Все новости
Литература
5 Мая , 10:00

ХӨКӨМ (повесть, 4-се өлөшө)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 4-се өлөшө)
ХӨКӨМ (повесть, 4-се өлөшө)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла.

10

Училищела үҙен сит һәм ят итеп тоя Нәйлә. Уҡығаны-өйрәнгәне башына инмәй, алыр һөнәрен кәрәкле тип тә һанамай, йәнендә талпыныу, киләһе көндәргә ышаныс та һиҙмәй. Игеҙәктәргә оҡшаш көндәр теҙмәһе үҙгәрешһеҙ, ҡыуанысһыҙ үтә. Уҡыу барышында курсташтары ҡайһылыр кимәлдә бер-береһенә яҡынайҙы, аралашҡанда исемләп өндәшәләр, яйы сыҡҡанда шаярып та алалар, күмәкләп киноға, театрға баралар. Яңыраҡ тәбиғәткә сығып әйләнделәр. Ҡайҙа ла төркөмдәш ҡыҙҙары уға ятһырап ҡарай, беҙ ҡапсыҡта ятамы инде, Ерән менән булған сәкәләшеүҙе ҡаға-һуға ишеткәндәрҙер, бәлки. Тегеләре ихласлыҡ күрһәтмәгәс, көсләшеп бармай, үҙен һауалы, тәкәббер тота, тупаҫ ҡылана. Егеттәр яҡынларға ҡыймай, әммә ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр, оҡшаталар ҙа шикелле. Иғтибар күрһәтеп һүҙ ҡушһалар, ишетмәмешкә һалыша. Күрә алмай ул ир-ат халҡын! Ғәзим менән булған ваҡиғанан һуң тәүҙә ҡото алынды, тетрәнеүе үткәс, күңеленә һағайыулы шик ояланы: “Әгәр ауырға ҡалып ҡуйһам, ни эшләрмен? Мөхәббәтһеҙ бәйләнештән яралған бала тормошомда артыҡ йәнгә, яҙмыш фажиғәһенә әүереләсәк. Әгәр сетерекле хәлгә тарыһам, район үҙәгенә барам да аборт яһатам…” Шул уй менән йөрөнө башта. Ауылда саҡта мунсаға барып тәҙрәләргә ҡорған тарта ла үҙен ентекләп тикшерергә тотоноп китә ине: эсен ҡапшап ҡарай, буй-һынын ҡабат-ҡабат күҙҙән үткәрә. Ауырға ҡалмауҙың үҙенә күрә сараһын да тапты. Һарайҙағы һалам аҫтына йәшергән йомро ташты тәгәрәтеп сығара ла күтәрергә маташа, көсәнеүҙән ҡара тиргә бата, эсе, биле дыулай, күҙ алмалары соҡорҙарынан атылып сығыр сиккә етә. Бер ай тирәһе маташты шулай, аҙаҡ тынысланды, әммә мәсхәрәле рәүештә ҡыҙлығынан яҙыуы, шул мәлдә танауына бәрелгән ытырғандырғыс тир һәм ир еҫе төҙәлмәҫлек яра, өшәндергес тамға булып йәненә уйылды.

Дәрестәр тамамланғас ҡайтыу яғына боролғайны ғына, кемдер арттан килеп күҙҙәрен томаланы. Һағайҙы. Бындағыларҙың урынһыҙ бәйләнеүеме? Кинәт ҡайырып, ҡулдарҙан ҡотолдо. “Отвяжись!” Урыҫсалап киҫәтеүле бойорҙо ла, йөҙөн төмһәртеп, боролоп ҡараны. Ҡаршыһына, тулған айҙай балҡып, Гүзәл баҫҡан!

Нәйлә, һаумы! Бына ҡайҙа боҫҡанһың, саҡ таптым! – Шатлығын йәшермәй селтерҙәтеп көлөп ебәрҙе.

Нәйлә көтөлмәгән осрашыуға ҡыуанып китте:

Кемде күрәм, сәләм! – Ҡосаҡлап уҡ алды әхирәтен.

Гүзәл килешле куртка кейгән, яңы джинсы салбары, ҡиммәтле күн итеге кәүҙәһенә үтә лә килешә. “Әсәһе ҡайғыртҡас, бының эштәре көйлө. Ысын ҡала ҡыҙынан айырырмын тимә…”

Хәлдәрең нисек? – тине йыуа-йыуа уңып бөткән салбарының ағарған тубыҡ тапҡырын усы менән ҡаплап. Аяҡтарын алмаш-тилмәшләп, туҙа башлаған дермантин кроссовкаһын боҫормаланы.

Уҡыуҙың яйына төшөнә башланым, тик ауыл яғы һағындыра. Ҡышҡы каникулда ғына ҡайтылыр инде. Әсәйемдән хат аша һинең адресты һорашҡайным да, яҡынсалатып училищеңды ғына әйтә алды.

Беҙҙең тирәлә йөрөп әйләнәйекме әллә? – Бүлмәһенә ҡайтҡыһы килмәне, шуға әхирәтен урам яғына етәкләне. – Өмбәттә ниндәй яңылыҡтар бар икән?

Үҙгәрешһеҙ, тип яҙа әсәйем. Эшһеҙлектән күп ғаиләләр ситкә китә башлаған. Ғәлимйәндәр ҙә күрше район үҙәгенә күскән. Розалияһы ауырлы, ти. Өфөләге врачтар бала табырға ҡушмаған, ә ул тыңларға ла теләмәгән. Ауырлы ҡатынға көндәлек медицина күҙәтеүе кәрәк бит инде, бәлки, шуға ҙурыраҡ ерҙе һайлағандарҙыр. Һыйыр-һарыҡтарығыҙҙы ҡартатайың алып киткән.

Беләм.

Этегеҙ ҡараулы, тамағы туҡ. Әйткәндәй, – Гүзәл кеҫәһенә тығылды, – үткән аҙнала Камил ағайым эш менән министрлыҡҡа килгәйне. Ғәлимйән ауылда саҡта, ағайымды тап итеп, һинең тыуған көнөңә ошо нәмәне ебәргән. – Гүзәл бармаҡ башындай таш киҫәге һондо.

Китсе, онотмаған! Алмас! Үтә күренмәле! Ҡайһылай матур! Ҡояш нурында йылҡылдап яна! Рәхмәт, Гүзәл! – Нәйлә ҡулындағы ташты юғары күтәрҙе, шунан уға ирендәрен тейҙереп алды. – Хат яҙһаң, әсәйеңә сәләм әйт, уға ла рәхмәтемде еткер. Ҡош һымаҡ осоп ҡына ҡайтып әйләнергә ине! Тыуған яҡтарҙы һағынам, төштәремә инә хатта. Йәй етһә, Өмбәттә ял итергә йыйынам.

Тура беҙгә килерһең!

Унда бит үҙ өйөм бар.

Гүзәл ниҙер әйтергә уҡталды ла тынып ҡалды.

Һин нимәнелер әйтеп еткермәйһең түгелме?

Әсәйемдән хат алманыңмы ни әле?

Юҡ.

Ауылда буш өйҙәр күп бит хәҙер. Һеҙҙең уң яҡ күршегеҙҙә Мөслимә инәй йәшәй ине бит әле, элекке йыл үлеп ҡалды. Ҡайҙалыр аҙып-туҙып йөрөгән улы ҡайтып, күптән түгел шунда йәшәй башлағайны…

Шунан?

Ни сәбәптәндер таң алдынан янғын сыҡҡан, өйҙөң нигеҙе генә ҡалған, Зөфәр ағайҙы ла ҡотҡара алмағандар. Көслө ел ҡуҙғып, ут һеҙҙең өйгә ҡапҡан, ары – аласығығыҙға, һарайығыҙға. Ярай әле, янғынды шул ерҙә ҡамап ҡала алғандар.

Беҙҙең өй ҙә нигеҙенәсәме?

Һыуҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай...

Әсәһе үлер көн күргән төшө яңынан күҙ алдына баҫты. Ошонан аҙаҡ юрауҙар, алдан иҫкәртеүҙәр юш килмәй тип кем генә әйтһен? Эргәһенән йәнәш атлаған әхирәте йыуатманы, берауыҡтан, ғәйепле кешеләй, хушлашырға ашыҡты:

Ҡайтайым инде, иртәгә таң менән дәрескә.

Ярай, һау булып тор, Гүзәл, – тине теләкһеҙ генә Нәйлә лә.

Бына бит нисек – ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә иң яҡын кешеләренән яҙҙы, торлаҡһыҙ тороп ҡалды. Күрше Мөслимә инәйгә бер мәл әсәһенең ҡушыуы буйынса иртәнге һөт кереткәйне. Ҡарсыҡ шунда һүҙ араһында, берәҙәкләнеп ил гиҙгән берҙән-бер улына кинәйәләп, үҫмер аңы ҡабул итмәҫ хәбәр әйткәйне: “Инәң үлһә – йылғаң ҡорор, атаң үлһә – таянған тауың ауыр”. Нишләптер хәҙер килеп шул әйткәндәрҙе иҫенә төшөрҙө. Күңел йылғаһы ҡороно, ышыҡланған тауы ишелде, инде килеп башы осондағы ҡыйығынан яҙҙы. Мәрхәмәтһеҙ донъя, аяуһыҙ яҙмыш...

11

Ҡартаталары ебәргән аҡсаның да ғүмере ҡыҫҡа булды, ҡышҡылыҡҡа куртка, йылы итек, алмашҡа кейем-һалым алыуҙан арыға етмәне. Мөмкин тиклем һуҙыр ҡулында ҡалғанын, ҡыҫып тотор, ә унан ары нисек йәшәргә? Тормошҡа йәм, мәғәнә биреүсе нәмә икән дә баһа был аҡса тигәнең! Ауылда йәшәгәнендә юҡлыҡ ике ятып бер төшөнә инмәй ине, ә хәҙер ошо уй, ошо хәстәр башынан сыҡмай, тынғылыҡ бирмәй. Етеш көн иткәндәргә рәхәттер: тәмле ашайҙар, затлы кейенәләр, сит илдәрҙә ял итәләр, бер һүҙ менән әйткәндә, бәхетлеләр. Тимәк, кешеләр ике төркөмгә бүленә: ҡотлолар һәм ҡотһоҙҙар. Ул һуңғыларҙың ҡоронда. Тормошо кирегә киткәйне, тау аҫтына ҡарай тиҙлеген арттыра барып тәгәрәгән таштай, көнләп, хатта сәғәтләп упҡынға яҡынлай. Тиҙҙән ҡая ситенә етеп аҫҡа мәтәлер, ары, суйыр таштарға бәрелеп, ваҡ ҡына киҫәктәргә бүлгеләнер. Ҡот, уңыш тигәнең кемгәлер йөҙө менән ҡарай, кемгәлер һыртын ҡуя, арты менән борола.

Эргәһенән үткән һайын Хәлимә ҡыҙҙың күҙҙәренә баға. Йә, хәлең бөтмәнеме әле, ҡасан киләһең ти әрһеҙ, саҡырыулы ҡараш. Ҡайҙалыр уҡығайны: беҙҙәге ғәҙәти кеҫәрткегә оҡшаған, әммә үтә лә ҙур кәүҙәле варан тигән йән эйәһе тереклек итә икән йылы яҡтарҙа. Шул килбәтһеҙ, яй хәрәкәтләнеүсе мәхлүк, үлгәнгә һалышып, асыҡ урында көндәр буйы ҡымшанмай ята. Һиҙгерлеген, уяулығын юғалтҡан берәй кейек яҡынлауы була, был аңғармаҫтан һөжүм итә. Тешләп кенә ала ла ысҡындыра табышын. Мәкерле маҡсатына ирешкәс, артығы кәрәкмәй ҙә. Шунан, күҙ яҙлыҡтырмай, аҙналар буйы ҡорбанының артынан эйәреп йөрөй. Ваҡыт үтеү менән ағыулы тештәр батҡан яра боҙола, эренләй һәм һуңғы сиктә хәлһеҙләнеп йығылған кейек варандың аҙығына әүерелә. Хәлимә лә мәжбүр итмәй генә үҙ тәҡдимен еткерҙе лә көтә, сөнки иртәме-һуңмы барыбер баш эйәсәген белә.

Нәйлә ҡарауыл өсөн тәғәйенләнгән, тәҙрәләре тимер рәшәткә менән ҡоршалған өкәлтәккә инде. Хәлимә яңғыҙ түгел икән, эргәһендә училищеның һуңғы курсында уҡып йөрөгән таныш ҡыҙ ҙа бар.

Иманбаева, ниңә улай кәйефһеҙһең, әллә уңышһыҙлыҡҡа тарыныңмы? – Ситлек хужабикәһе игелекле булып ҡыланды. – Йомошоңдо тартынмай әйт.

Һеҙгә шуға тип килдем… Теләһә ниндәй эш башҡарырға әҙермен…

Тәҙрә эргәһенә баҫҡан ҡыҙ, уның ары нимә әйтерен һиҙенгәндәй, ҡаштарын мәғәнәле һикертте лә, ирендәрен ослайтып, сығыу яғына йүнәлде.

Улай бик үтенгәс, уйлашайыҡ. Был ҡыҙ, – Хәлимә ишек яғына ымланы, – ҡалаға килгәнендә баҫалҡы, әҙәпле, аҡты ҡаранан айырмаған аңыш ауыл балаһы ине. Һинең ише аҡсаһыҙ оҙаҡ йонсоно. Атаһы – инвалид, әсәһе – мәктәптә йыйыштырыусы, ауылда мал көсө менән генә йәшәйҙәр. Кеше йәнле булараҡ, күтәрмәләп ебәргәйнем, ана нисек күҙ алдында үҙгәрҙе лә китте, танырлыҡ түгел. Йә, ярай, быныһы һүҙ араһында ғына. Башҡаһы хаҡында иртәгә һөйләшербеҙ. – Осрашыу сәғәтен әйтте. – Теүәл йөрө, һуңлағанды яратмайым!

Үткәндә килгәндә ете йоҙаҡҡа бикләнгән фатир әле асыҡ ине. Ҡаршы алыусы булмаһа ла, иҫәнләште, аяҡ кейемен һалды. Ишектәге теге суҡтарҙы ҡайырып, зал яғына үтте. Үткелектән төшкән яҡтылыҡ ярым ҡараңғы залдың стеналарын суҡтар шәүләһе менән сыбарлаған. Ҡыҙ үҙен мурҙаға килеп ҡапҡан балыҡтай хис итте.

Хужабикә, ҡәнәфигә һеңеп, ҡайҡайып тынып ҡалған.

Килдеңме? – тине тоноҡ тауыш. – Афарин, пунктуаль икәнһең!

Килдем.

Теләһә ниндәй эш башҡарырға әҙермен, тинең бит әле. Уйыңдан кире ҡайтманыңмы?

Ҡайтманым.

Уратып-суратмай, йәшенмәк уйнамай ғына асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Ниндәй шөғөлгә йәлеп итеремде һүҙһеҙ ҙә һиҙәһең бит. Шул сәбәпле ошоғаса мөрәжәғәт итеүҙе һуҙҙың. Әллә яңылышаммы? Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙҙың иң боронғо һөнәрен беләһеңдер? Сығымдар талап итмәгән, әммә бик төшөмлө сауҙа… – Шулай тине лә, бер аҙ тынып ҡалғас, башлағанын дауам итте. – Әгәр теләмәйһең икән, мәжбүр итә, сараһыҙлай алмайым. Ошо ерҙә хушлашабыҙ, мин – һине, һин мине белмәйһең. Һуңынан был темаға яңынан әйләнеп ҡайтырға теләһәң дә мөмкин булмаясаҡ, шуны иҫеңдәң сығарма. Йә, хәл ит!

Ошондай тәҡдимде ишетерен алдан белһә лә, шаңҡып ҡалды. Яҡшылыҡ менән яманлыҡтың, аҡ менән ҡараның сигендә тора, бер генә яңылыш әйтелгән һүҙ, беленер-беленмәҫ яһалған ым-ишара уның артабанғы яҙмышын хәл итәсәк, тормошон тамырынан үҙгәртәсәк.

Ә Хәлимә үҙенсә һығымта яһаны:

Өндәшмәүеңде ризалыҡ билдәһе тип ҡабул итәйек. Шулай итеп, беренсе шарт – ошо фатирҙа клиенттарҙы ҡабул итерһең. Һине урам һаҡларға сығарып йә ҡунаҡхана номерҙарына ебәреп, исемеңде һата алмайым. Көн аша дежурҙамын, тимәк, ошо арауыҡта фатир тулыһы менән һеҙҙең ҡарамаҡта. Артыңдан бүлмәләрҙә тулы тәртип һәм таҙалыҡ ҡалдыраһың. Клиенттар табыуҙы, осрашыу ваҡытын, теүәл сәғәтен билдәләүҙе, хаҡ ҡуйыуҙы, хатта ҡайһылыр кимәлдә йәшерен рекламалауҙы үҙ өҫтөмә алам. Даими медицина тикшереүе үтеү мотлаҡ. Уныһы ла яйға һалынған. Фатирымды арендалаусы бер һин генә түгел, улар хаҡында бөтөнләй белмәҫһең. Шулай килешелгән. Тапҡан аҡсаңдың ҡап яртыһы – минеке. Әлегә йәш һәм һылыуһың, шуға күрә клиенттарың да лайыҡлы һәм ҡалын кеҫәле булыр. Ҡаршы алыуыңдан, һый-хөрмәтеңдән һәр саҡ ҡәнәғәт китһендәр, юғиһә авторитетыбыҙҙы юғалтасаҡбыҙ, ә аяҡ салырға, фашларға теләүселәр етерлек. Баҙар иҡтисады рәхимһеҙ һәм ҡаты. Һорауҙарың бармы?

Нәйлә йәнә өнһөҙ ҡалды. Ул мөгөҙөнән бәйләп һуйырға алып барған мал хәлендә, бөтәһен дә һиҙә, барыһына ла төшөнә, ҡаршылаша ғына алмай.

Һин әлегә ҡыҙһың, шуға тәүге осрашыуҙың хаҡын ике-өс тапҡырға юғары ҡуйырбыҙ. Шул нәмәгә ҡыҙыға бит ир-ат халҡы. Йә, нисек?

Ниһайәт, ҡыҙарынып-бүртенеп, тотлоға-тотлоға телгә килде:

Мин… Мин ҡыҙ түгелмен…

Бына нисек! – Хәлимә ғәжәпләнеүен йәшермәне. – Ә мин һине гонаһһыҙ фәрештәгә иҫәпләйем тағы. Әләйгәс, тәүге сирҡаныс алғанһың, ир ҡосағын татығанһың, өйрәтеп мәшәҡәтләнәһе түгел. – Үрелеп, өҫтәлдәге шкатулканан аҡса алды. – Мә, иң тәүҙә өҫтөңдө бөтәйт, ҡалғанын биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәренә, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу сараларына тотонорһоң. Иҫеңдән сығарма, кейемдәрең – килешле, затлы, ә тәнең һәр саҡ таҙа һәм тәрбиәле булһын, сауналарға, массаж салондарына даими йөрө. Клиенттарҙы ҡабул иткән бер нисә сәғәт эсендә айҙар буйы тотонмалы килем эшләй алаһың. Аҡса тигәнең иҫәп ярата, уны тәләфләргә ашыҡма, “ҡара көн”гә ҡалдыр. Кәрәк саҡта саҡыртып асҡыс һонормон, ҡалғанын үҙең төшөнөрһөң. Һуңғыһы: һин – һөйләшә, аралаша, үҙен тота, өҫ-башын ҡарай белмәгән, этикет ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған наҙан ауыл ҡыҙы. Тураһын әйткәнгә үпкәләмә, ысынында шулай. Ирҙәр халҡы ғәҙәттә физик көсөнә маһая, асылда иһә улар рухи ярҙамға, яҡлауға мохтаж. Ҡайһы саҡ клиенттарҙы тел менән арбап, әүрәтеп тә төн уҙғарып була. Кимәлгә ҡарап әңгәмә ҡора белеү – үҙе ҙур яуаплылыҡ. Етешһеҙлектәреңде төҙәтергә мөмкин, айыу балаһын да бейергә өйрәтәләр. Һинең менән театр факультетын тамамлаған белгес шөғөлләнеп алыр, ул әйтмешләй, сәхнә теле, актер һөнәре, әртисләнә белеү бер ҡасан да ҡамасауламай. Мастер-класс – һинең иҫәпкә. Шунһыҙ әлеге кимәлең һәм тәрбиәң менән килеүселәрҙе үҙеңдән өркөтәсәкһең генә.

Ҡыҙ ҡайтыр юлға сыҡты. Автобус туҡталышына боролоп тормай, йәйәүләп китте. Көн бөләңгертләнеп төмһәргән. Ялбыр болоттар ер менән күк араһына шыҡһыҙ шаршау тартҡан. Быҫҡаҡ ямғыр йорттарҙы һорғолт төҫкә буяй, тротуарға түшәлгән һуңғы япраҡтарҙы асфальтҡа йәбештерә, томан әсирлегендә ҡалған ҡаланы күшектерә. Көҙҙөң һуңғы күҙ йәштәре урамдан елгән һанһыҙ машиналарҙың тәгәрмәстәре аҫтында шаптырлай. Саңҡылдау һиҫкәндереп ебәрҙе. Йорттар тоташҡан ерҙән килә тауыш. Эттәр өйөрө ялбыр, бысраҡ, йөнө еүешләнеп тиреһенә йәбешкән берәҙәк сәүекте ҡамап алған. Теге мөйөшкә һырлыҡҡан да, тештәрен ыржайтып, һөжүм итеүселәргә ҡаршы ынтыла, шунан ҡалтыранып артҡа, таш стенаға һырлыға. Кемуҙарҙан лауылдашып өргән эттәр бының тәпәйҙәренән, ҡойроҡ осонан эләктереп тарталар. Оҙаҡ һаҡлана, ҡаршылаша алмаҫ был йолҡош, әҙерәк ҡырталашыр ҙа бирешер, ә былар уны йолҡҡослап ырғытыр… “Мин дә бит ошо сәүектәй мөйөшкә ҡыҫырыҡланғанмын, бер килеп һынырмын, йәһәннәм төпкөлөнә тәгәрәрмен… Тик унан ҡасан да булһа сыға алырмынмы?”

12

Тормошо тамырынан үҙгәрҙе. Аҡсаға мохтажлығы бөттө, супермаркеттарҙан сифатлы аҙыҡ-түлек алып ашай, һайлап кейенә, биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәренә, ял итеүгә иҫәпләмәй тотона, ғөмүмән, иркен йәшәй. Бүлмәләш ҡыҙҙарына үтескә бирә, бурыстарын ваҡытында ҡайтармаһалар ҙа иҫе китә һалып бармай. Тик Хәлимәнең йортона барһа, йән тыныслығын юғалта. Фәхшәттән* күңеле аяуһыҙ талана, үҙен ишек төбөнә аяҡ һөртөп уҙыр өсөн махсус һалынған еүеш сепрәк хәлендә тоя. Уны теләһә кем ҡойоло итектәре менән тызыҡлай, таплай ала. Һөйөү, саф хистәр хаҡында серләшкән, шунан йәм, мәғәнә тапҡан, хыял-ынтылыштары бейек, йәшәйештәре бөтөн, тәндәре һатылмаған ҡыҙҙарға йәшерен көнләшеү менән ҡарай.

Яңы йыл байрамы алдынан ҡартаталарына почта аша аҡса ебәрҙе. Ғәҙел эш хаҡы түгел дә бит, ни генә ҡылһын, тапҡаны ошо. Ололарға Яңы йыл бүләге яһау ине теләге. Тиҙҙән кире ебәрҙеләр: “Из-за отсутствия адресата перевод возвращен”. Яңынан һалды. Шул уҡ яуапты алды. Гөлбикә апаһынан килгән хат ҡына барыһын да асыҡланы: ҡартатаһы менән ҡартәсәһе бер ҡатарҙан үлеп киткәндәр икән. Була бит бер-береһе өсөн тыуған парҙар, татыу, килешеп, иңгә-иң терәп йәшәнеләр, ваҡыты еткәс, эйәртенешеп китеп тә барҙылар, тип яҙылған хатта. Һәр кем үҙ яртыһы менән тыуа, тип һөйләгәйне әсәһе. Яртыһы Ғәлимйән ине бит. Ул ҡапыл ғына, уйламағанда иҫенә килеп төшһә, кәйефе күтәрелә, донъяһы яҡтырып киткәндәй була. Әгәр бергә ҡалһалар, ул да һикәлтәкһеҙ, тура һуҡмаҡтан китер ине. Ә теге алмасты ул талисман урынына һәр саҡ үҙе менән йөрөтә. Һалҡын таштан бөркөлгән яҡтылыҡ уның тормошон яҡтыртып, йәнен йылытып тора һымаҡ.

Хәлимә һүҙендә торҙо – зыялы, тәрбиәле, ҡалын кеҫәлеләр менән генә осраштыра. Шул ирҙәргә ҡарай ҙа аптырай: ҡатындарын, балаларын алдарға уларҙы нимә этәрә һуң? Һорауына яуап таба алмай. Мажара артынан ҡыуыусыларҙың бай йәшәгәнлеге кейгән кейемдәренән күренә. Аҙғындар ят ҡосаҡта рәхәтләнер өсөн меңәрлектәрҙе иҫәпләмәй ырғыта. Хыянаттың нигеҙендә матди сәбәп түгел, ә тоҡомдан килгән йән боҙоҡлоғо ятмаймы икән? Аҡҡош йомортҡаһынан – аҡҡош, ҡарғаныҡынан ҡарға ярала, киреһенсә түгел. Йөрөмтәл әсәһе уны уйнаштан тапҡан да, артыҡ әйберҙәй күреп, бала табыу йортонда ҡалдырған. Ҡайһы милләттән ул, ниндәй ата-әсәнән? Боҙоҡлоҡ ҡандан килә, иманһыҙлыҡтың милләте юҡ. Мунсала мыҫҡылланғанында үҙен көсләнгән итеп кенә тойманы, хатта ҡайһылыр мәл ауыртыу аша ҡырағай ләззәт тә кисерҙе бит, шулай булғас, уның йәне – кәнтәй, булмышы – фәхишә. Ерән менән булған алышсы? Йәберҙән һаҡланды, ғәҙеллек урынлаштырҙы һымаҡ, әммә ҡанға иҫергән йыртҡыстай ҡыланды. Асылды үҙгәртеп булмайҙыр ул, булмайҙыр.

Сираттағы осрашыуға килде. Өҫтөн һалып та өлгөрмәне, ҡаршы алыуҙы талап итеп ҡыңғырау шылтыраны. Ишек ауыҙында мыҡты кәүҙәле урта йәштәрҙәге ир күренде. Һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, йоҡа плащта, яланбаш. Туҙғаҡ сәстәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ сал ҡунған. Ашамлыҡтар тултырылған пакет тотоп алған.

Инергә мөмкинме? – тине итәғәтле эйелә биреп.

Рөхсәт итмәһәм, кире сығып китмәй бит инде, Хәлимә менән һөйләшкәндер, килешкәндәрҙер, хаҡын билдәләгәндәрҙер. Ҡылана тағы!” Килеүсене үткәреп, стенаға һыйынды.

Ир пакеттарҙы ҡуйғас плащын һалды, ишек төбөндәге көҙгө ҡаршыһында сәстәрен тараны, галстугын төҙәтте. Фатир эсенә ҡиммәтле парфюм еҫе таралды.

Зинһар, ошоларҙы аш бүлмәһенә сығарығыҙ, – тине ҡунаҡ килтергәнен киренән ҡулына алып, – яңылыш инмәнемме икән?

Яңылышманығыҙ. – Ҡыҙ, яланғас аяҡтарын йәшерергә теләп, ирекһеҙҙән ҡыҫҡа күлдәгенең итәген аҫҡа тартты. Ят кеше алдында нишләптер гел шулай юғала ла ҡала. Ә ир уны танырға, хәтерендә ҡалдырырға теләгәндәй, һынаулы итеп күҙҙәренә баҡты. Ҡарашы йылы һәм яғымлы ине. Баҙауын, мөләйемлектән ҡайһылыр кимәлдә юғалып ҡалыуын күрһәтергә теләмәй, Нәйлә аш бүлмәһенә инде.

Күстәнәстәр мул ғына ине: биш йондоҙло коньяк, аҡ шарап, бәләкәй һауытҡа һалынған ҡара ыуылдырыҡ, ҡиммәтле кәнфиттәр, ҡаҡланған колбаса, голланд сыры, һуттар… Һый-ниғмәт менән өҫтәл өҫтө тулды. Күнегелгән хәрәкәт менән бокалдар, сәнске-бысаҡтар әҙерләне, ризыҡтарҙы килешле итеп киҫеп тәрилкәләргә һалды. Кәрәк саҡта быларҙы залға сығарырға тура киләсәк.

Ингәнендә ҡунаҡ урынлашҡайны инде, костюмын, галстугын һалған, аҡ күлдәгенең еңдәрен төрөп, өҫкө төймәһен ысҡындырып ебәргән.

Танышайыҡ, мине Виктор Николаевич тиҙәр, ә һеҙгә кем тип өндәшергә?

Бында ни ҡалған һеҙгә, ниңә улай аҙып-туҙаһығыҙ? Ҡайтығыҙ ғаиләгеҙгә!” – зиһене ошо һүҙҙәрҙе еткерергә теләһә лә, теле икенсене әйтте:

Нәйлә. Тик минең исемем һеҙгә кәрәк тә, мөһим дә түгелдер бит? – Күндәм генә Виктор Николаевичтың ҡаршыһына барып баҫты. Ирҙәр иң башта һайлаған тауарҙың сифатын тикшерә: түштәр, оса, балтырҙар, иң һуңынан тотош кәүҙә һынамсыл ҡараштан үтә. Баҙарҙа һауын һыйырын һайлайҙармы ни! Һөнәре шул, түҙергә, сыҙарға ҡала.

Әгәр Наина тип өндәшһәм, ҡаршы килмәҫһегеҙме?

Миңә барыбер. Бер кискә Наина, хатта хаина булырға ла мөмкин...

Һәйбәт, бына килештек, таныштыҡ та. Тик ғәфү итегеҙ, һуңғы әйткән һүҙегеҙҙең мәғәнәһен аңламаным?

Рифмаға тап килеп торғанға ғына әйтелде ул.

Шулай ҙа?

Башҡортсанан тәржемә иткәндә, хаин – һатлыҡ йән. – Күҙҙәрен һағышлы көлдөрҙө. – Был атама тулыһы менән миңә ҡағыла, бөгөнгө асылыма тап килә.

Уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.

Әйҙәгеҙ, танышыу хөрмәтенә табын ҡороп алайыҡ, – тине ҡунаҡ. Магнитофон янына килеп, дискылар араһынан классик музыка һайлап ҡуйҙы.

Һүҙҙе һүҙгә ялғап, өҫтәл артында апаруҡ ултырып ташланылар. Ир үҙен зыялы һәм тәрбиәле тота, әйтерһең дә, фәхишә янына түгел, күптәнге танышына хәл белергә килгән. Түшәктә лә Виктор Николаевич артыҡ ҡомһоҙланманы һәм оятһыҙланманы, бер аҙҙан танауын уның яурынына төртөп йоҡлап та китте.

Иртәнге табын артында Виктор Николаевич уңайһыҙланғандай әйтте:

Вчера мне было очень плохо, поэтому решил идти к вам.

К проститутке, уличной девке?

Нет, к человеку!

Йылы ғына хушлаштылар төнгө ҡунаҡ менән. Кискә табан Хәлимәгә шылтыратты, алдағы көндәргә заявкаларҙы белергә теләне. Трубкала ҡәнәғәт тауыш ишетелде:

Молодец, девочка, неплохие деньги заработала! – Шулай ҙа шиген белдереп ҡуйыуҙы кәрәк тапты. – Әгәр ҙә ысынлап та ғәҙел бүлһәң!

Яртыһын ҡалдырҙым.

Ҡара уны, не вздумай обмануть, бөгөн булмаһа, иртәгә барыбер беләсәкмен! Йә, ярай, һүҙ араһында ғына киҫәтеүем. Әлегә ял ит, тебя пока оставят в покое.

Нисек инде улай?

Ҡурҡма, һине ҡайғыртыусы бар, аҡсаһыҙ йонсомаҫһың!

Виктор Николаевич оҙаҡламай йәнә килде. Шунан – тағы, тағы… Килгән һайын бер үк һүҙҙәрҙе тылҡый:

Үтенәм, минән башҡаны ҡабул итмә! – Инәлгәндәй күҙҙәренә төбәлә. – Ҡабул итмәҫһең бит?! Бының өсөн теләһә ниндәй хаҡ түләргә әҙермен!

Ни генә тиһен, үҙенә үҙе хужа түгел, уны һатыусы бар. Кем күберәк түләй, “тауар” шуныҡы.

Виктор Николаевич һуңғы осрашыуҙа көтөлмәгән тәҡдим яһаны:

Наина, минең менән сит илдә ял иткең киләме?

Ҡайҙа?

Дубайҙа.

Юғалып ҡалды. Сит илгә түгел, ошо ҡаланан йырағыраҡ ергә барғаны юҡ, өҫтәүенә, таныш түгел кеше менән сығып кит, имеш.

Уҡыуым ҡала. Ебәрмәҫтәр шул, – тип һылтауланы.

Уныһы инде ваҡ мәсьәлә. Сит ил паспортын хәстәрләүҙе үҙ өҫтөмә алам.

Ожмахҡа тиң ҡала хаҡында ҡыҙ хәбәрҙар ине. Әгәр хәҙер баш тартһа, уны ғүмерендә лә күрмәйәсәк, аҙаҡтан ныҡ үкенәсәк. Ниңә хәҙер ошо уңайлы осраҡтан файҙаланмаҫҡа?! Ялтырауыҡ тәтәйгә ҡыҙыҡҡан бала ише, ҡапыл ризалашты ла ҡуйҙы:

Барам!

Аҙна-ун көндән Виктор Николаевич ярҙамсыһы менән ятаҡҡа килеп ингәйне, бүлмәләге ҡыҙҙар шыпырт ҡына юҡҡа сыҡты. Үҙе менән индергән эреле-ваҡлы ҡумталарҙы урынлаштырған ярҙамсы ла оҙаҡ тотҡарланманы.

Кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләп бөттөм, училище етәкселеге менән дә килешелгән. Иртәгә юлға сығабыҙ. Самолетҡа билеттар алынған. – Виктор Николаевич, баш тартыуҙан ҡурҡҡандай, өтөп алып бара.

Нәйлә сит ил паспортына күҙ һалды:

Наина…

Наина Васильевна Крестенко. Ул һеҙ булаһығыҙ. – Шелтәле ҡарашты күреп, төҙәтә һалды. – Былар бөтәһе лә ваҡытлыса ғына бит. Минең фамилиям Крестенко. Ҡатын менән барһаң, теркәү процедураһын үтеүе еңел, артыҡ һорау ҙа бирмәйҙәр. Атайыңдың исемен бер аҙ үҙгәрткәндәр. Уныһы ла мөһим түгел. Әйтәм бит, документ – ваҡытлыса, барып ҡайтҡансы ғына.

Ә был... ялған паспорт яһау түгелме?

Һеҙҙең ысын паспортығыҙ үҙегеҙ менән бит. Ул үҙәртелмәгән, нисек бар – шулай.

Ә быныһын…

Нисек эшләй алдығыҙ, тиһегеҙме? Аҡса көсө һәм ҡөҙрәте менән!

Бүлмәлә яңғыҙы ҡалғас, ҡумталарҙы аҡтара башланы. Төшөндә лә күрмәгән затлы кейемдәрҙе күреп, юғалып ҡалды.

Әкиәт иленә барырға йыйынам да ул, аҙаҡтан сүплектә ҡалыуым да ихтимал...”

13

Траптан күтәрелгәс, самолет эсенә үтергә ҡыймай туҡталды. Әлеге минутта болоттарҙан бейектә оса алыуына ышана ла, ышанып та бөтмәй. Үҙен ниндәйҙер илаһи, шауҡымлы бейеклеккә күтәрелгәндәй хис итте.

Өмбәт тапҡырынан көн һайын төш мәлендә “кукурузник” тип аталған бәләкәй генә самолет осоп үтә торғайны. Сабынлыҡтары – ауылдан ике-өс саҡырымдағы болонда. Күктән килгән гөрөлдәүҙе ишетеү менән һамаҡларға тотона:

Самолет, самолет,

Мине үҙеңә ултырт!

Шунан болондоң арғы осонда бесән сапҡан ата-әсәһенә ҡул болғай: “Ура! Эшегеҙҙе ташлағыҙ, әбит етте! Сәй эсәйек, тырыз тултырып бөрлөгән йыйҙым!” Килтергән брезент япманы ҡайын күләгәһенә йәйеп, табын хәстәрләргә тотоноп китә, ә үҙенең күҙҙәре – зәңгәр күктә кесерәйгәндән-кесерәйә барған самолетта... Һанһыҙ пассажирҙарҙы һыйҙырған ҡупшы һауа лайнерында тәүләп осоуы. Теләген, кисерештәрен Виктор Николаевич һүҙһеҙ ҙә аңланы: “Әйҙә, Наиночка, тәҙрә янынан урын ал. Тәүге тапҡыр осҡанда ҡыҙыҡ, елкендергес ул, ә мин был пейзаждан ялҡып бөткәнмен!” Эргәһенән урын алды һәм башын ҡырын һалып ойоп та китте. “Һе, була бит моңһоҙҙар, ҡабатланмаҫ тамашанан да баш тартыр икән кеше!”

Иллюминаторҙан тыш яҡҡа ҡараны. Диңгеҙҙәй йәйрәгән аҡһыл болоттар йыртығынан йәм-йәшел урмандар, көҙгөләй ялтыраған күлдәр, ҡан тамырҙарылай тарбаҡланған йылғалар, тигеҙ һыҙыҡтай арҡыс-торҡос тартылған юлдар күренгеләп ҡала. Юғарыла – күҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ зәңгәрлек. Шул тиклем дә төпһөҙ, серле күк йөҙөн тәүләп күреүе. Ҡош талпынып күтәрелә алмаҫ бейеклектә генә булалыр ул ошондай төҫ. Лайнерҙы һауала тотҡан, уны бына ошолай осорға мәжбүр иткән ҡанаттар киң, улар самолетҡа түгел, уның иңдәренә береккәндәй. Әйтерһең дә ул, аҡҡоштоҡолай яҫы ҡанаттарын талғын елпеп, иркенлектә маҙрай*, алтын нурҙарҙа ҡойона, яҡтылыҡты, тәнен иркәләгән һалҡын һауаны булмышына һеңдерә. Ялан сәскәләре тирбәлгән Ураҙғол сабынлығы, аҡ күлдәкле, йәшел шәлле ҡайындар, ҡупшы йүкәләр, тәңкә япраҡлы уҫаҡтар ҡайыған киң болон яңынан күҙ алдына баҫҡандай булды.

Хәтерендә – туғыҙынсы класты тамамлаған йылда атаһы уны кәбән башына ҡуйғайны. Әсәһе менә алмай – ҡан баҫымы юғары, башы әйләнә. Күрше-күләнгә өндәшерҙәр ине, ҡыҙыу бесән осоро, һәр кем көн аяҙҙа үҙенә эшләп ҡалырға ынтыла. Атаһы өс саталы ағас һәнәгенә ярты күбәне сәнсеп ала ла, еңел күтәреп, күкрәкләнеп барған кәбән өҫтөнә ырғыта, ә Нәйлә уны тырмаһына етеҙ генә эләктерә һала һәм, аяҡтары аҫтына түшәп, һеңдергәнсе тапалап та ҡуя. Әсәһе, күбә төптәрендә сәс-баш ҡалғанды өйөп, күтәремдәр әҙерләй.

Ҡара әле, Сания, – тип ҡыуана атаһы, – ҡыҙыбыҙ быйыл буйтым ҡул аҫтына ингән түгелме, бесәндең бөртөгөн дә кире төшөрмәй, ә беҙ кеше таба алмай аптыранабыҙ!

Һуң шулай булмай тағы, беҙ ҡартаябыҙ, сүгә барабыҙ, ә ул юғарыға үрләй. Ҡыҙыбыҙ өй тирәһендә лә алыштырғыһыҙ ярҙамсы! – Әсәһе лә ҡәнәғәт.

Кәбән осланды. Һуңғы күтәремде аяҡтарының аҫтына һалып тапаланы.

Атай, бында ҡош ҡуныр ҙа урын ҡалманы!

Күрәм, ҡыҙым, хеҙмәтең прәме кәртинкәләй килеп сыҡты, мә, ел ҡайырмаһын өсөн бынау сәүелдәрҙе йәтешләп һал да төш! – Атаһы беләгенә йомарлаған арҡанды өҫкә ырғытты.

Ҡыҙ арҡан осона тағылған башағасты кәбән осона сатрашлап баҫырҙы.

Ҡара уны, ныҡ йәбеш, аяҡтарыңды бесәнгә ышаныслы терә! – Атаһы өҙмәй ҙә ҡуймай.

Бынан бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Эргәлә генә мыйыҡлы башаҡтарын эйеп, аҡһылланып арыш бешә, ары, Ураҙғол менән Ташкисеүҙе ҡап урталай бүлгән Ҡараһаҙ йылғаһы аръяғында, һап-һары төҫө менән гөлтләп көнбағыш баҫыуы күренә. Ағас остарын ҡыҙғылт нурҙарға мансылдырып, ҡояш байып килә. Саҡ ҡына юғарыраҡ ҡараһаң, ҡаҙ ҡанатылай ҡатлы-ҡатлы өрпәк болоттар йөҙә. Бейектә, бик бейектә ҡанаттарын йәйеп төйлөгән ҡатып ҡалған, үҙе күренмәһә лә, һабантурғай соролдауы ап-асыҡ ишетелә. “Эх, ҡош булһаң ине!” Ҡыҙ, ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп, ҡатып ҡалды. Аҫта арҡан осон ебәрмәй тотҡан атаһы хафаланып ҡарап тора, кәбән тирәләй тыз-быз әсәһе йүгергеләй:

Нимә ҡыланаһың тағы, йығылаһың, ана, бесән һелкенә, аяғың тайып китер! Төш, төш тим!

Тотонмай-нитмәй шыуғайны, атаһы һауала уҡ эләктереп, бәпестәй күтәреп ипләп кенә ергә баҫтырҙы. Енләнеп килеп еткән әсәһе яратҡандай итеп осаһына сәпелдәтте:

Бирермен мин һиңә ҡош буламды! Уф, ҡотомдо алды, ҡоромағыр! Васил, баланы кәбән башына мендерәм тип бүтән ауыҙыңды ла асма!

Атаһының ғәме башҡала:

Талпына инде, күрмәйһеңме ни – әрпеш өйрәк бәпкәһе аҡҡошҡа әүерелеп бара! Бер килеп, беҙҙе ташлап осоп та китер әле.

Эх, ҡош булһаң ине!..” Ҡоласын йәйеп ебәргәйне, беләге Виктор Николаевичтың маңлайына тейҙе.

Ә, нимә, килеп тә еттекме? – Әүелйеп барған ир йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа тирә-яғын байҡаны, унан эргәнән үтеп барған стюардессаға бойорҙо:

Юғары сифатлы һут һәм яҡшы коньяк килтерегеҙ!

Беҙҙәге бөтә аҙыҡ-түлек тә сифатлы! – Авиакомпанияның бәҫен төшөрөргә теләмәгән стюардесса төҙәтә һалды.

Сифатлының сифатлырағы, ҡиммәттең иң ҡиммәтлеһе кәрәк!

Һағыныулы хәтирәләр алып килгән Ураҙғол сабынлығы, бушап ҡалған болон уртаһында ҡалҡҡан мөһабәт кәбән, танауҙы ҡытыҡлаған бесән, арыш, көнбағыш еҫе һағымдай ирене, бала саҡ офоғо билдәһеҙлеккә шылды, мөғжизәле әкиәт ошо ерҙә тамамланды…

* * *

Һалҡын ҡыштан, алыҫта ҡалған ҡаланың төҫһөҙ ысынбарлығынан көтмәгәндә илаһилыҡҡа килеп юлыҡтымы ни! Самолет ишеге асылыу менән битенә эҫе бәрелде. Ул нурҙар даръяһына сумды ла, күҙҙәрҙе ҡамаштырған яҡтылыҡтан һаҡланырға теләгәндәй, ҡулын маңлай өҫтөнә ҡуйҙы. Траптан төшөүселәрҙе автобус менән аэропорттың беренсе ҡатында урынлашҡан, стенаһы, ишектәре ялтыр быялаларҙан хасил иркен залға алып килделәр. Бында тәнде, йәнде иркәләгән еләҫлек. Үтеп-һүтеп йөрөгән ял итеүселәрҙең өҫтөндә – нәфис урындарын боҫормалаған кейем ишараты ғына, яланғас урындары ҡарағусҡылланып ҡояшта янған. Багаж да килеп етте. Айырым бүлмәләргә бикләнеп, иң әүәл өҫ кейемен алмаштырҙылар, шунан алдан әҙерләнгән өҫтәлдәр артында еңелсә ҡапҡылап алдылар. Оло башлы, ташбыҡ күҙле, көңгөрт тиреһе тыртыҡ кәүҙәһенә йәбешеп тере мумияны хәтерләткән йәш егет эргәләренә хеҙмәтсе етеҙлегендә килә һалып баҫты ла (халыҡтың ҡайҙан килгәнлеген алдан күҙаллағандыр) вата-емерә русса һупаланы: “Готов Вас везти даже на край света!” Виктор Николаевич әйберҙәрҙе сығарырға бойорҙо. Асыҡ машинаның салонына инеп ултырҙылар һәм бер аҙҙан көн кеүек яҡтыртылған оҙон тоннелгә сумдылар.

Ҡала ситендәге ҡунаҡхана ҡаласығында туҡталдылар. Бындағы күренеш тә ожмахҡа тиң: эргәлә генә – алтын ҡомло пляж, трамплинлы бассейн, ҡулайлы ял итеү урындары, бейек көньяҡ ағастары күләгәләгән һуҡмаҡтар. Уларға тип әҙерләнгән бүлмәләр иркен, ҡаралты юғары зауыҡ талаптарына ярашлы урынлаштырылған. Нәйлә йыуыныу бүлмәһенә инде. Бындағы иркен ваннала әйләнеп-тулғанып йөҙөп алырға мөмкин! Ҡаршылағы көҙгө бүлмәне ике тапҡырға иркенерәк күрһәтә. Үрелеп кенә алырлыҡ ергә эреле-ваҡлы, аллы-гөллө һауыттар теҙелгән. Ишек тотҡаһы, крандар тоноҡ һары төҫтә балҡый. Һаҡ ҡына үрелеп һыйпап ҡараны. Артынан килеп ингән Виктор Николаевич биленән ҡосаҡланы ла, битенән үбеп алғас, ҡолағына бышылданы:

Саф алтын түгел, ялатылған ғына. Быларҙың бөтәһе лә һинең өсөн, Наиночка!

Ҡатын-ҡыҙ зирәклеге менән һиҙә: Виктор Николаевич уға ысынлап ғашиҡ булды шикелле. Һиҙһә лә, юғары ҡатлам кешеһенең кәнтәйҙәй тормош һөргән фәхишәне ярата алыуына һаман да ышанып бөтмәй. Ә үҙе уның хаҡында бөтөнләй белмәй бит: ҡайҙа һәм ниндәй вазифала эшләй, ғаиләһе бармы? Хәйер, кәрәкмәй ҙә, уға хәүефле, күңелһеҙ, өмөтһөҙ киләсәк түгел, бөгөнгө мәл ҡәҙерлерәк.

Иртәгәһен ҡала буйлап экскурсияға сыҡтылар. Виктор Николаевич бында тәүге тапҡыр килмәгәнлектән, ҡаланың иҫтәлекле, тарихи, иғтибарға лайыҡ урындарын белә, тәжрибәле оҙатып йөрөүсе ише мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Кәштәләренә бай һый-ниғмәт теҙелгән баҙарға, урам буйлаған һанһыҙ һатыу нөктәләренә, архитектура төҙөлөшө менән һушты алған мәсеттәргә мөкиббән китеп төбәлмәй инде хәҙер. Әҙәм балаһы камиллыҡҡа тиҙ өйрәнә, ә бер ни тиклем ваҡыттан һуң ошоғаса хайран ҡалғанын ғәҙәти күренеш итеп ҡабул итә башлай.

Бурд Хәлиф майҙанындағы фонтанға һоҡланып ҡына ҡалманы, уны хатта татлы төш һымаҡ ҡабул итте ҡыҙ. 150 метр бейеклеккә сойорғоған фонтан бихисап ут нөктәләре ярҙамында аллы-гөллө төҫтәрҙә балҡыған йәйғорға әүерелә. Ҡойондай өйөрөлгән, йыландай борғоланған, меңәрләгән тамсыларҙан яралған бихисап һыу бағаналары талғын ағылған көй ыңғайына түңәрәктә әйләнә һәм, тигеҙ сафҡа теҙелеп, “бейергә” тотона, көньяҡ бейеүен башҡарған һомғол буйлы ҡыҙҙар тиерһең!

Иҫ китмәле, бындай гүзәллектең булыуы мөмкин түгел!.. – Ирекһеҙҙән ирендәре ситенән таң ҡалыу ауазы һығылып сыҡты. Башҡортса әйтелһә лә, аңланы Виктор Николаевич.

Был бейек фонтанды үтәнән-үтә 40 прожектор яҡтырта. Һыу парҙары нурҙар аша йәйғор булып күренә. Тышҡы эффект һәм алдатҡыс фокус шунан ғибәрәт. 828 метр бейеклегендәге Бурд Хәлиф башняһының иң юғары нөктәһенә менеп ҡараһаң, был күренеш үтә лә һоҡландырғыс.

Матур...

Эйе, беҙҙең ҡалала ундай фонтан юҡ шул. Тимәк, иртәгә беҙҙең экскурсияның маҡсаты билдәле – башняға менәбеҙ! – Һуңғы һүҙҙәрен акцентһыҙ, башҡортсалап әйтте Виктор Николаевич. Туған телен ишетеү ят һәм көтөлмәгәнерәк булһа ла, ғәжәпләнеүен һиҙҙермәне:

Башняның иң юғары нөктәһенә!

Һис һүҙһеҙ!

Бейеүсе фонтандарҙы тамаша ҡылғандан һуң ҡала ситендә урынлашҡан зоопаркка киттеләр. Бында ғәҙәтилек хөкөм һөрә; тәбиғәттә һирәк осраған кейектәр өркмәй-ҡурҡмай йыбанып ҡына унда-бында йөрөп ята, моғайын, урталағы быуа ла шундай уҡ йөҙөүселәр, һөйрәлеүселәр менән тулғандыр. Ауылда саҡта кластары менән район үҙәгенә килгән күсмә зоопаркка барғайнылар. Эсе бошоп, кәйефһеҙләнеп ҡайтты. Барлыҡ йәнлектәр ҙә ситлектәргә бикләнгәйне, оҙайлы сәфәрҙән, юл аҙабынан һәммәһе талсыҡҡан, ҡараштары һүнгән, тимер ситлек аша иреккә тилмереп ҡарайҙар. Бында иһә – ҡараш иңләмәҫ иркенлек: яр ситендә оло мискәләй аунап гиппопотам ята, һирәк ағастар араһынан жирафтың оҙон муйыны күренә. Күләгәләге аушайып үҫкән ағас өҫтөндә йоҡомһорағанға һалышып ятҡан йылғыр гепард тәгәрмәстәй бөгәрләнгән быуарҙың тамаҡ туйҙырғанын күҙәтә. Йыландың алдына апаруҡ ҙур ҡуянды ырғытҡандар. Меҫкен шешғолаҡ алаптай итеп асылған оло ауыҙға инеп бара. Арбаулы күренеш тамамланды, яңаҡтар тере тәғәмде йотоп ябылды, ытырғандырғыс сыбар кәүҙә бүлкәтләнеп тупайҙы.

Ну что делать? Или ты – его, либо он – тебя. Это закон жизни. – Вайымһыҙ ирҙең иҫе лә китмәне.

Ситлек эсенә эткә оҡшаш кейекте япҡандар.

А это – египетский волк, – тине Виктор Николаевич. – Иң уҫал, ҡанһыҙ йыртҡыс, уны иреккә ебәрергә ярамай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бик һирәк ҡалғанғалыр, улар тотҡонлоҡта ла үрсем арттырырға һәләтле.

Бүренең уҫал, мәрхәмәтһеҙ күҙҙәре осҡонланған. Алдына ырғытылған ит киҫәгендә түгел ғәме, ситлекте ватып сығырға теләп, үрһәләнеп улай-былай йүгергеләй. Билдәле, аҙыҡҡа ҡарағанда, ирек әллә күпмегә танһығыраҡ.

Ниндәй генә хәлдә лә бахыр ҡуяндай йотолоуға дусар булмаясаҡмын! Тормошҡа яраҡлаша белергә кәрәк. Это закон жизни. – Виктор Николаевичтың әйткәндәрен күңеленән ҡабатлап, уға ҡорбанына ҡарағандай итеп төбәлде ҡыҙ: – Һин быуар йылан булһаң, мин – сүл бүреһе!”

Күңелле, мауыҡтырғыс ял тамамланды, ҡайтырға ваҡыт етте. Киске аштан һуң Виктор Николаевич һауа һулап инергә тәҡдим итте. Көн эҫеһе һиҙелерлек һүрәнләнгәйне. Ағас күләгәһендәге бәүелмәле ултырғыс асфальтлы һуҡмаҡтың эргәһендә генә. Кис яҡынлашһа ла, халыҡ ағымы кәмемәгән. Эргәләренән үтеүселәрҙе айырыу, таныу бик тә еңел: йомош артынан йөрөгәндәрҙең, эшен эш итергә тырышҡандарҙың ҡараштары етди, хатта ҡайһылыр кимәлдә төмһәргән һәм хәсрәтле, ә ял итеүселәрҙең ирәүел ҡыҙыҡһыныуы, мәрәкә эҙләп тирә-яҡты күҙәтеүе йөҙҙәренә сыҡҡан.

Виктор Николаевич тәмәке тоҡандырҙы.

Яңғыҙлығымды уртаҡлашыуың өсөн рәхмәт, Наина. Шулай өндәшеүемә үпкәләмә, ул исем миңә үтә лә яҡын.

Кем тип өндәшһәгеҙ ҙә, миңә барыбер. Беҙ бит һеҙҙең менән осраҡлы осрашҡан кешеләр. Наина булып бергә ял иттек, иртәгә…

Кәйефегеҙҙе йөҙөгөҙҙән уҡырға мөмкин, мин һеҙҙе шул тиклем дә тиҙ ялҡыттыммы ни?

Киреһенсә, мәңге онотолмаҫ ял ойошторҙоғоҙ. Үҙ яйым, мөмкинлектәрем менән бында һис ҡасан килә алмаҫ инем. Ошоғаса бар нәмәгә үҙ бейеклегемдән генә ҡарағанмын һәм баһа биргәнмен, сәйәхәткә алып сығып, күҙҙәремде астығыҙ. Ә йөҙөмдәге үҙгәреш яңынан һоро донъяла йәшәргә теләмәүҙе сағылдыралыр.

Мин дә онотолоп, ғәмһеҙ ял иттем. Һеҙҙең эргәлә тыныс, рәхәт. – Ир көтөлмәгән һорауын бирҙе. – Украин милләтенәнмен, ә башҡорт телен һәйбәт беләм. Шул хаҡта һораманығыҙ ҙа, ҡыҙыҡһынманығыҙ ҙа. Ҡасандан бирле аралашып та, бер-беребеҙ хаҡында бөтөнләй белмәйбеҙ. Сәйер, эйе бит?

Бер ҙә сәйер түгел! Клиенттың эс-бауырына инә алмайым, хаҡым да юҡ! – Һәр һүҙенә баҫым яһап, асыу менән әйтте Нәйлә.

Наина, бында һине бөтөнләй икенсе нимә хаҡында һөйләшергә саҡырҙым. Тормошом хаҡында саҡ ҡына булһа ла белергә тейешһең, шунһыҙ һөйләшеү килеп сыҡмаҫ,– тине Виктор Николаевич әңгәмә темаһын үҙгәртеп. Тәмәке төпсөгөн эргәләге ҡый һауытына ырғытты. – Мин һуғыштан һуң тыуған бала. Илдә тыныслыҡ урынлашып, көн итеү әҙерәк яйға һалынғас, Ленинградтан Мәскәүгә күсеп килдек. Атайым машиналар эшләү заводында яуаплы вазифа биләне, әсәйем ҡайһылыр институтта инглиз теленән уҡытты. Улар татыу пар булараҡ хәтеремдә һаҡланып ҡалған. 4-5 йәшлек баланың хәтере үтә лә сонтор бит ул. Шул саҡтағы ваҡиғаларҙы хәҙер урыҡ-һурыҡ ҡына күҙ алдына баҫтырам. Шәмбе һайын кис фатирыбыҙға йыйыла торғайнылар. Әсәйем сәй әҙерләп ебәрә, өҫтәлгә тәмле бәлешен ҡуя. Табын артында нимәлер хаҡында ҡыҙыу бәхәсләшеп китәләр ҙә, күршеләр ишетеп ҡалыуҙан шикләнеп, кинәт тауыштарын баҫалар. Күрше бүлмәлә ятам, ҡунаҡтарҙың ҡайтып китеүен көтөп, йоҡлай алмай йонсойом. Хушлашыр алдынан атайым украин йырын һуҙып ебәрә, уға әсәйем ҡушыла. Шунан ялтыр табаҡ битле, ыҫмалалай ҡара сәсле ағай үҙе менән алып килгән көпшәһен килтереп сығара. Бүлмә эсе аһәңле моңға тула. Һуңынан ғына был музыка ҡоралының ҡурай икәнлеген белдем.

Ҡара төндә ҡаты, талапсан шаҡыуға һиҫкәнеп киттек, килеүселәр сабырһыҙланып ҡысҡырышты, ишекте ҡаты итектәре менән типкесләргә тотондо. Билдәле, ҡунаҡҡа килмәгәндәр, тигенгә йөрөмәйҙәр. Ишек асылыу менән ҡабаланып өс кеше килеп инде. Урталыҡҡа таш ҡаялай баҫҡан атайым үтә лә тыныс тауыш менән һораны: “Вы по какому праву пришли сюда, еще в ночное время?” Уның йөҙөнә һоро ҡағыҙ киҫәген килтереп терәнеләр: “Ордер прокурора на обыск и арест”. Шунан әйберҙәрҙе ауҙарып, кейем-һалымды туҙҙырып, китап-дәфтәрҙәрҙе иҙән уртаһына ырғытып фатирҙы тентергә тотоноп киттеләр, уларҙы ҡыҙыҡһындырыр бер нәмә лә табылмағас, зал уртаһына баҫҡан ир атай-әсәйемә кейенергә ҡушты, хатта карауатымда ҡурҡып йомарланған минең эргәмә килергә, хушлашырға ла рөхсәт итмәне. Әсәйемдең: “Улым, ҡурҡма, беҙ таң менән ҡайтырбыҙ, көт!” – тип өндәшеүе ишеккә ҡыҫылып ҡалды. Быны ишеткән күн плащлы башлыҡ туҡталды. Әзмәүерҙәй кәүҙәле ирҙең йөҙө уҫал, күҙҙәре – боҙҙай һалҡын, бындайҙан мәрхәмәт һәм ярлыҡау өмөт итермен тимә. Ул, табышын аңдыған йыртҡыстай, бүлмәне тағы ла бер тапҡыр күҙҙән һөҙөп үткәрҙе, беләгемдән эләктереп, мине иҙән уртаһына ырғытты. Түшәгемдең аҫтын өҫкә әйләндерҙе, кеҫәһенән бәке сығарып матрасты ярып ебәрҙе лә ҡулын шуның эсенә тығып болғаны. Һуңғы сиктә: “Все равно найдем!” – тине тештәрен шығырҙатып. Ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. Шомло ине төн, шуға тауышһыҙ ғына һыҡтаным. Ҡысҡырып илар инем, күн плащлылар мине лә алып сығып китерҙәр тип ҡурҡтым. Киләһе көндө лә күренеүсе булманы, иртәнән һуңға ла. Аш бүлмәһендәге күҙгә салынған аҙыҡты ашап бөтөрҙөм. Өсөнсө көн тигәндә теге быжыр битле ағай килеп инде һәм ҡабаланып йыйындыра башланы, кейемдәремде ҙур сумкаға тултырҙы. Вокзалға килдек, беҙҙе унда таныш түгел ҡатын көтә ине. Өсәүләп поезға ултырҙыҡ. Дөйөм вагонда төн үткәрҙек, инеүсе-сығыусы юлаусылар күп ине. Юлдаштарым бер-береһенә һыйынып тынып ҡалды, ә мин ирҙең тубыҡтарына башымды терәп серем итеп алдым. Иртәгәһен кисләтеп кенә ниндәйҙер ҡалаға килеп төштөк. Ҡаршы алыусы булманы. Йәйәүләп ҡала ситендәге ағас йортҡа барҙыҡ. Ишекте ялбыр сәсле һаҡалтай асты. Хәл-әхүәл белешкәс, өҫтәлгә ҡара икмәк, бөтәүләй картуф ҡуйҙы, сало ҡырҡты. Ололар ризыҡҡа ҡағылмаһа ла, ныҡ асыҡҡанлыҡтан өҫтәлдәге һыйҙы һыпырып ашап ҡуйҙым.

Наталья менән Николайҙың башын ашанылар шикелле, – тип илауланы ҡатын.

Наина, насарға юрамайыҡ әле, бәлки, сығарырҙар.

Эйе, сығарҙылар, ти. Шпиондар тип ғәйепләйҙәр икән, йәнәһе, Англия разведкаһына эшләгәндәр. Ундай мәғәнәһеҙ ғәйепте кем уйлап сығарғандыр.

Беҙ баш ҡаланан ҡасып ҡайттыҡ, әммә бөгөн ил оло ГУЛАГ-ты хәтерләтә, ҡайҙа ғына боҫоп ҡотолмаҡ!

Ишеткән һәр һүҙҙе айырым-айырым ҡабул итһәм дә, улар, бергә ҡушылып, аңлайышһыҙға әүерелә, зиһенемде бутай, шуға аңшайып ҡалғанмын.

Тиҙҙән мине бәләкәй генә башҡорт ауылына алып барҙылар һәм ниндәйҙер әбей менән бабайҙа ҡалдырҙылар. Быжыр бит һыуға һеңгәндәй юҡҡа сыҡты, һирәкләп кенә теге һары сәсле ҡатын хәлемде белеп китә. Бында килгәндә бөтөнләй башҡортса белмәһәм дә, тиңдәштәрем менән аралашҡанда этеп-төртөп һупалаштыра башланым. Урындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға төштөм, бабай мине үҙ ейәнеләй яҡын күрҙе, бесән сабырға, утын киҫергә, кәртә-ҡура тирәһендәге хужалыҡ эштәренә өйрәтте. Сталин үлгәндән һуң ике йыл үткәс Наина апай үҙ янына ҡалаға алды. “Хәҙер беҙгә хәүеф янамай, язалағандан һуң булһа ла атайың менән әсәйеңде, иремде аҡлағандар. Бергәләп йәшәрбеҙ, минең дә яҡындарым ҡалманы. Шуны хәтереңдән сығарма, Виктор, кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Ҡурҡыныс нимә ул яңғыҙлыҡ”, – тине ул.

Мәктәпте тамамланым, шунан – нефть институтын. Наина әсәйем ҡартайып ҡулымда үлде. Нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлаштым. Мастерҙан башлағайным, яйлап-яйлап күтәрелдем. Шәхси тормошома килгәндә, маҡтана алмайым. Өйләнмәнем түгел, өйләндем, әммә ғаилә ҡороу нисектер килеп сыҡманы. Төп хата, етешһеҙлек үҙемдәлер. Башҡарыр эшемде гел алғы планға ҡуйҙым, шунан ғына – ғаилә, ә ҡатындарға бит уны ғына яратҡан, уны ғына ҡурсыған, янынан китмәгән тормош юлдашы кәрәк. Һәр шөғөлдө теләп башҡарыуым, еренә еткереп ҡуйыуым Айбулат бабайҙың өйрәтеүенән килә. Балалыҡ йылдарым үткән ауылдағы ҡарттың исеме шулай ине.

90-сы бола йылдарҙа арзан хаҡҡа ҡиммәтле ҡоролмаларҙы күмәртәләп алыу, тиҙ байып китеү мөмкинселеге сыҡты. Фәрештә түгелмен, әлбиттә, әммә дәүләт милкенә теймәнем. Атайым менән әсәйем, мине тәрбиәләгән кешеләр ысын коммунистар ине бит, инде килеп рухтарына тап төшөрәйемме? Уларҙы инанған идеялары, ынтылыштары өсөн төрмәгә япҡандар, язалағандар, мине урлыҡта ғәйепләп хөкөм итһендәрме? Яңғыҙ башыма шул ҡәҙәре байлыҡ нимәгә? Һине осратҡас, ошоға тиклем татып ҡарамаған тойғо кисерҙем. Ятһам да, торһам да уйымда – һин генә. Олоғайып барған көндә мөхәббәт тураһында хәбәр һатыу килешеп тә бөтмәҫ, йәш айырмаһы ла ҙур. Наина әсәйемдең: “Әҙәм балаһы яңғыҙы ғына көн итә алмай”, – тип әйткәнен әле килеп төшөндөм. Физикала тауыш тиҙлеге тигән төшөнсә бар. Ә кешеләр араһындағы мөнәсәбәт шул тиҙлекте күп тапҡырҙарға кәметә, йәш саҡта әйтелгәндәр олоғайған көндә генә килеп етә.

Виктор Николаевичтың йөҙө моңһоуланып китте. Бай, ирекле, бойондороҡһоҙ ир Нәйләгә яҡлаусыһыҙ, ярҙамға мохтаж кешеләй тилмереп ҡарай. Ҡапыл атаһы иҫенә килеп төштө. Ул да юл сатында тороп ҡалғайны бит. Күңелендә ҡайнашҡан кисерештәрҙе йәшерергә көс тапты шулай ҙа.

Кешене буй-һыны өсөн генә яратмайҙар. Минең йәшәү рәүешен беләһегеҙ, Виктор Николаевич! Һеҙгә бер нисек тә ярҙам итә алмайым.

Һине түбәнселеккә тормош ауырлыҡтары, хәйерселек этәргәндер. Минең ҡатыным бул, Наина! Ҡарар ҡабул итеүҙә иреклеһең. Ашыҡма. Уйла. Тәҡдимемдән баш тартҡан осраҡта ла бынан ары матди ауырлыҡ кисермәҫһең.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас в