Все новости
Литература
3 Января , 10:00

АҠ ҺӘМ ҠАРА (1-се өлөш)

*Повесть журнал вариантында ҡыҫҡартылып бирелә. Күсереп баҫыу тыйыла.

АҠ ҺӘМ ҠАРА (1-се өлөш)

“Ваҡыт Аллаһы, Йыһанды барлыҡҡа килтергәндән һуң, уйға ҡалған. Тирә-яҡта иҫ киткес Матурлыҡ һәм Гармония, ләкин ниҙер етмәй кеүек. Бик оҙаҡ уйлағандан һуң, Ул кинәт кенә аңлап ҡалған: бына ошо гүзәллеккә бергәләп һоҡланыр өсөн Уға юлдаш кәрәк икән!
Мең йыл буйына Алла үҙенә ул биреүҙәрен ялбарған. Бөйөк, ҡеүәтле һәм берҙән-бер Алла кемгә ялбарғандыр — билдәһеҙ, ләкин Ул ялбарған — һәм Уның теләге ҡабул булған.
Ләкин теләгенең ҡабул булғанын аңлағас, Ваҡыт Аллаһы бер мәл бик үкенгән, сөнки был әлегәсә һаҡланып килгән Тигеҙлекте һәм Гармонияны юҡҡа сығарасаҡ икән. Ләкин инде һуң — Ул донъяға яралтҡан йән эйәһе инде был донъяға килергә юлға сыҡҡан… Алла күҙ йәшле үтенестәре менән бары бер нәмәгә — уның икегә бүленеүенә генә өлгәшә алған, ти.
Ваҡыт Аллаһының ике игеҙ улы донъяға килә: доғаларының ҡабул ҡылыныуы һөҙөмтәһендә — Изгелек (Ормузд), ә үкенеүҙәренең һөҙөмтәһе булараҡ — Яуызлыҡ (Ахриман).
Хафаға ҡалған Алла Изгелек атлы улының донъяға тәүҙәрәк ты­уыуы өсөн барыһын да эшләй — сөнки Изгелек игеҙ туғанының нәфсеһен тотҡарлап һәм йомшартып, Йыһанда бәлә-ҡаза сығармау өсөн барыһын да эшләргә тейеш икән. Ләкин, билдәле булыуынса, Яуызлыҡ йылғырыраҡ һәм хәйләкәрерәк, шуға күрә лә иң һуңғы минутта Яуызлыҡ туғанынан алдараҡ тыуып өлгөрә һәм Йыһандағы йондоҙҙарҙы тәүге булып күреүгә өлгәшә…”
(Фарсы халыҡ риүәйәте)

 

Пролог
Был донъяға кеше тыуҙы…
Бәхетле әсә игеҙ сабыйҙарын ике яҡлап күкрәгенә ҡыҫҡан һәм йылмая. Хәле булмаһа ла, ошо сабыйҙарҙы имен-аман яҡты донъяға килтерер өсөн төнө буйы ғазапланып сыҡһа ла, бөтә донъяны нурға ҡойондорорҙай булып йылмая ул. Тулғаҡ ғазаптарынан йәне алҡымына килеп тығылған минуттары артта ҡалған шул. Ошо Мөғжизәне — донъяла Кешене барлыҡҡа килтереүҙең ябай аңға һәм аҡылға һыймаҫлыҡ хәл икәнлеген унан башҡа тағы кем белә?!
Әсә ике сабыйын күкрәгенә ҡыҫып-ҡыҫып һөйҙө лә янындағы балалар карауатына һалды. Сабыйҙар шунда уҡ тиерлек мышнап йоҡоға ҡалды.
— Тәүге сабыйҙарың, ахыры?
— Эйе шул. — Сәлимәнең йөҙө йәнә балҡыны. — Ныҡ һиҙеләме?
— Һиҙелмәй ни. Ыуалырға торған быялаға тотонған шикеллерәк ҡулыңа алаһың.
— Ҡурҡыныс бит, яңылыш берәй ерҙәрен ауырттырып ҡуйһам.
— Һаҡ тотон, тик һин, һылыу, ҡулыңа алған һайын дерелдәп торһаң, ысынлап төшөрөп ебәреүең бар. Сабый кеше нимә булһа ла әсәһенә һыйына. Үҙең ныҡ булмаһаң, балаң да шыйыҡ була. — Сәлимә менән палатала күрше генә ятҡан Хәбирә урынынан тороп уҡ ултырҙы. — Эй, балаҡай, һин әле үҙең сабый булыуҙан уҙмағанһың бит. Нисә йәш һуң һиңә?
— Ун һигеҙ… — Сәлимә ҡыҙарҙы.
— Туҡта әле, ҡыҙый… — Хәбирә йәш ҡатынға яҡыныраҡ шыуып ултырҙы. — Ә аталары бармы был балаларҙың? Кейәүҙәһеңме, тим…
Йөҙөнә тимгел-тимгел ҡыҙыллыҡ йүгергән Сәлимә аҡланырға ашыҡты:
— Эйе, бар, бар. Тик…
— Нимә “тик”?
— Ул… уға ла… егерме лә тулмаған шул. — Хәбирәнең хәстәрлекле тауышынан йомшарған йәш ҡатын ҡапыл ике ҡулы менән биттәрен ҡаплап илап ебәрҙе. — Ул… ул… был балаларҙың донъяға килеүен теләмәне… Ул… абортҡа барырға ҡушҡайны… Тик… мин… сабыйҙарҙы йәлләнем…
Әлегәсә тыныс ҡына барған әңгәмәгә күҙ йәштәре килеп ҡушылғас, палаталағы ҡатын-ҡыҙҙар барыһы ла дәррәү ҡуҙғалып, Сәлимәнең эргәһенә йыйылды. Береһе стаканға һалып минераль һыу тотторҙо, кемеһелер ҡулъяулыҡ һуҙҙы. Йәш ҡатындың эргәһенә күсеп ултырған Хәбирә уның арҡаһынан ҡосаҡлап тынысландырырға тырышты.
— Йә, йә, тыныслан. Өҙлөкһәң, һөтөң юғалыр. Шунан сабыйҙарыңды нимә менән ризыҡландырырһың? Хәҙер һин үҙең генә түгел, һеҙ инде өсәү. Ул ике сабый һиңә генә ҡарап тора… Ата-әсәң бармы һуң?
— Улар ауылда йәшәй.
— Ә кейәүең… Яҙылышҡанһығыҙмы?
— Эйе…
— Һуң, шулай булғас… Барыһы ла рәтләнер. Ирҙәрҙең бәғзеләре ҡырҡҡа еткәндә лә бала аҡыллы. Йә, һөрт күҙ йәштәреңде.
Аҡҡа буялған кескәй балалар карауатында мышнап йоҡлаған сабыйҙарға, күрәһең, әсәләренең борсолоуы күсте — тәүҙә береһе, унан икенсеһе бер-бер артлы илап ебәрҙе.
— Эң-ңә-ә... Ә-ә-ә…
— Хәҙер, хәҙер, бәпәйҙәрем…
Әле генә үҙе лә балаларса балауыҙ һыҡҡан ҡатынҡай урынынан һикереп торҙо, сабыйҙарын күкрәгенә ҡыҫып, әкрен генә бәүелтә башланы.
— Йәгеҙ инде, йә, иламағыҙ… Әсәй һеҙҙең менән… Мин бер кемгә лә һеҙҙе рәнйетергә бирмәм… Иламағыҙ инде, бәләкәстәрем…

* * *
Бейек тәҙрә төбөндә күперелеп үҫкән гөлдәр араһынан ҡояш нурҙары һарҡыла. Тағы ла яңы көн тыуа. Бөтә булған балҡышы, сикһеҙ өмөттәре, йәшәйешкә булған ғәжәйеп ышанысы менән өр-яңы көн тыуа донъяға.
…Сәлимә ыңғырашып ҡуйҙы. Хәлһеҙ кәүҙәһен көс-хәл менән ҡуҙғатып, урынынан ҡалҡынырға аҙапланды ла, көсө етмәгәс, ҡабат ятырға мәжбүр булды. Ҡасандыр көс-дәрт ташып торған арыҡ кәүҙәһе быуынһыҙ булып күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу биҙәкле япмаға һылашҡан. Их, ошонан ҡалҡынып ҡына йүгереп кит ине лә бит…
“Йә, ҡыҙым, сирләп киттеңме?”
Был Ағинәй ине. Аҡ яулығын һәйбәтләп ябынған. Әкрен генә тиҫбе тарта. Йөҙөндә йылмайыу уйнай.
— Эйе шул, — тип яуапланы Сәлимә хәлһеҙ тауыш менән.
“Иртәрәк йыйынғанһың әхирәткә. Әле бит ҡырҡың да тулмаған”.
— Нишләйем һуң… Йәшәү кәрем ҡалманы, Ағинәй.
Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Ағинәй эстән генә ниҙер уҡый-уҡый тәсбих тартыуын белде.
“Аңлайым хәлеңде, балам. Әлегәсә һине был донъяла бурыс тотто. Иҫеңдәме, сабыйымды аяҡҡа баҫтырасаҡмын, тип һин миңә һүҙ биргәйнең?”
— Эйе! — Сәлимә кипкән ирендәрен ауырттырып, интегеп кенә йылмайҙы. Күҙендә теремек осҡон да уйнап ҡуйҙы. Уйнаны ла һүнде. Күкрәк тирәһен йәнә үҙәккә үткес ауыртыу бөрөп алды. Ул ыңғырашып ҡуйҙы.
“Бурысыңды үтәнең, рәхмәт, балам. Фани донъяла ҡалған бурыстан да яман нәмә юҡ ул. Йәнеңде гелән аҫҡа һөйрәр ине, һин бына шунан ҡотолдоң…”
— Тик бит әле ул… нығынып етмәгән… — Сәлимәнең тауышында үкенеү сағылды.
“Борсолма. Әлегә саҡлы мин икегеҙҙе лә ҡурсаланым, бынан һуң да уны ярҙамымдан айырмам… Тик… һин генә… улыңды йәһәт кенә күрә алмаҫһың әле… Үтер сиктәрең бар”.
— Ниндәй сиктәр һуң ул, Ағинәй?
“Йәшәү менән үлем сигенән һуң ожмахҡа юлдар тиҙ генә асылмай әле ул, балам. Таҙарынаһың бар...”
— Мин шулай гонаһлымы ни һуң? Бер кемде лә бит рәнйетмәнем.
“Рәнйетмәү генә аҙ. Үҙеңә бирелгән мөмкинлектәреңде файҙаланмағанһың… Һәм… тағы… икенсе улың…”
— Рәзим! Улы-ым!!! — Һис көтмәгәндә Сәлимә үҙәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе, күҙ йәштәре бөрсөк-бөрсөк булып яңаҡтары буйлап тәгәрәне.
Ағинәй юғалды. Ысынбарлыҡ бөтә ҡырыҫлығында йәнә күҙ алдында ҡалҡып сыҡты.
Тәҙрәләре бейек итеп һалынған ҙур һәм күркәм ауыл йорто. Зауыҡ менән урынлаштырылған йыһаздар өй эсенә йәм бирә. Тәҙрә төптәрендә күпереп үҫкән гөлдәрҙән таралған хуш еҫтән баштар әйләнерлек. Саҡ ҡына ҡыҫылған асылмалы тәҙрәнән иҫкән ел биҙәкле селтәрҙәрҙе тирбәлдерә. Быялаларҙа ҡояш нуры уйнай. Уларҙы әйләнгән һайын ялтыратҡансы һөртә торғайны Сәлимә. Эйе шул, һөртә торғайны…
Сәлимәнең аҙарынып ҡысҡырыуынан әле генә һил булған йортта барыһы ла бер юлы тиерлек хәрәкәткә килде. Аҡ халатлы шәфҡәт туташы ҡулына шприц тотоп, ауырыу ятҡан төпкө бүлмәгә үтте. Уның артынса шымыраҡ баҫырға тырышып ингән әсәһе Рәхилә менән еңгәһе Зәмзәгөл бөгөн төндә хәле кинәт насарайған Сәлимәнең йөҙөнә сараһыҙҙың көнөнән төбәлде. Әйтерһең дә, ныҡлабыраҡ ҡараһалар, һүнә барған күҙҙәрҙә һәм күкһелерәк төҫкә ингән нурһыҙ йөҙҙә өмөт осҡоно табыла…
Атаһы Рыҫҡужа урынынан ҡуҙғалманы.
Бер аҙҙан төпкө бүлмәгә үтеүселәр ҡабат сыҡты.
— Тынысланды. Хәҙер, бәлки, йоҡлап китер. Әлегә борсомайыраҡ тороғоҙ. — Шәфҡәт туташы ниңәлер күҙҙәрен йәшерҙе.
— Һылыу, бикәсемде әйтәм, ҡасан аяҡҡа баҫа алыр икән? — Зәмзәгөл ниңәлер ҡайныһына ҡарап ҡуйҙы. Күрәләтә мәғәнәһеҙ һорау биреүенән үҙе оялғандай итте.
Шәфҡәт туташы өндәшмәне.
— Үлер инде бәбекәйем… Йәш кенә көйөнә… — Рәхилә сеңләп илап ебәрҙе.
— Ҡәйнәм… Йә инде… Йоҡлап китте, тине бит. Бәлки, йүнәлеп тә ҡуйыр. Йәш бит әле, бирешмәҫ.
— Фәһимем генә ҡайтып өлгөрә алһа ярай ҙа… — Рәхилә йәнә балауыҙ һығырға кереште.
— Кискә ҡайтып етер. Үҙем ҡаршы барып алырмын. — Рыҫҡужа ғәҙәтендә булмағанса өҙә-өҙә генә һөйләшә, күрәһең, берҙән-бер ҡыҙының үлем түшәгендә ятыуынан һене ҡатҡан.
Балалар уларҙы донъяға килтергән ата-әсәләренән алда был яҡты донъянан китергә тейеш түгелдәр. Тәбиғи түгел был. Бер нисек тә…
Рыҫҡужа, етмештең өҫтөнә саҡ сыҡҡан ир уҙаманы, бөгөн ошо ҡот осҡос хәҡиҡәтте бар аяуһыҙлығында аңланы. Кем бит әле! Берҙән-бер генә, “өф” итеп кенә үҫтергән ҡыҙы. Өрлөктәй өс ир-егет араһында бер үҙе булғанғамы, Сәлимәкәйҙе атаһы бигерәк тә ныҡ яратты шул. Ауыл ирҙәренә хас булмаған наҙлылыҡ менән. Ғүмер баҡый тиерлек колхоз рәйесе йөгөн тартып, һис тә генә бушамаһа ла, етен сәсле сибек ҡыҙыҡайға ата хәстәрлеге мул тейҙе.
Ярай ҙа, улдары теремек булып сыҡты. Аталарының ярҙамы менән, Йыһангир менән Рәхимйән яңы йүнәлештә эш башлап ебәрҙеләр — фермерлыҡ хужалығын теркәнеләр. Ҡалай булһа ла булды, Рыҫҡужаның улдары бирешмәне. Эштәрен тәүҙә һағайыбыраҡ ҡына башлағайнылар, тәжрибә лә, таһыллыҡ та әкренләп килде.
Аталарының кәңәшен тотоп отолманы Йыһангир менән Рәхимйән. Ҡан ҡанды тарта тип, нәҫел-ырыуҙарына арҡа терәнеләр. Бөлгөнлөккә төшә барған ауылда Иҫәнсуриндар, үткән быуаттарҙағы ата-бабалары кеүек, үҙҙәренең затлы тоҡомдан булыуҙарын иҫбатлап, йәнә хәлләнде, көс йыйҙы. Тәүҙә Йыһангир, унан Рәхимйән бер-бер артлы икешәр ҡатлы матур йорттар һалып керҙеләр. Бер яҡ ситтәрәк ҙур ҡура һалып, мал-тыуарҙарын ишәйттеләр. Әкренләп иген сәсеү кеүек шөғөлгә лә тотондолар.
Рәхилә лә киленле булып ҡыуанды. Ике өлкәненең артынса уҡ кесе улдары Илсура ла башлы-күҙле булды. Тик уныһы үҙһүҙлерәк ине. Ағайҙарының өгөтөнә лә ҡараманы, кәләшен етәкләп Себер яғына сыҡты ла китте. Рәхилә бошонғандай булды тәүҙә, әкренләп ул да тынысланды. Ҡалайтаһың, һәр кемдең үҙ мөнбәре.
Донъялар түңәрәк тә бит, китекһеҙ булмай икән шул. “Өф” итеп кенә үҫтергән, суҡтан-суҡ кейендереп, күҙ ҡараһындай күргән ҡыҙҙары Сәлимәкәйҙең яҙмышы маңлайына аяуһыҙыраҡ итеп яҙылғайны. Бик йәшләй кейәүгә сыҡты. Мәктәпте тамамлап, уҡырға ғына ингәйне, тәүге курсын да тамамламаҫ борон, ҡышҡы каникулында “Кейәүгә сығам!” тип ҡайтты. Әсәй кешенең иҫе-аҡылы китте. Атаһы арты менән ултырғысҡа ултыра төштө.
— Ҡайҙа ҡабаланаһың ул саҡлы, балам? — тип ҡараны аптырашта ҡалған Рәхилә.
— Мин уны яратам! — булды ҡыҙҙың яуабы.
— Һуң, бик йәшһең бит әле?
— Булһа һуң, — тип бошмай ғына яуапланы Сәлимә. — Ул да мине ярата. Был донъяла тағы ни кәрәк?
Артынса уҡ тигәндәй кейәү булаһы егет тә килеп төштө. Уныһы ла күп булһа бер-ике йыл элек мәктәп эскәмйәһе артынан торған балаға оҡшап тора ине. Аптырағандың көнөнән кейәү булаһы егеттең ата-әсәһен саҡыртып килтерҙеләр. Тегеләре әллә еңел-елперәк ине, үҙҙәренсә никахҡа тип килеп еткәндәр булып сыҡты. Сабый ғына балаһын үҙ мәшәҡәттәре һәм бурыстары хаттин ашҡан ғаилә тормошона башкөллө бирәһе килмәйенсә, Рәхилә байтаҡ айҡашты. Булаһы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары үҙ хәбәрҙәрен һөйләне. Йәнәһе, “Балалар үҙҙәре танышҡан, табышҡан, нимә тип уларҙың юлдарына арҡыры торорға? Мәйелдәре…” “Суҡынып китмәйҙәрме икән…” кеүегерәк яңғырай ине был.
Яҙғы тәүге тамсылар тупылдап тама башлаған мәлдә Иҫәнсура ауылы Сәлимәкәйҙе килен итеп оҙатып ебәрҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһына. Йәш кәләш менән кейәү ҡайны-ҡәйнәнең ике бүлмәле фатирының бер бүлмәһенә барып һыйынды. Ләкин Сәлимә икенсе курсҡа бара алманы. Ауырлы ине инде ул.
Бына шунда башланды ла инде бар ғәләмәт. Сәлимәне битәрләүҙәр, йәберләүҙәр, йәмһеҙ һүҙҙәр менән тиргәүҙәр. Ҡағылыу-һуғылыуға бөтөнләй өйрәнмәгән ҡыҙ бала тәүҙә юғалып ҡалды. Һуң, ғаилә ҡорғас, сабыйҙарҙың донъяға килеүе тәбиғи түгелме ни ул, тип үҙенсә көйәләнде йәш ҡатын.
— Һеҙ ике әрәмтамаҡты аҫраған етмәгән, хәҙер инде бала буғы таҙартып ҡына ултыраһы ҡалғайны! — тип ажарын сәсте ҡәйнә кеше. — Төшөрт ул нәмәңде! Күҙемә күрһәтәһе булма!
— Бына һиңә донъя көтөүсе! Ауыл ҡыҙҙары, имеш, эшсән була, — тип мыҫҡылланы ҡайны, телевизорынан айырылған арала.
— Уның шул тиклем йүнһеҙ булып сығырын кем белгән… Ҡарабыраҡ алырға кәрәк булған да бит. Мин юл йөрөгәндә өҫ-башығыҙҙы ҡарарға, тамаҡҡа бешерергә йәтеш булыр тип уйлағайным. Саҡ ҡына аҡылы булһа, үҙе лә аңларға тейеш ине. Уҡырға инеп өлгөрмәҫ борон аҡылы теүәл әҙәм бала тиҙәгенә батып ята буламы! Крәҫтиән тоҡомонан тағы ни көтәһең… Сусҡа балалары шикелле бер-береһенең өҫтөнән йыбырлашып йөрөп үҫкәндәр бит инде.
Сәлимәнең быуылып илап бүлмәһенә йүгереп инеп киткәненә лә иғтибар итмәнеләр. Хатта ҡыуанып та ҡуйғандай иттеләр. Хәҙер артабан ни эшләргә кәрәклеген иркенләп уйлашырға мөмкин ине.
— Һиңә әйтәм, Тәлғәт! — тип башланы Гөлсара. — Мин киләһе аҙнала Мәскәүгә тауар артынан китәм. Шуға тиклем хәл итергә кәрәк.
Ирекәй иңбашын ғына һикертте. Ҡатынының ҡарарҙарына илтифатһыҙ ғына ризалашып йәшәргә күптән өйрәнгән инде ул. Уны артыҡ борсомаһа, шул еткән. Йортҡа килен килтереп керетеүҙең төп сәбәбен дә белә.
Гөлсара Мәскәүгә, башҡа ҡалаларға йөрөп, тауар ташып һатыу эшенә тотонғас, хужалыҡтың рәте китте. Ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе күрмәгән ҡашығаяҡ тирәһе ике-өс көн эсендә аҫты өҫкә әйләнеп ята ине. Тәлғәт уны тәртипкә килтереп аҙапланманы. Бисәһе былай ҙа елкәһенә менеп бара, уны оторо аҙҙырып, тәрилкә-ҡашыҡ йыуып ултыраһы эше юҡ. Ҡаҡашып ҡатҡан тәрилкәләр өҫтө-өҫтөнә өйөлә торҙо. Берҙән-бер улдары Марселдең дә иҫе китмәне. Өҫтәүенә ҡаты ҡуллы әсәләре булмаған арала иптәштәрен йыйып, шағараҡ ҡорорға әүәҫләнде. Электән дә улы менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән Тәлғәт бисәһе менән берҙән-бер малайына бөтөнләй ҡул һелтәне. Былай ҙа ялтырап тормаған ғаиләһенең ваҡыт үткән һайын бөтә йөйҙәр буйлап һүтелеүен, таралыуын күргән Гөлсара инде сәбәләнә башланы.
Төшөмлө эшенән баш тартырға уйы юҡ ине уның. 90-сы йылдарҙа заводтан ҡыҫҡартылыуға эләгеп, бик күптәр кеүек урамда тороп ҡалғас, сараһыҙҙың көнөнән был шөғөлөнә тотоноп киткәйне. Ғүмер буйы окладҡа эшләп, осон осҡа саҡ ялғап көн иткән ҡатынҡай аҡсаның тәмен тиҙ тойҙо. Бүрене аяғы туйҙыра икән. Бына шуны аңланы ул. Етеш йәшәүең күп осраҡта үҙеңдән тора. Урамда һатыныуҙан башлап ебәргәйне, тора-бара бер нисә һатыу нөктәһе ойошторҙо. Һалым полицияһы-фәлән бәлә һалып ҡуймаһын өсөн, уларҙың барыһын да үҙ исемендә генә теркәмәне. Донъя хәлен белеп булмай. Шулай итеп, Марсель дә, әлегә бер тин эшләп алырға ҡулынан килмәһә лә, ниндәйҙер рәсми ҡағыҙҙарҙа эшҡыуар булараҡ иҫәпләнде.
Бер ниндәй эшкә күңеле ятмаған ул малай аҡтығы йыраҡ бара алмаҫ. Әсәһенән шөрләңкерәй ҙә үҙе. Уҡыуын тамамлар алдынан да башында ел уйнаһа, күҙ күрер. Әлегә уны өйләндереү рәтен күрергә кәрәк. Гөлсара хәтеренән генә таныштарын барланы. Кәрәктә иҫенә лә төшмәй бит, ҡәһәрең. Марселдең үҙенең ҡылын тартып ҡарарға булды. Тегеһе иһә көтөлмәгән хәбәр ысҡындырҙы. Ике ай буйы дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы бар икән. Ҡолағы ҡарп итеп ҡалған Гөлсара уның кем булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Ауыл ҡыҙы, тигәс күңеле ҡайта бирһә лә, төпсөнөүен дауам итте. Хәлле генә йәшәйҙәр. Атаһы оҙаҡ ваҡыт колхоз рәйесе булған. (“Быныһы хуп!” — тине Гөлсара эстән генә.) Хәҙер ике ағаһы ҙур ғына фермер хужалығы ойоштороп ебәргән.
Гөлсараның шул мәлдә йәнә күҙҙәре теремекләнде. Ситтән ташып һатҡан сифатһыҙ кейем-һалым урынына осһоҙға ғына, йәиһә бөтөнләй бушҡа килгән һимеҙ ит-һөт рәттәре күҙ алдына килде. Барып сыҡһа, бик шәп кандидат бит был! Улына ситләтеп кенә әйткәйне, әлегәсә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алыуҙың ни икәнен дә белмәгән малай шатланып риза булды. Күрәһең, ҡыҙ етәкләп киноға барып ҡайтыу итеп күрҙе. “Бала табып ултырыу тураһында уйлайһы ла булмағыҙ!” — тип киҫәтте әсәй кеше. Быны Марсель әллә ысынға алды, әллә юҡ — билдәһеҙ килеш ҡалды. Шулай итеп, Сәлимәнең яҙмышы хәл ителде. Әммә ләкин бөтә йөйҙәре туҙған ғаилә карабына ямау булырға тейешле килен өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырҙы. Һәм был мәшәҡәт — уның ҡорһағындағы бала. Нисек ҡотолорға был бәләнән?
— Һинең бер танышың бар бит, ҡала больницаһын әйтәм. Шуның аша эшләргә кәрәк.
— Мәйелең… — Ир йәнә иңбашын һикертте. Был юлы аш бүлмәһендә. Һимеҙ йылҡы итен сәйнә-сәйнәй. Килен ишетмәһен тип, ошонда күскәйнеләр.
Ләкин Тәлғәттең танышы — оло йәштәге табип башына гонаһ алырға теләмәне. Гөлсараның киҫәтеүенә ҡарамаҫтан, ҡурҡынған йәш ҡатынға барыһын да төшөндөрөп бирҙе. Ҡағыҙҙай ағарынған Сәлимә шул көндө үк элек йәшәгән ятағына китте. Кейәүе артынан килер, уны яҡлар, терәк-таяныс булыр тип өмөтләнде. Марсель килмәне. Үҙенең ҡайғы-хәсрәте менән Сәлимә ҙур ҡалала япа-яңғыҙы ҡалды. Төшөнкөлөккә бирелгән йәш ҡатын: “Әллә төшөртәйем дә ҡуяйыммы икән?” тип яҙмышына буйһонорға ниәтләгәндә, һуң ине инде — яралғылар дүрт айлыҡ булып киткәйне. Уларҙың игеҙ булырға тейешлеген белгәс, ҡатынҡай тағы ла нығыраҡ ҡурҡты.
“Нисек инде? Бер үҙемә ике бала?! Мин уларҙы нишләтәйем?” — тип аҙарынды ул, йәштәренә төйөлөп. Сабыйҙарға иһә тап шул осорҙа йән инде. Үҙҙәренең барлығын белгертеп, тулай, ҡыбырлай башланылар. Әсәләренең ни уйлауын, ни кисергәндәрен дә тойған кеүектәр ине хатта. Борсола, хәсрәтләнә башлаһа, һағайып, шымып ҡалғандай булалар. Әйтерһең дә, әллә тағы беҙҙән ҡотолорға уйлаймы, тип шикләнәләр.
Йәйге сессияһын көс-хәл менән тапшырған, әлегәсә үҙ хәлен белдерергә ғәрләнгән Сәлимәне атаһы Иҫәнсураға алып ҡайтып китте. Ярһығайны Рыҫҡужа. Бешмәгән кейәүҙәрен шундай уҡ атаһы менән бергә ҡуша бәргеләп ташларҙай булды. Ярай ҙа эргәһендә рулдә Йыһангир ине. Рәхимйән килгән булһа, моғайын, берәй низағ сыҡмай ҡалмаҫ ине. Атаһының холҡон яҡшы белгән Йыһангир тәүҙә уны тынысландырҙы. Унан ипләп кенә эштең айышына төшөндөрөргә тырышты. Сәлимә уларҙан үҙе киткән. Бер кем дә ҡыуып сығармаған. Ә инде сабыйҙарынан уны мәжбүр итеп ҡотолдорорға маташыуҙы бер нисек тә иҫбатлап булмаясаҡ. Хәҙер тәүге бурыс — күҙҙәре төпкә батҡан, хәлһеҙләнгән, өмөтһөҙлөккә һәм төшөнкөлөккә бирелгән, ғәрлегенән күҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән Сәлимәне яҡлау һәм ҡурсалау. Кейәү менән ҡоҙа әллә ҡайҙа китмәҫ.
Рыҫҡужа улы менән килеште. Һулҡылдап илаған Сәлимәне ауылға алып ҡайтып киттеләр. Йәйҙе бер кемдең күҙенә сағылмаҫҡа тырышып, йорт-ихата тирәһендә үткәрҙе ул. Намыҫланыуы шул саҡлы ине. Шул мәлдә Ағинәй Сәлимәне үҙе эҙләп килде. Йөҙөк ҡашындай ҡыҙының һулыуынан йәне өҙгөләнгән Рыҫҡужа әбей алдындағы элекке тәкәбберлеге өсөн ояла ине. Ололоҡлап уны түргә саҡырҙы, элекке һерелектәре өсөн ғәфү үтенгәндәй, ихтирам күрһәтергә тырышты. Әбей үҙен Сәлимә менән яңғыҙ ҡалдырыуҙарын һораны.
— Балам, — тине ул йөҙҙәре һурылып, яңаҡтары ослайып ҡалған Сәлимәне ҡаршыһына ултыртып. — Өҙгөләнмә ул саҡлым. Осраған бер кеше бармаҡ төртөп күрһәтеп көлә тип уйлап та яңылышаһың. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте башынан хаттин ашҡан. Сабыйҙарың килер юлға сыҡҡан. Һин уларҙы инде туҡтата алмаясаҡһың. Ҡөҙрәтеңдән килмәҫ. Әлегә саҡлы улар донъяға тыуым һорап яралғанға үкендең. Артыҡ, самаһыҙ үкендең. Хәлең еңелдән булманы. Быныһын да беләм. Хәҙер инде һиңә, балам, Хоҙай Тәғәләгә ялбарырға ғына ҡала. Әгәр ҙә инде быныһын да эшләмәһәң, донъяға килтергән ул сабыйҙарыңдан шәфҡәтлелек көтөүе ауыр булыр. Алланан көнө-төнө сабыйҙарыңдың йәндәрен-рухтарын имгәтмәүҙәрен, алты һандары теүәл булыуҙарын үтен. Тыумаҫ борон уҡ уларҙы яратыуыңды иҫбатла. Шунһыҙ булмай, балам. Бөтә булған рәнйегән кешеләреңде кисер. Хатта уларҙан яуызлыҡ күрһәң дә. Шунһыҙ үҙ йәнеңә көс килер... Һәм иң мөһиме, балам, — Ағинәй йөҙө саҡ ҡына яҡтыра төшкән Сәлимәгә текләберәк ҡараны, — ҡарыныңдағы сабыйҙарҙы ҡурсалауҙы фәрештәләрҙең үҙҙәренән һора.
— Нисегерәк итеп? — тип сәйерһенә төштө йәш ҡатын.
— Әгәр ысынлап теләһәң, һүҙҙәрен табырһың, — тип өҙҙө Ағинәй.
Әбей китергә йыйынды. Шулай ҙа йәнә боролоп, һынамсыл ҡарашы менән йәш ҡатынды күҙҙән үткәрҙе.
— Һине тағы бер һынау көтә, — тип киҫә әйтте бер аҙҙан. — Ул хаҡта һуңыраҡ… Әлегә мәле етмәгән.
Сәлимә бала табыу йортона киткәнсе тағы бер нисә тапҡыр килде Ағинәй. Әлегәсә балауыҙ һығыуҙан башҡаны белмәгән йәш ҡатын әкренләп тынысланды, йөҙө аллана төштө. Кешеләр менән аралашҡанда элекке алсаҡлығы ҡайтты. Ләкин ул “һынау” хаҡында башҡаса һүҙ ҡуҙғалманы. Тик бына Сәлимә ике игеҙ улын күкрәгенә ҡыҫып бала табыу йортонан ҡайтҡанда, Ағинәй фани донъяларҙан үткәйне инде. Ике балаһының да алты һандары теүәл булып, һау-сәләмәт донъяға килеүҙәрендә әбейҙең ҡөҙрәтен күреп, уны ризаларға нәҙер әйткән Сәлимә йәнә һығылып иланы.
Ул да булмай Стәрлетамаҡтан ҡәйнә тейешле кеше килеп төштө. Ике игеҙҙең береһен алырға. Бөтә Иҫәнсура ауылы тетрәнде был хәлгә. Рыҫҡужа уны өйөнән ҡыуып сығарҙы. Ҡәйнә текә баҫып йорттан сыҡты ла машинаһына ултырып ҡайтып китте. Был имсәк сабыйҙың хәжәте юҡ ине уға. Ләкин “алимент” тигән ҡот осҡос һүҙ уны йоҡоһонан яҙҙырҙы. Ә малайының исемендә — иң килемле нөктәләр. Уларҙы әүеш-тәүеш итеүе байтаҡ ваҡыт аласаҡ. Бер түгел, ике балаға әжерен таптыра башлаһалар, мөлкәтенең яртыһын ҡайырып аласаҡтар. Шуға күрә лә былар иҫтәренә килмәҫ борон иң ҡулайлы юлды тәҡдим итергә булды ул.
Гөлсара артыҡ тауышланып торманы, икенсе аҙнаға Марселде лә алып килергә ниәтләнеп, ҡайтып китте. Бер юлы судҡа повестка ла йүнәтергә кәрәк ине. Ата кешене үҙ хоҡуғынан мәхрүм итергә маташыуҙың нимә икәнен белһендәр. Ә һыңар игеҙәккә килгәндә… шунда аяҡ араһында буталып йөрөп үҫер әле. Ана, бик булмаһа, ҡасабалағы ике туған һеңлеһенә олаҡтырыр. Детдомдан бала алғандар бит, быныһын да ҡарарҙар.
Һуңлап уянған әсәлек наҙы менән балаларын һөйөп туя алмаған, уларға исем ҡушыу шатлығы менән балҡыған Сәлимә ҡәйнә тейешле кешеһенең оятһыҙлығынан шаңҡыны. Әлегә рәсми рәүештә айырылмаған иренең килеп тә күрмәүенән йәнә ғәрләнде. Көн көсөргәнешле булғас, балаларын эргәһенә һалып, нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡалды ул.
Әллә төш, әллә өн булды…
Сәлимә күҙҙәрен асҡанда эргәһендә Ағинәй ултыра ине. Үҙе ап-аҡтан ғына кейенгән. Ҡулында — тиҫбеһе.
“Йә, хәлдәрең нисек, балам? — тип үҙ итеп кенә өндәште әбей. — Иҫән-имен генә ҡотолдоңмо?”
— Эйе, — тип яуап бирҙе Сәлимә. — Һинең хәйер-фатихала, Ағинәй.
Әбей тиҫбеһен тартып, бергилке өндәшмәй ултырҙы.
“Киләһе аҙнала тағы ла килерҙәр, — тине ул кинәт. — Сабыйҙарыңдың береһен биреп ебәрергә кәрәк булыр…”
— Нисек??? — Сәлимә кинәт уянғандай булды. Йөрәген әсе әрнеү бөрөп алды.
“Шулай, ҡыҙым. Башҡа сара юҡ. Икеһен дә ҡалдыра алаһың. Йәиһә эйәреп бергә китә алаһың. Ләкин юлы был түгел”.
— Ниңә улай тиһең, Ағинәй? — тип өҙәләнеп өндәште Сәлимә. Уға ни тиклем ҡыйын икәнен күрһә, һүҙҙәрен кире алыр тип өмөтләнә ине әллә…
“Эйәреп китә алаһың, — тип ҡабатланы Ағинәй. — Ләкин Хоҙай Тәғәлә биргән тағы ике тиҫтә самаһы ғүмереңдең бер генә йылы ла михнәтһеҙ үтмәҫ. Шатлыҡ төҫө күрмәй, әкренләп һулыясаҡһың. Уларға ҡаршы торор көс һиндә юҡ”.
— Ағинәй… — Сәлимә әкрен генә һулҡылданы.
“Икеһен дә бында ҡалдыра алаһың, — тип дауам итте әбей. — Ләкин сабыйҙарҙың ҡурсалаусы фәрештәләре башҡа. Төрлө сиреүгә ҡарай улар. Бер-береһе менән айҡаша, мәңге көрәшә торған сиреүҙәргә. Был — яҙмыш, балам. Туҡтауһыҙ өҙгөләнеүҙәрең, үкенеүҙәрең менән береһенең йәнен тыумаҫ борон үҙең үк улар ҡарамағына билдәләнең һин. Икенсеһен генә ҡотҡара алдыҡ. Икәүләшеп. Ләкин тәүгеһе көслөрәк. Бергә үҫһәләр, ул икенсеһен иҙәсәк һәм үҙенә буйһондорасаҡ. Һин бының менән бер нәмә лә эшләй алмаясаҡһың. Һәм улар һиңә көйәләнеү һәм ҡайғы-хәсрәттән башҡа бер нәмә лә килтермәйәсәк. Күптәр һине ғәйепләр. Балаларын тәрбиәләй ҙә белмәгән ебек, бешмәгән, тиерҙәр. Ләкин һин хәлде үҙгәртә алмаясаҡһың. Сөнки уларҙың тәғәйенләнеше алдан билдәләнгән. Шуның өсөн тәүҙә тыныслан, үҙеңде ҡулға ал. Һин хәҙер Кеше яҙмышы өсөн яуап­лы. Тағы бер аҙнанан килеп төшәсәктәр. Был көнгә әҙер булырға тейешһең…”
Сәлимә сабыйҙарына ҡараны. Тулған айҙың яҡтыһында мышнап ҡына йоҡлаған булалар. Йәне өҙөлгәндәй булды. Нисек итеп шуларҙы тоттороп ебәрмәк кәрәк?! Йөрәкте һурып алған кеүек бит был!
— Ағинәй… — тип ыңғырашты ул. — Башҡа юлы юҡмы ни һуң?
“Бар. — Ағинәй тыныс ҡына яуап бирҙе. — Мин һиңә уларҙы һананым инде. Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына һәр саҡ һайлау мөмкинлеге бирә. Һин дә һайлай алаһың”.
— Һуң кемеһен? Кемеһен??? — тип өҙәләнде Сәлимә. — Икеһе лә ғәзиз бит миңә!
Ағинәй ситтәрәк ятҡан Фәһимде доғаһын уҡый-уҡый ҡулына алды, ләкин үҙе бер нәмә лә өндәшмәне. Ләкин быны ике төрлө аңларға мөмкин ине. Күрәһең, һынау тигәне ошо ине. Һәм һынауҙың да ниндәйе! Әгәр ҙә ул яңылышһа? Яңылышһа?! Йәш ҡатындың башы шаулай башланы. Ағинәй ай яҡтыһында нурлана биреп торҙо ла әкренләп һүнде.
— Кем? Кемеһе? — тип өҙәләнде Сәлимә. — Доға? Доға уҡыны бит Ағинәй! Фатихаһын бирҙе… Тимәк… Фәһим!
Тағы бер аҙнанан Сәлимә теремегерәк, етеҙерәк тойолған Рәзимде атаһына тоттороп ебәрҙе. Мәгәр кейәүенә күтәрелеп тә ҡараманы.
Ейәндәре өсөн һуңғы сиккә тиклем айҡашырға ниәтләнгән Рыҫҡужаның иһә сабыйын еңел генә тоттороп ебәргәне өсөн ҡыҙынан күңеле ҡайтҡандай итте. Һуңғы ярты йылда сикәһендәге сал сәстәре самаһыҙ ишәйгән Рәхилә йыуатманы ла, кире лә һүрмәне, бары таш һын кеүек ҡатҡан ҡыҙының башын тубығына һалып, бала саҡтағы кеүек итеп сәстәренән һыйпаны.
Ләкин бер кем дә ошо мәлдән алып Сәлимәнең күҙҙәрендә инде йәш күрмәне. Шул мәлдән алып Рыҫҡужаның йортонда игеҙҙең икенсе һыңары хаҡында бер кем бер ни һөйләмәне. Күрәһең, һәр ҡайһыһы үҙен ғәйепле тип иҫәпләй ине. Инеп сыҡҡылаған күршеләре, ауылдаштары был хаҡта һүҙ башлаһа, әңгәмәне дауам итеүсе булманы. Рыҫҡужа менән Рәхилә ейәндәрен тоттороп ебәреүҙә, уны һаҡлай алмауҙа үҙҙәрен ғәйепләне, Сәлимә иһә инә ҡарсыға кеүек эргәһендәге сабыйын һаҡлай ине. Тик Сәлимәнең бының өсөн ниндәй хаҡ түләгәнен бер кем дә белмәне. Белмәүҙәре, бәлки, һәйбәт тә булғандыр. Был хаҡты, бәлки, төн йөҙөндә тәҙрәнән үрелеп кенә ҡараған Ай күргәндер. Мендәрен күкрәгенә ҡыҫҡан йәш ҡатындың ҡайҙалыр сит тупһаларҙа көн күргән Рәзим исемле сабыйы өсөн өҙгөләнгән минуттары күпме булды икән? Хәтһеҙҙер, моғайын. Аллаһы Тәғәләнән ул сабыйына игелекле яҙмыш һорап ялбарыуҙар? Хәтһеҙҙер… Ләкин Хоҙай ишеттеме икән? Сабыйҙың бит яҡлаусы фәрештәләре икенсе ине…
Фәһим иҫ белә башлаған мәлдән бирле әсәһенең донъялағы иң аҡыллы, һөйкөмлө, көләс һәм ышаныслы йән эйәһе икәнлегенә ышанып үҫте. Уның һәр бер ҡыуанысы әсәһенең дә уртаҡ шатлығы булды. Урамда малайҙар менән эләгешеп илап ҡайтҡан саҡтарында ла Сәлимә уны ситкә ҡаҡманы. Тубыҡтарына ултыртып, күҙ йәштәрен һөрттө, ипләп кенә хәлдең айышына төшөнөргә тырышты. Фәһим үҙе ғәйепле булған саҡтарҙа ла ҡаты ҡаҡманы. Ләкин малай әсәһенең ризаһыҙлығын тойҙо. Сәлимә үҙе шул арала ситтән тороп педагогия институтын тамамланы, ауыл мәктәбендә география фәненән уҡыта башланы. Мәктәпкә йөрөй башлаған Фәһимгә ҡупшы кейенгән әсәһен өлкән уҡыусылар араһында күреү бигерәк тә оҡшай ине.
Рыҫҡужаның иһә ейәнен тәрбиәләүгә ҡарашы үҙенсә булды. Үткәндәге хатаһын ҡабатламаҫ өсөнмө, әллә әсәй ҡулында малай үтә ебеккә әйләнер тип иҫәпләпме, үҫә килә Фәһимде үҙ эргәһенән ебәрмәне. Бесәнен дә бергәләп саптылар, мал аҫтын да бергәләп таҙарттылар.
Фәһим йылдың йылына буйсаныраҡ, иңбашлыраҡ була барҙы, Рыҫҡужа иһә әкренләп сүкте. Етмеште ҡыуған уҙаман әлегә ныҡ булһа ла, йылдар үҙен һиҙҙерә ине инде. Фәһим үҫкән һайын Рыҫҡужаның күптән бирле йөрәген өйкәгән теләге лә арта барҙы. Уның икенсе ейәнен бик тә күргеһе килә ине. Бәлки, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары йомшарғандыр, тигән уй ҙа башына килгеләп ҡуя. Ике малай бер-береһен белеп үҫһә, насармы ни? Ҡан туғандар бит ни тиһәң дә. Ҡәрҙәшеңә таянмай, тағы кемгә өмөт итмәк кәрәк был донъяла? Әкренләп, ситләтеп кенә Сәлимәгә был хаҡта әйткәйне, ҡыҙының йөҙө үҙгәреп китте. Әллә ниндәй ярамаған нәмәне атаһы уға тәҡдим итеп тора, тиерһең. Элекке кеүек күҙ йәшенә быуылып, туҡтауһыҙ илап ултырған ебегән зат түгел ине шул хәҙер. Тыныс, ләкин ҡатынҡы тауыш менән был хәлгә үҙенең ҡырҡа ҡаршы икәнлеген әйтте. Бер-береһен бөтөнләй белмәһәләр, тағы ла һәйбәтерәк булыр, тип өҫтәне. Һүҙ башҡаса ялғанманы.
Рыҫҡужа аптыраны. Ә бит уның ҡыҙы ҡаты күңелле түгел. Тормош ауырлығынан һынып, бәғере ташҡа әйләнгән кешеләр осрай. Уларҙан бындай һүҙҙәрҙе көтөргә мөмкин. Ләкин Сәлимәнән?! Аңлашылмай… Шулай ҙа эсендә оялап алған хөсөт ҡорто үҙенекен эшләй бирҙе. Һәм Рыҫҡужа тәүәккәлләне.
Кисләтеп кенә барып етте ул ҡалаға. Арлы-бирле иткәнсе, күҙ ҙә бәйләнде. Машинаһын бер ситтәрәк ҡалдырып, һалмаҡ аҙымдар менән әкрен генә баҫып, таныш йорт эргәһенә яҡынланы. Тик ғәжәп, ниңәлер аяғы тартмай. Боролоп ҡайтырға ла китергәме әллә тип тә уҡталып ҡуйҙы. Хәҙер уларға нимә тип әйтә инде ул? Бер киҫелгән телем ҡабаттан йәбешә буламы? Аяҡтары ихтыярһыҙҙан йорт ишеге ҡаршыһында туҡтаны. Ни булһа ла булыр тип ишектең тотҡаһынан тартҡайны, уныһы асылманы, күрәһең, кодлы йоҙаҡҡа бикләнгәйне.
— Эй, дед, что ты там потерял?
Рыҫҡужа һиҫкәнде. Ун дүрт-ун биш йәштәр тирәһендәге бер өйөр шалапай күҙ менән ҡаш араһында уны уратып алды. Кемеһелер әсе итеп һыҙғырып ебәрҙе.
— Бомждыр был!
— Юҡ, бур! Полундра, пацаны!
Кемеһелер ныҡ ҡына итеп яурынына төртөп ебәрҙе. Ҡарт сайҡалып китһә лә йығылманы.
— Уландар, ни эшләүегеҙ был? Мин…
Йәнә төртөп ебәрҙеләр. Рыҫҡужа был юлы инде арты менән ергә барып төштө. Кемеһелер өйрәнелгән хәрәкәттәр менән уның кеҫәһендәге аҡса янсығын тартып сығарҙы. Ҡарт имгәкләп торорға маташҡан еренән башын күтәргәйне, ҡаршыһында тештәрен ыржайтып көлөп торған таныш йөҙҙө күреп, йәне алҡымына килеп тығылды. Был йөҙҙәге һәр һыҙат уға таныш ине. Күҙҙәрендәге яһиллыҡтан башҡа…
— Рәзи-им… Улы-ым…
— Рузик! Был бомж, нимә, һине беләме ни?
— Тамбовский волк тебе товарищ! Бирермен мин һиңә улды! — Үҫмер егет сертләтеп ситкә төкөрҙө лә ерҙә ятҡан Рыҫҡужаның осаһына баҫып, уны ашатлап үтте. — Киттек!
...Төн уртаһында ҡайтып ингән атаһының йөҙөнә ҡарау менән, Сәлимәнең йөрәге сәнсеп алды. Өҙәләнеп йөрөгән атаһының ҡасан да булһа был аҙымға барасағын белеп, йәне өшәнеп, тертелдәп йөрөгәнгә лә, уның ҡайҙа барғанын ул шундуҡ аңланы. Һәм… аяҡ аҫтарында ер уйылғандай булды. Барыһын да төшөнөү өсөн Рыҫҡужаның ни ҙә булһа һөйләүе лә кәрәкмәне. Рыҫҡужа үҙе иһә был хаҡта бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатманы. Ғәрләнде.
Ә Сәлимә барыһын да белә ине инде. Һәм шул мәлдән алып әленән-әле уның йөрәге сәнсә башланы. Тәүҙә үтер ул, тип уйланылар. Өмөтләнделәр. Өс йыл үтеүгә тәүге инфаркт булды. Был мәлдә Фәһим юғары уҡыу йортона инеп, саҡ тәүге курсын тамамлап килә ине. Атаһы телефон аша саҡыртып алырға уйлаһа ла, Сәлимә үҙе ҡаршы төштө. Тормошто яратыусан, күңелсәк улының йөҙөнә хәсрәт болото яғылыуҙан ҡурҡты. Ул бит ир-егет, тип ныҡышты Рәхилә. Сәлимә барыбер ризалығын бирмәне. Ваҡыты етмәгәйне әле. Каникулға ҡайтҡан Фәһимдән барыһын да йәшерҙеләр. Сөнки әсәһе шулай теләне.
Аяуһыҙ сир менән көрәшеп, йәнә ике йыл самаһы ваҡыт үтте. Йәшәү көсөнөң көндән-көн уны ҡалдыра барғанын Сәлимә һиҙә ине. Инде оҙаҡҡа бармаҫын да белә. Тик бына улы аяғына ныҡлап баҫырға өлгөрмәне. Шул ғына үкендерә. Икенсе үкенесе — икенсе улының сит тупһаларҙа йөрөп буй еткереүе. Һәм уның хәл-әхүәлдәрен дә белә алмау.
Сире көсәйгән һайын, Сәлимәлә Рәзимде күреп ҡалыу теләге лә артты. Һуңғы тапҡыр булһа ла күҙҙәрен тултырып үҙе донъяға килтергән был йән эйәһенә ҡарайһы, уның инде, моғайын да, шырт баҫа башлаған яңаҡтарынан һыйпайһы килә ине ҡатындың. Ә, бәлки, тап киреһенсә булғандыр? Бәлки, был тормошҡа ашмаҫтай теләк уның йөрәгенең һуңғы кәрен алғандыр?
Балаһының ситтә тилмереп үҫеүендә үҙен ғәйепле итеп тойҙо ул. Башҡаса мөмкин булмауын белһә лә, уның алыҫыраҡ булыуының был осраҡта күпкә хәйерлерәк икәнен аңлаһа ла, ғәйеп тойғоһонан арына алманы. Улының үҙен ғәфү иткәнен бик-бик ишеткеһе килә ине Сәлимәнең. Был уға ниңә кәрәк булғандыр — үҙе лә аңламаны. Ошо теләк уны эстән яндырҙы, хәлен алды. Һәм бер көн Сәлимә тәүәккәлләне — әсәһенән Рәзимде табыуҙарын һораны. Атаһына әйтергә ҡыйманы.
Стәрлетамаҡ яҡтарына хат китте. Ләкин яуап булманы. Өмөт өҙөлдө. Барыһы­ның да. Ләкин Сәлимә көтә ине әле. Һуңғы минуттарына тиклем ул Рәзимдең шырт баҫҡан яңаҡтарын һыйпап ҡына ҡарау хаҡында уйлаясаҡ. Ләкин Рәзим килмәйәсәк. Сөнки был уның биләмәһе түгел. Әлегә…
…Бейек тәҙрә төбөндә күперелеп үҫкән гөлдәр араһынан ҡояш нурҙары һарҡыла. Тағы ла яңы көн тыуа. Их, офоҡ ситенән ҡалҡып ҡына килгән ҡояштың нурҙарына ҡойоноп, ысыҡлы үлән өҫтөнән йүгереп йөрө ине ул!..
Сәлимә ыңғырашып ҡуйҙы.
“Балам, өҙгөләнмә ул тиклем…” — Был Ағинәй ине.
— Нишләйем һуң… — Сәлимәнең яңаҡтары буйлап юлаҡ-юлаҡ күҙ йәштәре һарҡты. — Үкенестәрем ҡала…
“Бына быныһы инде кәрәкмәҫ. — Ағинәй тиҫбе тартыуын дауам итте. — Барыһын да кисер. Һиңә яуызлыҡ ҡылған әҙәм балаларын да хатта. Үҙеңде — тәү сиратта”.
— Улай яраймы ни һуң, Ағинәй? Ғәҙел буламы был?
“Шулай кәрәк, балам… Ғазаптарҙан өҙгөләнгән йәнеңә еңеллек килергә тейеш. Шунһыҙ ауыр булыр. Үҙеңә лә, һуңғы тапҡыр һинең артыңдан килгәндә миңә лә. Ошоно иҫкәртер өсөн килдем дә…”
— Ғүмерем шулай аҙ ҡалдымы ни?
Ағинәй өндәшмәне.
Сәлимә йәнә упҡынға осто. Күҙ алдына бала табыу йортонда ҡурҡа-ҡурҡа ғына ике сабыйын ҡулдарына алған мәл килде. Шунан күҙ асып йомған арала тулы ай нурында ҡойонған бүлмәгә күстеләр. Бер аҙҙан Сәлимә шул уҡ бүлмәлә яңғыҙ сабыйы менән генә тороп ҡалды. Үҙе таш һындай ҡатҡайны… Ғәйепләүсән ҡараштар… Шыш-быш килеүҙәр. Барыһы ла үтте, үтә, үтергә тейеш... Мәңгелек бер ни ҙә юҡ был донъяла…
…Фәһим һап-һары ҡаҙ бәпкәләрен ҡыуып, йәшел үлән өҫтөндә йүгереп йөрөй. Үҙе шул тиклем шатланып көлә. Тик бына ата ҡаҙ һис тә генә уның шатлығын уртаҡлашырға йыйынмай — кинәт суҡып ала. Өс йәшлек малай ҡысҡырып илап ебәрә. Унан да бигерәк, улын тубыҡтарына ултыртҡан әсәһе әрней: ана бит, аталыҡ тойғоһо хатта ҡаҙға ла хас — үҙ сабыйын яҡлай. Әҙәм балаһының бәғзеләре шуның шикелле лә була алмай бит!
…Алты йәшлек Фәһим әсәһенә үҙенең ғашиҡ булыуы хаҡында әйтә һәм оҙаҡламай өйләнәсәге хаҡында белдерә. Сәлимәнең шул саҡта рәхәтләнеп көлөүҙәре! Малай аптырап ҡала.
…Ул инде ир-егет ҡорона ингән. Сәстәре тулҡын-тулҡын булып ҡабарып тора. Иҫәнсуриндар нәҫеленә оҡшап, мыҡты кәүҙәле, буйсан. Бына быныһынан инде олатаһы Рыҫҡужа бигерәк тә ҡәнәғәт. Тамағын эре генә ҡырғылаған булып, ейәненең яурындарынан ҡағып ала. Эшсән шул Фәһим: ун йәшенән ҡоластарын киреп бесән сапты. Ике-өс йылдан күбәләй башланы. Бер аҙҙан техникаға әүәҫләнде. Ағаларының фермер хужалығындағы боҙолоп ултырған тракторҙар эргәһендә ике туған ҡустылары менән сәғәттәр буйы мәж киләләр. Рәтләй алһалар, үҙҙәре уйлап сығарғандай шатланалар.
…Сәлимә бер мәлгә генә иҫенә килде. Шул уҡ бүлмә. Шул уҡ гөлдәр. Ләкин ниҙер етмәй… Ҡояш! Ҡояш нурҙары юҡҡа сыҡҡан бит…
Гөл япраҡтары араһынан һарҡып ҡына ҡояш нурҙары күренде. Сәлимәгә был айнытҡыс тәьҫир яһаны. Был донъялағы һуңғы минуттарын тотоп ҡалырға теләгәндәй, ынтылып ҡуйҙы.
— Әсәй!
Сәлимә шундуҡ иҫенә килде. Һуңғы өс көн эсендә үлем менән көрәшеп, тағы саҡ ҡына китмәҫкә ҡырталашҡан йәне ҡайҙандыр Йыһан төпкөлдәренән урап ҡайтты.
— Улы-ым! Ҡайттыңмы?
— Эйе, әсәй… — Фәһимдең күҙҙәренән субырлап йәштәре аҡты. — Әсәй!..
— Илама, улым. Илама… — Сәлимә хәлһеҙ ҡулдары менән уның эргәһендә тубыҡланып торған улының күҙ йәштәрен һөрттө. — Һин бит инде хәҙер ир-егет. Ныҡ бул.
— Әсәй… Китмә! Ҡалдырма мине!..
Фәһимдең башынан әкрен генә һыйпай Сәлимә, үҙе иртәгәһе көн хаҡында уйлай. Сиктең эргәһенә бер килеп баҫҡас, уны ла аша үтер инде ул. Ә ҡалыусыларға йәшәргә кәрәк…
— Хоҙай Тәғәлә һәр кемгә үҙ өлөш ризығын бүлеп бирә, — тине ул тыныс ҡына тауыш менән. Һәм үҙенең тыныслығына үҙе ғәжәпләнде. — Кемдеңдер ул дәү, бәғзеләрҙеке бик самалы ғына. Мин, улым, ана шул үҙ өлөшөмдө ашап бөткәнмендер, күрәһең. Ҡайтып өлгөрҙөң. Рәхмәт һиңә. Барыһы менән дә бәхилләшеп бөттөм. Һиңә иң һуңғы сиктә генә хәбәр итергә ҡуштым. Тыңланылар. Быныһына ла ризамын. Әйтәһе һүҙем шул һиңә, улым. Тыңла һәм аңларға тырыш. Бер кем дә донъяға үҙ теләге менән килмәй. Атай-әсәй хәл итә быны. Бәғзе берҙә хатта улар ҙа хәл итә алмай. Әгәр ҙә минең үҙ ҡөҙрәтемдә генә булһа, һин дә үҙеңдән ярты ғына сәғәткә оло ағайың менән бергәләшеп үҫер инегеҙ. Булманы. Көсөм етмәне. Нимәнелер дөрөҫ эшләмәнем. Шуға күрә лә был минең өсөн яза булды. Һеҙҙе айырҙылар. Бәлки, шулай булыуы һәйбәтерәк тә булғандыр. Уныһын һин, бәлки, һуңынаныраҡ аңларһың. Бәлки, шуның өсөн дә Хоҙай минән тормошто иртәрәк тартып алалыр. Сөнки һәр нәмәгә хаҡ түләргә кәрәк. Һинең дә түләйһе хаҡтарың барҙыр, балам. Йәл, эргәңдә мин булмам. Тик ана шул түләйһе хаҡтарың намыҫыңа көс килтермәһен. Бына быныһына инде минең бәхиллегем булмаҫ...
Сәлимә таң алдынан ғына үтеп китте. Был минуттарҙың ҡотолғоһоҙ булыуына инде шиктәре ҡалмаған Иҫәнсуриндарҙың күбеһе ата йортонда ине. Йыһангир барыһын да үҙ ҡулына алды. Сөнки көсө Рыҫҡужаны кинәт ҡалдырҙы.
— Балалар аталарынан алда китергә тейешме ни… Был ғәҙел түгел, — тип ҡабатланы уның кипкән ирендәре.
Рәхилә йәнһеҙ һынға әүерелгән ейәнен күкрәгенә ҡыҫҡан да тынып ҡалған. Бынан тап егерме йыл элек өнһөҙ ҡатҡан ҡыҙын ошолайтып йыуатырға тырышҡайны ул. Ул ваҡытта ейәнен алып киттеләр. Ҡыҙы улынан яҙҙы. Хәҙер инде үҙ ҡыҙын Әжәл алды. Ә уның үҙен һуң, үҙен кем йыуатыр? Һығылып ҡына төшөр ине лә бит… Ярамай. Ярамаҫ…

* * *
Сәлимәне ер ҡуйынына биргәнгә лә аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте. Өндәшмәҫкә әйләнгән Фәһимде Илсура ағаһы машинаһында Өфөгә илтеп килде. Рыҫҡужаның өйөндә әллә ниндәй сәйер тынлыҡ хөкөм һөрә ине. Рәхилә ҡыҙы үҫтергән гөлдәр эргәһендә уйға батып ултырырға ғәҙәтләнде. Бигерәк ярата ине уларҙы Сәлимә. Тик бына сәскәләрҙең дә ғүмере ҡыҫҡа. Ҡыҙының ғүмере шикелле. Рәхиләнең күҙҙәренә йәнә йәш төйөлә… Рыҫҡужа өйҙә толҡа тапмай күберәк ихата тирәһендә урала. Тик бер нәмәгә лә ҡулы бармай. Былай ғына йөрөй ул. Сөнки йорт эсенә керһә, тағы ла ауырыраҡ булаһын һиҙә.
Илсура эшләгән еренән отпуск алып, ғаиләһе менән ҡайтҡайны. Элегерәк йәйҙең матур көндәрендә иркенләп йөрөһәләр, быйыл шулайыраҡ тура килде. Кәләше, үҙенән ете-һигеҙ йәшкә йәшерәк Лира килендәре, шуға, ана, кәйефһеҙләнеп тырт-бырт йөрөй. Эргәһендә уралған дүрт йәшлек Айратҡа ла иғтибар итмәй. Ҡалала үҫкән шул Лира, ауыл тормошон үҙһенмәүе үҙенекен итә.
Айраттың ғына донъяһы түңәрәк. Иркен ихатала сабып арығас, бер мөйөштә тимер сынйырға эләктерелгән овчарка тоҡомло эттәре янында сыуалырға керешә. Рекс үҙ эргәһенә килгәндәрен бик тә ярата, ярайһы уҡ уҫал булһа ла, ҡойроҡтарын болғап, аҡыллы күҙҙәрен хужаларына төбәй. Мәгәр ихата эргәһендә сит-ят тауыштар ишетелгәндәй тойолһа, ул аҡыллы күҙҙәрҙә шунда уҡ уҫал осҡондар һикерешә башлай, эт үҙе тимер сылбырын өҙөп алырҙай булып ажарлана.
Әле лә Рекс Айрат эргәһендә ҡойроғон болғап ултырған еренән кинәт кенә һикереп торҙо, ауыр сылбырҙарын һөйрәп йөрөп өрөргә кереште. Үҙ иркен үҙе сикләгән шул. Этенең хәүефләнеүе Айратҡа ла күсте. Ул тирә-яҡҡа күҙ ташланы. Борсолорлоҡ бер нәмә лә юҡ кеүек. Артҡы кәртәнең ҡапҡаһы эргәһендә әсәһе менән һөйләшеп торған оҙон буйлы ағайҙы ғына иҫәпләмәгәндә. Ағай? Бәй, Фәһим ағаһы ла инде! Тик кейемдәре генә икенсе.
— Өләсәй! Өләсәй… — Болдорҙан үрмәләп менгәнсе бышлығып бөткән Айраттың тауышынан Рәхилә һиҫкәнде. — Өләсәй… Ни… тегендә…
— Ни булды, балам? — Күҙ йәштәрен яулығының осо менән һыпырып, әбей урынына ҡуҙғалды. — Әллә бер-бер хәл булдымы?
— Юҡ та… Ни… Фәһим ағайым ҡайтты! — тине малай шатланып.
— Нисек? — Рәхилә аптырап китте. — Өс көн элек кенә оҙатҡайныҡ та һа. Атайың бит үҙе алып барып килде. Эй алла, әллә бер-бер хәл булып киттеме, илаһым… — Күңеленә хәҙер инде хәүефтән башҡа бер нәмә лә килмәгән Рәхилә, әле генә хәсрәтләнеп ултырғанын да онотоп, ҡабаланып урынынан торҙо, сәстәрен һыпырғылап, яулығын ипләп ябынды. — Ҡайҙа һуң ағайың, балам? Ниңә өйгә инмәй? — тип өләсәһен шатландыра алмағанына аптырабыраҡ баҫып торған Айратҡа өндәште.
— Тегендә… Артҡы ҡапҡа эргәһендә… Әсәйем менән һөйләшеп торалар.
Рәхилә ҡабаланып болдорға сыҡты. Айрат уның ҡултыҡ аҫтынан йылт итеп үтеп, аҫҡа йүгерҙе. Рекс һаман да ажарланып өрә, әле бер, әле икенсе яҡҡа ташланып, сынйырынан ысҡынырға аҙаплана. Кескәй малай күтәрмәнән йүгереп төшөп ағаһына ҡаршы йүгерергә самалағайны, ләкин шып туҡтап ҡалды — килеүсе Фәһим түгел ине.
Дөрөҫ, һын-һыйпаты оҡшаған. Буйға ла бер самараҡ. Шул уҡ сәстәр. Йөҙөнөң төҙөлөшө лә ҡабатлана, тиерлек. Тик бына ҡарашы әллә нисегерәк… Оҙағыраҡ төбәлеп ҡараһаң, күңелгә аңлайышһыҙ һалҡынлыҡ үрмәләй. Күҙҙәр — күңел көҙгөһө тигән һүҙҙәрҙә әллә хаҡлыҡ бармы?
Килеүсе берсә алдында аптырап торған малайға, берсә өтәләнеп болдорҙан төшөп тә бер һүҙ өндәшә алмай үҙенә төбәлгән әбейгә алмаш-тилмәш ҡараштарын йүгертә. Ситтәрәк баҫып торған Лираның күҙҙәрендә йәнләнеү сағыла. Ялҡытҡыс ауыл тормошона мәҙәк бер яңылыҡ инеүенә шатланыуын да, күрәһең, йәшерә алмай.
— Һаумыһығыҙ? — тип өндәште килеүсе, күрәһең, үҙен ни ҙә булһа әйтергә тейешле һанап.
— Һау… — Рәхиләнең шул мәл йәнен-бәғерен йәшен ҡыйып үткәндәй булды. Күңеленә килгән шиктән хәлһеҙләнеп, ултыра төштө, ике ҡулы ирекһеҙҙән килеүсегә һуҙылды. — Рәзим… Рәзим!.. Балам!..
Килеүсенең күҙҙәрендәге сағылыш йәшен тиҙлегендә үҙгәрҙе. Ул хәҙер бик мөләйем ине.
— Өләсәй! — тине ул бышылдап. — Өләсәй…
— Балаҡайым! — Рәхилә ысынлап тороп илап ебәрҙе. — Йә инде, балаҡайым… Йә инде… Хоҙай Тәғәлә береһен ала, икенсеһен бирә… Эй, балаҡайым, әсәйеңде күрергә өлгөрмәнең бит! Китеп барҙы шул йөрәккәйем!
— Беләм… — Рәзим күҙҙәрен аҫҡа төбәне. — Тик бына саҡ ҡына һуңланым. Тере килеш тап итергә шул тиклем өмөтләнгәйнем…
— Эй, бала, бала…
Рәзим юл кейемендә ине. Яурынында ҙур булмаған сумкаһы ла күренә. Күрәһең, Иҫәнсураның эргәһенән тиерлек үткән трассала автобустан төшөп ҡалған.
Рәзим сәйер хатты алғандан һуң, һис ниндәй шикләнеүһеҙ-икеләнеүһеҙ, сүп һауытына осорҙо. “Әсәй? Һе… Үлер алдынан, имеш, күрергә теләй. Әлегәсә ҡайҙа инең? Бала табыу йортонда уҡ ташлап китергә булғас, ни бысағыма таптың? Икенсе имгәгеңде үҙең менән алғанһың бит. Ашарға күпте таптырыр тип өрккәнһеңдер…” Донъяға килтергән әсәһенә ҡарата шуға күрә лә унда әлегә саҡлы бер ниндәй ҙә тойғо булманы. Нәфрәттән башҡа. Сепрәк кеүек бер мәүеш байғошҡа әйләнгән ҡартаһына ла, донъя көтәм тип сәбәләнгән ҡартәсәһенә лә ул кәрәкмәне. Үҙ атаһы ҡайҙалыр ситкә китеп олаҡҡайны. Ете-һигеҙ йәштәргә тиклем уны апаһы ҡараны. Рәзимдең ғүмерендәге иң яҡты хәтирәләр ошо йылдар менән бәйле. Унда уны ҡағыусы ла, һуғыусы ла булманы. Апаһы ла, ағаһы ла уны үҙҙәренсә яраттылар ҙа, ахыры. Һәр хәлдә ҡаҡманылар.
Рәзимдән өлкәнерәк бер сирләшкә генә балалары ла бар ине. Әллә ниңә шуны яратмаҫ булды Рәзим. Өлкәнерәк көйөнә атлай ҙа алмай ултырған ғәрип булғанына йәне көйөүе инеме, белмәҫһең. Апаһының ишектән сығыуын ғына ҡарап тора ла тегене бороп семетеп ала. Теге имгәк яр һалып иларға керешә. Ә Рәзим һис ни булмағандай уйынсыҡтары менән уйнап йөрөй. Апаһы йүгереп ингән була, ерле-юҡҡа аҡырған улын битәрләй ҙә эше буйынса тағы сыға. Бер минут та үтмәй, хәл йәнә ҡабатлана. Һуңынан апаһы уның ҡысҡырыуҙарына өйрәнеп китте, иғтибар итмәй башланы.
Үҫеше тотҡарланған был Йәмил исемле малайҙың теле лә һуң сыҡты. Шуға күрә Рәзим уны хәтһеҙ ыҙалатты. Хатта ошо яфалауҙары үҙенә күрә көн үткәреүҙең бер мәҙәк сараһына әүерелде. Әлфридә апаһы улын йыуындырған арала уның күгәргән урындарының хәтһеҙ күп булыуына иғтибар итә башлағас ҡына, бер аҙға туҡтап ҡалды. Ләкин язалау дауам итте. Рәзим инде эҙ ҡалдырмай эшләргә тырышты. Теге яҡлауһыҙ, йөрөй алмаған йән эйәһенең сәсен-ҡолағын тартыуҙар, уйынсыҡтар менән башына тондороуҙар… Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ булды улар. Теге бахыр әсәһе ишеккә йүнәлеү менән иларға керешә, Рәзим менән ҡалмаҫ өсөн үҙенсә ҡырталаша. Әсәһе уфтана.
Ләкин бер көндө ағаһы уйламаҫтан килеп инеп, уны ҡыҙыу эш мәлендә тап итте. Һәм барыһы ла асылды. Һәм шул мәлдән алып Рәзимдең тормошо үҙгәрҙе. Бәләкәй балаларға хас булмаған ҡанһыҙлыҡҡа хайран ҡалған Әлфридә менән Нәсих икенсе көндө үк Рәзимде Стәрлетамаҡҡа алып киттеләр. Бында инде малайҙы бөтөнләй икенсе тормош көтә ине.
Юл сабыуҙан бушамаған, көҙөн-ҡышын аяғөҫтө тороп һатыу иткәнгә һаулығы ла ҡаҡшаған Гөлсараға был имгәктең хәжәте юҡ. Ярай, берәй яйы табылыр әле тағы ла, тип ул сараһыҙҙан малайҙы алып ҡалды. Рәзимде урам тәрбиәһе үҙ ҡосағына алды.
Мәктәпте тамамлаған мәлдә Рәзимдең тәржемәүи хәлендә бер нисә шау-шыулы тарих бар ине инде. Ләкин ул үҙе бер ваҡытта ла тотолманы. Ул ҡылған ҡылыҡтар өсөн кемдәрҙер колонияға китте, бәғзеләре штраф менән, кемеһелер еңелсә ҡурҡыу менән ҡотолдо. Элекке әшнәләренән бер кем дә уның менән уртаҡ эш алып барырға теләмәй. Сөнки беләләр: һыуҙан ул барыбер ҡоро сығасаҡ. Тик бына шуныһы аңлашылмай: бының өсөн ниндәй хаҡ түләй икән ул? Элекке дуҫтарының башы менән иҫәпләшәме?
Түбәһе осонда болоттар ҡуйыра башлаған мәлдә Рәзим әсәһенән, икенсе төрлө итеп әйткәндә, “әсәй ишаратынан”, хат алды. Алды ла һүгенеп сүп һауытына осорҙо. Ләкин бер ай ҙа ваҡыт үтмәне, эштәре мөшкөлләнде. Кистәрен уны урамда һағалайҙар ине инде. Кисә генә әшнә булып йөрөгән шешәләш дуҫтары “һатлыҡ йән”дән үс алырға йыйынғайны. Ә һатлыҡ йәндәрҙе нисек язалағандарын Рәзим һәйбәт белә. Үҙенең дә ҡатнашҡаны, улай ғына ла түгел, идеологы һәм практик башҡарыу йәһәтенән етәксеһе булғаны бар.
Эске бер тойғо был көндө Рәзимде урамға сығыуҙан тыйҙы. Ул буйһондо. Унда үҙен ни көткәнен белгәнгә, әллә ни атлығып та тормай ине. Ә инде иртә менән, таңдың әре-һәреһе саҡ беленә башлаған мәлдә, Рәзим юлға сыҡты. Иҫәнсура ауылы тигән һүҙ уның иҫендә ҡалғайны. Мәле еткәс, хәтеренә төштө. Һәм был йәнен һаҡлап ҡалыу өсөн бик тә ваҡытлы булды…

* * *
Рәхилә ейәненә ҡарап туя алмай. Аҙна-ун көнлөк кенә сағында ҡулдарынан тартып тигәндәй алып кителгән был баланың нисәмә йылдарҙан һуң ошондай ҙа киң яурынлы һәм мөһабәт һын-һыйпатлы ир-егет булып тупһаларына аяҡ баҫыуын Хоҙайҙың бер ҡөҙрәте итеп ҡабул итте ул. Берҙән-бер генә ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһынан кинәт шиңгән әбейҙең күҙҙәре йәнә теремекләнде. Әйтерһең дә, ҡыҙҙарының үлеменән күңелендә яралған йән өшөткөс бушлыҡты кинәт пәйҙә булған ейәндәре тултырырға тейеш ине.
— Эй, балаҡайым… — тип туҡтауһыҙ ҡабатланы Рәхилә. — Йә инде, нисек кенә таба алдың беҙҙе? Ниңә генә хәбәр итмәнең? Ағайҙарың үҙҙәре машина менән барып алырҙар ине бит. Беҙ ни… күпме йылдар үткәс… тота килеп барып төшөүҙе килештермәнек шул… Уйлап ҡуйғайныҡ та… Тик бына…
— Шулай тура килде. — Рәзим ҡарашын йәшерҙе. Күҙҙәрен ҡаршыһында ултырып бер туҡтауһыҙ зыуылдаған әбейгә ҡабат күтәргәндә, уларҙа илтифатлыҡ һәм үкенеү хистәре сағылғандай булды. — Йөрәк етеңкерәмәне шул, өләсәй. Нисек ҡабул итерегеҙҙе лә белмәнем. Әсәйем саҡырһа ла, башҡалар ҙа бар бит әле. Улар ни тип әйтерҙәр һуң? — Рәзимдең күҙҙәре әбейҙең йөҙөндә сағылған уй-фекерҙәрҙе йәшен тиҙлегендә байҡап алды.
Рәхилә йәнә өтәләнеп китте.
— Эй, балаҡайым, тапҡанһың ҡурҡыр нәмә! Һинең ситтә үҫергә мәжбүр булыуың өсөн дә олатаң менән икебеҙ үҙебеҙҙе ғүмер буйы ғәйепле һананыҡ… — Егеттең ҡарашында ҡәнәғәтләнеү һиҙелде. Ул шул арала йорт эсен байҡап алырға өлгөргәйне. Хәлле йәшәгәнгә оҡшайҙар. Өй ҙур, иркен. Йоҡо бүлмәләре генә лә ике-өс, ахыры. Йыһаздары заманса. Тыштан ҡаралтылары ла ныҡ. Гараждарына тиклем бар. Мейеһендә яралған фекерҙән Рәзим һиҫкәнгәндәй итте. “Ә ниңә… бик тә мөмкин. Нисек элегерәк уйламағанмын?..” Үҙе берсә күҙ йәштәрен һөртөп, берсә уның яурындарынан ҡосаҡлап һөйөп, ҡаршыһында әллә нәмәләр ҡыланған ҡарсыҡҡа итәғәтле генә итеп ҡараны. — Фәһимем менән бергә-бергә пар ҡолонсаҡтарҙай йүгерешеп йөрөп үҫер инегеҙ бит инде…
“Фәһим? Ярай, күрербеҙ ниндәйерәк ҡошсоҡ икән… Ә ниңә мин түгел, ул үҫкән был байлыҡ эсендә? Мин кипкән икмәк ҡатыларын тапҡанға ла ҡыуанып бер булғанда, ул, күрәһең, ошо йәүкелдәгән ҡарсыҡтың итәгендә иркәләнеп ултырған. Ғәҙелме был? Иҫерек ҡарттай ишаратының бысраҡ итекле аяғы менән арт һанға типкәндәрен үҙ осаһында татымаған…”
Рәзимдең йөҙө ҡараңғыланып китте. Инә ҡошсоҡтай уның эргәһендә уралған Рәхилә быны үҙенсә аңланы.
— Игеҙәк туғаныңды әйтәм инде, Рәзим улым. Фәһимемде һөйгән саҡтарымда һине лә яратҡан кеүек итеп танһыҡтарымды баҫа торғайным, — тип эс серҙәре менән уртаҡлашты бер ҡатлы ҡарсыҡ.
Рәзим инде эскерһеҙ йылмайып өләсәһенә ҡараны.
— Аңланым, өләсәй. Ә ҡайҙа һуң үҙе?
Күңелһеҙлектең үткәненә Рәхилә ҡыуанып китте.
— Уҡып йөрөй балаҡайым. Быйыл өсөнсө курсын тамамлай. Гелән һәйбәт билдәләргә генә өлгәшә үҙе.
“Шулайҙыр шул… Ул гелән һәйбәт билдәләрҙең нисегерәк һатылғанын беләбеҙ. Хәйер, былар ул өтөктәре өсөн бер ни ҙә йәлләмәйҙәрҙер. Ә ниңә, минең дә хаҡым юҡмы ни?..”
— Күрергә ине үҙен. Әлегәсә япа-яңғыҙы үҫкәс, нисегерәк икән ул туғанлы булыу. Етмәһә игеҙәк… — Рәзим өләсәһенә тишә ҡараны.
Әбейҙең йөҙө үҙгәрҙе. Уфтанғандай итеп, урынына ҡабат ултырҙы. Егет эстән тантана итә ине. Тоҫҡағаны сәбенә йәтеш ултырҙы. Хәҙер был ҡарсыҡ башҡалар алдында уны яҡлаясаҡ. Әлеге лә баяғы хәстрүш намыҫ тигән нәмәһен эшкә егеп. Ни тиһәң дә, үҙ ейәндәрен сит-ят ерҙә үҫергә мәжбүр иткәндәр бит. Башҡалар менән танышҡанға тиклем ҡарсыҡты был яҡтан тағы ла нығытып ҡуйған яҡшы булыр.
Рәзим тирә-яғына күҙ йүгертте. Уға артҡы ихатала ҡаршы осраған һылыу ҡатын аш бүлмәһендә табын йыйыштыра. Кем булды икән был сибәркәй? Ну, күҙҙәре, малай! Яндырып ала.
Егеттең һәр бер һүҙенән бәғеренә уҡ ҡаҙалғандай тертләп ултырған Рәхилә яулығының осо менән йәштәрен һөрттө.
— Белмәнек шул, балам, хәлдәреңде. Әллә ҡасан барып алыр инек.
“Хәҙер ҙә һуң түгел, борсолма…” — тип эстән генә өҫтәне Рәзим һәм һүҙҙе икенсегә борҙо. Эш эшләнде. Ул бында күпме теләй, шунса йәшәйәсәк. Кәрәк булһа, ошо ҡарсыҡҡа “эт типкеһендә үткән сабый саҡ” темаһына әңгәмә ҡуйыртыу ҙа етә. Шунда уҡ был әбей инә ҡарсыға шикелле уны яҡларға ташланасаҡ. Әлегә был хаҡта башҡаса кәрәкмәй. Артығыраҡ булыр.
…Рыҫҡужа был мәлдә яй ғына атлап урам буйлап килә ине. Лира килене әле генә төп йортта булған ғәжәп хәл тураһында тәмләп-тәмләп тасуирлап, Зөһрә эргәһендә ҡалды. Рыҫҡужаның йәне һыҙлай ине. Әйләнә лә күҙ алдына ҡалала ҡоҙаларының йорто ҡаршыһында булған күренеш килә. Үҙенең аяҡ аҫтында тапалып ятыуы, ейәненән шәфҡәтлелек көтөүе, уныһының иһә ерҙә ятҡан ҡарт яғына сертләтеп төкөрөп һүгенеүҙәре… Нисек онотаһың быны? Күп ваҡыт та үтмәгән бит юғиһә. Биш йыл, ни бары биш йыл. Ә был биш йыл дәртләнеп эшләп йөрөгән алмалай ҡыҙын һулытып-шиңдереп теге донъяларға алып китте.
Рыҫҡужа әкрен ғына аҙымдар менән болдор баҫҡыстары буйлап күтәрелде. Үҙ өйө ят һымаҡ тойолдо уға. Вәт ғәжәп, һәр бүрәнәһен үҙ ҡулдары менән һалған, уларҙағы китек-ҡотоғона тиклем таныш булған йортоң да сит тойолһон әле!
Рәхиләнең өтәләнеп китеүенән олатай тейешле кешенең инеп килеүен аңлаған Рәзим ҡартты ҡаршылап аяғөҫтө баҫты. Был йортта төп кешенең тап ул икәнен егет инде аңлап өлгөргәйне. Ҡарсыҡ күпме йәүкелдәһә лә, аҙаҡҡы ҡарарҙы ҡараштары ҡарсығаныҡы кеүек үткер, үҙе лә ҡайһы яғы менәндер һунар ҡошон хәтерләткән ошо ныҡ кәүҙәле ир уҙаманы ҡабул итә. Йәше сама менән етмештең өҫтөндә булһа ла, һис кем дә уға был йәште бирмәйәсәк. Донъяла үҙе баш, үҙе түш булып йәшәргә өйрәнгән һәм ошо ҡомарҙы улдарының улдарына биреп ҡалдырырға өйрәнгән заттарҙың береһе ине был.
— Һаумы, ҡартатай! — тип үҙе башлап өндәште Рәзим бик итәғәтле тауыш менән.
Өйөнөң түрендә һыра шешәһе күтәреп, теш араһынан төкөрөп ултырған берәй шпананы күрергә әҙерләнеп килгән Рыҫҡужа аптырап китте. Ҡаршыһында оҙон ғына буйлы, киң яурынлы егет баҫып тора. Төҫө-ҡиәфәте менән Фәһим ейәненә апаруҡ оҡшаһа ла, уларҙы “һуйған да ҡаплаған” тип һис кенә лә әйтеп булмай. Әллә нимә айыра уларҙы. Тик бына нимә — төшөнөүе ауыр.
— Һаумы, — тип өндәште ул ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән. Үҙе ҡаршыһындағы егеткә һынап ҡараны. Бисәләр шикелле ҡосаҡлаған һәм арҡанан ҡаҡҡан булып сөсөлдәүҙе килештермәне.
Рәзимдең ҡарашында аңлайышһыҙ тойғо сағылып үтте.
— Бына, ғүмер булғас, һеҙҙе килеп таптым… олатай… — тине ул һуңғы һүҙенә баҫым яһабыраҡ. — Әгәр ҡабул итһәгеҙ, — тип тә өҫтәне.
— Кит, улым, ул ни тигән һүҙең тағы? — тип өтәләнеп китте Рәхилә.
— Бик хуп. — Рыҫҡужа һуңғы аҙнала шырт баҫып киткән яңағын һыйпаны. — Бик хуп. Күптән кәрәк ине, — тип өҫтәне, бының ихлас әйтелдеме-юҡмы икәнен үҙе лә белмәһә лә.
Рыҫҡужа түргә үтте һәм уның ни әйтерен көтөп түҙемле генә ҡиәфәттә баҫып торған Рәзимгә өндәште.
— Әйҙә, улым, табын артында һөйләшербеҙ. Беҙҙең бит өр-яңынан танышаһы, онотолған туғанлыҡты тергеҙәһе бар… Үҙең хаҡында шунда барыһын да һөйләрһең.
Егеттең эсенә йылы йүгерҙе. Рыҫҡужаның уны инде бер тапҡыр күргәнен белмәһә лә, был ҡарттың ыштанһыҙ бер ябай ауыл ҡарты түгеллеген ул аңлағайны инде. Тимәк, күп нәмә унан торасаҡ. Һаҡ булырға кәрәк. Улар һәр ҡайһыһы үҙ уйын уйлап, ҡәнәғәт ҡиәфәттә йүгерә-йүгерә табын әҙерләп булашҡан Рәхилә эргәһенә үттеләр.

Дауамы бар.

Автор:Фәниҙә ИСХАҠОВА