Все новости
Литература
24 Февраля , 15:00

«ИЗГЕЛЕКТӘ – ҒАЛӘМ КӨСӨ...»

Луиза Кирәева Ауырғазы районы Мораҙым ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын та­мамлаған. 2004 йылда филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай һәм шул уҡ йылдан алып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Йәш ғалимәнең яҙмалары «Ватандаш» журналы уҡыусыларына яҡшы таныш. Уның әҙәби тәнҡиткә ҡағылышлы мәҡәләләре тәрән анализға, сағыштырма-тарихи күҙәтеүгә ҡоролған. Әле Луиза Риф ҡыҙы «Ағиҙел» журналында эшләй. Буш ваҡытында милли аш-һыу әҙерләргә, бәйләргә ярата, матур-матур гөлдәр үҫтерә. Тормош иптәше менән ике ул тәрбиәләйҙәр.

«ИЗГЕЛЕКТӘ – ҒАЛӘМ КӨСӨ...»
«ИЗГЕЛЕКТӘ – ҒАЛӘМ КӨСӨ...»

Күңел

Болоттарҙы ҡыуып зәңгәрлектә,
Елдәрҙән дә етеҙ остоңмо?
Ер һәм күкте тоташтырып бергә,
Бейеклектә ирек ҡостоңмо?

Дауыл һине ергә бәргәндә лә
Таяндыңмы ҡанат көсөнә?
Үлән аша яҡты нурҙы күреп,
Һоҡландыңмы күктең төҫөнә?

Ҡаурый һайын осто күпме хыял,
Күпме аҡыл, теләк-хистәрең...
Әлдә таңдар оноттора икән
Һалҡынлығын ҡара кистәрҙең...

Ямғыр үтеп, ҡояш сыҡты, ана,
Йәйғор балҡый тормош күгендә!
Күңел ҡошом, һин тағы ла бына
Талпынаһың яҙмыш түрендә.
Бирешмәсе тормош күгендә?!


Шишмә

Сафлыҡтың мин үҙе булып
тыуҙым –
Гәлсәр кеүек ине күҙ йәшем.
Ҡояш-атам биргән һабаҡтарҙы,
Ер-әсәнең алдым кәңәшен.

Ах, тигеҙ ҙә түгел юлдары ла –
Ауыр балсыҡ төштө ярымдан.
Бер еп кеүек кенә нурҙы күреп,
Балҡып сыҡтым тағы яңынан!

Ҡотолдоммо тиһәм... Хыял янған –
Тик ел йөрөй көлгә күмгеләп.
Күҙ йәштәре аша көлөп сыҡтым –
Тәүбә ҡылып, башым бәргеләп.
Бысранып та бөттөм... Тик шулай ҙа
Ҡоштар әйҙәй мине үҙ итеп.
Юлым дауам итәм – балсыҡ ярҙа
Көл өҫтөндә гөлдәр үҫтереп.


Яҙғы гөл

Яҙғы гөлдөң хәлен һорама һин –
Ҡырау һуҡты ҡапыл тажҡайын.
Аңғармаҫтан иҫкән һалҡын елдән
Күтәрмәне оҙаҡ башҡайын.

Тумаланып ҡына килгән саҡта
Ҡайҙа булды ҡояш яҡтыһы?..
«Өшөнөңмө?» тигән йылы бер һүҙ
Уятты бит өмөт сатҡыһын...

Ҡырауҙарҙан көслө ысыҡ йәше –
Донъялыҡтың күптер серҙәре.
Ҡара көйгән көндәр артта ҡалды –
Миҙгелдәрҙең артты ҡәҙере.

Яҙҙар – яҙҙар инде... Үтте-китте...
Тамырҙарҙа ҡалды ялҡыны.
Яҙғы гөлдөң хәлен һорама һин –
Йәйге сәскә булып балҡыны!


Инә-ҡош

Мин – Инә-ҡош,
Көсһөҙлөгөм,
Кем өсөндөр
Үсһеҙлегем
эйе, ҡулай...
Хәлем шулай.
Аҡ өмөтөм
генә тулай.
Үтеп китер
әле нужа.
Ваҡыт ҡына
Уға –хужа...
Ваҡыт – хөкөм
Тар күңелгә.
Үҙ зәһәре –
Тик үҙенә.
Мин – Инә-ҡош –
Көсһөҙмөндөр.
Кем өсөндөр
Үсһеҙмендер...
Еңелгән был,
Тимәһендәр.
Күҙ йәштәрем
Күрмәһендәр!
Ҡаршымын мин
Нәфрәт-үскә –
Киләсәкте быуыр
көскә.
Алыш-биреш –
Ҡотһоҙ заман.
Мин – Инә-ҡош –
Уртымда – ҡан...
Сараһыҙлыҡ –
Юлдаш түгел.
Дөрөҫ юлды
Табыр күңел.
Ҡанаттарым...
Түҙсе... Сабыр...
Төн артынан
Ҡояш сығыр.
Ҡошсоҡтарым...
Бөтөн донъям!
Гөл-сәскәлә –
Минең оям.
Яҡтылыҡта –
Тормош төҫө.
Изгелектә –
Ғаләм көсө!

 

Тыныслыҡ

Зәп-зәңгәр күк. Көләс кенә ҡояш.
Тапланмаған ысыҡ. Йәшеллек.
Сабый тәбиғәттең саф ҡарашы.
Парлы ҡоштар осҡан иркенлек.

Яңы бешкән икмәк еҫе өйҙә,
Бәпес еҫе – һулап туймаҫлыҡ!
Изге теләк менән тибә йөрәк:
Ерҙә булһын һәр саҡ Тыныслыҡ!


Ҡар

Тик һинеңсә генә бармай донъя –
Һорап тормай еле-ямғыры...
Кем белә һуң ҡайһы мәлдә кинәт
Һағыҙаҡтың килеп сағырын?

Эҫе, тибеҙ, эҫе көндәр булһа,
Оҡшамай ҙа беҙгә һалҡындар.
Тик шулай ҙа һиҫкәндерҙе әле
Яҙ көнөндә яуған ап-аҡ ҡар.
Сәстәремә яуған көмөш ҡар...


Бөгөнгөм…

Миҙгелдәрҙе һис тә һайлап
булмай –
Үҙ йыры бар һәр бер осорҙоң.
Ҡыйылып осто, ана, аҡ шоңҡар,
Сыйырсыҡ та бала осорҙо.

Ҡалды тағы һандуғаслы яҙҙар,
Тымыҡ күлдә йөҙгән аҡҡоштар...
Күңелемдә, тик хәтерҙә генә –
Үҙем генә белгән миҙгел бар.

Һоро турғай кеүек бөгөнгөм дә...
Эйе, эйе! Ул да ҡәҙерле...
Ә шулай ҙа хыял-торна эҙләп
Һауаларға баҡҡан – мин әле...


Ҡыш

Ҡырыҫ ҡыштың тыны яман икән –
Ҡар ҡаплаған, ана, ағасты.
Барыһы ла башын аҫҡа эйгән,
Хәтерләтеп, гүйә, аҡ атты...

...Тын торһа ла, улар бирешкәнме?
Бирешкәнме ҡарлы буранға?
Таң ҡалғандыр, бәлки, донъяларға
Һалҡын аҡыл хаким булғанға?

Булыр әле – һутлы ергә баҫыр
Яҙҙы көтә улар – һереләр!
...Һуңғы япраҡ өҙөлөп осҡанда ла –
Тере ҡала кескәй бөрөләр.


Һүҙ

Тамсы бер һүҙ…
Тамсы бер ауыр һүҙ
Ҡара таштай иҙә күңелде.
Зәңгәр күкте ҡаплап болоттары,
Сикһеҙ томан булып түгелде.

Тамсы бер һүҙ…
Тамсы бер йылы һүҙ
Мең төҫтәргә биҙәй донъяны.
Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан ҡояш
булып,
Көнгә асып күңел-даръяны.

Хуш киләһең...

Хуш, тиһеңме? Юҡ, тотмайым
һис тә,
Үҙ иркеңдә – тормош ағышы.
Йөрәк ҡағышылай ишетелә
Текелдәгән сәғәт тауышы.

Йортом тора көлөп...
Табыным мул...
Яҡшы яғың ғына – иҫемдә.
Ниндәй генә хәлдәр килгәндә лә
Изгелегең тойҙом иңемдә.

Сабыр ғына ярай хушлашайыҡ,
Үпкәләмә миңә, иҫке йыл?!
Өмөт менән бағам киләсәккә.
Хуш киләһең,
Һаумы, Яңы йыл!


* * *

Саф ысыҡтан алып яҡтылыҡты,
Күңелемдә тыуҙы аҡ моңдар.
Алһыу таңда яҙған йырҙарымда
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.

Уңда-һулда – донъя тәгәрмәсе,
Өлгөрөргә кәрәк – ваҡыт тар.
Көн ҡыҙғанда яҙған йырҙарымда
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.

Һис һиҙелмәй кис тә яҡынлаша,
Һарғылт төҫтә, ана, офоҡтар.
Һағыш тулы киске шәфәғемдә
Һинең йөҙөң, һинең һының бар.
Беләһеңме, һинең һының бар.

Автор:Луиза КИРӘЕВА
Читайте нас в