Все новости
Литература
8 Апреля 2022, 10:47

ҺЫҘЛАНЫУ (хикәйә)

Фани йәшәйештең һөйөнөс менән көйөнөстәре, һәр ҡайһыһы үҙ нәүбәтен һис яҙлыҡтырмай, аҡлы-ҡаралы һыҙат булып, ғәжәп теүәллек һаҡлап бер-бер артлы килә икән. Мәңге тыныслана алмаған даръя ише, улар уңлы-һуллы килтерә лә бәрә, килтерә лә бәрә, ә һин, ирекһеҙҙән, ошо даръя ҡосағына ырғытылган килеш, йә ут булып янаһын, йә боҙға әйләнәһең. Ғүмер тигәнеңдең көндәре һирәп бер мөйөшкә ҡыҫырыҡлана барған һайын, әлеге һыҙаттарҙың донъяуи мәғәнәһе лә, ҡәҙере лә арта бара...

ҺЫҘЛАНЫУ (хикәйә)
ҺЫҘЛАНЫУ (хикәйә)

Йәшәй-йәшәй аҡһаҡал дәрәжәһенә ирешкән Сәләх ҡарт әле килеп үҙенсә ошондай асыш яһаны һәм электән ышана йөрөгән хәҡиҡәткә ныҡлап йәнә бер инанып ҡуйҙы. Сиратҡа һөйөнөс килеп баҫҡан. Ул алыҫ түгел, ана, «Шәжәрә байрамы» сүрәтенә кергән дә, елеп килеп, аҡ һыҙат булып башы ауыл осонда күренә, ә йылыһы инде, киләсәккә татлы өмөттәр уятып, күңелдәрҙе ирәйтә.

«Шәжәрә байрамы» әүәлдән биш йыл һайын үтә килгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» түгел. Быныһының дәрәжәһе күпкә юғарыраҡ. Был юлайы нәҫел-нәсәбен ихтирам итеп, атайсалын ололаған әллә ҡайҙарҙағы тамырына ҡағылышлы үренделәргә ҡәҙәр йыйылырға тейешле, хәбәре генә булһын. Бер бөйөк башҡорт әйтмәксе, аҡтамырҙың тамыры оҙон, шөкөр. Тап шуның өсөн дә борон-боронғо ғөрөф-ғәҙәт, ата-бабаларыбыҙ йолаһы һаналған мәртәбәле ҡорға айырым мәғәнә биргән Сәләх ошоғаса булмаған ихласлыҡ үә дәрт менән әҙерләнде. Ниндәйҙер мөғжизә менән ҡапыл ҡалҡып сыҡҡан ихласлыҡ үә дәрттең икенсе сәбәбе лә юҡ түгел: тыуған ауылына бына инде байтаҡ ғүмер килеп күренгәне булмаған баш малайы, тәүге, хәҙер инде мәрхүмә ҡатынынан тыуған өлкән улы – Тәүфиғы ла ҡайтып төшөр, бәлки. Әлбиттә, ҡайтыр. Шулай булырына Сәләхтең шиге юҡ. Үҙен уйламағанда ла, атай хаҡы бар ҙа баһаң! Атай хаҡы, тыуған ер хаҡы. Ошоно ғына аңлайҙыр бит ирмен тигән ир кеше. Аңламаған хәлдә: «Көтөгөҙ, кисекмәҫтән киләбеҙ», – тигән ҡағыҙ остоғо ебәреп тә тормаҫ ине. Тик бер сит-ят кеше һымаҡ, киләбеҙ, тигән һүҙе нисектер күңелгә ятып етмәне: ҡайтабыҙ, тиһә, бер төрлө йылыраҡ та, яҡыныраҡ та булмаҫ инеме икән?.. Эйе, бәғзе һүҙ менән һүҙ араһында ла айырма бар. Ул һүҙ тәү ҡарашҡа әһәмиәтһеҙ, иғтибарға лайыҡ түгел һымаҡ күренгән хәлдә лә...

Шулай ҙа әлеге өс ауыҙ һүҙҙән торған сәләм болоҡһоп йөрөгән бабайҙы күҙ алдында ҡанатландырҙы ла ебәрҙе. Дарман самалыраҡ, ләкин дәрт итеп кеше ыңғайына ҡуҙғалып ҡалыу кәрәк. Тантананың бындайы уның һымаҡтарға башҡаса йә тәтей, йә юҡ. Ғүмер көҙө әллә ҡайҙа Ҡаф тауы артында түгел, иртәгә кем менән ни булырын берәү ҙә әйтә алмай.

* * *

Кинйәһе Фуатҡа, күрше ауылда төпләнгән ҡыҙына йәүкә һалып, тәблиғ ҡылғандан һуң эшкә сымыры, бөтмөр Сәләх әүәл үҙ йортон йүнәтеп, тәртипкә килтерҙе, унан ҡайҙалыр мәркәз Мәскәү тарафтарында аҙашып йөрөп ятҡан Тәүфиғына тәғәйенләп һалынған, әле бер кем дә йәшәмәгәнлектән өр-яңы килеш тош-тош урындан ҡарайып, иҫкерә барған өйҙө тәрбиәләргә тотондо. Тышын йоҡа таҡта менән көпләтеп, сағыу төҫкә буятып ебәрҙе, мүкләнә башлаған шифер ҡыйыҡты ялтырап торған тулҡынлы ҡалайға алмаштырҙы, янтая төшкән ҡойманы, бағаналарҙы рәтләп ҡуйҙы. Ҡыҫҡаһы, һағындырған улының торлағы тартынмайынса буйтым әҙәм күҙенә күрһәтерлек хәлгә керҙе. Шулай тейеш, Тәүфиғы бит вазифалы ҙур кеше. «Ҡара көнгә» тип әбейенең иҫке ойоғона төйнәп һаҡлаған барлы-юҡлы йыйындыһын һуңғы тиненәсә «расхутлап» бөтһә-бөттө, үҙенекен итте: ике донъяны ла гөлт иттерҙе. Баш һау булһа, аҡса табылыр. Ошондай мәлдә хурлыҡҡа ҡалып, кеше алдында бөлөнөп тороу килешмәҫ. Кемдән кәм ул? Шөкөр, ҡулынан эш килә. Бына ҙур итеп шәжәрә ағасы эшләп, унда туғыҙ быуын нәҫел-ырыуын тәфсирләп яҙып ҡуйһа... Уныһын әлегә йәшереп торор. Шәжәрә – ул нәҫел китабы, сер итеп һаҡлана, һәр кемгә күрһәтеп барылмай. Тик Тәүфиғының, ни сәбәптәндер, һаман да дауамы юҡ, шуға эсе боша...

Ауылын ташлап киткеһе килмәй, ергә ерегеп ятҡан Фуаты, эшем күп, тип һылтау эҙләп торманы, кейәүе лә ситкә тибеп ярҙамынан ҡалдырманы, иншалла, икеһе лә бар хәлдәренсә булышып, иң терәште. Уларҙың үҙҙәренең мәшәҡәттәре баштан ашҡан, шулай ҙа атай-әсәй, ҡайны-ҡәйнә хаҡы беренсе сиратта. Ошо яҙылмаған ҡанунды иҫтәренән сығармай риғәйә ҡылды балалар.

Барлыҡ эштәренең осона сыҡҡан һымаҡ булған Сәләх бабай бер көн, ирәйә биреп, урамға сығып баҫты, бөйөрөнә таянған килеш әүәл үҙенең, унан уландарының, ахырҙа, күрше-күләндең йорттарына алмаш-тилмәш ҡараш ташлап, һынап торҙо. Уныҡы бөтәһенекенән дә шәп килеп сыҡҡан түгелме? Һай мәрҙәс тә һуң үҙе! Күҙҙәрен ҡыҫа биреп йылмайған Сәләх, оло ҡәнәғәтлек менән тамаҡ ҡырып, сал төшкән мыйығын һыпырып ҡуя: эшләгәс, уны ошолай эшләйҙәр, йәнәһе.

Шулай ҙа Тәүфиҡтың өйө өңөрәйеп, төҫлө күҙлек кейгән һуҡыр ише, буш тәҙрәләре менән ҡарап тора икән. Эсең бошмаҫмы шуға? Һис юғында, ҡорған тартып ҡуйғанда... Ҡорған эсенән бер нисә гөл ултыртып ебәргәс, йорт бөтөнләй икенсе төҫ алды. Матурлыҡ өсөн күп кәрәкме ни?!

Ҡаҡса, йәтеш, әммә нығын кәүҙәле, хәрәкәттәре етеҙ Сәләх ҡарт, күп эшләүҙән һөйәлләнеп бөткән тынғы белмәҫ шыраулы ҡулдарын ҡаушырып, өй алдындағы семәрле эскәмйәгә барып ултырҙы. Иртәгә – йыйын. Бына хәҙер һәүетемсә ҡунаҡ ҡаршыларға ла була. Ҡунағың ғына килһен...

Ошолай хистәргә бирелеүҙән донъяңды онотоп, тормош, йәшәйеш матурлығына мөкиббән китеп ғәмһеҙ ултырыу уға, уға ғынамы, йәшәйем, тип ынтылып ятҡан ауыл кешеһенең һәммәһенә лә һирәк эләгә. Тиккәме устары суғыртмаҡланып ярылып бөткән. Ауыл ерендә ҡулдарың тик тора икән, ауыҙың да ял итә тигән һүҙ. Ҡалала ғына ул, әҙер тамаҡ тигәндәй, йә магазинға, йә баҙарға сығып һатып алдың да... Хәйер, һатып алыу өсөн дә нимәлер кәрәк бит әле. Мәҫәлән, аҡса тигәнең. Тимәк, унда ла ҡыл ҡыбырлатмай, ҡырын төшөп ятып булмай. Шулай ҙа ҡала кешеһенең ҡулы сабый усы шикелле йомшаҡ, һөйәлһеҙ.

Ауылда йәшәп тә, эш юҡ, эшһеҙ интегәм, тип зар илағандарҙы Сәлих һис аңлай алмай. Үҙенсә фекерләп, аңларға тырышып ҡарай, барып етмәй ҙә ҡуя аңына. Елкән ҡалын, беләгең ныҡ, уларына ҡушып теләгең етерлек икән, эш бында һине үҙе эҙләп таба, хатта ҡасып ҡотолормон тимә. Әлеге байрамға әҙерлекте генә ал, күпме мәшәҡәт тыуҙырҙы, күпме көс, хәтһеҙ сығым талап итте. Үҙ йортон үҙе йүнәтеп, шул йортта ҡунаҡ саҡырған кеше генә белә быны. Тырыштар артылып сыға алмаҫтай күренгән тауҙы артылды. Ә шулай ҙа мәшәҡәттәре татлы булды...

* * *

Сәләх ауылдаштары өсөн эске ғорурлыҡ кисереп, уларҙың хеҙмәт емештәренә Һоҡланып бөтә алмай. Ана ниндәй ҙур, күркәм итеп һалып ҡуялар хәҙер йорттарҙы! Ундайҙарҙың ихатаһына барып инеүе үҙе бер кинәнес. Ә йорт алдындағы баҡсалары! Өйҙәр береһенән-береһе матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итеп биҙәлгән, һәр береһендә тиерлек йә атмалы, йә сығыр ҡоҙоҡтар. Ҡасан ғына әле улар урынында ергә һеңеүҙән янтайышып бөткән һалам башлы, йә бөтөнләй башһыҙ уҫаҡ өйҙәр тора ине. Үҙҙәре килеп тороп бәләкәс кенә. Әҙме-күпме кешенең ҡыйығы транса менән ябылыуы булды, былары етештәрҙән һаналды, һалам башлылар уларға ҡарап көнләшер ине. Һай замана! Хәҙерге мал аҙбарҙары уларҙан лутсыраҡ. Ә һыуҙы йәйен-ҡышын әллә ҡайҙа ятҡан шишмәнән ташып эстеләр. Ул мәлдәрҙе иҫкә алып, бөгөнгө йәштәргә һөйләһәң, ышанмайҙар. Ышанмаҫтар ҙа, ышаныу өсөн ундайҙы үҙ күҙҙәре менән күреү кәрәк.

Әле етеш йәшәйем тиһәң, бөтә шарты бар, көллөһө лә тик үҙеңдән тора. Ҡарт үҙе әйтмәксе, етенсе тиҫтәне «ыуаҡлаған» Сәләхтең дә донъяһы бер кемдекенән дә кәм түгел. Күптәрҙекенән артығыраҡтыр ҙа әле. Билләһи, артығыраҡ. Күршеләренеке, ана, ысынлап та, күпкә ҡайтыш күренә һымаҡ... Бабай, ҡулын ҡаш өҫтөнә килтереп, бер һул күршеһенең, бер уң күршеһенең йортона йәнә ҡарап ала. Эйе, башҡаға ҡарағанда күрше нығыраҡ сәмләндерә. Күршенең тауығы ла ҡаҙҙай, ҡатыны ҡыҙҙай... Сәмле тормош – йәмле тормош. Тормошто уны сәмләнеп китеп, хатта бер аҙ көнләшә биреп тә көтөү зарур. Көнләшә биреп, әммә көнсөлләшеп түгел. Ошолай йәшәүгә ни етә? Ниәтең, тырышлығын изге икән, бында бер хилафлыҡ та юҡ. Шулай ҙа, сүп башы ҡайырмай, ниндәйҙер мөғжизә менән осто-осҡа ялғап, хәйерсе көнөндә тиерлек көн итеп ятҡан бәғзе берәүҙәргә ҡарап, Сәләхтең иҫе китә. Намыҫың етеп, нисек шулай йәшәмәк кәрәк? Үҙҙәре, эш юҡ, эш булмағас, аҡса юҡ, тип кемгәлер бәлә һалып лаф ора, үҙҙәре... көн дә кәйеф-сафа ҡора, ә балалары ас-яланғас. Замана пролетарийҙарымы әллә былар? Әллә дәүере шулай, әллә, донъянан артта ҡалып, хәҙерге кешене белеп бөтмәй, аптырарһың. Дөрөҫ, ундайҙар ауылда күп түгел. Ярай әле күп түгел, әммә үҙҙәрен күрһәтеп торалар. Ундайҙарҙың өйҙәре лә бахыр ҡиәфәтендә, башҡаларҙан әллә ҡайҙан айырылып, ауылды йәмһеҙләп тора. Кәрнизе булһа, маңлайы юҡ, уныһы бар икән, ҡыйыҡ һыртына атлама ҡағылмаған, тәҙрә йөҙлөгө ҡуйылмаған. Булғандары ла ғүмерҙә буяу төҫө күрмәгән. Хас та затлы йылҡы араһына килеп ингән ҡойто алаша һымаҡтар. Берәү булһа оялыр ине, ә былар... Иң ҡыҙығы шунда: ошоноң ише эт ялҡауы оҙон елкәләр теләһә ниндәй байрамды ла башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ көтөп ала. Ғәжәп түгелме? Ғәжәп. Күрәһең, улар өсөн бер күңел асып ҡалыуы ғына шарт...

* * *

Ауылдың үрге осонда байрамса кейенгән бер төркөм ҡыҙ-ҡырҡын күренде. Ә-ә, һөлгө күтәреп, бәйге бүләге йыя сыҡҡандар икән. Сәләх йәһәт атлап өйөнә инеп китте. Остары суҡлы, урта тошо сәскәләп сигелгән оҙон таҫтамалды ҡолаға бәйләгән Нәҡиә ҡортҡа, Фуаттың әсәһе:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Ил-йорт имен торһон, ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, көллөгөҙ ҙә бәхетле, ырыҫлы булығыҙ, тәнәйҙәр. Собханалла машалла, һөймәлекле генә икәнһегеҙ, – тип ихлас күңелдән теләк теләп, ҡыҙҙарҙың арҡаһынан алмаш-тилмәш һөйөп алды. Хужа кеше үҙе айырым ҡәнәғәтлек менән:

– Байрам мөбәрәк, тормоштар бәрәкәтле, ниәт-маҡсаттарығыҙ изге булһын берүк, амин! – тине, түш кеҫәһенән өр-яңы йөҙ һумлыҡты сығарып, юрый ҡыштырлата биреп, һөлгө бауыны беркетеп ҡуйҙы. – Бына ошоноңа риза булығыҙ.

Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән үҙенең йөҙө яҡтырып китте. Хәҙер уның донъяһы бөтөнләй теүәлләнде, бурыстары юҡ. Ә ҡыҙҙар:

– Ҡорттар осһон кейәнән, Ҡолон тыуһын бейәнән. Игендәре гел уңһын, Күкәй кеүек туҡ булһын. Янсыҡ, күкәй, таҫтамал! Ҡулъяулыҡ, ҡулъяулыҡ! – тип шаян һамаҡлап, ары китте. Араларынан береһе: «Аҡса булһа ла бара! Рәхмәт, олатай! – тип остандап ирәмһене. – Өләсәй, һиңә лә ҙур рәхмәт!»

Тәғәйен көн етеп, ғәҙәттәгенән күпкә иртәрәк уянған ауыл аяҡҡа баҫыуға һәр төрлө машина, атлы ылау, улары араһында йәйәүлеләре лә, ҡайҙа берәм-һәрәм, ҡайҙа икешәрләп-өсәрләп, әҡрәбәлек юллап ағыла ла башланы. Улар шул тиклем күп, киләләр ҙә киләләр. Ҡайҙа һыйып бөтәләр тиһең. Ә шулай ҙа һыялар. Килә торалар, шарран асыҡ араталы ҡапҡаларға инеп юғала торалар. Берәү ҙә урамда ҡалмай. Башҡортта йола шулай: хужаны ихтирам иткән ҡунаҡ атын урамға ҡуйырға тейеш түгел. Хужа кеше өсөн был намыҫ эше.

* * *

Эскәмйәлә гүйә энә өҫтөндә ултырған Сәләх ҡарт менән ҡарсығының күҙҙәре ауыл осонда. Бына-бына улар көткән затлы машина ла күренер, һис шикһеҙ. Бер аҙҙан балаларын эйәрткән Фуат менән килендәре күренде, уларҙың артынса машинала ҡыҙҙары менән кейәүҙәре килеп туҡтаны. Ә Тәүфиҡ, атайҙың ғорурлығы ла, хәсрәте лә булған Тәүфиғы, һаман юҡ. Ваҡыт үтеп: «Клуб янына йыйылырға!» – тигән саҡырыу-фарман яңғырап китеүгә Сәләхтең былай ҙа өлпөлдәп торған йөрәге жыу итеп ҡалып, күңеленә шомло һалҡынлыҡ йүгереүҙән эсе бошоп китте: нүжәле килмәҫ? Наһырҙы китәрҙе бит был йән язаһы малай. Ошо урында атай кеше, һөйөнөс һыҙаты үтеп, ҡарала көйгән көйөнөс тулҡыны етеп килеүен тойҙо. Бар булмышы менән һиҙҙе.

Эркелешкән халыҡ төркөмө ауылды урап йөрөп сыҡҡандан һуң сараның төп өлөшө үтәсәк Һаҡмар туғайына йүнәлде. Сәләх тә, бойоҡ ҡына баҫып, улар артынан эйәрҙе. Иҫтә ҡалырлыҡ тантаналы ғәмәл ахырында һәр кем ҡунаҡтарын әйҙүкләп, үҙенсә ыҡсым ғына итеп әҙерләнгән төйәктәргә таралыша башланы. Сәхнәлә һәүәҫкәр артистар ғына ҡалды.

Күптән күрмәгән туған-тыумаса, ғәзиз яҡындар менән һөйләшеп ултырып, ҡай урында күҙ йәштәре сыҡҡансы бер көлөшөп, бер илашып, күңел шештәрен байтаҡ бушатып алғандан аҙаҡ кемдер көрәш майҙанына, икенселәре ат бәйгеһе ҡарарға тип, өсөнсөләре төрлө уйын-көлкөлә ҡатнашып ҡалырға ашыҡты. Байрамдың ғүмере ҡыҫҡа, өлгөрөп ҡалыу кәрәк. Парлашып, Һаҡмарҙың аулаҡ бөгөлдәренә тартылған бәхетлеләр ҙә күренде.

Оло ҡаҙандарҙа бишбармаҡ, сүлмәктәрҙә йыуаса бешә, танауҙарҙы ҡытыҡлап, тирә-яҡҡа тәмле еҫтәр тарала. Усаҡтар тирәһендә йөҙҙәре алһыуға мансылған килендәр өйөрөлөп-сөйөрөлә. Уларҙың элек күрер күҙгә күрекһеҙ генәләре лә бөгөн килеп ғәжәп һылыуланып киткән. Күмәк тауыш араһынан ҡәйнәләрҙең ҡәтғи фармандары айырым-асыҡ ишетелеп ҡала, һәр төрлө тәм-томға тейенеп кинәнгән бала-саға сыр-сыу килә. Байрам ҡәҙимгесә дауам итә.

* * *

Сәләх ҡарттың ғына күңеле китек: ҡылау йәмһеҙләй башлаған күҙҙәрен талдырып, күпме көтһә лә, өлкән улы килмәне. Килә алманымы, теләге булманымы, кем белһен. Тыуған төйәгенә ҡайтып, танһыҡлап киткән тәбиғәт ҡосағында хозурлап, онота барған бала саҡ дуҫтарын, ауылдаштарын күреп, ниһайәт, ауылдың тормошо, көнитмеше менән танышып, ҡыуанып-шатланып китә алмау үкенес тойғолары уятмаймы икән унда? Шул ҡәҙәре таш бәғерлеме тәүфиҡһыҙ Тәүфиғы? Әллә килен?.. Юҡтыр, булмаҫ, ирмен тигән ир бисә һүҙенә төшөп тормаҫ, яңғыҙына ла ҡайтып китергә була...

– Нимәһенә балтаһы ҡумырыҡҡа төшкән кешеләй мөжәрәйеп киттең әле, ҡарт? – Толҡа тапмай ултырған Сәләх янына ҡырлап Нәҡиәһе килеп ҡунаҡланы, күрәһең, күңелен күтәрмәксе булды. – Ҡара, ниндәй шауҡымлы байрам.

– Белемең юғары, дәрәжәң ҙур булыу менәнме, ғәмең булмағас, – тип танау аҫтынан мөңгөрҙәне бабай, ҡайҙалыр ситкә ҡарап, – күңел өсөн ярты көнгә кендеген киҫкән атай йортона ҡайтып китер форсаты юҡ түгелдер бит инде.

Ҡарттың соғол йөҙөндә күләгә сағылып ҡалды, ошо мәл ул бына-бына илап ебәрергә торған сабыйҙы хәтерләтә ине.

– Аһ, Сәләхитдин, нимәһенә шул тиклем бөтөрөнәһең? Икенсе юлы ҡайтыр, Алла теләһә. – Ҡарсығы уны йыуатып маташты. – Кәм-хур булып, ғәм алдында йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй генә йәшәгәстәре етмәгәнме? Кит юҡты.

– Етмәй! Эш унда ғына торһа икән. Тыуған ере бөтмәҫ һыҙланыу булып күңеленә инеп ултырмаған, күрәһең. Шәт, йүнле тәрбиә бирә алмағанмын. Бер нәмә лә аңламаған кешеләй ултыраһың шунда. Күҙҙәреңдең мантиғы юҡ, – Сәләх, үпкәләгәндәй, әбейенә арты менән боролдо.

– Мин аңлайым да ул...

Ошо мәл Сәләх ҡарт алдына бынан утыҙ биш-ҡырҡ йылдар элек әллә яҡты киләсәк, матур яҙмыш, тип, әллә һәлкәүлеге арҡаһында, бәлки, холҡона баш була алмай ауылдан сығып китеп, хәҙер инде күп йөрөгән ҡағыҙ аҡса ише ныҡ таушалған, ни аралалыр бер сама кәйефләнеп алырға өлгөргән Кәтип килеп баҫты. Иҫке пинжәк өҫтөнән, ергә һөйрәлтеп, самаһыҙ оҙон елән кейеп алған булған. Үҙенән биш йәшкә кесе Кәтипте Сәләх көскә таныны. Ҡайҙа булған элекке фартауай һын, күпереп торған бөҙрә сәстәр? Заманында үҙен әллә кемгә ҡуйып, биғәләшләнеп, кеше ыҙалатыуҙан йәм табып, ер өҫтөнә һыймағандай йөрөгән һауалы, былағай егет урынына пеләш башлы, көмөрәйә төшкәнлектән кәкре һаплы таяҡҡа таянған, балаҡтары торба ише салбарының төбө тубығына төшкән кәлтер ҡартлас тора. Бары күҙҙәре генә әүәлгесә мут йылмая. Сәләхтең башынан ҡапыл: «Минең дә ҡиәфәт ошолайыраҡмы икән?» – тигән бошонҡо уй үтеп китте.

– Һаумыһығыҙ, Сәләх ағай!

– Арыу әле. – Ағаһы, ҡустыһын сырамытҡанлығын белдереп, яҡты йөҙ күрһәтте. – Ә-ә, Кәтип ҡусты икән, танымай ҙа торамсы. Үҙгәргәнһең, ныҡ үҙгәргәнһең. Ултыр.

– Нужа үҙгәртә, ағай, нужа. Мин күргәнде күрһәгеҙ... – Кәтип, ярты һүҙҙә туҡтап, сырҡыратып күҙҙәренән йәш һығып сығарҙы. – Һеҙ генә ул бында, ауылда ятып, бер ауырлыҡ күрмәнегеҙ. Вапше!

– Бәрәкәт! Һине кем ҡыуып ебәрҙе һуң ауылдан? – Ошо, көтөлмәгән һүҙен уйламай ысҡындырған әҙәмгә хәтере ҡала биреп ҡуйған Сәләхтә әрнеүгә өҫтәп ытырғаныу тойғоһо уянды. – Башҡалар йәшәгәнде йәшәргә ине. Исмаһам, кеше алдында шәмәреп торма, көнө ул түгел.

– Һи-и, Сәләх ағай, һин бигерәк эреләнеп киткәнһең түгелме? Ялан аяҡ йөрөгән малай саҡтарҙа улай түгел инең. Хәйер, заманаһы ниндәй – кешеһе лә шулай инде...

– Бына быныһын раҫ әйттең, – Һарыуы ҡайнай башлаған Сәләх урынынан ҡалҡына бирҙе, кире ултырҙы, кинәйә менән дауам итте. – Кешеһе бөгөн заманына торошло. Донъя, мәйтәм, ваҡ әҙәмдәр менән тулды...

– Әллә заманы кешеһенәме?

– Кинәйәне аңламаған Кәтип йомшай биреп ауып төштө, Сәләхте ҡосаҡлап уҡ алды.

– Миңә ҡалһа, икеһе лә бер нәмә: заманды әҙәм тыуҙыра, ә әҙәмдең үҙен замана тәрбиәләй. Шәжәрәңде беләһеңме һуң, ҡустым? – тип фәлсәфә итте Сәләх.

– Суртымамы миңә шәжәрә? Шәжәрә түгел, яҡын зат-зәүер саҡҡа танып тора. Ауылды күреп китһәм, шул еткән, – Кәтип йәнә урынһыҙға ҡыҙа башланы.

– Бына быныһы насар. Тамырыңды онотоу ярамаған эш. Үткәнен белмәгәндең...

– Нимәһенә миңә аҡыл һатып ултыраһың әле, наҙан? Улым серегән бай тигәс тә, әллә... Хәлеңде хәлләргә лә ҡайтмаған бит әле.

– Уныһын ҡайҙан белдең? – Әлеге һүҙ Сәләхтең иң ауыртҡан еренә тейҙе.

– Хәбәрҙең уның, яҡшыһы ишетелмәһә лә, яманы тиҙ тарала. Әллә кем булып ҡыланма.

– Уйламайым да. – Былай ҙа талағы ташып торған Сәләхтең кәйефе бөтөнләй ҡырылды. Иҫереккә һүҙ ҡушһаң... – Бар, маҙамды ҡоротма, ана, үҙ ағай-энең янына, өҙөлөп көтәләрҙер затлы туғандарын.

– Өнәмәнеңме? Харап икән. Йығылғанды түпәләргә кем булдырмай... Көйләшеү килеп сыҡманы.

Сәләх, секерәйә биреп, Кәтипте ҡыуып тигәндәй ебәрҙе. Уныһы ниҙер мыңғырлап, елән сабыуына урала-урала китеп барҙы. Сәләх уйға ҡалды: «Кешенең зитына тейергә элек тә шәп инең, һаман шул икәнһең, уафаһыҙ. Ә шулай ҙа ни өсөн үпкәләргә Кәтипкә? Теле көрмәлгән булыуға ҡарамаҫтан, ул бит йәшереп тормайынса, тураһын бәрҙереп, хаҡты әйте. Өлкәне – атай ғорурлығы, шул ҡәҙәре ҙур кеше, килеп, унан хәл торошон һорашып, ҡәүем ҡаршыһына баҫтырып, йылы һүҙ әйтеп, ололап китергә форсат тапманы, имеш. Берәҙәк сәрхүштең сәрхүше күҙеңә төртөп кәмһетеп тора. Ғәрлек түгелме ошо? Ғәрлектең дә ниндәйе! Йүнле кешеләр киләсәген ҡайғыртып бала таба, ә былар... Ҡыутомшоҡтар!» – Сәләх, үҙе лә һиҙмәҫтән, күңеленән улы менән киленен әрләп ташланы.

...Байрам үтте. Уның иҫтәлеге булып Сәләх ҡарттың күңел төпкөлөндә ғүмергә тағатылмаҫ төйөн тороп ҡалды. Килке-килке һулҡылдап, ул, туҡтау белмәй, йөрәкте өйкәп-өйкәй, һис ҡотолор әмәл юҡ.

Йәне шул ҡәҙәре көйөп, хәтере ҡалған Сәләх Тәүфиҡҡа тәғәйен өйҙө кисекмәҫтән һатып ебәрергә ҡарар итте: күҙ көйөгө булып етемһерәп тормаһын. Йәлкелеккә йәлке инде, күпме көс һалып, күпме тир түгелгән. Бер йүнле генә ҡулға эләкһә...

* * *

Ҡайһы яҡтандыр килгән һатып алыусы, ҡурсаҡ ише биҙәлгән өйгә оҙаҡ ҡына һынап ҡарап торғандан һуң, бошмаҫ ҡиәфәт менән:

– Ярай, второй сортҡа бара инде, – тип ҡуйҙы, – беҙгә уның стеналары булһа еткән, ҡый-ҡыпырын үҙеңә ташып алырһың. Ере менән һатаһыңмы, бабай?

Сәләх терт итеп ҡалды: тимәк, ошо әҙәм фекеренсә, ул матур итеп йорт төҙөмәгән, ә алама тауыҡ ише ҡый-ҡыпыр өйөп ҡуйған. Бына һиңә – мә!

– Нисек инде, ере менән? – Ҡапыл-ҡара ҡаушай төшкән хужа үҙен тиҙ ҡулға алды. – Ер, гаспадин, беҙҙә һатылмай. Ер ул Хоҙайҙыҡы.

Әлеге яуапҡа «гаспадин» ҡыуанып уҡ китте: осһоҙға төштө, йәнәһе, былай булғас. Ул ифрат ҡәнәғәт ҡалып:

– Эйе шул, ер һатып, ошоғаса кем йәнсегән, – тип ыңғайға һыпырған булды. Әммә Сәләх уны ошо урында шаңҡытты:

– Ер урынында ҡала, ә өйҙө боҙаһың да күсереп алаһың.

– Нисек? Мин бит бында дача ҡуймаҡсы инем.

– Алып ҡайт та үҙеңдә яһа дачаңды, ә бында рөхсәт юҡ. Низашто! Бында минең олатай нигеҙе, ҡомартҡы. Уландарымдыҡы ла...

Уландарымдыҡы ла, тип ул, әлбиттә, шаштырыңҡырап ебәрҙе, әллә ҡайта торған улы, әллә юҡ. Ә ниңә, улы ҡайтмаһа, ейәндәре бар. Бер түгел, өсәү, иншалла. Нигеҙҙе уны ҡоротмай һаҡлау мотлаҡ.

Икенсе көнөнә үк урам һелкетеп ғәләмәт дәү машина килеп туҡтаны, унан һаҡал-мыйыҡ баҫҡан биш-алты кеше төштө. Балта, лом, сөй һурғыстар менән ҡоралланған шөкәтһеҙ әҙәмдәр шунда уҡ эшкә тотондо. Әүәл береһе, ни сәбәптәндер, тик торған сыйырсыҡ ояһын тумырып ауҙарҙы. Уныһы гөрҫ итеп ҡура башына килеп төшөүгә лапаҫ аҫтындағы ҡарлуғас ояһы ҡуптарылып ергә осто, борсаҡтан саҡ ҡына эрерәк күкһел-сыбар йомортҡалар тирә-яҡҡа һибелде. Кәрәге тейһә, тип ҡулына балта тотоп килеп, ошоларҙы күреп торған Сәләх ҡарттың көтөлмәгән эштән йәне сыға яҙҙы. Ул сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Йомдо ла йәһәт кенә кире асты.

– Нимә эшләйһегеҙ, уландар? – тип тегеләрҙең янына килеп етте. – Әҙәм рәүешле, ипләберәк ҡыланһағыҙ ни була.

– Тыныслан, абзый, нисек ҡыланһам да, ул сыпсыҡтарыңды үҙем менән алып китә алмайым бит инде. – Өйҙөң яңы хужаһы, ғәләмәт оло ҡорһаҡлы, күҙлек кейгән, йәйенке бәшмәк ише тәпәш ир йораты, кәмһетергә теләгән һымаҡ, бабайҙың шау һөйәк яурынынан ҡаҡты. Шулай ҙа: – Егеттәр, абайыраҡ булығыҙ! – тип ҡысҡырыуҙы кәрәк тапты.

Абай булығыҙ, тиһә лә, егеттәр хужа һүҙен ҡолаҡтарына ла элмәне. Береһе килеп, әле буяу еҫе аңҡып торған көп таҡтаһын шаҡарып ебәреүгә, уныһы сарт итеп урталай ярылып сыҡты. Сәләх, йөрәге сем итеп ҡалыуҙан, һиҫкәнеп китте. Ә инде икенсеһе, шағыр-шоғор килтереп, семәрле тәҙрә ҡапҡасын ҡуптара башлағас, ул артабан түҙеп тора алманы.

– Ыслушай, һин! Минең мөлкәттән көлмәккә була килдеңме әллә? – тип ажарланып, төпөшкә яҡынлашты. – Һағыраҡ ҡыланығыҙ тип торам түгелме?

– Нисек инде һинең мөлкәт, абзый? – Бүлтәй һауалы «бәшмәк» теш араһынан сертелдәтеп төкөрҙө. – Кисә һинеке ине, бөгөн минеке. Бәйәһе түләнгән, нисек теләйем, шулай ҡыланам, и баста. Так што, мешать итеп, аяҡ аҫтында буталып йөрөмә, йәме.

– Аһ, шулаймы! – Сәләх ҡарт, сәбәләнеп, ҡуйынынан төргәк килтереп сығарҙы ла ҡап ҡорһаҡтың алдына бырғатты. – Бына бысраҡ аҡсаң! Бына дагауырың! Ә хәҙер марш бынан! Ярандарыңды ал да.

– Һы, аҡсанан туйған да кеше була икән. – Теге көскә эйелеп, төргәкте ҡулына алды. – Нимә, әллә әҙһендеңме? Өҫтәйем...

– Әйткәнде ишетмәнеңме әллә, улым?

Тәпәш, күрәһең, ҡарттың үҙенә ҡарағанда уның ҡулындағы балтаһынан шикләнә, ике күҙе шунда.

– Ҡарале, старикан әллә былайыраҡ инде. – Береһе сикә тирәһендә үҙенсәлекле ишара яһаны. – Аҡса күргәс, аҡылына зәғифлек килде, ахыры.

– Ә-ә, суртым белһен уны! – «Бәшмәк», әсенеп, ҡул һелтәне. – Тиктомалға енләнде лә киттесе. Күпме расходҡа һуға, мәғәнәһеҙ.

– Аңламаҫһың был ҡарттарҙы.

– Ана шул-шул, аңыңа барып етмәгәс, ҡәҙерен дә белмәйһең. – Сәләх шәбәйеп бартанданы. – Үҙегеҙ төҙөмәгәс ни.

Балтаһын иңбашына һалып, ғәйрәтенә ныҡ ышанған көрәшсе һынында ҡаршы килгән дыуамал ҡарттан ҡурҡа төшкән тәпәш сигә бирҙе:

– Оһо, во дает! Эй, мужики, сворачивайся! – тип оран һалды. Мужиктар аптырашып китте. – Старик отказной һуҡты. Алағайымға кеше ҡаңғырта, һантый.

* * *

Торбаһынан һаҫыҡ төтөн бөркөп ҡуҙғалып киткән машина, ауыл осона етеп, күҙҙән юғалғас, Сәләх ҡарт иркенләп тын алды. Боролоп, яраланған йәнлек ише йәнселеп бөткән улы өйөнә әрнеп ҡарап торҙо. Әүәл ул һибелеп ятҡан йомортҡаларҙы йыйып, ҡарлуғас ояһына һалды, ояны йәпләп, элекке урынына беркетеп ҡуйҙы. Яңы ҡолғаға ҡағып, сыйырсыҡ ояһын күтәрҙе. Ошонан һуң кителгән күңеле бөтәйә төшкәндәй тойолдо. Ярай, сыйырсыҡ инде балаларын осороп өлгөргән, бына бәхет билдәһе итеп күҙ ҡараһылай ҡурсалаған ҡарлуғасы ҡоршалған ояға ҡабат килерме? Килде! Ана, сырҡ-сырҡ итеп баш осонан бер-ике кәйелеп үтте лә һыуына башлаған йомортҡалары өҫтөнә барып ултырҙы. Булды былай булғас!

Хәҙер инде Сәләх ҡарттың кәйефе бермә-бер күтәрелде. Ул оло еңеүҙән һуң ярлыҡауға йомартланып киткән түрәләй күренде. Ихласлап, өйҙөң йәнселгән урындарын рәтләргә тотондо. «Имандарын юйған мөрәүәтһеҙҙәр, шул арала күпме онтап ташлағандар, ә, – тип уйланды бабай эш араһында, шунан кинәт, һиҫкәнеп, турайып баҫты: – Үҙең һуң, үҙең! Анауы бисара ҡош ояларын селпәрәмә килтергән маңҡорттан ҡай ерең артыҡ? Һин унан яманыраҡ та. Һин ғәзиз балаңдың хәләл торлағын саҡ ватып-емереп ташламаның. Байрамға ҡайтмаған, имеш, берәү. Шул ҡәҙәре оло ғәйепме ошо? Ҡайҙа һиндә ир намыҫы? Ҡайҙа бала хаҡы? Аһ, донъя, ниҙәр генә ҡыландырмайһың бәндәләрең менән! Асыуына баш була алмаған Сәләх тә ана ғәмәлдәрҙең иң яманын, яҙыҡтарҙың иң ауырын ҡыла яҙҙы, ҡарт йүнһеҙ, атай нигеҙен ҡороторға маташты. Хата өҫтөнә хата яһап, үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөлдөрәбеҙ, аҙаҡ ултырып илайбыҙ. Былай барһаҡ, мөртәтлеккә лә күп ҡалмаҫ. Ярай, ваҡытында аңлап ҡалып, әлеге хаталарҙы мәлендә төҙәтә торһаҡ. Ә өлгөрә алмай ҡалһаҡ?..»

Күп тә үтмәҫтән, Тәүфиҡтың өйө әүәлгесә ялтырап, туйға әҙерләнгән кәләш ише көлөп тора ине.

Иртәгеһен Мәскәүҙән ус аяһындай ғына телеграмма килеп төштө. Унда: «Үпкәләмә, атай, һүҙемдә тора алманым, йәнә алдаҡсы булып сыҡтым. Һөйөнсө, малайыбыҙ тыуҙы! Йәрингә һабантуйға ҡайтырбыҙ. Тәүфиҡ», -тип яҙылғайны. Яҙғы ҡояш ише йылмайған атай кешенең шатлығы күкрәгенә һыйманы: «Ана бит, малайыбыҙ тыуҙы, тигән. Насармы ни, фани донъяға бер башҡорт өҫтәлгән! Ҡайтырбыҙ ҙа тип әйткән. Әйтеүен әйткәс, знамо ҡайтыр».

Түҙем генә үҙ сиратын көтөп торған һөйөнөс һыҙатының башы күренде түгелме? Күренде шул. Булһын әйҙә тормоштоң аҡ һыҙаты ла, ҡараһы ла, юғиһә, йәшәйештең ҡыҙығы ҡалмаҫ. Шулай ҙа һыҙаттарҙың аҡтары сағыуыраҡ та, дауамлыраҡ та булһа ине...

Иҙрис Ноғоманов.

Автор:
Читайте нас: