Все новости
Литература
6 Мая 2022, 10:00

ХӨКӨМ (повесть, 5-се өлөшө)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 5-се өлөшө)
ХӨКӨМ (повесть, 5-се өлөшө)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла.

Наина Васильевна тирә-яғына ҡараны. Август аҙаҡтарында һауа торошоноң үҙгәреүе, көндәрҙең ҡыҫҡарыуы һиҙелеп беленә: көндөҙ ҡыҙҙыра, кисен һәм төнөн ҡапыл һалҡынайта. Йә йәйҙән сыҡмаған, йә көҙгә инмәгән илаҡ миҙгел араһы. Ул да бит шундай йәшкә етеп килә: йәшмен тиер ине – әүәлге талсыбыҡтай кәүҙәһе ҡалыная төштө, хәрәкәттәре һәлмәкләнде; ҡартайҙым тиер ине – һаман дәрте ҡайтмаған. Ҡайһы саҡ тиреһенә һыймай һытылырҙай хәлгә килә, тәне берсә утта яна, берсә боҙло һыуға сумғандай ҡороша. Кәйефе лә тотороҡһоҙ, тиҙ үҙгәреүсән. Әле Ялтаға ялға китер алдынан тикшереү үткәндә ошо хаҡта зарланғайны, табип-терапевтың иҫе лә китмәне:

Это возрастное. Пройдет.

Значит, старею?

Нет. Вы в полном расцвете сил! – Өҫтәл артында ҡағыҙҙар тултырып мәшәҡәтләнгән табип башын ҡалҡытмай ғына килешле комплимент әйтеп ҡотолдо.

Виктор Николаевич, олоғайһа ла, эшенән китмәне. Ә бына түшәктә кәренең, ир ҡомарының ҡайтыуы һиҙелә. Онотҡанда бер ашыҡ-бошоҡ иркәләй ҙә, һырты менән боролоп, ҡарт бесәйҙәй ойоп та китә. Юғиһә, йәш ирҙәргә ҡаш һикертеп, бындай гонаһтарға батыр инеме? Яттар менән түшәк бүлешеүе ҡырағай нәфсене ҡандырыу ғына түгел. Ундай мәжнүндәр менән иренә килешеүҙәр төҙөү, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу күпкә еңел. Юҡ-юҡ, был хаҡта Виктор Николаевич белмәй, еңел генә уртаҡ тел таба алыуын үҙенең дипломатик оҫталығы тип тә һанайҙыр, бәлки. Бөтә финанс ойоштороуҙарҙың артында Наина-Наилә тора, күҙгә күренмәй килгән килемдәрҙең тәүсығанағы – ул. Тик бына һуңғы бәйләнеш көтмәгәндә бәләгә килтерҙе. Нишләп кенә шул елғыуар-тинтәккә бәйләнде инде? Йәш ине шул суҡынмыш, ҡарыулы ине. Шуға ҡыҙыҡты…

Эйе, Наина Васильевна – йортта тулы хужабикә, һәр әйтелгәнде, ҡушҡанды тайпылышһыҙ үтәүҙе талап иткән ханбикә. Дубайҙан тура ошонда ҡайтып төштөләр. Тупһаны ашатлағандан алып йөҙөнә үҙгәрмәҫ битарафлыҡ битлеге кейҙе, ҡусҡарҙай ҡабырсағына йомолдо. Ул хеҙмәтселәре өсөн – үткәне булмаған, бөгөнгөһө менән генә йәшәгән мәңге асылмаҫ сер йомғағы. Таныштары сит ил паспортына яҙылған урыҫ исеме менән өндәшәләр, башҡа милләттән икәнлеген Виктор Николаевичтан башҡа берәйһе беләме икән? Бында килгәс, сауҙа институтында юғары белем алыуы тураһындағы ҡыҙыл дипломды алдына килтереп һалдылар. “Алыш-биреш өлкәһендә алыштырғыһыҙ оҫтамын шул…” Ҡатырғаға күҙ һалғас, йөҙөнән әсе йылмайыу йүгереп үтте.

Ғаилә тормошона килгәндә, тәүге көндән үк һин дә мин йәшәп алды ла киттеләр. Виктор Николаевич иртәнән алып кискә тиклем эшендә юғала, һуң ғына ҡайтып инә. Оҙон өҫтәл артында әһәмиәтһеҙ һәм мөһим булмаған яңылыҡтар хаҡында арлы-бирле хәбәрләшеп киске аш ашайҙар ҙа ире яңынан кабинетына инеп бикләнә, үҙе менән эшенән алып ҡайтҡан килешеү проекттары, башҡа рәсми ҡағыҙҙар менән таныша. Ҡағыҙҙарҙағы миллиондар менән эш итеп, уларҙы таба һәм арттыра белһә лә, эш хаҡына, ҡулына ингән меңәрлектәргә бөтөнләй иғтибарһыҙ, аҡсаны тулыһы менән кәрәк-яраҡҡа ҡатыны тотона.

Тәүге осор, ауырға ҡалыуҙан ҡурҡып, һаҡланып маташты. Һуңынан инде, күпме генә өмөтләнмәһен, көткәне килмәне. Йәшәү мәғәнәһе, донъя
йәме һәм ҡото икән бала. Түлһеҙлек кемеһенәндер – был хаҡта төпсөнмәнеләр, һүҙ ҡуҙғатманылар, тәмһеҙләшмәнеләр, бер-береһен ғәйепләмәнеләр. Тағы ла тиҫтә йылдан ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне: еренә еткереп биҙәнгән, үҙен юғары кимәлдә тота белгән, иномаркала оҫта елдергән ҡатындың сығышы ауылдан тип әйтеп ҡара, торғаны бизнес-леди!

Тәүге тапҡыр руль артына ултырғас, Өмбәткә ҡайтып урағыһы килде. Кешеләр менән аралашҡанда хистәрен, күңел торошон йәшерә, ә инде яңғыҙы ҡалғанда үткәнен һағынған ялан аяҡлы ауыл ҡыҙына әүерелә. Бала саҡта атаһы яҙғы үләндәй асыҡ йәшел төҫтәге велосипед алып биргәс, ҡыуанысынан ауылдың бер осонан икенсе осона елдереп, юҡ, ҡоштай осоп үткәйне. Өр-яңы машина асҡысын ҡулына алғанда шул теләк яңынан уянды. Ҡайтыр, әммә унда буш ҡул менән күренә алмай, ата-әсәһенә вәғәҙәләгән, әйтеү әйтеп нығытҡан бурысы бар.

Ритуал хеҙмәттәр бюроһына барып, өҫкө өлөшөнә пар аҡ күгәрсен һыны ҡунған, аҫҡы яғына ҡуш балдаҡ һуғылған, бронза хәрефтәр менән исем-шәрифтәр яҙылған ике метр бейеклегендәге ҡиммәтле ҡара мәрмәрҙән ҡәбер ташы эшләргә ҡушты. Заказы әҙер булғас, йөк машинаһы яллап, теге бюро хеҙмәткәрҙәрен эйәртеп ауыл яғына ҡарай елдерҙе.

Йәненә яҡын ялан-ҡырҙарҙы күргәс күңеле елкенер тиһә, киреһенсә, унда яҡынайған һайын кәйефе ҡырылды. Элекке урындарҙы таныны ла, таныманы ла: баҫыуҙарҙы япҡан билсән туҙғаҡ мамығын елдә ойоҫҡота, ауыл эргәһендәге ырҙын табағы, иген келәттәре, трактор паркы, тимерлек ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, урын-урыны менән нигеҙҙәре генә ҡалған ауыл теше төшә башлаған йәмһеҙ ауыҙҙы хәтерләтә, элекке ағас мәктәп тә ташландыҡ күренә, биләмәһен ҡый үләндәре баҫҡан. Уның ҡарауы, тау битләүендә мәсет балҡып ҡалҡҡан. Хужаһыҙлыҡтың ҡап уртаһында иман йортоноң төҙөлөүе емереклектән, әлеге аяныслы хәлдән сығырға ынтылыуҙың берҙән-бер рухи билдәһе һымаҡ күренә. “Мәсеткә халыҡ йөрөймө икән?” Тәүге уйы шул булды. Урамға килеп ингәс, таныш ҡапҡаға ҡайырылды.

Гөлбикә апаһы кесерәйеп, кәлберләп киткән, йөҙө тартылған. Йорто эргәһенә машиналар килеп туҡтағас, солан күтәрмәһенә сығып ярпайып ҡатты берауыҡ, шунан, оло ҡунаҡ ҡабул иткәндәй, ҙур ҡапҡаны шар асып ебәреп урамға сыҡты.

Һаумыһығыҙ! – Машинаһынан сыҡҡас, танытырға теләп, ҡара күҙлеген һалды Нәйлә.

Кем икән тип аптыранып торамсы, Нәйлә ҡыҙым, һин түгелме?

Эйе, мин. – Йоҡа, шау һөйәккә ҡалған кәүҙәне ҡосағына ҡыҫты, сал сәсле башҡа танауын терәп еҫкәп тә алды. – Ҡабул итәһегеҙме?

Бынағайыш, урынһыҙ хәбәрҙе сыбалтасы, әйтерһең, беҙгә сит-ят инде. Әйҙүк! – Гөлбикә ҡоласын йәйеп ихлас һөйләнде.

Машиналағыларҙы саҡырыу кәрәкмәй, улар ялланғандар, аҡсаһы ла артығы менән түләнгән. Хәҙер атайым менән әсәйемдең янына барып әйләнәм дә һеҙгә инеп сығырмын.

Йә. Ә мин бында самауырымды яңыртырмын. Зыярат тигәндәй, тәүҙә мулланан рөхсәт алып аят уҡыт, шунан ғына тәүәккәлләрһең, ни тиһәң дә, унда ауылдаштарың, яҡындарың ята.

Беҙҙәге Ғабдулла мулла үлеп ҡалған түгелме? Ситтән берәү килдеме әллә?

Иншалла, хәҙер мәсет тә төҙөп ҡуйҙылар, муллабыҙ ҙа үҙебеҙҙеке.

Кем?

Фәтих мулла. Пенсияға сығыу менән ихласлап дингә бирелде лә китте. Өфөлә уҡып та ҡайтты.

Ундай шылғаяҡтар утта ла янмай, һыуҙа ла батмай инде ул. Ҡартайған көнөндә йылы, төшөмлө урын тапҡан…” Шулай уйлаһа ла, һүҙҙе икенсегә борҙо ҡатын:

Ярай, мин оҙаҡламам. Апай, бынауҙарҙы индер әле, һиңә тип күстәнәс алып килгәйнем.

Юҡ менән мәшәҡәтләнеп расхутланмаһаңсы, һин миңә үҙең күстәнәс, ҙур бүләк!

Мәсеткә барманы, һәүәҫкәр мулланы ла эҙләмәне, тура ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа күтәрелде.

Зыяратта тәрән тынлыҡ. Бында ел дә иҫмәй, тау артындағы шишмәнең шылтырауы ла ишетелмәй, ваҡыт ағышы ла туҡтап ҡалған һымаҡ. Эҙләгәнен тиҙ тапты. Йылдар үтеү менән ҡарауһыҙға әүерелгән ҡәберҙәрҙең өҫтөн ярым ҡороған үлән ҡатламы япҡан, тупраҡ өйөмдәре һеңә барып ер менән тигеҙләнә яҙған. Атаһының хөрмәтенә тимерҙән эшләнгән, бер яҡҡа аушая төшкән йондоҙло обелискыны ла һоро тут япҡан.

Инеүселәргә бойорҙо:

Плиту ставьте между двумя могилами. Старые камни и этот обелиск желательно не трогать!

Ялланыусылар ығы-зығыһыҙ, йылдам ҡыймылдап эшкә кереште: үҙҙәре менән килтергән цементты иҙҙеләр, тәғәйен урынды ҡырсын-таш менән нығыттылар. Зыярат уртаһында аҡ төҫкә буялған тимер кәртә эсендә мәрмәр таш ҡалҡты.

Расплатилась с вами в полном объеме. До свидания!

Эргәһендәгеләр күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты.

Һаумыһығыҙ, атай, әсәй! – Тамағы төбөнән ҡалтырауыҡлы өн һығылып сыҡты. Ниңәлер келт итеп бер ваҡиға хәтеренә килде.

Башланғыс класта уҡығанында түбәнге ос Фәндиҙә менән нимәгәлер эләгешеп киттеләр ҙә теге, еңә алмағас, уҫал хәбәрен әйтте:

Васил олатай менән Сания инәй атайың да, әсәйең дә түгел, бик беләһең килһә! Һин – ташландыҡ!

Ҡайтарыр яуабы булмағас, Фәндиҙәне яҙғы күләүеккә этеп йыҡты ла, тегенең сәрелдәп, ғауға һалып илауына иғтибар итмәйенсә, өйҙәре яғына ҡарай йүгерҙе. Бикле ишекте асып инде, сумкаһын, өҫ кейемен нисек етте, шулай сисеп ырғытты һәм, асыуын кемдән алырға белмәй, үсле күҙҙәрен өй эсенән йүгертте. Бөтә урында ла тәртип, таҙалыҡ, бөхтәлек, тик ишек төбөндә ятҡан итектәренең ҡойоһо иреп иҙәнгә йәйелә бара. Балаҫ киҫәгендә ятҡан бохар бесәйе бәләкәй балаһын ҡәҙерләп ҡосаҡлаған да имеҙеп ята. Күҙҙәрен йомоп ирәүәнләүенә ҡарағанда, уның йәшәйеше теүәл. Элек бер юлы дүрт-биште көсөкләне, хәҙер олоғайҙы инде, һуңғы тапҡыр ошо ап-аҡ йоморосайын ғына килтерҙе лә көндәр буйы йөнтәҫ ҡосағына һыйындыра. Ҡыҙыл моронло, зәңгәр күҙле наҙлыҡай ҙа һырпаланырға, иркәләнергә ярата. “Әсәһе булғас, хатта ошо бесәй балаһы ла минән ҡәҙерлерәк. Күрһәтәм күрмәгәнеңде!” Ҡыҙ яһилланып ырғып торҙо, ҡойондай өйөрөлөп кейенә башланы, имсәккә сат йәбешеп ятҡан бесәй балаһын эләктереп тышҡа атылды, яртылаш ирегән алағарҙы кисеп урман яғына ҡарай йүгерҙе. Бышлыҡты, тыны быуылды, итек ҡуныстарына ҡар тулып аяҡтарын өшөттө. Бына Саптырма Таш. Был ҡашлаҡтан урман-ҡырҙар, туғай-болондар ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Ике тау тоташып улаҡланып ятҡан оҙон, тәрән үҙән таш ҡаяға барып ялғана. Ошо аралыҡҡа ҡышҡы бурандар тыңҡыслап көрт тултыра. Яҙ ҡояшы йылыта башлау менән үҙәндә өйрәләй күлбегән ҡарлы һыя барлыҡҡа килә, ә апрель урталарында инде ана шул боҙ ҡамауында тыйлығып ятҡан нәмә, тиҙлеген арттыра барып, улаҡ буйлап йүгерә лә елгәрелә-елгәрелә ҡаянан түбән ташлана. Әле үҙән алҡынып ятҡан күбекле тулҡындар менән тулған. Нәйлә ҡая ситенә килде, аҫта Саптырма Таштан атылған ағымдан, тирә-яҡтан килеп ҡушылған ваҡ йырғанаҡтарҙан көс-ҡеүәт алған Селтербей шишмәһе болғансыҡланып үкерә. Башы әйләнеп, кире тартылды. “Нишләп килдем әле бында? Әллә ҡайтырға ла китергәме? Юҡ инде!” Күҙҙәрен сытырҙатып йомдо, киҙәнеп, ҡулындағы бесәй балаһын ҡая аҫтына ырғытты: “Дөмөк шунда!” Үҙәләнеп мыяулау ҡолағына салынды, тик уны шундуҡ яҙғы ташҡын тауышы йотто. Һиҫкәнеп китте: “Уйламағанда нимә эшләнем әле, бесәй балаһының ни ғәйебе бар?..” Ҡурҡып ҡына түбәнгә ҡараны. Ҡорбанын йотҡан ҡара ташҡын ҡәнәғәт кикереп уфылдап ҡуйҙы. Төҙәтә алмаҫлыҡ хата ҡылынғайны. Урынында тыбызыҡлап тапана биргәс, аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтыу яғына йүнәлде. Өй ишеген асып инеүе булды, яр һалып мыяулаған, үҙенә урын тапмай үрһәләнгән бесәй ҡайҙалыр сығып сапты. Рыя ҡыланып түргә үтте, мейескә күҙ атты. Унда утын тултырып ҡуйылған, тоҡандырып ебәрергә туҙына ҡәҙәр әҙерләнгән. Ҡояш көлөп торһа ла, төндәрен һалҡынайта, шуға көндөҙ өйҙө йылытып алмайынса булмай. Ул мәктәптән һуң мейескә яға, шунан дәрестәрен әҙерләй башлай, төшкөлөккә атаһы, әсәһе ҡайтып инә. “Иркәнең юғалыуы бер ни хаҡында ла аңлатмай бит әле. Тағы нимә эшләргә?” Шырпы һыҙып, ялҡынды туҙға яҡын килтерҙе. Ҡоро утын ныҡлап тоҡанып киткәс, ҡулына бәрхәт тышлы альбомды алды, ысбутҡа таянды ла үҙенә ҡағылған барлыҡ фотоларҙы берәмләп утҡа ырғыта башланы. Бына һуңғы бит тә ябылды. «Тиҙ төшөнөрҙәр эштең нимәлә икәнлеген. Ошонан аҙаҡ нимә тип яуап бирерҙәр икән?»

Бохарҙың юғалыуын ҡайтыу менән үк абайланылар, кәртә-ҡура тирәһенә сығып әйләнделәр, ҡат-ҡат унан төпсөндөләр: “Иркәне күрмәнеңме, балам, үҙе лә, балаһы ла юҡ. Ҡайтып ингәнеңдә эйәртенешеп сығып китмәнеләрме? Улай тиһәң, урынынан ҡуҙғалмаған бесәй, яңы аяғына баҫҡан балаһын эйәртеп, ҡайҙа ғына барһын инде…” Ә альбомдағы фотоларҙың биттәрҙән һыҙырып алыныуы икенсе көнгә билдәле булды. Өсәүләшеп өҫтәл артына ултырғас, атаһы менән әсәһе, һынаулы текәлеп, ғәйепләгәндәй итеп ҡараны. Тамағын ҡырып алғас, атаһы тауышын күтәрмәй былай тине: “Һин беҙҙең иң яратҡан, ғәзиз балабыҙ. Әйткәндәремдең ысын икәнлегенә ышанаһыңмы, ҡыҙым?” Нимә тип кенә яуап бирһен инде Нәйлә? Ҡулдары өҫтәл аҫтында күлдәк итәген йомарлай, башы эйелгәндән-эйелә бара...

Теге саҡтағы һорауыңа бөгөн яуап бирәм, атай. Һеҙгә ышанам, ышаныу ғына түгел, инанам. Тик игелегегеҙгә яуызлыҡ менән яуап бирҙем, үлемегеҙҙә бары мин генә ғәйепле. Ярлыҡау өмөт итмәйем… Бына, ғәйебем булһа ла, ҡайттым. Ҡылғанымды еңеләйтеү, кисереү мөмкин түгел, әммә яҙмыш хөкөмөн саҡҡа ғына еңеләйтеүегеҙҙе һорайым...

Ҡояш байыу яғына ыңғайлағанлыҡтан, күләгәле ҡара таш уның өҫтөнә ауып барғандай тойолдо, йөҙөн күләгәләне...

15

Иркен, бөхтә итеп йыйыштырылған өйҙөң төпкө яғына сәй табыны әҙерләнгән. Өҫтәл түрендә быуын борхотоп еҙ самауыр шыжлай. Ҡабарып бешкән йылы икмәктән хуш еҫ тарала, йомартлыҡ билдәһе итеп ике урынға оло йомарлам май ҡуйылған, ә табын түрендә – Нәйлә килтергән күстәнәс: торт, ҡиммәтле кәнфит, емешеләк. Хәстәрләнгән һыйхөрмәттән генә түгел, тотош йорттан ҡот, бәрәкәт бөркөлә төҫлө. Ябайлыҡты, ихласлыҡты тойоуҙан рәхәт булып китте. Хужабикә уны күреү менән ҡыҙыҡһына һалды:

Юлдаштарың ҡайҙа? Уларҙы үҙең менән эйәртһәңсе, әҙерләгән һыйым бөтәгеҙгә лә етерлек.

Ҡабаландылар. Эштәрен бөтөрҙөләр ҙә ҡайтып киттеләр.

Мәшәҡәттәрен иртәгәһе көнгә ҡалдырмай тамамларға өтәләнәләрҙер инде, хәҙер бит орҙо-бәрҙерәк, ҡабалан заман. Әҙәм балаһы баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң да өс көнлөк эше ҡалыр, ти. Өтәләнеп кенә теләгәнеңә ирешһәң, башлағаныңды кисектермәй ослаһаң ине лә ул... – Гөлбикә өҫтәлгә әйҙүкләне, үҙе көнитмешенә ябай ғына итеп аңлатма бирҙе. – Ошолайтып ығырлап-шығырлап йәшәп ятҡан көн әле. Камил ағайың һаман да шул урынында, лесхозда, Әҡлимә медицина институтында уҡып йөрөй.

Әҡлимә шулай үҫеп тә еттеме ни? Ә ул күҙ алдымда һаман да елбәҙәк ҡыҙ бала төҫлө.

Шулай булмай тағы, күрмәгәнеңә ни ғүмер! Ул тәүҙә училище тамамлағайны, шуға әлеге мәлдә белемен дә ала, бер юлы балалар балнисында ла эшләй. Үҙ көнөн үҙе күрһә лә, хәлемдән килгәнсә ярҙамдан өҙмәйем. Бигерәк бала йәнле инде, үҙе һаман кейәүгә сыҡмаған, йыйынмай ҙа һымаҡ.

Ҡабаланмаһын, ишен-тиңен осратмайҙыр һаман.

Улай тимә, ҡыҙ кешенең һуңламай башлы-күҙле булыуы хәйерле. Училищены бөтөргән йылы күрше ауылдан һоратҡайнылар, институтҡа барам тип һылтаулап, еҙнәйеңдең служагының трактарис улын үҙһенмәне. Ҡарап тороуға арыу ғына егет ине, ҡулы оҫта, өйләнмәҫ элек үк яңы өй бөтөрөп ҡуйған, кәртә-ҡураһы ла әҙер. Бар ҙа йәшә лә кит инде.

Үҙ көсөң менән ҡорған донъя ҡәҙерлерәк.

Тормошто ҡыйыҡһыҙ башлап ебәреүе лә еңелдән түгел. Йылдар үтеп баҙары төшһә, башҡа яусылатмаҫтар ҙа әле, шунан ҡалыр яңғыҙ кәкүктәй моңайып. Еҙнәйең ҡуйынына сымылдыҡ артына ингәндә яңы ун һигеҙем тулғайны, бөгөнгө ултыраҡ ҡыҙҙар егерме биштә лә йәш иҫәпләнә, ташҡа үлсәйем. – Тора-бара әңгәмә барышын үҙгәртте хужабикә. – Камил менән килен, яңғыҙыңа көн итеүе ауыр тип, алып ҡайтабыҙҙан һалдыралар ҙа бит, ҡайҙа инде ҡартайған көндә нигеҙ ташлау, торлағымды һыуытыу, өлөшөмә яҙғанды ошонда күрәм, Сафиуллам да, ҡайным-ҡәйнәм дә ошо зыяратта. – Гөлбикә апаһы, сынаяҡҡа ҡуян ҡанылай ҡаты сәй ағыҙып, самауырҙан гөбөрләтеп һыу өҫтәне. – Өй икмәгенә яңы бешкән майҙы яғып ҡабып ебәр әле, ҡыҙыл эремсектән етеш, ҡорһағың асҡандыр. – Ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйларға тырышһа ла, үҙе ашамлыҡтарға ҡағылманы, йоҡа ирендәрен ялағандай итеп кенә ҡуйҙы. – Миңә иғтибар итмә, һин килер алдынан ғына Әминә апайың сәйгә әйткәйне, эсем йәйелгәнсе шунда һыйландым…

«Ауылда ҡайһылай рәхәт, бөтәһе лә ябай, аңлайышлы…»

Һине бөтөнләй юғалттыҡ та! Йә үҙең именлегеңде белгертеп хат-хәбәр яҙмайһың. Иншалла, көн итеүең арыуҙыр: өҫтөңдә – затлы кейем, елдергәнең – ҡиммәтле машина. Аптыраңҡырап та ҡуйҙым әле күргән ыңғайы.

Ҡалала йәшәйбеҙ, эш күп, ҡайтып әйләнергә ваҡыт табып булмай.

Теләһәң, ваҡыт табыла инде ул.

Уныһы шулай. Гүзәл ҡайҙа?

Гүзәл университеттан һуң күрше район егетенә кейәүгә сыҡҡайны, шундағы ауылдарҙың береһендә йәшәп яталар. Өс бала әсәһе. Барғас та мәктәптә эшләне. Ҡыҫҡартыуға эләккәс, ситтән тауар ташып сепрәк-сапраҡ һатыуға тотоноп киткәйне лә, килемдәре тамаҡтарынан артмай, хәйерһеҙ. Зоотехник һөнәренә ярашлы эш таба алмағас, кейәү Себер тарафтарын ҡыҙыра, онотҡанда бер ҡайтып күренә. Балалары ата тәрбиәһен күрмәй үҫә. Ҡуй инде хәҙерге тормошто, ҡайҙа китеп баралыр? Ауыл хужалығын төбө-тамырынан ҡыйратып бөтөрҙөләр ҙә, инде килеп мәктәп-медпункттарға ҡаныҡтылар. Мәктәптәр ябылыуы илдең нигеҙ ташы һурылыуға бәрәбәр. Ишетеп белеүебеҙсә, һуғыш йылдарында уларҙың бөтәһе лә гөрләп эшләп торған. Боронғолар белмәй әйтмәгәндер: «Белемһеҙ берҙе йыҡһа, белемле етене йығыр». Сеүәтәләй ҙә ашлыҡ сәселмәгәс, тауыҡ-ҡаҙҙарҙы бөтөрҙөм, йәй башында еленләгән һыйырымды тотондом. Элеккеләй түгел, ҡулдың көсө ҡайта, бесән сабып булмаҫтыр быйыл.

Ауылдаштар нисек йәшәй?

Шөғөлһөҙ ята көллөһө, бында ни – эшһеҙлек тә дөйөм эскелек! Киренән һалдырып ултырһам да, донъя көтөргә тырышып ятҡандар ҙа юҡ түгел, ауыҙҙарына иҫерткес эсемлек алмаған йәштәр ҙә бар. Беҙ күрә алмаһаҡ та, киләсәктә йәшәү яйға һалынып китер, бәлки, кем белә.

Ғәлимйән менән Розалия күрше районда шикелле... – шулай тине лә, ҡыҙарынып китте Нәйлә.

Гүзәлдәр ҙа шунда бит. – Гөлбикә йәнләнгәндәй итте. – Розалия тәүге бәпесен тыуҙыра алмай үлеп киткән, Ғәлимйән яңынан өйләнгән, уныһы биҙәү икән. Йәшәгәндәр шулай икеһе ике мөйөшкә ҡарап. Күптән түгел Гүзәл шылтыратҡайны, Ғәлимйәндең үпкәһендә яман сир тапҡандар ҙа Өфөгә ебәргәндәр, ти. Балалары бумағанға күрә Хоҙай үҙенә ғүмер бирһен инде, йәш бит әле ул.

Нәйлә терт итеп ҡалды, мейеһенә ҡайнар ҡан бәрҙе:

Ҡайһы дауаханала ята икән?

Билдәле, ундайҙарҙың урыны – онкологияла. – Гөлбикәнең йөҙө үҙгәрҙе, һарғая төшкән шау тарамыш ҡулы менән муйынын ыуҙы.

Күңелһеҙ яңылыҡтан һуң табындың йәме китте.

Һөйләгәндәрем ҡыуанырлыҡ түгел шул. Йәшәйешебеҙҙең ал да гөл түгеллеген былай ҙа күрәһең.

Беҙҙең эт һеҙҙә ҡалғайны бит әле. Һорлан. Нисәмә йыл үтте, үлгәндер ҙә инде?

Тере! – Күңелле хәбәргә күсеүгә ҡыуанып китте хужабикә. – Тере! Эттең эте шул тиклем дә оҙаҡ йәшәр икән. Аптырай ауыл халҡы. Кешене өмөт йәшәтә, ә кейекте? Көн һайын зыяратҡа, атайың-әсәйең янына барып әйләнә, бер нисә тапҡыр һеҙҙең элекке сабынлыҡта ла күргәндәр. Күпме генә ҡыялһаҡ та, йортоғоҙҙан алып ҡайта алманыҡ. Нигеҙегеҙҙе һаҡлап йәшәп ята шунда. Камил ағайың ҡалын таҡтанан оя эшләп бирҙе. Ә мин көнөнөкөн көнөнә асыҡтырмай-сарсатмай ашарға илтәм. Ныҡ олоғайыу ғәләмәтеме, өрөүҙең ни икәнен дә онотто. Хәйер, сит-яттарҙан һаҡлар нәмәң булмағас, өрҙөң ни ҙә өрмәнең ни. Һорландың тоғролоғона иҫем китә, ниндәй хәлдә лә емерек нигеҙҙе ташламаны. Беҙҙең ауылдан сыҡҡан Салауат ағайың бар ине бит әле. Өфөлә фән докторына ҡәҙәр үҫте. Шул яңыраҡ үлеп ҡалды бит. Вафаты алдынан: «Өмбәткә алып ҡайтығыҙ», – тип васыят әйткән, имеш. Ер аяғы, ер башынан апҡайттылар. Ошонан аҙаҡ аңлап ҡара көнитмештең серҙәрен! Тыуған төйәгенә ҡайтып йән тыныслығы табырға ынтылған Салауат нишләп ғүмере буйы ситтә йәшәне икән?! Ә бит эт, аңһыҙ иҫәпләнһә лә, бер ҙә генә лә улайтмай.

Ҡайтырға йыйынып ишек төбөнә килгәс, Нәйлә туҡтап ҡалды. Янсығынан аҡса алып, диван ҡырына һаҡҡан Гөлбикәнең тубығына һалды:

Үҙем менән ошо сумма ғына.

Гөлбикә ҡулындағы меңәрлектәрҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй бармаҡтарында ҡыштырҙатты:

Ошоносаны миңә бирергәме иҫәбең?

Һеҙгә шул. Кәрәгегеҙгә тотоноғоҙ, йә булмаһа Гүзәлгә ебәрегеҙ, уның йәшәүе еңелдән түгел, тинегеҙ бит.

Ыстағафирулла, юҡ, кәрәкмәй, йортома бер ҡасан бушлай йәиһә харам нәмә ингәне буманы. Ныҡышма ла, алмайым. – Кире һондо. – Гүзәл дә кеше көнлө түгелдер, моғайын.

Ауыл ғәҙәтен ҡыуалай Гөлбикә апаһы, әҙәп күрһәтә. Кеҫәһендә елдәр уйнағанда ла, хәлем шөкөр, тип ялғанлаясаҡ. Хәйләгә күсте:

Атай-әсәйемә ҡәбер ташы ҡуйҙырттым, күрше-тирәңде йыйып, минең исемдән аят бағышлат.

Ҡайһылай изге ғәмәл ҡылғанһың, Нәйлә, бигерәк сауаплы эш башҡарғанһың! Әләйгәс, миңә аят уҡытырға?

Уҡыт шул, ауылдаштарға ошо аҡсаны саҙаҡа итеп тарат.

Ярай, шулайтырмын. Әллә ҡуна ҡалаһыңмы?

Ҡалыр ҙа инем, бик ҡабаланам шул, апай.

Гөлбикә өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡыша бирҙе:

Иҫке генә булһа ла, мунсамды тоҡандырып ебәрәйем, Рафиҡтан тауыҡ салдырып йолҡҡайным, шуны бешерергә һалам. Ҡайтма ла ҡуй!

Эскерһеҙ үтенескә, инәлеп ҡарауға яуап таба алмағас, әйберҙәрен йыйырға кереште.

Урамға сыҡтылар.

Һеҙ минән ниҙер һорарға итәһегеҙ шикелле, апай?

Ни һан утырып ташланыҡ, белешергә лә ҡыйманымсы, кем булып эшләйһең ул тегендә? Иркен ҡыланыуыңа ҡарағанда, ҙур урындалыр?

Институт тамамланым, әлеге көндә һатыу итәм.

Ә-ә-ә, шулайҙыр тип уйлағайным да. Бөгөн тотош ил – баҙар, унда йәшәгән һәммәһе лә – һатыусы. – Гөлбикә, төшөнгәндәй, һуҙҙы. – Ошо арала килеп сыҡ әле, Нәйлә ҡыҙым, машина үҙеңдеке, кемгәлер ялынаһы түгел. Эргәңә ултыртып, ҡар ятмаҫ элек еләк-муйыл тиргән болондарҙан ҡыҙыртып әйләндер. Күргем килә. Яйы сыҡһа, машинанан төшөп йәйәүләп тә алырбыҙ. Ағайыңа әйтеп ҡарайым да ул, эш күплеккә һылтанып, һуҙа ла һуҙа. Үкенерҙәй булыр ҙа…

«Вәғәҙәләһәм, бала фиғеле ингән оло кеше көтәсәк бит, юлдан күҙен алмай көтәсәк…»

Ышандыра алмайым, бәлки, юл төшөр, кем белә… Һау булып тор, апай!

Гөлбикә, һары күлдәген елдә елберҙәтеп, оло юл уртаһында тороп ҡалды. Көслө ел сығыр ҙа һары япраҡтай кәүҙәне әллә ҡайҙа осороп алып китер һымаҡ.

Урам буйлап үтешләй йорттарҙы ҡырлатып килеүсе Миңнизарҙы сырамытты. Үҙгәрмәгән дә һымаҡ, тәбәнәк буйын ҡабаланмай ҡымғырлатып, тәгәрәп кенә бара. Тағы берәй ауырыуҙың саҡырыуы буйынса йөрөүелер. Фельдшер булараҡ, һәр кемдең яҡын ярҙамсыһы бит. Ул шулай йөрөп ятҡанда һәммәһен ауырыу-һыҡтау урап үтер төҫлө.

Миңнизар апай, һаумы? – Машинан һикереп төшөп ҡаршы атланы.

Тегеһе тиҙ үк таныны, аптырап китте:

Нәйлә ҡыҙым! – Биниһая ваҡыт ҡосағынан ысҡындырмай торҙо. – Бына бит, көтмәгәндә-уйламағанда! Ҡайтҡанһың!

Һүҙҙе нимәнән башларға белмәй баҙап ҡалды Нәйлә:

Нисек йәшәп ятаһығыҙ?

Беҙҙең ни бер көйө, таң ата ла кис була, тигәндәй.

Әмир ағай…

Әмир ағайың, улым көтмәгәндә бер төптән китеп барҙылар. Ишетмәнеңме ни? – Ауылдашының күҙҙәренә йәш эркелде.

Ишетмәнем шул… Ғәфү ит, Миңнизар апай…

Ишетмәү ғәйеп түгел. – Ҡулъяулыҡ сығарып, бит-йөҙөн һөртөштөрҙө. – Үҙең һуң ни хәлдә?

Ҡайтырға иттем әле бына.

Яҡшы иткәнһең. Онотолоп тик торамсы, әйҙә беҙгә! Яңғыҙ көн итәм, ҡыҙым район үҙәгендә эшләй. Туғандарым ҡалала, һис юғында район үҙәгендә йәшәргә саҡырып димләйҙәр күптән, бында ятҡан ағайыңды, улымды ҡалдырып, ҡайҙа китмәк? Улар бит үпкәләр, рәнйер. Килдем, тиһең дә, кемгә боролдоң?

Яңы ғына Гөлбикә апайҙа булдым да ҡайтырға ҡуҙғалдым.

Төбәп килер кешең ул ғына инде. Мине лә онотма. Ишеккә һаман да бик һалмайым.

Икенсе ваҡыт мотлаҡ килермен, йәме?

Йә, тик хәйләләштән булмаһын. Ҡара әле, нисә йыл ҡалала йәшәп тә телең боҙолмаған, таҙа һөйләшәһең.

Үҙ телеңде онотоп буламы ни?

Кешеләрҙең дә төрлөһө бар, анау Мөнирәнең ҡыҙы татарға сыҡҡайны, ярты йылдан сүселдәп ҡайтып төштө.

Һеҙ эшләйһегеҙҙер?

Ҡайҙа инде, күптән пенсияла.

Элеккеләй саҡырталарҙыр?

Көнөн дә, төнөн дә ҡоро ҡалдырмайҙар. Үҙ аҡсама «тиҙ ярҙам» сумкаһы эшләп алдым да, өндәшеүҙәре була, шуны эләктерәм дә еләм. Әле Гөлбикәгә китеп барыуым. Етди сирләй ул. – Һағайып ҡалыуҙы күреп, өҫтәне. – Ҡыҙыл үңәсендә яман сире бар, ашауҙан яҙып бара. Бирешмәҫкә тырышып йүгермәләй әлегә. Яйын тап килтереп, Камилға ла, Гүзәлгә лә, Әҡлимәгә лә хәбәр иттерҙем. Һуңғы осорҙа йыш ҡайтып китәләр ҙә бит, һәр береһенең – үҙ донъяһы, үҙ мәшәҡәте. Әсә күңеле – балала, бала күңеле далала. Көс керһен тип витаминдар ҡаҙаған булам да бит, оҙаҡҡа бармаҫ, ятыр түшәккә. Хәлен үҙе лә һиҙемләйҙер, үткән барғанымда кәфенлек төрөп аҙаплана ине. Мине күргәс, йәшерә һалды.

Ә мин уға йомош ҡушып киттем тағы.

Һәйбәт иткәнһең, ул берәй шөғөл табырға, иғтибарын сиренән ситкә йүнәлтергә тейеш.

Йылы ғына хушлаштылар Миңнизар апаһы менән. Артабан өйҙәре яғына йүнәлде. Хужалыҡтарын уратҡан баһыу, ауып, ергә түшәлгән, урам яҡтағы ҡойманың бағаналары серей башлаған, тотош ишек алдын кесерткән, дегәнәк, әрем япҡан. Өй, келәт, мал һарайы урындарын тоҫмалларға ғына мөмкин. Баҡса эргәһендәге имән бағана ныҡ әлегә, ә бына уға беркетелгән сыйырсыҡ ояһының һайғауы, осондағы ауырлыҡҡа бирешеп, яртылаш ергә эйелгән. Ояны атаһы турғайҙар йыйған сүп-сарҙан таҙартып, йыл һайын яңынан күтәрә торғайны. Нәйлә иһә ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан, тупһа күтәрмәһенә сығып, түҙемһеҙләнеп көтә башлай. Йоҙроҡтай ғына ҡошсоҡ, килеүен белдереп, соролдап ебәреүе була, өйҙә күңелле мәхшәр ҡуба: ата-әсәһе тәҙрәгә ҡаплана, ул күтәрмә иҙәнен тыпырҙатып бейей…

Таҡырланып бөткән берләм һуҡмаҡ буйлап ихатаға ингәс, ыҡсым итеп эшләнгән ояға юлыҡты. Ул буш ине. Һорлан, күрәһең, ҡайҙалыр сығып киткән. Яманһыулап кире боролдо, сыйырсыҡ ояһы беркетелгән бағананы ҡосаҡланы.

«Ҡурҡ…ҡурҡ…ҡурҡ…» Башын ҡалҡытты. Көйәнтәләй бөгөлгән һайғауҙың ҡап уртаһына ҡоҙғон килеп ҡунған икән, күҙҙәрен былтайтып ҡарай. «Көш, көш! Кит бынан!» Оятын юғалтҡан мәлғүн ҡурҡырға уйламай ҙа. Үҙенең бында хужа икәнлеген белдереп, тәпәйҙәрен кирә баҫыңҡыраны.

Сығыу яғына йүнәлгәс, Нәйлә һуҡмаҡ уртаһында ултырған этте күрҙе.

Һорлан! Һорлан, һаумы!

Ялбыр йөнө һиҙелеп ҡойолған, ныҡ бәлйерәгән эт, сәләмде алғандай, ҡойроғон болғаны.

Танымайһыңмы әллә? Кил әле эргәмә, ҡәҙерлем, берҙән-берем минең! – Ынтылғайны, Һорлан, арауыҡ һаҡлап, арыраҡ шылды. – Танымайһың шул, танымайһың...

Йөнтәҫ морон юғары сөйөлдө, оҙон тел һәлберәгән ауыҙҙан илауға оҡшаш шыңшыу ишетелде.

Таныйым, тиһеңме? Рәхмәт һиңә, матурҡай! Күстәнәс ашағың киләме? – Сумочкаһынан «Сникерс» алып, үләнле ер өҫтөнә һалды. – Тәмле, туҡлыҡлы кәнфиттән ауыҙ ит.

Эт ҡымшанманы ла.

Колбаса алмағайным шул, бар һыйым ошо ғына. Теләйһеңме, мин һине үҙем менән алып ҡайтам?! Ожмахтағылай йәшәрһең, үҙеңә ветврач беркетеп ҡуйырмын. Өшөмәҫһең, яңғыҙлыҡтан интекмәҫһең, ҡаңғырмаҫһың. Киттек!

Саҡырыу ҡабул ителмәне булыр, эт яртылаш йөнө ҡойолған ҡаҡ башын ситкә ҡайырҙы.

Эх, аңһыҙ мәхлүк, белмәйһең шул иң яҡыным булып һин генә ҡалғанды. Белмәйһең! – Сүкәйҙе, сикәләрен ҡушусланы. Һорлан да, хәленә ингәндәй, моңһоу итеп ҡарай, мороно буйлап субырҙап йәш аға.

Аңһыҙ йәнлек булһаң да, күңелең йомшаҡ шул, Һорлан. Ә мин, бик теләһәм дә, илай алмайым, күңелем ҡатҡан, йәнем ҡорғаҡһыған…

Көскә ҡуҙғалып китте Нәйлә. Артына ҡайырылды. Эт урам уртаһына сығып һерәйгән дә уның яғына төбәлгән.

«Минең менән бәхилләшеүеңме, Һорлан? Хуш, мәңгегә хуш…»

Һауаға күтәрелгән һөмһөҙ, һөйкөмһөҙ ҡоҙғон, ҡанаттарын талғын елпеп, уны ауыл осона ҡәҙәр оҙата килде.

Машинаһын ҡабыҙғас, ҡатын тәҙрәнән тыш яҡҡа ҡараны. Шайтан таяҡтары һерәйгән йәнәшәләге баҫыу уртаһындағы асыҡлыҡта тамырынан айырылған ҡамғаҡ ел ыңғайына билдәһеҙлеккә ҡарай тәгәрәй ине.

Аҙағы бар.

Автор:
Читайте нас: