Все новости
Литература
18 Мая 2022, 11:54

Юлдарыма сыҡһаң ине (хикәйә)

Минзифа Ҡашҡарова.

Юлдарыма сыҡһаң ине (хикәйә)
Юлдарыма сыҡһаң ине (хикәйә)
***
 
Ауыл ситендәге бәләкәй генә өйҙә, шау-гөр килеп, ун ике бала үҫте. Өй хужаһы Ғәрифйәндең бала яһауҙан башҡа әллә ни һөнәре булманы, ахыры. "Үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын" тип йәшәүсе ир, бөгөн ашарына булһа, иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, тип ҡул һелтәне. Ҡатыны Мәстүрә лә арҡырыны буй алып һалмаған иренән алыҫ китмәгән ине. Силәгенә күрә ҡапҡасы, тигәндәй, бер-беренә пар килгән ине улар.
Бар ауырлыҡ өйҙәге иң өлкәне булған баш бала Сәлиха иңдәренә һалынғайны. Мәстүрә Сәлихаһыҙ бармаҡһыҙ ҡалған гармунсы ише ине. Шуға ла мәктәпте бөткән ҡыҙын ҡалаға ебәрмәне, янында ҡалдырҙы.
Мәстүрә фермала һыйыр һауҙы, ҡыҙын һөт яҙыусы итеп урынлаштырҙы. Һөт яҙыусының эше артыҡ ауыр түгел, ул һауынсылар һауып бөтөүгә бара, кем күпме һөт һауғанлығын дәфтәренә теркәй. Һөт һөҙгән марляларҙы йыуа. Һөт ташыусы һөттө алып киткәс, һөт мискәһен йыуып, ул-был итһә, эше лә бөтә.
Өй араһы менән ферма юлынан башҡаны күрмәгән Сәлиханың күңеле кис клубҡа сыҡҡан дуҫ ҡыҙҙары янына ашҡына ине. Ҡасып сығыу уйына килмәне, һорап ҡараһа ла, әсәһе сығарманы ҡыҙын. Йәштәр араһына кейеп сығырлыҡ йүнле күлдәге лә булмағас, күңеле һүрелде. Сәсе бөгәренә төшөп торған ҡыҙ һылыу ине, уңып бөткән иҫке кейемдәр ҙә уның һылыулығына күләгә төшөрә алмай ине. Сибәр ҡыҙға күҙ атыусы егеттәр ҙә юҡ түгел ине. Әсәһенең күҙ ҡарашынан өркөп торған ҡыҙ улар тураһында хыялланырға ла ҡыйманы.
Һары бөҙрә сәсле Сәйҙә ул яҡтан бәхетлерәк ине. Апаһынан ике йәшкә кесе булһа ла, әсәһе уға кис сығырға рөхсәт итте, егеттәрҙең оҙатыуына ла ғәҙәти хәл итеп ҡараны.
Таңға тиклем тансыларҙа йөрөгән Сәйҙә йоҡоһо туйғансы, тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары битен бешергәнсе йоҡланы. Уға бер ниндәй ҙә эш ҡушыусы булманы. Көнө буйы әхирәттәре менән һыу буйынан ҡайтманы. Мәстүрә ошо ҡыҙын бигерәк ярата ине. Башҡаларға һис бер яғы менән оҡшамаған Сәйҙәне ҡурсып ҡына торҙо. Һандыҡ төбөндә һаҡланған үҙенең матур-матур ҡаштары емелдәп торған алҡаларын да Сәйҙәгә генә тағырға рөхсәт итә ине.
Сәлиха эш хаҡы алғас, ҡайтышлай магазинға һуғылды. Магазин тулы ҡатын-ҡыҙ сыр-сыу килеп сепрәк һайлай. Сәлиханың күҙе зәңгәр ерлеккә аҡ борсаҡ төшкән матур күлдәккә төштө. Икеләнеп тороусы ҡыҙға һатыусы Хәтирә өндәште:
- Һиңә үлсәп кенә тегелгән, алмаһаң, үкенерһең.
Ул арала бисәләрҙең кемеһелер килеп күлдәккә йәбеште, ҡыҙ аптырап тик торҙо. Хәтирә күлдәкте һыпыра тартып алып, төрә лә башланы, Сәлихаға аҡсаһын түләп алып сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Төргәкте күкрәгенә ҡыҫып, берсә һөйөнөп, берсә әсәһе ни әйтер тип көйөнөп ҡайтты өйөнә.
Эсе бошоуы тиккә булмаған икән, әсәһе күлдәкте күреү менән һыпыра тартып алды:
- Матур күлдәк кейеп ҡайҙа бараһың? Сәйҙәгә булһын.
Сәйҙәгә күлдәк килешеп кенә тора ине, көҙгө алдында өйөрөлөп-сөйөрөлдө лә әсәһен ҡосаҡлап үбеп сығып та йүгерҙе. Ҡыуаныстан түбәһе күккә тейгән һеңлеһе артынан, бойоғоп, мәхрүм булып ҡарап ҡалды Сәлиха.
Ишек алдында тарбайып үҫкән ҡарт ҡайын төбөндәге эскәмйәгә ултырып, уйҙар диңгеҙенә сумды ҡыҙ...
Ун һигеҙ йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ниҙәр күрҙе һуң ул?
Мәңге иҫерек атаһы, мәңге нимәгәлер һуҡраныусы ризаһыҙ әсәһе, сәс- баштары ялбырап йөрөүсе һеңлеләре, өҙлөкһөҙ ашарға таптырыусы  ҡустылары. Һәм, уларҙың ашарына яраштырып, өҫтәрен йыуып, бөтмәҫ- төкәнмәҫ эштән арыған сибек кенә Сәлиха. Әрләнеү, һүгелеүҙән башҡаны күрмәгән ҡыҙҙың күҙҙәренә йәш эркелде. Берәй заман ҡотола алырмы ул ошо мәхшәрҙән? Әллә ғүмере үҙ ата-әсәһенә ялсы булып үтерме? Киләсәктә үҙен ни көтөүен күҙ алдына килтерә алмай ине ул.
Ҡара таңдан тороп, һыйыр һауып көтөүгә ҡыуыу, сепарат айыртыу, самауыр ҡайнатыу, усаҡ аҫтына ут яғып ҡаҙанда иртәнгелеккә тамаҡ йүнәтеү уның елкәһендә ине.
Әсәһе таң менән тороп иртәнге һауынға китә. Сәлиха һуңыраҡ барғас, өйҙәге эште теүәлләп китә ине. Барып эшен бөтөрөп ҡайтыуына урындыҡтағы самауыр һүрелгән була. Ҡай саҡта ҡабыҡлай бешерелгән бер ҡаҙан картуфтан бер нәмә лә ҡалмай. Бигерәк күмәктәр шул. Ауыҙҙарын асып, тамаҡ көткән ҡарға балаларылай, ашауҙан башҡа бер нәмә лә белмәйҙәр.
Бына әле лә йыйылмаған сәй урыны янына килеп ултырҙы Сәлиха. Самауыр һүрелеү генә түгел, һыуып бөткән ине. Булған тәрилкәләр буш, иртәнге айыртҡан ҡаймаҡтан елдәр иҫкән. Май бешергә хут юҡ, ҡаймаҡлай йыпырып торалар.
Әсәһе бер ваҡытта ла эшләп йөрөгән ҡыҙына ашарға алып ҡалыуҙы белмәне. Бүре өйөрө шикелле балаларын ҡорһаҡтары кәпәйгәнсе тығындырһа булды. Сәлихаһы нимә ашап йөрөй, асмы-түгелме, уйлап та бирмәне.
Кемеһенәндер ҡалған икмәк һыныҡтарын һауыт төбөндәге ҡаймаҡҡа һөртөп, һыуыҡ ҡоро сәйҙе күҙ йәштәрен ҡушып эсте лә, ҡыҙ тороп сәй урынын йыйыштыра башланы. Инде төш етеп килә, берәй нәмә бешерер кәрәк. Әҙерләп өлгөрмәһәң, асмәйел туғандары Сәлиханың үҙен тотоп ашарҙай булырҙар. Әсәһенең эйәреп килгән улы бар, Хәмитйән ағаһы уға көн күрһәтмәй. Әсәһе әрләгәндә ағаһы ла ҡушылып әрләшә. Ҡыҙ бала береһенә лә ҡаршылашмай, ни ҡушһалар, шуны эшләп йөрөй бирә. Әсәһе, ғәҙәтенсә, ауыл ҡыҙыра сығып киткәндер, өйҙә юҡ. Мәстүрә ҡыҙына шул тиклем һалышҡан ине, ул булмаһа, нисек йәшәрҙер, бер хоҙайға мәғлүм. 
Он да бөтөп бара икән, Сәлихә һауыттың төбөндәге ондо ҡырып һепереп алып сөсө икмәк баҫты. Атайҙары тапҡан-таянғанын эсеп бөтә, әсәһе менән Сәлиханың эш хаҡы айыныҡы айына етмәй шул. Бер һыйырҙың һөтөн анауынса арабаға ҡайҙан еткерәһең. Тауыҡтары күп тә ул, йомортҡаһын да еткереп булмай. Кемеһе өлгөрә, алып бешереп ашап торған көндәре. Сәлиха аптырай, был малайҙар урамда буҡ тибеүҙән һәм ашауҙан башҡаға эшкинмәйҙер ахыры. Ошоларҙы уйлаһа, кейәүгә сыҡҡыһы килмәй уның.
Сәлиха баҙға төштө, инде шытып оҙон мыйыҡтар ебәргән картуфты биҙрәгә тултырып алып сыҡты. Үҙәгенә үткән ҡәһәрле яҙмышына эсенән генә зарлана-зарлана картуф әрсергә тотондо.
 
...Йәмле йәйҙең аҙағы ла яҡынлашты. Баҫыуҙарҙа игендәрҙе урып йыйыу эштәре башланғас, совхозға ярҙамға һалдаттар ебәрелә ине. Быйыл да бер төркөм һалдаттар ауылға килеп тә тулдылар. Уларҙың килеүе башҡа ваҡытта тын булған ауылға йәм һәм йән өрҙө. Бәләкәй генә ауыл гөрләп торҙо. Кис етһә, клуб яғына ағылған йәш ҡыҙҙарға өлкәнерәк ҡатындар ҙа ҡыҙығып ҡарап ҡалды. Йәшлеккә ҡыҙыҡмау мөмкинме инде һуң? Үҙҙәренең уҙып барған йәшлеген уйлап уфтаныусылар бихисап ине. Кистәрен ауыл клубына һалдаттар ҙа йыйылды. Сәскәләр төрлө булған кеүек, ҡыҙҙар ҙа һәр береһе үҙенсә матур, күҙ төшөрлөк инеләр. 
Ауыл егеттәренә иғтибар кәмене, улар бер ситтә өйкөлөшөп һүҙһеҙ генә тәмәке көйрәттеләр. Ә ҡыҙҙарҙың күҙҙәрен томан ҡаплаған ине, күңелдәре иләҫ-миләҫ килгәйне. Иң матур күлдәктәрен кейеп, бар хәленсә биҙәнеп-төҙәнгән ҡыҙҙар һиҙҙермәй генә һалдаттарҙы күҙләне. Үҙҙәре нимәнәндер ҡыҙыҡ табып шырҡ-шырҡ көлөшкән булып, бышылдашып һөйләштеләр. Һалдаттар ҙа үҙ сиратында береһенән-береһе һылыу ауыл ҡыҙҙарына битараф ҡала алманы. Үҙ-ара шым ғына кемеһенә ҡайһы ҡыҙ оҡшауын әйтеп, ҡыҙҙарҙы бүлешәләр ине.
Уларҙың ауылға килеүенә өсөнсө көн тигәндә, барыһы ла парлашып бөткәндәр ине инде. Тансыларҙан һуң һәр бер ҡыҙлы йорттоң ҡапҡа төбөндә күңелле көлөшөү, гөрөлдәшеүҙәр таң әтәстәре ҡысҡыра башлауға тиклем һуҙылды.
 
Сәлиханың да клубҡа бик барғыһы килә ине. Әхирәттәре Кәримә, Фәймә, Асия килеп күңеленә ойотҡо һалып та киттеләр инде. Йәш күңел үҙенекен итте, урамға сығыу юлын тапты ҡыҙ. Эш хаҡын алғас, ҡалаға баҙарға барып килергә әсәһенән рөхсәт алды. Мәстүрә ҡыҙының теләгенә ҡаршы килмәне. Бары тик:
- Сәйҙәне лә эйәрт, тәүҙә уға кейем ҡарағыҙ, - тип әйтергә онотманы. Сәлиха ҡыуана-ҡыуана һеңлеһен эйәртеп иртәнге автобусҡа өлгөрөр өсөн таң менән юлға сыҡты. Уларҙың ауылына автобус йөрөмәй. Ун ике саҡрымда ятҡан район үҙәгенә барыр кәрәк. Район үҙәгенән Сибай ҡалаһына иртәле кисле ике тапҡыр автобус йөрөп тора.
Баҙар гөрләй. Баҙарҙа йөрөргә яратмаған кеше бармы икән? Сәлиха ла ярата баҙар ҡыҙырырға, тик ундай байрам һирәк эләгә уға. Сәйҙә ул яҡтан бәхетлерәк, әсәһе уны һәр ваҡыт эйәртә үҙе менән. Иң тәүҙә Сәйҙәгә матур күлдәк, туфли алдылар. Сәлиха үҙенә ябайыраҡ булһа ла, арзаныраҡтан күлдәк, ыҡсым ғына бейек үксәле туфлиҙәр алды. Әсәһенә яулыҡ, атаһына күлдәк, һеңле-ҡустыларына ваҡ-төйәк һәм тәмле-татлы ризыҡтар алып, ҡайтыу яғына ыңғайланылар.
Район үҙәгендә автобустан төшөп, ауылдарына йәйәү атланылар. Берәй машина осраһа, ултыртып ала торған, осрамаһа инде йәш кешеләргә нимә инде ул ун ике саҡрым.
Көн эҫе, ҡояшлы. Юлдың ике яғынан икһеҙ-сикһеҙ алтынға тиң иген баҫыуҙары йәйрәп ята. Ҡыҙҙар ошо матурлыҡҡа хайран булып, яйлап ауылға ҡарай атланылар.
Комбайндар иген һуғыуға төшкәндәр инде. Оло юл ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып тора. Иген тейәгән машиналар элеватор яғына ҡарай ағыла, элеваторҙан ҡайтыусылар ҡабат баҫыуға елдерә.
Көлөшә-көлөшә килеүсе Сәлиха менән Сәйҙә, әсе итеп машина пипелдәткәнгә тертләп, икеһе ике яҡҡа һикереп китте. Ысмалалай ҡара, бөҙрә сәстәре пилотка аҫтынан маңлайына һибелеп төшкән сибәр егет кабинанан тәҙрә аша сыға яҙып ҡыҙҙарҙы сәләмләне. Сәлиха ауыҙын асып торғансы, Сәйҙә кабинаға менеп тә ултырҙы. Апаһына ла һеңлеһе артынан эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Сәйҙә һандуғастай сутырланы, һалдатты төрлө һорауҙар менән күмде. Кушнаренко егете милләте буйынса татар, үҙен Харис тип таныштырған егет иҫ киткес сибәр һәм шаян һүҙле булып сыҡты. Сәйҙә менән сутырлашһалар ҙа, күҙҙәрен Сәлиханан алманы. Үҙенә төбәлгән күмерҙәй ҡара үткер ҡараштарҙан Сәлиха ҡаушаны. Маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты, тамағы кипте, йөрәге күкрәген ярып сығырҙай булып даһырлап типте. Телен йотҡандай, ауылға еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшә алманы.
 
Бәхетенә күрә, әсәләре икенсе ауылда йәшәүсе һеңлеһенә ҡунаҡҡа киттеләр. Ағаһы кемгәлер ялланып алыҫ ауылға өй күтәрешә киткәйне. Сәлиха аулаҡ ҡалғанына ҡыуана-ҡыуана өй тирәһендәге эштәрен бөтөрҙө. Сәйҙә лә апаһына Харистың күҙ һалыуын һиҙгәйне. Башҡа саҡта үҙе генә сығып йүгергән ҡыҙ бөгөн апаһын көтөргә булды. Хатта ғүмерҙә ҡыланмағанын, ярҙам итеп йүгереп йөрөнө.
Апалы- һеңлеле ике сибәр, өр-яңы сәскәле күлдәктәрен, матур туфлиҙар кейеп клубҡа ҡарай атланы. Икәүһе лә бигерәк матурҙар ине, уларға һоҡланмаған кеше булмағандыр.
Тансы күптән башланғайны. Ауылдың клубы бәләкәй генә бер йорт ине, анауынса кеше унда һыймаҫ та ине. Йәй көндәре тансыларҙы тышта үткәрҙеләр. 
Һирәк кенә сыҡҡан Сәлиханы әхирәттәре ҡосаҡлап алды. Сәйҙә үҙ тиҫтерҙәре янына ашыҡты. Сәлиха күҙҙәре менән үҙенә таныш һынды эҙләне. Үҙен утҡа һалған, бер күреүҙә бар күңелен яулап алған егетте күргәс, эсенә йылы йүгерҙе. Ошолай ситтән генә күҙәтеп торорға ла риза ине ул, ул ғына күҙ алдынан юғалмаһын.
Вальс көйө ҡуйылғас, барыһы ла парлап бейергә төштөләр. Харистың үҙен саҡырасағына өмөт иткән ҡыҙҙар күп ине. Кәримә лә, Фәймә лә, Асия ла ғашиҡ ине Харисҡа. Егет туп-тура Сәлиха ҡаршыһына килеп баҫты. Ҡыҙҙарҙың күңелендә көнләшеү тойғоһо яралды, күҙҙәрендә асыулы сатҡылар ялтыраны. Ғүмерҙә тансыға сыҡмаған байғош Сәлиханың иң матур егетте тартып алыуына йәндәре көйҙө. Уларҙы ла бейергә саҡырҙылар, Асия икенсе егет менән бейеһә лә , Харистан күҙҙәрен ала алманы. Сәлиханан үс алырға ҡәһәтләнде. Әлегә үҙе лә белмәй ине әле нисек үс алырын. Күңел тыныслығын юғалтҡан Асия Сәлихаға нәфрәт менән ҡарай ине.
Бер ни һиҙмәгән Сәлиха Харис менән көй ыңғайына өйөрөлөүен белде. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа вальс бейемәгән ҡыҙ бик оҫта ғына өйөрөлдө. Үҙен әкиәт доньяһында, тылсымлы диңгеҙҙә йөҙгәндәй тойҙо. Бейек кәүҙәле һәм көслө егеттең ҡосағында иреп юғалырға ла риза ине ул.
Тансылар бөтөп йәштәр таралыша башланы. Һалдаттар һәр береһе үҙенә оҡшаған ҡыҙҙы оҙата ине. Харис Сәлиханы етәкләп алды, Асия ла урыҫ егете Сашаны ҡултыҡлап атланы. Уның өйөнә ҡайтҡыһы килмәне, Харис менән Сәлиханы күҙәтергә булдылар.
Ауылдың иң осонда йәшәүсе Сәлиха, өйҙәрен үтеп, урманға ҡарай атланы Харис менән. Бер береһенә ғашиҡ булған ике йәш йөрәктең ҡайнар һөйөүе шулай башланды. Кис етһә, ҡасып сыҡҡан ҡыҙҙы ата-әсәһе белмәне, Сәйҙә апаһын һатманы.
Харис тәрбиәле ғаиләнән сыҡҡан егет ине. Сәлиха менән бик матур йөрөнөләр. Асия менән Саша уларҙы күпме күҙәтһәләр ҙә, ауылға таратырлыҡ ғәйептәре булманы ике йәш йөрәктең. Уларҙың йөрәгендә матур һәм саф һөйөү хистәренән башҡа хистәргә урын юҡ ине.
***
Харис менән Сәлиха тансынан һуң ауыл осонда үҫкән тирәк янында таңды ҡаршыланы. Эргәләге ағып ятҡан шишмә сылтырауын тыңлап, саҡ менән суҡтың ҡысҡырыуына ҡолаҡ һалып тын ғына ултырыуҙар көн һайын ҡабатланды. Бер- береһенә өҙөлөп ғашиҡ булған ике йәш йөрәк өсөн ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Икеһенең дә йөрәген алда буласаҡ айырылышыу һағышы өтә ине. Бер-береһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған йәштәр бөгөн үтә лә моңһоуҙар ине. Һуңғы таңды бергә ҡаршылай улар. Иртәгә часть хеҙмәт иткән ҡалаһына юллана.
Төн. Күктә йондоҙҙар емелдәшә. Һыу буйында баҡалар соролдауы төнгө тынлыҡты боҙа. Берәү гармунда һыҙҙырып, үҙәктәрҙе өҙөп моңло көй уйнай, ара-тирә ҡыҙҙар һәм егеттәр көлөүе тын урамға йәнлелек өҫтәй. Ҡарт тирәккә һөйәлеп тороусы егет менән ҡыҙ, бөгөнгө осрашыуҙың һуңғыһы икәнен аңлағандай, бер- береһенә һыйынышып һүҙһеҙ генә торҙолар. Ғүмерҙәренең саҡ менән суҡ кеүек, бер береһен һағынып, һарғайып уҙасағын һиҙгәндәй инеләр. Бер-береһенә әйтәһе һүҙҙәре күп булһа ла, икеһе лә өнһөҙ тороуҙы хуп күрҙе.
Сәлиханың йөрәге леп-леп типте, күҙҙәренә әсе йәш тамсылары эркелде. Күңеле тулған ҡыҙ әйтер һүҙҙәр таба алмағандай ине. Харистың да күңеле болоҡһоу. Шундай сибәр ҡыҙ көтөрме һуң уны, яттар тартып алмаҫмы еләктәй бешкән һылыуҙы? Шундай уйҙар егет йөрәген телгеләне.
Ваҡыт ҡына һис иҫәпләшеп тормай, уҙа бирә. Таң һыҙылыуын һиҙмәй ҙә ҡалды ике йәш йөрәк.
- Оҙатырға килерһеңме?
- Килермен...
- Хат яҙырһыңмы, аҡыллым?
- Яҙырмын.
- Көтөрһөңме мине?
- Көтөрмөн...
 
Төшкә ҡарай бөтә ауыл оҙата сыҡты хәрбиҙәрҙе. Харис үҙе өсөн ҡәҙерле һынды тилмереп эҙләһә лә, таба алманы. Аллы-гөллө сәскәләрҙәй кейенгән ҡатын-ҡыҙ араһында күренмәй ине уның Сәлихаһы.
Машиналар ҡуҙғалып киткәс кенә йән-фарман йүгереүсе Сәлиханы күреп ҡалды һалдаттар. Инде өмөтөн өҙгән Харис һикереп төшөп һөйгәненә ҡаршы йүгерҙе. Әллә нисәмә пар күҙҙәр күҙәтеүе аҫтында ҡалған ғашиҡтар, бик теләһәләр ҙә, бер- береһенең ҡосағына һыйынырға тартынды. Егет ҡыҙҙың ҡулдарынан ҡыҫып тотто.
- Мин һине яратам, Сәлихам!
- Мин дә... - ҡыҙҙың тауышы шым ғына сыҡты. 
... Көндәр үтте. Айҙар үтте. Йылдар үтте. Харис юғалды. Сәлиханың өмөтө өҙөлдө.
Тағы көҙ етте. Курше райондан уңыш йыйырға килгән шоферҙар араһында Муса исемле шаян, сибәр егет тә бар ине. Тәү куреуҙән ҡыҙға ғашиҡ булды егет. Харисты онота алмаған ҡыҙ оҙаҡ инәлтте. Тик егет әрһеҙ булып сыҡты. Яны йылға Муса ҡыҙға яусы ебәрҙе.
Йөрәк түренән Харисты йолҡоп ташлай алмаған ҡыҙ, барлыҡ хис-тойғоларын йүгәнләп, серен ете ҡат йоҙаҡҡа бикләп, яҙмышына баш эйҙе.
Муса һәйбәт кеше булып сыҡты. Ҡатынын өҙөлөп яратты, өрмәгән ергә ултыртманы. Һәр саҡ шат йылмайыусы, көлөп хәбәр һөйләүсе Муса Сәлиханың бер алдына, бер артына сығыр ине. Ни әйтһә лә, һүҙһеҙ үтәргә әҙерлеген белдереп, шаяртып честь биреп:
- Һин тигәндә, мин иҙәндә, - тип көлә-көлә сығып йүгерер булды. Аяғы аҫтында олтораҡ булырға әҙер кешегә күңел йылыһын бирә алманы Сәлиха. Кейәүгә сыҡһам, Харисты онотормон, тип уйлағайны. Онота алманы ул уны.
Мусаһы кис ҡайнар ҡосағына алғанда Сәлиха ғазап утында янды. Күҙ алдынан Харистың һыны китмәне, ҡолағында уның тауышы сыңланы. Мусаның ыңғайына булды, күңеле алыҫта ине. Үҙен Харис менәнмен икән тип хис итте.
Сәлиха йәшәне, ашаны, эсте, донья көттө. Быларҙың барыһын да шулай тейеш булған өсөн эшләне. Уны бер нәмә лә ҡыуандырманы. Арыу ғына ваҡыт балалары булмай торҙо, быға ла бошонманы.
Ир менән ҡатынды бәйләүсе еп - бала. Бер-береһен бәйләп тороусы ептең булмауы ла йоғонто яһағандыр, ҡатынының боҙҙай һалҡынлығы ла үҙ эшен эшләгәндер, Мусаның шаян йөҙөн уйсанлыҡ, моңһоулыҡ баҫты. Эскеләп тә ҡайтҡыланы, ҡайтмай ҙа ҡалды.
Сәлиха рәхәт тормошта йәшәне. Аҡса юҡлыҡты белмәне, ире ул яҡҡа шәп булды. Башҡа ҡатындар һымаҡ утын- бесәнһеҙ йонсоманы, Муса йүнсел ир ине. Ләкин ул ошо тормошона ҡәнәғәт була белмәне, үҙе өсөн өҙөлөп торған кешене ҡәҙер итеү кәрәклеге уйына ла инеп сыҡманы. Үткәндәрҙә ҡалған, инде йөҙөн дә онота башлаған Харисты уйлап яндырҙы ул бар ғүмерен. Йөрәге туҡтамай һулҡылдап тик торҙо. Үткәндәр менән йәшәүсе Сәлиха ғүмерҙең уҙып барыуын да, янындағы кешеләрҙе бәхетһеҙ яҙмышҡа дусар итеүен дә һиҙмәне. Оҙаҡ көттөрөп тыуған ҡыҙы Гөлназ, артынса тыуған улы Илназ да әүрәтмәне уны. Көтөп алынған балаларына бауыр баҫырға тейеш һымаҡ ине лә, күңелендәге бушлыҡты, йөрәк әрнеүҙәрен балалары ла баҫа алманы.
 
Үҙәген өҙгән һағышҡа сыҙар әмәле ҡалмаған ҡатын хәйлә уйлап тапты. Ҡәйнәһенә һәм иренә, Өфө врачтарына күренәм тип, юҡ ауырыуын бар итеп, алыҫ юлға сығырға ниәтләне.
Алыҫ араларҙы яҡын итеп йөрөүҙәре бушҡа ғына булды. Ул барған ауылда ундай кеше булмай сыҡты, берәү ҙә белмәй ине, әллә ауылын яңылыштымы - Харисты таба алманы. Бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем, тип килгәйне ул. Бер өйҙөң урам тышындағы эскәмйәһенә ултырып үкһеп-үкһеп иланы. Урамдан уҙыусылар, үкһеп илаусы ят ҡатынға боролоп ҡарай-ҡарай, аптырап үтәләр ине. Утыҙ йәштәр тирәһендәге матур ҡатын Сәлиха янына килеп ултырҙы:
- Апай, ни булды һеҙгә? Бәлки, мин ярҙам итә алырмын?
Йомшаҡ ҡына өндәшкән тауышҡа күтәрелеп ҡараған Сәлиха үкһеүҙән үкереүгә күсте. Ят ҡатын уны ҡосаҡлап, арҡаһынан һыпырҙы, күҙ йәштәрен һөрткөләне, ҡулынан тотоп өйөнә ҡарай тартҡыланы.
- Апай, әйҙә беҙгә инәйек. Мин Резеда булам, ә һеҙҙең исемегеҙ кем?
- Сәлиха... - Күҙ йәштәрен һөртә- һөртә Сәлиха Резедаға эйәрҙе.
Ҡапҡанан ингәс тә йәп-йәшел ҡаҙ үләне күпереп ята, таҙа, матур ишек алды. Ҙур ғына бейек йорт, уңған хужалар йәшәүе әллә ҡайҙан күҙгә салына. Көҙгө һымаҡ ялтырап ятҡан тупһаға баҫырға ҡыймайыраҡ торҙо ул бер аҙ. Өйгә ингәс тә бындағы бөхтәлеккә иҫең китерлек. Резеда кухняға инеп, электр самауырын тоҡандырҙы. Хәбәрен һөйләй-һөйләй өҫтәлгә ризыҡтарын теҙҙе. Сәлихаға һорауҙар биреп, теңкәһен ҡоротманы.
Сәлиха сәй эскән арала үҙе һөйләне бар тормошон. Резеда уны бүлдермәй генә тыңлағандан һуң үҙ тормошон бәйән итте.
- Етеш кенә ғаиләлә үҫтем мин, апай. Атай- әсәйемдең бер бөртөк иркә генә ҡыҙҙары булдым. Юл фажиғәһендә атай-әсәйемде юғалттым, үҙем ни ғиллә менәндер тере ҡалдым. Яратҡан кешемә тормошҡа сыҡтым. Барыһы ла һәйбәт, тик мин әсә булыу бәхетенән мәхрүммен.
Сәлиха һүҙһеҙ генә ултырҙы,Резеда һүҙен дауам итте
- Апай, һеҙ ҡатын-ҡыҙға тейешле иң ҙур бәхеткә эйә булғанһығыҙ. Ике балағыҙ бар, шул түгелме һуң иң ҙур бәхет? Ә һеҙ әллә ҡайҙан, томан араһынан юҡ бәхетте эҙләп йөрөйһөгеҙ...
Сәлиха өндәшмәне, Харис менән һаташыуы төҙәлмәҫ сиргә әүерелгән ине инде. Резеданың әсенеүле лә, ялбарыулы ла һүҙҙәре уның йөрәгенә барып етмәне.
Үҙен доньялағы иң бәхетһеҙ йән тип иҫәпләгән ҡатын автобусҡа ултырғас күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ауылға ҡайтып етеүенә уны ҙур фажиғә көтә ине...
 
Өс йәшен тултырып дүрт йәшкә ҡараған Илназды ҡалдырып, ҡәртәсәһе тышҡа сыға. Өҫтәлгә нимәгә ынтылғандыр,сабый өҫтөнә ҡайнап ултырған самауырҙы ауҙара. Ҡәртәсәһе ингәндә, сабый иҙәндә иҫһеҙ ята ине. Инде оло йәшкә еткән, үҙе саҡ йөрөгән әбейҙең ҡобараһы осто:
- Эй,Хоҙайым! Был язаларың ней өсөн, сабыйҙа ней үсең, минең йәнемде алһаңсы! - әбей ни ҡылырға белмәй сеңләне.Тап шул мәлдә Мусаһы ҡайтып инде.
Тәҡдирҙән уҙып булмайҙыр. Сабый ғүмере шулай өҙөлөргә тейеш булдымы икән, күбәләктәй леп-леп типкән кескенә йөрәк больницаға барғанда юлда туҡтаны.
Йәшлек мөхәббәте, йылдар һәм томандар артында ҡалған һөйгән кешеһен һағынып, һарғайып ғүмер итеүсе Сәлиха үҙ иңдәренә доньялағы иң ҙур ҡайғының ишелеүен белмәй ҙә, уйламай ҙа ҡайтып инде.
"Кеше күрәсәген күрмәй, гүргә кермәй" тиеүҙәре хаҡ һүҙҙәр. Улын, күҙ нурын ерләгәндән һуң оҙаҡ ауырыны Сәлиха. Үкенестәрҙән йөрәге телгеләнде. Зыяратҡа алып китерҙән алда сабыйының кескенә ҡулдарына битен терәп иланы, бәләкәс кенә аяҡтарын үпте. Ах,нишләне ул, нишләне?
Зыяраттан ҡайтып инмәгән ҡатынды алйыған тип тә һөйләнеләр ауылда. Тоғро тормош юлдашы Мусаһы булмаһа, алйыр ҙа ине, бәлки. Муса Сәлиханы төрлө муллаларға йөрөттө, өшкөрттө, ҡот ҡойҙорҙо, үткәрмәнән үткәртте, кеше ҡыланмағанды ҡыланып бөттө. Сәлиха яйлап һауыҡты. Харис һыны яйлап артҡа күсте. Элеккесә йөрәге әрнемәне Сәлиханың. Ул әрнеүҙе икенсе төрлө һыҙланыу алыштырҙы. Бала юғалтыу һыҙланыуы.
Ҡурсаҡтай ҡыҙына ҡарап, Сәлиха үҙен ҡулға алды. Уның хаҡына йәшәргә тейешлеген аңланы. Үҙе өсөн өҙөлгән Мусаһына күңелендә йылы хистәр тоҡанды. Тормошон гөлтләтеп ҡабыҙып ебәрерлек көс тапты ул үҙендә.
Үкенескә ҡаршы, кире ҡайтарып булмаҫлыҡ нәмәләр барлығын бик һуңлап аңланы шул ул. Йылдар артында ҡалған һөйөүе менән һаташып, ысынбарлыҡта булған ғәзиздәренең ҡәҙерен белмәне.
Сәлиха, байып барған ҡояшҡа күҙ һалып, эстән генә уфтанды. Кеше тормошо ла ошо ҡояш шикелле бит...
Автор:
Читайте нас: