Все новости
Литература
18 Декабря 2021, 13:00

Бала ҡәҙере (хикәйә, аҙағы)

Гөлнара МОСТАФИНА

Бала ҡәҙере (хикәйә, аҙағы)

***

Бер уйлаһаң, әсәй булыу бәхетенән Миңнур үҙен үҙе мәхрүм итте. Үҙ теләге менән сабыйының ғүмерен өҙҙө. Һәм ғүмер буйы ошо гонаһының әсе емештәрен татып ғазаплана.

Табип әсәй буласағын әйткәс, ҡапыл ни уйларға ла, ни әйтергә лә белмәне. Сөнки был уның өсөн ысынлап та яңылыҡ ине. Хәмит тә, ул үҙе лә был һөйләшеүҙән гел ҡаса килделәр. Миңнур шаяртып ҡына: “Әгәр беҙҙең бәпәйебеҙ булһа, ни эшләр инең?” – тип һораһа, Хәмиттең йөҙҙәре үҙгәреп китер ине. Сөнки яңы эшкә урынлашып ҡына йөрөй, йәшәр урындары ла юҡ. Уның хыялы – тәүҙә ныҡлап аяҡҡа баҫыу, фатирлы булыу, машина алыу. Етмәһә, Миңнур ҙа диссертацияға тотонған. Уҡытып та, шул уҡ ваҡытта уҡып та йөрөүҙең ни тиклем ауырға төшөүен күрмәҫкә Хәмит һуҡыр түгел дә баһа! Миңнурҙың үҙенең дә уҡып бөтмәйенсә ғаилә ығы-зығыһына бик күмелгеһе килмәй ине. Юҡҡа ғына мәктәпте миҙалға, университетты ҡыҙыл дипломға тамамланымы ни? Икенсе яҡтан уйлағанда, йәше китеп бара, тиҙерәк бала һөйгөһө лә килгән кеүек...

Был турала иренә нисек әйтергә белмәй ҡаңғырҙы. Ауыҙ асҡан еренән, ҡырыҫ йөҙөн күҙ алдына килтерә лә, туҡталып ҡала. Тәүҙә әсәһе менән кәңәшләшеп ҡарарға булды.

– Әсәй, бөгөн табипта булдым, ул, бәпесегеҙ була тине, һин шуға нисек ҡарайһың?

Әсә кешенең ҡарашы билдәле, шатлығынан ни иларға, ни көлөргә белмәне.

– Уй аллам, ҡалай һөйөнөс, ҡалай шатлыҡ! Нисек шул хәбәрҙе тыныс ҡына әйтеп тораһың? Ҡоҙағыйҙар беләме?

– Юҡ, әлегә берәү ҙә белмәй.

– Бәй, ниңә уны һаман әйтмәгәнһең? Хәҙер ҡоҙағыйҙан үҙем һөйөнсө һорайым! – тине лә, Миңнур ниҙер әйтергә өлгөргәнсе,  трубканы һалып та ҡуйҙы.

Шул мәлдә бөтөнләй бер кемгә лә өндәшмәҫкә кәрәк булған Миңнурға. Ҡайҙа йығылырыңды алдан белеп булмай шул... Йөрөһөн ине бөтәһе лә үҙҙәре һиҙгәнсе. Әсәһе шунда уҡ Хәмиттең әсәләренә шылтыратҡан. Улары үҙ сиратында төн тип тормай, ауылдан килеп тә етте.

– Шулай икән... Бәпес көтәбеҙ тиһегеҙ инде? – Ҡәйнәһе һаулыҡ та һорашып тормаҫтан, ярһып килеп инде. Миңнур дәрестәргә әҙерләнеп ултыра ине. Йоҡларға ятҡан Хәмит тауышҡа килеп сыҡты.

– Нимә булды? Әсәй? Ниңә алдан хәбәр итмәнегеҙ?

– Аһ-аһ! Ыстағафирулла! Һорап торалар бит әле! Бына һеҙ нигә бер ни ҙә хәбәр итмәнегеҙ?

Миңнур, әлбиттә, һүҙҙең нимә тураһында барғанын шунда уҡ аңланы, шуға күрә бер нәмә лә өндәшмәне.

– Нимә тураһында? –Хәмит әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарауын дауам итте.

– Бәпәй көтөүегеҙ тураһында! Ауыҙығыҙҙы асһағыҙ, үпкәгеҙ күренергә тора! Был турала нисәмә тапҡыр һөйләштек, юҡ, аңламайһығыҙ бер ҙә!

– Туҡта, әсәй, был ни хәбәр? Беҙ бер ниндәй ҙә бәпәй көтмәйбеҙсе. Миңнур? – Ир яҡлау эҙләп ҡатынына ҡараны. Ә ул ни тиһен?

– Ысын, Хәмит...

– Нисек? Ә мин ниңә бер ни ҙә белмәйем?

– Бына, күрҙеңме? Хатта һиңә лә өндәшмәгән! Аҫтыртын ғына бала табырға ята!.. Кем белә, бәлки, ул һинеке лә түгелдер әле...

– Һин ни һөйләйһең, ҡәйнәм?

– Атаҡ, шулай тимәй? Әҙ генә түҙә алманыңмы ни?

Әсәһенең “бәлки, һинеке түгелдер әле...” тигән һүҙҙәре ҡолағына һеңеп ҡалдымы, әллә икенсе берәй сәбәптәнме, Хәмиттең ошонан һуң бала тураһында ишеткеһе лә килмәне. Бер аҙна буйына төрлө яҡлап Миңнурҙың ҡолаҡ итен ашанылар. Әсәһе табырға, береһен дә тыңламаҫҡа өндәне, ҡәйнәһе менән ире алдырырға ҡушты. Хәмит айырылышыу менән янаны. Миңнур улай һуғылды, былай һуғылды, ахыр сиктә ирен тыңланы. “Бала ни... булыр әле, Хәмитһеҙ нисек йәшәрмен?” – тип уйланы. Хәҙер Хәмитте, кәрәк булһа, әллә нисә балаға алыштырырға әҙер ҙә бит... терһәк яҡын булһа ла, тешләп булмай шул.

Диссертацияһын үҙе теләгәнсә уңышлы ғына яҡланы. Университетҡа эшкә саҡырһалар ҙа, китергә ашыҡманы, өйрәнгән мәктәбен, балаларын ташлағыһы килмәне. Унан, тиҙҙән декретҡа сығырына ла ышанды. Әммә... күпме генә тырышмаһындар, Миңнур балаға уҙа алманы. Йәш ҡатын өсөн ошонан да ауыр ҡайғы юҡ ине ул саҡта. Етмәһә ире лә бер көн килеп: “Һин ҡыҫыр менән ғүмер үткәрерменме икән ни?” – тип әйтеп һалды. Миңнур үҙен шул мәлдәрҙә насар тойҙо: юҡ-барға тиҙ генә ҡыҙып барһынмы, уҡыусыларына ҡысҡырһынмы, өйҙә юҡтан ғына тауыш күтәрһенме... Үҙе башы ауыртыуға сыҙаманы. Күп ваҡыт дәрестәргә әҙерләнмәйенсә барҙы.

Миңнурҙың был хәле балалар йортонан Айһылыуҙы алып ҡайтҡанғаса дауам итте. Уның башына сит бала алыу уйы ике ятып бер төшөнә инеп сыҡмай ине.

– Кит инде, кит! Балаһыҙ тормош – тормош була тиме ни?! Ҡырҡҡа етәһегеҙ бит инде. Исмаһам, балалар йортонан алыр инегеҙ! Күпме бальнистан бальнисҡа йөрөргә була? – тип, ҡәйнәһе йүнәлеш бирҙе.

Миңнур ҡуш ҡуллап ризалашһа ла, Хәмит тәүҙә ҡаршылашып маташты. Әммә ҡәйнәһе ай-вайына ҡуйманы, үҙен ғәйепле лә һиҙгәндер.

– Теләйһеңме, теләмәйһеңме, иртәгә үк барабыҙ, ҡарайбыҙ. Оҡшаған ғынаһы тура килһә, алабыҙ ҙа ҡайтабыҙ!

Шулай иттеләр ҙә. Ҡәйнәһе директор менән алдан уҡ һөйләшеп, килешеп, хәстәрен күреп ҡуйғайны инде. Миңнур менән Хәмиткә һайлап алыу ғына тороп ҡалды.

Миңнурҙың ундағы балаларҙы күреп йөрәге өҙөлдө. Кемдер бик теләһә лә бала табыу бәхетенән мәхрүм, кемдер ташлап китә... Күҙҙәре һуң, күҙҙәре! Бәләкәс кенә булһалар ҙа, етем икәндәрен беләләр, бисаралар. Сибек кенә, бәләкәс кенә ҡыҙыҡай уның ҡарашын шунда уҡ үҙенә тартты. Тәҙрә төбөнә ултырған да, тышҡа ҡарап ҡатҡан. Бер кемде лә күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Өс йәшлек бала ла ҡайғыра, тәрән уйҙарға бирелә белә икән!

Ошонан һуң Миңнурҙың тормошо яйға һалынды, тынысланды, дауаханаға юл тапауҙан туҡтаны. Айһылыу уның бар тормош мәғәнәһенә әйләнде. Хәмит кенә һаман үҙенең балаһын яратырына өмөтөн өҙмәне. Ҡатынын түлһеҙлектә ғәйепләргә тырышты, әммә Миңнур уны тыңламаны.

Шулай ҙа Хоҙай яңғыҙ ҡалдырманы Миңнурҙы. Шулай булмаһа, Зөбәйлә менән осраштырыр инеме ни? Ә Алмаҡай һуң? Тас Айһылыуҙың һыңары бит!

Теге ваҡыт, Зөбәйлә айнып йоҡоһонан торғансы, бер-береһенә эҫенешеп тә өлгөрҙө улар. Күрше ҡатын:

– Барығыҙ, юҡҡа ваҡытығыҙҙы әрәм итмәгеҙ, улар бер бөгөн шулай йәшәмәй, – тип ҡараһа ла, сабыйҙы ташлап китергә йәлләне. Унан, Зөбәйлә менән дә һөйләшергә ниәтләне. Нисек кенә булмаһын, әсәй кеше лә баһа! Алмаҡай ҙа уйнап йөрөй-йөрөй ҙә, күрәһең, әсәһе иҫенә төшә, карауат янына йүгереп бара. Бер ни белмәй ташланып йоҡо һимерткән әсәһенә төртөп ҡарай, уныһы ыжламағас, йәнә уйынына тотона.

– Аля! – Зөбәйләнең тамаҡ ярып ҡысҡырыуына Миңнур ҙа, Алмаҡай ҙа терт итеп ҡалды.

– Ҡайҙа тағын сығып киттең? Күпме әйтергә була һиңә: бүлмәлә генә ултыр!

Кухняға сәсе-башы туҙып, биттәре шешенгән килеш килеп инде ул. Үҙен килтергән кешене танынымы, юҡмы, ҡыҙын йән көсөнә елтерәтеп етәкләп алды ла, бүлмәһенә инеп юғалды. Миңнур аптырап, ни тиергә лә белмәй ултырып ҡалды. Бер минут та үтмәй, Зөбәйлә яңынан ишектә күренде, ҡыҙын ҡалдырып сыҡҡайны.

– Йә, өйрәт аҡылыңды! Шуның өсөн килдеңме? – тип өндәште сәй ҡуйған ыңғайға, Миңнурға ҡарамай ғына.

– Өйрәтһәм дә хаҡлымын, һәм һин бер ни ҙә әйтә алмайһың! – Миңнур ҡаты һөйләшергә тырышты. Унда элекке уҡытыусы уянғайны.

– Әлбиттә, бер һүҙем дә юҡ, өйрәтергә һеҙ бөтәгеҙ ҙә оҫта! Тик бына ярҙам итергә тиһәң генә ни эшләптер янда бер кем дә булмай сыға.

– Һинең әлегә минән ярҙам һорағаның юҡ!

– Һәм һорамам да, ҡурҡма! Бер кемгә лә ышанмаҫҡа өйрәндем инде...

– Шулай ҙа, әлеге тормошоң бер ҙә генә лә дөрөҫ түгел... – Миңнур бер аҙ йомшарҙы.

– Унда һинең эшең булмаһын! Нисек теләйем – шулай йәшәйем. Ул минең генә тормошом. Бүтән бер кемгә лә ҡағылмай!

– Яңылышаһың, ҡағыла – ҡыҙыңа.

– Ха-ха! Әйттең хәбәр! Ул әле бәләкәй, бер нәмә лә аңламай. Ә миңә уны ашатырға, кейендерергә кәрәк. Аҡса ҡайҙан табайым?..

Башы ауыртып, ауыр уйҙар менән, аңҡы-тиңке булып килеп сыҡты Миңнур был өйҙән. Бер нисә көн күҙ алдынан ошо ике бала китмәне. Ярҙам итергә ине лә, тик нисек?

Ярҙамға Хоҙай үҙе килде. Айһылыуҙы алған балалар йортоноң яңы директорын күргәйне, тәрбиәселәр, төнгө ҡарауылсылар етмәүгә зарланып торҙо. Шунда Миңнурҙың башына ҡылт итеп бер уй килде: Зөбәйләне шунда урынлаштырғанда? Миңнур сабыйҙарға күпме ярҙам иткәндән һуң, моғайын үтенесен кире ҡаҡмаҫтар. Уйланған эш – эшләнгән.

Зөбәйлә был хәбәрҙе ишеткәс, аптырап китте.

– Тәрбиәсе? – тип башта ышанмай торҙо. Унан хахылдап көлөп ебәрҙе: – Тәрбиәсе? Мин – тәрбиәсе?

Унан ҡапыл ғына көлөүенән туҡтаны.

– Ҡуйығыҙ әле, апай, юҡ менән үҙегеҙҙең дә, минең дә башымды ҡатырмағыҙ! Ҡайҙан килеп бәйләндегеҙ... Ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Әллә мин иҫәрләнә башланым, әллә – һеҙ...

Шулай ҙа үҙенең күҙҙәре ялтырап китте. Быны шунда уҡ тойҙо Миңнур.

– Мин ысынлап әйтәм, Зөбәйлә, Айһылыуым хаҡына...

Айһылыу тураһындағы ваҡиғаны тыңлағандан һуң Зөбәйлә уйланды, унан риза булды.

Еңел булманы Миңнурға Зөбәйлә менән. Әҙ генә ҡыйынлыҡ килеп тыуҙымы, аҡсаһы бөттөмө, эшкә сыҡмай ҙа ҡуя. Баҡтиһәң, элекке кәсебен иҫенә төшөргән булып сыға. Үҙенең аҡсаһына уҡырға индерҙе уны Миңнур. Тәүҙәрәк дәрестәргә лә йөрөмәй маташты. Ундай көндәрҙә дарыуҙар менән генә йәшәне Миңнур. Шулай ҙа Зөбәйләнең аҡылына килеренә бер ҙә генә лә шикләнмәне. Күңеле нескә ҡыҙҙың. Ә нескә күңел янына боҙоҡ уйҙар һыймай ул. Зөбәйләне лә аңларға мөмкин: белеме юҡ, булған хәлдә лә йәш баланы ташлап, эшкә сыға алмаҫ ине. Балалар баҡсаһынан урын алыуы ла ҡыйын бит. Ә йәшәргә кәрәк... Хәмит барыһын да күрә ине, эстән генә көйгәне лә һиҙелде, әммә бер ни өндәшмәне. Алмаҡай Миңнурға ныҡлап эҫенде, бер тотам да ҡалмай үҙенән. Йыш ҡына уларҙа ҡалды. Быны ла яратманы Хәмит. Алмаҡай килеп индеме, бүлмәһенә бикләнә лә, ашарға ла сыҡмай.

Бер көндө, сираттағы эш ҡалдырыуынан һуң, бик ҡаты һөйләшеү булды Зөбәйлә менән.

– Мин һинән эш һорап йөрөмәнем бит, кәрәк булһа, бар ҙа эшлә, – тиеүенә Миңнур түҙмәне, йөрәген өйкәп торған бөтә һүҙҙәрен теҙеп һалды. Ярһып-ярһып һөйләне ул. Күңелен дә бушатты, йөрәге лә тотто. Дауаханаға “Тиҙ ярҙам” менән алып киттеләр. Ошонан һуң Зөбәйлә ҡурҡтымы, аңланымы, ҡырҡа үҙгәрҙе. Дауаханаға көнөнә әллә нисә килеп урар ине. Миңнур был көндәр өсөн үкенмәй. Яңғыҙ зарыҡҡансы, ошондай мәшәҡәттәр менән янып йөрөүең, кемгәлер кәрәгең бар икәнен тойоп йәшәүең мең артыҡ.

***

– Ай әттәгенәһе! Бөгөн көнөмдө бушҡа үткәрҙем дә баһа! – Сәғәткә күҙ һалғандан һуң, Миңнур урынынан һикереп үк торҙо. Сәғәт  12 тулып киткән дә баһа! Эштәрен бөтөрә һалып, Хәмит янына барып ҡайтырға ниәтләгәйне кисә кис.

Һыуыҡ сәйҙе ҡоролай ғына һемерҙе лә һимеҙ генә тауығын бешерергә ҡуйҙы. Әллә Алмаҡайға әүрәп, Хәмит янына берҙе лә барманы шул. Ире үҙе лә көтә тиһеңме! Уға ҡатыны бар ни, юҡ ни... Шулай уйлай Миңнур. Туң йөрәк, тип эстән генә әрләп тә ала. “Олатай” тип йүгереп барған Алмаҡайҙың, исмаһам, бер генә тапҡыр арҡаһынан тупылдатып яратмаған кешегә ни әйтәһең?

Сәғәт дүрткә эштәрен бөтөрөп, һурпаһын бешереп, туҡталышҡа сығып баҫҡты. Әмәлгә ҡалғандай, троллейбусты оҙаҡ көтөргә тура килмәне.

Хәмиттең палатаһы икенсе ҡатта икән. Үҙе байтаҡ ғүмерен дауаханала үткәргәнгәме, шундағы еҫте яратмай Миңнур, йөрәге болғана башлай. Әле лә танауын баҫып, тын алыр-алмаҫ ҡына атлай. Ни эшләйһең, кеше ауырымай тормай...

Икенсе ҡатҡа менгәс, тәҙрә төбөндә торған Зөбәйләне күреп, һиҫкәнеп ҡуйҙы.

– Зөбәйлә, бер-бер хәл булдымы әллә? Алмаҡай ҡайҙа?

Таныш тауыш ишетеп, Зөбәйлә ялп итеп әйләнеп ҡараны. Бер килке Миңнурҙы танымағандай торҙо, үҙенең күҙендә йәш йылтырап киткән кеүек.

– Йә, ниңә өндәшмәйһең? – тип ныҡышҡас ҡына:

– Тссс... – тип һуҡ бармағын ирененә ҡуйып өндәшмәҫкә ишараланы ла, етәкләп, палаталар яғына атланы.

Миңнурҙың ҡапыл быуындары тотмаҫ булды. Алмаҡай менән бер-бер хәл булһа, ул ни эшләр? Дауаханаға юҡҡа ғына саҡырмағандар, ахырыһы. Был юлы йөрәге күтәрә алмаҫ...

Асыҡ палата ишегенә ымланы ла Зөбәйлә, серле генә йылмайып, ситкә китте.

– ...Олатай, ә был нимә?

Миңнурҙың ҡолағына Алмаҡайҙың тауышы килеп салынды.

– Һин витамин яратаһыңмы? – Быныһы Хәмиттең тауышы!

– Эйе...

– Мин дә яратам, миңә витаминды ошолай итеп бирәләр.

– Уй, олатай, унда бит энә тора! Ауыртмаймы? Миңә кәрәкмәй ундай витамин!

Миңнур Хәмит менән Алмаҡайҙың һөйләшеүен тыңлап, тын алырға ла онотоп ҡатып ҡалды. Битен көйҙөрөп күҙ йәштәре тәгәрәне. Еңелсә быуындары ҡалтыраны. Өнөммө, төшөммө? Һаҡ ҡына эскә күҙ һалды. Хәмит ята, уның янында Алмаҡай ултыра. Үҙе бәләкәс ҡулдары менән Хәмиттең туҙған сәсен һыпырып маташа. Ә Хәмиттең күҙҙәре һуң!? Бындай һөйөү тулы нурҙы Миңнурҙың үҙ ғүмерендә тәүләп күреүе

– Олатай, ә һин ҡасан өйгә ҡайтаһың? Һин булмағас, күңелһеҙ...

“Эй, бала!.. Олатайың берәй тапҡыр йылы итеп өндәшкән булһа ла был һүҙҙәреңә аптырамаҫ инем...” – Миңнур күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Хәмит оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Тауышы, нисектер, ҡалтыранып сыҡты.

– Тиҙҙән, ҡыҙым, тиҙҙән! Ә һин мине өләсәйең менән ҡаршы алырһыңмы?..

–Алырмын, олатай! Мин бит һине ныҡ-ныҡ яратам...

– Мин дә, ҡыҙым!

Миңнур күҙ алдарының ҡараңғыланыуын тойҙо. Хәлһеҙ ҡулдары менән ишеккә тотондо.

– Ой, Миңнур апай! Кем бар унда, зинһар, ярҙам итегеҙ! - Ҡото осҡан Зөбәйлә бәхетле йылмайып әкрен генә иҙәнгә сүгәләгән апаһына ярҙамға ашыҡты...

Хикәйәнең аҙағы.

 

Автор: