Все новости
Литература
4 Мая 2022, 10:00

ХӨКӨМ (повесть, 3-сө өлөшө)

Хәйҙәр Тапаҡов.

ХӨКӨМ (повесть, 3-сө өлөшө)
ХӨКӨМ (повесть, 3-сө өлөшө)

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереү тыйыла.

7

Өфөлә тәүге көн ҡунаҡханала ҡунды. Ҡәҙимге бүлмә үтә лә ҡиммәт икән, буфеттағы аҙыҡ-түлектең хаҡтары ла хайран ҡалырлыҡ. Ауылда аҡса тәләфләмәй генә йәшәп өйрәнгәнлектән, тәүге тапҡыр янсығындағы болон иҫәпләне, киләһе көндәргә етерме-юҡмы икәнлекте самаланы. Арзаныраҡ урын эҙләргә ине лә, ҡаланы белмәй тороп, уны ҡайҙан табырға? Киң урамдан елгән һанһыҙ машиналар, иләүе ҡуҙғыған ҡырмыҫҡаларҙай унда-бында йүгерешкән кешеләр, ҡарурмандағылай бер-береһенә терәлгән кирбес йорттар – барыһы ла ҡырыҫ, рәхимһеҙ үгәйҙәй ят. Был ҡунаҡханаға ҡабатлап килмәҫкә ниәтләп, барлы-юҡлы әйберҙәрен төйнәне лә урамға сыҡты, туҡталыштағы белдереүҙәр таҡтаһына йәбештерелгән афишаларға, иғландарға иғтибар итте. Һөнәрселек училищеһына саҡырыу хаҡында уҡығас, эргәһендәге мыҡты кәүҙәле, ҡыҙғылт йөҙлө, һары сәсле егеткә мөрәжәғәт итте:

Бынау училищеға нисек барырға икән?

Егет аңланы булһа кәрәк, ҡулын алға һелтәп, руссалап яуапланы:

Отсюда недалеко, всего две остановки, потом поверните налево, увидите трехэтажное кирпичное здание.

Күрһәтелгән ергә йәйәүләп китте. Беренсе ҡаттағы документтар ҡабул итеү бүлеген ауырлыҡһыҙ эҙләп тапты. Уҡырға килеүселәргә сират булмағанғамы, бындағылар ҡабаланмай, йыбанып ҡына ҡыймылдай; өйкөлөшөп сәй эскәндән һуң ҡатын-ҡыҙ һыу буйы итеп гәп һатырға керешеп китте, ир-ат тәмәке быҫҡытырға коридорға сыҡты. Сумкаһын тотоп ситтә тороусы ауыл ҡыҙына иғтибар итеүсе лә юҡ. Һуйырға һимертелгән өйрәктәй тумалаҡ, тәбәнәк буйлы, йәмрәй йөҙлө ҡатын байпаңлата баҫып килеп ингәс кенә ниндәйҙер йәнлелек һиҙелде, хеҙмәткәрҙәр теләкһеҙ генә өҫтәлдәре артына таралышып ҡағыҙ ҡыштырҙатырға тотондо. Эшем эйәһе булып ҡыланыуҙарына ҡарағанда, был ҡатын, моғайын, ҡабул итеү комиссияһы рәйеселер. Ханым уны янына саҡырҙы ла бында килеү сәбәбен һорашҡас, диктант алғандағылай ижекләп әйтеп, уҡыусылар аҙ һайлаған бүлеккәлер, ғариза яҙҙыртты. Өндәшмәне, ниндәй һөнәргә уҡыясағы хаҡында ҡыҙыҡһынманы – уға барыбер ине. Ятаҡтан урын тәғәйенләнеләр. Шуныһы оҡшаны: уҡыу йорто менән ятаҡ – бейек тимер рәшәткә менән уратылған дөйөм ихатала, алыҫҡа йөрөйһө түгел. Барып ингәнендә дүрт урынлыҡ бүлмәнең ишек төбөндәге карауаты ғына буш ине. Әйберҙәрен эргәһенә ҡуйғас, бүлмәләгеләр менән итәғәтле иҫәнләште. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл булғанлыҡтан, сәләмен алманылар. Тәҙрәне шар асып тәмәке быҫҡытыусы ерән сәсле ҡыҙ, ҡулындағы сигаретты тыш яҡҡа сиртеп, йөҙөнә түбәнһетеү битлеге йәбештерҙе. Һуҡ бармағын теге буш карауатҡа сәнсеп, дорфа тонда күрһәтмәһен бирҙе:

Твое место будет здесь!

Шулай итеп биләр кимәл, тотор урын алдан тәғәйенләнде.

Кис мажараһыҙ үтте, әлегә училищеның ашханаһы эшләмәгәнлектән, магазиндан кефир, колбаса киҫәге, икмәк алып тәғәмләнде лә урын йәйеп йоҡларға ятты. Арыған, ял итергә кәрәк, йоҡоһо туйғансы йоҡлар. Иртәгә аҙыҡ артынан да сабаһы түгел, бөгөн һатып алғанынан әҙерәк ҡалды. Бүлмәләгеләр менән аралашманы, берәүгә лә төбәп һүҙ ҡушманы, һәммәһен һынап ҡарау менән генә сикләнде. Йәнәшәләге карауаттарҙы биләгән ҡыҙҙар ауыл еренәндер, кейгән кейемдәренән, өркөргә әҙер йыуашлыҡтарынан танырға мөмкин уларҙы. Ә түрҙәге бит-йөҙө лыс буяҡтан хасил, өҙлөкһөҙ тәмәке быҫҡытыусы Ерән һауалы ҡылана, үҙен тотоуы башҡа.

Иртәнсәк кемдер төрткөләп уятты:

Красавица, на курево надо, дай денег!

Тупаҫлыҡҡа ни тип яуап бирергә белмәй юғалды ла ҡалды. Ерән уны ҡурҡты, биреште тип уйланы, күрәһең, йәйенке ауыҙында шапылдатып әүәләгән һағыҙын ҡуптырып шартлатҡас, тәкәббер бойорҙо:

Ты что молчишь как рыба? Еще невинной козочкой прикидываешься, не поняла что ли?!

Минең артыҡ аҡсам юҡ!

Я же не спрашиваю, есть у тебя деньги или нет. Покажи кошелек!

Ерән тумбочка өҫтөндә ятҡан сумочканан янсыҡ килтереп сығарҙы ла тәмәкегә генә түгел, көнө буйына кәрәк-ярағына тотонмалы аҡса алып джинсыһының артҡы кеҫәһенә тыҡты, һуҡ бармағын сәнскеләй төртөп, уҫал киҫәтте:

В дальнейшем не заставляй копаться в твоих вещах, не люблю. А теперь постирай мои вещи, потом погладишь!

Нәйлә өндәшмәне. Карауатына ятты, терпеләй йомарланды. Үҙен һаҡлаусыһыҙ, яҡлаусыһыҙ бахыр итеп тойҙо. “Белеп алды, инде тартыныуһыҙ талаясаҡ, аҫырауҙай, байға ялланған көнлөксөләй йомоштарын ҡушасаҡ...” Башҡа карауаттағы ҡыҙҙарҙың да бошаланыуҙарын һиҙҙе.

Етенсе класты бөтөргән йыл ауылдың һарыҡ көтөүенә яңғыҙаҡ бүре ҡаныҡты. Көтөүсенең атаһына килеп зарланғанын да ишетте: “Мәлғүн иртәнге томанда урман эсенән килеп сыға, көтөүгә ташлана, күҙ асып йомған арала биш-алты башты тамаҡлай ҙа ҡомға һеңгән һыу тамсыһылай юғала, бар, тот ҡойроғон! Көн һайын да күренмәй үҙе, йәнә көтмәгән тапҡырҙа аңдый, күрәһең, күпте күргән, һунарсыларҙан ҡасып эҙ яҙлыҡтырып өйрәнгән йылғыр йыртҡыстыр. Тәбиғәт закондары аяуһыҙ, ҡартайып хәлһеҙләнгәнгә өйөрөнән ҡыуылған ата бүрегә оҡшаған, шуға ҡанһыҙ ҡылана”. Һөжүм ҡабатлана торҙо. Көтөүҙе икенсе йүнәлешкә лә ебәреп ҡаранылар, файҙаһы теймәне. Һунар итергә рөхсәте булғандар урман буйлап һөҙөп эҙләп тә маташты, эләктерә алманылар. Хәйләкәр йыртҡысты тәжрибәле һунарсы ғына аулай алыр тип, Миңнизар апайҙың ире Әмир сыҡты. Тырышлығы бушҡа китмәне, эләктерҙе бит тегене! Табышты тотош ауыл ҡарарға барҙы. Әмир бүрене әүеҫлек өрлөгөнә элеп ҡуйған. Ғәҙәти эттән ҡалҡыуыраҡ кәүҙә, һарғая төшкән, урын-урыны менән баҡталы оҙон, шырт йөн, аҫлы-өҫлө хәтәр ыржайған аҙау тештәр, ус аяһылай тел һәлберәгән ауыҙ – барыһы ла һипһендергес, ҡурҡыныс. Осло тырнаҡтары үткер бысаҡ осолай сосайып күренә, ул үле килеш тә һөжүмгә ташланырға әҙер кеүек, ысҡындыр ғына, хәҙер ҡорбанын ботарлап ташлар. Ҡан һауған тоноҡ күҙҙәр бар донъяға нәфрәт һәм үс аша ҡарап ҡатҡан. Ҡыҙ ҡурҡышынан атаһының артына боҫто, ә Әмир ағаһы көлөп кенә ҡуйҙы: “Ниңә йәшенәһең, Нәйлә һылыуым, шыпа ла зыянһыҙ ул, тештәренән тотоп, ҡойроғонан тартып ҡарарға мөмкин. – Тәмәке тоҡандырып ебәргәс, эргәһендәге ирҙәргә күп йыллыҡ һунарсы күҙәтеүҙәрен еткерҙе. – Асыҡҡан яман түгел, ҡаныҡҡан яман, тип юҡҡа ғына әйтмәгән икән боронғолар, күпме һарыҡ-кәзәнең башына етте, сабакы. Ҡанығыу һәм нәфсене көс ярҙамында ғына ауыҙлыҡларға мөмкин…”

Ерән дә шул бүреләй ҡаныҡты. Бер генә юл ҡала!” – һуңғы һүҙҙәрҙе Нәйлә ҡысҡырып, асыҡ итеп әйтте. Хатта эргәһендәге карауаттағы ҡыҙ башын ҡалҡытып, һаташамы әллә был тигәндәй, шикләнеп уның яғына һирпелде.

Буласаҡ алышҡа килгәндә, моғайын, бирешмәҫ, ауылда ла әхирәттәре менән уйнауҙан бигерәк малайҙар менән йыш аралашты, ә улар ҡыҙҙар ише наҙланып бармай, бәхәстә уртаҡ тел таба алмаһалар, йыш ҡына бер-береһен дөмбәҫләп тә ташлай. Нәйлә лә ҡатнашып китә ҡайһы саҡ шул танау ҡанатышыусыларға. Һуғыш суҡмарҙарынан арттырып ебәрмәй-ебәреүен, мәгәр кәметмәй ҙә. Шуға ауылдағы малай-шалай уны үҙ тиңеләй күреп ихтирам итте.

Икенсе көн иртәнсәк ҡыштырҙауға уянып китте. Ерән йәшеренмәй-боҫоронмай, аяҡтарын тарбайта баҫып, уның сумочкаһында соҡона ине. Нәйлә ҡабаланмай түшәгенән торҙо, урынын йыйыштырҙы. Блузкаһын, салбарын кейгәс, Ерәндең ҡаршыһына килеп, тыныс ҡына һораны:

Һеҙ сумочкаларҙы бутағанһығыҙ түгелме? Мин дә сит әйберҙәр менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы яратып бөтмәйем.

Что ты сказала? Пошла отсюда, деревня!

Яҡшылыҡ менән әйткәнде аңламағас, икенсерәк итеп төшөндөрөргә тура килер! – Нәйлә көтмәгәндә күҙ эйәрмәҫ хәрәкәт менән мөсһөҙ, май бөргән эскә тондорҙо. Тултырған тауыҡтай кәүҙә бөгөлөп төшкәйне, ялбыр сәстәрҙе матҡып эләктереп, тубығы менән йәмшек танауға типте. Ерән, эргәһендәге ултырғысҡа абынып, таһыр ҙа тоһор ишек төбөнә барып һырлыҡты. Бының менән генә сикләнмәне, дүрт тағанлап ҡалҡырға маташҡан ҡыҙҙы йәнә тибеп осорҙо. Әйләнеп барып ятты теге. Бөтөнләй бәлйерәп, бирешеп, шыңшып илап ебәрҙе, йәлләр ҙә туҡтар был, тигәндер. Ҡайҙа инде, ул үҙе хәҙер ҡомары, йыртҡыс дәрте тоҡанған кейек хәлендә. Ҡорбанын бер аҙ типкеләгәс, иҙеүенән бөрөп ҡалҡытты ла, өҫтәлдәге бысаҡты эләктереп, Ерәндең муйынына терәне.

Йә, йыбытҡы, һөйләшеүҙе дауам итәбеҙме? Может, повторить приемы вольной борьбы?

Танауынан борхоған ҡанға биттәре буялған, тотош кәүҙәһе ҡамырҙай бәлйерәгән ҡыҙ саҡ ишетелерлек итеп шыңшыны:

Действительно перепутала сумочки, простите, пожалуйста, больше не повторится…

Әгәр тағы ла бүлмәләге ҡыҙҙарҙың берәйһенә ҡағылһаң, хәйер таптырһаң, минән яҡшылыҡ көтмә, ҡалала яңғыҙ түгелмен, яҡлаусыларым бар. Они тебя из-под земли достанут! – Һуңғыларын арттырып ебәрһә лә, һәр һүҙенә баҫым яһап әйтте.

Поняла…

Ә хәҙер ҡыҙҙарҙан алғандарыңды – тиненә ҡәҙәр, ә миңә бирәсәгеңде өсләтә арттырып ҡайтар!

Ерән ашыға-ашыға бүлмәләштәренең алдына аҡса һалып сыҡты.

А теперь верни мою долю!

У меня с собой больше нет денег. Если можно, завтра утром…

Нет, сегодня вечером, время пошло! Бынан ары һинең урының – ишек төбөндә! – Нәйлә түрҙәге түшәкте һыпырып, ишек төбөнә быраҡтырҙы. – Иди умойся, приведи себя в порядок, и не дай Бог, если кому-нибудь нажалуешься!

Ерән был көндө һуңлап ҡына ҡайтып инде лә, ҡағыҙ аҡсаларҙы өҫтәл ситенә һалып, тауыш-тынһыҙ түшәгенә сумды, ә икенсе көн таң һарыһынан ашығып әйберҙәрен төйнәргә тотондо. Уны башҡаса ятаҡта ғына түгел, училищела ла осратманы.

Бүлмәләш ҡыҙҙары уға ятһырап та, бер аҙ ҡурҡып та ҡарай шикелле. Теге Ерән ише хаяһыҙ ҡыланһаң, һүҙһеҙ буйһонорға әҙерҙәр. Аңынан инаныулы уй йүгереп үтте: “Элекке система нигеҙҙәренә таянып, кеше кешегә дуҫ һәм туған, тип уҡытҡан булдылар мәктәптә. Төптө ялған, кем көслө – шул хаҡлы был донъяла. Теге саҡ Ғәзим дөрөҫ әйткән бит, күптәр ҡабул итеп бөтмәгән рәхимһеҙ ҡанундары менән яңы заман килә. Рәхимһеҙ һәм мәрхәмәтһеҙ заман...”

8

Уҡыуҙар башланып ҡына тора ине, Гөлбикә апаһынан телеграмма килеп төштө: “Атайың ҡаты сирләп китте, кисекмәҫтән ҡайтып ет!” Шул “кисекмәҫтән” һүҙе ҡапыл тертләтеп ебәрҙе, алынған хәбәрҙең тиген түгеллеген эске тойомлау менән һиҙҙе. Ҡулын бешереп барған һарғылт ҡағыҙҙы тотоп, училище директорына йүгерҙе. Урта йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө ир тотҡарлыҡһыҙ ғына ҡабул итте. Һонолған ҡағыҙ киҫәгенә ҡабалан күҙ йүгерткәс, шунда уҡ ғариза яҙҙыртты, мөйөшөнә имзаһын сыймаҡланы. Ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшләргә теләпмелер, ҡайтып килерлек аҡсаң бармы, тип ҡыҙыҡһынды, иртәгә иртүк профком аша был мәсьәләне ыңғай хәл итә алғанлығын белдерҙе. Иртәгәһе көндө көтөү ҡайҙа, ҡабаланып төн уртаһында ҡуҙғалған поезға төштө, дөйөм вагондың ҡаҡ һәндерәһенә һыйынып керпек тә ҡаҡмай төн уҙғарҙы. Поезд, ҡала уттарынан ҡасҡандай, төн ҡараңғылығынан төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай ашығып елә. Ул да ана шул өшәндергес ҡараңғылыҡҡа сума бара, сума бара... “Тиҙерәк таң атһа ине, яҡтырһа ине...”

Офоҡтағы болоттар йыртығынан күренеп ҡалған ҡояштың түңәрәк йөҙө йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған. Ул, яңы көн тыуыуын хәбәр итергә теләмәгәндәй, алыҫта ҡарағусҡылланып күренгән тау сусағына һаҡҡан. Шыбырҙап яуған ямғыр тамсылары, ҡойроҡло юлаҡ ҡалдырып, вагон тәҙрәһенән йүгерә. Артҡа шыла барған һары биҙәкле урмандар, үләндәре ҡыуарып һоро төҫкә ингән яландар, шул эҙҙәргә эйәреп, бына-бына йыуылып юҡҡа сығыр төҫлө.

Ауыл мөхите ҡолаҡ тондорғос һиллеге, шаңғырап торған бушлығы менән ҡаршы алды. Әйтерһең, көнитмеш, ваҡыт ағышы туҡталған. Бында ла шул уҡ яуын икән, күк йөҙөн япҡан суйындай ҡара болоттар былай ҙа ҡотһоҙ көндө тағы ла ҡараңғылатып ебәргән. Юл ҡырлатып теҙелгән ҡайындарға һары ҡунған, уҫаҡтар ҡыҙарып күренә, муйыл ҡыуаҡтары яланғасланырға өлгөргән, тик гөлтләп янырға йыйынған көҙ, усағы мейескә тығылған һүл утындай, тоҡанып китә алмай быҫҡый. Тирә-йүнде шыйыҡ томан япҡан. Автобустан төштө лә тайғаҡ һуҡмаҡтан шыйғалай-тая ауыл яғына ҡарай атланы ҡыҙ. Ҡырласланып һуҙылған тау үркәсенә оҙон урам булып теҙелгән Өмбәт өйҙәренә етеү өсөн саҡырым самаһы барырға кәрәк. Тиҙ арала сәстәре маңлайына һылашты, джинсы салбары еүешләнде, кроссовкаларына һыбашҡаҡ һары мәте йәбеште, һалҡын ямғыр тамсылары йоҡа сепрәк курткаһы аша үтәләй һуғып тәнен зымбырҙатты. Ауыл менән туҡталыш араһын урталай бүлгән зыярат яғына ҡарарға ҡурҡып, йөҙөн ситкә ҡайырҙы. Автобус килгәнен йыраҡтан уҡ абайлап өлгөргән ҡатын, көләпәрәле брезент плащын бөркәнеп, был яҡҡа ҡарай юрғалай. Гөлбикә апаһы икән. Тыш та быш итеп килеп етте лә, ҡыҙҙың тумбыҡҡан ҡулын үҙенең йылы устарына йомарланы:

Һаумы, Нәйлә, ҡайттыңмы? – Шунан ғәйепле төҫ менән өҫтәне. – Әйҙә, тәүҙә беҙгә барайыҡ, шунан икәүләп – һеҙгә…

Барыһын да төшөндө, төбөнән ҡырҡылған ағастай Гөлбикәгә терәлде. Күңелендә ләүкегән өмөт осҡоно һүнде, ошоғаса һалҡынға бирешмәй килгән тәне осҡалаҡ тотҡандағылай ҡалтырай башланы. Илап ебәрер ине, бәғере быулыҡҡан. Ҡасан йырылыр – билдәһеҙ…

Сабыр итәйек, Нәйлә, үлгән артынан үлеп булмай… Ауыр тупрағы – еңел, йәне йәннәттә булһын, көтмәгәндә, ҡапыл ғына китте лә барҙы… Бөгөн ҡояш та байыны, зыяратҡа инеп, әруахтарҙы борсорға ярамай, иртәгә яҡты күҙҙә барырбыҙ.

Ауыл уртаһындағы йорттоң урам ҡапҡаһы оло ҡунаҡтар көткәндәй шар асыҡ, ишеккә йоҙаҡ һалынмаған. Бир яҡта ла, түрҙә лә ут балҡый, ҡуҙҙары баҙраған мейес ауыҙында һурпалы сүген күренә, танауға тәмле ит еҫе бәрелде, тимәк, көткән Гөлбикә апаһы. Өй эсе йылы, хатта ҡайһылыр кимәлдә эҫе. Хужабикә, тилбер йүгермәләп, лысма һыу кейемдәрҙе мейес ҡашағаһына киптерергә элде лә өҫтәл хәстәрләргә керешеп китте, үҙе баҫалҡы тауыш менән һөйләй:

Ошолайтып барына шөкөрана ҡылып йәшәп ятыла әле. Юҡлыҡ та үҙен артыҡ һиҙҙертмәй, район үҙәгендә йәшәгән Камил ағайың ярҙамынан өҙмәй, шуныһы яҡшы. Эше гел ыңғай ғына барһын инде баламдың. Ни тиһәң дә, лесхозда яйлы, эш хаҡы ла башҡа урындарға ҡарағанда арыуыраҡ, айҙыҡын айына һуңлатмай түләйҙәр. Башҡа яңылыҡтарға килгәндә, ҡыр эштәре ошоғаса һуҙылды, һаман осламағандар. Йәй буйы яндырғайны, хәҙер килеп ҡойма ямғыр барлы-юҡлы нәмәне серетә, ай самаһы инде туҡталмай. Әллә күктең төбө тишелгән. Баҫыуҙарға инерлек түгел, комбайндар бата, сабылған ашлыҡтың башағы ергә йәбешеп шытҡан, айырып алырлыҡ түгел. Үткән шәмбелә көн аяҙытҡандай иткәс, көнө буйы иген яҫмаларын әйләндергәйнек, тырышлығыбыҙ бушҡа ғына булды, иртәгәһен яуын кире килеп баҫты. – Ни тиклем генә уратһа-суратһа ла, һораулы төбәлеүҙән ҡаса-боҫа алмай ауыр уфтанды. – Атайыңды кисә төштән һуң ерләнек. Санияны оҙатҡандағы һымаҡ халыҡ күп йыйылды, элек күрше бригада иҫәпләнгән ауылдарҙан да килделәр. Һуңғы юлға оҙатыуҙың ни икәнлеген белмәгән, зыяратҡа аяҡ баҫмаған Фәтих тә шул тирәлә буталды, район түрәләре алдында саманан тыш өлтөрәне, ялағайланды. Элекке райкумдан, совхоз үҙәгенән ебәрелгән вәкилдәр венок килтергәндәр, митинг һымаҡ нәмә лә ойоштороп ебәрҙеләр. Ихтирамлы, абруйлы ине шул мәрхүм. Василдың иҫтәлегенә байтаҡ кеше йылы хәтирәләр һөйләне. Көн яуынлап торһа ла, зыярат тирәһенә ғәләмәт күп халыҡ йыйылды, еңел машиналар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ә ҡәбере үтә лә йомшаҡ булған, ҡом һымаҡ һирпеп кенә алғандар тупраҡты, күңеле йомшаҡ кешенең ятыр ере лә мамыҡтай ғына була бит...

Әйтелгәндәрҙе ҡолағы ишетһә лә, йәне ҡабул итмәй.

Гөлбикә апаһы ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә эргәһенән урын алды ла оҙон-оҙаҡ хәбәрен дауам итте:

Василды элекке көн иртәнсәк кенә күрҙем. Ҡара таң менән кибет яғына ҡарай ҡабаланып китеп бара ине, буш ҡул менән кире боролдо. Рауза йоҡоһон туйҙырмайынса магазинын аса буламы?! Тәртип, теүәллек ҡалыбы йоҡмаған уға, иренә арҡалана. Василдың араҡыға хиресләнеп китеүендә Раузаның да өлөшө бар – атайың кибеттә күренеүе була, шешә менән ҡабыр ризыҡ ҡыҫтыра ла сығара. Аҡсаға ла, үтескә лә бирә, әллә нишләп үс иткәндәй ҡыланды. Бер көн кис эргәгеҙҙән үтеп барһам, тәҙрәгеҙҙә ут күренә, атайыңды, уға ҡара-ҡаршы баҫҡан Раузаны төҫмөрләнем. Васил, яман һөрәнләп, ишек яғына бармағы менән төрттө. Уңарсы Рауза туптай тәгәрәп килеп сыҡты ла, мине төртөп йыға яҙып, эргәмдән елеп үтеп китте. Ниндәйерәк йомошо төшкәндер абышҡалы ҡатындың тол иргә, уныһы сер булып ҡалды, иллә ерләгән мәлдә ысын күңелдән ҡайғырҙы, яр һалып сеңләне ҡылйыуғыс Рауза, шуға иҫем-аҡылым китте. Элекке көн күрҙем, тинем бит әле, шул кибеттән ҡайтып килеүендә осраттым. Әммә ул һаулыҡ һорашыуҙан ары уҙманы, әлбыуынланғаны һиҙелә, йөҙө лә ҡара көйгәйне, ныҡ сырхаулауы шул булғандыр. Бер йотмалы ғына араҡы һораны. Өйөмдә йыйналғаным була тороп бирмәнем, алйот. Бәлки, шул нәмә ҡотҡарыр ине үлемдән. Башҡаса магазин яғына ыңғайламаны, урамда ла күренмәне. Шул көнө кис Миңнизар килеп инде. Әмир ағайың хәлен белергә барған икән, атайың, ҡоласын йәйеп, иҙән уртаһында ята, ти. Өҫтәл өҫтөндә – яртылаш эселгән спирт шешәһе. Һуңғы осорҙа резина еҫе килеп торған шул нәмәне килтереп тултырҙылар бит һатыуға, әллә халыҡты ҡырғын йылындағылай дөмөктөрөргә ниәтләйҙәр инде, белмәҫһең. Васил да шул техник спиртты эсеп ағыуланғандыр. Өйөндә һуңғы тапҡыр йоҡлаттыҡ та иртәгәһен ерләп тә ҡуйҙыҡ. Ҡабаланып телеграмма һуҡтыҡ, һиңә һуңлап еткергәндәрҙер инде. Ҡасан алдың?

Кисә төштән һуң.

Ана бит, атайыңды ер ҡуйынына һалған мәлдә ишеткәнһең. Уҡыуың нисек бара?

Яңы ғына башланыҡ, уҡыуҙың айышына төшөнмәгәнбеҙ ҙә әле.

Уныһы шулай. Әләйгәс, ҡала тормошона ла өйрәнеп өлгөрмәгәнһеңдер. Гүзәлде әйтәм, күҙеңә салынманымы?

Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡала бит, юҡ, тап итмәнем.

Шулай булмай тағы. Ҡала ҡыҙыра тиһеңме, яталыр китап ҡосаҡлап. Әйҙә, барынан етеш. – Гөлбикә өҫтәлгә ҡуйылған һыйын ҡунағының алдына шылдырҙы.

Ашағым килмәй.

Улай тимә. – Хужабикә ихласлап ҡыҫтауын белде, үҙе башта һөйләгән хәбәренә ҡайтты. – Атайың һуңғы осорҙа ныҡ төшөрһә лә, ләх булғансы иҫереп, өй беренсә ауыл ҡыҙырманы. Бикләнеп ятып, кеше күҙенән ҡасып эсте, сәбәбе – бүлексә барлыҡ йүнәлештәрҙә кирегә тәгәрәне, үҙе лә эшһеҙ ҡалды. Фәтих-ҡомаҡ халыҡҡа эш хаҡы түләү һылтауынан атайыңдың өр-яңы “Беларус”ын район үҙәгендәге ҡоҙаһынамы, бажаһынамы арзан ғына хаҡҡа һаттыртты. Өҫтәүенә, йәне-тәне менән инанған партияһы ябылып ҡуйҙы. Ошолайтып тормош арбаң арт яҡҡа тәгәрәһә, эсеү генә түгел, ҡараусыһыҙ ҡалған бурҙай ише, күккә ҡарап олорһоң.

Атайым эскесе булманы, эйе бит, апай? Ул һәйбәт кеше ине.

Яңы ғына әйттем дә баһа, әҙәпле, ғәҙел, тәүфиҡлы булды, бәйҙән ысҡынманы, бәйелдән яҙманы. Егәрлелегенә, тырышлығына килгәндә, кем етте шуны ауыл советы депутаты итеп һайламайҙар, парторг итеп тәғәйенләмәйҙәр. Эргә-тирәһендәгеләргә ышанысының бөтөүе гүргә алып китте, бисә аҡылы менән шулайыраҡ уйлайым. Бер мәл өй тапҡырығыҙҙан үтеп барһам, кемдер ихатағыҙҙа мөңгөр-мөңгөр килә. Ынтылып ҡараһам, атайың ишек алдында Һорланы менән һөйләшә. Тас кешегә мөрәжәғәт иткәндәй ҡылана, тимәк, ауыр мәлендә көңгөр-ҡаңғыр итер, кәңәшләшер, ҡайғыһын уртаҡлашыр яҡыны булмаған.

Эт тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡыҙ ҡабаланып урынынан ҡалҡты:

Мин ҡайтайым әле, апай.

Бынау эңер мәлендә яңғыҙыңды ебәрә буламмы тағы, икәүләп барайыҡ. Өйөңдө күрерһең дә беҙгә килеп йоҡларһың. Яғылмағас, һалҡындыр ҙа унда. Ә асҡыс миндә, йорт тирәһенә күҙ-ҡолаҡ бул инде тип, ҡартатайыңдар ҡалдырҙы.

Ҡапҡанан килеп инеү менән Һорлан ҡойроғон болғай-болғай аяғына һырылды. Эйелгәйне, биттәрен, ҡулдарын яларға тотондо.

Һорлан, мине юҡһындыңмы? Мин дә һине һағындым, бына ҡайттым бит... – Эттең еүеш маңлайына ирендәрен тейҙерҙе.

Инеп утты ҡабыҙҙылар. Өй эсе элеккеләй үҙгәрешһеҙ, тик бер аҙ болалыҡ һиҙелә. Түргә үттеләр. Уларҙың өсәүләшеп төшкән, ҙурайтып рамланған фотоһы тәҙрәләр араһына беркетелгән. Атаһы – килешле костюмда, галстук тағып алған, тантаналы мәлдәрҙә ул гел шулай итә торғайны. Әсәһе – матур күлдәктә, ә уның башында – ҙур аҡ бант. Йылғыр фотограф район үҙәгенә барған ыңғайы төшөрөп алғайны, төштән һуңға эшләп тә өлгөрттө. Уның өсөнсө класҡа уҡырға барған сағы. Бүлексә алдынғыларын көҙгө уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса бүләкләү өсөн район кәңәшмәһенә саҡырғайнылар, бергәләп сыҡты ла киттеләр. Атаһы кескәй генә шатлыҡтан да оло байрам яһай белә ине шул. Ул йылда көҙ матур килгәйне. Салт аяҙ күк йөҙө, тәбиғәттең төҫтәр сағылышынан балҡыған алтын мәле. Балаҡар артылышында туҡталдылар. Бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй асыҡ күренә. Кинәт зәңгәр сатырҙа торналар өсмөйөшө хасил булды. Тауыштары эргәләгеләй асыҡ ишетелә: “Тор-ройоҡ... Тор-ройоҡ...” Нәйлә, уны-быны уйлап тормаҫтан, ҡоласын йәйеп ҡысҡырҙы: “Эй, торналар, мине үҙегеҙ менән осороп алып китегеҙ, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға... Алып китегеҙ!..” Әсәһе көтмәгәндә хафаланып китте: “Ҡайҙа китмәксеһең, балам, һине ебәреү ҡайҙа, былай ҙа күҙебеҙҙән осоп ҡына бараһың... – Хәүеф-хәтәрҙән тиҙерәк ҡасырға теләгәндәй, ҡабаландырҙы: – Васил, ҡуҙғал, былай ҙа һуңлап киттек!” Шуғалыр ҙа фотола әсәһенең йөҙө борсоулы һымаҡ.

Телевизор аҫтындағы альбомды үрелеп алды. Беренсе биттә йәп-йәш атаһы менән әсәһе туй мәлендә бер-береһенә һыйынып ҡына ултыра. Әсәһе сәстәрен икенән үреп яурындарына төшөргән, атаһы – ап-аҡ күлдәктә. Икенсе биттә халат кейеп алған әсәһе һауыу аппараты ҡулайламаһын һыйыр елененә эләктереп маташа, үҙе ихлас йылмая. Һыйыр ҙа, һөтөнөң тамсыһын да ҡалдырмай эйергә әҙерләнеп, аяҡтарын тарбайтып баҫҡан. Әле генә иғтибар итте: теге саҡ эш рәтен белмәй хитланыуына, яйһыҙ ҡыланыуына сыҙамай биттәрен ҡойроғо менән ҡамсылаған Ағуна бит был. Альбомда бәләкәй саҡта төшкән фотолары бөтөнләй юҡ. Башланғыс класта уҡығанында әхирәте Фәндиҙәнең “етемәк” тип үсекләүенә сыҙаша алмай енләнеп ҡайтып инеп, уларҙың һәммәһен ут тамағына ырғытҡайны. Ә бына был фотола ул спорт кейемендә финиш таҫмаһына яҡынлаша. Футболкаһына “13” һаны беркетелгән. Район спартакиадаһында Ғәлимйән төшөргәйне. Әле генә мейеһен хәтәр уй ярҙы: “Ошо бәхетһеҙ һан уны ғүмер юлында оҙата бара түгелме? Мәктәптә имтихандар мәлендә 13-сө билет эләкте, әле йәшәп ятҡан бүлмәһенең ишегенә лә ҡара буяҡ менән ошо һанды яҙып ҡуйғандар... ”

Альбом биттәрен асҡылауҙан айырылып ҡыҙыҡһынды:

Ибраһимовтар нисек йәшәй? – Һүҙ араһында ғына һорағанын күрһәтергә теләп, фамилияны ғына атаны.

Ғәлимйәндәрҙе әйтәһеңме? – Зирәк хужабикә шундуҡ аңланы. – Бер ауылда йәшәһәк тә, күптән күргәнем юҡ уларҙы. Ғәлимйәндең эшенең рәт-сүрәте китте шикелле. Быйыл Өмбәттәге сәсеү ерҙәренең яртыһы ла туңға һөрөлмәне, күрше бригадаларҙа ла шул уҡ хәл. Киләһе йыл яңы ысул менән тырматып сәсергә уйлайҙар. Ғибрәт инде, ҡайһылайтып уңыш алырға йыйыналарҙыр, низнай. Ә Ғәлимйән, атайыңды ерләгәндә, яҡын кешеһен оҙатҡандай, баштан аҙаҡҡаса ҡатнашты. Һине көттө, телеграмманы ла минең исемдән ул ебәрҙе бит, таң менән матайына атланып район вокзалына ла барып ураны.

Был фотола атаһы мәжлес өҫтәле артында йырлай. Тауышы яғымлы ине уның. Ҡолағына таныш моң сағылғандай итте:

Йәшел дә генә сана, зәңгәр дуға,

Ектерһәнә, Фатимам, туры атҡа…

Атаһы гел изгелеккә ынтылып, яҡты киләсәктең килеренә ышанып йәшәне, шуға хәләл тирен түгеп ғәҙел эшләне, башҡаларҙан да шуны талап итте. Гөлбикә апаһы, уның уйын уҡығандай, өҫтәп ҡуйҙы:

Ысын коммунист ине атайың. Быны бөтәһе лә белә, шулай булмаһа, совхоздың элекке партком секретары Айытбай ағай ҡәберенә партбилетын ҡуша һалдыртмаҫ ине.

Гөлбикә апаһына барғас, йоҡлап китә алмайынса, бошаланып урынында әйләнгеләне. Түшәк йомшаҡ, бүлмә йылы булһа ла, күңелен һуңлаған үкенес өттө: “Атайымдың үлеменә мин генә сәбәпсе…”

Иртәгәһен таң менән юлға йыйына башланы. Теләмәй генә алдына ҡуйылған сәйен һөрпөлдәтте лә ҡыйыуһыҙ ғына һүҙ башланы:

Бөгөн китәм. Атайымдың өсөн уҡытҡанһығыҙ, етеһе, ҡырҡы тураһында ла ҡайғыртығыҙ инде, мин тегендә мәсеткә барып уны иҫкә алырмын. Ә хәҙер юл ыңғайы зыяратҡа боролам да автобусҡа сығам. Һыйырҙы, һарыҡтарҙы, тағы Һорланды үҙегеҙгә алығыҙ әлегә, бикле булһа ла, йорт тирәһен дә ҡараштырығыҙ. Ҡайтып йөрөргә тырышырмын.

Ҡурағыҙҙағы мал-тыуарға килгәндә, уларға там итә алмайым. Ҡәҙершалағы ҡартатайыңдарға тейеш улар. Йортоғоҙға күҙ-ҡолаҡ булырмын, хужаһыҙ йорт туҙа һалып бара юғиһә. Этегеҙҙе лә ситләтмәм. Тура беҙгә кил, ят түгелһең, ғүмер буйы ата-әсәйең менән ҡатышып йәшәнек.

Оҙатып мәшәҡәтләнмәгеҙ…

Әләйгәс, ошонда ғына хушлашайыҡ. Күстәнәс тә төргәнмен, иптәштәрең менән сәй эсеп алырһығыҙ. – Усына йомған ҡулъяулыҡтан аҡса сығарып һондо: – Әмәлгә ҡалғандай, пенсия килтергәйнеләр элекке көн. Тәүге пенсиям.

Юллыҡ аҡсам бар ул.

Ал, ал, аҡса һис ҡасан эсте тишмәй, ашарыңа берәй нәмә алырһың.

Рәхмәт, апай.

Имен-аман ғына була күр инде, хат яҙып, хәлеңде белгертеп тор.

Апай, осраҡлы ғына Ғәлимйәнде тап итһәң, минән сәләм еткер, уның бөтәһе лә һәйбәт, ал да гөл тип әйт.

Әгәр ҡайҙалығыңды һораша ҡалһа?

Әйтеү кәрәкмәй, мин уны үҙем эҙләп табырмын...

Зыяратты бил быуарҙан япҡан күк әрем, ҡарағура, аҡтамыр кисәге ямғырҙан һуң яртылаш ергә һылашҡан. Һәрпенделәр, балтырҙарына ҡағылып, тиҙ арала салбарын, аяҡ кейемен еүешләне. Һерәйгән таштарҙы, кәртәләнгән ҡәберҙәрҙе янтайып үтеп, урталыҡҡа яҡынланы. Йәнәшәләп ята уның ҡәҙерлеләре. Түмәләстәрҙең араһына барып баҫты. Йәнендә – бушлыҡ. Был донъяла япа-яңғыҙы тороп ҡалды: яҡлар, һаҡлар, ҡурсалар, ауыр мәлдә ярҙамға килер яҡыны ҡалманы. Ташландыҡты бала табыу йортонан алып ҡайтып, үҙ ғәзизеләй ҡәҙерләп үҫтергән бит оло йөрәкле ошо икәү. Уларға бер ни кәрәк түгел инде хәҙер: берәүһенең алтын сәғәте бар ҡәберҙә, икенсеһенең намыҫ, тоғролоҡ билдәһе – партбилеты үҙе менән. Йәбер генә түгел, ҡырын ҡарауҙы тоймай үҫте, теләгәне алдында булды. Анау Раузаның зәһәр, ағыулы ғәйбәте, диңгеҙҙәге хәтәр дауыл сәбәпсеһе – осраҡлы ел ише күңелен ҡуҙғытты ла ебәрҙе, шул мәлдән ата-әсәһенән кәмселек эҙләргә тотондо. “Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай” тигәндәре, бәлки, ысындыр. Булмышы – бүрелер, тирә-яғындағыларҙы тамаҡларға ҡаныҡҡан бүре! Бөтә бәләнең, көнитмештәренә ябырылған ҡара ҡазаның башында – ул ғына. Ун һигеҙ йыл буйы һөйөп-ҡәҙерләп үҫтереүгә бына нисегерәк яуап бирҙе.

Ҡәберҙәр әлегә ҡалҡып күренә, йылдар үтеү менән таралыр, ер менән тигеҙләнер улар. Атаһының ҡәбер өҫтөндәге өсмөйөшкә беркетелгән йондоҙ ҙа, тутығып, ҡарағыһыҙға әүерелер. Тарҡала барған илдең билдәһе. Йәмғиәт дәресендә уҡытыусы бөйөк илдең юҡҡа сығыуын һыу төбөнә киткән “Титаник” менән сағыштырғайны.

Атай, әсәй, һеҙ минең иң яҡын кешеләрем булдығыҙ. Шуның билдәһе итеп матур һәйкәл ҡуйырмын. Ант итәм! Әлегә тыныс ҡына йоҡлағыҙ, сабыр ғына вәғәҙәмдең үтәлерен көтөгөҙ. Ҡайтырмын, бер килеп барыбер ҡайтырмын!

Нәйлә ашыҡмай ғына автобус туҡталышына йүнәлде. Иртәнге томанға төрөнгән Өмбәт ауылының шәүләһенә ҡайырылып ҡараманы.

9

Юҡлыҡ үҙен тиҙ һиҙҙертте, бер аҙҙан бөтөнләй аҡсаһыҙ тороп ҡалды. Училище ашханаһында туҡланыу менән генә тормошон еңеләйтеү мөмкин түгел, сөнки шаулы мегаполис аҙым һайын сығым талап итә. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләп аптыранды ла, яҡын кешеһе булмағанлыҡтан, ҡыйынһынып ҡына ятаҡ вахтерына йомошон әйтте:

Апай, стипендияға саҡлы ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?

Оло уҡ йәштә булыуға ҡарамаҫтан, сағыу һәм килешһеҙ буянған, эркет гөбөһөләй лупыш кәүҙәле ҡатын сәгер ҡарашы менән уны баштан-аяҡ һөҙгәс, йүгерек күҙҙәрен хәйләле көлдөрөп, яһалма ихласлыҡ күрһәтте:

Ярҙам тигәнең шул күптәрегеҙ теләнселәгән нәмәлер. Хәлдән килгәнсе генә инде. Күпме кәрәк?

Көндәлек кәрәк-яраҡҡа тотонмалы.

Аппетитыңды әйтәм, ҙурҙан түгел икән. – Йолҡолған ҡаштар шуҡ һикерҙе. – Мә!

Үткән-һүткәндә иҫәнләшеүҙән ары уҙмаған ҡатындың көтөлмәгән йомартлығынан юғалып ҡалды, һонолғанды ҡыйыуһыҙ үрелеп алғас, ҡулындағы аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәй ыуаланды:

Ней, үтесте ҡасан ҡайтарырға?

Мөмкинселегеңә ҡара, бөгөн-иртәгә алып килеп еткер, тип ҡабаландырмайым, үҙең дә стипендияға ҡәҙәр тиһең бит, ай аҙағында хисаплашырбыҙ. Йомошоң төшһә, тартынма, тура үҙемә кил! – Ҡатын баяғылай ирәбеләнде.

Алғанын тиҙ арала тотоноп бөттө, киләһе стипендияһы тотошлайы менән бирәсәген ҡаплауға китер, моғайын. Ары кемгә барып баш эйер, кемдән теләнселәр? Аҡсаһыҙлыҡ, хәйерселек һаҙлығына бата бара түгелме? Ярай, көндәлек тотонорлоғон тапты ла икән, ти, өҫтөндәге кейеме туҙа башлаһа, уны ҡайһылайтып бөтәйтер?

Кискеһен йәнә вахтер янына килде. Ҡатын, ғәжәпләнеүен белдереп, бот сапты:

Шул арала үтесеңде килтерҙеңме әллә?

Юҡ та… Апай, алғанымды эшләп ҡайтарырмын, бәлки? Һеҙҙең урында вахта һаҡлай, иҙәндәрҙе йыуып сығара алам, кәрәкһә, башҡа йомоштарҙы үтәргә мөмкин.

Тегеһенең йөҙө етдиләнде:

Һылыуым, һиңә вахтаны ышанып тапшыра алмайым, сөнки ошо ятаҡ, һеҙҙең һәр берегеҙ өсөн начальство алдында яуаплымын! – Борсаҡты эренән ярҙы. – Ә бына өҫтәмә нагрузка итеп ҡушылған иҙән йыуыуға килгәндә, ярҙамлаша алаһың, ошо арала биртенгән билем яңынан ҡуҙҙы ла китте. – Бәләкәй усы менән май бөрөп бүлкәтләнгән, ҡасандыр бил тип аталған тапҡырҙы ыуҙы. – Бар, йыуыныу бүлмәһенән һыулы биҙрә килтер. Сепрәк тә шунда.

Хәҙер! – Шөғөл табылыуға ҡыуанып, Нәйлә күрһәтелгән яҡҡа йүгерҙе.

Эш барышын оҙаҡ күҙәтте ҡатын:

Һиңә һоҡланып ҡарап торам, үтә лә зифа буйлыһың бит, һылыуым. Бындай хәтәр буй-һын, матур йөҙ менән һылыулыҡ конкурсында ҡатнашһаңсы. Еңеүсе тажына лайыҡ булыр инең. Ысын!

Конкурста ҡатнашыр өсөн дә аҡса кәрәк, уны ҡайҙан алайым? – Иҙән һөрткән еренән ҡалҡып, ҡыҙ таралған сәс бөҙрәләрен ҡул һырты менән һыпырып төҙәтте.

Бына быныһын дөрөҫ әйттең. Иң тәүҙә аҡса таба белергә кәрәк, шунан һуң ғына башҡаһы хаҡында уйларға мөмкин!

Тырыша-тырыша өс ҡатлы ятаҡтың коридорын йыуып сығарып, тәҙрә төптәрен туҙандан таҙартҡансы ярты төн ауышҡайны инде. Бышлыға төштө, иллә үтә лә бөтмөр ҡыланды, ошолайтып бирәсәгенән ҡотола алыуына риза ине ул.

Тамамланым! – Һығып ҡоротолған сепрәкте буш биҙрәгә һалып вахтер эргәһенә килде һәм, рапорт биргәндәгеләй, үрә ҡатты.

Егәрле ҡыҙ икәнһең дә баһа, маладис! Ни тиһәң дә, эш яйын белгән ауыл балаһыһың шул! Ә мин был мәшәҡәткә ятаҡты бикләгәндән һуң ғына тотоноп, әллә күпме мөштөрҙәп йонсор инем әле. Тырыш, сифатлы хеҙмәтте лайыҡлы баһалай белергә лә кәрәк! – Ҡатын кеҫәһенә тығылды.

Көтөлмәгән тәҡдимдән Нәйлә күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе:

Алмайым, мин бит бары бирәсәгемде генә ҡайтарҙым.

Үткәнде, онотолғанды иҫләп, иҫәпләп баш ҡатырмайыҡ. Ваҡланмағандар, гел алға ынтылып йәшәгәндәр генә етеш көн итә ала. – Сығарғанын көсләп тиерлек ҡулдарына йомдорҙо.

Ул етеш тормошҡа ҡайһылайтып өлгәшергә һуң, апай?

Был хаҡта аяғөҫтө һөйләшеү килешмәҫ, аулаҡта кәңәшләшеү необходимо! Бәлки, килеп сығырһың?

Ҡайҙа? Ҡасан?

Эскерһеҙ ябайлыҡты күреүҙән ҡәнәғәт ҡалған ҡатын шыбырлап тиерлек әйтте:

Иртәгә ял итәм, уҡыуҙарың бөтөүгә ҡарай өйҙә булырмын. – Адресын, маршрут автобустарының номерҙарын атаны.

Өйрәтелгән туҡталышта төшөп ҡалһа ла, буталсыҡ номерҙар беркетелгән, таш лабиринтты хәтерләткән йорттарҙы теүәлләп оҙаҡ әйләнгеләне; һорашты-белеште, бер үткән еренә ҡат-ҡат әйләнеп килде. Эҙләгәне ташландыҡ кварталда урынлашҡайны. Һоро төҫкә буялған, ҡаҡшауы еткән ағас ишекте шағырлата тартып эскә инде. Йорт тыш яҡтан да, эстән дә күптән ремонт күрмәгән: яҙыу-һыҙыу менән сыбарланған стенаның буяҡтары яртылаш һыҙырылып ҡойолған, цемент иҙән күп тапалыуҙан урын-урыны менән соҡорланып ята, ярым ҡараңғы подъездан тәмәке көйөгөнөң, бесәй һыҡраһының ҡырҡыу, уҡшытҡыс еҫе килә. Дермантин менән көпләнгән ишеккә һарғылт тимерҙән 13 һаны беркетелгән. “Бәхетһеҙлек тамғаһы мине бында ла эҙәрлекләй...” Ҡыңғырауға баҫты. Оҙаҡ көтөргә тура килмәне, шунда уҡ эс яҡта ауыр хәрәкәтләнеп атлаған аяҡ тауышы ишетелде һәм тупһа ауыҙында йомшаҡ халат кейгән, ҡыҙғылт төҫкә буялған сәстәрен тағатып ебәргән ҡатын пәйҙә булды. Өй шарттары кешене бөтөнләй икенсе итеп күрһәтә шул, өҫтөнән эш халаты төшмәгән ятаҡ һаҡлаусыны көскә таныны. Алһыуланған бит-йөҙөнән, еүеш сәстәренән уның күптән түгел генә ванна ҡабул иткәнлеген һиҙемләргә мөмкин.

Килдеңме? Тапҡанһың бит. – Хужабикә ҡунағын эскә үткәрҙе, ни сәбәптәндер тыш яҡҡа шикле ҡарап алды. Ишекте япҡас, шауҙырлатып сынйыр һалды, йоҙаҡ ҡулайламаһын бороп ҡуйыуҙы кәрәк тапты. – Рәхим ит, тәртипһеҙлеккә артыҡлап иғтибар итмә, мин ҡала ҡыҙырып килгәнсе әхирәтемдең ҡыҙы һөйәре менән ял иткәндәр, аулаҡлағандар. Йыйыштырып өлгөрмәнем.

Фатир зауыҡҡа тап килтереп йыһазландырылғайны: залдың ишеге юҡ, уның урынына япраҡ, сәскә, бәләкәй ҡыңғырауҙар менән биҙәлгән экзотик суҡтар эленгән. Түрҙә – диван, ике ҡәнәфи, мөйөштә – киң экранлы телевизор, музыкаль үҙәк. Диван эргәһендәге тимер тояҡлы, ватылмай торған тоноҡ төҫтәге быяланан эшләнгән журнал өҫтәленә гәлсәр вазаға рауза сәскәләре ҡуйылған. Йәнәшәләге йоҡо бүлмәһенең уртаһында – ян-яғына бәләкәй тумбочкалар урынлаштырылған йомшаҡ урталыҡлы ағас карауат. Стеналарға авангард стилендәге картиналар эленгән, иғтибарлап, зиһенеңде туплап ҡарамаһаң, унда нимә һүрәтләнгәнде тәү ҡарашҡа төшөнөрлөк түгел. Фатир эсе ҡиммәтле хушбуй еҫе менән тулған. “Ятаҡ һаҡлап ҡына былай шәп йәшәп буламы икән?”

Уның икеләнеүле уйын күҙҙәренән уҡыған хужабикә ҡоласын йәйҙе:

Бына ошо айыу өңөндә йәшәй инде тиндәрен иҫәпләп көн иткән бисара! – Йәлләтергә теләмәй ине ул, киреһенсә, хәрәкәтендә маһайыуы, кәпәренеүе ярылған.

Матур… – Башҡа һүҙ тапманы.

Шулаймы? – Хужабикәнең ауыҙы йырылды. – Бай йәшәргә тырышҡандар ғына ошолай иркенләп көн итә ала. Танышҡандан алып апайҙан һалдыраһың, ә бит миңә мулла исемде Хәлимә тип ҡушҡан. Һин – 13-сө бүлмәлә йәшәгән Иманбаева Нәйлә, шулаймы?

Эйе.

Студенттар вахта һаҡлаған ҡатынға бөтөнләй иғтибар ҙа итмәй, күптәр, һерәйгән шунда күҙле бүкән, тип эстән генә кәмһетә лә торғандыр. Тамаҡтары асты ниһә, Хәлимә апайҙары иҫтәренә төшә, йүгерә һалып килеп етәләр. Үпкәләгәндән әйтмәйем: белекһеҙһегеҙ, йәшлегегеҙгә барып, игелекте онотаһығыҙ. Мин һеҙҙең һәр берегеҙҙең исем-фамилияһын, хатта ҡайһы яҡтан икәнлеген беләм. Сәй эсеп алабыҙмы?

Училище ашханаһында тамаҡ ялғағайным.

Ҡаҙна ашы өйҙөкөнә етмәй, тиҙ асыҡтыра. Оялма, ҡыйыуыраҡ ҡылан, сәйем дә ҡайнаған, һыйым да өҫтәлдә.

Аш бүлмәһендәге сөкөрҙәшеү ҡатын-ҡыҙҙың эскерһеҙ тел сарлап хәбәр һатыуына тартһа ла, хужабикә үҙенә кәрәк мәғлүмәтте һүҙ араһына ҡыҫтырып ебәреп һораша, шунан, шыма ғына һөйләшеү темаһын үҙгәртеп, башынан үткән ҡыҙыҡ хәлде иҫенә төшөрөп көлөп ебәрә. Нескә алдаштырыуға ҡоролған төпсөнөүҙе һиҙгәнгә асыла һалып барманы Нәйлә. Ә аҫтыртын ҡараш ҡунаҡтың үҙен тотошона иғтибар итә, буй-һынын һынап, самалап, хатта ҡапшап ҡарай, мәгәр имтиханға тартым әңгәмәләшеү ошонан ары китмәй.

Залға сыҡтылар. Хәлимәнең йөҙө етдиләнеп киткән, ул төп һөйләшеү темаһына күсергә йыйына ине шикелле.

Үткән айҙа атайыңды ерләп килдең, ахыры. Әсәйең яңғыҙы ҡалғандыр инде?

Йәй көнө әсәйем үлде, хәҙер – атайым… – Ҡыҙ аҫҡы иренен тешләне.

Бына нисек… Ғәфү ит, белмәнем. Туғандар ҡулына ҡарап ҡалыу еңелдән түгел шул.

Яҡындарым да юҡ. Ҡартатайым менән ҡартәсәйем генә бар… – Нәйлә, башлағанын әйтеп бөтөрмәй, башын эйҙе.

Ата-әсәһенең үлеменән һуң ҡартаталарына барып күренергә баҙнат итмәне ул. Барған хәлдә лә был икәүҙең һынамсыл, ғәйепләүле, ауыр ҡарашын күтәрә алмаҫ ине. Йәшәй-йәшәй кешене үтә күрерҙәй һиҙгер, һынсылға әүерелә бит ололар. Улар маңлай күҙе менән түгел, күңел күҙе менән күрә иң әүәл, ҡолаҡтары менән түгел, йәндәре менән ишетә. Сереңде йәшереп, гонаһыңды боҫормалап ҡара! Ҡартатаһы менән ҡартәсәһе, оҙон арбаға ҡарт алашаны егеп, әсәһен ерләшергә килгәйне. Күҙ йәштәрен дә күрһәтмәнеләр, сарғаланманылар ҙа, тере мәйеттәй һерәйҙеләр. Ҡайтыр саҡта тәнтерәкләп эргәһенә килделәр, ҡартатаһы көслөк менән астма өйәнәген еңеп ғыжылданы: “Үлгән артынан үлеп булмай, инде атайыңды һаҡла, балам…” “Әсәйеңде үлтерҙең, исмаһам, атайыңа оронма!” – тигән һымағыраҡ ишетелде әйткәне...

Белекһеҙлегем менән өҙлөкһөҙ ауыртҡан ереңде төйгөсләйем. Шулай ҙа әйт әле, ары нисек йәшәргә иҫәбең? Башҡаса ауылға ҡайтмайһыңдыр бит инде?

Уҡып бөтөрәм, ары күҙ күрер.

Бик тә дөрөҫ фекерҙәһең, бөгөнгө көндә белемһеҙ бер аҙым атлармын тимә! Элек кенә ул уҡырға ынтылып барманыҡ, дипломһыҙ ҙа һин дә мин көн итә инек. Бына һин киләсәктә ташсы һөнәрен аласаҡһың, шуныһы уйға һала. Ҡышҡы селлә сасҡауында, боҙбармаҡтай ҡатып, яртылаш ҡалҡҡан йорт башында кирбес теҙеп тороу еңел түгел. Уҡып бөтөп эшкә төшкәс, ауырыуға ҡаласаҡһың бит, әлеге сибәрлегең һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ. Ауыл ерендә – һауынсы, ҡалала ташсы һөнәре ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ауыры.

Ҡайһылай итәйем, быйыл юғары уҡыу йортона документтар тапшырырға һуңланым. Бәлки, киләһе йыл бәхетте һынап ҡарамын.

Ярай, бик тырышһаң, уҡырға инерһең дә, бәлки, тик юғары уҡыу йортонда ла бер ярҙамһыҙ, тиндәреңде иҫәпләп йәшәй алмаясаҡһың.

Тура бәреп әйтелгәнгә яуап таба алмағанға тынып ҡалды Нәйлә.

Өндәшмәйһеңме? Шулай шул, йәшәү мәғәнәһенә әүерелде аҡса, ул иманды, намыҫты, хатта Аллаһы Тәғәләнең үҙен алыштыра башланы.

Нимә эшләргә, Хәлимә апай? – Тәүге тапҡыр хужабикәгә исеме менән өндәште.

Әгәр эҙләштерһәң, шөғөл табырға мөмкин.

Ниндәйерәкте? – Һағайып башын ҡалҡытты, билдәһеҙ хәүеф-ҡазанан һаҡланырға теләгәндәй, һынын ҡатырып турайҙы.

Ярай, был турала һөйләшеүҙе кисектерәйек. Бик кәрәкһә, эш табыуҙың башҡа юлын таба алмағанда ғына мөрәжәғәт итерһең, шул саҡта уйлашырбыҙ. – Хәлимә аҙға ғына уйсанланып китте. – Әйткәндәй, мин дә төпкөл ауылдан сыҡтым. Ул саҡта миңә егерме йәш тә тулмағайны әле: йә алған һөнәрем, йә йәшәү сығанағым юҡ тигәндәй. Килеүен килдем, әммә ҡайҙа барып морон төртөргә белмәй ҡаңғырҙым, Өфө берәүҙе лә өф итеп ҡаршы алмай. Үҙем хәл иттем барыһын, ауырлыҡтарҙы үҙ көсөм менән еңеп сыҡтым.

Ауылығыҙҙа йыш булаһығыҙҙыр инде? – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Нәйлә.

Һирәк-һаяҡ, йомош төшкәндә күренгеләйем, унда бит минең әсәйем менән ҡыҙым йәшәй. Беҙҙең дә яҡын туғандарыбыҙ ҡалманы. – Хәлимә, осрашыуға нөктә ҡуйғандай, ҡулы менән ҡәнәфи тотонғосона һуҡты. – Хушлашайыҡ, ҡайт, һуңлаңҡырап киттең. Миңә килеүең хаҡында һөйләнмә, урынһыҙ хәбәрең һинең файҙаға булмаҫ.

Ҡыҙ иҫке, күрмәлекһеҙ йорттоң ҡурҡыныс подъезынан сыҡты ла йүгерә-атлай автобус туҡталышына ҡарай китте. Эҙәрлекләгән шомдан ҡотолғандай еңел һулап ҡуйҙы үҙе.

Тиҙҙән күңелһеҙ көндәренә дәрт өҫтәгән ваҡиға булып алды – көтмәгәндә ҡартатаһынан төйөрөм генә аҡса килеп төштө. Квитанцияның мәғлүмәт яҙа торған өлөшөндә ҡыҫҡа ғына аңлатма ла бар: “Деньги от продажи скота. Вклад из сбергательной книжки будет выслан в ваш адрес через шесть месяцев.” Ауылда өйө бар бит әле! Әгәр алырға теләүселәр табылып, шуны һатып ебәрһә, аҡса ҡытлығынан ҡотолор, бәлки.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: