Все новости
Литература
15 Ноября , 10:00

БЫУАТ ҠАНАТЫНДА (повестың аҙағы)

*Повесть журнал вариантында ҡыҫҡартылып бирелә.

БЫУАТ ҠАНАТЫНДА (повестың аҙағы)

* * *
Йыһангирҙы бер төркөм егеттәр менән Өфө тимер юл вокзалынан көнбайышҡа оҙаттылар. Призывниктарҙы алдан төҙөлгән командаларға бүлеп, төрлө урындарға хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Йыһангирҙар Һамарҙан йыраҡ түгел урынлашҡан хәрби гарнизонға юл тотто. Унда Рәсәй хәрби һауа көстәренең үҙәк спорт клубын хеҙмәтләндереүсе һәм тәьмин итеүсе хәрби база урынлашҡан икән.
... — Салага! Минең ята торған урынды йоҡларға әҙерлә!
Бер йәш һалдат йүгереп килеп, Легкоступ фамилиялы “бабай”ҙың карауатынан одеялын күтәреп, йоҡлаусының аяҡ осона шылдырҙы. Амангилдин да ефрейтор Ушаков менән Чилдиновтың түшәктәрен әҙерләне. Унан тыш, йәш һалдаттар шефлыҡҡа алыусыларҙың итектәрен таҙарттылар.
Ушаков Йыһангирҙың эшен оҡшатманы:
— Итектәрҙе щеткалағандан һуң улар ялтырап торорға тейеш, ниңә нығыраҡ ышҡымайһың, салага?
— А ну-ка, минең аяҡтарҙы йыуығыҙ! — был бойороҡ Легкоступ тарафынан әйтелде.
Алексеев, Амангилдин, Борисов өсәүләшеп ялан аяҡ карауат өҫтөндә ултырған “бабай” эргәһенә килделәр.
— Беләһегеҙме нимә эшләргә? — тип һораны ул йәш һалдаттарҙан күпте белгән ҡиәфәттә.
— Юҡ, белмәйбеҙ, — тинеләр тегеләр өсөһө бер юлы.
— Берегеҙ мине өҫтөнә ултыртып, йыуыныу бүлмәһенә алып бара. Икенсегеҙ аяҡтарҙы йыуа һәм таҫтамал менән һөртә, өсөнсөгөҙ ҡолатмаҫ өсөн тотоп тора.
Легкоступ Амангилдинға бармағы менән төрттө:
— Һин былар араһында көслөрәк күренәһең. Әйлән арҡаң менән.
Әйләнеүе булды, теге ике ҡулы менән Йыһангирҙың муйынынан быуып тотоп, арҡаһына менеп тә аҫылынды. Әйтерһең, ауыр ҡапсыҡ һалдылар. Бына ул ауыр йөктө күтәреп, ҡушылған ергә китте. Алексеев Легкоступтың аҫҡа һалынып торған яланғас аяҡтарын бөкләгәс, уларҙы өҫкә табан күтәреп, ике ҡулы менән тотоп барҙы.
Йыуыныу бүлмәһенең бер краны эргәһенә килеп туҡтау менән Борисов “ғали йәнәптәренең” яланғас аяҡтарын һабынлап йыуырға кереште. Бер аҙ йыуғас, “бабай” уға екеренергә тотондо:
— Етәр, салага, ниңә күп ышҡыйһың? Өшөтәһең бит.
Аяҡтарын таҫтамал менән ҡоротоп һөрткәс, Легкоступ Амангилдинға әмер бирҙе:
— Һин, басурман, давай тиҙерәк ҡайтыу яғына йүгер. Юғиһә ҡулдар арыны һинең муйыныңа аҫылынып.
Ә был ваҡытта Йыһангир, муйыны быуылып, саҡ-саҡ тын ала ине. Өсәүләшеп “ҡарт”ты карауатына килтереп һалыу менән мөйөштә ятҡан Петухов фамилиялы “сүмес” быларға ҡысҡырып ебәрҙе:
— Тройка, минең дә аяҡты йыуығыҙ!
Әлеге өсәү уның эргәһенә яй ғына атлап киттеләр.
— Шире шаг! Нимә быуаҙ ҡатындар кеүек атлап киләһегеҙ? Амангилдин, әйлән!
Йыһангир быға риза булманы:
— Әле генә Легкоступ йыуыныу бүлмәһенә миңә атланып барҙы. Хәҙер Алексеев менән Борисовтың сираты.
— Һин нимә, салага? Мине тыңламаҫҡа итәһеңме әллә? Хәҙер тыңлатабыҙ!
Петухов карауатынан төшөп, уң аяғы менән ике тапҡыр Йыһангирҙың эсенә типте. Шул ыңғайҙан йоҙроғо менән күкрәгенә һуҡты. Ләкин Амангилдин ҡымшанманы. Петухов тағы бер тапҡыр ҡундырып алды.
Шул ваҡыт хәрби хеҙмәткә Кавказдан алынған, милләте буйынса абазинец Рөстәм Мхце Петуховҡа екерҙе:
— Амангилдин һеҙгә ишәкме ни һәр берегеҙҙе ташырға! Һин, Петухов, беҙҙең һымаҡ “бабай” түгел, “сүмес”кә яңы аяҡ баҫҡанһың. Барин һымаҡ ҡыланаһың. Бына мин, “бабай”, аяҡтарымды кешенән йыуҙырғаным юҡ. Бар, үҙең йыу! Хәҙер мейеңде сәсрәтәм! Көсө еткәнгә — көсөктәй, етмәһә, кеше туҡмарға керешкән, сволочь!
Петухов асыулы күҙҙәрен һирпеп, Амангилдинға тағы бер ҡараны ла шым ғына сығып китте. Башҡалар ҙа Йыһангирға бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр, сөнки Рөстәмдән шөрләйҙәр. Быға былтырғы бер ваҡиға сәбәпсе булғандыр, моғайын.
Спорт майҙанында волейбол уйнайҙар. Уйнаусылар араһында оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле Рөстәм дә бар. Уның һәр бер хәрәкәтенә бәйләнеп, Кудряшов фамилиялы берәү аҙым һайын кавказлыны һүҙ менән хурларға, кәмһетергә тырыша. Уйын барышында Рөстәм бәләкәй генә хата ебәрә. Кудряшовҡа шул етә ҡала. Ул кавказлыны: “Черномазый!” — тип һүгергә тотона. Рөстәм хурлаусының эргәһенә атылып килеп етә лә уң ҡулының һырты менән Кудряшовтың елкәһенә һуға. Тегеһе киҫелгән ағас кеүек ергә ҡолай һәм ҡабат тора алмай. Уны дауаханаға оҙаталар. Мейеһе һелкенеп дауаханала ике-өс ай ятҡандан һуң ғына аяҡҡа баҫып, хеҙмәтен дауам итә. Аҡылы самалы, хәрәкәттәре һүлпән булһа ла, уны комиссовать итмәйҙәр. Әле булһа ротаның 2-се взводында хеҙмәт итеп йөрөй. Шулай итеп, ят милләттәрҙе күрә алмаусанлығы, милләтселеге арҡаһында Кудряшов ғүмерлеккә ярты кешегә әүерелә. Һуңынан беленеүенсә, Рөстәм каратист икән. Шуның арҡаһында ҡыҙыу баштар унан ҡоттары осоп тора.
Ниһайәт, Амангилдинға мендәргә баш төртөргә форсат тейҙе.

* * *
Иртәнге ашты ашағас, 1-се рота линейкаға теҙелде. Шунда ғына яңы килгән һалдаттар үҙҙәренең взвод командирҙарын күрҙеләр. 3-сө взвод командиры лейтенант Свиридов Макар Семенович тигән кеше булып сыҡты. Ҡолға буйлы, өҫтөнә оҙон итәкле тун кейеп алған. 3-сө взводтың бер һалдаты уға былай тип мөрәжәғәт итте:
— Макар Семенович, башым бик ауырта. Бәлки, миңә эшкә бармаҫҡа рөхсәт итерһегеҙ?
— Рөхсәт итәм. Тик теләһә ҡайҙа аҙып-туҙып йөрөмә! Карауатта ғына ятып ауыры!
Был һөйләшеүҙе ротный ишетеп ҡалды:
— Туҡта, туҡта! Рядовой Колдунов, башығыҙ ниңә ауырта ул? Ҡан баҫымы күтәрелдеме? Ни сәбәптән? Тағы наркотик ҡуллана башланыңмы? Ҡайҙан алдың? Кем бирҙе? — Шадрин ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. — Гашиш ашағаның күҙ төбөңдән күренеп тора, ҡара янып сыҡҡан. Марш эшкә!
Баҡһаң, Колдунов ҡырҙа йөрөгәндә киндер һабаҡтары күреп ҡала. Уларҙың япраҡтарын йыйып, кеҫәләренә тултыра. Аҙаҡ, яйын табып, котелогында майға ҡушып ҡайната һәм ашай. Өс-дүрт ҡалаҡ ашаһа, еңеләйә башлай икән. Кәйефләнеүҙән ләззәт табып, илереп йөрөгән сағында уны майор Фәйзуллин тотоп ала.
Рота һалдаттары һәм сержанттары эшкә таралды. Шул иҫәптән хәйләләшеп маташҡан Колдуновты ла эшкә оҙаттылар. 7—8 йәш һалдатты хәрби база тарафынан шефҡа алынған совхозға ебәрҙеләр. Улар араһында Йыһангир менән Илнур ҙа бар ине. КП аша сыҡҡанда дежурҙа торған “сүмес” Соснов уларға ошондай бойороҡ бирҙе:
— Һеҙ совхоздың ҡошсолоҡ фермаһына тиҙәк таҙартырға барасаҡһығыҙ. Тауыҡтар унда йыл әйләнәһенә йомортҡа һала. Һәр берегеҙ миңә ферманан 30-ар йомортҡа алып ҡайтып бирә.
— Нимә эшләтәһең ул шул хәтле йомортҡаны? — тип һораны Сосновтан Богданович.
— Уныһы минең эш, — тип эре генә яуап бирҙе “сүмес”.
— Йомортҡаларҙы һатып, аҡса эшләй үҙенә. Әллә шуны ла белмәйһегеҙме? — тип яуап бирҙе аранан бер һалдат.
Хәрби базала “бабайҙар” һәм “сүместәр” араһында, ғөмүмән, һалдаттар менән сержанттар араһында ҡырын яҡтан аҡса эшләү ғәҙәте бик көслө. Һәр кемгә ай һайын бер аҙ аҡса, 15-әр ҡап “Прима” тәмәкеһе, ә тартмағандарға шәкәр бирелә. Дембелдәр, “бабайҙар” “рухтар”ҙың аҡсаларын үҙҙәренә тартып алалар, тәмәкеләрен, хатта шәкәрҙәрен дә ҡармайҙар. Үҙҙәре талап алған сигареттарҙы, шәкәрҙе ауылға алып барып, арзаныраҡ хаҡҡа һаталар. Бөтә подразделениеларҙа ла ошо рәүешле аҡса эшләү бара.
Йыһангирҙар көнө буйы тырышып эшләнеләр. Ҡайтыр саҡта улар ферма мөдиренән йомортҡа һорарға ҡыйманылар. Шулай итеп, КП дежурныйы Сосновтың наказы үтәлмәне. Ниндәй ферма бушҡа кемгәлер 300 йомортҡа биреп ебәрһен ти? КП аша еңел генә үтергә уйлағайнылар, ниәттәре барып сыҡманы. Соснов уларҙың береһен дә эскә үткәрмәне. Эштән арып ҡайтҡан егеттәрҙе теҙеп ҡуйҙы ла, ҡулына осо яланғас үткәргес тотоп, 220 вольтлы ток менән һуҡтыра башланы. Токтан һуғылған беренсе һалдат ҡысҡырып ебәрҙе һәм ҡулын ыуаларға кереште. Соснов икенсе һалдаттың терһәгенән тотоп, уның ҡулына ла үткәргестең осон тейҙерҙе. Әлеге һалдат ток һуғылыуҙан йығылып китте һәм бер нисә секундтан һикереп тороп, аяғына баҫты. Соснов асыуҙан тонған күҙҙәре менән Амангилдинға сәнсеп ҡарап алды ла ҡулына үрелде. Йыһангирҙың төҙөлөштә эшләгән саҡта ҡулдары ҡорос кеүек сыныҡҡайны. Ул Сосновтың уң ҡулын терһәк тәңгәленән кире яҡҡа бөкләне лә үткәргестең осон “сүмес”тең сикәһенә төрттөрҙө. Соснов ауыртыныуҙан һәм ҡурҡыуҙан аҡырып ебәрҙе лә ергә гөрҫ итеп ҡолап китте. Был көтөлмәгән хәл йәш егеттәргә ҡыуаныс килтерҙе. Улар йүгерешеп КП аша сыҡтылар ҙа казармалары яғына саптылар.

* * *
Ял көнө ине. Йыһангир ленкомнатаға инеп, хат яҙырға ултырҙы. Ул башта Гөлбиназға, шунан олатаһына яҙҙы. Өйҙәгеләрҙе борсомаҫ өсөн бындағы хәлдәрҙе матур буяуҙар менән һүрәтләне. Амангилдин бер юлы Әсфиргә лә хат яҙырға булды. Дуҫына ул ошоларҙы теҙҙе: “Теге ваҡыт һинең армия хаҡында һөйләгән һүҙҙәрең дөрөҫкә сыҡты, брат. Дедовщина тигән нәмә ул армияны эстән ҡаҡшатыусы, уның тере күҙәнәктәрен үлтереүсе яман шеш менән бер икән ул. Быға ҡаршы командование көрәш алып бармай. Бик һирәк командирҙар ғына дедовщинаға ҡаршы, күпселеге был әшәке күренешкә ҡарата моңһоҙлоҡ, вайымһыҙлыҡ күрһәтә. Бәйҙән ысҡынған ике аяҡлы йыртҡыстарҙың ҡырағай ҡылыҡтары бандиттар ҡылығынан да әшәкерәк һәм хәтәрерәк”.
Хат яҙып бөтөр-бөтмәҫтән старшина Йыһангирҙы үҙенең янына саҡыртып алды. Ял көнө булһа ла, капитан Шадрин һәм прапорщик Назаров ротаға килмәй ҡалмайҙар. Амангилдин рота канцелярияһына барып ингәндә, улар оҙон өҫтәл артында ултыралар ине. Шадрин стена буйындағы ултырғысты күрһәтеп, Амангилдинға ултырырға ымланы.
— Һин гражданкала төҙөлөштә ташсы булғанһың икән, — тине ротный алдында ятҡан “Личное дело”ға күрһәтеп. — База эргәһендә оҙаҡламай офицерҙар өсөн ял йорто төҙөлә башлаясаҡ. Ташсылар эҙләйбеҙ, эшкә бараһыңмы?
— Булдырабыҙ уны, иптәш капитан, — тип яуап бирҙе Йыһангир.
— Шул һүҙҙе ишетергә теләгәйнем дә инде, — тине ротный, ҡәнәғәт йылмайып.
— Хәҙер часты ҡалдырырға тейешменме?
— Юҡ, иптәштәрең менән казарманан йөрөп эшләйәсәкһегеҙ. Аңла-шылдымы?
— Төшөндөм, иптәш капитан. Тырышып эшләрбеҙ.
— Беҙҙең ротанан тағы ла дүрт кеше буласаҡ, һин — старший. Ярҙамсылар итеп кемдәрҙе алырға теләйһең?
Йыһангир бер нисә секундҡа уйға ҡалды.
— Иптәш капитан, “дедтар”ҙы ундай яуаплы эшкә алырға ярамай. Улар барыбер эшләмәйәсәк, тик ҡамасау ғына итәсәктәр. Төҙөүселәр араһына рядовой Устиновты алырға кәрәк. Ул намыҫлы егет. Тағы шуныһы — эштән ҡайтыу менән “дедтар” сигарет таптыра башлайҙар. Алып ҡайтмаһаҡ, туҡмайҙар. Ашханала йәш һалдаттарҙың ризыҡтарын тартып алып ашайҙар. Йә булмаһа, аштарына, бутҡаларына, компоттарына төкөрәләр, ҡаҡыралар. Шунан ғауға сыға.
— Старшина ашханала шул тәртипһеҙлектәрҙе күреп тора, ә бер нимә лә өндәшмәй, — тине ротный прапорщик Назаровҡа асыулы күҙҙәрен төбәп.
Старшина ла яуапһыҙ ҡалманы:
— Иптәш капитан, мин уларҙың әшәкелектәренән арыным. Уларға үҙемсә яза ла биргәнем бар.
— Ә ниңә был турала беҙгә әйтмәнең? — тип һораны ротный аптыраған ҡиәфәттә.
— Әйтеүҙән ни файҙа? Һеҙ уларҙы шуның өсөн генә төрмәгә ултырта алмайһығыҙ, гауптвахтанан ҡурҡмайҙар. Әйткәс, шуны ла әйтәйем: “дедтар” тарафынан ниндәй генә әшәкелектәр, енәйәттәр эшләнмәй, ә взвод командирҙары бер нәмәгә лә ҡыҫылмай. Йәш һалдатты туҡмап ташлайҙар икән, взводныйҙар быға бошоп та бирмәй. Эш хаҡы алғанда ғына ротаға килеп күренәләр ҙә юҡҡа сығалар. Эт менән дә табырлыҡ түгел. Ошондай тәртипһеҙлекте бер старшина ғына еңеп сыға аламы һуң?

* * *
Төҙөлөш ҡыш буйы барҙы. Унда “ҡарттар” йәлеп ителмәгәнлектән, йәш һалдаттарға эшләүе күпкә еңелерәк ине. Көндәр йылынғас, төҙөүселәргә лә күңеллерәк була барҙы. Ниһайәт, буласаҡ ял йортоноң стеналары һалынып бөттө. Төҙөлөш материалдары менән хәрби етәкселәр бик иркен мөғәләмә итте. Бер йөк машинаһын төҙөлөшкә килтереп бушатһалар, икенсеһен һул яҡҡа оҙатып торҙолар. Ике ташсыны, шул иҫәптән Амангилдинды ла, бер нисә һалдат менән бергә полковник Пономаревтың шәхси йортон төҙөүгә күсерҙеләр. Дөрөҫөрәге, часть командиры йәшәгән йортҡа өс стенанан торған төкәтмә эшләп, уны ҙурайтырға тотондолар. Йыһангир ял йортон һалғанда ла, командир йортон төҙөгәндә лә көсөн аямай эшләне, фотоһы хатта ротаның почет таҡтаһына ҡуйылды.
Йорт һалыу еңел эш түгел. Ярай әле, күңелдәрҙә рухи балҡыш һәм дәрт уятып, яҙ килде. Ҡарҙар иреп юҡҡа сығыу менән ер өҫтөнә йәшел үләндәр ҡалҡты һәм донъя йәшеллеккә күмелде.
Өйҙөң төкәтмәһен тамамлауға тирә-яҡты нығытыу, төҙөкләндереү, матурлау кеүек эштәр өҫтәлде. Аҙаҡ кирбестән ҡойма ҡорҙолар. Был ҙур эш тамамланғас, гаражға бетондан юл һалырға ҡушылды. Был эште башлар алдынан прораб егеттәрҙән:
— Йә, әйтегеҙ әле, бетондың пропорцияһы нисек? — тип һораны.
Был һорауға Амангилдин ғына яуап бирә алды:
— Бергә — өс. Бер көрәк цементҡа өс көрәк ҡырсын таш ҡушырға кәрәк.
— Афарин, рядовой Амангилдин, эштең нескәлектәрен яҡшы беләһең икән. Улай булғас, төҙөлөш материалдарын тәләф итмәй генә, эште ойоштороп ебәр инде.
Һалдаттар Йыһангир етәкселегендә эшкә тотондолар. Ике-өс көндән ул да тамам булды.

* * *
Амангилдиндың тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Хәбир дуҫынан хат килеп төштө. Алты ай уҡыу подразделениеһында булып, хәрби һөнәр алғас, апрель аҙағында Бүрәт республикаһына оҙатылған икән. Яңы урында башлыса урыҫ һәм бүрәт егеттәре хеҙмәт итә. Дуҫының хәлдәре шәптән түгел икән. Туҡмалып, госпиталгә эләккән. Башына ултырғыс менән һуҡҡандар, психиатрия бүлегендә ята. Хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылған, өйөнә оҙатасаҡтар.
Полковник Пономарев, йәмһеҙ генә йортоноң төҙөүселәр тырышлығы менән күркәм төҫкә инеүен күреп, һоҡланып бөтә алманы. Эштәр теүәлләнгәс, Амангилдинды үҙ кабинетына саҡыртып алды ла былай тине:
— Бына нимә, рядовой Амангилдин. Приказ менән бөгөнгө көндән һиңә ефрейтор званиеһы бирелә, — командир һул беләгенән алтын менән ялатылған ҡул сәғәтен сисеп, Йыһангирға бирҙе. — Быныһын минең йортто төҙөгәндә тырышлыҡ күрһәткәнең өсөн бүләк итеп бирәм.
Егеттең бүләкте алырға ҡыймай торғанын күреп:
— Ал, ысын күңелдән бирәм, — тине полковник.
Йыһангир часть командиры ҡулынан сәғәтте алып, һул беләгенә таҡты һәм честь бирҙе.
— Рәсәй армияһына хеҙмәт итәм! Рәхмәт, иптәш полковник.
— Артабан да тырышып эшләһәң, тиҙҙән сержант званиеһы биреп, үҙеңде отпускыға ла ҡайтарырбыҙ. Белеүемсә, өйҙә кәләшең дә бар икән.
— Улым да бар. Тыуыуына бер аҙна булды.
— Ҡотлайым! Буласаҡ һалдат, тимәк! — тине Пономарев. — Бөгөн үк штабҡа кереп, белешмә ал, ул хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә социаль льготалар менән файҙаланырға хоҡуҡ бирә. Иш янына ҡуш насар булмаҫ.
— Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт, иптәш полковник. Бөгөн үк ҡатыныма ебәрермен.
Тиҙҙән малайы тыуыу уңайы менән ялға ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Етмәһә, кесе сержант званиеһы ла бирелде. Йыһангир быларҙы ишетеп, башта үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. Ҡыуаныстан бейеп китергә әҙер ине. Тиҙ генә әҙерләнде лә, документтарын алып, ҡаланың тимер юл вокзалына ашыҡты. Киске поезға ултырып, таң менән Өфөгә килеп төштө. Тыуған яҡтарҙы күргәс, күҙҙәренә йәш эркелде.
Ҡала магазиндары тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шуларҙың береһенә кереп, барлы-юҡлы ғына аҡсаһына олатаһына, кәләшенә, малайы Ғилемдарға күстәнәстәр алды ла автовокзалға бара һалып, автобус менән Стәрлетамаҡҡа ҡайтып китте. Өс сәғәт тә үтмәне, ғаиләһенә атлыҡҡан сержантты автобус Стәрле автовокзалына килтереп еткерҙе. Ул күҙ ҡарашы менән күңеленә яҡын ҡаланы байҡап сыҡты. Шунан троллейбусҡа ултырып, өйөнә елдерҙе.
Ә өйҙәгеләр уның ҡайтыуын белмәйҙәр ине. Йыһангирҙың ҡапыл пәйҙә булыуы оло шатлыҡ тыуҙырҙы. Сынтимер ейәнен һау-сәләмәт күреп, ҡыуаныстан күңеле тулды.
Гөлбиназ иренең йөҙөнә ентекләп ҡарағас, хатта ҡысҡырып үк ебәрҙе:
— Сикә сәстәрең ағарған да баһа, йәнем!
— Һине юҡһыныуҙан шулай, — тип шаяртты Йыһангир. — Һин дә һурылып киткәнһең. Олатайым да аҙыраҡ бирешкән.
Кис еткәс, иркенләп һөйләшеп ултырҙылар.
— Кавказда тағы ла һуғыш сығырға тора. Уйландыра, — тине олатаһы ейәненә. — Ябыҡҡанһың, күҙҙәрең дә уйсанланып ҡалған. Ҡыйынлыҡтар етәрлектер инде был заманда армияла. Тик улар башты шаңҡытырлыҡ, миңрәүләндерерлек булмаһын ине.
— Артыҡ ҡайғырырлыҡ бер нимә лә юҡ, олатай, хәсрәтләнмә. Бишҡурайҙан Әбдрәфиҡ ағайҙың улы Хәбирҙе беләһең бит әле, армияға тиклем Күмертауҙа физкультура техникумында уҡығайны. Хәрби хеҙмәткә лә бер ваҡытта киттек. Хатлашып торабыҙ. Әлеге көндә Улан-Удэла дауаханала ята.
— Нимә булған уға? — тине Сынтимер аптырап.
— Башына һуғып, мейеһе зарарланғандыр, тип уйлайым. Үҙе бөтәһен дә әйтеп бөтмәй.
— Бына тигән егетте әрәм иткәндәр, — тине өлкән Амангилдин. — “Дедовщина” тигәне ҡара яу икән. Сталин юҡ, ҡыра һуғыр ине ул бандиттарҙы. Һиңә лә йоҙроҡ күтәрәләрме әллә?
— Бар ерҙә лә шулайҙыр инде, олатай. Әммә беҙҙең ротный “бабайҙар”ға шашынырға бик ирек ҡуймай, белеп ҡалһа, язаға тарттыра.
Өҫтәл артында һүҙ башлыса Йыһангирҙың хәрби хеҙмәте хаҡында барҙы.
— Олатай, миңә Хоҙайҙан иҫәнлек һора, хеҙмәттән имен-аман йөрөп ҡайтыуымды телә. Ниндәйҙер серле һәм көслө доғалар уҡып, һуғышта иҫән ҡалғанһың, улай ғына ла түгел, иптәштәреңде лә ҡотҡарғанһың. Мин дә һинең доғаларыңдың көсөнә ышанам, — тине Йыһангир.
— Әллә һуғышҡа алырға уйлайҙармы?
— Кем белә инде, олатай. Һалдат бөгөн тыныс ҡына хеҙмәт итә, ә иртәгә уны ут эсенә алып барып тығалар. Үҙең беләһең: донъялар боларып тора. Кавказда хәлдәр киҫкенләшә. Һуғыш башланып китһә, һалдаттарҙы күпләп оҙатасаҡтар унда.
Тағы ла байтаҡ һөйләшеп ултырғас, ҡарт ҡайтып китте.

* * *
Бер-береһен күреп-һөйөп туя алмаған көндәр һәм төндәр бик тиҙ үтте. Амангилдин кире хәрби часына китте. Өйҙәгеләр уны тағы ла илап оҙатып ҡалдылар.
Йыһангир барып еткәндә, көн кисләгәйне. Уның отпускынан әйләнеп килеүенә дуҫтары ҡыуанды, бигерәк тә Сергей Устинов шатланды. Алып килгән күстәнәстәрен взвод егеттәренә таратып сыҡты. Сергейға ла өлөш сығарҙы. Юлдан арып килгән Йыһангир башын мендәргә терәү менән йоҡлап китте.
Иртәгәһен старшина Амангилдинды бер төркөм һалдаттар менән бассейнға эшкә ебәрҙе. Улар араһында Башҡортостан егеттәре лә байтаҡ ине. Бассейндың һыуын ағыҙып, уның иҙәненә, ҡырҙарына кафель плиткалары йәбештерҙеләр. Эш барышында Йыһангир яҡташтарына, милләттәштәренә роталағы хәлде аңлатып бирҙе. “Бабайлыҡ”тың иҫ киткес яуыз нәмә икәнлеген, уға ҡаршы күмәк көс менән көрәшергә кәрәклеген, берҙәмлек талап ителеүен төшөндөрҙө.
Эш өҫтөндә йәй үтте. Ғүмер аҡҡан һыу кеүек үтеп кенә тора, йәйҙең дә ялынан тотоп алып ҡала алманы Йыһангир. 1999 йылдың көҙө килеп етте. База территорияһында төҙөлөш эштәре бер генә минутҡа ла туҡталманы. Амангилдин эштән ҡурҡа торғандарҙан түгел, донъялар ғына тыныс булһын. Әммә көҙ етеү менән һалдаттарҙың баш осонда ҡара болоттар ҡуйыра башланы — Кавказда икенсе чечен кампанияһы башланып китте. Халыҡтың күҙен томалау өсөн уны терроризмға ҡаршы операция, тип атанылар.
Бер көндө Йыһангир эштән ҡайтып, йыуынып ҡына бөткәйне, уны ротный үҙ янына саҡыртты. Амангилдин белә: юҡ-барға ғына саҡыртмайҙар. Капитан Шадрин күңелһеҙ ҡаршыланы һәм стена буйындағы ултырғысҡа ултырырға ишара яһаны.
— Юғарынан һине, Амангилдин, бер төркөм һалдаттар менән Кавказға, һуғыш барған яҡтарға ебәрергә, тигән бойороҡ бар. Дөрөҫ, туп-тура ут эсенә алып барып индермәҫтәр, тип уйлайым. Һеҙҙе башта Төньяҡ Кавказ хәрби округына ебәрәсәктәр. Унда барғас, төрлөгөҙҙө төрлө яҡҡа таратасаҡтар, йәғни хәрби частарға оҙатасаҡтар. Бәлки, бер аҙығыҙ хәрби эшкә өйрәнеү өсөн сборға эләгер. Һинең кеүек оҫта төҙөүселәрҙе, ихтимал, емерелгән хәрби объекттарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн тылда ҡалдырырҙар, ә кемдәрҙелер туп-тура ут эсенә индереп ебәрерҙәр. Һин оҫта төҙөүсе булараҡ, бында ла кәрәкһең, мин әле лә һине үҙебеҙҙә ҡалдырыу яғында. Тик генерал Редюков барлыҡ башҡорт егеттәрен Кавказға ебәреүселәр исемлегенә индерергә ҡушҡан. Яңыраҡ ҡына беҙ 1-се ротанан Пахомов, Свиридов, Жулихиндарҙы Төньяҡ Кавказ хәрби округы ҡарамағына оҙатҡайныҡ инде, ә улар юлда, һаҡсыларҙың асыҡ ауыҙлығынан файҙаланып, поездан төшөп ҡалғандар һәм ҡасҡандар. Хәҙер беҙҙән яҡшы, тәртипле, мораль яҡтан тотанаҡлы башҡорт егеттәрен ебәреүҙе һорайҙар. Бөгөн үк әйберҙәреңде, кейемдәреңде әҙерлә. Иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙә автобус аэропортҡа алып барасаҡ, артабан самолет менән Төньяҡ Кавказға осасаҡһыҙ.
Улар бер-береһенә изге теләктәр теләп хушлаштылар. Һуғыш барған яҡтарға китеү хәбәре Йыһангирҙың башында мең төрлө уй ҡайнатты, оҙон керпекле ҡара күҙҙәре бойоҡлоҡ, һағыш эсенә сумды.

* * *
Ноябрь айының ҡарлы ҡатыш ямғырлы көнөндә Йыһангир Кавказға осто. Был ваҡытта Чечня һуғышының икенсе кампанияһы башланғайны. 1994—1995 йылдарҙа Рәсәй армияһы Дудаевтың көслө ҡыҫымына эләккәс, еңеү яулаған чечен халҡы үҙенә бойондороҡһоҙлоҡ алдым, тип уйлағайны. Дөйөм ҡыуанысҡа, эйфорияға бирелеп, улар һиҙгерлектәрен юғалта төштө һәм икенсе һуғышҡа ныҡлап әҙерләнмәне. Ғорур тау халҡының үҙаллылыҡ алыуы Рәсәйҙең ҡан көҫәүсе һуғыш суҡмарҙарына оҡшаманы. Кавказда тыныслыҡ урынлашып та өлгөрмәне, Чечен республикаһына йәнә ҡара яу ябырылды. Танауҙары ла кибергә өлгөрмәгән йәш малайҙарға автоматтар тоттороп, дөрләп янған ут эсенә ҡыуалап индерә башланылар.
Бик күп Башҡортостан егеттәрен, ҡорал менән эш итергә йүнләп өйрәтеп тә тормай, ҡаты бәрелештәр барған ҡыҙыу нөктәләргә ебәрҙеләр. Йыһангирҙы һәм тағы бер нисә егетте тәүҙә һуғышҡа әҙерләү өсөн сборға оҙаттылар. Унда ике-өс көн самаһы булғас, һалдаттарҙы спецназға алыу өсөн йыя башланылар. Әлбиттә, унда физик яҡтан таҙа егеттәрҙе генә һайлап алалар ине. Йыһангирҙың да спецназға барыу теләге уянып, уйын командирҙарға еткерҙе. Ниәтенә ҡаршы килмәнеләр. Был элиталы ғәскәргә һалдатты бар яҡтан тикшереп, һынап алалар. Бының өсөн һалдат башта оҫта һуғыша белеүен иҫбатларға тейеш.
Бына Йыһангирҙы спортзалға саҡырып килтерҙеләр һәм бер лейтенант менән алышырға ҡуштылар. Әлбиттә, был алыш ысын һуғыш шарттарына яраҡлаштырып ойошторолғайны. Лейтенант ажарланып, өҫтөнлөгөн һыҙыҡ аҫтына алып һуғышты. Етмәһә, ул ниңәлер һуғышыу алымдарын самалы ғына белгән Йыһангирҙың башына тибергә тырыша ине. Шулай әтәсләнә торғас, офицер һалдаттың һул яҡ ҡашын йырта типте. Егет артабан һуғыша алманы — ҡан китте. Шулай булһа ла, лейтенант уны үҙенә алырға булды.
Артабан һуғыш күнекмәләренә өйрәтеү башланды. Тиҙҙән Йыһангирҙарҙы нарядҡа йөрөтә башланылар. Резина дубинка тотоп, офицерҙарҙың дөйөм ятағын, КПП-ларҙы һаҡлайҙар. Егеттәрҙең кәйефе әллә ни шәп түгел. Ни тиһәң дә, уларҙы һуғышҡа әҙерләйҙәр бит. Сәйәси әҙерлек дәрестәрендә һалдаттарҙың мейеһенә көн дә патриотизм тойғоларын тыңҡыслап тултырһалар ҙа, Рәсәй ҡоралының данын күккә күтәреп маҡтаһалар ҙа, береһе лә һуғыш-ҡырылыш барған ергә атлығып тормай. Шулай ҙа әҙерлек курсын тамамлағас, теләйҙәрме-юҡмы, ҡораллы бәрелештәр үҙәгенә ебәреләсәктәр.
Дүшәмбе көн. Өйрәнеү һәм уҡыу дәрестәре тамамланыу менән, аҙыраҡ буш ваҡыт булыуҙан файҙаланып, Йыһангир Гөлбиназға хат яҙырға ултырҙы. “Һаумы, ҡәҙерлем Гөлбиназ! Һиңә Кавказ тауҙары хәтле ҙур сәләмдәр ебәреп ҡалам. Мине уйламағанда Төньяҡ Кавказ хәрби округына хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Беҙҙең хәрби ҡаласыҡ Пятигорскийҙан 2—3 саҡрымда урынлашҡан. Мин бында сборҙамын. Һөйөклөм, хаттарыңды алып торам. Түбәм күккә тейеп, уларҙы ҡат-ҡат уҡыйым. Бында хеҙмәт иткән егеттәрҙең күпселеге башҡорт-татарҙар. Мосолмандарҙы мосолмандарға ҡаршы һуғышҡа ебәреүҙәрен уйлаһам, ҡайғынан йөрәгем ярылып киткәндәй була. Хеҙмәтем һәйбәт бара. Климат беҙҙәге кеүек: әле һыуыҡ, әле йылы, йә ямғыр яуа, йә ҡоро. Теге аҙнала экскурсияға барҙыҡ, Лермонтовтың дуэле булған ерҙе күрҙек. Ниңәлер Кавказға килеп һәләк булған шағир йәл булып китте. Тәмәке тартырға өйрәндем. Бөтәһе лә тартҡас, мин дә ылығып киттем. Бында Терек тигән ҙур тау йылғаһы ҡотороп ағып ята, шунда һыу индем. Ярар, хуш. Һинән хат көтөп — Йыһангир”.
Бер айға иҫәпләнгән әҙерлек курсы тамамланды. Спецназ күнекмәләренә өйрәнеү осоро ла Йыһангирҙар өсөн шуның менән осланып ҡуйҙы. Чечняла фронт линияһы Аргунға яҡын урындарҙан үтә. Спецназсыларҙы, шул иҫәптән Амангилдинды ла ҡаты һуғыш барған урындарға оҙатырға булдылар. Аргун эргәһендә федералдарҙың механизацияланған дивизияһын яңы көстәр менән тулыландырып, чечен боевиктарының оборонаһын өҙөргә, тигән бурыс ҡуйылғайны.
Иртәнге ҡараңғылыҡта, автобустарға ултыртып, һуғышҡа китеүселәрҙең беренсе төркөмөн оркестр тауыштары аҫтында дивизия ҡарамағына оҙаттылар. Дивизия биләгән плацдармға бара торған юл тау йылғалары үҙәндәре, ҡуйы урмандар аша үтә. Кеше йәшәрҙәй урындарҙа чечен ауылдары, казак станицалары, ҡасабалар урынлашҡан.
Колоннаны арттан — ике, алдан бер БТР һаҡлап барҙы. Төш ауғас, Малиновская станицаһына барып керҙеләр. Бында дивизияның штабы урынлашҡан икән. Һуңғы көндәрҙә ҡаты һуғыштар барышында дивизия, чечен боевиктарының контрһөжүменә эләгеп, ҡыйралышҡа дусар була һәм артҡа сигенә. Командованиеның һөжүм итеү йүнәлешен дөрөҫ билдәләй алмауы арҡаһында һуғышта танктарҙы файҙалана алмайҙар. Ардон йылғаһы буйындағы йомшаҡ ләмле урынға эләккән танктар шунда баталар. Пехота, артиллерия, танктар һәм авиация тарҡаулыҡ күрһәтә, шуның арҡаһында Рәсәй самолеттары йыш ҡына үҙҙәренең ут нөктәләрен, терәк пункттарын, хатта хәрәкәт итеүсе пехота, танк колонналарын бомбаға тота.
Был дивизияның чечендарҙың бер уҡсы полкы тарафынан туҡмалып теткеләнеүе рустарҙың юғары командованиеһын ныҡ шаңҡытты. Ә бит техника яғынан өҫтөнлөк Рәсәй ғәскәрҙәре яғында. Чечендарҙың, рустарҙыҡы кеүек, өҫтән бомба ташлаусы самолеттары ла, үкереп килеүсе танктары ла юҡ. Шулай булһа ла, үҙ еренең азатлығы өсөн һуғышҡан бер чечен яугиры ун Рәсәй һалдатына торош итерлек һуғыша.
Дивизияның миномет һәм танк батальондары бынан 10—15 саҡрым самаһы алыҫлыҡта ята. Кискә табан юл хәүефле булғанлыҡтан, курсанттарҙы дивизия подразделениеларына иртәнсәк алып барырға ҡарар иттеләр. Малиновская — ҡасабаға торош итерлек ҙур ауыл. Унда аҙыҡ-түлек келәттәре лә, артиллерия складтары ла, боеприпастар һаҡланған таш йорттар ҙа, хәрби техника ангары ла бар. Был хәрби объекттарҙы һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү өсөн байтаҡ ҡына һалдаттар йәлеп ителгән. Бынан тыш, тотош бер ротаға станицаны тәүлек әйләнәһенә һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Улар көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл һәм патруль хеҙмәтен үтәйҙәр.
Көндөҙгө сәғәт дүрттәрҙә курсанттарҙы бүлмәләргә тараттылар. Йыһангир Илһам исемле яҡташ татар егете менән икәүләп 2-се казарманың бер бүлмәһенә урынлаштылар. Бында патруль хеҙмәтен үтәүсе, дивизияның хужалыҡ эштәрен алып барыусы егеттәр йәшәй икән.

* * *
Бына-бына һуғыш барған районға алып китерҙәр, тип йөрөгәндә, спецназсыларға Аргунға китергә бойороҡ бирелде. Тынысһыҙ Кавказ ерендәге хәрби хәлдең үҙгәреп тороуы сәбәп булды быға. Ставрополь яғынан Моздокка асфальт һәм грунт юлдар буйлап бер туҡтауһыҙ ҡорал, боеприпастар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым тейәлгән колонналар ағылып тора. Был хәрби йөктәр Моздоктан төрлө юлдар аша Чечнялағы федераль ғәскәрҙәр һуғышып йөрөгән райондарға тиклем барып етә. Моздоктан Аргунға табан барған бер колоннаға чечен боевиктары һөжүм итә. Улар радио менән идара ителгән фугас менән колоннаның алдан һәм арттан барған машиналарын шартлаталар. Беҙҙең һалдаттар менән боевиктар араһында ҡаты бәрелеш була. Колоннаға ҙур зыян килтергәс, чечендар таралып юҡҡа сыға. Көтөлмәгән һөжүм арҡаһында беҙҙекеләр араһында үлеүселәр күп була. Улар көс-хәл менән Малиновская станицаһына килеп етә. Спецназсылар әлеге колоннаның һәләк булған һалдаттарын алмаштырырға тейеш. Ҡыйратылған машиналарҙы яңылар менән алмаштырғас, колонна юлын дауам итте. Амангилдин һәм уның иптәштәре БТР-ҙарға кереп ултырҙылар. Йөк төйәлгән ауыр машиналар, бронетранспортерҙар һуғыш барған райондарға яҡын урындар аша әленән-әле үтеп торалар. Боевиктар тынғылыҡ бирмәй, юлдың ике яғынан да бер туҡтауһыҙ автоматтан, пулеметтан аталар. Амангилдин ултырған броневикта ла тыштан борсаҡ менән бәргән кеүек пулялар таҡылдағаны ишетелә.
Ваҡытлыса отделение командиры итеп тәғәйенләнгән сержант броневик тишектәренән автомат, пулемет менән юлдың ике яғына атып барырға ҡушты. Егеттәр автоматтарҙан берәр патронлап ата-ата барҙылар. Тирә-йүнгә пулялар һиптереп, пулемет таҡылданы. Амангилдин да юл буйына автоматынан ата-ата килде.
Малиновская станицаһынан төш ваҡытында ҡуҙғалып киткән колонна төн урталарында Аргунға барып етте. Егеттәрҙе ямғыры һибәләп торған декабрь төнө ҡаршы алды.
Колоннаны оҙатып килеүсе һаҡсылар морон төрткән урын Аргун ҡаласығының шәхси йорттарҙан торған биҫтәһе булып сыҡты. Әлеге биҫтәлә һуғыш-ҡыйралыштар арҡаһында сит яҡтарға ҡасып киткән ғаиләләрҙең бушаған йорттары федераль ғәскәрҙәргә ҡараған частарҙың дислокация урынына әүерелгән. Ҡалала, ҡасандыр Сталинградтағы кеүек, һәр йорт өсөн һуғыш бара. Бына-бына һуғыш ялҡыны ялмарға торған йорттарҙың ишек, тәҙрә тупһаларына ҡом тултырылған ҡапсыҡтар өйөлгән. Ҡасандыр тыныс тормош гөрләп торған ҡалала һәр өй бәләкәй генә ҡәлғәне хәтерләтә. Камуфляж кейгән урта буйлы, етеҙ хәрәкәтле чечен капитаны Амангилдинды һәм уның иптәштәрен өс ҡатлы мәктәпкә алып килде. Мәктәп һуғыш барған ерҙән өс йөҙ метр самаһы ғына алыҫлыҡта, хәүефле урында ултырһа ла, уның бүлмәләре һуғыш ғәрәсәте ҡоторған райондан йыраҡ китеп өлгөрмәгән ҡасаҡтар, частарынан тороп ҡалған һалдаттар, хәрәкәттәге армияның бер төркөм ғәскәрҙәре менән тулғайны.
Капитан ҡул фонаре менән яҡтыртып, бүлмәләрҙе, коридорҙарҙы, спорт һәм тамаша залдарын ҡарап сыҡҡас, егеттәрҙе бер бәләкәй генә бүлмәгә саҡырып алды. “Төнгө ҡунаҡтар” капитан күрһәткән бүлмә ҡырына килеп, эскә үтә алмай, ишек төбөндә туҡтап ҡалдылар. Уң яҡ мөйөштә, тумбочка өҫтөндә ҡыуығы ҡоромланып бөткән керосин лампаһы быҫҡып ултыра. Ҡыҙғылт яҡтылыҡтың көсһөҙ нурҙары иҙәнгә һуҙылып төшөп ятҡан ир-егеттәрҙең кәүҙәләрендә, биттәрендә уйнай.
Ябай халыҡ та, шинель ябынып йәки түшәп ятҡан хәрбиҙәр ҙә бар бында. Капитан һаҫыҡ тәмәке төтөнө һәм шарап еҫе менән тулған бүлмә эсен иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, йоҡлап ятыусыларға:
— Йәйрәп төшөп, иркенләп ятҡанһығыҙ. Стеналарға арҡа терәгән килеш ултырып серем итһәгеҙ ҙә ярар. Дудаевсыларҙы илдән һепереп түгеп, Ичкерияны азат иткәс, иркенләп йоҡларһығыҙ! — тине.
— Дудаев еребеҙҙе азат иткәс, һуғыш туҡталғайны. Битһеҙ хыянатсылар яңынан уларҙы саҡырып килтерҙеләр. Шул юл менән улар Чечняла рус хакимлығы урынлаштырырға итәләр, — тине башына таба ҙурлыҡ кәпәс кейгән 50—55 йәштәр самаһындағы ир.
— Рәсәй беҙгә үҙаллы йәшәргә барыбер ирек бирмәйәсәк, шулай булғас, бушҡа ҡан түгеүҙән ни файҙа? — тип яуап бирҙе уға офицер тауышын күтәрә биреп. — Йә, ярар, беҙ бында сәйәси темаға бәхәс ойошторорға килмәнек.
Капитан кисәге курсанттарҙы урынлаштырҙы ла сығып китте. Әүен баҙарының ҡапыл өҙөлөүе арҡаһында бүлмәләгеләрҙең йоҡоһо ҡасҡайны инде. Амангилдиндың урыны бер һаҡалтай бәндә янына тура килде. Танышҡас, Йыһангир уның Рәсәй армияһы сафында дудаевсыларға ҡаршы байтаҡ ҡына һуғыштарҙа ҡатнашыуын аңланы. Исеме Сөләймән икән, чечен. Һул яғында федералдарҙы яҡлап, чечен боевиктарына ҡаршы һуғышырға килгән Мөслим исемле Дағстан егете ултыра. Махачкала вуздарының береһендә уҡытыусылыҡҡа белем алып йөрөгән кисәге студент икән. Чечендарға ҡаршы һуғышырға дәрт тотоп, уҡыуын ташлаған да дудаевсыларҙы ҡыйратырға тип килгән. Дағстан доброволецтарынан торған бер батальон яңы ғына төҙөлөп, уның һалдаттары, шул иҫәптән Мөслим дә һуғышҡа инергә тейештәр икән. Уларға хәрби кейем кейҙергәндәр, ә автоматтарҙы иртәгә бирәсәктәр. Йыһангир Мөслимдең авар милләтенән икәнен дә белеп алды.
Сөләймән Йыһангир менән яңы килгән йәш һалдаттарға күҙ һирпеп алды ла былай тине:
— Танауҙары ла кипмәгән молокосостарҙы һуғышҡа индерәләр. Быуындары шыйыҡ йәш малайҙар үҙҙәренең тәжрибәһеҙлеге арҡаһында яу яланында күпләп ҡырылалар. Ә үлгәндәр урынына Рәсәйҙең һуғыш конвейеры меңәрләгән йәш һалдаттарҙы индереп кенә тора.
— Әлеге көндә һеҙ федералдар яғында һуғышаһығыҙмы әллә дудаевсылар яғындамы? — тип һораны Амангилдин күршеһенән.
— Хәҙергә мин нейтраль позицияла, — тине тегеһе тауышын артыҡ күтәрмәй генә.
— Аңламаным, — тине Йыһангир, һораулы ҡарашын Сөләймәндең уйсан ҡарағусҡыл күҙҙәренә төбәп.
— Һинең, ҡустым, аңламаған нәмәләрең күп әле. Һин түгел, беҙ аңлап бөтмәйбеҙ, үҙебеҙ бешергән бутҡа ҡаҙанында ҡайнаһаҡ та. Һинең һорауыңа ике ауыҙ һүҙ менән генә яуап бирерлек тә түгел.
Сөләймән бер аҙ уйланып ултырҙы ла һөйләй башланы:
— Беренсе һуғыш менән икенсе һуғыш араһындағы тыныс өс йылдың исеме генә тыныс булды инде. Был ваҡыт эсендә чечендар ваһһабизмға ҡаршы көрәштеләр. Битлек кеймәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлөсә хурланылар. Минең ике һеңлемде күҙ алдымда көсләнеләр. Йөмһүриәт етәкселәре лә уларҙың мәғәнәһеҙ талаптарына, закондарына артыҡ юл ҡуйып, халыҡты үҙҙәренән биҙҙерҙе. Мин Дудаев һәм Масхадов режимына ҡаршы көрәшеү өсөн ҡулыма ҡорал алып, доброволец сифатында Рәсәй армияһы сафына баҫтым. Күптәр шулай эшләне. Әгәр ҙә тәүге һуғышта халыҡ Дудаев яҡлы булһа, Рәсәй һалдаттарына ҡаршы ҡорал тотоп һуғышһа, икенсе һуғыш башланғас, ул федераль ғәскәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Киреһенсә, рустарҙың килерен көттө. Ләкин Рәсәй армияһы беҙҙең өмөттө аҡламаны, бер ғәйепһеҙ тыныс халыҡты аяуһыҙ рәүештә ҡыра башланы. Күп ауылдар, ҡалалар ер менән тигеҙләнеп, хараба хәлендә ҡалдылар. Бөгөн чечендарҙың тыныс халҡы төрлө өлкәләргә, республикаларға, ғөмүмән, сит илдәргә, алыҫ яҡтарға ҡасып китеп, таралып бөтә яҙҙы. Чечняла чечендар ҡалманы тиерлек. Ә мин, үҙ халҡымдың ауыр хәлдә тороп ҡалғанын күреп, федераль ғәскәрҙәрҙе ташлап киттем. Әйткәндәй, күп чечендар хәрбиҙәрҙең әшәке ҡылығына нәфрәтләнеп, Рәсәй армияһынан китте. Хәҙер нейтраль позицияла торһам да, Мәскәүҙең Кавказда үткәргән сәйәсәтен, ҡанлы эштәрен чечен халҡына ҡаршы үткәрелгән геноцид, тип иҫәпләйем.
— Бындағы һуғыштың бысраҡ ысулдар менән алып барылыуына хәҙер мин дә ышандым, — тип һүҙгә ҡушылды мөйөштә ултырған ир. Йөҙөнә ҡарағанда, уның рус кешеһе икәнлеге күренеп тора.
— Һеҙ был яҡ кешеһенә оҡшамағанһығыҙ, ҡайҙан килеп сыҡтығыҙ? — тип һораны Сөләймән әлеге заттан.
— Мин Петр Алексеевич булам, Екатеринбург яғынан.
— Кавказға ниндәй елдәр ташланы?
— Ҡара елдәр ҡара хәбәрҙәр алып килде беҙҙең ғаиләгә. Яңыраҡ ошо тирәлә, ҡала эргәһендәге Әүлиә зыяраты тип аталған ҡалҡыулыҡта, чечен боевиктары менән федералдар араһында ҡаты һуғыштар булған. Улым Виктор хатында ошо хаҡта яҙып ебәргәйне. 18 йәшлек маңҡаһы ла кипмәгән малайымды хәрби хеҙмәткә алдылар ҙа һуғыш тирмәненә килтереп тыҡтылар. Яңыраҡ хаты килгәйне, артынан үле хәбәре килеп етте. Замполит яҙған ҡара ҡағыҙҙа: “Улығыҙ Виктор разведкаға киткән ерҙән ҡайтманы”, — тип яҙылған. Ә малайымдың иптәше Александр былай тип яҙҙы: “Минең яҡын дуҫым Виктор чечендарҙың нәүбәттәге атакаһы ваҡытында һәләк булды. Беҙ мәйеттәрҙе лә күмергә өлгөрмәнек, ашығыс рәүештә өс саҡрым самаһы артҡа сигенеп, яңы позицияға урынлаштыҡ. Ә һуғыш Әүлиә тауы тип аталған урында булды. Викторҙың мәйетен чечендар ергә күмгән булырға тейеш. Тик ҡайҙа күмгәндәрен белмәйем”. Улымдың мәйетен табып, үҙебеҙгә алып ҡайтырмын да тәрбиәләп күмербеҙ, тип уйлағайным. Төрлө ерҙә ашыҡ-бошоҡ ҡына күмелгән ҡәберҙәрҙе хәҙер аҙна буйы асып ҡарайым. Улым тере саҡта үҙе яҙып ебәргән ориентирҙар буйынса мәйетен табырмын, тип өмөтләнәм.
Әлеге мин күргән ҡәберҙәрҙә рус хәрбиҙәре лә, чечен боевиктары ла, ябай халыҡ та ята. Рустарҙың да, чечендарҙың да күҙҙәре соҡолған, ҡолаҡтары, танауҙары, ҡулдары киҫеп ташланған. Тимәк, һәр ике яҡ бер-береһен язалап үлтергән. Йыртҡыслыҡта улар үҙ-ара ярышҡандар, яһиллыҡта бер-береһен уҙҙырырға тырышҡан. Үлгән һалдаттарҙы һай ғына соҡорҙарға һалып, өҫтәренә арлы-бирле генә тупраҡ һибеп киткәндәр. Мәйеттәрҙе эттәр, бүреләр, ҡоҙғондар ашаған. Етмәһә, чечендар Рәсәй һалдаттарының ҡәберҙәрен миналағандар. Уларға яҡын барыуы ла ҡурҡыныс. Урыҫ командирҙары ла мәғәнәһеҙ. Һуғышта үлгән һалдаттарын теләһә ҡайҙа, хатта сүплектәргә күмеп киткәндәр. Бөгөн генә ҡала эргәһендәге сүплекте ҡаҙып, ике Рәсәй һалдатының мәйетен таптым. Уларҙы христиандар зыяратына алып барып күмәйем тиһәм, ул да миналанған булып сыҡты. Ярай әле саперҙар килеп, шартлатып китте. Мин, кеше яллап, уларҙы рус зыяратына күмдерҙем. Рәсәй хөкүмәтенең, хәрби командованиеның үлгән һалдаттарға ҡарата вайымһыҙлығына, хәстәрлекһеҙлегенә хайран ҡалырлыҡ. Чечен командованиеһы менән һөйләшеп, һуғыш ҡырында үлгәндәрҙе кешесә ерләргә була бит.

* * *
Йыһангирҙың Кавказға оҙатылыуы өйҙәгеләрҙе ҡара ҡайғыға һалды. Сынтимер ҡарт ятҡанда ла, торғанда ла иң яҡшы доғаларын уҡып, Хоҙайҙан хәүеф-хәтәр, ҡурҡыныс янаған төбәктән ейәненең имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләй ине. Йыһангирын уйлап, Гөлбиназдың да йөрәге һыҙлай. Ауыр уйҙарҙан аҙыраҡ булһа ла ҡотолоу ниәте менән ул үҙенә көн һайын бер шөғөл уйлап таба — ҡояшта уңа башлаған тәҙрә ҡормаларын, иҫкерә төшкән мендәр тыштарын алмаштыра, сабыйына кәзә мамығынан башлыҡ бәйләй. Көн һайын ике өйҙөң дә иҙәндәрен йыуып сыға, балаһын саф һауаға алып сығып, сквер буйлап йөрөй. Хеҙмәт — тормош гәүһәре тигәндәр бит. Йәштән эшкә өйрәнгән ҡатын бер генә минут та ҡул ҡаушырып ултырмай. Әле декабрь айы, көн дә ишек алдын тултырып ҡар яуа. Уны ла көрәп тора Гөлбиназ. Ә күңеле барыбер төшөнкө, күҙҙәре бойоҡ. Тышта бер аҙ эшләп алғас, өйгә кереп бикләнә лә дивандағы мендәргә йөҙө менән ҡапланып, балауыҙ һығып ала. Үҙе илай, үҙе Хоҙайға ялбара:
— Эй, Раббым, һөйөклө иремде ҡурҡыныстан ҡурсала, пуляларҙан һаҡла. Кескәй балаһы, ҡартайған олатаһы хаҡына ғаиләһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам ит!
Шунан балаһын күтәреп, Сынтимер ҡарт янына керә. Килененең ҡыҙарған күҙҙәрен күрһә лә, ҡарт артыҡ бер нәмә лә төпсөнмәй. Ҡайныһының һағыш эсенә сумған күҙҙәренә ҡарап, Гөлбиназ да уны йәлләп бөтә алмай. Улар эстәре бүҫкәргәнсе һөйләшәләр, бер-береһен йыуаталар. Гөлбиназға еңел булып китә. “Ярай әле һөйләшеп ултырырға олатай бар. Ул булмаһа, яңғыҙым ни эшләр инем?” — тип ҡыуанып уйлап ала йәш ҡатын.
* * *
Амангилдинды һәм уның иптәштәрен бронетранспортерҙарға ултыртып, һуғыш барған урындарға оҙаттылар. Йыһангир артабан хеҙмәт итәсәк полк һирәк-мирәк кенә ағастары һерәйешеп ултырған ҡола яланда урынлашҡайны. Билдәләнгән урынға килеп еткәс, Йыһангир БТР-ҙан төшөү менән тирә-йүнде күҙҙән үткәрҙе. 200 метр самаһы алыҫлыҡта — хәрби конвойҙар йөрөгән шоссе. Юлдың арғы яғында һөҙәк тау башына һылашып ятҡан урман күренә. Ағастар өҫтөнә аҡһыл томан йәйелгән. Арыраҡ ҡая тауҙар теҙмәһе, сабып барған аттарҙы хәтерләтеп, офоҡ ситенә кереп юғала. Һалдат өсөн шомло, ят күренеш ине был. Яҡын-тирәлә йәшкелт-сыбар төҫтәге палаткалар теҙелеп киткән. Уларҙың эргәләренә ҡом тултырылған ҡапсыҡтар өйөлгән. Спецназсыларҙы төрлө роталарға тараттылар. Амангилдин беренсе батальондың беренсе ротаһына эләкте. Ротала йөҙҙән артыҡ һалдаттан ни бары ҡырҡлап тороп ҡалғайны. Ә инде полктың исеме генә полк. Яңыраҡ ҡына уның личный составында 900-ҙән артыҡ яугир булһа, бөгөн — 350 тирәһе генә. Билдәле, Рәсәй ғәскәрҙәре менән чечен боевиктары араһында булып торған бәрелештәр күп ҡорбан талап итә. Батальондарҙы яңы көс менән тулыландырып торһалар ҙа, уларҙағы һалдаттар һаны артмай, киреһенсә, кәмеүгә бара. Полк Грозныйға табан йүнәлеш алырға тейеш. Ләкин тыуған төйәктәренең һәр ҡарыш ере өсөн йәнен бирергә әҙер чечен ир-егеттәре еңелмәҫ бастион һымаҡ арҡыры төшкәндәр. Чечендар урмандарҙа, тау араларында партизан отрядтары ойоштороп, федераль ғәскәрҙәргә көтөлмәгән яҡтан һөжүм итәләр. Боевиктар ваҡ-ваҡ төркөмдәргә бүленеп тә, ҙур хәрби берләшмәләргә ойошоп та һуғышалар. Вағыраҡтары федералдарҙың тылына үтеп инеп, төрлө диверсиялар ойоштора. Партизандар, ғәҙәттә, тыныс халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эш итә. Ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр улар өсөн ҙур терәк. Полк командирҙары чечен партизандарын бик еңел генә еңербеҙ ҙә Грозныйға анһат ҡына үтеп китербеҙ, тип уйлағайнылар. Етмәһә, боевиктарҙы өркөтөрлөк мускулдары ла ташып торған кеүек ине. Полк командиры, элекке казак атаманы Самойлов смотр үткәргәндә һалдаттарға былай тип әйтергә ярата:
— Чечендарҙы еңеү һәм юҡ итеү өсөн көслө техника, ҡаты ҡул һәм дәү йоҙроҡ кәрәк. Шунһыҙ уларҙы еңеп булмаясаҡ. Ә инде беҙең техниканың көсөн, ҡулдың ҡатылығын, йоҙроҡтоң тослоғон тиҙҙән улар бик тиҙ тоясаҡ.
Тимәк, тиҙҙән чечендар менән ҡаты һуғыш буласаҡ. Күп тә үтмәне, урмандарҙа, бигерәк тә тауҙарҙа үҙҙәрен хужа итеп тойған чечен партизандарына һөжүм итергә бойороҡ бирелде. Командованиеның маҡсаты: тауҙарҙан чечен боевиктарын ҡыуып сығарыу һәм уларҙың базаларын юҡ итеү. Алыш ҡаты булды. Федералдар ҙа, партизандар ҙа ҡоралай кеүек бер урындан икенсе урынға һикереп, ҙурыраҡ таш артына йәшеренәләр ҙә автоматтан атырға керешәләр. Шулай күсенеп йөрөй торғас, ике яҡтың да яугирҙары буталышып бөттөләр, бер ваҡыт кемгә кем атҡанын да белмәй башланылар. Етмәһә, ергә төшкән томан тигеҙлектәрҙә таралып бөтһә лә, тау араларында сәғәттәр буйы таралманы. Таштар араһында һәр ҡуҙғалған кешегә ата торғас, полк һалдаттары бер-береһен дә атып һәләк итте.
Һан яғынан федералдарҙан ике-өс тапҡырға аҙ булһалар ҙа, өҫтөнлөк чечендар яғында булып сыҡты. Һәр һуҡмаҡты, һәр ташты яҡшы белгән боевиктар оҫта һуғыша ине. Хәйлә ҡороп, сигенгән булдылар ҙа федералдарға ҡаршы засада ойошторҙолар. Бик күп Рәсәй һалдаты башын һалды ут аҫтында. Полк сигенә башланы. Ләкин чечендар уларҙың тылына үтеп инеп, сигенеү юлын бикләне. Паникаға бирелгән федералдар ҡамалған яҡҡа ташланды. Ләкин унда бөтә ер миналанған булып сыҡты. Полк яугирҙары бөтә көсөн туплап, һуғыша-һуғыша ҡамауҙы өҙҙөләр һәм артҡа сигенделәр. Ашыҡ-бошоҡ ойошторолоп, алдан ныҡлап әҙерләнмәгән хәрби операция һөҙөмтәһендә полк яртыһынан күберәк һалдатын юғалтты. Полковник Самойлов ҡыйратылыуҙы спецназ ғәскәрҙәре булмауына һылтаны.
Самойлов командованиенан таулы-урманлы урындарҙа чечендар менән һуғышыу өсөн махсус рәүештә өйрәтелгән спецназ ебәреүҙәрен һорап, юғарыға донесение ебәрҙе. Армия командующийы уның үтенесен кире ҡаҡманы, полкты спецназ ғәскәрҙәре менән тулыландырыу башланды. Тауҙарҙа нығынып, үҙ базаларын булдырған боевиктарға ҡаршы яңы поход әҙерләнә ине. Ләкин бының өсөн ул тауҙар ҡырында урынлашҡан бер нисә чечен ауылын юҡ итергә уйлай ине.
Полковник үҙҙәренә ҡаршы һуғышҡан чечен боевиктарының байтағы әлеге ауыл кешеләре икәнлеген белеп йөрөй. Партизандарҙы аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеүселәр ҙә урындағы халыҡ бит. “Әгәр ҙә ошо ауылдарҙы бөтөрөп, боевиктарҙы ризыҡһыҙ ҡалдырһаң, ас килеш дәррәү һуғыша алырҙар инеме? Юҡ, әлбиттә. Йорттарын емереп, бала-сағаларын, туған-тыумасаларын был тирәнән ҡыуып ебәрһәң, хужалары юҡҡа сыҡҡан ауылдарға беҙҙең казактар туласаҡ, чечендарҙың ерҙәре уларға тороп ҡаласаҡ”, — тип хыяланды ул.
Һуңғы ваҡытта полктың уңышһыҙлыҡҡа осрауы уйланырға мәжбүр итә. Уның батальондары бығаса тигеҙерәк урындарҙа, яландарҙа, һөҙәк тауҙарҙа, чечен ауылдарында, станицаларҙа һуғышҡайны һәм, ҙур ғына юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, әлеге һымаҡ ҡот осҡос ҡыйралышҡа дусар булмағайны. Полк командиры үлгән һалдаттарын, ҡыйралған техникаһын өҫтәгеләргә бик күрһәтмәҫкә тырыша торғайны. Ә инде дошманының юғалтыуҙары тураһында юғарыға хәрби сводка биргәндә берҙе биш итеп күрһәтергә ярата: “Нами была уничтожена батарея дальнобойной артиллерии чеченцев. Их плацдарм ликвидирован. Нашей артиллерией было подбито 8 БТР, 7 автомашин с пехотой, разбито 6 пулеметов, моторизованный отряд противника. Нашими доблестными воинами были ликвидированы сотни боевиков, в том числе гранатометчиков и несколько расчетов орудий...”
— Гел генә шундай матур сводкалар биреп ултырһаң икән ул юғары даирәләргә, — тип һөйләнеп ала ул үҙ алдына. — Юҡ шул. Был чечендар бик һуғышсан халыҡ, еңел генә еңерлек түгел. Ни тиһәң дә, улар үҙ еренең азатлығы, халҡының бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыша. Етмәһә, үҙҙәре ғорур, яттарға бер ҙә теҙ сүгергә теләмәйҙәр. Әммә беҙ уларҙы барыбер еңәсәкбеҙ.
...Самойлов бойороғо нигеҙендә полкка Түбәнге Юрт һәм Үрге Юрт ауыл­дарында халыҡтың аҙыҡ-түлеген тартып алырға, ҡаршылыҡ күрһәткән кешеләрҙе атып үлтерергә ҡушылды. Полковник бер юлы ике ҡуян атырға уйланы. Беренсенән, кәбеҫтә һурпаһынан башҡа бер ни ҙә ашамаған ас һалдаттарын чечендарҙан талап алынған аҙыҡ менән туҡландырыу, икенсенән, ошо ауылдарға күҙ терәп торған чечен партизандарын аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалдырыу, һуңғы ҡыйралыштар өсөн үс алыу, аҙаҡ авиация саҡыртып, ауылды бомбаға тоторға, ер менән тигеҙләргә.
* * *
Тау һырттарына иртәнге ҡояш тәүге нурҙарын һибә башлау менән Самойлов тревога иғлан итте. Кистән үк ул комбаттарға, ротныйҙарға чечендарға ҡаршы үткәреләсәк хәрби операция буйынса инструктаж биргәйне. Бер батальон полк урынлашҡан яланды, ундағы ауыр техниканы, милекте һаҡлау өсөн бивакта ҡалдырылды. Ҡалған ике батальон һалдаттарын һәм сержанттарын сафҡа теҙеп, ротныйҙар полк командиры ҡуйған заданиены аңлаттылар. Машиналарҙың кузовтарына тейәлеп, ҡуҙғалып киттеләр. Йыһангир хеҙмәт иткән 1-се батальон — Үрге Юрт, ә 2-сеһе Түбәнге Юрт ауылдарына табан икеһе ике юлдан китте. Тәүге батальондың бара торған юлы урман аша үтергә тейеш. Ә ауыл үҙе ҡая тауҙар эргәһенән ағып ятҡан Тур-тур йылғаһы үҙәнендә ята, тиҙәр. Бына машиналар колоннаһы урман аша һуҙылып киткән грунт юлынан үтә башланы. Иң алдан ике бронетранспортер, уларҙың артынан кузовтары брезент тент менән ҡапланған машиналар бара. Колоннаның иң осонда САУ-100 үҙейөрөшлө артиллерия установкаһы килә ине. Уның артынан ауыл халҡынан тартып алынасаҡ аҙыҡты төйәү өсөн тәғәйенләнгән буш ике йөк машинаһы эйәргән. Ярты юлды үткәс, урман ҡарауылсыһының ағас йорто күренде. Самойлов ҡушыуы буйынса тиҫтәләгән метрға һуҙылған оҙон колоннаны туҡтаттылар. Полк командиры САУ башняһының эсендә рация аша үҙенең ярҙамсылары менән әленән-әле һөйләшеп, бойороҡтар биреп бара ине. Полковникка бер йорт өсөн тотош колоннаны туҡтатмаһа ла булыр ине, алда ҙур “эш” торғанда, төп иғтибарҙы ваҡ-төйәк нәмәләргә йүнәлтеү башлыҡҡа хас сифат түгел. Әммә Самойлов ундайҙарҙан түгел, ул бик ваҡсыл кеше. Ә инде чечендарҙың йорттарын күрһә, ене ҡуба. Был өйҙәрҙә көн иткән һәр затты ул дошман итеп иҫәпләй. Самойлов 1-се рота командиры Огурцовҡа сәйер приказын еткерҙе. ЗИЛ-130 кабинаһында ултырып килгән Огурцов ергә төшөп, 3-сө взвод егеттәре тейәлгән “Урал” машинаһы янына килеп ҡысҡырҙы:
— Сержант Машков, кесе сержант Амангилдин, рядовой Әбйәлиловҡа ҡоралдарын алып машинанан төшөргә, минең янға килергә!
Һалдаттар кузовтан һикереп төшөп, ротный эргәһенә килде.
— Ана тора йорт, — тине капитан өй яғына ымлап. — Шунда барып, тиҙ генә кәртә-ҡураны, йорт ҡаралтыһын ҡарап сығығыҙ! Өй, һарай, келәт, аҙбар, баҙҙарын тикшерегеҙ! Бер кем дә иҫән ҡалырға тейеш түгел! — Ротный егеттәргә тексәйгән күҙҙәре менән сәнсеп ҡараны. — Һорауҙарығыҙ юҡмы?
— Бар, — тине шул саҡ Йыһангир. — Әгәр ҙә ул йортта ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро булһа, приказ уларға ла ҡағыламы ни?
Был һүҙҙәрҙән командирҙың асыуы ҡабарҙы, сикәһендәге ҡан тамырҙары бүртенеп, күҙ төптәре ҡара янып сыҡты. Ул ҡыҙып китмәҫ өсөн үҙен саҡ-саҡ тыйып, һүҙҙәрен теш араһынан һығып тигәндәй сығарҙы:
— Чечендар — беҙҙең дошмандарыбыҙ. Дошмандың бала-сағаһы ла, ҡатын-ҡыҙы ла, ҡарт-ҡороһо ла — дошман, сөнки улар полк торған урынға яҡын килеп, беҙҙе күҙәтәләр һәм боевиктарға еткереп торалар. Полктың һуңғы уңышһыҙлыҡтарына ошо сәбәпсе.
Был һүҙҙәрҙән Йыһангирҙың башы әйләнеп китте. Тимәк, улар йортта кем бар, барыһын да атып үлтерергә тейеш. Ул чечен яугирҙарына ҡаршы һуғышырға тип килгәйне түгелме һуң? Ә уға бала-сағаны, ҡатын-ҡыҙҙы, ҡарттарҙы үлтерергә ҡушалар.
— Ярар, барығыҙ. Һеҙгә ун-ун биш минут ваҡыт бирелә. Шул ваҡыт эсендә приказды үтәп, кире әйләнеп килегеҙ! Буш машиналарҙың береһе һеҙҙе көтөп торор, ә колонна хәҙер ҡуҙғалып китәсәк. Йортта ҡулға төшкән аҙыҡ-түлекте ҡапсыҡтарға һалып, бында килтерегеҙ!
Отделение командиры Машков егеттәргә:
— За мной бегом! — тине лә әлеге йортҡа ҡарай йүгерҙе. Колонна юлын дауам итте. Амангилдин һәм уның иптәштәре абрикос, слива, тут ҡыуаҡтары һәм ағастары менән уратылған, таҡта ҡойма менән әйләндереп алынған, ҡыйығы тимер менән ябылған йорттоң ихатаһына килеп туҡтанылар. Ҡапҡа эстән бикле булмаған икән. Һалдаттар эске яҡҡа инеү менән өй эргәһенә тимер сынйыр менән бәйләп ҡуйылған башмаҡтай ҙур һоро эт уларға абалап өрөргә кереште. Ул ят кешеләргә ҡарап өрә-өрә лә саңҡылдарға тотона. Шул рәүешле йорт хужаһын саҡыра ине булһа кәрәк. Машков күп уйлап торманы, автоматтан эткә төбәп ике тапҡыр атты. Сержант башта кемдең нимә башҡарырға тейешлеген асыҡларға булды:
— Һин, — тине ул Йыһангирға, — йорт эсен тикшерерһең. Ә һин, Әбйәлилов, аҙбар, келәт кеүек өй ҡаралтыларын тикшереп сыҡ. Кем күренә — шуны юҡ ит! Унан тыш, аҙыҡ-түлеккә иғтибар итегеҙ! Он, ит — барыһын да ишек алдына сығарып ҡуйығыҙ! Ә мин һарайҙы тикшерәм.
Йыһангир шуны аңланы: Машковтың кеше ҡанына буялғыһы, ғәйепһеҙ бәндәләрҙе үлтереп ҡарғыш алғыһы килмәй, шуға өй эсенә үҙе инмәй. Бер ғәйепһеҙ кешене үлтереү өсөн йыртҡыс йәки фашист булырға кәрәк. Һуғышта, әлбиттә, хәл икенсе. Унда бер-береңде ҡыҙғаныу юҡ, сөнки дошманды юҡ итмәһәң, ул һине юҡ итәсәк. Ошондай ауыр һәм ғазаплы уйҙар менән ул соланға керҙе, өй ишеген шаҡыны.
— Эйе, керегеҙ! — тигән тоноҡ тауыш ишетелде эстән. Тауыш ете ҡат ер аҫтынан сыҡҡан кеүек ине.
Йыһангир автоматын уң ҡулына тотоп, ҙур ғына йорттоң алғы яғына үтте. Унда бер кем дә юҡ ине. Төпкө бүлмәгә ингәс, диван өҫтөндә ултырған оло йәштәге ҡартты күрҙе. Бабайҙың өҫкә табан таралған сәсе, күркәм ҡалын мыйығы ап-аҡ ҡар төҫөндә ине.
— Әссәләмәғәләйкүм! — тип иҫәнләште кесе сержант үҙенең мосолман йортона килеп ингәнлеген иҫенә төшөрөп.
— Вәғәләйкүмәссәләм! — тигән яуапты ишеткәс, Амангилдин ике ҡуллап ҡарт менән иҫәнләште. Ошонан һуң бабай, ниндәйҙер доға уҡып, битен һыпырып ҡуйҙы.
Йыһангирҙың ҡарашы стенаға эленгән рамдарҙағы фотоларға төштө. Ике хәрби кеше төшкән фотоһүрәт иғтибарын тартты. Ошондайҙы ул олатаһының альбомында ла күргәйне.
— Был фотолағы кешенең исем-фамилияһы кем? — тип һораны Йыһангир, олатаһының йәш ваҡыттағы һүрәтен таныһа ла.
— Ул Амангилдин Сынтимер тигән кеше. Әллә беләһеңме?
— Эйе, — тип яуап бирҙе Йыһангир ҡартҡа. — Ул — минең олатайым.
— Олатайың? Бына ҡайҙа осрашырға яҙған икән Сынтимерҙең ейәне менән. Рәсәй һуғыш артынан һуғыш сығарып ҡына тора. Һеҙҙең нәҫелгә лә, беҙҙең нәҫелгә лә һуғыштан айырылырға яҙмаған икән. Олатайың иҫәнме һуң? Һаулығы нисек?
— Иҫән-һау, Аллаға шөкөр.
— Беҙ олатайың менән яҡын дуҫ булдыҡ. Ватан һуғышында яу юлдарын бергә үттек, сәстәр ҙә шунда ағарҙы. Олатайың дуҫлыҡҡа тоғро, ғәййәр кеше ине. Рәсәй өсөн ауыр көндәрҙә ҡан түгеп, Гитлерҙан ҡотҡарып алып ҡалдыҡ. Ә бөгөн Рәсәй улдары беҙгә дошман күҙе менән ҡарай, беҙҙе ҡырағай йәнлек кеүек күреп, юҡ итергә торалар. — Шулай тине лә ҡарт үкһеп иларға тотондо.
— Ярай, олатай, тынысланығыҙ! — тип йыуатты ҡартты Йыһангир.
— Күңел йомшарып китте. — Ҡарт бармағы менән түшенә төртөп күрһәтте. — Был наградаларҙы миңә бушҡа ғына биргәндәрме ни? Бөгөн Рәсәй ғәскәрҙәре донъябыҙҙы пыран-заран килтереп ҡыйратһындар, өҙгөләһендәр һәм талаһындар өсөн түшкә ҡаҙанылармы ни был ордендарҙы һәм миҙалдарҙы?
Амангилдин ҡартҡа ентекләберәк ҡараны: өҫтөндә еҙ төймәле йәшел китель, түшендәге орден-миҙалдарының иҫәбе-һаны юҡ.
— Олатай, исемегеҙ нисек? — тип һораны йәш яугир.
— Мин Ильяс Билимханов булам. Һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтһаң, олатайыңа күп итеп сәләм еткер!
— Ярар, еткерермен, Ильяс олатай. Әлеге мәлдә һинең ғүмереңә ҡурҡыныс янай. — Йыһангир уға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.
— Тимәк, улым, миңә ҡайҙалыр йәшеренергә кәрәктер. Хәҙер уйлармын. Тышта соланда һеҙ килеүгә биш-алты ҡапсыҡ аҙыҡ-түлек тә әҙерләп ҡуйҙым.
— Беҙҙең килерҙе ҡайҙан белдегеҙ? — тип һораны Йыһангир аптырап.
Бабай аҡ тештәрен йылтыратып көлөп ебәрҙе. “Ҡарт булһа ла, тештәре иҫән икән олатайҙың”, — тип уйлап алды кесе сержант.
— Минең хәрби һөнәрем — танкист. Экипаж командиры. Иртәнге тынлыҡта һеҙҙең самоходкағыҙҙың тауышы бында ла ишетелде. Былар юҡҡа ғына ауыр техниканы ҡыҙҙырмайҙарҙыр, ҡайҙалыр ҡуҙғалырға уйлайҙар, моғайын, беҙҙе таларға киләләрҙер, — тип уйланым да аҙыҡ-түлек әҙерләп ҡуйҙым.
Был юлы Амангилдин көлөп ебәрҙе. Шунан ул ҡапыл етдиләнде:
— Олатай, урын табып, тиҙерәк йәшен! Тыштағылар инеп, үҙеңде атып ҡуймаһындар!
— Өйҙә йәшеренһәм, эҙләп табырҙар, тип ҡурҡам. Ғәйепле кеше һымаҡ әҙәм шикләндереп урманға сығып ҡасһам да атып үлтерерҙәр, тип уйлайым.
— Беҙҙең килерҙе белгәс, ниңә урманға йәшеренмәнең һуң? — тип һораны Йыһангир ҡартты йәлләп.
— Эй, улым, һарайҙа малдарым бар бит. Шуларҙы ташлап киткем килмәне. Уларға ла ышаныслы иптәш кәрәк бит.
— Үҙ башыңды һаҡла!
— Һарай тирәһендә һеҙҙең һалдаттарығыҙ йөрөй. Ул яҡҡа барып булмай. Ҡапма-ҡаршы яҡта бәҙрәф бар, шунда йәшеренәйем әле. Кем бәҙрәфте тикшереп йөрөһөн! Әбей менән бергә китһәм, аҡ һаҡаллы ҡарт була инем. Федералдар көн күрһәтмәй башлағас, уны башҡалар менән бергә Ингушетияға ебәргәйнем. Ул унда ҡасаҡтар лагерында йәшәй. Ә мин, донъя ҡарап, бында тороп ҡалғайным. Ғүмер буйы бөртөкләп йыйған донъяны ташлап китеүе лә ҡыйын шул.
— Һин, олатай, үҙеңде йәллә! Бар инде, йәшерен берәй ергә.
Ҡарт ашыға-ашыға өйҙән сыҡты ла бәҙрәф яғына юлланды. Уның артынса уҡ Йыһангир ҙа өйҙән сыҡты. Шул ваҡыт ҡапҡа асылып китте һәм Самойлов күренде. Уның менән бергә полк командирының ике һаҡсыһы һәм замполит бар ине.
Полковник хәрби колоннаны аҙыраҡ оҙатып барһа ла, артабан китмәне, кире әйләнде. Йорт алдына ингәс тә полк командиры бәҙрәфкә табан китеп барған Ильяс ҡартты күреп, ҡаршыһына осраған Амангилдинға асыулы тауыш менән:
— Кесе сержант, ниңә был ҡартты ҡасыраһың, ниңә атып үлтермәнең? — тип ҡысҡырҙы.
Шунан ул өй хужаһына аҡырып ебәрҙе:
— Кире әйлән, ҡарт дуңғыҙ!
— Мин бисәң түгел йүгереп йөрөргә, — тип яуап бирҙе ҡарт ғорур тауыш менән.
— Ҡара әле, нисек һөйләшә ҡарт шайтан.
Самойлов Амангилдиндан:
— Ҡайҙа ҡалғандарығыҙ? — тип һораны.
— Һарай яғына киткәйнеләр.
— Хәҙер үк саҡырып килтер!
Йыһангир һарай янына йүгереп барһа, Әбйәлилов менән Машков ҡыйыҡ аҫтынан сығып торған өрлөккә бер һимеҙ һарыҡты аҫып ҡуйғандар ҙа шуны тунап маташалар.
— Һеҙҙе полк командиры саҡырта! — тине Амангилдин борсоулы тауыш менән. Яртылаш туналған һимеҙ һарыҡ түшкәһен ташлап китеүе йәл булһа ла, командир янына йүгерҙеләр.
Ярһыуын саҡ-саҡ тыйып торған полк командиры Машковҡа еткерҙе:
— Иптәш сержант, ҡайҙа юғалып йөрөйһөгөҙ?
Ҡурҡышынан йәне табанына киткән Машков тегегә:
— Иптәш полковник, беҙгә ротный аҙыҡ-түлек табырға ҡушҡайны. Һарайҙа һарыҡтар күрҙек тә шуларҙың береһен һуйып алып ҡайтырға булдыҡ. Әле шул һарыҡтың тиреһен тунап тора инек, — тине.
— Иптәш полковник, һарыҡ ите тәмле була, — тип өҫтәне Әбйәлилов та Машковтың һүҙен ҡеүәтләп.
Егеттәрҙең был яуабына Самойлов көлөргә лә, асыуланырға ла белмәне. Һалдаттарҙың полк өсөн аҙыҡ-түлек хәстәрләп йөрөүен белгәс, уларға ҡарата асыуы һүрәнләнде.
— Ә ниңә был басурманды дөмөктөрмәнегеҙ? Уны йәһәннәмгә оҙатҡас, һарыҡ менән боларыр инегеҙ! — тине ул Ильяс ҡартҡа бүре һымаҡ ҡарап.
— Ғәйепһеҙ тыныс халыҡты үлтереп йөрөгәнең өсөн үҙең йәһәннәм утында янырһың әле, — тине уға ҡарт.
— Һарыҡҡа тотонор алдынан ҡурғаш менән ошо албаҫтының өңөн тығырға ине, — тип өтәләнде Самойлов Машковҡа ҡарап.
— Мин ул эште кесе сержант Амангилдинға тапшырҙым, ә үҙебеҙ аҙыҡ-түлек әҙерләү менән шөғөлләндек, — тип яуап бирҙе Машков ғәйепте Йыһангирға япһарып.
— Мин дә тик ултырманым. Ошо ҡарт ярҙамында полк һалдаттары өсөн аҙыҡ-түлек әҙерләнем, — тине кесе сержант үҙенең дә, Ильяс олатайҙың да хәлен еңеләйтергә тырышып. Ләкин был һүҙҙәр командирҙың күңелен йомшарта алманы.
— Ярар, — тине ул Машков менән Әбйәлиловҡа, — тиҙ генә һарыҡты тунап бөтөрөгөҙ ҙә түшкәһен машинаға алып барып һалығыҙ. Юғиһә күптән һарыҡ ите ашаған юҡ.
Тегеләр боролоп һарай яғына йүгерҙе.
— Һарыҡ ите ашағанда һөйәге тамағыңа торһон! — тип һүҙ ҡыҫтырҙы Ильяс ҡарт. — Рөхсәтһеҙ кеше малын талап йөрөйһөгөҙ.
Полковник иғтибарын Амангилдинға йүнәлтте:
— Мин һеҙҙе хәрби дисциплинаға өйрәттем, — тине ул Йыһангирға. — Һеҙҙән ысын һалдат яһаным, һуғышсы тәрбиәләнем, ә һеҙ приказды нисек үтәргә кәрәклекте лә белмәйһегеҙ! Был ҡартты хәҙер үк үлтер!
— Илебеҙҙе һаҡлап, беҙҙең өсөн ҡан түккән һуғыш ветеранын бер ғәйепһеҙгә атып үлтерә алмайым. Һеҙ уның түшенә ҡарағыҙ. Ҡарттың орден-миҙалдары уның ил өсөн батырҙарса һуғышҡанын күрһәтә.
— Төкөрҙөм мин уның орден-миҙалдарына! Һиңә приказ бирелдеме? Бирелде. Үтә! Юғиһә, приказды үтәмәгәнең өсөн үҙеңде атам! Ә ҡарт иҫән ҡаласаҡ. Икенең береһен һайла!
— Юҡ. Мин уны, олатай тейешле кешене, атмайым. Атһағыҙ, үҙемде атығыҙ! — тип, Амангилдин автоматын ергә бәрҙе.
— Ярай, үҙеңде атабыҙ, былай булғас. — Күҙҙәренә ҡан һауған полковник кобураһын ысҡындырып, пистолетын тартып сығарҙы.
— Улым, хаталанма, — тине Йыһангирға Билимханов. — Һин йәшһең, йәшәргә тейешһең. Ә мин ашарын ашағанмын, мине ат! Йәлләмә.
Ошо мәлдә ҡайҙандыр өҫтән, ағас башынан автоматтан атҡан тауыш ишетелде. Самойлов, уның ике һаҡсыһы һәм замполит ергә ҡоланы.
— Ғүмерең бөтмәһә, кеше һуғышта ла үлмәй. Бына һин дә үлемдән ҡотолдоң. Иншалла, илеңә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын, — тине Амангилдинға Ильяс ҡарт һәм былай тип өҫтәне: — Һеҙгә хәҙер чечен һуғышсылары һөжүм итәсәк. Улар бөтә урманды ҡыҙырып йөрөйҙәр. Тиҙерәк ҡас, балам!
— Ә һин беҙҙекеләрҙән ҡасып ҡотол! Хәҙергә баҙыңа булһа ла кереп ят! Һарай эргәһендәгеләр атып китмәһендәр үҙеңде.
— Ярай, улай булғас, шулай итәйем әле. — Ильяс ҡарт йүгерә-атлай өйөнә кереп китте һәм ҡабат күҙгә күренмәне.
Йыһангир ерҙә ятҡан автоматын ҡулына алды. Атыу тауышын ишетеп, Машков менән Әбйәлилов килеп етте. Ерҙә ятҡан полк командирын һәм уның иптәштәрен күргәс, аптырашып, иҫтәрен йыя алмай торҙолар.
— Ә беҙ теге чечен ҡартын ожмахҡа ебәрҙегеҙ икән, тип уйлағайныҡ. Ул бабай ҡайҙа булды? — тип һораны отделение командиры кесе сержанттан.
— Урман яғына ҡасты, — тип алданы Амангилдин.
— Ә ниңә атманың?
— Уны атмаһаң, һиңә донъя тармы ни? Полковник иҫәрләнеп ҡартты атырға уйламаһа, бәлки, үлмәҫ тә ине, — тине Йыһангир.
Сергей өйгә керергә уйлап болдорға күтәрелеүе булды, тағы ла атҡан тауыш ишетелде. Был юлы сержанттың бүреге ергә осто. Машков шаңҡып, бер ни аңламай баҫып торҙо. Шунан бүреген ерҙән алып, башына кейҙе лә өй эргәһенән ситкәрәк барып баҫты.
— Бәлки, полк командирын атҡан кешене табып юҡ итергә кәрәктер? — тине Рәсим.
— Урман эсендә уны ҡайҙан тотаһың? Был ерҙән тиҙерәк китергә кәрәк.
Көтмәгәндә автоматтарҙан атҡан тауыштар ишетелде. Һалдаттарҙың баш осонан ғына пулялар һыҙғырып осто, берәүһе Йыһангирҙың бушлат еңен йыртып үтеп китте. Күп уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Машков менән Әбйәлилов икәүләшеп — Самойловты, ә Амангилдин замполитты йөкмәп, юлға табан киттеләр. Күп тә барманылар, алғы яҡта туптар гөрһөлдәгәне ишетелде. Чечендар пушкаларҙан САУ-ҙы шартлаттылар. Башня эсендә снарядтар булғанлыҡтан, шартлау иҫ киткес көслө булды. Ярай әле, егеттәр йыраҡтараҡ ине. Мәйеттәрҙе күтәреп барыуҙың мәғәнәһе ҡалмағайны. Улар үлектәрҙе ҡалдырып, урман эсенән полк торған ялан яғына табан йүнәлделәр. Киткән саҡта тегеләрҙең төҙөк автоматтары дошманға ҡалмаһын өсөн затворҙарын һурып алып, үҙҙәре менән алдылар. Шулай уҡ, кәрәге тейер тип, патронлы магазиндарын да үҙ-ара бүлештеләр. Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, кәйефкә кире йоғонто яһап, өҫтән ямғыр яуырға кереште. Ҡапыл ел көсәйҙе. Шомло итеп урман шаулай башланы.

* * *
Егеттәр күп тә барманылар, бөтә яҡтан да чечен боевиктары тарафынан ҡамалғанлыҡтарын аңланылар. Һуғышыуҙан башҡа сара юҡ ине. Шунлыҡтан, соҡорораҡ урын табып, түңәрәк оборона тоторға булдылар. Һәр кем йыуаныраҡ ағас һайлап, шуның артына ышыҡланып ятҡан килеш дошмандарҙың яҡынайғанын көттө.
Амангилдин бер боевиктың бер урындан икенсе ергә күскән сағында автоматтан атып ебәрҙе. Тегеһе тас салҡан йығылып, ергә ҡоланы. Уның артынса уҡ Рәсим дә, Машков та йүгереп килгән чечендарға бер-бер артлы атып ебәрҙеләр. Уларҙы артыҡ яҡын ебәреү ҡурҡыныс ине. Штык йәки бысаҡ һуғышында чечендар һис шикһеҙ еңәсәк, сөнки улар күмәк.
Боевиктар ярһып һөжүмде көсәйттеләр. Аңғармаҫтан чечендар яғынан ырғытылған граната Амангилдиндың эргәһенә гөп итеп килеп төшөүгә ул йәшен тиҙлегендә “лимонка”ны ҡулына эләктереп, кире ырғытты. Тегеләр яғында көслө шартлау тауышы яңғыраны. Кемдер ҡаты ыңғырашты, кемдер ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенде. Сергей Машков ҡыуанысын йәшерә алмай:
— Молодец, Амангилдин! — тип ҡысҡырып ебәрҙе, үҙе лә граната ырғытты. Рәсим дә “лимонка”һын үҙенә табан шыуышып килгән партизандар өҫтөнә елгәрҙе.
Әммә чечендар тағы бер граната ырғыттылар. Ул Рәсим ятҡан ергә яҡын ғына урында шартланы. Уның бер ярсығы Әбйәлиловтың ҡулын йәрәхәтләп, терһәгенән аҫҡараҡ инеп ултырҙы. Һалдаттың бушлат еңе буйлап усына йылы ҡан аға башланы.
— Йыһангир, мин яраландым, яраны бәйлә әле тиҙ генә!
Амангилдин, кәрәге тейер тип, үҙе менән аптечка йөрөтә ине. Эйелгән килеш тиҙ генә йүгереп яҡташы эргәһенә килде.
— Яраландыңмы ни, ағай? — тине лә Рәсимдең ҡулын йәрәхәтенән өҫтәрәк быуып бәйләне. Бинтты ул бушлат еңенең тышынан бер нисә тапҡыр уратып ҡуйҙы, яралыны сисендереп тороу өсөн форсат та, ваҡыт та юҡ ине. Ҡан туҡтаны.
— Рәхмәт, ҡустым. Ярҙамыңды онотмам.
— Бирешмә, яҡташ. Мин киттем, — тине лә Амангилдин үҙ урынына йүгерҙе.
Ул арала чечендар Йыһангир ятҡан ағас төбөнә яҡын уҡ килеп еткәйнеләр. Кесе сержанттың ике гранатаһы бар ине. Ул ергә ятты ла подствольнигына граната ҡуйып, яҡындағы боевиктарға йүнәлтте. Сергей ҙа атып ебәрҙе. Шартлау тауыштары урманды тағы ла яңғыратты. Шуның артынса уҡ егеттәр автоматтарҙан ут бөрктөләр. Запас пулялары булғас, яугирҙар патрондарҙы бик йәлләп торманылар. Көслө ут аҫтына эләккән боевиктар, үлгән һәм яраланған һалдаттарын йөкмәп, артҡа сигенделәр. Быны күреп, егеттәр ағастар араһынан полк урынлашҡан лагерь яғына табан йүгерҙе. Уларға нисек тә ҡамауҙан ҡотолорға кәрәк ине. Боевиктар ҡыуа төштө һәм ҡайтанан ҡамап та алдылар. Амангилдин һәм уның иптәштәре йүгереү буйынса чечендарҙан ҡайтыш ине. Тамаҡтары туҡ, физик яҡтан таҙа, көр чечендар менән алышырлыҡ көстәре лә самалы, ләкин саялыҡ, еңеүгә булған ышаныс чечендарҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Таймаҫ өс тағанға әүерелгән яугирҙар ергә ятып, үҙҙәренә табан яҡынлашҡан боевиктарға автомат утын бөрктөләр.
Шул ваҡыт Йыһангир артта ятҡан Машковтың:
— Амангилдин, помоги! — тигән тоноҡ ҡына тауышын ишетте.
Боролоп ҡараһа, тәне семерләп китте. Таҙа кәүҙәле һаҡалтай Сергейҙы еүеш үлән өҫтөнә салҡан әйләндереп һалған да, өҫтөнә менеп ултырып, сержанттың муйынын быуа. Машковтың күҙҙәре бына-бына атылып сығырҙай булған. Йыһангир былар янына йүгереп килеп, боевиктың башына типте. Чечен яугиры Машков өҫтөнән ергә ҡолап төштө. Ул ҡоралын алып өлгөргәнсе Амангилдин уның муйынын автомат уты менән киҫтерҙе. Һаҡалтай йәл булып китте. Ни тиһәң дә, чечендар тыуған илдәренең азатлығы өсөн көрәшә. Ә ғүмер һәр кемгә ҡиммәт. Ҡамауҙан ысҡындырһалар, иҫән ҡалған булыр ине. Эй, яҙмыш...
Шул ваҡыт Сергей кесе сержанттың уйҙарын бүлдерҙе:
— Амангилдин, мине үлемдән ҡотҡарғаның өсөн һиңә ҙур рәхмәт! Тиҙерәк позицияңа бар! Чечендар тағы ла һөжүмгә күстеләр.
Өс Рәсәй һалдатының ҙур ғына көстө үҙҙәренә йәлеп итеүен боевиктар оҡшатманы, күрәһең. Бер тинлек ҡуян, мең тинлек зыян, тип уйланылар ахырыһы. Улар, ғәскәрҙәрен был участканан алып, икенсе ергә, ҙурыраҡ бәрелештәр барған урынға күсерҙеләр. Шуның менән урмандағы атыш та тымды. Амангилдин һәм уның иптәштәре был хәлгә ышанмай торҙолар. Әллә берәй төрлө мәкер-хәйлә уйланылармы?
Рәсим түҙмәне, тирә-яҡты ҡарап сыҡты. Шикләнерлек бер нәмә лә күрмәгәс, ул ҡысҡырып ебәрҙе:
— Чечендар юҡҡа сыҡҡан! Улар беҙҙе ташлап киткәндәр! Ура! Беҙ еңдек!
— Беҙ еңдек! — тип ҡысҡырҙы Сергей ҙа балаларса ҡыуанып.
Өс егет еңеү хөрмәтенә автоматтарҙан залп бирҙеләр һәм ҡайтыу яғына табан атланылар. Бер сәғәттән улар полк торған урынға ҡайтып еткәйнеләр инде. Чечендар менән һуғышып, имен-аман әйләнеп ҡайтҡан егеттәрҙе башҡа һалдаттар һырып алды. Китте һорашыу! Полк командиры Самойловтың ниндәй шарттарҙа һәләк булыуы бөтә батальонды шаҡ ҡатырҙы.
Төш ауғас, Түбәнге һәм Үрге Юрт ауылдарында йәшәүсе чечендарға ҡаршы ҡораллы көс ҡулланырға ебәрелгән батальондар ҙа ҡайтып етте. Улар юлда барғанда засадаға эләгә. Боевиктар яғынан яһалған көтөлмәгән һөжүмдән Рәсәй ғәскәре ҡаушап ҡала һәм байтаҡ яугирын юғалта. Тиҙерәк был ҡурҡыныс урындан китеү яғын ҡарайҙар һәм артҡа сигенәләр. Шулай итеп, чечен граждандарына ҡаршы ойошторолған хурлыҡлы поход уңышһыҙлыҡҡа осрай һәм батальондар полк торған урынға кире әйләнеп ҡайтырға мәжбүр була...

Автор:Марс НУРИЕВ.