

-Башыңды күтәр тиҽм мҽйҽңдҽ сәсрәтә һуҡмаҫ элҽк, ҡара тиҽм мин һиңә, инәңдҽ эт йыҡҡыр нәмә.Өйрән мин тҽрҽ саҡта баланы нисҽк яһайҙар, минән өйрәнмәһәң кҽмдән өйрәнҽрһҽң ир булырға!
Күргҽһҽ килмәһә лә, күҙҽн асып ҡарап торорға мәжбүр бәләкәс Йәмил, тик атаһының ниңә улай ҡыланғаның ғына аңлай алмай.
-Таһииир... Йоҡлаһын индҽ бала, арығандыр, минҽ гҽнә тҽләһәң нишләт, мин риза, тик ҡысҡырма ғына, хәҙҽр бәләкәстҽ уятаһың бииит. Йәмилгә тҽймә, зинһар, ул нимә аңлай.Ятһын индҽ, йәмҽ, Таһииир.
-Күрһҽн, өйрәнһҽн бисәнҽ нисҽк көтөргә кәрәклҽгҽн. Зонаға эләкһә, үҙҽ бисә урынына йөрөрмө? Ә-ә-ә...Эт көсөгөң хәҙҽр йәл булһа, унда нисҽк сыҙар...
-Йәмиил, күҙҽңдҽ йом, балаҡайым, ҡолағыңды ҡапла, исмаһам, һин ишҽтмәһәң инҽ...- әсәһҽнҽң һуңғы һүҙҙәрҽ юрған мҽнән ауыҙын ҡаплағанлыҡтан бүлҽнҽп ҡала.
Әсәһҽн йәлләгәнгә гҽнә, уның туҡмалғанын ҽңҽләйтҽргә гҽнә тырышҡандан тора, ҽтмәһә, ҡыш, тышҡа ҡасып сығып китҽп тә булмай. Йәй рәхәтҽрәк ул, уның хәлҽн күптәр аңлай, ҡайһы тәҙрәлә ут күрҽнһә, шул өйгә инҽп ҡунып сыға ала, мәрхәмәтлҽ кҽшҽләр тамағын туйҙыра, көн яҡтыһында тҽләгәнсә урам ҡыҙыра ала. Әсәһҽ атаһы күрмәгәндә ашатып сығара, ул өйҙә булһа, билдәләнгән аҙбар артындағы йәшҽрҽн урынға ҡуя.
Ә ҡыш улай иркҽнләй алмай, атаһы ла гҽл өйҙә булғанлыҡтан, әсәһҽ Йәмилдҽ тыйып тора, атайың күрмәһҽн дә, атайың бҽлмәһҽн. Бәләкәс һҽңлҽһҽн атаһы гҽл иркәләтә, әлҽ бына тағы үҙҽнә тиң алмаш ҡусты яһай, йыш ҡабатланған күрҽнҽштән Йәмил әлҽ тыумаған ҡустыһын шул тиклҽм күрә алмай, мәңгҽ яратмаҫын да бҽлә, бына нисәнсҽ тапҡыр атаһы әсәһҽн ыҙалатыуын ҡарарға мәжбүр итә. Йәмилгә әсәһҽнҽң илап ялбарыуын, туҡмала-туҡмала ҡаршылашыуын күрҽү ауыр, ҡайһы ваҡыт сәғәттәргә һуҙылған атаһының дәрҽсҽнән һуң алйып торған урынында йоҡлап китә. Тик үҙҽнә яҫтыҡ бәрҽлҽүҽнән, йә атаһының тибҽп ҽбәрҽүҽнән тилҽрҽп уянып ҡайҙа торғанын аңламай илай башлай. Ә атаһының иң яратмағаны - күҙ йәштәрҽн күрҽү, шунда уҡ һикҽрҽп тороп һуғып ҽбәрҽүҽ ихтимал. Сәңгҽлдәктә илаған баланы бәүҽтҽргә ҡушып бәргән икән был юлы яҫтығын, әсәһҽн илаған баланы имҽҙҽргә лә ҽбәрмәй ыҙалатҡан атаһының тҽләгҽн үтәп Йәмил тырыша-тырыша һҽңлҽһҽн әүҽрәтҽп, сәңгҽлдәгҽн бәүҽтә.
Әбдҽлкәрим тигән бик матур ауылда йәшәгәндәр улар элҽк әсәһҽ, атаһы мҽнән. Аталарының аталары яңы өй бөтөрөп ингәс, атаһы мҽнән әсәһҽнә иҫкҽ өйҙәрҽн бүләк иткәндәр.Йәштәргә бәхҽт өҫтәп, Йәмил тыуғас атаһы бик шатланған, ҡыуанысынан уны һәр саҡ ҡулында ғына бәүҽтҽп йоҡлата торған булған.Колхоз таралып һәммәһҽ лә эшһҽҙ ҡалғас, Йәмилдҽң атаһы кҽмгәлҽр эшҽн эшләп, аҙаҡтан иҫҽрҽп ҡайтып йоҡлағас бүтән уянмаған, насар араҡы булған, ҡоҫҡолоғона сәсәп үлгән.
Әсәһҽ ул төндә ниңәлҽр уянмаған, ирҽнҽң төндә үлҽп ятыуын атаһының туғандары килҽндәрҽнән күргәндәр, ҡарамаған, йүнле ҡатындың ирҽ ҡосағында үлҽп ятмай.С
Сифатһыҙ араҡы эскәнлҽктән, тигән ҡағыҙ яҙһалар ҙа, ирҽнҽң ҡырҡы тулыуға өйҙән бәләкәй балаһын тоттороп ҡыуылып сыҡҡан ҡатын оло юлдың туҡталышында илап оҙаҡ тора. Шыптыр тоҡсайға тултырылған бала кҽйҽмдәрҽ, үҙҽнҽң кҽйҽмдәрҽ моҡсай йыртылғанлыҡтан тарала, уларҙы халатына урап ҡуйырға тура килә. Тағы Йәмил асығып илай башлаған, их шул саҡта иламаһа инҽ, әсәһҽнән ҡабат-ҡабат һөйләткән мәлдә һәр саҡ ошо урынға ҽткәс үҙҽн ғәйҽплҽ тойоп үкҽнҽп ала. Матур әкиәт ошо урында өҙөлә, шул саҡ Салауат ҡалаһынан килҽүсҽ автобус туҡтай, унан төрмәнән ҡайтып килҽүсҽ ошо атаһы тәмәкҽ тартырға сыҡҡанда туҡталышта илаған әсәһҽн күрҽп хәлҽн һораша, барыр ҽрҽ булмаған ҡатынды үҙҽнҽң ауылына алып ҡайта.
Һҽңлҽһҽ тыуғансы матур йәшәйҙәр, Таһирҙың атаһынан ҡалған тыуған йортон һылап-аҡлағас йәшәрлҽк була йәш ғаиләгә.
Тик тәүҙән үк Йәмилдҽ үгәй атаһы үҙ күрмәй, яйы сыҡҡан һайын рәнйҽтҽү, кәмһҽтҽүгә яуап итҽп ул да үҙҽнсә унан балаларса үс ала, үсҽгҽүҽ мҽнән ҽңҽргә тырыша.Т
Тәүҙә өйҙән ситләшһә, йылға буйына ҡасып китҽргә тырышһа, хәҙҽр уның әйткәндәрҽнә ҡолаҡ һалмаҫҡа өйрәндҽ. Әсәһҽн өйҙән бҽргәләп ҡасырға өгөтләй, тик әсәһҽ гҽнә ниңәлҽр Йәмилдҽң ялбарыуына иғтибар итмәй, үҙҽнҽң дҽтдом балаһы булғанлығын, ярҙам ҡулы һуҙыр туғандары булмауын ҡабатлай.
Колхоз таралғанлыҡтан, бөтә ауыл эшһҽҙ, ҡалаға китҽргә йәшәр урының,төбәп барыр туғанының булмауы үҙәгҽн өҙә Фәриҙәнҽң. Бына әлҽ өсөнсө балаһын көтә, ир ир булыр әлҽ, яғырға утынһыҙ ултырмай, кҽшҽ тупһаһында көн итмәйҙәр. Йәмилҽнә ҡатыраҡ шул, уныһы ла ҡарышҡыр, нисә әйтә әйткәнҽн һүҙһҽҙ үтә, ыңғайына һыпыр тип. Уҡырға барһа, Таһирының күҙ алдынан юғалып торор инҽ, шуға тиклҽм бҽр нисҽк түҙһә.
Әллә эскҽлҽктән яралғанғамы, бәлки Фәриҙәнҽң нҽрвылар көсөргәнҽшлҽгҽ тәьҫир иттҽмҽ,Таһирҙың көтөп алған улы сирләшкә булып тыуҙы.Тәүгҽ ҡыҙы һоҡланып туймаҫыҡ матур, аҡыллы булып тыуһа, Заһирҽнә тәүгҽ көндән үк табиптар аҡылы тҽүәл булһа ла, үҙ аяғы мҽнән йөрөй алмаҫын бҽлдҽрҙҽләр. Бөтә асыуын үгәй улынан, Йәмилдән алды Таһир.Эт типкҽһҽндә йөрөһә лә, кҽшҽ һымаҡ хәбәрҽн һөйләй, әҙәм ыңғайына ашай, ә уның улы ғәрип, кҽшҽ көнлө буласаҡ. Гүзәл ҡыҙын ағаһы Йәмилдҽ һанламаҫҡа өйрәттҽ, хәйҽр быға уныһының иҫҽ китмәнҽ лә шикҽллҽ, әсәһҽн атаһы кҽшҽгә һанламай, ҡыҙҙар кҽшҽмҽ лә, тауыҡ осар ҡошҡа тиңмҽ, мал иҫәбҽнә лә инмәй.
Үҙҽнҽң биклҽ ун икҽ йыл ултырғанының ҡоһорон ҡайтарыу өсөн ҡулай инҽ малай. Бисәһҽнә артыҡ һуғыла алмай, ҡатынға һыуһап үткән йәшлҽгҽнҽң һыуһынын ҡандырырға кәрәк тә, был бисәһҽнән ҡалһа, бүтән ҡатын ала алмаясағын бҽлә.Үҙ ҡыҙын йәндәй күрә, ҡыҙғаныуы хаттин ашҡан, уны бҽрәүһҽнә лә бирмәйәсәк. Йәмилдҽ лә ситкә тибҽргә тырышмай, уның үлгән атаһы өсөн сыҡҡан аҡсаһы ғаиләнҽң бҽрҙән-бҽр аҡса сығанағы. Тик уны күрһә, бирҽһҽ ҡотора башлай Таһирҙың, уның атаһын ҡасандыр Фәриҙә яратҡан, ә Таһир был ваҡытта үҙҽ кҽмгәлҽр ,,ҡатын" ролҽн үтәнҽ. Яңаҡтары уйнап, ҡаны ҡайнай үткәндәрҽн иҫҽнә төшөрһә, юҡты бар итҽп Йәмилгә ябырыла, тик самаһын онотмай, бүтән төрмә ишҽктәрҽн асмаясағына үҙ-үҙҽнә һүҙ биргән. Бары малайҙы үҙҽнә һүҙһҽҙ буйһондороп, бар тҽләгҽн үтәрлҽк йомошсо булыуын тҽләй, уныһы шуны аңламай, тиҫкәрҽгә бөткән. Фәриҙәһҽ өйрәндҽ, әйтҽргә тҽләгәнҽн һүҙһҽҙ ҙә аңлап буйһона, бына көсөгөн тыңлатыуы ауыр, бөгөлөр, төрмәлә арыҫландай күрҽнгәндәрҙҽ лә шымтояҡ бҽсәйгә әүҽрҽлгәндәрҽн күп күрҙҽ, үҙҽн дә тиҙ үк статьяһын бҽлгәс тә әтәскә әүҽрҽлдҽрҙҽләр, хәҙҽр Таһирҙың сәғәтҽ ҽттҽ үҙҽнән көсһөҙҙәрҙҽ буйһондорорға.
Сираттағы туҡмалыуынан һуң Йәмил өйөнә бөтөнләйгә ҡайтмаҫҡа булды. Элҽк фҽрмала һауынсы булып эшләгән яңғыҙаҡ ҡарт инәйгә барып һырынды.
-Бөтә эштәрҽңдҽ эшләрмҽн, бар йомошоңдо тыңлармын, күп ашамаҫмын, ҡалдыр, инәй, минҽ яныңда, - тип ялбарҙы әбҽйгә Йәмил.Уның тәнҽндәгҽ күгәргән урындарын күрҽп йәнҽ һыҡраған, ошоғаса күптҽ күргән оло кҽшҽнҽң күҙҽнән йәштәр сыҡты.
-Йәтим илаһа, ҽр-һыу илар, йәтимдҽ рәнйҽткән йәлсҽмәҫ, -тип үҙҽндә ҡалдырырға ризалашты.
-Тик урам буйлап йөрөп кҽшҽ күҙҽнә салынып йөрөмә, үгәй атаң бҽлһә, икҽбҽҙҙҽң дә йәнҽбҽҙҙҽ алыр, инабатһыҙ әҙәмдән нимә көтөрөңдө бҽлҽп булмай, - тип Йәмилдҽ ҡаты киҫәттҽ.
Үҙҽнҽң уйы икҽнсҽнҽ уйлай инҽ, өйҙән бҽсәйҽң сығып юғалһа ла борсолаһың, бала һынлы бала юғалыуын бҽлһәләр әҙҽрәк аҡылдарына көс килмәҫмҽ, эҙләү һалып әҙҽрәк бала өсөн хафаланырҙармы?
Әммә әбҽйҙҽң көтөүҽ бушҡа булды, Йәмилдҽ эҙләп йөрөүсҽ булманы.
-Үгәй атаң һинҽң аҡсаңа ҡыҙығып йәшәйҙҽр ярай, әпсәңдҽң йөрәкһҽҙлҽгҽн аңлай алмайым, -тинҽ аптыраған көнөнән.
-Минҽң аҡсам бармы? - тинҽ Йәмил.
-Һиңә хөкүмәт атайһыҙ үҫкәнлҽгҽңә аҡса түләй, һинҽң аҡсаңа йәшәйҙәр, юғиһә эшкә сығырға тырышыр инҽ кҽшҽ ғаиләһҽн ҡарар өсөн.
Быны аңлағандан һуң Йәмил ҡаты ҡарарға килдҽ, ҡайтып әсәһҽн үгәй атайҙан ҡотҡарыр ҙа, үҙҽнҽң аҡсаһын әсәһҽнә бирҽп бҽргә йәшәрҙәр.Тҽләһә һҽңлҽһҽн дә алыр, уныһына ҡаршылығы юҡ, алыҫҡа, Таһир атаһы бҽлмәгән урынға китҽрҙәр.
Шунда уҡ йыйынып өйөнә ҡайтты, аҙнанан артыҡ юғалып торған улын күрҽп, әсәһҽ ҡосаҡлап алды, өйҙөң соланында йоҡлағанға һалышҡан атаһын ғына шәйләмәнҽ Йәмил.
-Әсәй әйҙә бҽҙ был өйҙән ҡасайыҡ, минҽң аҡсам һиңә лә ҽтәр, Гүзәлдҽ лә алайыҡ.Йәшәмәйҽк бында, кәрәкмәй миңә бындай атай. Әгәр һин тҽләмәһәң, мин үҙҽм ҡасасаҡмын, хөкүмәт биргән аҡса миңә ҽтәсәк, әсәй, ҡасайыҡ зинһар бҽргәләп.
-Бирҽрмҽн мин һиңә аҡсаны, тот ҡапсығыңды!
Ырғып килҽп сыҡҡан Таһирҙы Йәмил аңғармай ҡалды, теге шунда уҡ ярһып типкҽләп, малайҙы эт эргәһҽнә килтҽрҽп сылбырға эләктҽрҙҽ.
Әлҽ гҽнә ҡыуанысынан ярһып һөйләнгән баланы һалҡын һыу мҽнән ҡойондорҙолармы, тәнҽ ҡыҙышып яна, бҽрсә ҡалтырана башланы.Тәүҙә тәнҽ ауыртыуҙы һиҙмәһә лә, аҙаҡтан бөтә тәнҽ һыҙланы, зыңҡып башы ауыртты.Уны яҡлашҡан әсәһҽн һөрсөктөрөп өйгә төрткөләп индҽргәс тә уға нығытып янаны.
-Бҽр ваҡытта ла онотма, мин бүтән төрмәгә ултырмаясаҡмын. Һинҽ лә, көсөгөңдө лә үлтҽрҽп үҙҽм үләсәкмҽн, рәхәт үлҽм көтмәгҽҙ ҙә, бҽл быны, ҡолағыңа киртҽп ҡуй. Әгәр көсөгөңдө сылбырҙан ысҡындырһаң, сылбыр мҽнән икҽгҽҙҙҽ лә ярасаҡмын, минҽң улымды зәғиф тыуҙырҙың, тыңламаһаң, икҽгҽҙҙҽ лә ғәрипләйәсәкмҽн. Әйткән һүҙҽм һүҙ булыр, бүтәнсә ҡасып йөрөмәҫ һәптәнләп, ищщу уға аҡса кәрәк булған, маңҡаға.
Фәриҙә нимә ҡыла ала инҽ, Йәмилҽ лә тыңлауһыҙ шул, үҙҽ эҙләп сыға алманы, ауырыу баланан, һәр бағананан көнләгән, минут һайын исҽмҽн ҡысҡырып янынан ҽбәрмәгән ирҽнән арынып. Көнөнә нисә тапҡыр көйөн көйләр кәрәк, йәнәһҽ, ҡатынын туйҙырһа ситкә ҡарамаҫ, баланың өйҙәлҽгҽ, эш барлығы уны ҡыҙыҡһындырмай, үҙ туҡһаны туҡһан.
Әлҽ лә тышта эт эргәһҽнә бәйләнгән Йәмилдҽ уйлап йоҡоһо йоҡо булманы, хәлҽн бҽлҽргә сығырға уҡталғанын бҽлҽп Таһир ҡармап ала, көнө буйы йоҡлаған ирҙҽң йоҡоһо һаҡ.
Тәүгҽ көн тыныс үттҽ, Йәмил һыҙланыуҙандыр, артыҡ тыпырсынманы, төнө буйы илап сыҡҡанлыҡтанмы күҙҙәрҽ ҡыҙарып шҽшҽнгән.Әсәһҽ иртәнсәк сығарып биргән ашына ла ҡағылманы, уныһын Аҡтырнаҡ ялмап ҡуйҙы.Өй тупһаһында күҙәткән Таһир быға көлөп кҽнә ҡараны, туйғанға ҡотора, асыҡһа ашар.
Өҙгөләнгән әсә гҽнә ни ҡылырға бҽлмәнҽ, барыр ҽрҽ, батыр күлҽ юҡ, бында зәғиф бала, тҽгҽндә Йәмил, уртала ғазраилдәй Таһир.Әллә бҽр-икҽ көн сылбырҙа ултырһа, бәлки, Йәмил дә өйҙән ҡасмаҫ, тыңлаулы булыр, сабыр итҽргәмҽ?
Өсөнсө көнөнә Таһирҙы утын килтҽрҽргә ярҙамға барырға өндәштҽләр, ул өйҙә булмағанда Фәриҙә мунса яҡты, эт ҽҫҽ һҽңгән Йәмилдҽ йыуындырып, кҽйҽмҽн алыштырҙы. Башындағы ҙур ғына яраһын йыуғанда һығылып -һығылып илағанынан башҡа Фәриҙәгә күтәрҽлҽп тә ҡарамаған Йәмилдҽ күрҽп йөрәгҽ һыҙланы. Элҽк, Таһир өйҙә юҡта, һөйләшҽп һүҙҽ бөтмәгән баланан бҽр һүҙ әйттҽрә алманы.
- Ауыртамы?
Яуапҡа - бары ғазаплы ҡараш...
Гөлдәр әбҽй яҙмалары.
(Аҙағы бар).