Все новости
Литература
25 Ноября , 09:01

Бер мөхәббәт тарихы

Сәүҙәне оҡшатып йөрөгән егеттең әсәһе ҡыҙға еңгәләре аша хәбәр еткерә: "Айғырҙың ҡыҙын килен итеп тә тормайым!"

Бер мөхәббәт тарихы

Йәш уҡытыусы ҡыҙ ныҡ ғәрләнә. Әсәһенә лә үпкәләргә уйлап ҡуя: тура һүҙле, башбирмәҫ холоҡло булыуына. Ә әсәй кеше уйлап та бирмәй! "Э-э-эй, бахыр!" - хатта ирендәрен шапылдатып ебәрә! "Үҙемдең быҙау малайымдың уҡытыусы ҡыҙға буйы етмәҫ..." - тимәй икән...

Әсәһе һуғыш йылдарында ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерә ҡыҙҙарын. Һуғыштан һуң да, еңеп ҡайтҡан ире оҙаҡ йәшәмәй, яралары шауҡымынан донъя ҡуйғас, сәскәләй ҡурсалап, уҡытып сығарған ҡыҙҙарына һүҙ тейҙергән кешене ер менән тигеҙләп, уның һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ түгеллеген бер һөйләм менән аңлата.

Йәш йөрәкте һағыш ташы менән баҫтырып, өҫтөнә ғорурлыҡ тауын өйөп ҡуйып, эшен дауам итеүҙән башҡаһы ҡалмай Сәүҙәгә.

Рафилдың йөрөгән ҡыҙын оҡшатмай әсәһе.. Үҙенең тыуған ауылынан булғанға улы белмәгән сәбәптәре булғандырмы, боҙоҡ телефон берәй оҡшамаған хәбәр еткергәндерме, улына тура өндәшмәй, үҙенең һеңлеләре аша ойотҡо һалырға ҡуша. Теге апайы "былай" тип, был апайы"тегеләй" тип өндәшеп ҡараһалар ҙа, Рафил ҡуймай, һөйгәне янына ашҡына.

"Беҙҙең уҡытыусы ҡыҙҙы ҡарата алһаң, ысын егет булаһың, ҡарата алмаһаң, егетмен, тип тә йөрөмә.. Өйлән ана тегенеңә!" - өндәшмәҫ бер еҙнәһе ҡунаҡҡа килгән ҡәйнешенең сәменә тейә. Ҡунаҡ һыйлаған әсе бал да мөхәббәт хистәрен томалап торғандырмы, егет клубҡа "Һы! Әйттерерһең әллә ни!" тигән һүҙҙәр менән юнәлә. Күреп өлгөрмәй ул ҡыҙҙы. Һуңлаған була.

"Әйттем бит!"- тип ҡаршы ала еҙнәһе. Шунан инде Рафилға ҡыҙҙың ауылына юл төшөрөп, алдан "күреп ҡайтырға" тигән уй менән барып сығыуҙан башҡаһы ҡалмай.

"Шул егет һине күҙләп килгән! "- тигән хәбәр ҙә Сәүҙәгә шыпырт ҡына килеп етә. Ҡыҙҙар егеттең буй-һынын иҫе китеп тасуирлаһа, еңгәйҙәре зат-ботон, донъя хәлен дә һүрәтләй.

Йәштәр бер-береһенә күҙ ташлап, яҙа-йоҙа бер нисә тапҡыр осрашып һөйләшеп тә өлгөрмәй, тормоштарын ҡырҡа үҙгәрткән ваҡиға була. Район комсомолдарының конференцияһы.

Уҡытыусы-активист булараҡ Сәүҙә әхирәте менән бара. Бер ни уйламай регистрация үтеп торғанда, янындағы егеттең партбилет һоноп, яҙылып үтеп китеүен абайлап ҡала. Аһа, был бит теге Рафил. Әртистәр һымаҡ һылыулығы өҫтөнә, инде партия ағзаһы ла! Әле сос етеҙ Сәүҙә өлгөрмәгән!

Ундай егеткә отказ бирмәй аҡылы бар ҡыҙҙар.
Яңы йыл байрамында ҡоҙа килә. Сәстәр сәскә бәйләнә.

(З. Ғәбитова).

Фото tvoiekino.ru сайтынан алынды.

Автор: