Все новости
Литература
22 Апреля 2022, 10:46

Сәйер ҡыҙ (булған хәл)

Бер нисә йыл элек такси хеҙмәтендә диспетчер булып эшләгәйнем. Мансур исемле итәғәтле генә ағай менән уртаҡ тел таптыҡ - яҡташым булып сыҡты.

Сәйер ҡыҙ (булған хәл)
Сәйер ҡыҙ (булған хәл)


- Булғаным бар һеҙҙең якта, - тине ул. - Күрше С. ауылына киске уйынға йөрөй торғайныҡ. Бер хәлдән һуң бармаҫ булдым.
Шулай тине лә тынып ҡалды. Мин иһә ай-вайына ҡуймай һөйләттем бынан 30 йыл самаһы элек булған хәлде.

-Ҡыш ине. Ике дуҫ егет менән киттек теге ауылға. Клубта уйын башланып бер аҙ ваҡыт үткәс, һылыу ғына ҡыҙ килеп инде. Стенаға терәлеп йәштәрҙе күҙҙән үткәрә башланы ла миңә текләп ҡатты. Әһә, мин әйтәм, оҡшатты мине. Берәй сәғәт үтте, был бер үҙе тора бирә. Ҡунаҡ ҡыҙылыр, тип уйланым. Бейергә саҡырғайным, баш тартты. Инде уйын бөтөргә күп ҡалмағайны, бер заман урамға ыңғайланы ҡыҙ. Боролоп, мине башы менән саҡырған төҫлө булды.
Эйәрҙем артынан. Шым ғына урам буйлап барабыҙ. Һорау бирһәм, яурынын ғына һелкетә лә ҡуя. "Кемгә килдең ҡунаҡҡа? " - тип һорағайным, ҡулын һелтәп, ауыл осона күрһәтте. Исемен дә әйтмәне.
Ярай, барабыҙ. Инде һуңғы өйҙө лә үтеп киттек. Был һаман бара бирә. "Туҡта, үрге ауылданмы һин? Көтөп тор, хәҙер ат менән илтеп ҡуябыҙ егеттәр менән", - тим. Юҡ тигәнде аңлатып, башын һелкте лә атлауын белде. Әллә ниндәй сәйер ҡыҙ булды.
Ауыл осондағы зыяратҡа етәрәк аптырап ҡалдым - барырғамы, ҡалырғамы? Минең туҡтап ҡалғанды ишетеп, боролоп килде." Бармайым артабан, ҡышҡы төндә бүре-фәлән килеп сығыр. Ат менән илтеп ҡуябыҙ, әйҙә боролайыҡ", - тим.
Ҡыҙ ҡултыҡлап алып алға тарта башланы. Мин артҡа ҡайырылам, ул - алға. Үҙе көслө килеп тороп. Был ни ғиллә, тип шом керҙе күңелгә.
Ысҡындырмаҫын аңлап, яй ғына атлап киттем. Бер нисә аҙым атлау менән иғтибар иттем - ай яҡтыһында нисектер йөҙөп барғандай. Мин атлағанда ҡар шығырлай, ә ул әйтерһең мамыҡ өҫтөнән бара, шып-шым.
Был хәл ни менән бөтөр ине, белмәйем. Бәхетемә, егеттәр беҙҙе эҙләп арттан сыҡҡандар. Ат юртҡан тауышты ишетеп, эсемә йылы инде. Ә теге ҡыҙ шул мәлдә зыярат ҡапҡаһына боролдо ла мине һөйрәй үк башланы. "Егеттәр, мин бында, тиҙерәк!" - тип ҡысҡырҙым да тегенән нисектер ысҡынып һүгенә-һүгенә ҡаршыларына йүгерҙем. Ҡыҙҙың әсе итеп ҡысҡырыуынан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте, саҡ аҡылдан яҙманым.
Оҙаҡ ҡына сирләп яттым һуңынан. Бүтән ул ауылға аяҡ баҫманым, - тип тамамланы һүҙен Мансур ағай.

И.Кәримова.

Яҙманы бүтән сығанаҡтарға күсереп баҫыу тыйыла! 

Автор:
Читайте нас: