Все новости
Литература
4 Апреля , 10:21

Эҙ яҙҙырыу (М.Кәримов)

Марат Кәримов.

Эҙ яҙҙырыу (М.Кәримов)
Эҙ яҙҙырыу (М.Кәримов)

Әй, йәшлектең тиле сағы!
Беҙ бит үлемһеҙ, имеш.
Шуға йәшәлгән әжәлгә
Өҫтән ҡараған килеш.
Күптән тиле йәшлек үткән,
Бер аҙ аҡыл да ингән.
Үлемһеҙлек кикреге лә,
Нимә эшләһен, шиңгән.
Инде ҡарттарҙың ҡорона
Илтә ғүмер ағышы.
Сеү! Артымдан кемдер ҡыуа,
Кемдең аяҡ тауышы?
Әжәл икән. Туҡтатырға
Ымлап тамағын ҡыра.
«Йәшәү лимитың тулған!» – тип
Салыш ауыҙын йыра.
Мин ул тиклем йүләр түгел
Тыңларға уның һүҙен.
Йән фарманға тороп саптым,
Күҙҙән яҙҙырҙым үҙен.
Өйөмә ҡайтып йығылдым,
Ишекте эстән элеп.
Тын алырға ла ҡурҡыта,
Ятамын ярты үлеп.
Ана, ишек дөбөрҙәтә,
Ҡутара инде биген!
Минең ҡайҙа йәшәгәнде
Нисек тиҙ белгән тиген.
Тәҙрә аша сығып тайҙым,
Шундай минең характер.
Күҙ яҙҙырыу ярҙам итмәй,
Эҙ яҙҙырыу кәрәктер.
Хәҙер инде башҡасараҡ
Минең ғүмер һөрөүем:
Нисә йылдар өйгә ҡайтмай
Эҙ яҙҙырып йөрөүем.
Әжәл эҙләп тапмаҫына
Ышанысым ныҡ әле.
Әжәл түгел, ҡатындың да
Табалғаны юҡ әле.

Автор:
Читайте нас в