Все новости
Литература
8 Мая , 09:05

ХӨКӨМ (повесть, 7-се өлөшө, аҙағы)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 7-се өлөшө, аҙағы)
ХӨКӨМ (повесть, 7-се өлөшө, аҙағы)

21

Тормоштарының рәте, йәме, мәғәнәһе китте. Айырым түшәккә ятып, бошаланып, уяулы-йоҡоло төн үткәрәләр. Иртән ире эшкә тип сығып китә лә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә. Бөтөнләй ятҡа әүерелделәр. Аш бүлмәһендә теләкһеҙ генә ҡапҡылайҙар ҙа Виктор Николаевич кабинетына инеп бикләнә, ә Нәйлә телевизор тоҡандыра. Гәзит-журнал ҡыштырҙатҡан була, тик экрандағы хәл-ваҡиғалар, ҡағыҙҙы сыбарлаған яңылыҡтар аңына барып етмәй, зиһенен ҡуҙғытмай.

Төш мәлендә ят ир килеп инде лә, башын эйеп, тупһа ауыҙында тапанды:

Наина Васильевна, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Бөгөн комбинатта нефть тултырылған резервуар шартланы, ҙур янғын сыҡты. Цехтарҙағы эш барышын тикшергән Виктор Николаевич, тағы ла бер нисә кеше ялҡын эсендә бикләнеп ҡалды, сыға алманылар...

Йә үле, йә тере түгел йөрөнө һуңғы көндәрҙә, кисергәндәре ҡурҡыныс төш һымаҡ ине уның. Тотошлай тиерлек өтөлгән иренең ҡара көйгән һөйәктәрен кешегә күрһәтерлек булмағас, ябыҡ табутҡа һалған булдылар, сәскәгә күмделәр. Уның менән генә хәсрәт еңеләйһә лә һуң... Мейеһен бәйләнсек уй игәне: “Гонаһһыҙҙы Аллаһы Тәғәлә тотошлайы менән утта өтә, ә мин бит баш-аяғым менән енәйәткә, алдаҡҡа батҡанмын. Миңә ниндәй язаһын бирер?..”

Иренең туғыҙын сиркәүҙә уҡытып, коллегалары, яҡын кешеләре менән кафела билдәләгәндән һуң кисләтеп кенә ҡайтып тора ине, телефон шылтыраны:

Нәйлә, был мин инем әле. – Һаулыҡ һорашыуҙан башламаны – әллә онотто, әллә кәрәкһеҙ һананы.

Аралашҡанда һауаланмай, тәкәббер ҡыланмай хәҙер Нәйлә, шуға ла һәүетемсә яуапланы:

Тыңлайым һеҙҙе, Хәлимә апай.

Фажиғәгеҙ хаҡында гәзиттән уҡып белдем. Тормошома ҡағылышлы әйтәһе һүҙҙәрем бар. Килһәм, ҡабул итерһеңме?

Өйҙәмен...

Бер аҙҙан яй ғына, тауыш-тынһыҙ хәрәкәтләнгән ҡарасҡы күренде.

Бынауында, эргәмә үт. Ошолай ғына ултырайыҡ, утты ҡабыҙғым килмәй.

Хәлимә, ауыр ҡыймылдап, тәҡдим ителгән ерҙән урын алды.

Көндәр шулай һыуыттымы, әллә сәбәпһеҙгә өшөйөммө – ҡалтырата нишләптер. – Көрһөндө. – Һөйләгәнемде тыңлар яҡыным булмағанлыҡтан ҡаңғырам. Күңелемде таштай ҡатырған ҡайғымды тышҡа сығарһам, хәлем еңеләймәҫме, тип өмөтләнәм. Бүлдермәй генә тыңла, аҙаҡ мин китермен. Бөтөнләйгә китермен, башҡаса борсомам. Йәшәүемдең аҫты өҫкә килеп түңкәрелгән төҫлө. Фатирымда толҡа тапмай, ҡала урамдарын маҡсатһыҙ ҡыҙырҙым-ҡыҙырҙым да килдем бына.

Беҙ был донъяла өсәү инек – әсәйем, мин, Сәлимәкәй. Улар мине ташлап китте. Аҙашҡан юлсылай, ҡайҙа барып бәрелергә белмәйем. Сәлимә үткәнендә ҡайтып инде лә түшәккә ауҙы, күҙ аҫтары ҡарайып киткән, үҙе дер-дер ҡалтырай. Уны ошондай фиғелдә күргәс, йәнем сыға яҙҙы. “Ни булды балам, – тип өҙгөләндем, – ауырып киттеңме әллә?” “Әсәй, йәшәүгә ышанысымды юғалттым. Үҙемде, барлыҡ кешеләрҙе бер юлы күрә алмайым!” “Улай тимә, әйләнә-тирәлә яҡшы кешеләр бөтмәгән!” Кинәт шырпылай тоҡанып китте: “Күрһәт миңә шуларҙың береһен! Өләсәйемме? Мин уның өсөн гелән һалыҡ һәм артыҡ тамаҡ булдым. Ул кеше әллә һинме? Ғәзиз балаһын етемлеккә дусар иткән ҡатындың әсә исемен йөрөтөргә хаҡы бармы?!” Шулай тине лә ырғып тороп балконға сыҡты, аҫҡа – тротуарға ҡараны. Ҡарашы һүнгәйне уның. Уй-ниәтен һиҙгәндәй, көсләп тиерлек кире түшәккә ятҡырҙым. Төнө буйы тәне уттай янып сыҡты, ҡара тиргә батты, һаташты. Ике көн эргәһенән китмәнем. Өсөнсө көн ипкә килгәндәй итте, иртәнсәк сәй ҙә эсте хатта, йөҙө лә асыла төшкәндәй күренде. Сәбәпһеҙ өйҙә ҡала алмайым бит, былай ҙа алмашсым минең урынға дежур итеп йөрөй ине, шуға вахтаға киттем. Эшкә килеүем булды, өҫтәлемдәге телефон зыңғырланы. Теге ҡыҙҙарымдың береһе икән: “Бөгөн сираттағы клиентым килә, сәғәтен килештем, һеҙҙә булам”, – ти. “Күренмә унда, әлегә фатирым буш түгел!” – тип ярһып ҡысҡырҙым трубкаға. “Улайһа, свидание ваҡытын күсерермен”, – ти был тыныс ҡына. “Инде миндә осрашырға ярамай, бөтөнләй ярамай, сәсрәп кенә китегеҙ шул клиенттарығыҙ менән!” – тинем асыу менән. Торараҡ был ҡабаттан шылтырата: “Барҙым, клиент нишләптер килмәгән, ә һеҙҙең фатирығыҙ эс яҡтан бикле, үҙемдәге асҡыс менән дә аса алманым!” Шул хаҡта ишетеү менән, эш урынын бер студентҡа ҡалдырып, ҡайтыу яғына йүгерҙем. Автобус көтөү ҡайҙа – тыным быуылып, эләгә-йығыла йәйәү тәнтерәкләйем, үҙем түгелеп илайым. Ҡаршыма осрағандар ситкә тартыла, аптырап ҡарап ҡала. Фатир бикле ине. Күпме генә ҡыңғырау төймәһенә баҫһам да, яуап биреүсе булманы. Атлығып сығып, тәҙрәләргә баҡтым, үрһәләнеп кире подъезға индем, үҙ аяҡтарыма үҙем тышалып, һөрлөгөп тә киткеләнем. Дыулаған тубығыма иғтибар итмәй, һаман алға ынтылам, ә тамағым төбөнән ҡыҫылып сыҡҡан һыҡтауға тартым өн таш стеналарға бәрлегеп яңғырай. Бар көсөмә ишекте дөмбәҫләйем, үҙем һамаҡлап ҡысҡырам: “Ҡыҙым, Сәлимәкәй, ас, үтенәм, ни булды һиңә?! Яуап бир, именлегеңде белгерт!” Оҙаҡ шауланым шулай. Юғары ҡатта йәшәгән егет сығып, түбәнгә ҡараны: “Ты чё, бабка, орешь как угорелая, весь подъезд на ноги поднимешь, что случилось?” Ул спортсмен егет миңә йыш осрай, иртәнсәк паркта йүгереп әйләнә лә аҫтағы балалар майҙансығында физзарядка яһай. Иҫәнләшеп йөрөһәк тә, исемен белмәй инем. “Улым, өҫ яҡтан беҙҙең балконға төшөп, ишекте ас әле. Ҡыҙым өйҙә ине, нишләптер тауыш-тыны тойолмай”. Егет юғалды, бер аҙҙан эс яҡта хәрәкәт, аяҡ тауыштары ишетелде. Тиҙҙән был өтәләнеп килеп сыҡты ла, көтмәгәндә ҡурҡыныс нәмәгә юлыҡҡандай, фатирына күтәрелде һәм ишеген шартлата ябып бикләп ҡуйҙы. Һаҡ ҡына баҫып, өйгә индем. Аш бүлмәһенә күҙ һалдым. Өҫтәлдә яртылаш эселгән шешә, ике рюмка, ҡабыр ризыҡ күренә, тимәк, бында табын ҡорғандар. Залдағы ҙурайтылған диванда туҙған түшәк күренә, йомарланған яҫтыҡ стена ҡырында ята, юрған яртылаш иҙәнгә һалынған. Асыҡ ишекле йоҡо бүлмәһенә ҡараным да ҡатып ҡалдым: ҡыҙым, минең берҙән-бер йән киҫәгем, сүкәйгән килеш йылылыҡ торбаһына аҫылынғайны. Кер бауына быуылған муйыны, сәстәр менән ҡаплағанлыҡтан, күренмәй тиерлек, башы, ҡулдары сыбыртҡылай түбән һалынған. Башым әйләнеп, иҙәнгә ҡоланым, әммә аңымды юғалтманым, аяҡ-ҡулдарымды көскә ҡымғырлатып алға шыуыштым. Һалҡын, ҡата башлаған кәүҙәне ҡосаҡлап тынып ҡалдым. Тамағым төбөнән һыҡтауға тартым иңрәү ағыла: “Нишләп кенә улайттың, мине кемгә ҡалдырҙың, балам? Ҡайт, ҡайт!..” Асыҡ ишектән килгән еләҫлек айнытып ебәргәндәй итте. Башымды бороп, тирә-яғыма ҡараным, күҙем иҙәндәге ҡағыҙ битенә һәм һибелеп ятҡан ҡағыҙ аҡсаларға төштө. Тигеҙ, матур хәрефтәр теҙелгән бер бит яҙыуҙы ҡулыма алдым. “Һин үҙеңде, йортоңдо, намыҫыңды ошо бысраҡ аҡсаларға һаттыңмы? Бына ни сәбәптән мине үҙеңә яҡынлатмағанһың икән! Әшәкелеккә, аҙғынлыҡҡа батҡан донъяны, фәхешханаға әүерелгән фатирҙы күрә алмайым, кеше тәне менән һатыу итеүҙе кәсеп иткән әсә менән ары ҡала алмайым! Тәнем бысранһа ла, таҙа йән менән китәм! Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу иң юғары гонаһ икәнлекте лә беләм, әммә мин ошо юлды һайланым. Бындағы йәшәү тегендәге тамуҡтан ҡурҡынысыраҡ түгелдер әле. Шул тамуҡта йәндәребеҙ осрашҡан хәлдә лә һине ғәфү итмәйәсәкмен, минән кисереү, ярлыҡау көтмә. Ҡал да ыҙаланып йәшә!” Яҙылғандарҙы кемгәлер күрһәтеүҙән ҡурҡҡандай, ҡағыҙҙы ҡабаланып усыма йомарланым. Көс-хәл менән тороп, болғаңлай-болғаңлай аш бүлмәһенә үттем дә, аяуһыҙ хөкөм ҡарарынан ҡотолорға теләгәндәй, ҡағыҙ киҫәген сынаяҡ аҫтына һалып, ут төрттөм. Үткәндәреңдән, хаталарыңдан ошо юл менән ҡотолоп буламы һуң?! Иҙәндә туҙрап ятҡан теге аҡсаларҙы ҡармап алдым да һүнеп өлгөрмәгән көл өҫтөнә һалдым. Улар ҙа һә тигәнсе янып китте. “Ләғнәт һеҙгә, бысраҡ аҡсалар! Ләғнәт һәм ҡарғыш! Аҡылһыҙ әҙәм балаһы ғүмере буйы һиңә табынып йәшәй, һинең өсөн юҡты бар итә, барын күбәйтергә ынтыла. Аҡса өсөн имандан яҙа, йәнен иблескә һата. Ә уны ғүмер ахырында нимә көткәнлеге билдәле. Аҡылһыҙ әҙәм балаһы тигәнем кем ул? Ул – мин, һин, улар...” Күңелемдән атағандарымды күрергә теләп, аларған ҡарашым менән тирә-яғымды байҡаным. Бер кем дә күренмәй. Бары һүрәнке яҡтылыҡ һәм ҡолаҡ тондорғос тынлыҡ. Тимәк, аҡылһыҙ әҙәм ул – мин, башҡа бер кем дә түгел. Сынаяҡ аҫтын алып, ундағы ҡара өйөмдө башыма түңкәрҙем. Түбәмде эҫе көл әсетте, сәстәрем шыжлап өтөлдө. “Шул кәрәк миңә, шул кәрәк!” Ҡолаҡтарымды устарым менән томаланым да ҡырағай тауыш менән ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ул арала йүгерә-атлай полиция кейемендәге кешеләр килеп инде. Күрәһең, егет хәбәр итеп өлгөргәндер. Ғәҙәти эш атҡарғандай, протокол төҙөнөләр, минән, күрше-тирәнән ҡултамға алдылар. Сәлимәнең кәүҙәһен бәке менән ҡырҡып бушатҡас, оло йомош атҡарғандай, сығып та киттеләр. Һуңынан саҡыртып, ҡыҙымдың үлеме хаҡында бирелгән белешмәне башҡа мәғлүмәттәргә ҡушып беркеттеләр ҙә, был ваҡиғала енәйәт элементтары юҡ тип, делоны ябып та ҡуйҙылар. Миһырбанһыҙлыҡ, хаяһыҙлыҡ хакимлыҡ иткән осорҙа кеше кешегә кәрәкмәй шул.

Ҡайғыһын һөйләгән Хәлимә тынып ҡалды ла, үҙ-үҙенә яза ҡарары сығарғандай, дауам итте:

Баламдың башын ашаған кеше булараҡ, иң ҡаты хөкөмгә тарттырылырға лайыҡмын. Тик үлеп кенә булмай. Сәлимәнең етеһен уҡытҡандан һуң аҫылынырға маташтым, әммә кер бауы серек булып сыҡты. Ултырғыстан аяҡтарымды алыу менән иҙәнгә гөрһөлдәнем: бары маңлайым һыҙырылды, терһәгем ҡаймыҡты. Барыр ерем, батып үлер күлем юҡ. Олоғайған көндә шундай яҙмышҡа тарырмын, тип кем уйлаған. Шәүләләй көн итәм.

Хәлегеҙгә инә, ғазаптарығыҙҙы еңеләйтә алмайым. Шәүләгә нисек кенә итеп ярҙам итмәк: ул тәнһеҙ, йәнһеҙ…

Ҡайтайым. – Хәлимә урынынан торҙо.

Бәхилләшәйек. Һиҙәм, беҙгә башҡаса осрашырға тура килмәйәсәк. Енәйәтсе енәйәтсене хөкөм итә алмай. Үтенәм – бар, кит...

22

Төш күрҙе. Йәнәһе лә, ул – бәләкәй генә, йомшаҡай ғына бесәй балаһы. Бохар әсәһенең йомшаҡ ҡосағына ҡулайлап һыйынған да тәмле, йылымыс һөт һура, ҡолағын әсәһенең наҙлы мырылдауы наҙлай. Уға рәхәт, уға шул тиклем дә рәхәт, тормошо бөтөн, түп-түңәрәк, йәшәйеше теүәл. Бына уны кемдер ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡулдары менән һәрмәп эләктереп алды ла ҡайҙалыр алып китте. Рәхимһеҙ ҡыланған кешенең буй-һыны Ғәзимдеке һымаҡ килбәтһеҙ, фиғеле Хәлимәнеке ише мәрхәмәтһеҙ. Шул ят йөҙҙәрҙе берләштергән һөйкөмһөҙ әҙәм эре аҙымлап барҙы-барҙы ла уны текә ярҙан түбәнгә быраҡтырҙы. Зыр килеп бушлыҡта әйләнгәндән һуң ҡапыл ҡараңғылыҡҡа сумды, шунан билдәһеҙ көс еңел генә итеп юғарыға тартты. Ҡабарынҡы йөн тәненә һылашҡас, йолҡош хәлендә ҡалды. Бәрсәкләнгән боҙҙарын шауҙырлатып аҡҡан йылға асмәйел йыртҡыс ише – шул тиклем дә һалҡын, шул тиклем дә бысраҡ. Ул киң үҙәнде тултырып йәйрәй, әле ҡарҙары иреп бөтмәгән туңғаҙаҡ ярҙарға бәрелеп алҡына. Йүгерек тулҡындар уны даръяның көслө ағымлы уртаһына ташланы ла елтерәтеп ары ҡыуаланы. Әллә ҡайҙан ҡарайып күренгән, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барған ярға ынтылырға маташа ла ул, ҡайҙа инде яҡынлау? Бына уға кемдер, ҡулын һоноп, ярҙам итергә ынтыла. Ғәлимйән бит был! Тирә-яҡ батҡаҡ булһа ла, аҡтан-аҡ күлдәк-салбарҙа. Бысраҡ йоҡмаҫ кейеме яҙғы ҡояш нурҙарында күҙҙәрҙе ҡамаштырып балҡый. “Нәйлә, бир ҡулыңды, ҡотҡарам!” Һуң ул бесәй балаһы ла инде... Ошо хәлдә Ғәлимйән уны ҡайһылайтып таный икән? Нәҙек, ҡыҫҡа тәпәйҙәрен һона, ә аралары алыҫлашҡандан-алыҫлаша… “Ғәлимйән, ҡотҡар! Мине түгел, ап-аҡ ҡына бесәй балаһын ҡотҡар!” Тегеһе әллә ишетте, әллә юҡ, яр башында ҡулын һонған килеш илап тороп ҡалды…

Һипһенеп китеп уянды. Бүлмә эсе ҡараңғы. Тышта эт олой икән дә баһа. Асыҡҡандыр мәхлүк, ул да тере йән бит. Мөштөрҙәп кенә кейенде, һыуытҡыстан колбаса киҫәге, икмәк һауытынан ус аяһылай түтәрәм алып, тышҡа сыҡты. Төнгө ыжғыр ел йомшаҡ халат аша тәнен үтәләй һуҡты. Өшөһә лә, инергә ашыҡманы. Һаҡ ҡына өндәшеп, этте янына саҡырҙы:

Пират, ниңә улай үҙәләнәһең, өшөнөңмө әллә? Һин ҡайҙа?

Эт, сабыулап килеп, сыйнай-сыйнай һырпаланырға тотондо.

Киске мәшәҡәттәр менән булышып, ашатырға оноттом шул, үпкәләмә, йәме? – Аҙыҡты сеүәтәгә һалды ла кире күтәрмәгә күтәрелде. Халат иҙеүен ҡулдары менән боҫормалап, аяҡтарын ишә баҫып тора биргәс, эткә өндәште:

Әҙәм балаһы илай-илай тыуа ла ғүмере буйы яңғыҙы этләнәме икән? Һин дә, мин дә, анау Хәлимә лә яңғыҙ. Ә бит әйләнә-тирәлә быуа быуырлыҡ халыҡ. Кеше кемгәлер кәрәк булғанда ғына йәшәйҙер ҙә, хәжәте ҡалмаһа, үлеп китәлер. Нишләп яуап ҡайтармайһың? Өнһөҙ-телһеҙһең шул, мәхлүк.

Кире инеп, түшәгенә ятты. Юрғанға ныҡлап уранды, бесәй балаһылай йомарланды, әммә йоҡлап китә алманы.

Ғәжәп, уйламағанда-көтмәгәндә Ғәлимйән төшөнә инәсе, әллә унан хәйер-саҙаҡа там итәме икән? Ҡайҙа ерләгәндәр икән Ғәлимйәнде? Моғайын, ауылға алып ҡайтҡандарҙыр. Ҡартайған әсәһе, ҡусты-һеңлеләре шунда, атаһы, яҡын кешеләре зыяратта ята.

Гөлбикә апаһынан Ғәлимйәндең сирләүе хаҡында ишеткәс, ауылдан килеү менән дауаханаға китте. Пакет тултырып күстәнәс алды.

Дауахана сәйер, һағайыулы тынлыҡ менән ҡаршы алды. Тротуар буйлап теҙелгән ағастарға тиклем хәсрәткә батҡан төҫлө. Ишек төбөндәге аҡ халатлы ҡатын уны күреү менән эшлекле һорашыуға күсте:

Һеҙ беҙгәме? Документтарығыҙ, йүнәлтмәгеҙ үҙегеҙ менәнме?

Миңә Ибраһимов Ғәлимйән тигән кеше кәрәк ине. Ул ошо бүлектә дауалана булһа кәрәк.

Санитарка стеналағы оҙон исемлеккә эйәген ҡаҡты:

Ошонан эҙләгеҙ. Ауырыу янына инергәме-юҡмы икәнлекте һәр ҡатта үҙҙәре хәл итә. Һорарһығыҙ.

Ғәлимйәндең палатаһы һигеҙенсе ҡатта икән. Тотҡарлыҡһыҙ үткәрҙеләр. Дүрт кешелек палатала әле икәү генәләр. Тәҙрә төбөндәге карауаттағы ҡаҡ һөйәк ир уға битараф ҡараш атты ла боролоп ятты. Стена ҡырындағы ауырыу әллә йоҡлай, әллә әүелйей. Палата хлоркаға уҡмашҡан ауыр дарыу еҫе менән тулған. Мөйөштә шешәләре бушаған система ҡулайламаһы күренә. Тумбочка өҫтөндә ашар аҙыҡ та, уҡыр китап та күренмәй. Ейер ризыҡтан да, күңел аҙығынан да ваз кискәндәр, тимәк.

Ғәлимйән… – Шыбырлап өндәште.

Кәүҙә ҡыймылдағандай итте, ҡарпыш ҡолаҡ ишек яғына ҡайырылды, мәгәр яңылыш ишетелеүгә тартым өнгә ышанып бөтмәгән йөҙ ҡайырылманы.

Мин килдем…

Ауырлыҡ менән боролоп, башын ҡалҡытты ауырыу. Тороп ултырҙы. Еренә еткереп биҙәнгән, затлы кейенгән ҡатынға танығандай ҙа, танымағандай ҙа итеп секерәйҙе, ҡыҙарған күҙҙәрен ыуып аҙапланды. Ҡарлыҡҡан тауышы менән яуап бирергә йыйынғайны ғына, ҡурылдайҙан килгән йүтәл быуҙы. Бер ҡулы менән эсен ҡосаҡлап, икенсеһе менән ауыҙын баҫып оҙаҡ ғыжылданы ауырыу. Тыныслана төшкәс, һөйәк тә тирегә ҡалған йөҙөнә йылмайыу ишараты сығарҙы:

Нәйлә… Нәйлә Иманбаева… Һин инде әллә?

Мин булмай, кем булһын! – Танылыуына ҡыуанып китте ҡатын. Күстәнәсен карауат эргәһендәге тумбочка өҫтөнә ҡуйып, ян-яғына ҡаранды.

Төптән килгән йүтәл үҙәккә үтә. – Кеҫәһенән ҡулъяулыҡ сығарып, ир ҡанға буялған усын һөрттө. – Тулы исемем менән өндәштең, тимәк…

Тимәк, йомошом һиндә. Тимәк, һин миңә бик-бик кәрәк булып киткәнһең!

Бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөү менән йөҙҙәре яҡтырып китте.

Йылмайыуҙы ла күптән онотҡайным, Нәйлә, нисектер рәхәт булып киттесе.

Улайһа, мин көн һайын килергә әҙер!

Кәрәкмәҫ, һин бит эш кешеһе. Беҙҙең хәлде белеүсе һирәк, шуға ултырғыс-маҙар ҙа юҡ шул. Ҡаршылағы бынау буш карауатҡа ултыр ҙа ҡуй. – Ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән Ғәлимйән карауаттың өҫтөн тигеҙләп тартыштырҙы, йомшартырға теләгәндәй, ҡаҡҡылап та ҡуйҙы.

Ғәлимйәндең ҡалын кәүҙәһе һиҙелеп йоҡарған, тән тиреһе һарғайыңҡырап күренә. Элекке бөҙрәләнеп һибелгән сәстәренә сал ҡунып, улар яҫы түбәгә, ҡаҡ һөйәккә ҡалып барған сикәгә һылашҡан. Ҡыҫҡа еңдән күренгән беләктәрҙәге ҡан тамырҙары ҡара көйөп сыҡҡан.

Ғәлимйән һынап ҡарауҙы тойҙо, оҙон бармаҡтары менән сәстәрен аралағас, усы менән ауыҙын ҡаплай биреп:

Бынау химиотерапия тигәндәре сәстәрҙе, ауыҙҙағы тештәрҙе ҡойоп бөтөрҙө, – тине. – Уның сихәте самалы, ыҙалатмағыҙ, тип баш тартыр инең, врач тәғәйенләгәс, мәжбүр итәләр. Нисек йәшәп ятаһың, Нәйлә?

Һәйбәт. Ҡайтып килдем әле. Ауылда бер кемем дә булмағас, Гөлбикә апайҙа туҡталдым. Шунда һинең хаҡта ишеттем.

Минекеләр ауылда булһалар ҙа, һуңғы йылдарҙа Өмбәткә юлым төшмәне. Бында килеп эләккәс, сығармаҫтар инде. Элек унда-бында сабыуларға дәрт төшмәй ине, хәҙер дарман етмәҫ.

Өмбәттә барыһы ла имен-аман.

Әсәйемә һуғылып китһәңсе. Ул бит һине яҡын күрә.

Ҡабалан ғына йөрөнөм.

Туғандарыма килгәндә, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Рәйсә менән мәктәптә уҡытҡан Мәрзиә һеңлеләрем, ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалды. Рәшит ҡустым өмөтһөҙлөк һылтауынан башын эскегә һалған. Розалия яғынан ҡайнаға килеп киткәйне бер көн. Ауылда минең хаҡта, үлгән, тип һөйләп бөткәндәр. Йәнәһе лә, тура ауылға апҡайталар. Рәшит, өйөмә мәйет индереп-сығарғансы, тура зыяратҡа илтеп күмдертәм тип, һуҡмыш баштан ҡәбер ҙә ҡаҙҙырып ташлаған, белекһеҙ. Бында мин йәшәү өсөн ҡырталашып ятам, тегендә иһә ҡаҙылған ҡәбер көтә. – Ғәлимйәндең ауыр йөк күтәргәндәй һалынҡы яурындары алға эйелә төштө. Бармаҡтарын ҡаушырып, ҡыу ағастай тарбайған тубыҡтары араһына төшөрҙө.

Бына күрерһең, төҙәлер ҙә китерһең! – Башҡа йыуатыр һүҙ тапмағас, шулай тине Нәйлә.

Онкология бүлегенә ауырыуҙар тымауҙан килмәй. Был үлем менән йәшәү араһындағы һуңғы туҡталыш. Көн һайын төндә каталка менән кемделер бөтөнләйгә бынан сығаралар. Беҙгә күрһәтмәҫкә тырышалар, әлбиттә. Барыбер иртәгәһенә үк беләбеҙ. Ишетмәгән хәлдә лә, эске һиҙемләү менән тоябыҙ. Һиҙгер, һынсыл ул бындағы халыҡ. Алай ҙа һинең йәшәүең яйлы, Нәйлә. Әгәр бергә ҡалһаҡ, һинән дә бәхетһеҙерәк кеше булмаҫ ине бөгөн.

Ниңә улай тиһең, Ғәлимйән?

Һин бит минең беренсе мөхәббәтем инең. Гел бергә уйнаныҡ, үҫә төшкәс тә айырылманыҡ. Ҡыйыулыҡты туплап, һиңә булған хистәремде әйтә алманым. Ғәзим гел генә егеттәр йыйылған ерҙә һеҙҙең мөнәсәбәттәрҙе ҡупыртып, шаштырып һөйләп маҡтанды. Ә мин ғорур инем, шул шапырыныуҙарҙы ысынға алдым. Яҙғаны шулдыр, тип Розалияны һайланым. Уны ауылға атай-әсәйгә күрһәтергә алып ҡайтҡан көндө Гүзәлдең һеңлеһе Әҡлимә һинән яҙыу килтереп тотторҙо. Розалияны өйҙә ҡалдырып, һинең яныңа йүгерә алманым шул. Юҡ, Розалия яҡшы ҡатын булды: эшлекле, хәстәрлекле, ихлас. Ул үлгәс, яңынан өйләнеп ҡараным. Шунан китте ҡуласалай әйләнгән тормош. Бына фанилыҡтағы һуңғы туҡталышҡа килеп еттем, ары – баҡыйлыҡ…

Бушты һөйләп, күңелгә шом һалма әле.

Нишләп буш булһын, ысынды йәшермәй әйтә белергә лә ҡыйыулыҡ кәрәк.

Һин ҡыйыу ғына түгел, көслө кешеһең.

Эйе, һуңғы һаламға йәбешер мәлдә килде инде ул тәүәккәллек тигәнең.

Бәлки, операцияға аҡса кәрәктер? Түләрмен, миндә бар ул. Хатта сит илдә дауаланып була, ә, Ғәлимйән?!

Әүрәтмә, Нәйлә, мин бит үҙ хәлемде үҙем беләм. Ошоға саҡлы берәү ҙә әжәлдән аҡса түләп ҡотола алмаған әле. Маңлайыма яҙылғанды күрермен, ә бында һине минең үтенес буйынса Тәңре үҙе әйҙәне.

Иртәгә лә, иртәнән һуң да килермен, йәме? Ә һин мине бөгөнгөләй йылмайып ҡаршыларһың.

Үтенәм, кәрәкмәй. Һинең хәтереңдә бахыр булып түгел, мыҡты кәүҙәле, бөҙрә сәсле булып ҡалғым килә. Ошонда бәхилләшәйек. Хәлде белеүеңә рәхмәт.

Ғәлимйән, – Нәйлә сумочкаһынан алмас киҫәге сығарҙы. – Ошоно таныйһыңмы?

Ҡулыңа килеп эләккән бит! Нисә йылдар үтһә лә, юғалтмағанһың!

Ул миңә яҡтылыҡ осмотон сәсеүсе берҙән-бер әйбер. Ул барҙа һин дә, мин дә йәшәрбеҙ әле, йәшәрбеҙ...

Палата ауыҙында шәфҡәт туташы күренде. Ауырыу, әҙерлеген белдереп, эйәген ҡаҡты ла ғәҙәти итеп әйтте:

Тамуҡ мейесенә тығырға көтәләр мине. Хуш.

Иртәгәһенә тағы килде дауаханаға. Коридорҙа шәфҡәт туташы туҡтатты:

Вы к кому?

К Ибрагимову.

Ваша фамилия?

Крестенко-Иманбаева.

Крестенко или Иманбаева?

Иманбаева.

Вам туда нельзя. Это пожелание, вернее, требование больного. Больше можете не приходить.

Кис һайын дауаханаға килеп, юғары ҡаттағы тәҙрәгә ҡарап тороуҙы ғәҙәткә алды. Ай самаһы шулай дауам итте, ә бер кис тәҙрәлә ут янманы, Иртәгәһенә лә, иртәнән һуңға ла…

23

Табиптар ҡулына килеп эләкһәң, еңел генә ҡотолормон тимә. Сәләмәтләнгәндән һуң да әллә ниндәй өҫтәмә анализдар тапшырырға ҡушалар. Билдәле сәбәптәр арҡаһында шәхси поликлиникаға күптән йөрөмәй ул. Үткән аҙнала ентекле тикшереүҙәр үткәйне, бөгөн иртән нишләптер яңынан саҡырттылар.

Таҡталай йоҡа, тыртыҡ кәүҙәле, ҡырыҫ ҡиәфәтле иргә – участка табибына – ошоға саҡлы бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәне булды. Был юлы ла ул, һөнәри этика һаҡларға теләптер, уҫал йөҙөнә ирәбелек һыҙаттарын көсләп йәбештерҙе. Төмөз танауындағы һөйәк тирәсле күҙлеген төҙәткеләгәс, эргәһендәге артһыҙ ултырғысҡа күрһәтте, шунан рәсми тонда төшөндөрөргә тотондо:

Тапшырған анализдарығыҙға килгәндә, улар шәптән түгел. – Хөкөм сығарғандай, ирендәрен ҡымтып мәғәнәле шымтайҙы. Елпеүес һымаҡ итеп тотҡан, ябай кеше шикләнерлек терминдар һәм һандар яҙылған һарғылт ҡағыҙҙарға ҡайтанан күҙ йүгерткәс, тыңлауһыҙ күҙлеген яңынан танауы төбөнә батырып, бойороулы тонда дауам итте. – Иң башта акушер-гинекологҡа, шунан эндокринологҡа күренегеҙ. Һул яҡ түшегеҙҙә мастопатия тапҡандар.

Ә нимә һуң ул?

Шеш. Күп осраҡта ул зарарһыҙ иҫәпләнә, әммә тапшырған анализдар, лимфа биҙҙәренең шешеп китеүе сирҙең етдилеге хаҡында иҫкәртә. Оҙаҡҡа һуҙмай, белгестәрҙән йүнәлтмә алығыҙ, рентгенография үтегеҙ. Иң һуңғы сиратта шуларҙың һөҙөмтәһе менән онкологҡа мөрәжәғәт итерһегеҙ. Ул юғары ҡатта ҡабул итә.

Онкологҡа?! – Ишеткәндәренә ышанырға теләмәгәндәй, ҡатын ҡабатлап һораны, арҡа буйын өшәндергес һалҡынлыҡ зымбырҙатты. – Бәлки, үҙегеҙ генә тикшерер ҙә ҡуйырһығыҙ? Мин һеҙгә тулыһы менән ышанам. – Яҡшы һүҙ, ыңғай һөҙөмтәгә өмөт иткәндәй, уның кисерештәренә битараф ҡалған күҙҙәргә ялбарып төбәлде. Битарафлығы аңлашыла – һөнәре шул, уға бит көн ағымында әллә күпме кеше килә, һәр ауырыуҙың көйәләнеүен, кисерештәрен үҙенекеләй ҡабул итә алмай.

Ханым, мин бит участка табибы, терапевт. Онкологҡа күренеү сирҙең раҫланыуы хаҡында һөйләмәй әле. Һеҙҙе бары консультацияға йүнәлтәбеҙ. Ыңғайға юрайыҡ. – Амбулатор картаны ябып, ҡатырға тышлыҡты ҡул һырты менән һыпырғас, исем-шәрифен ҡысҡырып уҡыны: – Наина Васильевна Крестенко. Һеҙ минең участка пациенты булараҡ, һорарға хаҡым да барҙыр – ниңә ошоғаса беҙҙең поликлиникаға, шәхсән миңә бер тапҡыр ҙа мөрәжәғәт итмәнегеҙ?

Бөгөнгө көндә айырым категорияға ҡараған пациенттарҙы ҡабул итеүсе ябыҡ дауалау учреждениелары барлығы бер кемгә лә сер түгел. Табипты өйгә саҡыртыу закон нигеҙендә тыйылмағандыр бит?

Юҡ, әлбиттә. – Табип уға һынап ҡараны. – Тимәк, һеҙ ошоғаса айырым категорияға ҡараған граждандар иҫәбенә индегеҙ инде?

Ниңә ошоғаса, мин әле лә унда мөрәжәғәт итә алам. Һеҙгә пациенттарҙың барыһы ла бер тигеҙҙер бит?

Бәхәсһеҙ. Тик шуныһы, сир-сырхау кешеләрҙе категорияға айырып тормай бит әле. Йә, һау булығыҙ. – Үҙенең барлығын да, юҡлығын да белдермәй, айырым өҫтәл артында ҡағыҙҙар өйөмөндә соҡонған шәфҡәт туташына өндәште. – Берәйһе бармы унда? Әйт, инһендәр.

Бер нисә көнгә һуҙылған тикшереүҙәрҙән һуң онколог кабинетынан ни үле, ни тере түгел килеп сыҡты. Түшенән рак сиренә әүерелә барған шеш таптылар. Операция көнөн билдәләнеләр.

Поликлиниканан ҡайтышлай машинаһын ҡала паркына борҙо. Йәйәүлеләр үтер тар һуҡмаҡтар ҡарҙан таҙартылған. Ҡыш уртаһы етһә лә, көн сағыштырмаса йылы, күк төпһөҙлөгө, ер өҫтөн япҡан ҡарҙың аҡлығы тирә-яҡты яҡты нурҙарға күмгән. Әйтерһең дә, тәбиғәт ана шул аҡлыҡтан һәм сафлыҡтан ғына яралған. Паркта ял итеүселәр әллә ни күҙгә салынмай. Эргәһенән һирәкләп үткән-һүткәндәр ҙә уға иғтибар итмәй, һәммәһенең үҙ ҡайғыһы, үҙ шөғөлө һәм хәстәре. Һуңғы айҙарҙа йортона инеп сығыу түгел, хатта кеҫә телефонына ла шылтыратмайҙар, хәлен дә белешмәйҙәр. Ошоға саҡлы уның менән танышлыҡ эҙләүселәр, әхирәтлеккә, серҙәшлеккә ынтылыусылар ире үлеү менән ҡомға һеңгән һыу тамсыларылай юҡҡа сыҡты. Ауырлыҡһыҙ һәм хәсрәтһеҙ еңел ғүмер иткән ҡатын сәскәләй һулығайны, артыҡ әйберҙәй сүп һауытына ырғытылды. Ғүмер уртаһына етеп килһә лә, хәләл көс менән ҡорған ҡәҙерле донъяһы, арҡа терәр яҡындары юҡ. Ул – кешеләр тарафынан онотолған әҙәм. Бөгөн үлһә, илаусы, эҙләүсе, юҡһыныусы, иҫкә алыусы ла булмаясаҡ. Операция көнөн билдәләнеләр, тик кем өсөн сәләмәтләнергә ынтылырға тейеш һуң әле? Ғәлимйән әйтмешләй, ул да һуңғы туҡталышҡа килеп етте, ғазапланһын өсөн Аллаһы Тәғәлә уға үҙ язаһын ебәрҙе. Ғазаптарын еңеләйтергә теләү – мәғәнәһеҙлек. Болғансыҡ көнитмеш ише яман сиргә дауаны уйлап тапмағандар әлегә. Гөлбикә апаһы, Ғәлимйән, инде килеп – ул...

Был ерҙән йәшелгә буялған мәсет манараһы асыҡ күренә икән. Инеп сығырға кәрәк, исмаһам, атаһына, әсәһенә, Ғәлимйәнгә инселәп саҙаҡа һалыр. Күпме тапҡыр йыйынды мәсеткә барырға, әммә ниндәйҙер эске өркөү, ятһыныу изге урынға килеүҙән тотто, тыйҙы. Хәҙер мөмкин.

Инде. Итектәрен һалды. Алдан әҙерләнмәгәнлектән, башына муйынындағы шарфын япты. Сапан кейгән, башына аҡ сәллә ураған түңәрәк һаҡаллы ир кеше ҡаршы алды һәм, күптән көткәндәй, ихлас сәләмләне:

Әссәләмәғәләйкүм, ҡыҙым! Беҙгә инеп, ҡайһылай һәйбәт иттең әле.

Һаумыһығыҙ, олатай. Яҡындарыма аят уҡытырға мөмкинме?

Бик тә сауаплы йомош артынан йөрөйһөң. Кем исеменән уҡырға?

Крест… Ғәфү итегеҙ, Иманбаева Нәйлә исеменән.

Ҡайһылай күркәм, иманға бай икән дә баһа исем-шәрифең. Әҙәм балаһының барыр һуҡмағын, йүнәлер тарафын ата-әсәһе ҡушҡан исем билдәләй. Тормош асҡысы, йәшәү асылы ул балаға ҡушылған исем. – Түңәрәк һаҡал көйләп аят бағышларға тотоноп китте.

Сығыр саҡта күңелен өйкәгән һорауҙы бирҙе:

Иң ҡаты яза, иң юғары хөкөм ниндәй ул, олатай?.. Төҙәлә алмаҫлыҡ сирме?

Сир хөкөм түгел, ул әҙәм балаһының алдына ҡуйылған бихисап һынауҙарҙың береһе генә. Иң ҡаты хөкөм – фани донъяла эҙ ҡалдырмай, кеше хәтеренә уйылмай юғалыу. Бына ямғыр яуа ла ергә һеңә. Тәү ҡарашҡа, ул юҡҡа сыҡҡан һымаҡ. Улай түгел шул, тамсылар ерҙе һуғара, сихәтләндерә, дымлы тупраҡтан ҡалҡып сыҡҡан үҫентеләргә йәшәү сығанағы бирә, ә тегеләре буй ебәрә, япраҡ яра, сәскә ата, шунан емеш менән ҡыуандыра. Кешенең иһә балалары, ҡылған изге эштәре киләһе быуындарға матур өлгө һәм изге аманат булып ҡалырға тейеш. Бына һинең атайың, әсәйең билдәле кешеләр ҙә булмағандыр, бәлки, мәгәр уларҙы онотмайһың, аят уҡытаһың бит. Әсәйеңдең исемен күңелеңдә йөрөтәһең, ә атайыңдыҡы паспортыңа яҙып ҡуйылған, тимәк, уларҙы һинең балаларың, балаларыңдың балалары онотмаҫ, гел хөрмәтләп иҫкә алыр. Был – кешелек тамырҙарын юллаусы шәжәрә. Ағас тамырҙары аша тупраҡтан һут алып йәшәй, ә кеше тоҡомо менән көслө һәм ҡеүәтле.

Мин – тамырһыҙ ағас…” Күңеле сығарған хөкөмдө баҫырға теләп, йәнә һораны:

Олатай, сирҙәрҙән дауалаусы, гонаһтарҙы кисереүсе изге урын бар, тип ишеткәйнем. Бәлки, миңә шунда барып ҡарарға кәрәктер? Кәңәш итегеҙ.

Һәр кем ҡылғаны өсөн Хоҙай алдында яуаплы, гонаһтарҙы бары Аллаһ үҙе кисерә. Ә һеҙ әйткән урын – әүлиә ҡәбере. Уның исем-дәрәжәһе – Мөжәүир хәҙрәт. Сирләп китһәгеҙ, килегеҙ, ер ҡуйынынан булһа ла ярҙам итеп ятырмын, тигән ул. Шуға ҡышын-йәйен ҡәберенән кешеләр өҙөлмәй, берәмләп тә, төркөмләп тә зыярат ҡылалар. Ниәт иткәс, барып ҡайтығыҙ, бәлки, файҙаһы тейер.

Һау булып тор, олатай.

Имен-аман ғына була күр, балам. Мәсет юлын таптың бит инде, килгеләп йөрө.

Бер ни тип тә яуап ҡайтарманы Нәйлә.

 

Иртәгәһенә таң ҡараңғыһынан сәфәргә сыҡты. Урал аръяғының үҙәге иҫәпләнгән ҡалаға 4–5 сәғәт самаһы барырға кәрәк, арғы яғын һорашыр-белешер. Элек шул ҡалаға поезд менән килә лә ары Өмбәткә автобуста юллана ине, әүлиә ҡәбере тураһында ла урыҡ-һурыҡ ишеткеләне. Эҙләгәнен табыр, ни тиһәң дә, бөтөнләй ят ер түгел.

Оҙон юлды ауырлыҡһыҙ үтте. Салон эсе йылы, кәйеф өсөн еңел көй ҡуйып ебәрҙе. Юлды яртылағас, офоҡтан ҡояш күренде. Күктән елгәрелгән ҡыш туҙаны зәңгәр күк йөҙөн ап-аҡ тәбиғәт менән тоташтыра. Шыршылар иңенә ятҡан мамыҡ ҡарҙар ҙа, әллә мотор тауышынан, әллә ағастарҙан-ағастарға төркөмө менән күскән турғайҙар ҡуҙғытыуынан ара-тирә ергә һибелеп, ҡояш нурҙарында емелдәгән ҡар бөртөктәренә яңы биҙәктәр өҫтәй. Йәнен өҙлөкһөҙ талаған шик-шөбһә аҙға ғына онотолғандай итте. Кафела тәғәмләнеп, ултырған килеш кенә ял итеп алды. Ойоған, талсыҡҡан тәнен яҙып алғас, рулде Ирәндек үренә күтәрелгән, яланғасланып күренгән ҡырсынлы һуҡмаҡҡа ҡайырҙы.

Бер-ике саҡырым да үтергә өлгөрмәне, бығаса ялт итеп балҡыған көн көтмәгәндә боҙола башланы: әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан болоттар тиҙ арала күк йөҙөн ҡапланы, ябалаҡлап ҡар яуырға тотондо, ҡибланан иҫкән киҫкен ел ҡарҙы һепертмәгә әүерелдерҙе. Уға ыжғыр буран ялғанды, буран дауыллы ғәрәсәткә олғашты, тәбиғәт күҙ менән ҡаш араһында яҡтынан ҡараңғыға сумды, бар тирә-яҡ төҫһөҙләнеп, ҡараңғыланып китте. Ошоғаса асфальттан еңел генә елгән машина бульдозер эткесе менән тар ғына итеп йырмасланған бормалы һуҡмаҡтағы өймәкләнергә өлгөргән йомшаҡ көрткә сумды. Ҡаршылыҡтарҙы йылдам янтайып үтеп, рулде уңға-һулға борғослауын дауам итте. Һиҙемләүенсә, утарға тартым ауыл ошо тирәлә булырға тейеш. Өйҙәр шәүләһен шәйләргә теләп, тәҙрәгә терәлеп тиерлек алға ҡараны, тик унда тотош стена булып ҡалҡҡан ҡар шаршауы ғына ағарып күренде. Бына машина кабинанан да бейегерәк булып ҡалҡҡан йомшаҡ көрткә сумды. Дүрт тәгәрмәс тә зырлап әйләнә. Урынынан ҡымшанмаған машина, ҡар ағымын дүрт тарафҡа борхолдата торғас, ниһайәт, ҡаты ҡар ҡатламына терәлде. Газ педаленә ҡат-ҡат баҫты Нәйлә, рәт сығара алмағас, ишекте ауырлыҡ менән этеп асты ла тыш яҡҡа атланы. Бата-сума машинаһын әйләнеп сыҡты, аптыраған көнөнән өҫ яҡтары ғына күренгән тәгәрмәстәрҙе типкесләне, алғы тәҙрәгә һылашырға өлгөргән ҡар ҡатламын еңе менән һыпырып төшөрҙө. Көн ҡапыл сасҡаулатып ебәргән, ҡуйынына тулған һалҡынлыҡ спорт костюмы аша тәнен үтәнән-үтә һуҡты. Селләгә үс иткәндәй, курткаһын асыҡ ишектән артҡы ултырғысҡа ырғытты ла моторҙо ҡабаттан тоҡандырҙы, тиҙлек рычагын уңлы-һуллы тартҡыланы. Файҙаһыҙ, машина бары көсәнеп үкерҙе генә. Тәңренән ярҙам өмөт иткәндәй, юғарыға ҡараны. Туҙырашып йөҙгән болоттар араһында, ара-тирә ялт-йолт итеп, ҡояш ярсығы күренгеләп ҡала. Көн иртә әле. Бында тиклем килеп еткәс, йәйәүләп кенә барып ҡарарғамы икән, тигән фекергә килде. Ишекте ябып, өшөгән ҡулдарына өрөп алды, машинаның мейесен тулы ҡеүәтенә ебәрҙе. Кабинала – урта кимәлдәге температура, автоматик рәүештә йылытылған креслола әлегә өшөрлөк түгел. Ҡаҙып һалынған юлға буран көрәп ҡар тултыра, алға ла китеп булмай, сигенерлек тә сама юҡ. Һул яҡ түшенең һулҡып ҡуйыуы уны айнытып ебәргәндәй итте. Үрелеп курткаһын алып кейҙе, көләпәрәне ялан башына ҡапланы һәм, ишек тотҡаһын эске ярһыу менән этеп, тышҡа сыҡты ла ойоҫҡоп уйнаған буран тулҡынына сумды. Ҡаршы иҫкән елгә быуылып, аҙға ғына туҡталып ҡалды. Ҡайҙа барырға, уңғамы, әллә һулғамы? Тоҫмал менән алға атланы, тубығынан юғары ҡар кисеп бер нисә аҙым яһағас, тәнен баҫҡан тәрән арыуҙы тойҙо, аяҡтарын саҡ ҡына хәрәкәтләндерер хәле юҡ. Әгәр артында ҡара нөктәләй генә булып күренгән машинаһын ташлап китһә, аҙашыр, сөнки ҡола яланда уңды-һулды айырыу, баҫҡан ереңде самалау мөмкин түгел. Икеләнеп ҡалды, кире боролдо, һалҡыная барған кабинаға тығылды ла, ултырғыс ҡулайламаһына башын һалып, тынып ҡалды. Моторҙы тоҡандырырға ярамай, сөнки бензин кәмегәндән-кәмей бара. Йоҡомһорағандай итте. Күҙҙәрен асҡанда уға ҡаршы ут көлтәһе яҡынлаша ине. Ҡабаланып курткаһын кейгәнсе тәҙрә быялаһына һуҡтылар. Ишекте асҡайны, кабинаға төлкө кәпәсле баш тығылды.

Ҡамалып ҡалып, тотҡонлоҡтан сыға алмай аптыраламы, һылыу? – Һаҡал-мыйығы ҡырылмаған тулы битле, тоташып тиерлек үҫкән яҫы ҡашлы, былтығыраҡ күҙ-ҡабаҡлы 35–40 йәштәр самаһындағы ир икән.

Эйе, баттым да ҡуйҙым. – Ҡаршыһында ҡотҡарыусы күргәс, теремекләнде. – Ярҙам итегеҙсе, миңә ҡаршылағы ауылға барырға ине.

Манһырҙағы әүлиә ҡәберенәме?

Шунда ине шул.

Бара алмаҫһығыҙ, мин үҙем гусеницалы трактор менән йөкһөҙ килеш тә саҡ юл ярып киләм. Тросығыҙ бармы?

Кире асфальт юлға сыҡтылар. Нәйлә куртка кеҫәһенә тығылды:

Мәшәҡәтләгәнем өсөн ғәфү үтенәм, күпме түләргә?

Ярҙам иткән өсөн аҡса алып байып булмаҫ. Рәхмәт әйтһәгеҙ, шуныһы ла баштан ашҡан.

Һеҙ ошо тирәләге ауылдандыр?

Беҙҙең яҡта иномарка тип аталған «ДТ» менән шыуышып көн иткәс, ошо тирәнеке буламдыр инде. – Ир ауыл еренә хас бер ҡатлылыҡ менән юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөп ебәрҙе. – Буран тимәй, дауыл тимәй, ҡатынымды бала табыу йортонан алырға тип китеп барам. Бишәү булып киттеләр, бишәүһе лә ҡыҙ. Уларҙы кейәүгә биреп, бирнә өләшә башлаһам, мөлкәтһеҙ ҡалыныр микән? – Ир тағы ғәмһеҙ һаһылдап ебәрҙе.

Күҙ асҡыһыҙ буранда, төҫһөҙ бөләңгертлектә яҡты, ирәбе кешене осратыуҙан күңелле булып китте. Нәйлә, яҡынынан кәңәш һорағандай, мөрәжәғәт итте:

Әгәр эргәләге ҡалала ҡунып, иртәгә ҡабаттан ынтылып ҡарағанда, үтә алырмынмы икән?

Моғайын, оҙаҡҡа һуҙмай асырҙар. Тик һеҙгә кәңәшем шул – барырға тырышмағыҙ унда, моғайын, әүлиә олатай һеҙҙе ҡабул итергә теләмәйҙер. Ишетеп белеүемсә, ҡат-ҡат килергә тырышып та кире боролғандар бар. Күрергә теләмәгәндәренә ҡыш көнө буранын сығара, йәй көнө ҡойма яуынын ебәрә. Бер ҡатындың йәйге аяҙ көндө зыяратҡа барып етә алмай быуындан яҙып ултырыуын күрҙем. Күрмәһәң – күр, ишетмәһәң – ишет, тиҙәрме әле? Хәлдәр бына ошолайыраҡ беҙҙең яҡтарҙа, һылыу.

Ҡаланы ситләтеп үтеп, ҡайтыу яғына юлланды. Төн таңға ауышҡас ҡына ҡайтып инде лә арманһыҙ булып түшәгенә ауҙы.

Батып барыусы караптан хатта ҡомаҡтар ҙа ҡаса. Виктор Николаевичты ерләгәндән һуң, төрлө сәбәп табып, хеҙмәтселәр тарала башланы. Пират менән генә ҡалдылар. Эт тә, бәлә килерен алдан хәбәр иткәндәй, төндәрен олоп сыға. Ә иртән, ғәйебен танығандай, ояһына боҫа. Күршеләге ҡарт кәртә аша ҡысҡырҙы:

Ҡаза саҡыра бит этегеҙ, ҡотолоғоҙ унан, аттырығыҙ!

Кем атһын уны?

Ҡорал тоторға рөхсәте булған һунарсымын, ярҙам итә алам.

Шулаймы ни? – Үтенесен әйтергәме-юҡмы тигәндәй, икеләнә биреп торҙо. – Беҙгә ингеләп йөрөгөҙ әле, олатай.

Ишегегеҙҙең ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем бит. Элек ҡатышып йәшәмәгәс, бөгөн килеп уңайһыҙ нисектер...

Уңайһыҙланмағыҙ. Хәҙер ишегемә йоҙаҡ һалмайым. Тотҡарлыҡһыҙ инә алаһығыҙ, минең эт һеҙҙе таный.

Этегеҙ таныйҙыр ҙа бит. Бөгөн кеше кешене танымай, шуныһы йәл, – тине ҡарт көрһөнөп.

Нәйлә этенә аҙыҡ алып сыҡты:

Кил әле, Пират, ашап ал, асыҡҡанһыңдыр.

Гел тиҫкәреләнгән эт ояһынан ылдый ғына килеп сыҡты ла, үҙенең һуңғы тапҡыр туҡланыуын һиҙгәндәй, алдындағы ризыҡты һоғаланып ашап ҡуйҙы. Шунан, эргәһенә килеп, ярлыҡау өмөт иткәндәй күҙҙәренә төбәлде. “Бик теләһәм дә, ҡалдыра алмайым, Пират. Мин китһәм, кем ҡулына ҡалаһың? Шул хаҡта уйланыңмы? Һин һәйбәт эт булдың, беҙҙе һиҙгер һаҡланың. Хушлашайыҡ. Рәнйемә…”

Бер аҙҙан артында атыу тауышы яңғыраны...

24

Һуңғы осорҙа ҡала буйлап йәйәү йөрөүҙе ғәҙәт итеп алды ул. Урамдар буйлап яйлап ҡына атлай. Туҡтала ла, күргәнен хәтеренә һеңдерергә теләгәндәй, оҙаҡ ҡына онотолоп тора. Шунан ары китә. Бөгөн дә шулай йөрөп ятыуы. Тыҡрыҡтан боролғайны, уң яҡта тимер рәшәткә менән уратып алынған ике ҡатлы йорт күренде. Ҡойма аша башын яртылаш урам яғына сығарған 9–10 йәштәр самаһындағы ҡыҙ ҡарай. Өҫтөндә – йоҡа куртка, аяҡтарында – ҡара буҫтауҙан әтмәләнгән, туҙа төшкән итектәр. Ҡарашы моңһоу, хатта ҡайһылыр кимәлдә ғазаплы, күҙҙәре һүнгән. Ирекһеҙҙән туҡталды.

Һаумы! – Асыҡ йөҙ менән ҡыҙҙы сәләмләне.

Һаумыһығыҙ. – Ҡыҙый, ниңә бәйләнәһең тигәндәй, екһенеп ҡараны.

Йорттоң ишек башына беркетелгән алтаҡталағы яҙыуҙы уҡыны: “Ышаныс” балалар приюты”.

Көн бигерәк һыуыҡ, һалҡын алдырыуың бар, инһәңсе.

Юҡ. – Ҡыҙый, тиҫкәреләнеүен белдереп, ҡарашын аяҡ осона ҡаҙаны.

Иртәгәһенә ҡыҙҙы йәнә шул уҡ урында осратты. Оҙағыраҡ торғандыр, тумбыҡҡан аяҡтарын алмаш-тилмәшләп, ҡаҙ тәпәйеләй ҡыҙарған ҡул остарына өрөп-өрөп ала. Уны ошо урында тап итеренә өмөтләнгәнгә, йылмайып ебәрҙе.

Бына бит, тағы тап булыштыҡ!

Ҡыҙ кисәгеләй ҡырыҫ күренмәй, шулай ҙа өндәшеүен яуапһыҙ ҡалдырҙы.

Таныш булайыҡ, минең исемем Нәйлә. Ябай ғына итеп, Нәйлә апай тиергә мөмкин.

Минең дә исемем Нәйлә. – Ҡыҙый ишетелер-ишетелмәҫ бышылданы.

Бына нисек! Тимәк, беҙ аҙаштар! Ә был пакет һиңә. Күстәнәс.

Беҙгә яттар ҡулынан бер ни ҙә алырға ярамай. – Күҙәтеп тороуҙары бар, тигәндәй, боролоп ишек яғына ымланы.

Әйҙә икәүләп инәйек. Мин барыһын да аңлатырмын.

Ҡаршы алған аҡ халатлы ҡыҙға сумочкаһынан паспортын сығарып һондо. Теге яһалма керпектәре аҫтынан сәнсеп ҡараны.

Мин Нәйләгә күстәнәс килтергәйнем, ә һеҙҙә тәрбиәләнеүселәргә рөхсәтһеҙ әйбер биреү тыйыла икән.

Ҡәтғи тыйыла!

Бына, – пакеттың ауыҙын асып күрһәтте, – кәнфит, емеш-еләк.

Быларҙы уға күрһәтегеҙ! – Ҡыҙ осло тырнаҡлы һуҡ бармағы менән “Заведующий” тип яҙылған ишеккә төрттө лә китеп барҙы.

Инергә мөмкинме? – Ишекте ярым ҡыҫып, рөхсәт һораны Нәйлә.

Рәхим итегеҙ! – Бәләкәй ағас өҫтәл артына саҡ һыйып ултырған саманан тыш йыуан ҡатын, тыны быуылып, уфылдап яуапланы. Ихлас саҡырғандай итһә лә, шешмәк күҙ ҡабаҡтары аҫтына боҫҡан зәңгәр күҙҙәр ризаһыҙ ҡарай. – Ҡулайлап бына бынауында урынлашығыҙ. – Стена ҡырына теҙелгән артһыҙ ултырғыстарҙың ишек төбөндәгеһенә күрһәтеп, үркәсле эйәген һелкте. – Һеҙ кемгә килдегеҙ?

Нәйләгә.

Баймырҙинаға, тимәк. Яҡыны булаһығыҙҙыр?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеме лә түгелмен.

– “Ышаныс”ҡа, ышаныс күрһәтеп, артыҡтарҙы, ташландыҡтарҙы килтерәләр. Был урын, ябайыраҡ итеп әйткәндә, йәмғиәт менән балалар йорто араһындағы… – Мөдир, ҡулайлы һүҙ таба алмай, сағыу буялған ирендәрен бер килке ослайтып ултырҙы. – Короче, перевалочный пункт. Сәйер. Бер кеме лә түгелһегеҙ, ә үҙегеҙ килгәнһегеҙ.

Осраҡлы ғына урамда тап булыштыҡ.

Урамда?!

Юҡ, бындағы ҡапҡа ауыҙында.

Аңлашылды. Килеүегеҙҙең маҡсаты?

Йомошом юҡ, бары уға күстәнәс кенә тоттормаҡсы инем.

Ярамай.

Ни өсөн?

Сөнки бала подачканы иртәгә лә көтәсәк.

Подачка түгел, күстәнәс. Әгәр көтә икән, иртәгә лә килтерермен, иртәнән һуңға ла.

Етем ҡорһағы – ете ҡат, бындағы етемдәрҙең барыһын да туйындыра алмаҫһығыҙ шул.

Кәрәк булһа, мин һеҙҙең учреждениеға ярҙам итә алам.

Шулай уҡмы? – Мөдир ҡыҙыҡһынып текәлде, мәгәр был юлы ҡарашы бер аҙ йылына төшкәйне. Ҡайҙан килеп инде әле был йомарт ханым? – Спонсорҙар табыу ҙур бәлә. Бүленгән аҡсаны өҙөп-тартып аҙыҡ-түлеккә еткерәбеҙ, ә бына ҡаралты-фәлән һатып алыу тураһында уйларға ла түгел! – Беҙҙең нисегерәк йәшәгәнде күрегеҙ, тигәндәй, ағас рамлы тәҙрәгә, еүешлектән обойҙары яртылаш һыҙырылған тар стенаға күрһәтте.

Ҡырыҫ мөдиргә тел асҡысы таба алыуына ҡыуанып, Нәйлә һүҙҙе икенсегә борҙо:

Нәйлә Баймырҙина бында күптәнме?

Бер ай тирәһе була. Ҡайтыр ере булмаһа ла, ҡапҡа ауыҙынан китмәй.

Ә ата-әсәһе?

Эш шунда – ата-әсәһе бер төптән аварияға эләккән. Улар икеһе лә элек балалар йортонда тәрбиәләнгән. Өйләнешкәс, ятаҡта йәшәгәндәр. Бына шундай ҡыҙғаныс тарих. Хәйер, бында еңел яҙмышлылар юҡ.

Ары ни эшләргә йыйынаһығыҙ?

Килеп эләккән баланы бында ике айҙан ашыу тота алмайбыҙ. Документтарҙы йүнләп бөтөрһәк, балалар йортона ебәрмәксебеҙ. Ҡыҙлыҡҡа алырға теләүселәр табылмаҫ, моғайын, хәҙер көн итеүе көндән-көн ауырлаша бит, хаҡтар көнләп түгел, сәғәтләп арта.

Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, мин уға килеп йөрөр инем.

Ниңә ҡаршы булырға ти? Тик уны берүк әүрәтмәгеҙ, алдаштырмағыҙ.

Әҙәм балаһын бит өмөт йәшәтә.

Әлеге осраҡта Нәйлә Баймырҙина нимәгә өмөт итә ала? Балалар йорто, әгәр һәләте булһа – юғары уҡыу йорто… Шунан ары түгел. Билдәле, бөгөн баҙар шарттарында йәшәйбеҙ, яҡты киләсәкте матди килем хәл итә.

Байлыҡ әҙәм балаһын ысын мәғәнәһендә бәхетле итә алмай.

Мөдир уға һөҙөп ҡараны:

Һеҙ әйткәндәр – етеш йәшәгәндәр психологияһы.

Бына таныштыҡ та, – ары һүҙ көрәштерергә теләмәй, Нәйлә урынынан ҡалҡты. – Бында килеп йөрөргә рөхсәт иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ә был күстәнәсте ҡыҙға тапшырығыҙ.

Мөдир пакетты тартып тиерлек алып, өҫтәл аҫтына йәшерҙе.

Хәҙер көн һайын бәләкәс Нәйлә янына килә башланы ул. Килгән һайын мөдиргә күстәнәс индерә, уныһы ҡәнәғәт, бер үтенесен дә кире ҡаҡмай. Бәлки, балаға берәй нисек ярҙам итә алырмын, тигән уй менән тыуыу тураһындағы таныҡлығының күсермәһен эшләп алды.

Һуңғы килгәнендә уны гел генә ҡапҡа ауыҙында ҡаршы алған ҡыҙый нишләптер күренмәне. Ҡабаланып эскә үтте. Нәйлә һыуыҡ алдырған икән. Бүлмә һалҡын, ел уйнап торғандай. Бала карауатында бесәй балаһылай йомарланған. Янып барған маңлайына усын баҫты:

Ауырып киттеңме, аҙаш?

Тамағым ауырта.

Бирешмә, йәме, яныңда мин бар бит.

Ә һин мине ташлап китмәҫһең бит?

Ҡайҙа ғына барайым… Ә мин емеш һуты килтерҙем. Эсәһеңме?

Юҡ. Ә һин миңә әкиәт һөйлә. Әсәйем йоҡлар алдынан гел әкиәт һөйләй торғайны, матур тамамланғанын.

Матур әкиәттәр белмәйем шул.

Белгәнеңде һөйлә!

Тыңла улайһа. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың иркә генә ҡыҙҙары булған. Ҡыҙҙары ҙурайғас, былар уға гәлсәр башмаҡтар бүләк иткән. Шул тиклем дә күркәм, шул тиклем дә матур, тирә-яҡҡа сихри нурҙар һибеп торалар, ти. Бабай ҡыҙына былай тигән: “Ҡыҙым, башмаҡтарыңды берүк һаҡлай күр, яттар күҙенә күрһәтмә, әгәр улар ватылһа, оло ҡаза килер”. Ҡыҙы атаһының әйткәндәрен иғтибарға алмаған. Кейеп сығыуы булған, башмаҡтарын ташҡа бәреп ватҡан да. Ысынлап та, бәхетһеҙлек килгән тормоштарына. Башта – әбей, шунан, ҡайғыһына сыҙай алмай, бабай үлеп киткән. Шунан ҡыҙ уҫалға, үслегә әүерелгән. Ҡаршыһына осраған һәр нәмәне ҡыйрата башлаған. Үҙенең ҡотһоҙлоғон ярлы булыуында күргән. Шунан көтмәгәндә ныҡ байып киткән. Тиҙҙән рәхәт йәшәүҙән дә арыған был. Тир түгеп тапмаған байлыҡ ҡәнәғәтһеҙлек килтерә икән дә баһа. Шул хаҡта белеп ҡалғас, оторо уҫаллашып киткән был. Һуңғы сиктә ағыу ағасына әүерелгән дә ҡуйған. Уның янына яҡынлаған бар тереклек һәләк була ла ҡуя, ти… Һин мине тыңлайһыңмы ул? – Нәйлә ҡыҙыйға һирпелде, тегеһе мышнай-мышнай йоҡлай ине. – Ә һин бәхетле бул, Нәйлә. Һаҡһыҙ ҡағылһаң, ваҡ киҫәктәргә сәсрәргә әҙер саф киләсәгеңде вата күрмә. Берүк ватма…

25

Ҡайтты ла, ҡулына ҡағыҙ-ҡәләм алып, өҫтәл артына ултырҙы. Һуңғы хатын яҙмаҡсы ул. “Бөтә булған мөлкәтте ҡала приютында йәшәүсе Баймырҙина Нәйләгә яҙҙырам. Юридик документтар әҙер. Мине
ауылда ата-әсәйем эргәһенә ерләгеҙ. – Теүәл адресты теркәгәс, һуңғы һөйләмен өҫтәне. – Ысын исем-фамилиям – Иманбаева Нәйлә Васил ҡыҙы. Ҡәбер ташына ла шулай тип яҙығыҙ”. Ҡағыҙ күренеп торһон өсөн ишек эргәһендәге стенаға беркетте, ерләү мәшәҡәттәренә тип әҙерләнгән янсыҡты күренгән ергә һалды. Аҡсаны абайлаһалар ҙа, яҙыуҙы уҡымаҫтар, иғтибарға алмаҫтар, моғайын...

Ҡара күн диванға арҡаһын терәне, башын артҡа ташлап, тынып ҡалды. Күҙ алдынан бер-бер артлы әсәһе, атаһы, Ғәзим, Виктор Николаевич, Сәлимә, аҡ бесәй балаһы, Пират йүгереп үтте. Йүгермәнеләр, ана улар, ҡаршыһына баҫып, ниңә әжәлгә этәрҙең, беҙ ҙә тере йән инек тә баһа, тигәндәй рәнйеп төбәлгән. Ниһайәт, уға ла сират етте. Булмышында – бушлыҡ, унда хис тә, тойғо ла, ҡурҡыу-өркөү ҙә, шатлыҡ-ҡайғы ла ҡалмаған. Йәне бар әлегә, һыҙлаулы күңеле бар. Иңрәүле ғазапҡа сыҙамай, йөрәге тапҡырын ҡапшаны башта, шунан быулыҡҡан бәғере йырылып, үкһеп илап ебәрҙе. Илай белмәй ине бит ул, белмәй ине. Бына, ниһайәт, тоҙло күҙ йәштәре тыйып торғоһоҙ ағым булып яңаҡтары буйлап аҡты ла ла аҡты. Һыҡтау тауышын ныҡ стеналар, тауышты томалаусы евротәҙрәләр үҙенә һеңдерҙе. Таш ҡапсыҡ, ҡабырсыҡ эсендә оҙаҡ буҙланы шулай, оҙаҡ сеңләне. Тора-бара һеңкелдәүгә күсте, шунан бөтөнләй тынып ҡалды. Тынысланғандай булғас, ҡулъяулығы менән сыланған биттәрен, еүеш күҙҙәрен һөрттө. Инде иламаҫ, тамсы ла йәше ҡалманы.

Сумочкаһынан теге алмасты килтереп сығарҙы ла, өҫтәл өҫтөнә ҡуйып, тәү күргәндәй иғтибарлап төбәлде. Уға энә осондай ғына яҡтылыҡ һеңгән дә тирә-яҡҡа сихри нур һибә. Унда Ғәлимйәндең киләсәккә булған хыял-өмөттәре, ынтылыштары яғылып ҡалғанмы әллә? Әллә тыуған еренең йәме, асылмаҫ сере йәшеренгәнме? Тәүге мөхәббәте, Өмбәт менән бәйләп тороусы берҙән-бер әйбер ул. Ғәлимйән юҡ инде хәҙер, ә ауылы – алыҫта ҡалған мөғжизәле әкиәт илендәй. Күпме генә ынтылһаң да, барып етеп булмаҫ инде...

Ауылдаштарына, атаһына, һауынсыларға, ферма мөдиренә, битенә ҡойроғо менән бәргән Ағунаға асыуланып, йәйләүҙән рәнйеп ҡайтҡаны иҫенә төштө. Етеш, хәсрәтһеҙ, мул тормошта йәшәргә хыялланғайны бит. Иреште хыялына. Баҡтиһәң, әҙәм балаһы ғүмере буйы ҡайҙалыр ынтыла, ә һуңғы сиктә ярыҡ ялғаш алдында ҡала икән. Кеше үҙен ғүмер башында – йәшәү офоҡтары киң саҡта ғына үҙен бәхетле тоя, тик үҙенең бәхетле икәнлегенә бик һуңлап ҡына төшөнә. Әгәр ҡулынан килһә, ошо бай йыһазлы коттеджды күҙ ҙә йоммай әсегән һөт еҫе һеңгән шыҡһыҙ йәйләүгә алыштырыр ине. Мөмкин түгел. Уның йәне, күңеле, хыялдары, ҡыҫыр ынтылыштары сыҡмаҫлыҡ итеп ошо таш ҡапсыҡҡа бикләнгән. Ул үлмәҫ элек үк таш ҡәберҙә. Нишләп һуң ошо хәлгә төштө? Гонаһ гонаһты тыуҙыра, аяғыңа уралған бәлә булмышыңды тышаған ҡазаға әүерелә. Барыһына фәҡәт үҙе ғәйепле, башҡа бер кем дә түгел. Шулай булғас, язаһын да тейешенсә ҡабул итер.

Йод, бинт, пластырь кеүек ваҡ-төйәк һалынған өҫтәл тартмаһынан йоҡо дарыуын килтереп сығарҙы. Йоҡлай алмай интеккәндә участка табибы яҙып биргәйне. Ҡабат-ҡабат йөрөмәҫ өсөн бер нисә ҡапты бер юлы алғайны. Үтә лә көслөлөр, инструкцияла ярты төймә генә эсергә ҡушылған. Зәңгәрһыу төҫтәге төймәләрҙе ялтыр ҡаптан айырып, усына тирҙе. Ниңәлер уларҙы иҫәпләргә керешеп китте: берәү, икәү, утыҙ, ҡырҡ биш… Ғәжәп, теүәл уның йәшенә тап килә икән дә баһа был төймәләр. Йәшәгән йылдары усына һыйған да ҡуйған. Хистәргә бирелергә теләмәй, иғтибарын ситкә йүнәлтте. Көн тағы боҙолғандыр. Ыжғыр ел, торбаларға инеп, әсе сыйнай, ҡар бөртөктәре ҡыштырҙап тәҙрәләргә бәрелә. “Китергә кәрәк!” Был һүҙҙәрҙе, үҙенә-үҙе бойорғандай, ҡысҡырып әйтте. Һыуытҡыстан минераль һыу сығарып, ҙур фужерға ҡойҙо. Өҫтәлдәге төймәләрҙе яңынан усына һыпырҙы, уларҙы ауыҙына оҙатҡас, тонсоға-тонсоға һыу эсергә тотондо. Тамам. Ҡылырын ҡылды. Артҡа сигенер, кире ҡайырылыр юл ҡалдырманы. Диванға һуҙылып ятты. Бер аҙҙан дарыуҙың ҡеүәтенән баҫлыға башланы. Фанилыҡтан айырылғыһы килмәгәнгәме, күҙ ҡабаҡтарын йоммаҫҡа ҡырталашты. Бына инде нисәнсе тапҡыр, алыҫтан, бик алыҫтан үҙәләнеп сыйнаған тауыш ишетелде, күҙ алдында аҡ йоморсаҡ пәйҙә булды. Тик һуңғы мәлдә ниндәйҙер рәхимһеҙ ҡул, бесәй балаһын эләктереп, ҡап-ҡараңғы, төпһөҙ упҡынға быраҡтырҙы.

Өҫтәлдәге таш киҫәгенең осҡоно ла, тоноҡлана барып, былт-былт итте лә бөтөнләйгә һүнде...

Өс көндән ҡала эргәһендәге бай коттедждан ритуаль хеҙмәт күрһәтеүселәр затлы табут, семәрле тәре, ҡара мәрмәрҙән юнылған ҡәбер ташы сығарҙы ла, катафалкаға урынлаштырып, ҡаланың урыҫ зыяраты яғына йүнәлде.

Повесть тамам.

Автор:
Читайте нас в