Все новости
Литература
19 Декабря 2021, 17:49

Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре

   Һуҡыр күҙҙе асыр ҡөҙрәт

Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре
Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләре
 

 — Беҙ ҡыҙ булып үҫеп килгәндә, 1950 йылдарҙа, ҡайҙа барма бөтә кеше хайран ҡалып, шаҡ ҡатып Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен һөйләй торғайны. Миңә айырыуса ныҡ тәьҫир иткәне Татлыбай ауылында йәшәгән Өмөтбай ағайымдың һөйләгәндәре булды, — тип башланы һүҙен Гөлбикә апай. — Уларҙың сабынлығы Урғаҙа аръяғында була торғайны. Бер шулай улар бесән сабып ҡайтып килгәндәр. Урғаҙаға етеп барғанда арба юлынан саҡ ҡына арыраҡ салғы, беләү, тырма ятҡанын күреп ҡалалар. Бөтмөр ағайым, хужалыҡта кәрәге тейер, тип баяғы нәмәләрҙе арбаһына һалып та ала. Татлыбайға ҡайтыу өсөн уларға йылға аша сығырға кәрәк була. Тик, ни хикмәттер, күк бейә һыу аша сығырға теләмәй ҙә ҡуя икән. Ныҡ ҡына сыбыртҡылап та алалар, туғарып киренән егеп тә ҡарайҙар, ат урынынан ҡуҙғалмай, ти. Меҫкен хайуан үҙе манма тиргә бата. Инде ни эшләргә? Былар аптырай-алйый, эштең ниҙә икәнен һис аңлай алмай. Шулай байтаҡ ҡаңғыра торғас аранан берәү:
— Ошо һалып алған нәмәләребеҙ Мөжәүир хәҙрәттеке түгелме икән? — тип әйтеп һала. — Әйҙә, урынына кире илтеп ҡарайыҡ.

   — Ысынлап та, — тип бот саба бесәнселәр, — нисек бая уҡ башҡа килмәгән. Олатайҙың сабынлығы ошо тирәлә бит. Кәнишнә, уныҡы!
   Һәнәк, тырма, беләүҙе урынына алып барып һалыуҙары була, бесәнселәр арбаға саҡ-саҡ ултырып өлгөрә, күк бейә саптырып сығып та китә. Меҫкен хайуан Татлыбайға ҡайтып еткәнсе саба.
   — Беҙҙең олатай бына шулай! — ти бесәнселәр көлә-көлә.
   Шунан китә уның төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәрен һөйләү.
   Берәүҙәре, кемдеңдер бында килгәндә ағас ҡыуышына араҡыһын йәшереп китеүе, хәҙрәттең теге йәшергән нәмәңде онотоп ҡуйма, тип иҫкәртеүе, ҡайтышлай алайым тиһә, шешәһе ҡулынан ыуылып төшөп китеүе, араҡыһының түгелеүе хаҡында һөйләй, икенселәре тотлоҡҡан баланың телмәре рәтләнеүенә хайран ҡала, өсөнсөләренең нимә уйлап килеүҙе белеүенә иҫе-аҡылы китә.
   Бөтә балалыҡ хисе менән эй күргеһе килә бит илаһи хикмәт эйәһен Гөлсирәнең, эй, күргеһе килә! Ихлас теләһәң теләк ҡабул була, тиҙәр, ҡыҙыҡайға ла бер яйы сыға. Бер ваҡыт күршеләре Хәтирә инәй Манһырға хәҙрәткә күренергә була. Беҙҙе лә үҙең менән ал, хәҙрәтте күргебеҙ килә, тип ялбарабыҙ Хәтирә инәйгә әхирәтем Флүрә менән.
   — Сибайҙан йәйәүләп барһаҡ, Манһыр 35 саҡрымда, арымаҫһығыҙмы? — ти ул.
   — Юҡ, юҡ! — Әхирәтем менән бер тауыштан ҡыуанып ҡысҡырып ебәрәбеҙ.
   Сибайҙан Йәнйегет, Йәнйегеттән Татлыбай сығып уңға боролдоҡ.
   Манһырға юл ялтырап ята. Дәртләнеп алғас, ауылға барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
   ...Беҙ барып ингәндә, Мөжәүир хәҙрәт әбейе менән әүеҫлектә сәй эсеп ултыра ине. Мин уға ҡарағанмын да, шаҡ ҡатып тик торам икән. Башында ап-аҡ сәллә, аҡ ыштан, аҡ күлдәктән. Ике сикәһе алланып, аҡ йөҙө нурланып, матур булып ултырған кешенең мин күрергә теләгәндең нәҡ үҙе икәнен шунда уҡ аңланым. Уғаса булмай Хәтирә инәйем:
   — Әссәләмәғәләйкүм, Мөжәүир ҡайнаға, әссәләмәғәләйкүм, Гөлйемеш абыстай, — тип уларға сәләм бирҙе.
   — Ә-ә-ә, Хәтирә килен, вәғәләйкүмәссәләм, әйҙә, үтегеҙ, һыуһап киткәнһегеҙҙер, сәй эсергә ултырығыҙ, — тине.
   Беҙҙе лә табынга ултырттылар. Миндә сәй ҡайғыһы юҡ. Хайран ҡалып тирә-яҡҡа ҡарайым. Әүеҫлектән алыҫ түгел ерҙә ихатаны ҡап уртаға бүлеп, сылтырап ҡына шишмә ағып ята. Аръяғында урманлыҡ китә. Ағастар эргәһендә усаҡлыҡ күренә. Унан яйлап ҡына төтөн сыға ла, шунда үҫкән ҡайындарға һырылып, бейеккә, зәңгәр күккә күтәрелә. Усаҡҡа ҡаҙан аҫылған, унда ит бешә, ахырыһы, тәмле еҫе хатта әүеҫлеккә лә килеп еткән, ҡаҙандан алыҫ түгел самауыр ҡайнап ултыра. Мин: «Береһенән сәй эсәләр, икенсеһе ҡайнап ултыра, ҡайһылай ҡыҙыҡ», — тип уйлап та өлгөрмәнем:
   — Ҡыҙым, аптырама, — тип көлдө хәҙрәт, мин ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәһәм дә, уйымды әллә ҡайҙан белеп. — Хәҙер алыҫтан, Бөрйән яғынан булыр, килеп етергә тейештәр, улар йыраҡ юлдан асығып-талсығып килә, — тине. — Хәтирә еңгәмде ҡарап бөтөүгә килеп тә инер ул мосафирҙар, ин шәәъ Аллаһ.
   Хәҙрәт олатайҙы беренсе күреүем ошолай булды. Бынан тыш уны тағы өс тапҡыр күреү насип булды.
   1953 йыл ине. Тик торғанда ун алты йәшлек дөм-ҡара күҙле, оҙонсараҡ аҡ йөҙлө, зифа буйлы сибәр апайым һуҡырайып ҡуйҙы. Әсәйемдәр хәҙрәтте саҡырып өшкөртөп ҡарарға булдылар. Ҡарап тора, күҙе һап-һау һымаҡ, ә үҙе күрмәй. Уны ҡайҙа ғына йөрөтмәнеләр: Магнит дауаханаһына ла, Өфөгә лә алып барып ҡаранылар, файҙаһы теймәне. Хәҙрәт апайымды оҙаҡ ҡына итеп өшкөрҙө. Ҡайтып китер сағында:
   — Мин сығыу менән минең урыныма ултырығыҙ, — тип әйтте.
   Әсәйем Көнһылыу апайымды хәҙрәт ултырған ергә алып барып ултыртты.
   Табибыбыҙ ҡапҡанан сығып әллә ни йыраҡ китеп тә өлгөрмәгәндер, апайым ҡысҡырып та ебәрҙе:
   — Әсәй, мин күрәм! Күрәм! Күрәм! Ана, ҡояш! Урындыҡта ятҡан балаҫтың юлаҡтарын күрәм! Аҡ, йәшел, көрән! Күрәм! Күрәм!
   Инде ҡыҙым тома һуҡыр булып ҡалыр тип ҡурҡҡан әсәйем йүгереп килеп апайымдың ауыҙын ҡапланы:
   — Өндәшмә, балам, күҙ тейеп ҡуйыр!
   Ә апайым уның һайын алҡышлана, илай-илай:
   — Рәхмәт, хәҙрәт олатай, һин минең күҙемде астың, рәхмәт, — ти.
   — Рәхмәтте үҙенә барып әйтербеҙ, ҡыҙым, — тине әсәйем.
   Был мөғжизәгә иҫе-аҡылы киткән күрше-тирәһе, ауылдаштар барып рәхмәт әйтеп ҡайтығыҙ, тип кәңәш бирҙе. Бер көндө йыйындыҡ-тейәндек тә киттек Манһырға. Мин дә, исмаһам, тағы бер күреп ҡалайым тип, уларға эйәрҙем. Хәҙрәт әсәйемде күңелһеҙ генә ҡаршы алған:
   — Юҡҡа килгәнһегеҙ, — тигән. — Теге саҡ әйтмәгәйнем, ҡыҙығыҙ оҙаҡ йәшәмәҫ, һәр яңы тыуған кешегә Аллаһы Тәғәлә үҙенең өлөш япрағын таратып бирә. Унда күпме йәшәре, ниҙәр күрәһе яҙылып ҡуйылған була. Был балаға тыумыштан юғарынан ғүмер бик самалап бирелгән, ғүмер япрағы һарғайған, өҙөлөп төшөргә генә тора, — тигән олатай.
   Ысынлап та, Көнһылыу апайым оҙаҡҡа барманы, гүр эйәһе булды.
   Өсөнсө күреүем былай булды: тимер юлында эшләп йөрөйөм, вагондан цемент бушатабыҙ. Күҙемә цемент төштө лә ҡуйҙы. Шунда уҡ дауаханаға алып киттеләр, өс ай яттым, күҙ рәтләнмәй. Шунда ҡайным мәрхүм әйтте:
   — Киленемде хәҙрәткә алып барам.
   Ҡара атын егеп алды. Ун ике йәшлек Рәүилә исемле бикәсем менән арбаға менеп ултырҙыҡ, киттек Манһырға. Ҡайным егеп килгән атын тышаулап Урғаҙа буйындағы күк үләнгә ебәрҙе лә беҙҙе баҫма аша сығарып, хәҙрәт йәшәгән йортҡа табан алып китте. Инергә сират ине, беҙ ҙә баҫтыҡ. Сиратыбыҙ еткәс, ҡайным миңә:
   — Бар, килен, һин алдан ин, — тине.
   Олатай мине, ниңәлер, мәрәкәләберәк ҡаршы алды.
   — Ай-һай, ҡыҙым, алыҫтан килгәнһең икән, хатта ки Сибай шәһәренең үҙенән, — тине. — Шәпле ҡара айғырығыҙ бар икән, ҡайның бик тә һәйбәт кеше икән. — Үҙе тағы мут йылмайҙы.
   Олатай мине ихласлап оҙаҡ ҡына өшкөрҙө, күҙең йүнәлер, башҡаса күҙ менән йонсомаҫһың, тине, бетеү яҙып бирҙе.
   «Их, тоҙ алып килергә онотҡанмын», — тип уйлайым, үҙемде-үҙем, иҫһеҙ, тип әрләп алам. Уғаса олатай:
   — Бошонма, ҡыҙым, — ти, үҙе шуҡ йылмая. — Ҡайның алып килгән тоҙ бөтәгеҙгә лә етер.
Ысынлап та, хәстәрлекле ҡайным бөтәбеҙгә лә етерлек итеп, күп итеп тоҙ алып килгән булған икән. Ҡайтып барғанда юл буйынса, ҡайҙан белгән беҙҙең ҡара айғыр менән килгәнде, ҡайнымда тоҙ барлығын, тип уйлап барҙым. Ҡайтып бер нисә көн торғас, күҙем һауыҡты. Хәҙрәт әйткәнсә, ошо йәшкә тиклем, башҡаса күҙ менән ыҙаламаным.
   Дүртенсе күреүем 1962 йылда булды. Ни эшләптер, ғаиләбеҙҙә татыулыҡ китеп торҙо. Был юлы ла олатай бетеү яҙып бирҙе. «Арағыҙ татыуланыр, йәшәрһегеҙ», — тине. Ирем гүр эйәһе булғансы, ҡырҡ биш йылға яҡын, бергә-бергә ғүмер иттек.
   Хәҙрәт һуҡырайған күҙҙәребеҙҙе асҡан, шулай тейеш кеүек ҡабул иткәнбеҙ. Рәхмәт хистәребеҙҙе лә үҙенә әйтеп бармағанбыҙ. Тик йылдар үткәс кенә шуны аңланым, беҙгә ниндәй бөйөк шәхес менән йәнәшә йәшәү бәхете насип булған! Һуңлап булһа ла, һис юғы ошо хәтирәләр аша, юғарыла осоп йөрөгән йәне, бәлки, ишетеп ҡыуаныр тип, күңел түрендә йөрөткән изге хистәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ярай әле ҡәҙерле хәҙрәтебеҙ тураһында яҙыусы табылды, шуға ҡыуанабыҙ. Рәхмәт ута!
                                                                                                 Әхтәмова Гөлсирә, 1939 йылғы.
                                                                                                 Сибай ҡалаһы

  “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан өҙөк. Лира Яҡшыбаева. 

Автор:
Читайте нас: