– Ғәлимде айыу туҡмап ташлаған, тисе. Әле ҡайнағаң шунда китте, – Мәлифә инәй картуф баҡсаһында ҡый утап йөрөгән күршеһенә, ҡойма аша ынтылып, хәбәр ҡушты.
– Эй, Хоҙайым! Именме икән һуң? – Күрше ҡатын эшен ташлап, турайып баҫты ла өмөтлө ҡарашын Мәлифә инәйгә төбәне. – Сәйҙәһенең дә көнө еткән ине бит, бөгөнмө-иртәнме, тип торалар ине.
– Януар туҡмаһын да, имен ерен ҡалдыра тиһеңме. Алыр ере юҡ, ти шул, бахырҙың, – инәйҙең йәш ирҙе йәлләп тауышы ҡалтырап китте. – Теге инә айыуҙың эшелер. Үткән яҙҙан алып күпме һыйырҙың башына етте, нисәмә ҡолондо имгәтте... Юҡ, һаман ҡуймай.
– Ике балаһының үсен ала инде. Анау һунарсыларҙы әйтәм, нишләп кенә шуның балаларына тейәһе булдылар икән,– күрше ҡатын уфтанып ҡуйҙы.
– Хайуандарҙы бейергә-йырларға өйрәткән ергә тапшырып, күп итеп аҡса алғандар, ти улар, – Мәлифә инәй ике баҡса араһындағы бәләкәй ҡапҡаны асып, күршеһе янына үтте.
– Кит, йүнһеҙҙәр! Шулар арҡаһында ауыл халҡы күпме ҡаза күрә!
– Ҡуй инде, ҡуй! Ғәлим генә әрәм булып ҡуймаһын инде, йәш бит. Анау һунарсыларын да әйтер инем! Көстәре еткән бала айыуҙарға. Шәп булғас, инә айыуҙы атып алһындар ине. Беҙҙең ҡарт йәшерәк сағында тиңдәштәре менән, һәндерә яһап ятып, айыуға һунар итә торғайнылар,– тип көйәләнде әбекәй…
***
Ғәлим һауыҡманы. Ҡыҙының донъяға килеүен дә белмәй, егерме йәшлек кенә Сәйҙәһен яңғыҙ ҡалдырып, теге донъяға китеп барҙы. Йәш ҡатын ер-һыу иланы. Янып барған йөрәген баҫыу өсөн, сабыйын күтәреп, көн дә тиерлек Ғәлиме ме нән осрашып-табышҡан яңғыҙ ҡайын янына килде.
Ғәлименең үлеменә сәбәпсе булған теге инә айыуҙы һунарсылар киләһе йыл, ҡырпаҡ ҡар яуғас, атып йыҡтылар. Мәлифә инәйҙәрҙең бабайы һәм улдары Азамат айыуҙың үле кәүҙәһен ишек алдына һөйрәп килтерҙе. Халыҡ йыйылған ергә, күңеле тантана итһендер типтер инде, Сәйҙә лә килде.
– Ғәлимде лә шул туҡманы инде ул... – Ҡартлас ҡарашын Сәйҙәгә күсерҙе. Ҡара шәльяулыҡ бөркәнгән йәш ҡатын тамағына төйөлгән әсе төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе. Шунан, берәүгә лә күтәрелеп ҡарамай, ихатанан сығып йүгерҙе.
Кискеһен Сәйҙәнең өйөнә Азамат килеп инде. Түрбашта ҡатып торған ҡатындың аяғы аҫтына ҡатып та өлгөрмәгән айыу тиреһен йәйеп ебәрҙе.
– Сәйҙә, был тире һинең аяҡ аҫтыңда ятырға тейеш!
– Уф, еҫе! Тирегеҙҙе алып китә күрегеҙ! – Сәйҙә устарын йомарланы ла күҙҙәрен йомдо. Бер мәлгә юғалып ҡалған Азамат, бер ынтылыуҙа тирене ҡармап, сығыу яғына ыңғайланы. Унан, ҡапыл боролоп, Сәйҙәгә ҡайырылып ҡараны ла бер һүҙ ҙә өндәшмәй сығып китте.
***
Оҙаҡ йылдар ситтә йөрөп, тыуған яҡтарын һағынып ҡайтҡан Азаматтың йөрәгенә инеп ултырырмын, тип башына ла килтермәгәйне Сәйҙә. Хистәренең сафлығын, уйҙарының эскерһеҙлеген, ниәтенең изгелеген аңлатырға әҙ тырышманы түгел, тырышты егет. Тик Сәйҙәнең генә йөрәге ете йоҙаҡ менән бикләнеп, асҡысы төпһөҙ ҡоҙоҡҡа ташланғайны. Азаматтың һәр һыҙатын Ғәлиме менән сағыштыра һәм бер генә лә оҡшаш яҡтарын таба алмай. Ғәлиме үткен ине, был – баҫалҡы. Ире йор һүҙле, шаян тәбиғәтле булһа, Азамат артыҡ һүҙ һөйләмәҫ. Ғәлименең күҙҙәре һәр ваҡыт көлөп торор ине, ә быныҡы – моңһоу.
Бер көндө Сәйҙәнең эш урыны медпунктҡа, юҡ йомошон бар итеп, Мәлифә әбей килеп инде:
– Сәйҙә, яңғыҙыңа донъя көтөүе ҡыйын бит. Нишләп хан ҡыҙындай һайланып ни... Азаматтың килмәгән ни ере бар? Инде йәше утыҙға етеп килгән бынамын тигән өрлөктәй егет. Алтынайыңды ла үҙ күрә. Күпме шулай бәйләп ҡуйылған эттәй ҡапҡа төбөңдө тапатмаҡсыһың? Сыҡмаҫтай уйың бар икән, егеттең башын ҡаңғыртма. Юҡ, тип кәнкретнәһен әйт!
– Мәлифә инәй, мин уға күптән әйткәнмен... – Сәйҙә тауышын баҫа биреберәк әйтһә лә, тимер сыңдары ишетелеп ҡалды. – Эҙләһен үҙенә тиңен... Ир ҡайғыһы юҡ миндә!
– Һай-һа-ай, хатта әллә кем булып, уны тиңһенмәй ултыраһыңмы? – Мәлифә әбей телен шартлатып, башын сайҡап ҡуйҙы. – Духтыр булғас та әллә…
– Йөрәккә... бойороп булмай! – Сәйҙә бүлтеү ирендәрен ҡымтыны.
– Йөрәк эшегеҙҙе белмәйем дә, аңламайым да… – Әбекәй, киң йәшел яулығын төҙәткеләгән ыңғайына, ҡулын һелтәне. – Ир менән ҡатын бергә йәшәп алып китһә, мөхәббәте аҙаҡтан үҙенән-үҙе килә ул. Бына мин әйтте тиерһең. Берүк бәхетеңде аша атлама. Азаматтай аҫыл ир бүтән осрамаҫ! – Әбейҙең ялп-йолп килеп, һөйләнә-һөйләнә медпункт тупһаһынан төшөп барғанын күҙәткән Сәйҙәгә ҡыйын булып китте. "Әллә ниңә ҡыҙҙы ла киттесе Мәлифә инәй..." – Ҡатын уфтанып ҡуйҙы.
Эйе, Азаматтан да иплерәк, аҡыллыраҡ ир-егетте белмәй Сәйҙә. Шулай ҙа... Азаматты өмөтләндерҙеме, ялған вәғәҙәләр бирҙеме ни? Яратмаған кешеһенә кейәүгә сығырға теләмәгәненә ғәйеплеме ни ул? Ҡатын, тәҙрә быялаһына башын терәп, шым ғына үкһеп ебәрҙе. Оҙаҡ ҡына торҙо ҡатын шул көйө. Тышта ямғыр илай, эстә – Сәйҙә. Болоҡһоу, йонсоу көн менән йөҙгә-йөҙ ҡарашып торғас, ҡатын элгестәге кейеменә үрелде. "Артабан йәшәргә кәрәк!"
...Көҙ. Өшәндереп кенә ваҡ ямғыр һибәләй. Тышҡа сыҡҡан Сәйҙә һыуыҡҡа еңелсә генә ҡалтыранып ҡуйҙы. Ҡыҫҡа пальтоһының төймәләрен ҡаптырып, ҡулсатырын яҙып ебәрҙе лә йәһәт кенә атлап балалар баҡсаһына йүнәлде.
***
Кемдер һаҡ ҡына тәҙрә сиртте. Уяулы-йоҡоло ятҡан Сәйҙә юрғанын ҡайырып ебәрҙе лә һикереп торҙо. Азаматмы? Тағы килгәнме? Был юлы ҡатыраҡ һөйләшергә тура килмәгәйе... Ул йән асыуы менән тәҙрә уйымынан әкрен генә иҫкән елгә бәүелә биреберәк торған ҡорғандарҙы ҡайырып ебәрҙе. "Бәй..." Тәҙрә аша Азаматты түгел, арғы оста йәшәгән Йәмилдең ағарынған йөҙөн күрҙе лә... кинәт йыйына башланы. Тимәк, ҡатыны бәпәйгә ауырып киткән. Ваҡыты еткәйне шул. Бала табыу йортона илтергә кәрәк. Ә Алтынайҙы ҡалайтырға һуң? Сәйҙә сығып барған еренән кире боролоп инде, урынында тапанды. Әллә күтәреп кенә өләсәһенә индереп ҡалдырырғамы? Улай итһәң, район үҙәгенән ҡайтҡас, ямғырҙа өшөтөп йәнә инеп алырға кәрәк. Әсәһе олоғайған хәҙер. Ул ҡыҙының юрғанын ипләне. Бер сәғәт барһалар, бер сәғәт ҡайтһалар... Сәйҙә шым ғына артына боролдо, сөйҙә элеүле торған плащын эләктерҙе. Ишеккә ауыр йоҙаҡ һалған ҡатын өйҙөң тәҙрәләренә бер аҙ текләп торҙо ла ҡараңғылыҡҡа инеп юғал ды.
...Буласаҡ әсәне бала табыу йортона ҡалдырып, дауахана урамы буйлап оҙаҡ та барманылар, еңел машина шып туҡтаны ла ҡуйҙы. Шофер егет уныһын, быныһын борғоланы, капотын асып соҡсоноп ҡараны, ләкин машина ҡуҙғалырға уйламаны ла. Аптырауға ҡалған егет, төн ҡараңғылығын йырып, яҡындағы ауылдан ярҙам һорарға китте лә сәғәттән ашыу ваҡыт үткәс кенә оло йәштәге ағайҙы эйәртеп килде. Ағайҙың ҡулынан “ауырыу” машиналар күп үткән, күрәһең, ун-ун биш минут үтеүгә „Калина“ға йән инде. Балаһын уйлап, йөрәген усына алып ултырған Сәйҙәнең күңеленә йылы йүгерҙе. Асфальттың соҡор-саҡырына йыйылған ямғыр һыуын тирә-яҡҡа сәсрәтеп, машина алға ынтылды…
***
Ҡалғанын Сәйҙә яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Таңға ҡарай ғына кире ауылға ҡайтыу... Көл-күмергә ҡалған йорто алдында быуынһыҙ булып ҡатып тороу... Ә балаһы? Алтынай?! Үҙ күҙҙәренә ышанманы Сәйҙә, ҡысҡырыр ине лә, тауышы юҡ... Ҡатын өйөнә ҡарай ташланды, шунда тәгәрәшеп, быҫҡып ятҡан торомбашҡа һөрлөгөп, ергә тәкмәсләне. Иҫенә килгәндә, Сәйҙә дауаханала ине. Сикәләре буйлап аҡҡан ҡайнар күҙ йәштәрен тыя алмай, табиптың сыҡҡанын сабырһыҙлыҡ менән көтә.
– Борсолмағыҙ, ҡыҙығыҙ аңына килде. Тик ҡул суҡтары ныҡ янған. Ә йөҙөнә бер ниндәй ҙә зыян килмәгән. Ирегеҙгә килгәндә, уның хәле мөшкөлөрәк, – тине ҡыҙы янынан сыҡҡан шәфҡәт туташы.
– Ирем түгел… Азамат ул, Азамат… – тип шыбырланы Сәйҙәнең ирендәре. Ҡыҙын ҡотҡарыусы Азамат!
...Төндә әсәһен эҙләп уянған Алтынай, ҡараңғы өйҙә илай-илай, берҙән-бер яҡтылыҡ биргән мейес янына бара. Мейес ауыҙын асып ут менән булаша. Күп тә үтмәй, өй эсен ут ялмап ала. Иптәштәре менән гармун тартып, урамдан үтеп барған Азамат, янғынды күреп, ишекте ҡайырып эскә ташлана. Иҫтән яҙған баланы һәрмәнеп йөрөп саҡ табып ала. Өҫтөндәге еүеш курткаһын һалып, баланы урай ҙа артынан ингән иптәшенә тоттора. Ә үҙе, ике бүлмәне бер итеп, Сәйҙәне эҙләй. Өйҙә Алтынай ғына икәнен белгән булһа, былай уҡ ҡазаға эләкмәҫ тә ине ул.
Ҡатын, урынынан ҡалҡынып, реанимация бүлегенең быяла тәҙрәһенән үрелеп ҡараны. Унда, ап-аҡ бинттарға сырмалып, Азамат ята ине…
***
Эңер. Аҙнаға һуҙылған аҡ яуын ни туҡтамай, ни ҡойма ямғырға әйләнмәй, ялҡытҡыс итеп яуа ла яуа. Әллә күктән, әллә ер аҫтынан ниндәйҙер мөңрәгән тауыш ҡолаҡҡа салынып ҡалған кеүек, ҡапыл өҙөлөп китә, ҡабаттан ялғана...
– Яңғыҙ ҡайын! Үҙең яңғыҙ булғанға минең дә яңғыҙ булыуымды көһәйһеңме? Ғәлимем менән һине дуҫ иттек. Ғәлимһеҙ ҡалдым. Ҡыҙым яралғандан уҡ яныңа килеп эс серемде систем, ҡайғы-хәсрәтемде һөйләнем. Алтынайым хәҙер ни үле, ни тере түгел!
Елгә ике шәүлә лә берҙәй бәүелә. Ҡайын да, ҡатын да. Бәүелә-сайҡала, тотлоға-тонсоға һөйләй ҙә һөйләй бисара ҡатын.
– Ә Азаматтың ни ғәйебе бар? Барлыҡ хәсрәттәремдең башында һин тораһың түгелме? Ҡайын ҡайғылы, тигәндәре хаҡ, күрәһең. Ишет, яңғыҙ ҡайын, башҡаса яныңа килмәйем! Яңғыҙ булыу үҙеңә килешһен!
Илауҙан шешенеп, йөҙө ҡап-ҡара булып киткән Сәйҙә, башынан яулығын һыпыра тартып алды ла яй ғына атлап ауыл яғына ыңғайланы.
***
Азаматтың да, ҡыҙының да дауахананан сыҡҡандарына байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Уларҙың сейләнеп торған яраларын эшкәрткән һайын йөрәгенә ҡан һауа. Ниңә генә шул төндө ҡыҙын әсәһенә алып барып ҡалдырманы? Һис юғы үҙе менән алырға ине. Хәҙер үкенеп терһәген тешләрҙәй була ла һуң...
Сәйҙә үҙен битәрләй-битәрләй Азаматтарҙың ҡапҡа төбөнә килеп еткәнен дә абайламаған. Бына ул әллә ҡайҙан күренеп торған бейек, кәрниздәре семәр менән нағышланған йорт. Ҡатын тупһала оҙаҡ ҡына тапанып торҙо ла эскә уҙҙы. Егет өйҙә бер үҙе генә ине. Инеүсегә күтәрелеп ҡараны ла гәзит-журнал аҡтарыуын дауам итте. Фажиғәнән һуң икәүҙән-икәү тәүгә ҡалыуҙары.
– Азамат, йәрәхәттәреңде ҡарап сығайым, – Сәйҙә ҡыҙыл тәре төшөрөлгән кескәй тимер сумаҙанын өҫтәлгә һалды.
– Сәйҙә, башҡаса килеп ыҙалама. Әсәйемә генә өйрәт тә ҡуй. – Азамат йөҙөн ситкә борҙо.
Сәйҙә, егеттең һүҙен ишетмәмешкә һалышып, ҡулын һабынлап йыуҙы ла көн дә башҡарған процедураны башланы. Үҙенең йөрәге сығырҙай булып тибә.
– Килеп ыҙалама, тиһеңме? Мөмкин. Әгәр һин беҙгә йәшәргә килһәң… Туғандар, ауыл халҡы өйөбөҙҙө ипкә килтереп бирҙе.
Азамат бер аҙға ғына өнһөҙ ҡалды. Күрәһең, Сәйҙәнең тын алышынан, үҙен то тошонан уның ни әйтерен һиҙемләп йөрөгән.
– Йәлләйһеңме? – Азамат яһалма көлөп ебәрҙе, яңаҡтары тартышып китте. –Мин йәлләүгә мохтаж түгел. Һау сағымда әҙәмгә һанамағаныңды, хәҙер мин һиңә нимәгә кәрәк? Йөҙөм... кеше ҡарағыһыҙ… – Азаматтың тауышы ирекһеҙҙән дерелдәп китте.
Сәйҙә Азаматтың ала-ола булып ҡалған битен һаҡ ҡына усына алды ла күкрәгенә ҡыҫып, шым ғына илап ебәрҙе. Уның артынса, әллә тән яраһынан, әллә йөрәк әрнеүенән түҙә алмай, ир ҙә үкһене. Асыҡ тәҙрәнән ҡатын алыҫта, тау һыртында, елберҙәп ултырған яңғыҙ ҡайынды шәйләп ҡалды.
– Яңғыҙлыҡ тере йәнгә килешмәй, Азамат, – Сәйҙә, эргәһендә бала кеүек мыш-мыш килеп илаған ирҙе һаҡ ҡына ситкә этәреп, тәҙрә янына атлап килде. Тау һыртындағы ҡайын унан ниҙер һораған, көткән, ялбарған кеүексе... Ҡатын тәҙрә ҡапҡастарын ҡаҡлыҡтырғансы шарт итеп япты ла Азаматҡа боролдо...