Август төндәрен йылдың башҡа төндәре менән һис тә сағыштырып булмай. Күкте күп йылдар күҙәтеп шундай фекергә килгәнмен. Башҡа айҙарҙа йондоҙҙар шул тиклем дә баҙламай, шул тиклем дә атылмай. Улар бал ҡорто күсе һымаҡ ҡайнаша төҫлө. Алыҫта янған күк есемдәренән күҙемде һис айырып алып булмай. Уларҙан минең ҡараңғы донъяма яҡтылыҡ, арыҡлап бөткән тәнемә көс-ҡеүәт ағылған кеүек. Үҙемә генә билдәле булған йыуан тал төбөндә, Әй ярында ултырам. Ошо тал, төпһөҙ ғаләм минең серҙәштәрем, үҙенә тартып торған төйәгем. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙан башҡа дуҫым да, күңел асҡысым да юҡ. Май башында һандуғастар шашып һайрап, кәкүк саҡыра башлағас, бар тәбиғәт хыялый бер хәләткә сумғанда ла ошонда киләм. Күпереп атҡан муйыл, шунан балан, гөлйемеш сәскәләрен мөлдөрәп торған емештәр алыштыра. Йәшел япраҡтар бурҙат-ҡыҙылға, сағыу һарыға буяла. Тәбиғәт гел үҙгәрештә. Мин генә үҙгәрмәйем. Ауыр мәлдәремдә, донъям ҡап-ҡараға сумғанда ошонда килеп йығылам. Ожмах булһа, был шуның бер мөйөшөлөр. Бында гел дә гүзәллек, яҡтылыҡ хөкөм һөрә. Ә минең күңел донъямда гел ҡараңғы, һағыш, күңелһеҙ бушлыҡ. Тамуҡ шулай булалыр ул тип уйлайым. Әйтерһең, йөҙйәшәр ҡарсыҡмын.Сөнки минең йәшемдәге ҡыҙ-ҡырҡындың минең һымаҡ уйланыуы мөмөкин түгел. Улар яҡты йөҙлө, шаттар, матур кейенергә, ир-егеттең иғтибарын яуларға ынтылалар.Ә мин үҙемә ҡарата шундай битарафмын. Ни бары егерме өс йәштәмен генә бит әле. Ҡасандан алып шулаймын һуң? Кинәт һуңғы ваҡытта иҫемә алмаған ваҡиғалар ташҡындай ябырылып, сибек юнысҡылай үҙ өйөрмәһенә алып инеп китте.
Ана ул ун өс йәшен тултырған нәҙек-өҙөк кенә ҡыҙ бала күҙҙәрен йондоҙҙай балҡытып ҡарап тора. Ул ҡараштар шатлыҡ, өмөт менән тулы. Ҡалай бәхетле булғанмын. Үҙәгемде өҙөп, йөрәгемде телгеләп атайым иҫемә төшә. Уртансынан тәпәш буйлы, ҡаҡ ҡына кәүҙәлеатайым теп-тере булып күҙ алдыма килеп баҫа. Уның бар матурлығы ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ оҙон керпекле янып торған ҡара-ҡуңыр күҙҙәрендә. Ҡуйы ҡыйғас ҡаштары, киң маңлайы йәнә лә йәм өҫтәй. Ҡаҡса яңаҡтары һәр ваҡыт ялтыратып ҡырылған, нескә ирендәре ҡыҫылған. Ул эстән генә ниҙер уйлай, план ҡора. Уйлаған нәмәһе килеп сыҡһа, күҙҙәре тоҡанып китә. Ҡул аҫтында ғына тотҡан ҡағыҙ биттәренә чертеж, биҙәк һыҙғылап ҡуя һала. Атай гел дә хәрәкәттә. Мин белгәне бирле ул йорт һалыу мәшәҡәте менән мәшғүл. Әле кескәй генә сағымда олатайымдан ҡалған ике бүлмәле бәләкәйерәк кенә өйҙә йәшәй инек. Атайым менән әсәйем уйлана, план ҡора торғас, ҡышлаған малдар һатып эре ҡарағай бүрәнәләр алғаны иҫемдә. Унан һуң уларҙың эше гел дә бәхәс, ығы-зығы менән барҙы. Әсәй егәрле, етеҙ, әсе телле, шул уҡ ваҡытта һыҡмыр кеше. Бөтә эште йүгереп йөрөп эшләй, башҡаларҙы ла өтөп алып бара. Әкренлеге өсөн атайҙы тетә генә.
- Ай алла, аҙыраҡ уйланырға ирек бир. Йорт һалыу аласыҡ ҡороу түгел, бөтә нәмәне алдан уйлап, иҫәпләп эшләү кәрәк, - тип атайҙың йәне көйөп китә.
Бура бурашырға атайҙың алыҫ туғанын саҡырҙылар. Әсәй, мөмкин булһа, бер кемде лә әйтмәҫ ине. Эре-эре бүрәнәләрҙе хәл итеү яңғыҙ кешенең ҡулынан килә торған эш түгел. Ике тапҡыр өмә лә яһанылар әле. Әсәй оҫталарға аҡса түләү тиһәң, шартлай яҙа. Шулай иллә-алла менән ҙур йорт буралды, күтәреп мүкләнде. Бер йыл баҫылһын тип тоттолар. Иҙән түшәме түшәлгәс, әсәйҙең түҙемлеге шартланы:
- Етте кеше әйтеү. Артабанына үҙеңдең дә көсөңдән килә.
Атай ҡулында бөтә ҡоралдар уйнап ҡына тора инде ул. Ул, заманында шул һөнәргә уҡып, аҙаҡ колхозда ла төҙөлөш бригадаһын етәкләгән кеше. Әсәйем менән училищела уҡып йөрөгәнендә танышҡан. Ашнаҡсыға уҡып йөрөгән һары сәсле тилбер ҡыҙҙы оҡшатып, тиҙ үк ҡауышҡандар. Күберәк әсәйҙең етеҙлеге арҡаһында инде. Атай ҙур итеп һалынған өйҙө бүлмәләргә бүлеп, эске яҡтан сын-яһау итеп биҙәп-буяп бөткәс яңы нигеҙгә күсендек. Ах, шундай рәхәт ине ул саҡтар! Бер үҙемә ҡояш нурҙары уйнап торған бүлмә. Әле тейешле йыһаз ултыртылып бөтмәгән. Ләкин, барыбер, күңелле, йәмле бында. Аҙаҡтан оло-оло бүлмәләрҙе заманса ҡупшы, зауыҡлы йыһаз менән тултырыу өсөн күпме тырышырға тура килде уларға. Ләкин эш бының менән генә бөтмәне. Атайым йорттоң тышҡы яғын селтәрләп биҙәкләргә тотондо. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: яҙғы ҡайын япрағы төҫөндәге йәм-йәшел йорт. Уның кәрниздәре, тәҙрә йөҙөктәре семәр-селтәрҙәр менән биҙәлгән. Был биҙәктәр ағастан түгел, нескә ебәк ептәрҙән селтәрләп бәйләп ҡуйылған тиерһең. Алыҫтан ҡараһаң, әкиәттәге бер торлаҡ кеүек, өрһәң, осоп китер һымаҡ. Тәрән траншеялар ҡаҙып өй эсенә һыу индереү, торбалар менән йылытыу кеүек эштәр атай елкәһенә генә төштө. Бар яҡлап ҡала уңайлыҡтары барлыҡҡа килтерҙе ул. Биҙәү-һырлау эштәрендә лә, буятҡанда, траншеялар ҡаҙып канализация үткәргәндә лә уның өсөн янып йөрөүсе, көсөм еткән тиклем ярҙам итеүсе бары мин генә. Әсәйем минән байтаҡҡа кесе энекәшем, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡош-ҡорт, баҡса, мал-тыуар менән мәж килә. Ашау-эсеү әҙерләү, йорт ҡарау ҙа бар бит әле. Был бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр атайымды сығырынан-сығара башлауын тоям. Исмаһам, ярты көн генә лә ял иткәне юҡ бит. Гел бер төлө мәшәҡәт, аралашҡан кешеһе лә юҡ. Таҙалығы хөртәйә барған һымаҡ. Былай ҙа ҡаҡса ғына кеше бигерәк һурылып китте. Эш араһында атайҙың әкренләп араҡы йотҡолағанын һиҙеп йөрөйөм, йәлләп әсәйгә әйтмәйем. Ололар бала кеше һүҙен тыңламағанын баштан кисергәнмен, атай ҙа ул йәһәттән мине тыңламай ине. Ул ял итергә, һыу буйында шым ғына балыҡ ҡармаҡларға, балыҡ һурпаһын ҡырын ятып һемерергә теләй. Ләкин ҡайҙа инде. Ул турала ишетеү менән әсәй сығырынан-сыға. Эшен табып тора, уның теләк-маҡсаттарының сиге юҡ. Әсәйемдең хәтәр шәп иномарка алаһы килә. Әле арыу ғына йөрөп ятҡан “Жигули” бар-барын. Ҡайҙа инде уның менән туҡтап ҡалыу. Яҡшы машинаға аҡсаһы ла кәрәк. Әсәйем уныһын да хәл иткән. Күрше ауылда яңы ғына йорт бөтөргән кеше биҙәкләткеһе, семәрләткеһе килә икән. Хатта һөйләшеп үк ҡуйғандар. Киске сәй ваҡыты ине. Шул хаҡта һүҙ ҡуҙғалғас, атай алдындағы сынаяғын этеп ебәрептороп уҡ китте:
- Эх, Мәликә, Мәликә! Бер үҙем нисәмә йылдар шул йорт тип булашам. Ал-ял күргән юҡ. Хәлдән тая башлағанды күрмәйһеңме ни?
- Эш бөттө тип тик ятырға итәһеңме? Рәсүл бисәһе инде нисәмә йыл иномаркала елдерә. Мин кемдән кәм? Шул һаҫыҡ “Жигули”йың күңелгә тейеп бөттө ләһә!
- Донъя малы тип минең башты ашамай туҡтамаҫһың, ахрыһы. Миңә күп кәрәкме ни? Әҙәм тигәнең шашты тамам. Көнө-төнө телевизоры ла шуны тылҡығас ни, - атай ауыр көрһөндө лә сығып китте.
Әсәй үҙ алдына байтаҡ туҙынды. Уны тыңламаҫ өсөн ҡустымды етәкләп урамға сыҡтым. Шул көндән башлап атайым үҙгәрҙе. Аҙ һөйләште. Күп ваҡытын оҫтахана итеп ҡулайлаштырып алған келәттә үткәрә. Әллә ни ваҡ-төйәк эштәр менән дә булашмай. Күҙен бер нөктәгә текләп үҙе яһап алған бәүелсәкле креслоһында ултыра. Әкрен генә моңло көй көйләп ебәрә, ниҙер уйлана. Шым ғына һалғылап ултырғанын да һиҙәм. Ҡайһы ваҡытта ашарға ла инмәй. Әсәйем пыр туҙа ғына. Уның туҙыныуҙары стенаға борсаҡ һипкән шайы ла түгел. Атай битараф ҡала килә. Бер көн кискһен мин әсәйемдең туҙыныуына ҡарамаҫтан, атайыма ашарға индерҙем. Ул, ғәҙәттәгесә,көйләп саҡ ҡына бәүелгәндәй итә.
- Үтәһең дә ғүмер, ай, үтәһең...
Башын күтәреп ҡараны, мине күреп саҡ ҡына йылмайғандай итте.Йөҙөндәге хәсрәт-һағышы кәмегәндәй булды.
- Рәхмәт, балам. Ултыр әле, бәпесем.
Эшкәртелеп ҡуйылған таҡта өйөмөнә терәлдем.
- Ҡыҙым, мөмкинселегем булғанда һөйләшеп ҡалайыҡ.
Әллә ниндәй ҡотолғоһоҙ хәл буласағын һиҙенеүҙән йөрәгемдең хәле китте.
- Һин үҫкәнһең инде, аңлап ҡалырға тырыш. Минең донъяға булған ҡарашым һиңә аңлашылып та етмәҫ. Шулай ҙа тыңла. Үҫкәс аңларһың әле. Әҙәм балаһына тереклек итеү өсөн аҙ, бик аҙ кәрәк тип уйлайым мин. Бәлки, мин диуанамындыр, ләкин бер юлы ике ултырғыста ултырып булмай бит. Әсәйең шуны аңламай. Әгәр йәшлегемә кире ҡайтһам, сыйырсыҡ ояһындай йорт ҡороп, шуның ишек алдында гөл-баҡса үҫтереп йәшәп тик ятыр инем. Бер-ике алма, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтары ултыртырға була. Улары ла күп кәрәкмәй. Артығы ҡойолоп әрәм буласаҡ, - әҙерәк туҡтап тын алды ла дауам итте. - Мин көньяҡта хеҙмәт иттем. Ундағы рауза гөлдәрен күреп хайран ҡала инем. Ҡайтҡас үҫтерермен тип хыялландым. Тик әсәйеңдең наҙлы гөлдәр менән мәшәҡәтләнгеһе килмәне. Эйе, ул да гөл үҫтерә. Тик кесәрткән һымаҡ әрһеҙҙәрен генә һайлай. Рауза сәскәләре иғтибар, наҙ ярата шул. Уйланып ултырам: ҡулымдан килһә, һине лә иркә гөл һымаҡ үҫтерер инем.Эх, һуңланым шул, һуңланым...
Ул тынып ҡалды. Мин ҡурҡып өнһөҙ ҡалам, йөрәгем генә даулап сығып бара. Атай тағы ла хәл йыя.
- Донъя байлығын ғына аҡсаға һатып алып була. Күңел байлығын бына мин алда әйткән һымаҡ өфөлдәтеп үҫтерергә, көндән-көн тәрәнәйтә барырға кәрәк ине лә. Еңелдем, йомшаҡлыҡ күрһәттем шул, - ул күҙен сырт йома, ике бөртөк һаран йәше яңағы буйлап тәгәрәй.
- Атай, һиңә ярҙам кәрәкме? Ни эшләргә? - үҙемде еңеп уға яҡын барам, һыйынам. Күптән уға шулай яҡын килгәнем юҡ ине.
- Рәхмәт, балам. Әле миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәк ваҡыты уҙған инде. Ауырыйым мин, ҡыҙым, - ул сигарет ҡабыҙып, тәрән итеп һурып тарта башлай. Хәҙер йыш тартҡанын күреп йөрөйөм. Эштәре менән мәшғүл булғанда тартыуын бөтөнләй онота ине.
- Улай күп тартма, атай.
- Эй, бала, тәмәке тартмау ғына ҡотҡармаҫ мине. Ә бына хәҙерге хәлемде бер аҙ еңеләйтә төшә.
Миңә уның бер ҡасан да шулай яҡын, ҡәҙерле булғаны юҡ ине.
- Атай, врачтарға ниңә бармайһың?- мин асырғанып һорайым.
- Балаҡай, һуң инде хәҙер. Бынан бер йыл элек үк ауырый башлағайным инде. Шул эште тамамлайым, быныһын бөтөрәйем тип йөрөп, үҙемде бөтөрҙөм.
Үкһеп илап әсәйем янына йүгерҙем. Ул өйҙә юҡ ине, үҙенең бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән йөрөйҙөр. Энем генә мышнап йоҡлап ята. Ул шулай иртә йоҡлай ҙа, беҙ һыйыр һауғанда уҡ килеп тора. Әсәйем көтөүҙән һыйыр ҡаршылап йөрөгән. Мине күгәс асыулы йөҙ менән:
- Исмаһам, ниңә көтөү ҡаршылашмайһың? Мәшәҡәтем аҙҙыр шул, - тип һөйләнә башланы.
Ғәйепле ҡиәфәт менән шым ғына үҙемдең йәш һыйырым Аҡбашты һауа башланым. Уныһы ла үс иткәндәй ҡойроғо менән бер туҡтауһыҙ биткә-күҙгә һыҙырҙы.
- Туҡта, мин себендер шул. Ниңә уларҙы түгел, мине туҡмайһың?- тип һөйләнәм.
Ике һыйыр миңә, икәү - әсәйгә. Иртәле-кисле шулай. Иртән торорға ныҡ йоҡо килә, кис себен талай. Минең тиңдәштәр быйыл дискотекаға йөрөй башланы. Ә минең өлөшкә һыйыр ҡойроғо менән көрәшеү генә. Киске мәшәҡәттәр бөтөп, ятыр саҡта ғына уйлап йөрөгән хәбәрҙәрҙе әсәйемә еткерҙем. Уның арыған-талған, йоҡоһо күҙенә төйөлгән ваҡыты. Минең һүҙҙәрҙе ишетеү менән сәсрәп китте.
- Эш атайыңдың елкәһенә до того тейҙе инде. Ғүмер буйы уны һөйрәп арыным, хәлдән тайҙым. Мин дә арыйым, бар ағзаларым тала. Миңә мәшәҡәт аҙ төшәме? Шул барыһы ла әҙәмсә булһын тип тырышам да инде.
- Ике һыйыр ҙа етер ине әле. Күмәк тә түгелбеҙ. Өй ҙә һалынып бөттө.
- Һин дә атайың һүҙен һөйләйһеңме, йән көйөгө? Уның һүҙе, теләге менән йәшәһәк, һаман олатайыңдың мал өйө кеүек йортонда йәшәп ятыр инек. Тартып-этеп йөрөгән мин булдым. Уның оҫталығы бүтәндә булһа,серегән бай булыр ине. Эшләгәненә аҡсаһын да тейешенсә һорамай бит ул. Етер, баш ҡатырып йөрөмә, - әсәй шулай ҡыҙып-ҡыҙып һөйләнде лә ята һалып тиҙ үк йоҡоға китте.
Иртән торғас был һөйләшеүгә кире ҡайтманы, хатта аралашыуҙан ҡасҡан төҫлө ине. Ул арала бесән етте. Атайҙың башҡа йылдағыса мотоблок менән сабырлыҡ хәле юк ине инде. Шау һөйәк кенә булып, ашауҙан ҡалып барғанын әсәй ҙә күрә инде. Уртын сәйнәп өндәшмәй ҡара янып йөрөй. Күрше ауылдан бесән сапҡысы булған кешене саҡырҙылар. Беҙҙең ишле малға тәғәйен сабынлыҡты трактор көн буйы тиерлек сапты.
Атайым күп ваҡытын түшәктә үткәрә. Аш-һыу бүлмәһенең төп яҡ мөйөшөндә бер бәләкәй генә бүлмә бар ине, шунда үҙенә урын-ер әмәлләп алды. Ныҡ һыҙлана, буғай. Һиҙҙермәҫкә тырышып, араҡы эсеүен дауам итә. Әсәйем һиҙмәй буламы һуң инде?
- Иркенләп эсеп ятам тип, ауырыуға һалышты, - тип ҡыҙып ала ул.
Ә минең башҡа һыймай, аптырап бушамайым. Юҡ, эсеп ятыр өсөн ауырыманы, әсәйемә өйләнгәне бирле гел үҙенең хыялдарынан, теләктәренән баш тартып йәшәгәнгә сиргә һабышҡандыр ул.
Көндәр аяҙ тора, эҫе. Күләгәлә лә томра хатта. Беҙ әсәйем менән бесән йыйырға йөрөйбөҙ. Кис кенә әлһерәп ҡайтып инәбеҙ. Атайым бишенсе йәшенә киткән Ильяс менән өйҙә. Беҙҙең ҡайтыуға хәленсә ашарға әҙерләп торорға тырыша. Асыҡҡас вермишель төшөрөлгән аш та, ҡыҙҙырылған макарон да бата, ҡабыҡлы картуф та артмай.
- Ҡара уны, баланы күҙҙән ысҡындырма, - тип әсәй туҡып ҡына тора.
Юғиһә, Ильяс шуҡ ул. Һыу буйына ысҡынырға ғына тора. Былтыр бата яҙғанын онотҡан инде. Ашап алғас, мал тәрбиәләргә, һыйыр һауырға керешәбеҙ. Йәшелсәләр ҙә һыу һорай. Арманһыҙ булабыҙ. Түтәлдәрҙә еләк сереп ята. Кеше ни тиклем уңған булһа ла, машина түгел шул.
Бер көн кисен әсәйемдән һуңғараҡ ҡалып инеп килә инем, атайымдың үҙенә хас булмағанса ҡаты, хатта уҫал итеп һөйләшкәнен ишетеп, туҡтап ҡалдым.
- Минең башыма етеп барыуыңды төшөнмәйһеңме ни? Хәҙер ошо баланы харап итмәксе булаһыңмы? Бесән эше ир кешеләрҙең быуынын ала әле ул. Бесән йыйғыс саҡыр, өйөп тә бирһендәр. Әйтер кешеһе лә бар бит. Бала менән нисә айға һуҙғың килә тағы? Көнө лә гел аяҙ тормаясаҡ. Аҡса тип ҡапландың да баһа. Минең был донъя кешеһе түгеллегем һаман сепрәк башыңа барып етмәйме? Ике һыйырҙы хәҙер үк кәмет. Оҙаҡҡа һуҙма, тере сағымда уҡ эшлә быныһын. Минең йыназам өсөн аҡса кәрәк булыр. Кәфенлек-фәлән әҙерләй тор.
Был йән өҙгөс һүҙҙәргә әсәйем дә аптырап ҡалды. Ни ғәжәп,атайым үләсәгенә ул һаман ышанмай. Шулай ҙа:
- Йә, иртәгә бәләкәй ҡултыҡты Мөнирә менән бөтөрәйек тә, - тип әйтеп ҡуйҙы. - Шунан Оло төбәк яланына бесән йыйғыс саҡыртып, өйөр өсөн өмә яһармын, - ғәҙәттәгесә сәсрәп китмәй ыңғай ғына һөйләште. - Атаһы, бөтөрөнмә улай, бер аҙ сырхап алһаң да, терелеп китерһең, алла бирһә, - тип һүҙен ослап ҡуйҙы.
Иртән, ғәҙәттәгесә, һыйыр һауып, һөт йыйыусыға тапшырҙыҡ. Велосипедттарыбыҙға ултырып бесәнгә киттек. Уңыһы рәхәт, икебеҙҙеке лә бар. Был көн минең тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтерә торған көн булырын белһәм, “үлтерәм” тиһәләр ҙә сығып китмәгән булыр инем. Әсәйем нимә генә тимәһен, тыңламай өйҙә ҡалыр инем.
Бесәнлеккә килеп етеп, йәһәт кенә эшкә тотондоҡ. Ваҡ-ваҡ итеп күбәләр өйәбеҙ. Оҙаҡламай ташып алырға булһа, шулай уңайлы ла. Ҙур кәбән һалыу икебеҙҙең ҡулдан килә торған эш түгел. Бар булған көсөбөҙҙө һалып, үҙебеҙҙе аямай эшләй бирәбеҙ. Ауыр эштән, эҫелектән баш тоноп ҡалған төҫлө. Төш яҡыная. Ныҡ асыҡтырҙы. Һыуҙы үҙебеҙ менән йөрөтөп эсеп торабыҙ инде. Ҡасан ғына ашап алабыҙ тип кенә йөрөйөм. Шаурап кипкән бакуйҙарҙы иҙеп, беҙҙең яҡҡа йүнәлгән автомобилде күреп, икебеҙ ҙә туҡтап ҡалабыҙ. Әсәй әрләшергә тип асҡан ауын ябырға ла онотто. Машина беҙгә ҡыя ғына йәшәгән Әсләм ағайҙыҡы ине. Тимәк, нимәлер булған. Йөрәк дөп-дөп тибергә кереште. Әсәйем дә көл төҫөнә инеп баҫып тора. Ағай машинанан төшөп тормай ғына беҙгә ултырырға ымланы. Үҙенең йөҙө ҡара янған, туҙанлы битенән юл-юл тир эҙҙәре һуҙылған.
- Тиҙ, тиҙерәк булығыҙ.
- Ниңә, ни булып китте?
Ағай күҙенең ағы менән яман ҡарап:
- Ултырың тиҙәр бит, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Тыныс холоҡло кеше тиккә генә шулай ҡыланмайҙыр. Тырма-һәнәктәрҙе ҡыуаҡ араһына ырғытып, ах-вах инеп ултырҙыҡ. Ағай бер һүҙ генә әйтте:
- Янғын, - шунан машинаһын йән-фарман ҡыуа башланы.
Мин әсәйгә ҡарап ҡаттым, ул да таш һынға әйләнгән. Бәлки, шул ваҡытта уны һелкетергә кәрәк булғандыр. Алты-ете саҡрым араны күҙ асып йомғансы ҡайтып еттек. Геүләп янған йорт тирәләй кешеләр ҡайнаша. Бәләкәй генә ауылыбыҙҙың йөрөй алырлыҡ бөтә кешеләре лә хәленсә ут менән көрәшә. Тик колонканан биҙрә менән ташылған һыу төкөрөк менән бер. Әсәй машинан эләгә-йығыла сығып утҡа ҡарай йүгерҙе.
- Ильяяяс балам! - ул ҡоторған кешегә оҡшап киткән: күҙе аларған, тауышы олоу һымаҡ.
Әсләм ағай уны көс-хәл менән тотоп ҡала алды, уға ярҙамға икенсе кеше йүгерҙе. Уны еңерлек түгел һымаҡ. Мин баҡсалағы һыу сығара торған ергә йүгерҙем. Бәләкәй насос менән ер аҫтынан һыу сығарып, шланг менән баҡсаға һибә инек. Был һыу ағымы ла шаҡтай көсһөҙ.
- Иркәм, өйгә ярҙам итеп булмай. Ҡайҙа, ут кәртә аша буйламаһын.
- Их, янғын һүндергес ниңә һаман килеп етмәй икән?
Ут һүндереүселәр һаман килмәгәс, өр-яңы ҡоймаларҙы ашығып аҡтарып ташланылар. Кисә генә балҡып, бар кешене үҙенә йәлеп итеп ултырған йорт ҡара торонбашҡа әйләнгәс,янғын һүндереү машинаһы килеп, байтаҡ маташҡас ҡына, һыу һиптерә башланы.
Артабанғы хәлдәрҙе һөйләп килештерерлек тә түгел. Йортта янғын сығыуын төрлөсә фараз итһәләр ҙә белә алманылар.Бөтә электр ҡорамалдары, үткәргестәр өр-яңы ине. Мин эстәге уйымды бер кемгә лә әйтмәнем. Атай беҙ өйҙә булмағанлыҡтан файҙаланып, күберәк һалып ташлаған булырға тейеш. Тәмәкеһен дә ҡабыҙғандыр. Хәлһеҙ кеше түшәккә ятып китһә, төпсөгөн ҡайҙа һалғанын да белмәгәндер. Тап шул сәбәп менән ут сыҡҡан.Ҡустымды сығып китмәһен тип, ишекте эстән бикләп ҡуя торғайны. Улар икеһе лә йорт эсендә һәләк булғайны.
***
Тормошомдоң, йәшәүемдең аҫты-өҫкә килде. Үҙемде былай ҙа бәхетле бала тип тоймай инем. Сөнки төҫкә-башҡа ла, холҡом менән дә ҡойоп ҡуйған атайым. Әсәйемә был оҡшап етмәне, әйләнгән һайын:
- Был тиклем дә атаҡас булмаҫһың, - тип кенә тора ине.
Мин ун йәштә саҡта Ильяс ҡустым тыуҙы. Ул әсәйемә шул тиклем оҡшағайны, шуғамы икән бик һөйөклө бала булды. Ҡустымды юғалтыуҙы әсәйем күтәрә алманы, аҡылға еңеләйҙе.
Хәҙер шул ваҡытты хәтерләһәм, тәндәрем семерҙәм китә. Үҫмер генә көйөмә нисек сыҙағанмын? Хоҙай мине шундай түҙемле итеп яратҡанмы? Әллә бала кеше шулай шулай сыҙамлы буламы икән? Шулайҙыр, тип ҡуям.
Ун дүрт йәшлек ҡыҙыҡай алдына иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәсьәләләрҙе хәл итеү килеп баҫты. Минең бәхетемә, шул уҡ ихата эсендәге олатай йорто иҫән ҡалғайны. Уны бейегәйеп ҡуйырып бөткән муйыл, балан ағастары уратҡан. Шул ағастар ут ипкене бәрелеүҙән һаҡлаған. Йәй көндәре бында гел һалҡынса, хатта боронғо йыһаз да алынмаған көйө. Йәшәп китер өсөн һауыт-һаба, түшәк-яҫтыҡ бөтә бар. Был нәмәләрҙе тар-мар итер өсөн әсәй күптән яҫҡына, ләкин эш күп булғас, һаман ҡулы теймәй килде. Икенсе мәсьәлә, әлбиттә, беҙҙең ҡурала йәшәгән дүрт һыйыр, ҡышлағандар, быҙау, һарыҡтарҙы хәл итеү. Әсләм ағай был йәһәттән дә миңә оло ярҙам күрһәтте. Йәй уртаһы, ит кәрәк ваҡыт. Районда ит менән сауҙа итеүсе әрмән кешеләре менән һөйләшеп, мал-тыуарҙы һатып ебәрҙе. Иң һөтлө һыйыр Аҡбашты ғына үҙенә алды. Ҡулға ингән аҡсаны ла район үҙәгенә ултыртыпалып барып, банкка минең исемгә һалдырҙы. Шул тиклем ваҡытын, көсөн йәлләмәй ярҙам иткәне өсөн күп хаҡ та һораманы әле ул. Бер быҙауҙы уға тәҡдим итергә нисек башыма еткәндер.
Бына әсәй менән эштәр шаҡтай ҡатмарлы булып сыҡты. Ауыл хакимиәте хәл иткәнсә, мин балалар йортона, ә әсәйем психик ауырыуҙар больницаһына ебәрелергә тейешбеҙ. Бындай ҡарарға минең ҡотом осоп, йөрәгем ярылып китә яҙҙы. Үҙемдең бар көс-егәремде йыйҙым. Атайым менән икебеҙ эш менән мәшғүл булғанда ул ниҙер һиҙенгән төҫлө:
- Ҡыҙым, донъя хәлен белеп булмай, бөтә нәмәгә әҙер булып тор, - тигәненә шомланып, хатта үпкәләп киткәндәрем иҫемә төштө.- Бөтөн нимәне өйрәнеп, белеп үҫеүең яҡшы. Әҙәм ҡулына ҡалып, ялынып, кешегә бойондороҡло булып йәшәү бик ауыр ул. Шөкөр, әсәйең уҫал булһа ла, ҡатын-ҡыҙ эшен бөтә өйрәтә. Бына мин һиңә, ябайҙарын булһа ла, ир-ат эштәрен дә өйрәтәйем.
Хәтеремә ҡып итеп атайымдың ошо һүҙҙәре килеп төшә. Был фекерҙәр атайымдың васыяты булған бит. Эйе, үҙем донъя көтә алырлыҡ хәлдәмен. Аш-һыу бешерә лә, керен йыуырға ла, сүкеш-ҡаҙау тоторға ла беләм. Ауылымдан, өйрәнгән ерҙәремдән айырылып ҡайнап торған ете ят кешеләр араһына барып ингем килмәй. Әгәр китһәм, әсәйем менән ғүмерлеккә айырыласағымды бөтөн күңелем менән һиҙемләйем. Торонбаштар өйөлөп ятҡан ихатамдан, аҡылдан яҙған әсәйемдән башҡаүҙем дә аҡылдан яҙасаҡмын.
Әле килеп уйлайым да бик бирешеп китмәҫкә балалығым ярҙам иткәндер тим. Оло кеше һымаҡ төбөнә төшөп уйлай белмәүем дә, ҡурҡмауым да, алдағы ҡаршылыҡтарҙы еңергә тырышыуым да ҡотҡара килде. Теге ваҡыт беҙҙе айырмауҙарын шул тиклем үтенеп һораным. Һынау өсөн ҡалдырырға ризалашҡайнылар, хәҙер ун йыл үтеп китте бит. Урындағы хакимиәт әһелдәренә бер төрлө лә мәшәҡәт һалмағас, хатта хәтерҙән сығарған кеүек булдылар. Йәш булһам да шуға төшөндөм, иҫтәренә төшөрөп, күҙҙәренә күренеп тормаһаң, бер кем дә үҙ белдеге менән ҡыҙыҡһынмай. Ә мин мөмкин тиклем үҙебеҙҙең барлыҡты һиҙҙермәҫкә тырышам, сөнки әсәйҙе юғалтыуҙан ҡурҡам. Әгәр больницаға ебәрһәм, унда уға йоҡлатҡыс, йә булмаһа берәй хәрәкәтһеҙ ҡалдыра торған укол ҡаҙап һалырҙар ҙа ҡуйырҙар ине тип уйлайым. Бәлки, шундай тормоштан үлгән дә булыр ине.
Төшөнөп киткәнсе ныҡ йонсоном, аяҡтан йығыла ла яҙҙым. Сөнки йоҡламай тиерлек уны ҡарауыллай инем. Унан төшөнөп алдым: айҙың билдәле генә көндәрендә уның ауырыуы сыға. Юҡ. Ҡәҙимге ай түгел, ә күктәге ай менән бәйле. Төнгө күк есеме тула башлаһа, тынысһыҙлана башлай, ашауҙан яҙа, йоҡламай. Тәүҙә бер нөктәгә төбәлеп ҡатып ҡала. Ҡарашында ҡот осоу, дәһжәт сағыла. Унан : ”Ильяяяс, балам!”- тип ҡысҡырып ебәрә. Тороп йүгерә. Кемдер шул ваҡыттары етә башлаһа, бәйләп һалырға өйрәтеп маташҡайны. Мин ытырғанып китеп, өйрәтеүсене тыңлап та торманым. Нисек инде уны бәйләп ҡуйып, бәргеләнеп үҙен имгәткәнен ҡарап торайым. Уның сығып йүгереүе, хәрәкәтләнеп бар булмышын биләп алған шомло ярһыуҙы үткәреп ебәреүе яҡшыраҡтыр. Шашҡан әсәй йүгерә, унан ҡалмаҫҡа тырышып мин йүгерәм. Ауылдан ныҡ алыҫлаша башлаһаҡ, нисек тә алдына сығып, етәкләп алам, һалмаҡ ҡына түңәрәк яһап, әкренләп кирегә борам. Был ваҡытта ул арымай-талмай оҙаҡ йүгерә. Ҡотороноп ҡысҡырып илауы кәмей бара, бер аҙҙан тамам туҡтай. Ҡайтып йығылғанда инде хәлдән тайған була. Ҡайһы саҡта уянмай, тәүлектән ашыу йоҡлап ҡуя. Берәй аҙна йүгереү менән уҙып киткәс, өнһөҙ-тынһыҙ ултырыуға күсә. Был ваҡытта йөҙөндә бер уй сағылмай, күҙҙәре теле асылмаған сабыйҙыҡындай саф. Фажиғә килгәндә уға утыҙ дүрт йәш ине. Хәҙер шул ваҡиғаларға ун йыл үтеп киткән. Мин дә ун дүрт йәшлек ҡыҙ баланан егерме дүрт йәшлек оло ҡыҙға әйләндем. Тиңдәштәремдең институт бөткәндәре уҡыуҙарын тамамлап, эшләп йөрөй, ғаиләлеләре бер-ике бала үҫтерә. Кешеләр тәүҙә шомланып, ҡурҡып ҡарай ине. Хәҙер иғтибар итмәйҙәр, сөнки уларға бер тамсы ла зыян һалмайбыҙ. Тик, барыбер, ситләшәләр, йыраҡтан уҡ ситкә тайпылғандары бар. Яҙмышыма күнмәй сарам юҡ. Хатта икенсе төрлө йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй башланым. Әле йәшмен, көслөмөн. Баҡса ҡарайым, бер бөртөк кәзә, уның бәрәстәрен, унлап тауыҡ тәрбиәләйем. Әсәйем тыныс булһа, буш ваҡытым байтаҡ ҡала әле.
Уҡытыусым, элекке класс етәксем Сания Сәғитовнаға рәхмәтем ҙур. Уның кәңәше менән уҡыуымды дауам итә алдым. Математика, рус теле, тарих, география, биология кеүек фәндәрҙән айға ике тапҡыр килеп, дәрес биреп китәләр. Ә мин улар килеүгә дәрестәрҙе уҡып, өйрәнеп зачет бирә барам. Зирәклегем бар инде. Шулай урта мәктәпте бөтөрөп аттестат ала алдым. Минең хәлдәге кешегә уҡыу кәрәк тә түгел һымаҡ. Ләкин донъяға белемле, аңлы кеше күҙе менән ҡарау үҙе бер уңыш, һөйөнөс.
Телевизор алманым. Шулай ҙа компьютер алырға булдым. Әкренләп үҙләштерҙем, аңламаған ерҙәрен мәктәпкә барып, математика уҡытыусыһынан өйрәндем. Унан күп нәмәгә өйрәнеп була икәненә төшөндөм. Хатта дистанциялы уҡыу менән баҡса дизайны тигән һөнәр үҙләштерҙем. Диплом яҡлау өсөн ҡалаға барыу кәрәк ине, уныһына ирешеп булманы. Белгән тиклеменә лә бик шатлана инем. Янған өй урынындағы торонбаштар, бүрәнә ҡалдыҡтары түгелеп тигеҙләнгәйне. Шул майҙанда әкренләп-әкренләп атайым хыялын – гөл баҡсаһы үҫтереүҙе тормошҡа ашыра инем. Хәҙер нисә йәй маташам инде. Бер ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән генә шаҡтай ауырға төшһә лә, маҡсатыма ирештем, буғай. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: киҫелгән ҡыуаҡтар менән уратылған түңәрәк майҙан. Уға газон үләндәре сәсеп, гел тигеҙләп сабып торам. Иң түрҙә альпинарий урынлашҡан. Унда йәй буйы тәпәш кенә үҫемлектәр бер-береһен алыштырып сәскә ата. Ташҡа ҡытлыҡ юҡ. Нигеҙ матур тигеҙ ҡомташтарҙан тора ине. Майҙан аша бөгөл-бөгөл һуҡмаҡтар һалынып, таш түшәлгән. Бер бөгөлдә бәләкәй күл урынлашҡан. Уныһы ла йорттан зыян күрмәй ҡалған ваннанан яһалған. Төбөнә ҡом, күл балсығы түшәп томбойоҡ, һыу үҫемлектәре ултыртҡанмын. Ҡыуаҡтар эргәләтеп төрлө-төрлө гөлдәр үҫә. Иртә яҙҙан крокус, тюльпан, иристар, нәркәстәр сәскә ата башлай. Шулай дауам итә: берәүҙәренең ғүмере бөтөүгә, икенселәре гөрләп үҫә. Атайымдың хыялы булған биш ҡыуаҡ наҙлы раузалар ҙа бар. Аҡлан уртаһына бер бөртөк алмағас ултыртыуҙан башлағайным. Ул ҙур ағасҡа әйләнеп бара. Шунда ҙур булмаған өҫтәл менән ҡупшы эскәмйә яһап аҡҡа буяп ҡуйҙым. Был да үҙенсәлекле бер матурлыҡ бирә. Бар буш ваҡытымды шундағы эштәргә бирәм. Икенсе яҡта йәшелсә лә үҫтерәм, ул түтәлдәрҙе лә билдәле бер тәртип менән яһап матур итеп тоторға тырышам. Шаҡтай оҫтарғанмын инде. Был эштә Әсләм ағайҙың ҡатыны Мәрфуға апайға ярҙам итәм. Ауыр нәмәләр күтәрешергә, таш менән эш иткәндә уларҙың улдары ун дүрт йәшлек Асҡар менән ун алтынсы йәшкә сыҡҡан Йәғәфәр булышып китәләр. Улар менән ығы-зығы килеү күңелле булып ҡала.
Тыныс ваҡыттарында әсәйем дә эскәмйәгә сығып ултыра торған булып китте. Балҡып ултырған сәскә түтәлдәренә ҡарап уйға сумған төҫлө тынып ҡала. Белһәң ине, ниндәй уйҙар ҡайнай икән уның башында? Бер Хоҙай үҙе генә беләлер.
Минең хәҙерге йәшәүем эске һиҙемләүгә ҡоролған. Нисек итһәң дөрөҫ, ҡайһылай яҡшы булыр, үҙемдең яңылышыуымды ла тоям.
Ваҡыт һуң булып китте. Бөгөн ниңә шул тиклем хәтерләүҙәргә бирелдем әле? Йыш-йыш үткәндәремә әйләнеп ҡайтыу минең яңғыҙлығымдан киләлер ул. Ҡайтайымбулмаһа. Һалҡынайтып та ебәрҙе. Йәнә лә күккә бағам, йыраҡта емелдәгән яҡтылыҡсығанаҡтарына ҡарап һушым китеп торам. АнаАҡҡош йондоҙлоғо. Муйынын һоноп ҡанаттарын йәйгән ҡош шау ғына булып күҙ алдына килә. М хәрефенә оҡшағаны – Кассиопея. Башҡортса исеме нисек икән? Йондоҙҙар арһына инеп аҙашһаң ине...
Кинәт янымда бер һын пәйҙә булды. Етеҙ бармаҡтар арҡама ҡағылып үтте, йәбешкәк тирле ҡул ҡулымды тотто. Мин ҡуҡманым, хәрәкәттәр өркөткөс, һөмһөҙ түгел ине. Күҙемде киң асып төнгө ҡунаҡты сырамытырға тырышам. Танауыма оҙаҡ туҡтамай эскән кешенең һаҫығы бәрелде. Ә-ә, Хәбир ағай бит был. Хәҙерге ваҡытта ауылда йәшәгән сағыштырмаса йәш кеше. Уның армия хеҙмәтенән ҡайтҡаны бирле эске менән шөғөлләнгәнен беләм. Хәрби бурысын үтәгәндә фажиғәғә тарыған. Нимә эшләгәнен теүәл генә белмәйем, ләкин һул яҡ яңағындағы яра эҙҙәре шул хаҡта һөйләй. Уң яҡ бите - ҡәҙимге, һул яҡтан ҡараһаң, тетрәндергес. Күҙ ҡабағы бешеүҙән тартылып ҡалған. Минән шаҡтай олораҡ та ул. Моғайын утыҙға яҡындар. Был донъяның бәхетһеҙе бер мин генә түгелдер, күрәһең, тип уйлап ҡуям. Уның күптән һыу күрмәгән ҡулдары ҡыйыуһыҙ ғына тәнем буйлап шыуыша, ҡосаҡлап алырға ла иткән кеүек.
- Һин дә, мин дә яңғыҙ, әйҙә, донъяның рәхәтен татып ҡарайыҡ, булмаһа, - уның һаҫығынан ҡоҫорға етешһәм дә, тора бирәм. Үҙемә шундай битарафмын. “Тейһә, тейһен дә ҡуйһын. Был эштең нисек булғанын аңлармын. Ҡыҙ булып үлергә тимәгән...”
Тик тороуҙы ризалыҡ тип уйлап, ҡыйыулана бара. Әммә минең саф ҡыҙ булмышым баш күтәрә : “Һин нимә? Ғүмерҙә бер була торған нәмәне ҡаҙ көтөүе йөрөгән ергә ятып, һаҫыҡҡа батҡан әҙәм менән атҡармаҡ булаһыңмы?”
- Туҡта! - ике тос йоҙроғомдо күкрәгенә терәп этеп ебәрәм. - Мин бик үк ҡаршы ла түгелмен ул, - үҙемдең һүҙҙәргә үҙем аптырап дауам итәм, - тик һин бөгөн бысраҡ бит әле. Иртәгә ошонда көтөрмөн. Бар, әлегә ҡайт, таҙарын, йыуын, - йәнә этәреп ҡуям.
Ул ҡыҙып китмәне, йыртҡысланманы, айнып киткәндәй тойолдо.
- Алдамаҫһыңмы?
- Юҡ, ана, йондоҙҙарға ҡара. Улар шаһит.
Ул башын юғары сөйҙө, аптырағандай булды, йәнә миңә өңөрәйҙе.
- Ысҡын тим дә инде. Бар, һаҫығыңды бөтөр, - шулай тинем дә етеҙ атлап китеп тә барҙым.
Ҡайҙалыр хыялый әтәс ҡысҡырып ҡуйҙы. Йоҡо аралаш эт ләңкелдәне. Нимә эшләнем? Юҡ, үкенерлек эш ҡылманым әле. Тиҙ тынысландым. Донъя йәнә тынлыҡҡа сумды. Шым ғына өйгә индем. Әсәй тигеҙ генә тын алып йоҡлай ине. Шунан солан төпкөлөндәге үҙемдең мөйөшөмә индем. Ут яҡтыртып стенаға эленгән көҙгөгә баҡтым. Күптән үҙемде күргәнем юҡ, юғиһә. Ә былай бер ҙә йәмһеҙ түгелмен икән дәһә. Ҡуңыр йөҙөм йәп-йәш, шыма, оҙон керпектәрем ҡуйы-ҡоңғорт күҙҙәремде ҡаймалап, күләгәләп тора. Уларҙа моңһоулыҡ, һағыш ҡатып ҡалған. Танауым саҡ ҡына көмрөрәк, нескә, ирендәрем тулы, сағыу. Кеше ҡарамаҫлыҡ түгелмен. “Бер иҫеректең иғтибар итеүенә лә елкенеп киткән булдыңмы, бахыр”, - тип үҙемде мыҫҡыл итергә тырышам, әрләп маташам, ә күңел үҙенекен ҡуймай. Кейемдәремде барлап сығам: район үҙәгенә барғанда кейә торған йүнлерәк джинсы менән кофтанан башҡаһы алам-һалам. Йорт тирәһендә кейгән төҫөн юғалтҡан спорт ыштандары, иҫке футболкалар, йоҡо күлдәктәре... Яңыһын алмағанға биш былтыр. Кеше алдында кейерлек күлдәк юҡ. Ауыл магазинының бер мөйөшөндә кейем-һалым эленеп торғаны иҫемә төштө. Иртүк барып килергә кәрәк. Шунан тиҙ генә яттым да йоҡлап та киттем...