейемдәрен йә матурлап бөкләп һала, йә тарата. Нимәлер эҙләгән һымаҡ итә. Үҙенсә ҡыланһын инде тип өндәшмәйем. Икенсе кис етте, Хәбир һаман күренмәне. Бар донъя тынып ҡалған, йөрәгемдә һағыш уҡмашты. Юҡ, таралмай ҡайғы, бар булмышым өнһөҙ илай. Әллә ниндәй тынысһыҙ йоҡоға сумам да, тертләп уянам. Йылдай оҙон тойолған төн йәнә үтә. Инде ысынлап тороп өмөтһөҙлөккә бирелдем. Шулайҙыр инде, бәхет өсөн яралмағанмындыр, күрәһең. Тик уға рәнйеш һиҙмәйем. Ни булғанын белмәйем бит әле. Ҡолағымда һаман уның эскерһеҙ тауышы: “Мин тик һине генә көтөп йәшәгәнмен, һинең менән күктең етенсе ҡатындамын.”

Үҙ уйҙарыма бирелеп өйҙә арлы-бирле мыштырҙағанда һаҡ ҡына ишек шаҡынылар. “Ул!” Мин ишеккә йүгерҙем. Тик соланда Әсләм ағайҙың ҡатыны Мәрфуға апай тора ине. Көҙгә һалҡын соланға бер ҡат ситса халат менән сыҡһам да, ул инмәне. Уртаға бөкләнгән бер бит ҡағыҙ тотторҙо ла һөйләп китте:

- Хәбир ата-әсәһенә һиңә өйләнергә теләүен белдергән икән. Фәриха апай шундуҡ туҙынып киткән. Быларҙы һиңә еткереүе миңә рәхәт түгел, тик әйтмәй ҙә булмай. Шул. Егетеңдең әсәһе, шул Чечняңда ғына ҡалһаң, бер ҡайғы булыр инең, исмаһам,тип ысҡындырған. Шуның арҡаһында күҙ терәп кенә торған таянысыбыҙҙан яҙҙыҡ, тип туҙына, ҡәһәрләй.Йә, илсегә үлем юҡ, - Мәрфуға апай китеп тә барҙы.

Һалҡынды ла һиҙмәй иҫем китеп тора биргәс, кереп киттем. Шунда ғына түшемә ҡыҫҡан ҡағыҙ киҫәге иҫемә төштө. Ашығып күҙ йүгертәм.

Мөнирә!

Ғәфү ит мине. Хәҙерге ваҡытта һине лә, үҙемде лә яҡларлыҡ бәндә түгелмен.Аңларһың тимен, һин бит төшөнә торған кеше. Тик шуны белеп йәшә: һин донъяла берҙән-бер һәм ҡәҙерле кешем. Һине өмөтләндергәнем өсөн тағы ла бер ғәфү ит. Шулай ҙа өмөттө үлтермәйек. Мин киләсәктә һиңә лайыҡлы булырға тырышырмын. Ауыҙ тултырып, бар ғаләм алдында: “Мин уны яратам, мин уға ғына өйләнәм”, - тип әйтә алғанға тиклем тырышырмын. Тик күпме ваҡыт үтер, уныһын бына әйтә алмайым. Хуш, берҙән-берем.

Һинең Хәбирең"

Был хат мине тынысландырып ебәргәндәй итте. “Көтөрмөн, йөрәккәйем”, - тип шыбырҙаным. “Көт”, - тигәс көтәм инде. Өмөтөм һүнмәне, бер осҡон булып йөрәк түренә йәшенеп, боҫоп ҡалды. Сабыр итергә, түҙергә өйрәнгәнмен бит инде. Бер кемдән бер нәмә өмөт итмәй, тик үҙемә генә ышанып, фәҡәт үҙ көсөмә таянып йәшәмәнемме ни? Өс айға яҡын бәхет даръяһында гиҙҙем, һөйҙөм, мине лә һөйҙөләр. Ғүмер буйы уйлап, һағынып йәшәр иҫтәлек ҡалды, исмаһам. Минең өлөшкә, бәлки, шул да етәлер. Шулай хәл иттем, үҙемде ғазапламаҫҡа, әллә нимәләр уйлап хыялланмаҫҡа бойорҙом. Йәшәү мәғәнәһе йәнә йән аҫырауға ҡайтып ҡалды. Шулай ҙа тормошомдоң ыңғай яғы ла асылды. Әсәйемдең ярһыуҙары баҫылып, бөтөнләй шымып ҡалды.Тынысландырғыс дарыуҙар бирмәй башланым.Шулар арҡаһында артыҡ ҡаңғырып ултыралыр тип уйлап ҡуям. Әсәйем теремекләнә төшкән кеүек. Миңә ярҙам итергә теләүе күренә. Сынаяҡ, һауыт-һаба йыуа. Мин бушамай баҡсамда йөрөгәндә, иҙәнде таҙалай, урынын ҡупшы тоторға тырыша. Ул миңә ҡарағанда бөхтәрәк тә икән әле. Тормош бер яҡтан мәхрүм итһә,икенсе яҡлап бүләкләп тә ҡуя икән. Тағы бер сәйер хәл: әсәй бәпәй уйнай. Берәй ҙур таҫтамалды йомарлап алып шәлъяулығына төрөп ала. Шуны ҡомаҡлап, көйләп ултыра. Һағышлы моңо үҙәккә үтерлек. Әллә Ильяс туғанымды шулай һағынамы? Юҡ, һорарға йөръәт итмәйем. Иң мөһиме - уның тынысланыуы. Ана, әле лә хәстәрлекле, мөләйем ҡиәфәткә инеп шым ғына йырлай, бәпес бәүелтә. “Әйҙә, әсәй, әҙерәк саф һауала йөрөп киләйек”, - тимәһәң, сығырға уйлап та бирмәй.

Уның яңы ғәҙәтенә төшөнгәндәй булдым. Нимәлер һиҙҙерә, киҫәтә бит. Үҙемдең иҫәүәнлегемә аптырап китәм. Ноябрь башы бит. Сентябрҙән бирле айлыҡтарым булмаған да баһа. Мин ауырлы булып сығам түгелме? Хәлемде әсәйемә берәй серле көс аңлатамы, үҙе һиҙенәме? Аптырап хайран булып йөрөйөм. Бөтөнләй иҫ китте. Әсәйем шулай тынысланып ҡалһа, бәпес ҡарау мөмкин буласаҡ. Көндән-көн һөйөнөсөм үҫә генә бара. Минең дә балам – киләсәккә йәшәү маҡсатым, өмөтөм, таянысым булыр. Хәбиргә рәхмәтле генә булырға тейешмен. Хәйер, уға асыуым да килмәй, йөрәк кенә сикһеҙ һағыныуҙан әрней.

Һуңғы арала Мәрфуға апай менән яҡын дуҫтар булып киттек. Ул да өйөндө күп ваҡыт бер үҙе. Ире эш тип саба, балалары үҫеп бөткән инде. Апай йыш-йыш ҡына минең хәлде белешә. Ире өйҙә булмаһа, берәй тәмлекәс бешереп өйөнә саҡыра. Әсәйҙе лә эйәртә башланым. Ул һөйләшмәй генә йөрөһә лә, ҡәнәғәт икәнен күрәм. Кеше менән аралашыу күңелде күтәрә, эс бошоуҙарын баҫа икән. Күңел күтәрелә, осоп тигәндәй йөрөйөм. Токсикоз тигән нәмә бөтөнләй борсомай, бөтөн булмышым донъяға тыуасаҡ балам өсөн йәшәй, уны көтә, һөйөнә. Был тойғоно ябай һүҙҙәр менән аңлатып та булмай, бары кисереп кенә булалыр. Шулай ҡанатланып йөрөп ҡышҡа индем. Хәбиргә булған хистәремде ҡайҙалыр төпкә йәшерҙем, баҫырып һалып ҡуйҙым. Юҡҡа ла сыҡманы ул, һағынып та йонсомай башланым. Миндә бит уның кескәй генә өлөшө йәшәй.Шул тыныслыҡҡа өндәй, тыя булалыр. Хәлемсә яҡшы ашарға тырышам, әсәйем менән оҙаҡ итеп саф һауала йөрөйбөҙ. Ул күндәм, тыңлаусан. Шуға ифрат та һөйөнәм. Ҡыҫҡаһы, бәхетлемен. Үҙемде белгәндән алып шундай саф күңел, болотһоҙ ҡыуаныс менән йәшәгәнем юҡ ине. Ҡыш башында кәзәм бәрәсләп бирҙе. Был да үҙенә ҡарата шатлыҡ, бәхет. Тыуасаҡ сабыйым ырыҫлы булыуға юраным.Шулай төрлө уй-хыял, өмөт менән йәшәп ятҡан көндәрем.

Бер көн көтмәгәндә Мәрфуға апай килеп инде. Өйҙө йылы итеп яҡҡанмын, өҫтөмдә йоҡа ғына ситса күлдәк. Апай ишек төбөнән уҙып китмәгән көйө миңә ҡарап ҡатты.Уның ҡарашынан һурылып китеп, тиҙ генә әсәйемдең иҫке джемперын алып ҡапландым.

- Таҡта кеүек була торғайның. Был арала ҡалай йомроланып киткәнһең ул. Әллә... ниме? - тип һуҙҙы ул.

Урында шым ғына ултырған әсәйемә күҙ һирпеп ҡарап алдым да:

-Мин әле тышҡа сығырға йөрөй инем бит, һин көт, - тип ләпелдәгән булдым.

Кейенә һалып алдым да, һауаға сыҡтыҡ.

- Ҡыҙыҡай, һиңә фельдшерға күренергә, карта тултырырға, анализдар тапшырырға кәрәк бит, - тип теҙҙе апайым.

- Ваҡытынан алда кешеләрҙең белеп ҡалыуҙарын теләмәйем. Ике ауылды бер итеп сәйнәйәсәктәр. Былай ҙа күҙҙәренә өрәк кеүек күренәм. Мине почтала, магазинда осратһалар, эргәмдән тиҙерәк китә һалалар.

- Табырға ҡарар иткәс, иҫәптә торорға, даими тикшерелергә кәрәк. Ул-был хәл булһа, кемдер яуаплы булырға тейеш тә инде.

- Ул-был бумаҫына ышанам. Шул тиклем еңел йөрөп ятам. Бер ҡыйын яғын да күрмәйем, - мин үҙемдекен һөйләй бирәм.

- Ә әсәйең ни эшләй?

- Ул ныҡ тынысланып ҡалды. Үҙең күреп тораһың.

- Әсәйең кеүек кеше менән йәшәп, уның нәҫеленән бала табырға яраймы икән? Уйла, һуңға ҡалма.

Мин тертләп киттем. Ҡотом осто, сикһеҙ рәнйеш тыуҙы. Алдан белә-күрә йөрөп шулай тисе! Ул шулай тип әйткәс, ете ят врачтар ни тип әйтерҙәр?

- Апай, һин дә шулай тигәс инде! Әсәйем иҫәр булып тыумаған, ундай хәл нәҫелендә булмаған. Ҡот осҡос хәлдәр уны ошо көнгә төшөргәнен белеп тораһың даһа! - тауышым өҙөлөп туҡтап ҡалдым. Нисек тә үҙемде тынысландырырға тырыштым.

Мәрфуға апай ҡыйынһынып китте, йөҙө бурҙаттай янды.

- Мин һине буласаҡ бәхетһеҙлектәрҙән ҡурсаларға ғына тырышам бит, туғанҡайым.

- Ғүмер буйы гел генә бәхетһеҙ булырға тимәгәндер. Әҙерәк кенә бәхетле булырға хаҡым барҙыр. Донъя аҡ менән ҡараның сиратлашыуынан тора тиҙәр бит. Әлегә тиклем күргәндәремдән, барыбер, яҡшыраҡ булыр һымаҡ. Бер кемгә лә яманлығым да тейгән юҡ.

- Эй, балаҡай, яңғыҙ башың бала үҫтереүҙе бәхеткә юрап торғас, үҙ көсөңдө ҡарайһың инде. Үҫмер түгелһең, бала ғына көйө ниндәй хәлдәрҙе йыйып сыҡтың. Йә, йә, үҙең беләһең.

- Апай, минең хәл икебеҙ араһында ҡалһын.

- Нисек теләйһең, шулай булыр.

Мәрфуға апай китеп барҙы.

***

Оҙон ҡыш үтте, уны яҙ алыштырҙы. Ҡорһағымды һаҡлап, сығып йөрөмәйем тиерлек. Хәйер, беҙҙең урамда йәшәгән ун бөртөк пенсионер араһында был ҡыйын түгел. Кеше күҙенән һаҡланыр өсөн алдан байтаҡ эш эшләнем. Аҙыҡ-түлекте алдан күпләп йыя барҙым. Бәпескә кәрәк әйбер-ҡаралтыларҙы Әсләм ағай менән район үҙәгенә барып алдан алырға тура килде. Әсәйҙең пенсияһын кенәгәгә күсерҙем. Ай һайын килер килем булмағас, һаҡлыҡта ятҡанын күп кенә итеп алдым. Утҡа Мәрфуға апай артынан биреп ебәреп түләнем. Йортто алдан уҡ йыуып, мейесен ағартып, бөтә ипкә килтерҙем. Мәрфуға апай ҙа булышып китә. Әсәй, рәхмәт яуғыры, бөтөнләй тынысланып ҡалды. Уның был хәленә алты-ете ай була инде. Өй тирәһендә күп кенә эшләй: йорт эсен бөхтә тота, ҡойонан һыу индерә. Ҡыҫҡаһы, бөтөн эште үҙе белеп эшләй тиер инем, аш-һыу янына яҡын бармай, мейес яҡмай. Ут менән бәйле эштәргә ҡыҫылмай. Түтәл ҡаҙҙы, мин өйрәтеп торғанса кишерен-ҡыярын, һуғанын ултыртты. Ишек алдын сәскәгә тултырып булманы инде. Уның ҡарауы күп йыллыҡтары гөрләп ултыра. Күңелем тып-тыныс, рәхәт. Бер нәмә борсомай. Шулай ҙа гел һаҡмын, ҡырағай йәнлек балаһы кеүек өңөмә боҫорға ғына торам. Бер көн тәҙрәгә күҙ төштө: күрше ауылдан оло йәштәрҙәге өс ҡатын еңелсә пакеттарын тотоп үтеп баралар. Бер-бер артлы ике машина үтеп китте. Ят кешеләр, машиналар күренеүе тиккә булмаҫ. Ҡапҡаны ҡыҫып ҡараһам, Хәбирҙәрҙең ҡапҡа төбөндә байтаҡ машина йыйылған. Йөрәгемдең ҡото китте. Ни булған һуң? Мәрфуға апайға барайым әле ни булһа ла.

Апай уйсан ғына ҡиәфәттә төшкөлөккә ашарға бешереп йөрөй.Хафаланыуым йөҙөмә сыҡҡандыр, аҡыллы мөләйем апай бөтөн торошо менән тынысландырырға саҡыра ине. Тын ғына ултырам. Апай өйрәнелгән хәрәкәттәр менән ҡамыр баҫа, йәйә, әкренләп һүҙ башлай:

- Өләсәйем мәрхүмәне уйлап йөрөйөм әле, - ти ул көтмәгәндә. - Һин мине тыңла, күңелеңә һал.

Мин белгәне бирле дөм һуҡыр ҡарсыҡ ине. Шулай булһа ла, бар яҡлап та үҙен ҡарай. Кеше көнлө булып ултырмай. Биш ваҡыт намаҙ уҡый. Ә ғибәҙәт ҡылған кешеүҙенең өҫ-башын бик саф тоторға тейеш. Уның ике-өс күлдәге, алмаш яулығы, алмаш ыштаны, ҡомғаны, ҙур ғына касаһы (шуның менән ашын да, сәйен дә эсә), ҡалағы – бар мөлкәте. Бөтәһе лә ултырған урынында, ҡул һуҙымында ғына.

Тәһәрәт өсөн һыуҙы ла үҙе йылытып ала, бер генә тамсыһын да түкмәй ҡомғанға ҡоя. Алмаш кейемдәрен үҙе йыуып, киптереп кейә. Намаҙ уҡыуҙан ҡалған ваҡытында беҙгә ойоҡ-бейәләй бәйләй. Ара-тирә: “Ҡыҙым, килсе, бәйләмемдең күҙе төштө”, - тип саҡырып ала. Кәйефе булған саҡтарында матур-матур әкиәттәр һөйләп ала. Һеңлем Мәрйәм менән ыҙғышып-талашып өләсәй эргәһендә йоҡларға тырышабыҙ. Уның йомшаҡ ҡулдарының сәстәребеҙҙе аралап һыйпауы, туп-туп һөйөүе һаман да хәтерҙән сыҡмай. Әгәр яҡшы яҡтарым булһа, унан күскәндер.

Әсәйем һауынсы кеше – бик нескә күңелле түгел, аты-юлы менән һүгенеп тә ебәрә, араҡыһын да иренән ҡалышмай эсеп ташлай. Беҙҙе, бала-сағаны, өтөп алып бара. Асыуы килһә (ул йыш асыулы була), ҡарғанырға ла күп һорамай. Беҙ, ҡайһы ваҡыт уйынға әүрәп, ҡушҡан эштәрен онотоп ҡуябыҙ. Беҙгә ҡыйын саҡта өләсәй ярҙамға килә:

- Килен, ҡарғыш ике башлы таяҡ, - ти ул. - Балаҡайҙарҙы ҡарғай күрмә. Яман теләгең күккә менеп тә, ергә төшөп тә эйәһен эҙләй икән. Тапмаһа, таяҡтың йыуан башы ҡарғаусыһының үҙенә төшә.

Әсәйем тынып ҡала. Асыуы килһә лә тыйыла, телен тешләй. Насар кеше түгел ине ул. Ауыр эш, өҙөгө-ҡырыйы булмаған йорт мәшәҡәттәре, ваҡ бала-саға үҙәгенә үткәндер. Ниңә уйламаған ерҙән өләсәһен һөйләп ултыра тиһеңдер әле?

- Юҡ, улай тимәйемсе, бик ҡыҙыҡһынып тыңлап ултырам. Бушҡа һөйләмәйһеңдер.

- Эйе, тиккә түгел. Бер ни ҙә тиктән булмағанын йәшәй-йәшәй төшөнәһең. Хәбирҙең әсәһен кисә һыйыр һауған ваҡытта фалиж һуҡҡан.

Мин сәй эсеп ултырған ерҙән сәсәп киттем. Апай елкәмдән ҡаҡҡылап ал ла дауам итә:

- Таң атыуға вафат булып та ҡуйған. Бына шул. Һин тағы үҙеңде ғәйепләп ултырма. Ғәйепле түгелһең. Ул ғәйепле. Сөнки гел һине ҡарғау менән булды. Хәтереңде һаҡлап әйтмәй йөрөнөм. Хәҙер әйтмәй булмай. Йәнәһе, улы сығып китеүгә һин ғәйепле. Ҡарғыш таяғының йыуан башы ҡарғаусыға төшә тиерүҙәре дөрөҫ булғанына инандым. Өс ҡыҙ араһында үҫкән берҙән-бер улын бәхетһеҙ итеүсе Фәриха апай үҙе бит инде. Армиянан ҡайтҡас өйләнергә уҡталып ҡараны. Киләсәк килендән әллә күпме ғәйеп, серкеү табып кире дүндерҙе. Яңғыҙ ир нимә эшләһен? Йәш кешенең һөйөлгөһө лә килгәндер. Артабан эсә башланы. Шулай ҙа бар донъяларын алып барҙы. Айыҡ сағында һыйырын һауа, йылғала керҙәрен сайҡап бирә ине. Апайҙың улына үҙенең генә баш булғыһы килде, ҡайҙа инде килен килтереп кертеү. Хәҙер килеп, Хәбир әсәһен һуңғы юлға оҙата алмаясаҡ. Телефон номерын алыштырған, үҙе лә башлап шылтыратмай. Һине никахламағас ныҡ үпкәләгән икән. Ә Фәриха апай һаман үҙенекен туҡыны: “Бергә итәһем юҡ”, - ти ине.

Мәрфуға апайҙың һүҙҙәрен эсер сәйемде һыуытып, иҫем китеп тыңлайым. Был хәлдәрҙе мин бөтөнләй белмәй йәшәй инем. Апай белһә лә бер ни әйтмәй мине һаҡлаған. Күңел тыныслығы кәрәк ваҡытта нисек аяған ул.

- Рәхмәт, Мәрфуға апай, - ирекһеҙҙән аҡҡан йәштәремде һөртәм.

Фәриха апайҙы ла, барыбер, бик йәлләйем. Ул бит мин яратҡан кешене донъяға тыуҙырған. Икенсе көндө уны ерләнеләр. Хәбир әсәһе менән хушлаша алманы.

Автор:
Читайте нас