Все новости
Литература
27 Апреля 2022, 10:34

Күстәнәскә - һинд сәйе

Талонға йәшәгән заман. Магазиндәрға әйбер кеше башына иҫәпләп кенә килә, талондар менән һатып алабыҙ. Ғаиләлә кеше башы күп булған һайын, әйбер күберәк килә. Һүҙем һинд сәйе тураһында ине бит әле.   

Күстәнәскә - һинд сәйе
Күстәнәскә - һинд сәйе

Беҙ ғаиләлә 11 кеше булғас, һинд сәйе магазинға килгән һайын ун бер ҡап алабыҙ. Сәйем күп йыйылып китте бер заман, шифоньерҙың өҫкө бүлкәте тулып, һыймай башланы. Һинд сәйен бик яратып эсәбеҙ, ә шулай ҙа күп килгәс, эсеп бөтә алмағаны йыйыла бара инде.
Әйҙә йыйылһын! Сәй ҡаптарынан бер зыян да юҡ, ул хатта хуш еҫе менән шифоньерҙың эсен тултырған. Асһаң, борҡ итеп тора. Әлбиттә, мин әсәйемдәргә лә, башҡа туғандарыма ла өлөш сығарам һинд сәйенән. Яйы тура килһә, күстәнәскә ебәреп торам. Барыбер күп йыйылып киткән ине сәйем.

Бер көндө күршеләргә инһәм, еңгәй ҡыуана-ҡыуана самауырын тоҡандырып ебәрҙе, уныһы ҡайнап сығыуға, яңы ҡап һинд сәйен асып, сәйнүгенә сәй төшөрөп томалап ҡуя һалды. Хәбәр һөйләшә-һөйләшә тәмләп сәй эстек. Аҙағынан еңгәй миңә: “Рәхмәт инде, килен, күстәнәсеңә! Һин ебәргән һинд сәйен эсеп күҙем асылып ҡалды. Аҙлап ҡына һалып, һаҡлап ҡына эсәм,”- тине.

Мин тәүҙә нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаным. Сөнки күршемә күстәнәскә сәй ебәргәнем дә, тотоп ингәнем дә юҡ ине. Улар үҙҙәре лә ҡәҙимге генә күмәк булғас, сәйҙәре юҡтыр, тип башыма ла инеп сыҡмай торғайны. Минең балаларым бәләкәс, ул тиклем үк сәй эсеп бармайҙар, ә күршелә инде балалары бөтәһе лә ҙур, сәй ҙә күп китәлер инде, күрәһең. Шуға ла тәмле һинд сәйенән өҙөлөп торған ваҡыттары булағандыр, күрәһең.

Зилдә Хәмиҙуллина.

Автор:
Читайте нас: