Все новости
Литература
1 Января , 11:00

Пар шыршы (ҡыҫҡа хикәйә)

Ҡарағай урманы янына, әле тәрән үк булмаған ҡарҙы йырып, ҡеүәтле джип килеп туҡтаны. Уның тигеҙ генә геүләгән тауышына ылыҫлы ботаҡтар араһындағы кескәй ҡошсоҡтар тәүҙә иғтибар итмәһәләр ҙә, машинаның ишеге асылып ябылғас, ниндәйҙер хәүеф һиҙгәндәй, ергә ҡар ҡойолдороп, фырр итеп осошоп бөттөләр.

Пар шыршы (ҡыҫҡа хикәйә)

Машинанан сыҡҡан ир багажнигынан ҡулына балта алды ла артҡы ишекте асты. Унан мәктәпкәсә йәштәрҙәге улы ҡар өҫтөнә һикереп төштө.
- Шунан, улым! Оҡшаймы ҡышҡы урман?! Һауаһы, һауаһы ниндәй саф! Ә ылыҫ еҫтәренең тәме. Танауҙы ҡытыҡлай, башты әйләндерә. Һула, улым, һула! Ҡалалағы һаҫыҡ төтөн юҡ бында, - ир улын етәкләп, урманға ҡарай ыңғайланы.
- Ванна еҫе килә, эйе бит, атай?! Ә шыршылар йыраҡмы әле?
Ир урман яңғыратып көлдө:
- Ванна еҫе түгел шул. Һинең ваннаңда ул ылыҫ еҫе, улым. Шыршыны эскәрәк инеп һайлайыҡ, матурырағын, ҡупшырағын. Шыршы тураһындағы шиғырыңды, Ҡыш бабайға һөйләргә, ятланыңмы әле?
- Ятланым! – тине малай һуҙып. Үҙе, ебегән танауын мыш-мыш тартты.
Атай кеше бер ҡулына балта тотоп, икенсеһе менән улын етәкләп, ҡарағай үҫентеләрен ҡарай-ҡарай, алға аталауын белде. Ниһайәт, ул йәнәш кенә үҫкән ике йәш шыршы янында туҡтаны.
- Матурҡайҙар! Ни эшләп улай йыраҡ үҫтегеҙ? Хәйер, кәмейһегеҙ шул. Ситтәрәктәрен ҡырҡып бөтөргәндәр... Оҡшаймы, улым? Алабыҙмы ошо шыршыны?
- Әллә, белмәйем... Ә ниңә теге ҡарағайҙарҙан ғына һайламаныҡ?
- Ҡарағай менән кем Яңы йылды ҡаршы ала, улым?! Беҙ бәләкәй саҡта, өйҙә лә, мәктәп, клубта ла, Ёлка байрамдарына тик шыршы ағасын ғына ҡуя торғайнылар, үәт! – Атай кеше балтаһын яйлап тотоп, матурҡайҙарға яҡынлашты, - ҡара-ҡара, береһе һинең кеүек ҙур, икенсеһе, гүйә, һеңлең, бәләкәйерәк. Икенсе йыл уныһын ҡырҡырбыҙ, эйеме, өлгөрһәк...
- Атай, теймә!.. – Бер ҡулы менән шыршының аҫҡы йәйеген уңайлап тотҡан, икенсеһе менән сабырға балтаһын күтәргән атай улының саҡ ишетерлек тауышына артына әйләнде. Малайҙың күҙҙәренән йәштәре аға ине.
- Ни эшләп, улым? Шыршыны йәлләнеңме? Улар күп бит урманда, - ир, балтаһын ҡарға ташлап, ергә сүгәләне.
- Һеңлемде йәлләнем... Ул бер үҙе ҡалһынмы ошо ҡышҡы урманда?!
Атай кеше улына бер һүҙ ҙә әйтә алмай, уны күтәреп алды ла күкрәгенә ҡыҫты. “Ҡара һин уны, үҙенә сағыштырған ҙур шыршыны йәлләмәй бит әле, ә һеңлеһен ҡайғырта”, тип уйлап, уның йәштәрен һөрттө. Шунан, аҡланғандай:
- Улайһа, әйҙә, ҡарағайҙы булһа ла ҡырҡып алайыҡ!..
- Ә ҡарағайҙың һеңлеһе юҡмы?
- Барҙыр ҙа, бәлки, белмәйем, улым...
Джип урмандан сығып асфальт юлға төшкәйне генә, ғәҙәттәгесә, юҡ ерҙән пәйҙә булған ЮХХДИ машинаһы уларға ситкә алып, туҡтарға ҡушты. Ир, туҡтағас, салон эсен, багажникты асып күрһәтте. Унда, улар һағалап көткән шыршы ғына түгел, еҫе лә юҡ ине. Хатта балта ла урманда онотолоп ҡалғайны.
Ҡуҙғалып киткәс, ҡәнәғәт төҫтәге атай улына әйләнеп ҡараны. Малай, балалар креслоһында уңайлы ғына урынлашып, йылмайған килеш йоҡоға талғайны.

Автор: