Все новости
Литература
11 Мая 2022, 11:19

ҮС (хикәйә)

Киске аш ваҡытында Юрийға ҡаланан дуҫтары килде. «Аусы аусыны йыраҡтан таный» тигән кеүек, үҙе лә оҫта һунарсы булғас, Юрийға ау көҫәгән әшнәләре йыш ҡына килеп сыҡҡылай.

ҮС (хикәйә)
ҮС (хикәйә)

Икһеҙ-сикһеҙ урмандарҙы арҡырыһын-буйына көнө-төнө гиҙеп йөрөп, байтаҡ ҡына «трофей» менән өйгә ҡайтып инәләр ине. Сөнки тыуған еренең һәр төбәген биш бармағылай белгән Юрий дуҫтарын бер ҡасан да табышһыҙ ҡайтарманы. Улар башлыса айыу, мышы, ҡабан кеүек эре януарҙарҙы ауланы. Йәш сағынан уҡ һунарсылыҡ менән мауыҡҡан Юра бындағы һәр бер кейектең холоҡ-фиғелен, уларға ҡасан һәм ҡайҙа тоҙаҡ ҡорорға кәрәклекте бик яҡшы белә ине. Тәбиғи, һәр һунарсының үҙенә генә тәғәйен биләмәһе була. Сит кешенең ау ҡорор урынына рөхсәтһеҙ-ниһеҙ кереү тыйыла. Шуға күрә ир бер ҡасан да иптәштәрен тейешһеҙ ерҙән йөрөтмәне, үҙ биләмәһенә лә яттарҙы яҡын юлатманы. Тик бөгөн ҡаланан килгән ҡунаҡтарҙың көтөлмәгән үтенесе менән эскә оялап өлгөргән «шайтан һыуы» әлеге ҡағиҙәне ирекһеҙҙән боҙорға мәжбүр итте.
– Аркаша хәҙер һунарҙы ташлаған, – тип башланы хәбәрен ҡунаҡтарҙың береһе Владислав, – Һуңғы осорҙарҙа башы дауахананан сыҡмай. Уның биләмәһе буш тора. Ә беҙҙең өсөн унда бынамын тигән табыш бар!
– Булһа һуң? – Юрий ризаһыҙ мыңғырҙаны. – Был беҙгә тыйылғанды боҙорға хоҡуҡ бирмәй!
– Ә һин тыңла, Юра! Унда көҙ көнө үк гигант айыу оялаған. Мин быны охотсоюзда ишеткәйнем. Егерҙар, быға саҡлы шундай ҙур йыртҡысты ғүмерҙә лә күргәнебеҙ булманы, тиҙәр. Ҡайҙан килеп сыҡҡандыр – этем белһен. Представляешь, гигант! Ул бит беҙ быға хәтлем алғылаған эт ҙурлығы килделе-киттеле ҡырмыҫҡа айыуы түгел.
– Барыбер ярамай!
– Эх, һин. Шундай бәһлеүәнде алһаҡ, беләһеңме, уның тиреһе генә күпме торасаҡ!
– Һинең башың бер тингә лә тормай, Владик. Сөнки унда бер ҡасан да мейе булманы. Беренсенән, беҙ сит кеше биләмәһен боҙорға те-йеш түгелбеҙ. Икенсенән, Аркадий һунарҙы ташлаған хәлдә лә, изге урындың эйәһеҙ тормаясағын яҡшы аңлайһың.
– Ике, өс, дүрт... Йөҙгә лә еткерерһең әле. Тфү!
– Улайһа, үҙегеҙ генә барығыҙ!
– Һин нимә, Юрка?! Һинһеҙ – беҙ ике ҡулһыҙ!
– Эйе шул! – һүҙгә ауылдашы Илья ҡушылды. – Һин бит беҙҙең командир! Табыш хаҡы уртаҡ булыр...
Хәрәм тәҡдим менән килешмәһә лә, үҙенә ысын күңелдән ышанып, күҙ төбәп килгән дуҫтарының өмөттәрен өҙмәү ниәтенән, Юрий күнергә мәжбүр булды. Унан тыш, нәфсе тигәне лә ҡоторта. Ризалашҡан һымаҡ булһа ла, уны иптәштәренең айыуҙы өңөнән үк алырға теләүе бошондорҙо. Сөнки бер нисә йыл элек һунарҙың был ысулы закон тарафынан ҡәтғи тыйылғайны. Ә тыйылғанды боҙоу браконьерлыҡҡа һанала. Үҙ ғүмерендә күпме һунар итеп, бер тапҡыр ҙа сиктән сығып йөрөмәгән, яңылыш юлға баҫмаған Юрий өсөн был тәҡдим күҫәк менән башҡа һуҡҡандай тойолдо. Тик аңдарын хәмер томалаған әшнәләренә быны иҫбат итеү стенаға борсаҡ ташлауға бәрәбәр. Шуға күрә «аҙағы хәйерле булһын инде» тип кенә әйтеп ҡуйҙы.

Иртәгәһен таң менән биш һунарсы, ҡарйөрөгөстәренә ултырып, бынан унлап саҡрымда ятҡан «Ҡарағайлы» биләмәһенә юл тотто. Ҡыш уртаһының ап-аяҙ, тыныс һәм матур иртәһе. Көнө лә нисектер йылы һымаҡ. Урманда һиллек. Ағас төптәрендә ҡор-һуйыр, ара-тирә ҡоралай һәм уларҙы эҙәрләгән бүре эҙҙәре күренгеләй. Яланлы урындарҙа, ҡарҙы соҡоп, сысҡан-маҙар эҙләп төлкө йөрөгән. Таулы ерҙәрҙә төрлө тарафҡа үрғуян юлдары һибелгән.
Тейешле урынға килеп еткәс, егеттәр «тимер аттары»нан төшөп, әйберҙәрен барлай башланы. Төп ҡоралдарынан тыш, һәнәк-көрәк, балта-бысҡы һәм арҡан һымаҡ нәмәләрҙе лә алырға онотмағайнылар. Сөнки һунар өсөн былар бик кәрәкле. Йәнә өңдә ятҡан януарҙы табырға һунар эттәре ярҙамға килә. Юрий менән Илья лайкаларын эйәртеп алғайны. Тәжрибәле эттәр айыу өңөн йәһәт табып бирҙе. Ләкин бик тиҙҙән улар ниңәлер ҡойроҡтарын арттарына ҡыҫып шыңшырға һәм хужаларының аяҡ аҫтына һыйынырға кереште.
– Пошёл, Тузик!.. – Илья оятһыҙ һүгенде, – Нимә булды?! Ғүмере ҡыланмағаныңды!
– Гиганттан шөрләнеләр, ха-ха-ха! – Владислав мәғәнәһеҙ көлдө.
– Юҡ, бында нимәлер не то! – Юрий хафаланды. – Эттәр буштан-бушҡа ғына улайтмаҫ! Юҡ менән булышабыҙ ахыры, егеттәр. Әллә кире боролабыҙмы?
– Һин нимә, Юра?! – Владислав сығырынан сыҡты. – Инде килешеп бөткәсме?! Минең бында айыу һынлы айыуға тип килеп, ниндәйҙер бер меҫкен ҡуян ғына тотоп ҡайтҡым килмәй! Әйҙә, не будем!
Ирҙәрҙе өңдөң саманан тыш ҙур булыуы хайран ҡалдырҙы. Уға ҡарап, йыртҡыстың гигант булыуын һис тә яңылышмай билдәләргә мөмкин ине. Һунарсылар яҡында үҫеп ултырған йәш ҡайынды бысып, унан оҙон ғына баһырауҙар эшләп алды. Унан һуң көрәктәр менән тиҙ генә өң ауыҙын ҡарҙан таҙартып астылар. Эстән быуланып-быуланып пар бәреп сыҡты.
– Күрҙегеҙме, беҙҙең Мишка тирләп-бешеп йоҡлап ята, ха-ха-ха! – Владислав рәхәтләнеп көлдө. – Әйҙә, Илья, тот баһырауҙың береһен. Хәҙер беҙ уны өшкөтөп сығарабыҙ!
Ҡалған өсәү, өң тирәләй уңайлы урын һайлап баҫып, атырға әҙерләнде. Владислав менән Илья йылдамыраҡ эш иттеләр. Ләкин тайыштабан тиҙ генә сығырға теләмәне. Эттәр генә, ҡыҙғаныс шыңшып, ситтә тороп ҡалыуҙы хуп күрҙе. Тик һунар ҡомары уянған ирҙәр быға бүтәнсә әһәмиәт бирмәй ине инде. Күпмелер ваҡыттан һуң өң эсенән тоноҡ ҡына үкереү ишетелде.
– Әһә, уянды! Уянды Мишка! – Владислав асырғанып ҡысҡырҙы. – Таяҡты эләктерҙе шайтан! Хәҙер килеп сығасаҡ. Егеттәр, готовьтесь!
Бер аҙҙан ҡотто осорорлоҡ итеп яман ажғырған тауыш ишетелде һәм шунда уҡ бөтөнләй көтмәгән ерҙән ҡарҙы бүҫеп, ҡап-ҡара йөнлө бик ҙур айыу һикереп килеп сыҡты ла, артҡы аяҡтарына тороп баҫты. Йыртҡыстың тауҙай оло кәүҙәһе менән ажарлығы сиктән сыҡҡан дәһшәтле ҡиәфәте кинәт барыһының да һушын алды. Һунарсылар сихырланған һымаҡ торған урындарында ҡатып ҡалды. Ошо хәл йыртҡыс өсөн йәтеш булды ла инде. Ул күҙ асып йомған арала ҡаршыһында ҡалтыранып торған Владиславты көрәк яҫылығындай тәпәйе менән бер һелтәүҙә һуғып осорҙо ла, Ильяға табан боролдо. Тик уға һунарсыларҙың ата башлауҙары ҡамасауланы. Көтөлмәгән хәлдән ҡаушап ҡалыу һөҙөмтәһендәме, атылған пулялар йыртҡысҡа әллә ни зыян килтерә алманы. Ул яман аҡырып, баҫып торған еренән кинәт кенә артҡа тайшанды ла, өң артындағы ҡуйы ағаслыҡ араһына ырғып инеп, күҙҙән юғалды. Ирҙәр атыуҙарын туҡтатып, ерҙә тәгәрәп ятҡан Владислав янына йүгереп килде. Тик уға ниндәйҙер ярҙам күрһәтеү һуң ине инде – егет асыҡ баш йәрәхәтенән йән биргәйне.
Бер аҙҙан айыуҙың йыраҡта урман яңғыратып әрнеп олоған тауышы ишетелде. Юрий, януар киткән яҡҡа ҡарап, «ул үс аласаҡ» тип бышылданы.

***
Һунарҙағы фажиғә ауылды ғына түгел, ә бөтә районды шаңҡытҡайны. Владиславтың мәғәнәһеҙ үлеме Юрий һәм уның әшнәләре өсөн бөтмәҫ суд мәшәҡәттәре яһаны. Ирҙәрҙең барыһына ла 109-сы статья буйынса иректән мәхрүм ителеү янай ине. Бары тик Юрийҙың таныш адвокаты ғына, төп ғәйепләнеүсенең законды инҡар итеүен һәм шул арҡала һәләк булыуын барлыҡ юридик оҫталығы менән иҫбат итеп, быларға бик күпкә йомшағыраҡ яза бирҙереүгә өлгәште. Кисәге аусыларҙан ҡоралдарын тартып алдылар ҙа, ҙур суммала штраф сәпәп, ғүмерлеккә һунар хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Төрмәгә ултыртмаһалар ҙа, уларҙың иркен дүрт йылға сикләнеләр. Юрий барыһына ҡулын һелтәһә лә, әшнәләре йәшеренеп кенә һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен дауам итте. Теге ваҡытта алынмай ҡалған айыуҙы нисек тә булһа эләктереү ине уларҙың теләге. Сөнки яралы айыуҙың киренән йоҡларға ятмауы, уның башҡа хайуандар һәм кешеләр өсөн ҡурҡыныслы шатунға әйләнеүе барыһына ла билдәле. Охотсоюз тарафынан киң массалы һунар иғлан ителде. Йыртҡысты фажиғә булған урындан алып, бөтә район буйлап, хатта күрше өлкәләр яғына сығып та эҙләнеләр, тик таба алманылар. Айыу кинәт эҙһеҙ юғалды. Күктән юллап ҡарау ҙа ярҙам итмәне. Ахырҙа уны берәүҙәре атып алғандыр тигән фекергә килделәр.

***
Илья таң менән йоҡоһонан тороп саңғыларын кейеп алды ла, яҡындағы урманға, ҡуянға тип ҡуйған ҡапҡандарын ҡарарға сығып китте. Мылтығын тартып алғастар, ул хәҙер шулар менән генә һунар итергә мәжбүр. Шулай ҙа байтаҡ ҡына ҡылыйҙар тотоп алырға өлгөрҙө ул. Бына әле лә берәүһенә һимеҙ генә ҡуян эләгеп ята ине. Илья табышын ҡапҡандан ысҡындырып та өлгөрмәне, кинәт яҡында ғына яман үкереү ишетелде. Башын күтәреп ҡарағас, ир саҡ-саҡ һушынан яҙманы. Унан ни бары бер-нисә аҙым алыҫлыҡта ғына таныш айыу баҫып тора ине. Нисек ул шулай шым ғына яҡын килгән? Йыртҡыс менән осрашҡанда киҫкен хәрәкәттәр яһарға һәм ҡасып китергә ярамай, әлбиттә. Тик кемдең инде күрәләтә ҡоралһыҙ килеш таланып ятҡыһы килһен! Илья үҙ-үҙен белештермәҫтән ҡапыл яр һалып аҡырҙы ла, кинәт ҡулындағы әйберҙәрҙе айыуға һелтәп, ауыл яғына елдерҙе. Был ҡыланыш януарҙы бер аҙға ҡаушап ҡалырға мәжбүр итте һәм Ильяны һөжүмдән аралап ҡалды ла инде. Ул, тау юлының саңғы менән шыуып төшөүгә йәтеш булыуынан файҙаланып, йыртҡысты апаруҡ араға артта ҡалдырҙы. Быны аңлаған айыу күп уйлап тормаҫтан Илья артынан ҡыуа төштө. Бәхеткә ҡаршы, ауыл урманға бик яҡын ине. Табышынан ҡолаҡ ҡаҡҡан йыртҡыс, һунарсыны бер аҙ баҫтырып килде лә, үкерә-үкерә урманға инеп юғалды. Илья, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, саңғыларын ҡайҙа етте шунда бәреп осороп, өйөнә кереп бикләнде һәм кискә хәтлем сыҡмай ятты. Өйҙәгеләргә лә тышҡа сығып йөрөмәҫкә ҡушҡайны ул. Тик бәҙрәфкә барып килеү теләге генә уны тышҡа сығырға мәжбүр итте.
Киске ауылда тынлыҡ. Шылт иткән тауыш та юҡ. Был һиллек Ильяны бер яҡтан хәүефләндерһә лә, икенсе яҡтан тынысландырғандай итте. Ул, иртәнсәк баҫтырылып ҡайтҡан урман яғына шомланып ҡарап алды ла, йәһәт кенә бәҙрәф яғына атлап китте. Шул саҡ, ҡапыл бәҙрәф мөйөшөнән ҡараңғылыҡты йырып, бик ҙур бер нәмә һикереп сыҡты ла, ирҙең өҫтөнә ташланды. Илья «ах» тиергә лә өлгөрмәне, бары тик муйынына осло тештәрҙең батып инеүен генә һиҙҙе. Уның ҡот осмалы итеп таланған мәйетен иртәнсәк һыйыр һауырға сыҡҡан ҡатыны күрҙе һәм шул ерҙә һушын юғалтып ергә тәгәрәне.
Шул көндө үк, ғәҙәттән тыш хәлде ишетеп, ауылға охотсоюз һунарсылары менән берлектә полиция наряды килеп тулды. Үткән төндә ҡар яумағанлыҡтан, йыртҡыстың ҡанлы эҙҙәре ап-асыҡ булып беленеп ята ине. Ильяның кәүҙәһен экспертизаға алып киттеләр. Ҡаты шок кисергән ҡатыны һөйләшерлек хәлдә лә булмау сәбәпле, участок инспекторы менән ҡаланан килгән тәфтишсе күрше-күләндән, яҡын тирәнән күрһәтмәләр алырға кереште. Тикшереүселәрҙе Ильяның фажиғәле үлеменән бигерәк йыртҡыстың йорт-ҡураға зыян килтермәүе һәм һарайҙа торған мал-тыуарға бөтөнләй ҡағылмауы ғәжәпләндерә ине. Шул кистә күрше-тирәгә бер ниндәй ҙә тауыш ишетелмәүе, хатта эттәрҙең дә шып-шым булыуы яуапһыҙ һорауҙар тыуҙырҙы. Шаһиттарҙың береһе ул көндө башы айыуҙыҡы, ә кәүҙәһе самаһыҙ ҙур маймылға оҡшаған һәм ике аяғына баҫып атлап йөрөүсе сәйер бер йән эйәһен шәйләп ҡалыуын иҫбат итеп маташты. Тик быға бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алманылар. Ә баштан-аяҡ ҡоралланған һунарсылар, полиция хеҙмәткәрҙәре үҙ эштәре менән булашҡан арала, эҙҙәр буйлап айыуҙы тоторға сығып китте. Ләкин бер нисә саҡрымдан эҙҙәрҙең кинәт юҡҡа сығыуы уларҙы ла сикһеҙ аптырашта ҡалдырҙы. Әйтерһең дә, януар ҡапыл күккә осоп киткән, йәки ергә һеңгән.
Ошо хәлдәрҙән һуң ерле халыҡ урманға тамам йөрөмәҫ булды. Йыртҡыстың хәҙер үтә лә ҡурҡыныслы булыуы һәм уның үҙен рәнйеткәндәрҙән үсен алып бөтмәй тороп туҡтамауы көн кеүек асыҡ ине. Полиция бүлегенә билдәләнергә барған Юрий теге ауҙа ҡатнашҡан ике ҡала егетенең дә ошо көндәрҙә серле рәүештә хәбәрһеҙ юғалыуҙары хаҡында ишетте. Бының менән иртәме-һуңмы сираттың үҙенә лә етәсәген аңланы ул.
– Ефремов менән Савельев фамилиялы кешеләр һеҙгә танышмы, гражданин Панин? – тәфтишсе Юрийға тишерҙәй итеп текәлде.
– Эйе.
– Белеүемсә, улар теге ваҡытта һунарҙа һеҙҙең менән бергә булған.
– Булдылар.
– Аҙаҡ улар менән күрешкәнегеҙ булдымы?
– Юҡ. Һуңғы суд ултырышынан бирле күрешкәнебеҙ булманы.
– Аңлашылды. Ә бына уларҙың серле рәүештә юғалыуына һеҙ шаһитмы?
– Нисек... шаһит? – Юрий аптырап китте.
– Һеҙгә был турала берәй нәмәләр билдәлеме тиеүем?
– Мин быны әле генә үҙегеҙҙән ишетеп ултырам. Ә ниңә?
– Коренев Владислав менән Акилов Ильяның үлеме. Хәҙер килеп быларҙың юғалыуы.
– Мин һеҙҙе аңламайым. Нимә, әллә был фажиғәләрҙең сәбәбен минән күрергә итәһегеҙме?
– Төрлө хәлдәр булыуы мөмкин. Кәрәкмәгән шаһиттарҙан ҡотолоу тигән нәмә лә бар, мәҫәлән.
– Һеҙ нимәгә ҡайыраһығыҙ?! – Юрий ағарынып китте.
– Тынысланығыҙ, гражданин Панин. Иркегеҙ сикле булыуға бәйле һеҙҙең алибиғыҙ бар. Тик ошо арала тағы бер саҡыртыуҙы көтөгөҙ. Әлегә ҡайтып торһағыҙ ҙа ярай.
Бер аҙнанан Юрийҙы тәфтиш бүлегенә саҡыртып алдылар. Эҙәрмәндәр «Ҡарағайлы» биләмәһендә ике кешенең кәүҙәһе табылыуын хәбәр итте. Шиксел тикшереүселәр егеттәрҙең үлемендә Юрийҙы ғәйепләргә маташһалар ҙа, медицина экспертизаһы мәйеттәрҙең йыртҡыс тарафынан ботарланыуын иҫбат итте. Дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһы, фажиғәле үлемдәргә бәйле бәғзе берәүҙәрҙең ҡырын-мырын ҡарауҙары, тормошоноң ҡырҡа кире боролош алыуы Юрийҙы бик тәрән депрессияға дусар итте. Ир үҙ-үҙенә йомолдо, кешеләр менән аралашмаҫ булды һәм туҡтауһыҙ эскелеккә бирелде. Ҡатыны һәм туғандары уны әллә нисәмә тапҡыр дауаханаларға һалып ҡараны – файҙаһы теймәне. Көндәрҙең береһендә Юрий, бер кемгә лә белгертмәй, өйөнән сығып китте һәм башҡаса әйләнеп ҡайтманы. Тик ике-өс аҙнанан ғына уның үле кәүҙәһен ауылға яҡын урмандан табып алдылар. Ир шундағы ағастарҙың береһенә аҫылынып йән биргән ине. Шаһиттарҙың иғтибарын кәүҙә торған ағас тирәһендә ярылып ятҡан гигант айыу эҙҙәре йәлеп итте. Януар ни хикмәттәндер мәйеткә ҡағылмаған ине.
Күп тә үтмәй, тейешлеләрҙән үсен алған йыртҡыс та был тирәләрҙән бөтөнләйгә юҡҡа сыҡты.

И.Сафиуллин.

Автор:
Читайте нас: