Все новости
Литература
6 Апреля 2022, 15:10

Өй эйәһе лә ярата белә

Башымды ғына бороуым булды, муйынымдан әллә нәмә эләктереп алды ла быуа башланы. Һүҙ ҙә әйтеп булмай.

Өй эйәһе лә ярата белә
Өй эйәһе лә ярата белә

Өй эсендә төрлө йән эйәләренең барлығы тураһында элек-электән яҙалар. Кемдәрҙер уларҙы "өй эйәһе" тип атаһа, ҡайһы берәүҙәр күккә ашмаған йәндәр, тип аңлата. Нисек кенә булмаһын, фатир эсендә кемдеңдер барлығы һиҙелә, быны күп кеше тоя, йә булмаһа күргәндәр ҙә бар. Йортто һаҡларға ҡушһаң, һаҡлай ҙа, ти. Ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙе яратмаһа, төн буйы йоҡлатмай, ҡунаҡ тынысһыҙланып сыға. Өфө ҡалаһында уҡып йөрөгән студент ҡыҙҙың һөйләгәндәренә туҡталып киткем килә.
– Ул көндө дәрес төштән һуң ғына ине, шуға күрә иртәнге туғыҙға тиклем йоҡланым. Уянып китһәм, өйҙә кеше күренмәй. Ҡаршы карауатта ятҡан иптәш ҡыҙым уҡыуға киткән. Фатир хужаһы булған өләсәй ҙә күренмәй, күрәһең, кибеткә сыҡҡандыр. Торғом килмәне, бер ни йоҡлап алыу иҫәбе менән, төрөнә биреп, стена яғына уҡ әйләнеп яттым.
Шул ваҡыт иптәш ҡыҙым ята торған карауаттың шығырлауы, унан кемдеңдер тороп китеүе ишетелде. Иҙәндә ауыр кәүҙәле кеше атлағанын асыҡ һиҙҙем.
Башымды ғына бороуым булды, муйынымдан әллә нәмә эләктереп алды ла быуа башланы. Һүҙ ҙә әйтеп булмай. Әллә күпме шулай быуылып, тыпырсынып яттым. Кинәт кенә әбейемдең әйткән һүҙҙәре иҫкә төштө. "Ғәжәп, билдәһеҙ урындарҙа тороп ҡалһағыҙ, күҙегеҙгә нимә лә булһа күренһә, белгән доғаларығыҙҙы уҡығыҙ, бер ҙә булмаһа, ҡаты итеп һүгенегеҙ, шулай итһәң, улар һинән китә", – тигәйне. Мин бер нисә тапҡыр белгән доғаларымды ҡабатланым. Шунан һуң ғына теге нәмә муйынымды ысҡындырҙы. Һикереп торҙом да өй эсен тиҙ генә ҡарап сыҡтым. Ҡаршылағы карауатта ла бер нәмә лә күрмәнем.
Тәҙрәгә ҡараһам, фатир хужаһы ҡайтып килә. Әбейгә бер нәмә лә һөйләмәнем. Иптәш ҡыҙға әйткәйнем, ул ҡурҡып йөрөнө. Бер үҙе өйҙә ҡалмаҫҡа тырышты. Күп уйлағандан һуң шундай һығымтаға килдем: был өй эйәһе булғандыр. Яңғыҙ ҡалғанда, уға өндәштем:
– Мин бында фатирҙа торам, яратһаң-яратмаһаң да, түҙергә тура килер. Башҡа зыян эшләмә, мине тыныслыҡта ҡалдыр, – тинем.
Күпме генә бер үҙем ҡалһам да, башҡа был хәл ҡабатланманы.

Уҡып бөткәс, был йорттан китергә тура килде. Минән һуң бер нисә ҡыҙ фатирға кергән, әммә минең карауатта береһе лә тыныс йоҡлай алмаған. Бер аҙна самаһы тороп ҡарайҙар ҙа, "кемдер бында тыныслыҡ бирмәй", тип ташлап сығып китәләр икән.
Ҡыш көнө фатирҙа торған әбейҙең хәлен белеп сығайым тип кергәйнем, ул ғәжәпләнеп бына шуларҙы һөйләне. Үҙем менән булған хәлде уға әйтмәнем, "ярамаҫ, өй эйәһе асыуланыр", тип уйланым. Әбей менән хушлашыр алдынан бүлмәлә бер  үҙем булғанда ғына: "Ярай, мин килгеләп торормон, минең карауатым буш торһон", – тигәйнем. Күрәһең, ул да мине көтөп, урынымды шулай үҙенсә һаҡлаған.
Был көндө әбейҙә ҡунырға ҡалдым. Утты һүндереп, үҙемдең карауатыма ятып йоҡлап ҡына китеп бара инем, рәхәт иттереп, йомшаҡ ҡына берәү битемдән һыйпап үтте - өй эйәһе булғандыр инде. Ул, күрәһең, мине һағынған. Иртән торғас, уның менән: "Мин гел килә алмам, минең карауатҡа башҡалар ҙа ятһын", – тип хушлаштым.

Тағы бер ҡат килеүемә әбей ишекте шатланып асты. "Хәҙер ҡыҙҙар тора башланы, береһе лә ташлап китмәй", – тип һөйөндө ул. Ә мин бары йылмайып ҡына ҡуйҙым.
Риф ЙӨҘЛӨКБАЕВ.

"Тулпар" журналынан.

 

Автор:
Читайте нас: