Все новости
Литература
2 Января , 09:00

Ҡоҙа менән ҡоҙағый (хикәйә)

Рыят ҡарттың ҙур күркәм йортонда туйға әҙерлек бара. Әле үҙе, әле алдарында йөрөгән Сәкинә күршеһе менән бисәһе Йәмилә келәт менән бәләкәй өй, бәләкәй өй менән төп йорт араһында йүгергеләй. Ишек алдындағы ҡар баҙынан түшкә-түшкә ит сығарып ҡуйылған, уны ике оло ҡаҙанға бешерергә һалырға ҡалған. Өй башынан ҡаҡлаған ҡаҙ-өйрәк тә төшөрөлдө, ауыл килендәре киҫкән туҡмас та үҙ сиратын көтә. Йәшерәк күрше-күлән заманына күрә турама-фәлән, сәксәк-бәлешен, тағы әллә ниндәй ҡырылмаһа ҡырҡ төрлө тәмле-татлы ризыҡ әҙерләү менән мәшғүл.

Ҡоҙа менән ҡоҙағый (хикәйә)

- Сәйгә ҡуя торған тәғәмде кесе өйҙә тотоп тороғоҙ, - тип бойорҙо Йәмилә йәш ҡатындарға. - Төп аш-һыуҙан алда сәй бирмәбеҙ, ана, ҡымыҙ бар, кемдер бал балынан ауыҙ иткеһе килер. Буҙам да күперә...
Кинйәләре Фәнзилә сыға кейәүгә. Йәше еткән, күптән үҙ ғаиләһен ҡорорға ваҡыт. Бығаса Рыяттың әҙәм көлкөһөнә ҡалып йәшәгәне булманы, үшәнләнеп, донъяны үҙ яйына ҡалдыра торған хужа түгел ул, тернәксел, серәш бисәһе лә үҙенә тура килеүен әйт әле һин уның, икәүләшеп егелеп, донъяны тиң тартҡас, алға тәгәрәмәй ҡайҙа барһын тормоштары. Биш бала үҫтерҙеләр, береһе-бер кеше тәғәменә аңшайып үҫмәне, әллә ниндәй юғары урындарҙа уҡымаһалар ҙа, бик тә кәрәкле донъяуи һөнәрҙәр алдылар. Дүртәүһен башлы-күҙле итеп, инде кинйәләренең үҙ тиңен осратырына өмөттәрен дә юйып бөткәйнеләр, ана бит, суҡынсыҡ, шым ғына йөрөп, ниндәй сибәр, аҡыллы егетте эләктергән. Уныһы бер аҙ йәшерәк тә, ахыры. Булһа ни, Рыят тиҙ үк үҙ яйына төшөрөп алыр кейәүен. Былай баҫалҡы, хатта йыуашыраҡ та күренә инде күренеүгә. Уның ҡарауы, эшкә бөтмөрҙөр, ҡыҙы таныштырырға алып килгәндә, урамдан да инмәй, ишек алдындағы йомош менән булды бит. Атайһыҙ булыуы бер аҙ эсен бошорҙо, әлбиттә. Шулай ҙа ҡоҙағый буласаҡ кеше менән танышҡас, йөрәге урынына ултырҙы. Фәнзиләһе ҡәйнә йортонда үҙе баш буласаҡ, көн кеүек асыҡ быныһы. Үтә лә ипле, мәүлим таштың үҙе һымаҡ сабыр холоҡло икән кейәүҙең әсәһе. Унан, кинйәкәүен йәһәтләп башҡа сығарыу яйын ҡарар, йәштәр үҙҙәренсә йәшәргә тейеш. Район үҙәгендә ер алып ҡуйылған, нигеҙ һалынған, йорттарын төҙөй һалып бирһә, әйҙә, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрһен ҡыҙы менән кейәүе. Хәҙер, әүәлге кеүек, килен-ҡәйнә айҡашып йәшәр заман түгел. Шулай фекер йөрөтә Рыят. Йәмиләһе лә яратҡан кинйәкәүен ҡәйнә тупһаһында йәшәтеү яғында түгел.
- Йәһәтлә өйөңдө, Фәнзиләне яңы урынға ғына оҙатайым. Аҫыл-аҫыл ҡаралтымды ирһеҙ бисәнең ҡарамағына тапшырып, әрһеҙләтер хәлем юҡ, - тип кенә ебәрә әле ул.
Ай-һа-а-ай, үҙгәргәс үҙгәрә лә икән әҙәм балаһы, Рыяттың шыңғырҙап торған донъяһына урамдан килеп ингәнен дә онотҡан. Өҫтөндә һуң, өҫтөндә бер ҡат күлмәге менән ылҡаһы ҡалмаған йоҡа көпөһөнән башҡа нимәһе бар ине? Сыйырман йәбеште Рыятҡа, бүре тоҡомо тип тә торманы. Ауылда "бүреләр араһы" тип йөрөттөләр Рыяттың ата-әсәһен, зат-зәүерен. Һөҙә ҡараған уҫал ҡараштары өсөнмө, сикә һөйәктәрен белгертеп, эскә һурылған яңаҡтарына күрәме... Күрер күҙгә күрмәлекһеҙ генә булһалар ҙа, шөкөр, һәр ҡайһыһы берәүгә лә аша бирмәй, эләгә-тәгәрәй донъя көтә. Йәмиләһе: "Эштән бушамайым", - тип шыңшып алғылай бәғзе мәл. Бушамаһа, эше барҙың ғына ашы бар. Кемгә тәтей әле тиҫтәләгән һыйыр малы, утыҙлаған һарыҡ-кәзә, ул ҡош-ҡортон Рыят түгел, бисәһе лә теүәл белеп бөтмәйҙер әле. Умартаһы ғына иллеләп. Бүтәндәр һуғыштан һуң күтәрелеп китә алмай ыҙалағанда, ул хужалығын йәһәтләп бөтәйтеп, киңәйтеп ебәрҙе Мир өҫтөндә төрлө имеш-мимеш таратырға маташҡан әҙәмдәрҙең ауыҙын тиҙ япты Рыят, күкрәгендәге орден-миҙалдарына төртөп: "Минең кеүек берәйегеҙ батырлыҡ күрһәтә алдымы? Мул тормошҡа имею право", - тип кенә ҡуйҙы. Еңеү көнөн билдәләгәндә өҫтәлдең түрендә генә ултыра хәҙер. Берәү ҙә белергә тейеш булмаған сере бар уның, был турала үҙе лә иҫенә алмаҫҡа тырыша. Абруйы ҙур булғас, мал-тыуарының йыйылған иҫәптән артып киткәненә лә иғтибар итеүсе юҡ. Туйға бөтөн ағай-энеһен тиерлек саҡырған Рыят ҡарт. Йәмиләһенең әҡрәбәһе юҡ иҫәбендә, ҡоҙағыйҙары яғынан кемдәр килер һаман хәбәр итмәгәндәр. Кәңәш-төңәш иткәндә оҙаҡ тәфсилләп-уйлап торманы ул: һәр яҡтан унар дуға тип, бисәһенең дә, буласаҡ ҡоҙағыйының да һушын алды. Бығаса ауылда шунсама ғәләмде йыйып туй яһаған берәү ҙә булғаны юҡ. Ниңә бер шаулап алмаҫҡа, һый етерлек, бер ҡапҡала ике йорт, урыны ла баштан ашҡан, ишек алдында буйҙан буйға өҫтәлдәр һуҙылып, эскәмйәләр яһап ҡуйылған. Ҡунырға һәр туғаны берәр дуға ҡунаҡты алып ҡайта, йолаһы шулай.

Улының етеш ғаиләлә үҫкән ҡыҙға өйләнеүенә бер аҙ ҡыуанһа ла, Әсмәнең күңелен ниҙер тырнап торғандай, үҙе лә аңламай. Килен Сәғитемде хушһынһа ярар ине, тип көйәләнә, былай ҙа тәкәбберлеге йөҙөнә сыҡҡан. Күҙ ҡараһылай күргән балаһына ҡарай ҙа, уныһының һөйөүҙән балҡыған йөҙөн күреп, йәнә тынысландыра үҙен: бер-береһен яратһалар, килешерҙәр, йә Хоҙай, бәхет насип итсе берҙән-бер улыма, тип уҡына башлай. Мәжитенең төҫө бит ул, күҙ терәп торған ғәзизе. Бер ай ғына йәшәп ҡалды һөйгәненә сығып, һуғыш уты бәхеттәрен төбө-тамыры менән көйҙөрөп үтте. Үҙенең атай буласағын да белеп өлгөрмәне Мәжит, дәжжәл ялҡынында эҙһеҙ юғалды. Ғүмер буйы көттө, көтә Әсмә ирен, улын да ир еткерҙе, насип итһә, ейәндәрен дә һөйөр, берҙән-бер мөхәббәте генә әйләнеп ҡайтмаҫтыр инде. Һәләк булды тигән хәбәр алһа ла, бәлки, еңелерәк булмаҫ инеме икән? Ҡырҡ йәшенә инер-инмәҫтән сәстәре салланды Әсмәнең, һылыу йөҙөнә ҡайғы-хәсрәт эҙе булып йыйырсыҡтар ятты. Һуғыштан һуң ирҙәр аҙ ҡалһа ла, һоратманылар түгел Әсмәне, һораттылар. Эшкә уңған, зифа буй-һынлы, матур ҡатын күптәрҙең йоҡоһон осорҙо. Уның иһә яуабы бер ине: "Мин Мәжитемде көтәм..." Көттө, көтә. Ҡайтмаҫын белһә лә көтә һаман. Улын кәм-хур итеп үҫтермәҫ өсөн тырышты, башҡармаған эше ҡалманы, етешмәй киткән саҡтарында кеше балаһын да ҡараны, түрә-ғараның иҙән-керен дә йыуҙы. Уҡытты Сәғитен. Улы үҙе лә тырыш булды, тиҙ ҡул аҫтына инде, бары тик әсәһенең ҡайғыртыусан наҙ-иркәһен, өләсәләре тәрбиәһен күреп үҫкән егет баҙнатһыҙыраҡ булып ҡалды.
Әле бына туйға әҙерләнеүҙәре. Теге ваҡыт ҡыҙҙың атаһы күҙ ҙә йоммай: "Унар дуға!" - тип ысҡындырғас, баҙап ҡалды Әсмә. Ҡалайтып күтәрер икән һуң яңғыҙы ул туй сығым-мәшәҡәттәрен? Ҡыҙ яғына барып һыйланып ҡайтыу менән эш бөтмәй бит. Уның ни әйтергә лә белмәй ҡаушап ҡалғанын тойған ҡоҙаһы йәһәтләп тынысландырырға ашыҡты: "Ҡоҙағый, хафаланма, беҙҙең яҡта ғына гөрләтеп байрам итербеҙ ҙә етеп торор. Хәлеңдән килгән тиклем күстәнәсеңде алып килһәң дә булған. Ә дуға иҫәбе шулай ҡалһын, туған-тыумасаһыҙ түгелһеңдер ҙә..."
Туғандары, шөкөр, бар инде уның. Улары намыҫланып китеп: "Был яҡта ла һыйлайыҡ," - тип ҡаранылар ҙа, ҡалын донъялы Рыят ҡаты торҙо: "Бәпәй туйын һеҙ үткәрерһегеҙ, иншалла." Әйтте лә ул шулай тип, ауыҙ һәлендереп барып булмай, егет яғы ла бар хәленсә бешеренеп-төшөрөнөргә, бүләк-маҙарын әҙерләргә кереште. Ярай әле, улының эш хаҡын бер тинен тотонмай һалып барғайны, ярап ҡалды.
...Туйҙың иң ҡыҙған мәлендә Рыят ҡыҙы менән кейәүе ултырған яҡҡа күҙ атты. Ҡайҙа күрҙе һуң ул буласаҡ кейәүен? Таныша килгәндә әллә иғтибар итмәгәнме, әллә тегеһе уның күҙенә бик салынырға тырышмағанмы, ниңәлер йөҙөн хәтерләп ҡалмағайны. Сибәрлеге күҙенә ташланһа ла, һуңынан егеттең төҫ-башын күҙ алдына килтерә алмағайны. Бына әле аптырап ултырыуы: таныш, бигерәк таныш ине Рыятҡа Сәғиттең йөҙө. Ҡыйыуһыҙ ғына йылмайыуы, йылмайғанда бит осоноң соҡорайып китеүе, хатта һул ҡулы менән сәстәрен һыйпап алыуы... "Бер районда йәшәйбеҙ ҙә, берәй күреп ҡалғанмындыр," - тип, мейеһен сүкегән уйҙы ҡыуырға маташып ҡараны, юҡ, осраҡлы ғына, урамда үтеп барышлай күҙгә салынған төҫ-баш түгел ине был. Таныш, үтә лә таныш йөҙ, буй-һын...
"Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел, - тигән фекергә килде Рыят. - Саташамдыр." Алдында ултырған бер стакан балды төп күтәрә эскәс, еңелерәк һымаҡ булғайны ла, ҡыҙы менән кейәүе уртаға бейергә төшкәс, йәнә йөрәге ярһып тибергә, мейеһенә тынғылыҡ бирмәгән уй үҙен тамам йонсоторға кереште. Ҡыҙмаса башҡа әллә ниндәй хикмәтле уйҙар йүгерҙе: терелеп ҡайтҡан... Үлмәгән... Тик ниңә йәп-йәш һуң?..
Төнө буйы ҡысҡырып, саташып сыҡты Рыят.
- Сеү! Сеү! Ҡунаҡтар ишетә бит, - тип тыйып ҡараны Йәмиләһе. Ире уянғандай итә лә:
-Ҡара әле, үлгән кеше тереләме ул? - тип, йәнә әллә ниҙәр һөйләнә башлай.

... Фронтҡа китеүселәр араһында ул да бар ине. Әрһеҙерәк ауыл ир-егеттәре араһында ҡупшы һын-һыпаты, үҙен тотошо менән айырылып торған Мәжит. Әйтерһең, ябай колхозсы ғаиләһендә тыуып-үҫмәгән, ҡайҙалыр ҙур ҡалала аҡһөйәктәр араһында тәрбиә алған да бында, йыйын ауыл мужигы араһына, осраҡлы ғына килеп эләккән. Тәү күреүҙән яратманы уны Рыят. "Берәү һуғышҡа бара, -тип нәфрәтләнеп уйлап ҡуйҙы, Мәжиттең фронтҡа үҙ теләге менән яҙылғанын белгәс. - Уйын уйнарға барам, тиҙер, бисара." Ә бына ул үҙенең киләсәген асыҡ күҙаллай. Һәм шулай буласаҡ та. Әгәр осраҡлы пуля тейеп кенә уй-ниәтен боҙоп ҡуймаһа, әлбиттә. Совет иле өсөн үҙ теләге менән баш һалырға йыйынмай ул. Форсаты сығыу менән теге яҡҡа һыпыртасаҡ. Тик уңай мәлен генә табырға кәрәк. Еңеү барыбер Гитлер яғында буласаҡ - быға шикләнергә лә кәрәкмәй.
Уларҙы көнъяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аяуһыҙ һуғыш алып барған Украина фронтына оҙаттылар. Бына ҡайҙа икән ул мәхшәр! Әгәр тамуҡ була торған булһа, тап ошолор: кем ҡайҙа йүгерә, кем кемгә ата - бер ни аңларлыҡ түгел. Киевҡа табан ынтылған немецтар яҙа-йоҙа ҡоралланған совет ғәскәрҙәрен ян-яҡтан ҡыҫмаҡҡа алып ҡырып-һепереп бара. Ошонан да уңайыраҡ мәл булмаҫ, тип ҡарар ҡылды Рыят, һәм беҙҙекеләр сираттағы ауылды ҡалдырып артҡа сигенгәндә, ике ҡулын юғары күтәреп, дошманға ҡаршы китте.
-Туҡта! Ҡайҙа бараһың, мөртәт?! - Мәжит уны туҡтатырға, кире борорға ынтылды. - Туҡта, тием!
"Әгәр советтар еңеп ҡуйһа? Мин һатлыҡ йән буламмы? Ә ул шаһит..." - Мәжиткә төҙәп атҡанында Рыят әйтеп бөтөргөһөҙ кинәнес кисереп өлгөрҙө шикелле. Яҡташының пуляһы иһә уның яурынын ғына сыйып үтте. Йығылғанда ла Рыят һау-сәләмәт ҡулын юғары сөйөргә онотманы...
Уға артыҡ һорау биреп тә маҙаһыҙламанылар.
- Ни өсөн әсирлеккә бирелдең? - тиеүҙәренә ҡаршы Рыят:
- Мин бөйөк Германияға хеҙмәт итергә теләйем! - тип яуапланы һәм, шартына килештереп, - Һайл Гитлер! - тип аҡырҙы.
Һаһылдашып көлөшкән фашистар бик ҡәнәғәт ҡалды: бына тигән өгөт-нәсихәт алып барасаҡ был хөрәсән. Штабҡа, юғарыраҡ офицерҙың эргәһенә алып килделәр. Тегеһе:
- Беҙ һине полицай итеп күтәрәбеҙ! Теләгең булғас, әйҙә, бөйөк фюрерға хеҙмәт ит! - тип бойорҙо.
- Һайл Гитлер!
Дошман тылындағы ҡанһыҙ эштәре шулай башланды полицай Рыяттың. Бында баҫҡынсыларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыусылар әҙ түгел ине. Уларҙан ойошторолған махсус бригада үҙенең үтә аяуһыҙлығы менән айырылып торҙо: яңы власҡа ла ярарға кәрәк, артҡа сигенеү юлы ла юҡ, тимәк фашистарҙың еңеүе улар өсөн язанан ҡотолоу юлы буласаҡ. Рыят иһә ҡанмаҫ үсен ҡандырҙы: ата-бабаларының монаятына ҡул һуҙып, яҡындарын Себер һөргән большевик яҡлыларға ҡаршы кинәнеп көрәште.
Ул көн бөгөнгөләй күҙ алдында.
Ауылда партизандар йәшеренгән. Кем дә кем уларға ярҙам итә - бөтәһен дә аҫырға! - Кейек аулап, эҙ артынан еҫкәнеп барған һунар эттәре һымаҡ, полицайҙар, өйҙән-өйгә йөрөп, тентенергә тотондо. Үҙе тикшергән өс-дүрт йортта бер ниндәй партизанға ла юлыҡмаған Рыяттың кәйефе лә ҡырыла башлағайны инде. Йорттарҙың береһендә ихатала йәш украинканы күреп ҡалды. Нәфсеһе ҡуҙғалды. Алан-йолан ҡаранып, шунда йомолдо. Ҡатын унан ҡасып ҡотолорға теләне. Ҡыуышып йөрөй торғас, Рыят уны матҡып тотоп алды.
- Ебәр, ебәр, әҙәм аҡтығы! - Ҡатын бар көсөнә уның башын төйгөсләргә тотондо.
Рыят уның һайын ҡыҙҙы. Ауыр кәүҙәһе аҫтында өҙгәләнеп ҡысҡырған ҡатынды өҙгөләп-йолҡҡосларға кереште. Һәм ҡапыл кемдеңдер башына һеңгәҙәтә һуғыуына, ҡорбанын ысҡындырып, ситкә тәгәрәне.
- Бына ҡайҙа осраштыҡ, мөртәт! - тине уға таныш тауыш.
Ауыртыныуҙан күҙен йомған полицай күҙ ҡабаҡтарын күтәрҙе. Тертләп китте. Әсирлеккә төшкәнендә үҙе атып йыҡҡан Мәжит тора ине.
- Мишенька! Родненкий! Беги! - тип Мәжитте ситкә өҫтөрәне әлеге украинка. "...Эш хөрт... Хәҙер берәйһе ярҙамға килмәһә, был үс аласаҡ минән, - " тигән уй йүгерҙе Рыяттың башынан. Үҙе кобураһынан пистолетын алырға маташты. Мәжит ҡулындағы һәнәк менән уның терһәгенә тондорҙо, йәһәт кенә эйелеп, пистолетын ала һалды. Әммә ҡатын да, ул да ни ҙә булһа эшләргә өлгөрмәнеләр, тауышҡа бер нисә полицай йүгереп килде...
Мәжит менән уны йәшергән украинканы шул көндө үк язаланылар.
... Совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсеп, дошман ҡулындағы ерҙәрҙе азат иткәндә, Рыят машиналарға тейәлешеп өлгөргән фашистар артынан:
-Мине лә үҙегеҙ менән алығыҙ! - тип йүгереп барҙы, әммә тегеләрҙә уның ҡайғыһы юҡ ине.
Хужалары яҙмыш ҡарамағына ҡалдырып ҡасҡас, махсус бригада, бүре ише бер өйөргә йәнә уҡмашып, урманға күсте һәм ҡара эштәрен дауам итте. Әммә оҙаҡламай һатлыҡ йәндәрҙең дә боғаҙынан алдылар, ҡырғанын-ҡырып, тере ҡалғанын әсир төшөрөп, хөкөм ҡулына тапшырҙылар. Тыуа-тыуғандан бүре тиреһе ябынған Рыят бында ла һау ҡотолдо. Йәш кенә совет һалдатын үлтереп, уның кейемдәренә төрөнөп алды, кеше талап йыйған алтын-көмөшө лә үҙе менән ине, ҡараңғынан-ҡараңғыға, урмандан-урманға, ҡасып-боҫороноп, башы һуҡҡан яҡҡа шыуышты. Байтаҡ ыҙа сиккәндән һуң, осраҡлы тиергә лә була, Уралға илтә торған юлға төштө.
Яу яланында хәбәрһеҙ юғалған Рыят ауылына төнөн килеп инде. Яңғыҙ ғына көн күргән әсәһенең ишеген шаҡыны. Улынан бер хәбәр ҙә алмаған әсә ҡыуаныс-бәхетенән ни алып, ни һалырға белмәне: бына, насип иткәс, һау-сәләмәт ҡайтып төштө бит улғынаһы, рәхмәт төшкөрө! Иртәнсаҡ йүгереп сығып, күрше-күләнгә һөйөнсөләргә йыйынған әсәһенә Рыят ҡаты ғына өндәште:
- Ишетһен ҡолағың, минең ҡайтыуым тураһында берәүгә әйтә күрмә!
Һиҙенде әсә: улы тигенгә йәшеренеп йөрөмәй. Тик ни ҡылһын, ҡара булһа ла, һоро булһа ла үҙенеке, йөрәк итен ярып сыҡҡан ғәзизе, улы ни тиһә - шул булыр.
- Бына, ошо сәғәтте баҙарға алып бар. Орден-миҙал һатыусы таба алһаң, алмаштырып ал.
Ундайҙар булыуын тоҫмаллай ине Рыят. Һуғышта кемдер ҡорал тотоп атакаға барһа, кемдер кеше талау менән мәшғүл булды. Әлбиттә, тотолғандарының баштарынан һыйпаманылар, шулай ҙа бол туплап, байығып ҡайтыусылар ҙа булды. Рыят үҙе лә бит унда аҫып-киҫеп кенә йөрөмәне, алдағы көнөн ҡайғыртып, бәпкә яҫҡыған төйҙөгәндәй, ян-яғын аңдып-күҙәтеп йөрөп, ғүмерлеккә етерлек алтын йыйҙы. Ҡойроҡтарын һыртҡа һалған фашист ғәсҡәрҙәренән дә әллә күпме байлыҡ сәселеп ҡалғайны.
- Милиция күҙенә салынмаҫҡа тырыш. Күреп-фәлән ҡалһалар, башыңды йүләргә һал. Таптым, тип әйт, сурытма, - тип өҫтәне әсәһенә шоҡомһоҙ ҡарашын төбәп.
Еүәйрә нисәнсе ҡат барыуындалыр улы көҫәгән әйбергә тура килде. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән оло ғына ҡатындан һатып алды "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены менән "Батырлыҡ өсөн" миҙалын.
- Яуҙан ошо тимерҙәрҙе тағып ҡайтты ла кейәү яраларынан төҙәлә алмай үлеп тә китте, үҙе булмағас, нишләтәйек быларҙы, ҡыҙым сирләй, өс бала ас ултыра, - тип һөйләнә-һөйләнә итәк аҫтынан ғына Еүәйрәнең усына наградаларҙы һалды. - Тик һинең был сәғәтеңде ҡалайтырмын икән? Тимер-томор кемгә кәрәк хәҙер? Икмәккә тилмерә әҙәм...
Йәлләп, Еүәйрә ҡарсыҡҡа сәғәтте һатышты. Алыусыһы тиҙ табылды, икмәккә тилмермәй, донъя бөтәйтеүселәр ҙә етерлек ине.

... Һуғыш тамамланғас, арҡаһына артмағын йөкмәп, юлда осраған арбаға тейәлеп "ҡайтып төшкән" Рыятты ауыл халҡы геү килеп, ҡыуанып ҡаршыланы: тағы бер эш ҡулы өҫтәлде, берәй бәхетлеһенә иш ҡайтты. Хәрби комиссариатҡа әҙер легендаһы менән барып инде хыянатсы, килештереп ҡул һырты менән "күҙ йәштәрен" дә һыпырғылыап алды, яу хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бәхетенә, күп тә үтмәй, комиссариатҡа яңы етәксе килде, кемдеңдер шәхси эшен ҡарап-тикшереп торор мәл түгел ине. Тикшерһәләр ҙә, осона сығырҙайы юҡ, Рыят яраланып ятып ҡалған, туғандары өсөн "хәбәрһеҙ юғалған", дошман тылында уны бер ҡатын ҡотҡарған, һуңынан партизандар отрядында көрәшен дауам иткән... Наградалары барлығын өндәшмәй торорға булды. Ирәүәнләнеп йәшәр көнө алдараҡ, насип итһә. Әлегә итәк-еңеңде йыйыңҡырап торорға кәрәк. Тәүҙәрәк өркөп-ҡурҡып йәшәүҙән йәне алҡымына килгән саҡтар ҙа булды, тора-бара тыны иркенәйҙе, теле лә сарланды, урамдан уҙғанда, түшен киреп йөрөй башланы. Иҫән ҡалған яугирҙар менән хәтирәләр бүлешер булып китте, ипләп кенә үҙенең ҡаһарманлыҡтар күрһәтеүен белгертте, орден-миҙалдары булыуына ла ишараланы. Көнитмеше үҙенең билдәле бер һуҡмағына төштө лә, һәүетемсә дауам итте.Кирә баҫып йәшәргә хыялланған хыянатсы ҡапыл байығып китергә ашыҡманы, ауыл араһында аслы-туҡлы көн иткән етем Йәмиләне алып, яҡты киләсәккә юлын ике быҙауҙан башланы. Колхоз эшенән бушаған арала оҫталыҡ эшенә тотондо, уныһына-быныһына кәртә-ҡура йүнәтеште. Бүтәндәр морондары менән ер һөрөп тә йәлсей алмағанда, Рыяттың донъяһы нығынғандан-нығына барҙы. Йәшерен монаятын тупһа аҫтына күмде, уны Йәмиләһе түгел, әсәһе лә белмәне.
- Үлән үҫкән ерендә үҫә, - тиештеләр уның хаҡында. - Ата-бабаһын Себер оҙатһалар ҙа ҡото ҡайта бының...
Бүтән төрлө хәбәр ҙә йөрөгөләне ауыл өҫтөндә, әммә ары бер ҡайҙа ла китмәне, берҙән, ауыр эштән, аслы-туҡлы йәшәүҙән миктәгән халыҡта уның ҡайғыһы юҡ ине, икенсенән, һәр ҡайһыһының тиерлек Рыятҡа көнө төшөп кенә тора.
Инде ирәйеп, иркенәйеп йәшәйем тигәндә, был Сәғите ҡайҙан хасил булды һуң әле тормошонда? Һуйып ҡаплаған Мәжит бит, хатта бала атаһына улай оҡшамаҫ. Быныһы бер аптыратһа Рыятты, икенсеһе: Мәжит бер ҙә өйләнгән кешегә оҡшамаған ине бит, йәш кенә, 41-се йылдың июнь аҙаҡтарында уларҙы фронтҡа ебәргәндәрендә береһе лә оҙатып ҡалманы үҙен.
Йөҙө ҡара янып, тумһайып ултырған Рыятҡа ҡарап, уның нимәнән ҡәнәғәт булмауына аптырашты туйҙағылар. "Әллә ҡоҙа беҙҙең яҡҡа берәй үпкә белдермәксеме? - тигән һорау борсоно Әсмәне лә. - Кисә һәп-һәйбәт ултыра ине лә... Бөгөн йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел. Ас яңаҡтары тағы ла эскәрәк батҡан, күҙҙәре уҫал ялтырай. Әленән-әле йәштәр яғына борола, уларға һүҙһеҙ-ниһеҙ тексәйеп ултыра. Ҡарашында инабат юҡ," - тигән һығымтаға килде Әсмә. Улының киләсәген уйлап, йөрәге һыҙып ҡуйҙы. Тиң түгелдәр, уныһы көн кеүек асыҡ. Ул тиңһеҙлек матди айырмалыҡта ғына түгел , бында эскерһеҙ, ихлас күркәмлек менән һаждә сарғалыҡ йәнәшә килгән, рухи нәфсиәт менән ҡотһоҙ оңҡотлоҡ ойпалаша. Һүҙ юҡ, тышҡы матурлыҡтары менән пар килгән улы менән килене. Мөләйем, сибәр Сәғит эргәһендә күпереп торған сөм-ҡара сәстәре, ҡыйылып киткән ҡаштары аҫтында оҙон керпектәр артына йәшеренгән муйыл күҙҙәре, аҡ сынаяҡтай йөҙө, аҡҡоштоҡолай аҡ, оҙон муйыны, ҡалҡыу күкрәктәре үҙенә тартып торған һылыу Фәнзилә иш янына ҡуш булып күренә. Уларға ҡарап, күптәрҙең һоҡланып ултырыуҙары ла салына әсәнең күҙенә. Ләкин һирәк-һаяҡ өҫкә талпынған керпектәр аҫтынан килененең муйыл күҙҙәрендә кинәт кенә сағылып киткән уҫаллыҡ, йомоҡлоҡ эсен бошора Әсмәнең. Туй барышында Фәнзиләнең Сәғитенә бер генә йылмайып күҙ ташлағанын да һиҙмәне ул. Әллә ҡоҙа менән ҡоҙағыйы ла тоялармы шул айырмалыҡты? Ҡоҙағыйының йөҙө лә борсоулы күренә, ҡурҡынған һымаҡ та үҙе, иренә урыҡ-сурыҡ күҙ һалғылай. Ошоларҙы иҫәпкә алмағанда, башҡаһы ал да гөл: йырлашалар, бейешәләр, таҡмаҡ та әйтешәләр.

Әсмә Мәжите менән ауыл Советына барып яҙылышҡан көнөн хәтерләне. 1941 йылдың май аҙағы. Бөтә донъяның шау сәскәгә төрөнгән кәләш кенә мәле. Үҙҙәренсә иң арыу һаналған кәстүм-күлдәктәрен кейеп, етәкләшеп совет йортона ыңғайланылар. Хәҙерге һымаҡ ниндәйҙер һынау осоро ла билгеләп тормайҙар ине, уларҙың мөхәббәте иген баҫыуҙарында сүп-сар утауҙа, ырҙын табағында ашлыҡ иләүҙә, икеһенең бер комбайнда иген урыуҙарында һыналған. Улар ҙа, ғәжәп тиң, матур пар, өҫтәрендә бөгөнгөләй йылҡылдап торған ҡиммәтле кейем булмаһа ла, туй урынына иң яҡын кешеләре менән бергәләп тары бутҡаһы ашап, сәй эсеүҙәренән оло ҡәнәғәтлек алып, бәхетле йылмаялар. Мәжите үҙенә текәлгән һайын Әсмәнең йөҙөнә оялсан алһыулыҡ йүгерә, йылмайып һөйгәненә бер күҙ һирпә лә башын аҫҡа эйә. Тәүге төндө тартынып та, ҡурҡып та мөйөшкә һыйынып үткәргәненә әле булһа үкенеп бөтә алмай ул. Былай ҙа яҙмыш тарафынан ҡалаҡлап ҡына һонолған бәхеттәрен һайығайтып, ниңә улай ҡыланды, Мәжитен ғазаптарға дусар итте икән, тиле ҡыҙыҡай. Иртән уныһы: "Кәләш, төнөн ҡайҙа йөрөнөң ул?" - тигән булды шаяртып. - Эй эҙләнем һине, эй эҙләнем..." Хәҙер, бына, Әсмәһе уны эҙләй, ғүмере буйына эҙләп табалмай. Фронтҡа оҙатҡандарында ла сыға алманы, ҡапыл ғына ауырыҡһынды ла киттесе. Ҡәйнәһе уның эргәһендә "мәне" килеп тороп ҡалды. Бахырҡайҙы өйҙән берәү оҙата барманы. Туҡтауһыҙ уҡшыған кәләшен күкрәгенә ҡыҫып: "Ярай, сығып йөрөмә, берәй ярамаған ризыҡ ҡапҡанһыңдыр, мин оҙаҡламам, бына күрерһең, дошманды дөмөктөрөп, ике-өс айҙан ҡайтып та төшөрмөн әле," - тине. Әсәһенә лә йылы һүҙен тапты: "Әсәкәйем, икәү ҡалығыҙ йортта, икәү мине ҡаршыларһығыҙ, бер-берегеҙгә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ," - тип өгөт-нәсихәтен биргәндәй итте. Әсмә ире артынан йүгереп сыҡмаҡсы булды ла, башы әйләнеп, тупһаға сүгәләне. Уның өсөн ҡурҡҡан әсә кеше лә улын яуға оҙата алманы. Кем белгән шул минутта ай элек кенә яралған улының, үҙенең етем ҡалырын һиҙенеп ҡорһаҡта дау ҡуптарғанын?!.
Ике-өс айға тигәне ғүмерлеккә булып сыҡты. . Ҡәйнәһе мәрхүмә ейәнен үҫтереште, донъяһын ҡарашты, улын яуҙан көтөп тағы ун йыллап ҡына йәшәне лә, өмөтөн өҙөп, күҙҙәрен йомдо. Әсмә үҙе эргәһенә әсәһен алды. Ике өләсәй ҙә Сәғиткә бөтә йылылыҡтарын бирергә тырыштылар, ейәндәрендә инсафлыҡ, намыҫ тәрбиәләү өсөн бар көстәрен һалдылар. Ҡәйнәһе менән әсәһе ярҙамынан тыш, Әсмәгә бик ауырға тура килер ине, ҡара таңдан төнгә тиклем эштән айырылмаған әсә, кем белә, улын әлегеләй саф рухлы, һау-сәләмәт итеп үҫтерә лә алмаған булыр ине, бәлки. Эйе, бишәр, унан да күберәк балалар менән яңғыҙ ҡалған ҡатындар ҙа күп ине, уларҙың күргән нужаларын һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел. Балаларын теүәл ир еткергәндәр һирәк булды. Әсмә иһә эштә улы өсөн борсолманы, көс-ҡеүәтен хеҙмәткә, ғаиләһен туҡ йәшәтеүгә бирҙе.
...Туй таралды. Йәштәр ҙә район үҙәгенә, үҙҙәренең эшләгән урындарына юлланды. Рыят ҡыҙы менән кейәүен оҙатырға сыҡманы, Сәғиттең таныш ҡарашына тап булыуҙан ҡурҡты. Өс көн, өс төн алйыған һымаҡ булып йөрөнө лә ғәйеп булды. Тағы өс көндән уны урмандан аҫылынған килеш таптылар. Сәбәбен аңлатҡан яҙыу-фәлән дә ҡалдырмаған, берәүгә-бер өндәшмәгән дә. Ауыл халҡы ни уйларға ла белмәй, төрлөсә фекер йөрөттө. Бисәһе Йәмилә генә иренең үлеме ни ғәләмәттәндер кейәүенә бәйле икәнен тоҫмалланы. Шулай ҙа был хаҡта берәүгә лә өндәшеп торманы, уға ҡыҙының бәхете мөһимерәк ине.
Ярты йыл самаһы үтеүгә Ҡайынлы ауылына дәүләт именлеге комитетынан килеп төштөләр. Рыят менән ҡыҙыҡһындылар, уның күптән түгел үҙ-үҙенә ҡул һалыуын белгәс: "Язаһын алмай киткән, ҡыҙғаныс," - тип ҡуйҙы берәүһе. Хәлле ауылдаштарының ауылда кем булыуы асыҡланғас, кемдер: "Әҙәм ҡаны ебәрмәй шул," - тигән һығымта яһаны. "Бәхете бар икән, егерме йылдан ашыу, бөйөр эсендәге май кеүек, ожмахта йәшәп ҡалды, ҡәһәрең," - тип өҫтәне икенсеһе. Тик хыянатсы бәндә ҡылғандарҙың ҡыҙы туйына ҡайһылай бәйле булыуын берәү ҙә аңлай алманы. Әсмә генә ниҙер һиҙенгәндәй ҡоҙағыйынан: "Ҡоҙа мәрхүм ҡайһы фронтта булды һуң?" - тип һорай ҡуйҙы. "Әллә, кем белһен, мин әле уға сыҡмаған инем бит." - тип яуапланы Йәмилә. Әсмә һөйгәненән килеп өлгөргән берҙән-бер хатты тотоп, хәрби комиссариатҡа китте. Мәжите менән Рыяттың бер үк фронтҡа эләгеүҙәре мәғлүм булды. Һуңғараҡ Рыяттың ҡулынан һәләк булған ҡорбандар араһында Мәжиттең булыуы ла асыҡланды, шаһиттар табылды. Тетрәнеүҙән йоҡлай алмай интекте Әсмә, килененең йөҙөнә күтәрелеп ҡарағыһы килмәне. Хис-тойғоһон йәшереү өсөн йәштәрҙең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Бер үҙенә үтә ауыр ине был йөктө күтәреүе. Килене ауыр аяҡлы, бына-бына ейәнеме, ейәнсәреме тыуырға тора. Нисек ҡулына алыр, ҡалайтып һөйөр-яратыр ул уның балаһын? Көндөҙ эштә онотолһа, икһеҙ-сикһеҙ тойолған төндәрҙә улын уйлап ғазапланды. Тәүҙәрәк, был хаҡта улы белергә тейеш, тип ҡарар итһә, хәҙер икеләнә башланы. Яңы ғүмер ярала. Етемдәр һаны йәнә уның ғаиләһе иҫәбенә артһынмы? Бергә йәшәп ҡалған осраҡта ла хыянатсы, үлтереүсе Рыяттың ҡара шәүләһе килене менән улы араһында үтеп булмаҫ кәртә булып торасаҡ. Тормоштарының рәте-сираты китәсәк. Улын да, донъяға киләсәк сабыйҙы ла бәхетһеҙ итһенме? Өндәшмәҫкә, берәүгә лә өндәшмәҫкә. Район комиссарына барып ҡат-ҡат киҫәтте: был сер булып ҡалырға тейеш.
- Аңламайыммы ни, - тине комиссар. - Һеҙ бик көслө кеше. Тыныс булығыҙ, сер - сер көйө ҡалыр...
Әле бына килене эргәһенә бала табыу йортона китеп барыуы. Ейәне тыуған бит, ейәне! Мәжиттең нәҫеле дауам итә, тимәк. Етәрәк ул икенсе ҡат тәҙрәһендә килененең йөҙөн күреп ҡалды. Тәүҙә аңламайыраҡ торҙо, ниҙер үҙгәргән ине ул йөҙҙә. Ҡапыл башына барып етте: уны күреп, Фәнзилә ихлас йылмая ине...
Гөлшат Әхмәтҡужина.

Автор: