Все новости
Литература
16 Декабря 2021, 10:24

Һуңғы осрашыу (хикәйә)

Туҡтаймы был ямғыр бөгөн, юҡмы?! Күк көмбәҙенең төбө тишелгән тиерһең, биҙрәләп үк ҡоймаһа ла, икенсе көн яуған ыуаҡ ҡына ямғыр тәҡәтте ҡоротто. Иртәнсәк телевизорҙан: ,,Республиканың таулы райондарында яуым-төшөм көтөлмәй,”- тип тип әйтһәләр ҙә, ышан инде шуға! Күп ваҡыттағыса, тағы яңылыштылар. Тәбиғәт менән дә, кеше менән дә алда нимә буласағын бер кем дә дөрөҫ кенә әйтә алмай шул. ,,Иртәгәһе һауа торошон иртәнән һуңға тыңлағыҙ!”- тигән кеүек, кеше лә үҙен нимә көткәнде аҙаҡтан ғына белә.

Һуңғы осрашыу (хикәйә)
Яуған ямғырға, ана, күләүектәр күбекләнеп тора. Оҙаҡҡа һуҙылырға итә, күрәһең. Яуһын да! Рим быға артыҡ бошонманы. Киреһенсә, эстән ҡыуанды ғына.

Ул төҙөлөштә ташсы булып эшләй. Бөгөн уға төнгө сменаға ине. Асыҡ һауала, арҡаңа үтәнән-үтә яуып торғанда, нисек эшләмәк кәрәк. Бригадирҙары үҙе үк барыһына ла алдан, әгәр ямғыр туҡтамаһа, килмәҫһегеҙ, тигәйне. Шуның өсөн аяҙ көндәрҙә, алһыҙ-ялһыҙ, ун икешәр сәғәт эшләйәсәктәр бит.

Тик Рим ҡатыны Гөлгөнәгә был турала әйтеп торманы. Көндәгесә йыйынды ла, эшкә тип, ҡоро ғына хушлашып сығып китте. Ҡатынын шикләндермәҫ өсөн термосҡа аш һалып алды.

Гөлгөнәнең: ,,Ямғыр яуып тора, ниңә машина менән генә бармайһың?”- тиеүенә, ,,Торһон, шәкәр түгелмен, иремәм,”- тип кенә яуапланы. Нимә "торһон" – ямғыр яуып торһонмо, әллә машиналары торһонмо, Гөлгөнә аңламай ҙа ҡалды.

Рим маршрут "Газел"енә инеп ултырғас, еүеш сәстәрен артҡа һыпырҙы ла, телефонын алды:

-Мин уже маршруткала, берәй ун биш минуттан ,,ЖД”-ла булам, килеп ет,- тип, кемгәлер шылтыратты һәм телефонын бөтөнләйгә һүндереп сумкаһына һалды.

Ул туҡталышта төшөүгә янына ҡара төҫтәге ,,десятка” машинаһы килеп тә туҡтаны. Рим уға ултырыуы булды, еңел автомобиль һә тигәнсе Тимер юл ҡасабаһын артта ҡалдырып, ҡараңғылыҡта юғалды. Уның баҙлаған артҡы уттары ғына бер аҙ күренеп торҙо.

* * *

Гөлгөнә Римде оҙатҡас, кухняла һауыт-һабаны йыйыштырҙы ла залға уҙып телевизор ҡабыҙҙы. Тик алтмышлап каналдың береһенә лә күңеле ятмай, ҡулындағы пульттың кнопкаһын баҫҡылауын белде. Бүлмәлә берәйһе булһа,  Гөлгөнәнең нисек үҙенә урын тапмай өҙгөләнгәнен күрер ине. Ошо буш фатир эсендә уның күңелендә лә бушлыҡ ине.

Балконға сыҡты. Ҡараңғы төндә ямғыр һибәләй. Рим һыуланып, өшөп кенә эшләп йөрөй инде, тип борсолдо. Шундай ямғыр ваҡытында ла эшләтмәһәләр нимә булған. Ярай ҙа, исмаһам, йылы вагончиктарында кәрт һуғып ултырһалар. Рим:,,Сменала саҡта шылтыратып бимазалама!” - тиһә лә, Гөлгөнә уның номерын йыйҙы. Тик бушҡа ғына - Рим трубканы алманы.

Гөлгөнә тағы ла нығыраҡ борсола башланы. Етмәһә, йөрәген шомға һалып, ашығыс елгән ,,Тиҙ ярҙам” машинаһының сирена тауышы ишетелде.

Балконда, ғөмүмән, ямғыр ваҡытындағы ошо һалҡынса саф һауаны һулап тор ҙа тор ине! Ул инеп телевизорҙы һүндерҙе лә бүлмәһенә уҙҙы. Йоҡоһо килмәһә лә ятырға кәрәк, ял итергә, иртәгә эшкә. Рим төндән ҡайтып та өлгөрмәй, ул китә. Тик нишләп яуап бирмәй һуң?!

Гөлгөнә үҙенә урын йәйҙе лә ваннаға инде. Душ ҡойоноп алғас, еүеш сәстәрен, баҡсала эшләгәндә ҡояшта янған һомғол кәүҙәһен йомшаҡ таҫтамал менән һөртә-һөртә көҙгөгә ҡараны. Һөйләп кенә аңлата алмаҫлыҡ матур буй–һынына, үҙенең сафлығына һоҡланып түгел, ә йәлләү, ҡыҙғаныс менән. ,,Кемгә кәрәк минең буй–һыным, матурлығым, тыштан ялтырауым, ә эстән ут йотоп йәшәүем?! Ҡайҙа икән ул Рим менән өйләнешкән саҡтағы бәхетле минуттар?! Һәм айҙан-айға, йылдан–йылға тик кәмей, һүнә барған ул мөхәббәт ялҡыны. Бәхетһеҙмен, бәлки ғүмерлеккә шулай бәхетһеҙ ҡалырмын! Ҡатын–ҡыҙ өсөн иң изге, иң күркәм, иң татлы бәхетте тоя алмайым - әсә булыу бәхетенән мәхрүм мин,” - тип ҡарай ине уның күҙҙәре көҙгөгә.

Рим менән ун йыл бергә йәшәйҙәр – балалары юҡ. Йөрөмәгән ҡала–ауылдар, булмаған больницалар, врачтар, хатта күрәҙәселәре, им–томсолары ҡалманы. Барыһы ла бушҡа ғына! Кемдә ғәйеп?!

Эйе, Рим һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, яйлап Гөлгөнәнән һыуына, ситләшә башлағайны. Йөрәкте бит алдап булмай, ул барыһын да һиҙҙе. Бар ҡурҡҡаны - Римде юғалтыу. Уны тик бала ғына тотасаҡ! Сөнки Рим бала ярата. Ана, ауылда Гөлгөнәнең һеңлеһе Гүзәлдең ике йәшлек Айгөл исемле ҡыҙы бар. Үҙ балаһы кеүек күрә Айгөлдө Рим. Барған һайын төрлө уйынсыҡтар...

Гөлгөнәне һиҫкәндереп, телефон шылтыраны. Ул, ниһайәт, Рим шылтыратты тип, ҡыуанып телефонын алғайны, яңылышҡан икән. Һеңлеһе Гүзәлдең килеп–китеп йөрөгән өйҙәш ире булып сыҡты. Яңғыҙ, ирһеҙ көйө табып, Айгөлдө бер үҙе тәрбиәләгән Гүзәл, ҡайҙалыр танышып, ҡала баҙарында емеш–еләк менән һатыу итеүсе Кавказ егете Рафикты өйҙәш итеп индереп алғайны. Уныһы онотҡанда бер генә Гүзәл янына килеп сыға. Ҡабаттан индерә бит әле шуны һеңлеһе! Рафиктың алып биргән иҫке машинаһына иҫе киткәндер инде.

-Гуля,- тине ул Гөлгөнәгә,- Гүзәл һеҙҙә түгелме? Мин һуң ғына ҡайтып ингәйнем, өйҙә юҡ. Телефонын да алмай. Айгөлдө яңғыҙ ҡалдырып, машинала сығып киткән. Эскән дә булһа кәрәк, өҫтәлдә башланған араҡы шешәһе ултыра. Айгөл дә илап уянды, нишләргә?!

-Юҡ, юҡ, Рафик, килмәнесе. Әллә, хәҙер килеп етмәһә?! Һуңыраҡ хәбәр итермен, йәки үҙең шылтыратырһың! Айгөлдө ҡалдырғас, оҙаҡҡа китмәгәндер, ҡайтыр тиҙҙән!

Ну был Гүзәл! Елбәҙәк ҡыҙыҡай! Бәләкәйҙән шулай булды, Гөлгөнәнең киреһе. Гел малайҙар менән уйнаны, хатта апай тип уны эшкә лә һанаманы. Ул нимә, ата-әсәһенең бар уйы, ҡайғыһы булып үҫте Гүзәл. Хәҙер Гөлгөнә уйланырға тейеш! Балаһын ҡалдырып, әллә ҡайҙа сығып киткән, етмәһә, эскән дә. Ниндәй төн булды әле ул бөгөн?! Ул Гүзәлдең номерын йыйып ҡараны, теге башта тик оҙон гудоктар ғына ишетелде.

Гөлгөнә йоҡларға ятырғамы-юҡмы тип тора ине, тағы Рафик шылтыратты:

-Гуль, ниндәй яңылыҡтар бар? Бында Айгөлдө тынысландырып булмай, илай. Гүзәл ҡайтмаһа, белмәйем нишләргә? Таңға миңә китергә кәрәк. Бәлки, килеп Айгөлдө алып ҡайтырһың? Такси тот та, үҙем түләрмен.

-Гүзәл трубкаһын алмай. Ярай, оҙаҡламай килеп етермен, - нисек тыңламаһын инде, ризалашты. Унда барып килгәнсе күп ваҡыт уҙмаҫ, барыбер йоҡлай алмаҫ ине. Иртәнсәк эшкә лә Рим ҡайтҡас китер. Бөҙрәханала иртә менән эш тә булмай. Хужабикәһен телефондан иҫкәртер әле. Гөлгөнә такси саҡыртты ла кейенә башланы. Эх, үҙе йөрөтә белмәй шул машинаны!

Ауылға тиклем ярты сәғәтлек юлдыр, күп булһа. Төндә машиналар аҙ, ҡаланы ла, унан Тимер юл ҡасабаһын да бик тиҙ сығып киттеләр. Таксист йәш булһа ла, тәжрибәле тойола, яуып торған ямғырға, фара яҡтыһына сағылған юл насар күренгәнгә, машинаһын йән–фарман ҡыумай.

Ҡаршыларына сигнал уттарын, сиренаһын ҡабыҙған, шәп тиҙлектә килеүсе ,,Тиҙ ярҙам” машинаһы осраны. Гөлгөнәнең йөрәге, ниҙер һиҙенгәндәй, семетеп ауыртып ҡуйҙы. Ул артына әйләнеп, ,,Тиҙ ярҙам” күҙҙән юғалғансы, уны ҡараштары менән оҙатып ҡалды.

Һарҡыуҙағы боролошто уҙғайнылар, алда туҡтап торған бер нисә машинаның фара уттары күренде. Таксист та тиҙлеген кәметеп, барып туҡтаны.

- Авария,- тине ул ғәмһеҙ генә, әйтерһең, сәғәт һайын авария күреп күнеккән.

Гөлгөнә зонтын да алмай тышҡа уҡталды. Юл ситендә мороно ныҡ бәрелеүҙән иҙелгән йөк "Газел"е аунап ята. Ә юлдың икенсе яғында машина ҡиәфәте лә ҡалмаған, йәмшәйеп бөткән консерва банкаһын хәтерләтеп, тимер өйөмө тора. "Газель" менән бәрелешкән еңел машина, күрәһең, бер нисә тапҡыр әйләнеп, юлдан апаруҡ алыҫҡа осҡан. Гөлгөнә тая –тая йүгереп төшөп, уның янына килде. Ҡара төҫтәге ,,десятка”ның номерҙарын күргәс, йөрәге туҡтағандай булды. Машина Гүзәлдеке ине... Тик үҙе бер ҡайҙа ла күренмәй.

-Ҡайҙа, ҡайҙа водителе? Гүзәл ҡайҙа? - ул ашығып шундағы автоинспекторҙы елтерәтте.

-Тынысланығыҙ, тынысланығыҙ! Әле генә уларҙы больницаға оҙаттыҡ. Өсөһө лә бик ауыр хәлдә. Руль артында ултырған йәш ҡатын танышығыҙмы әллә?

-Бер туған һеңлем. Ниңә, ул бер үҙе түгел инеме ни?

-Икәү инеләр, янындағы пассажир ире булһа кәрәк. Өсөнсөһө - "Газел"дең шоферы.

-Юҡ, Гүзәлдең ире түгел, белмәйем кемдер. Ә авария кем ғәйебе арҡаһында килеп сыҡҡан?

-Асфальттағы тәгәрмәс эҙҙәренә ҡарағанда, һеңлегеҙ тормозға ла баҫып өлгөрмәгән. Һәм ул ҡаршы йүнәлештән килеүсе "Газел"гә бәрелгән. Еүеш асфальт, боролош, шәп тиҙлектә йөрөү. Әле асыҡларбыҙ, туғаным! Мөһиме - һау булһындар!

Гөлгөнә Рафикҡа шылтыратты:

-Гүзәл аварияға эләккән, ауыр хәлдә больницаға оҙатҡандар. Машина нисекме? Һиңә машинаң ҡәҙерлерәкме?! Килеп ал, йыраҡ түгел! Айгөлдө алып кил! Мин хәҙер Гүзәл янына китәм.

-Был телефон һеңлегеҙҙекелер, алығыҙ! Унда сумка ла бар,- автоинспектор Гөлгөнәгә телефон тотторҙо ла машинаһынан яуырынға аҫмалы бер ҡара сумка алып килде.

Сумка хас Римдекенә оҡшағайны. Гөлгөнәгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул, ҡабаланып, сумканы асты. Унда - иренең йәмшәйгән, ашы түгелгән  термосы. Гәзиткә төрөлгән икмәге еүешләнеп, иҙелеп бөткән. Эйе – эйе, сумка Римдеке ине, ул әҙ генә лә яңылышманы!

Гөлгөнә, башы әйләнеп, еүеш, бысраҡ ергә сүгәләне. Ул әле нимә кисергәнен үҙе аңламаны.

-Һеҙгә ни булды? Ярҙам кәрәкмәйме?- автоинспектор эйелеп уның ҡулынан тотто.

-Юҡ, юҡ, хәҙер. Әйтегеҙсе, ,,десятка”лағы ирҙең хәле үтә ауырмы, ул аңында инеме?

-Улар бит машинала ҡыҫылып ҡалғайнылар. Ҡайырып саҡ алдыҡ. Икәүһе лә күп ҡан юғалтҡан. Сығарғансы аңында ине әле... Борсолмағыҙ, һауығырҙар!

Тиҙҙән үҙ машинаһында Рафик килеп етте. Гөлгөнә Айгөлдө күтәреп алып таксиға ултырҙы ла улар кирегә, ҡалаға табан юлланды...
 
Автор:Мәүлит Кәрими.