Все новости
Литература
12 Января , 11:52

Муйыл күҙле ҡамыр турғайҙар (нәҫер)

Яңы бешкән икмәк еҫе... Был турала кем генә маҡтап яҙмаған... Әсәйем, һүрәнәйә башлаған ҡуҙҙарҙы тәртешкә менән һыпырып төшөрә лә, матур булып ҡабарған ҡамырҙы табаларға һалып, мейескә ултырта. 

Муйыл күҙле ҡамыр турғайҙар (нәҫер)
Мәжит менән мин уның янында ураланабыҙ.
- Әсәй, беҙгә бәләкәй күмәс бешереп бирәһеңме?
Табаларға һыймай артып ҡалған ҡамырҙан әсәйем ҡош фигураларын әүәләй. Ҡустым менән миңә улар турғай кеүек күренәләр, бигерәк тә киптерелгән муйылдан күҙҙәр яһап ҡуйылғас. Муйыл күҙле турғайҙар мейескә кереп ултыралар. Мейестә икмәк бешә... Әсәйем беҙгә әкиәт һөйләй.

"Борон-борон заманда берәүҙәрҙең ике балаһы булған икән. Береһе бик егәрле, ә икенсеһе ялҡау икән, ти. Егәрлеһе йүгереп йөрөп бөтә эштәрҙе лә эшләй, ҡулынан килгәнсә ата-әсәһенә ярҙамлаша, ә ялҡауы көнө буйы йылы түшәгенән тораһы килмәй ята, ти. Йорт эштәрен бөткәс, табынға ултыралар былар. Әсәләре һорай:
- Балаҡайҙарым, асыҡҡанһығыҙҙыр, икмәкте һеҙгә нисек киҫеп бирәйем? Бер ҡулға тотоп ашай торғандымы, әллә ике ҡуллапмы?
Егәрлеһе: "Миңә бер ҡулға тотоп ашарлыҡ булһа, шул еткән" -ти. Сөнки ул әсәһенә табын янында ла ярҙамлаша, ҡомһоҙ ҙа түгел икән, ти. Ә ялҡауы: "Мин ныҡ асыҡтым, миңә ике ҡуллап тотоп ашарлыҡ булһын",- тигән.

Ҡалын итеп киҫелгән тәүге телемде әсәһе Егәрлегә тоттора, икенсеһе инде - Ялҡауға.
Ике ҡулға тотоп ашарлыҡ булғас, бик ҙур өлөш көтөп ултырған Ялҡауға әсәһе ҡағыҙ кеүек йоҡаҡ, оҙон итеп киҫелгән икмәк бирә. Был икмәкте бер ҡул менән тотоп булмай, ике ҡул менән тоторға кәрәк, сөнки ул шундай йоҡа, ваҡланып-һынып төшөргә тора икән. Ялҡау ғәрлегенән илап ебәргән."

Мәжит менән әсәйемә ҡарайбыҙ:
- Беҙ ялҡау ҙа, ҡомһоҙ ҙа түгел, шулай бит, әсәй?
- Юҡ, - ти ул, -юҡ, тик шул ялҡауға бер ҡасан да оҡшай ғына күрмәгеҙ.
 
Мейестә икмәк бешә... Яңы бешкән икмәк еҫе бала саҡтарға алып ҡайта, муйыл күҙле, ҡамыр турғайҙар янына.

 Рәйсә Абдуллина.
 
Автор: