Все новости
Литература
8 Апреля 2022, 11:56

ИҢ ЯҠШЫ ТУЙ (хикәйә)

… Фәрит таксиҙан төшөү менән эш кейемдәре тултырылған тоғон бер яҡҡа, таҙа түшәк кәрәк-ярағы һалынған юл сумкаһын икенсе яҡҡа атып бәреп, өлкәнәйә төшкән ата-әсәһенең “Иртәгә яҡһаң да була ине…“ тип мөңгөрләүенә иғтибар итмәй, лапаҫлыҡтан ҡоро имән түмәрҙәрен шарт-шорт яра башланы. Тамаҡ туҡ, юл кафеһында егеттәр менән тамаҡ ялғап алғайнылар, күңел көр – Хәйбуллала йәрәшелгән кәләше Гөлбиназ зар-интизар булып көтә. Көтһөн, уны был йортҡа туйлап килен итеп төшөрөргә күп ҡалманы инде – яңы йылға һанаулы көндәр ҡалды!

ИҢ ЯҠШЫ ТУЙ (хикәйә)
ИҢ ЯҠШЫ ТУЙ (хикәйә)
Тиҙҙән Фәрит аҡ мунса мейесен ҡайын туҙы менән йәһәт кенә тоҡандырып, гөлтләтеп яғып та ебәрҙе. Ҡулы эштән бушаған егет утъяҡҡыс ҡырында бәйле торған Ракетаһына барып – этен иркәләп алды, өйҙән кисәге һурпаны сығарып ҡойоп эсерҙе. Эй, тоғро ла инде был эт, уның менән күпме урманға ҡуянға тоҙаҡ ҡорорға йөрөнөләр, йәй эҫеһендә бергәләп һыу инделәр, балыҡ тоттолар. Күҙе асылыр-асылмаҫ көсөк көйө алып ҡайтып, үҙе ҙурайтып алған Ракетаһы Фәриткә бигерәк ҡәҙерле шул. Һирәк-һаяҡ булһа ла район үҙәгенә юл төшкәндә супермаркеттан махсус эт аҙығы ла алып ҡайтып һыйлай ул дуҫын, хаҡы 300-400 һум тип икеләнеп тормай. Ә нимә, аҡсаны үҙе эшләй, ҡайһы бер шамтыр егеттәр кеүек ата-әсә елкәһендә ятмай. Физик культура уҡытыусыһына уҡыған Фәрит әрме хеҙмәтенән һуң мәктәптә эшләп ҡараны-ҡарауын. Эш хаҡының әҙлеге, отчет эштәренең күплеге, күпселек балаларҙың йүгереү-һикереү урынына кеҫә телефонынан айырыла алмай, уйы менән дәрестә әллә ҡайҙа йөрөүе, эштән ҡәнәғәтләнеү түгел, ризаһыҙ тойғолар уяныуы, егетте көнө-төнө интектереп, эштән үҙ теләге менән сығырға мәжбүр булды. Тиҙәйтелгән курстарҙы үтеп, быраулаусы ярҙамсыһы таныҡлығын алып Себер яҡтарына сыҡты.
Июнь айы ине, иптәш егете Кәрим менән бер нисә тәүлек поезда бәүелеп, тура Коми республикаһының Усинск ҡалаһына барып төштөләр. Әлбиттә, бында егеттәрҙең бер танышы ла юҡ. Бер кем дә ҡолас йәйеп көтмәй ине. Кәрәкле конторала егеттәрҙең медицина тикшереүе үткән ҡағыҙҙарын, хәрби билеттарын, эшсе танытмаларын тикшереп ҡарап, юғары етәкселеккә шылтыраттылар, 3-4 көндән һуң ҡабат килергә ҡушып бороп сығарҙылар. Егеттәр әллә ни алыҫ китмәй, яҡында зәғиф кенә үҫеп ултырған кәрлә ҡайындар күләгәһенә йүнәлде. Эш эҙләп килеп кемдәр генә бында нисәмә ваҡыт аунағандыр, билдәһеҙ, әммә һәр кем уңайлыҡ булдырып маташҡан: ҡалдыҡ-боҫтоҡ кирбесте бер урынға өйөп усаҡлыҡ эшләгәндәр, таған ултыртҡандар. Ике ағас араһына иҫке туҡыманы тарттырып ҡуйып, ваҡытлыса бәҙрәф ҡорғандар. Хатта ятып ял итергә ҡырҡ ҡоршаулы раскладушка ла бар. Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, уныһына ғына түҙерлек, ярай ҙа аҡса запасы менән сыҡҡандар, ҡала магазинына барып пластик шешәләрҙә һыу, аҙыҡ-түлек алдылар. Ә бына киске эңерҙә эре-эре һары серекәйҙәр көтөүе менән һөжүм башланы – түҙеп кенә булһасы!
Эх, Себерҙә аҡса эшләргә була тип әйтеүе генә рәхәттер! Ҡайҙа ҡарама һорғолт – ҡомлоҡ, бар кеше ябыҡ объекттарҙа эшләй. Һинең бында ни эшләп аптыранып йөрөүең бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай… Берәй аҙна тирәһе серекәйҙәр менән “көрәшеп” егеттәр саҡ эшкә инеп киттеләр. Һурығып, йөҙҙәре ҡояшта ҡара янған Фәрит менән Кәрим эш ағышына тиҙ ҡушылды, бригаданың танһыҡ ашын ашап, көндөҙ ғәйрәтләнеп торба һөйрәп, кис душта ҡойоноп, ауыр физик эштән төндә ҡаты йоҡлап, әҙәм рәтенә баҫтылар. Бер улармы ни, был юлды күпме Башҡортостан егеттәре үткән!
…Фәрит тыштан күтәренке күңел менәнн инеп әсәһенең һалмалы ашын ҡоротлап, ҡабат-ҡабат һалдырып эсте. Ҡарағат, ер еләге япрағы менән бешерелгән тәмле ауыл сәйен ҙур каса менән еппәреп, урындыҡ буйындағы мейескә арҡаһын терәп, татлы уйҙарға бирелде.
Гөлбиназ! Исем генәһе ни тора! Ә үҙе һуң, үҙе! Әлеге лә баяғы Кәрим дуҫы менән йәйҙең бер матур көнөндә тау аша тура юлдан мотоциклға атланып Хәйбулла районының төпкөл ауылына юл тотто улар. Фәрит әрмеләге дуҫы Насирҙың йортон тиҙ тапты, бер нисә көн ҡуна ятып ҡунаҡ булдылар, кис клубҡа сыҡтылар. Һөйөү тигән тылсымлы хис кешегә һис көтмәгәндә килә, Насирҙың һеңлеһе Гөлбиназ менән Фәрит бер-береһен тәү күргәндән оҡшатты. Салауат педучилищеһын тамамлаған ҡыҙ күрше ауылға йөрөп башланғыс мәктәптә уҡыта икән. Бер йыл тирәһе ғашиҡ утында янғандан һуң йәштәр өйләнешергә булды. Яңы йыл көнөндә никахты ла, туйҙы ла бергә үткәрергә килештеләр. Ата-әсә икеһе лә үҙ һүҙле егет менән ҡыҙҙың был теләгенә ҡаршы төшөүҙән фәтеүә сыҡмаҫын яҡшы аңлағанға, тауыш-тынһыҙ ғына алда торған сараға әҙерлек эшен башланы.
Өйҙөң тәҙрә төбөндә генә мегафон бәйләнеше бар, Фәрит ата-әсәһе мунсала саҡта рәхәтләнеп буласаҡ кәләше менән гәп һатып алды. “Яңы йыл көнөндә шаулатып, алла бирһә, туй үткәрәбеҙ, үҙегеҙҙең яҡтан туғандарығыҙҙың береһен ҡалдырмай саҡырығыҙ, йәшник-йәшник һый менән барырбыҙ! Биҙәнеп-төҙәнеп ҡуй, балдаҡтарҙың иң шәбен, туй күлдәге менән фатаның иң матурын алдым!” – тип тулҡынланып хәбәрен теҙҙе егет. Теге башта Гөлбиназ да был көндө ашҡынып көтөүен белдерҙе. Ҡыҙҙың ҡыуаныстан сыңғырлатып көлөп ебәреүе Фәриттең ҡолағында оҙаҡ сыңлап торҙо.
… Шулай итеп, 31 декабрҙә, Фәрит ата-әсәһен, тыуған-тыумасаһын алдан белешеп ҡуйған автобусҡа тултырып, тура юлдан Хәйбуллаға йүнәлде. Шофер Ғәйнислам да бындай йоҡа ғына ҡар ҡатламында юлға сығыу хәүеф менән һис янамауына ышандырҙы. Кәйефтәр шәп, Вәхит еҙнәһе гармун уйнап ебәрҙе, шат еңгәләр тауыштары менән береһен-береһе уҙҙырырға тырышып, йыр башланы. Күңеллелек өсөн бер ”ярты” астылар, ир-ат телдәре асылып мәҙәктәр һөйләй башланы, ҡыҙыҡ урындарында “ҡытҡылдашып” алалар!.. Фәрит автобус иҙәнендә хужаларса ирәбе ятҡан эте Ракетаға йылмайып, күҙ ҡыҫты, йәнәһе лә, “Күрәһеңме, нисек күңелле!” Ракета уныһы-быныһы ырғытҡан аҙыҡ ҡалдығына әүрәп, тыныс ҡына ята бирҙе.
… Ҡыш мәкерле. Көтмәгәндә көслө ел сығып, ярты сәғәт эсендә буран ҡупты, ап-аҡ мәхшәр, зил-зилә башланды!.. Шофер Ғәйнислам әсе һүгенеп “тимер атын” ҡыуаланы, әммә бара биргәс, тәҙрә аша ҡырын сапҡан ҡарҙан башҡа бер ни күрмәүен танып, автобусты туҡтатырға мәжбүр булды. Ике-өс сәғәт ваҡыт шулай үтте, кешеләр асыҡтырҙы, аяҡтар туңды, өшөттөрҙө, тип зарлана башланы. Фәриттең әсәһе Шәрифә лә табынға тип әҙерләгән йыуасаларын, бешкән ҡаҙ-өйрәктәрен, күпереп бешкән ҡаластарын сығарып һалды. Сос еңгәләр һә тигәнсә тәғәмдәрҙе батмустарға телеп һалды. Егеттең атаһы Нурвил биш шешә араҡыны артта ултырыусыларға һондо. Тиҙҙән автобустағылар ҡайҙа ултырғандарын да онотоп геү килеп байрам итә, йырлай-бейей ине. Эйе, былай булырын кем белгән?! Фәрит үҙен тыныс тоторға тырышһа ла, йөрәге ситлектә тыпырсынған турғайҙай атылып сығып бара ине. Бында кеҫә телефоны бәйләнеше юҡ. Исмаһам, Гөлбиназға хәбәр итеп тә булмай. Ихтимал, уларҙа ла ошондай бурандыр, юлдағыларҙың сетерекле хәлдә ҡалыуын аңлағандарҙыр. Тик бына ауылдаштары дөрөҫ аңлармы, саҡырылған ҡунаҡтар? Йәнә, тормош юлын бергә башлайым тигәндә бынау бураны нимәгә килеп сыҡты инде???
Буран бер аҙ баҫыла төшкәндәй, ә бына автобус эсендә ҡунаҡ ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, шешәләр бушауға, йәшниктән “аҡбаштар” берәм-берәм йылт итеп кенә сығып торҙо. Йән көйгән һылтауы менән шофер Ғәйнислам да аяҡ аҫтындағы бер һауытты асып, тәмләп һыра һемерҙе. Ҡараңғыға тартһа ла, Фәрит уйлаған уйына ниәтләргә булды. Автобустың яғыулығы ла самаланалыр инде, әгәр ҙә был буран туҡтамаһа, ошолай урман юлында күмәкләп туңып ҡалһаң да һис кем аптырамаҫ… Егет курткаһы өҫтөнән толоп, ҡулдарына тире бейәләй кейҙе. Шофер Ғәйнислам, кәрәге тейер тип һунар бысағы, шырпы, нәҙек арҡан, фонарь бирҙе. Һиҙемләүенсә, ҡыҙ йәшәгән ауылға тиклем бер бәләкәй ауыл бар, Ҡайраҡлы тигән, уға тиклем күп ҡалмаған булырға тейеш. Фәрит иптәшкә Ракетаһын алып юлға сыҡты. Әсәһе, бахыр, ғәзиз улына ҡурсалау һорап, шыбырлап ҡына Хоҙайҙан ярҙам һораны, атаһы күҙ ҡарашы менән генә фатиха бирҙе…
“Ракета! Ҡайҙа ауыл бар, алып бар мине!” тигән команданы аңлап, эт алға ынтылды. Шулай, ҡар аҫтындағы ҡаты юлда тойоп атлаған эт ыңғайына Фәрит байтаҡ юл үтте. Юлында осраған ағас ботаҡтарын һындырып, юл ситенә ҡаҙап, билдә һалып барырға тырышты. Алыҫта бүре олоған тауыштар ишетелә, ҡайҙалыр аҙашып ҡалған өкө ухылдай. Ракета йыш ҡына туҡтап, хужаһын көтөп тора. Был ап-аҡ аҡландың осо-ҡырыйына сығалармы-юҡмы??? Эсе һурылып асыҡҡан Фәрит кеҫәһенән алып икмәк киҫәген алып ҡапты, яртыһын этенә ырғытып, сарсауҙан ҡар алып ашаны. Егет ваҡыт иҫәбен юғалтты… Һыуыҡтан һәм һаман да һырытып ҡына яуып торған епшек ҡарҙан Фәриттең йоҡоһо килде, аяҡтарына гер элеп ҡуйған кеүек, аҙымдар ауырайҙы… Этенең һау-һау килеп өрөп кейемен тартҡылауынан егет саҡ уянып китте, ҡарға ултырып ҡаты серемгә киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған бит! Фәрит йөҙөн ҡыҙыу хәрәкәттәр менән ҡар менән ышҡып, йоҡоһон осорҙо ла артабан атланы. Ултырып йоҡлағанда елкәһенән иреп төшкән ҡар бар тәненә таралып, мең төрлө ҡырмыҫҡалар йүгереп уҙғандай тойолдо… Ана алда ут күренгәндәй, Фәрит аҙаҡҡы көсөн йыйып алға ынтылды… Беренсе йорт хужалары солан ишегенә дөрҫ-дөрҫ итеп һуғылған, эт сыйнаған тауышҡа уянып сыҡҡанда егет аяҡ аҫтында бөгөрләнеп кенә ойоп ултыра ине…
…Гөлйемеш менән Талип егетте йортҡа алып инә һалып, тәнен һыуыҡ тейгәндә һөртә торған май менән ыуҙылар. Хужабикә әллә ҡасандан ҡалған “ынзы” араҡыһын сығарып, Фәриткә көсләп-көсләп өс рюмка эсерҙе. Төн тип тормай, Талип ауыл старостаһына трактор белешеп китте, булдыҡлыраҡ ир-атты уятып сығарҙы. Шулай ҡайраҡлылар туй кешеләрен туңып ҡалыуҙан ҡотҡарҙы. Гөлбиназдың туған-тыумаса ир-аты ла бер нисә ылау булып ҡаршы сыҡҡан ине. Никах та, туй ҙа булды, ризыҡ та, эсемлек тә, бүләк тә етте. Иң мөһиме, бындай хәл булғанға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә иреш-талаш сығарманы. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, ҡорбандар юҡ – шуныһы үҙе ҡыуаныс! Кәртәләр, һынауҙар була торор, әммә ысын мөхәббәт бирешмәй ул. Баштан уҡ ауыр һынауға дусар булған ике ғашиҡ ҡауышыу насип булыу шатлығынан бер-береһенән йәшереп кенә йәштәрен һөрттө, ата-әсәләре еңел һулап, еңмеш балаларының бәхетенә һөйөндө. Буран теүәл өс көн барҙы, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар һуғым итенән оҫталап бешергән мул ризыҡтарҙы ауыҙ итеп, ҡыңғыраулы пар аттарҙа урамдарҙа елдереп йөрөп, буран ыжғырыуынан да уҙҙырып гармун уйнап, йырлап-көлөп күңел асты. Бының ише күңелле туй күптән булмауы тураһында һүҙҙәр ауылда бер нисә йыл тынмай йөрөнө...
… Фәрит менән Гөлбиназ йыл да Яңы йылды һағынып көтөп ала, ҡыҙҙары Гәлсәр, улдары Тәлғәт өсөн ҡупшы шыршы биҙәп ултырталар, төбөнә Ҡыш бабай күстәнәсе һалалар. Ракетаға ла һыйҙың еллеһе эләгә. Дуҫы өсөн Фәриткә бер ни ҙә йәл түгел. Теге саҡта, буран мәхшәрендә, бер телем икмәкте бүлеп ашағандай, әле лә ризыҡтары уртаҡ.Яңы йыл килә! Был юлы ниндәй яңылыҡ алып килер? Был иһә кеше аңы аңлап бөтмәҫлек сер. Ни булһа ла, хәйерле булһын. Фәриттең был донъяға башҡа һүҙе юҡ.
Әнисә Бикташева.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: