Все новости
Литература
14 Ноября , 00:10

БЫУАТ ҠАНАТЫНДА (повестың башы)

*Повесть журнал вариантында ҡыҫҡартылып бирелә.

БЫУАТ ҠАНАТЫНДА (повестың башы)

Һуғыш башланыу хаҡындағы ҡайғылы хәбәрҙе Амангилдин яланда, тимер айғыры менән эш өҫтөндә ҡаршыланы. Тракторсылар ауылда ла бик кәрәк булғанлыҡтан, Сынтимерҙе, бронь биреп, һуғышҡа ебәрмәнеләр.
Ә ҡәһәрле һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Немецтар илдең үҙәгенә үк яҡынлашҡан һайын тылда ла хеҙмәт көсөргәнешлелеге артҡандан-арта барҙы. Ҡар ҡатыш ямғырҙа ла, көслө һыуыҡ елдә лә, ҡояштың көйҙөргөс нурҙары аҫтында ла Сынтимер тракторы менән баҫыуҙа булды. Колхоз рәйесе лә, агроном да, бригадир ҙа, хисапсы ла, хатта район үҙәгенән килеп йөрөгән уполномоченный ҙа уның эшен даими тикшереп торҙолар.
Ауыр эш өҫтөндә 1941 йылдың йәйе үтеп, көҙө етте. Сынтимер туғай буйындағы уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙе туңға һөрөп йөрөй ине. Төштән һуң ямғыр ҡоя башланы. Көҙгө ямғыр, билдәле инде, бер яуа башлаһа, туҡтауҙы белмәй. Әммә ямғыр яуа тип, эште ташлап, ҡайтып китергә ярамай. Сынтимер ҙә эшен дауам итте. Ҡойоп яуған ямғырҙар былай ҙа дымлы тупраҡты ныҡ йомшартҡайны. Бер рәтте ҙур ҡыйынлыҡ менән һөрөп бөттө. Икенсе рәткә төшөп, йөҙ метр ҙа бармағандыр, трактор туҡтап ҡалды. Батҡаҡҡа әйләнгән тупраҡ, артҡы тәгәрмәстәрҙең теш араларына тулып, шымарҙы. Трактор ергә терәлеп үк кереп ултырҙы. Артҡы тәгәрмәстәр бер урында зыр әйләнеп ултыралар ине. Тимер ат урынынан ҡуҙғалыу түгел, хатта ҡымшанмай ҙа. Сынтимер өҙлөкһөҙ яуып торған ямғырҙа һаҙға әйләнгән ерҙе һөрә алмаясағын аңланы. Ямғыр тымып, ер кипшенгәс кенә эште дауам итергә мөмкин. Унда ла ер эсенә сумған тракторҙы күтәрмәйенсә, ҡуҙғатып алып китеп булмаясаҡ. Сынтимер “холостойға” эшләп ултырған тракторын һүндерергә уйланы. Шул ваҡыт бер һыбайлы күренде, шуға тракторын һүндермәй торорға булды. Янына килеп еткәс, эйәр өҫтөндә ултырған кешенең район үҙәге уполномоченныйы Николаев Йәгүр икәнен таныны. Халыҡ уны “ҡара сыуаш” тип йөрөтә. Ҡап-ҡара табаҡ битле булғаны өсөн шулай тиҙәр. Ул, килеп етеү менән башҡорт телен ватып-емереп, Сынтимергә ҡысҡырырға кереште:
— Нигә ер сүрмисез, иптәш Амангилдин?
— Ямғыр яуа бит. Етмәһә, трактор батты. Буксовать итеп тик ултыра. Һөрөп булырлыҡ түгел.
— Ямғыр яумый, тип әйт! Партия шулай ҡуша.
— Яуған ямғырҙы нисек яумай, тип әйтәйем мин? Күрмәйһеңме ни яуғанын?
— Фронттағы хәлне пеләсеңме син?
— Беләм!
— Тракторыңа утыр да, жирне сүр!
Сынтимер тракторҙың тимер ултырғысына ултырҙы ла табалдырығына баҫты. Артҡы ҙур тәгәрмәстәр зыр әйләнә башланы, әммә трактор урынынан ҡуҙғалманы.
— Бына күрҙегеҙме инде, — тине Сынтимер секерәйеп ҡарап торған Йәгүргә. — Мине алдаша тип уйлайһығыҙмы әллә?
— Мин бер нәрсә дә пелмим. Пүтәннәр мондый көннө жир сүргәндә, син ниңә сүрә алмыйсың? Бу — настоящий саботаж, вредительство. Мин хәзер кайтып райкомға докладной язачакмын. Бронеңне алдыртам. Бронгә ышыкланып, ансатка салышып ятырга уйлыйсыңмы?
— Туҡтап тор, улай булғас, мин һинең үҙеңә генә бер һүҙ әйтәйем әле, — тине Амангилдин, бик тә мөһим хәбәр бар тигәнгә ишара яһап.
— Нинди хәбәр ул? Әйт улай булғас хәбәреңне.
Сынтимер тракторынан төшөп, һыбайлының эргәһенә яҡын килде һәм, ат өҫтөнән һөйрәп төшөрөп, Николаевты ергә һуғып йыҡты. Елкәһенән тотоп, трактор эргәһенә һөйрәп килтерҙе лә кәүҙәһен артҡы тәгәрмәс аҫтына тыҡты. Үҙе трактор өҫтөнә һикереп менде һәм табалдырыҡҡа баҫты. Тәгәрмәстәр зыр әйләнә башланы. Ҡото осҡан Николаев трактор аҫтынан ҡайһылай килеп сыҡҡанын да һиҙмәне. Ул йүгереп барып атына менергә уйланы, ләкин Амангилдин, тракторҙан һикереп төшөп, Николаевты ҡыуып етте һәм тағы ла һуғып йыҡты. Киренән трактор тәгәрмәсе аҫтына һөйрәп алып китә башлағас, Йәгүр бөтә көсөн йыйып ҡысҡырырға тотондо:
— Разбой, ҡотҡарығыҙ, үлтерәләр!
Сынтимер уны утын ағасы һымаҡ тағы ла тәгәрмәс аҫтына тыҡты һәм тракторға менеп, артҡы тәгәрмәстәрҙе йәнә зыр әйләндерә башланы. Йәгүр был юлы ла сығып өлгөрҙө.
— Күрҙеңме инде тракторҙың ер һөрә алмағанын?
— Күрҙем, туғаным. Күрҙем. Трактор жир сүрә торган көн түгел бүген.
Амангилдин тағы ла кабинанан һикереп төштө. Уполномоченный эргәһенә килеп:
— Докладнойыңды яҙырһыңмы минең өҫтән? — тип ҡаты итеп һораны.
— Юҡ, туғаным, бер нәрсә дә язмыйм. Ышанмасаң, бына ҡара, — Йәгүр бер нисә тапҡыр суҡынып ҡуйҙы.
Сынтимер Николаевтың кейеме, бысраҡҡа буялып, ҡап-ҡара төҫкә ингәнлеген шәйләне. Битен кеше танырлыҡ түгел — батҡаҡ уның танау, ҡолаҡ тишектәренә тиклем тулғайны. Сынтимерҙең көләһе килде, әммә көлмәне — тыйылып ҡалды.
— Тиҙерәк күҙемдән юғал, олаҡ бынан! — тип бойорҙо Сынтимер ҡара сыуашҡа.
Егор көскә аты өҫтөнә менеп, ауыл яғына сапты. Ул һүҙендә торманы — шул көндө үк райкомға барып, Сынтимер өҫтөнән докладной яҙҙы. Ундағылар шул минутта уҡ военкоматҡа хәбәр иттеләр. Иртәгәһен иртүк килеп, бронде тартып алдылар.
“Саботажник” тигән хурлыҡ тамғаһы баҫып, Сынтимерҙе ҡулға алдылар. Лагерға алып китергә килгән милиционерҙар уға ҡатыны менән хушлашырға бер нисә минут ҡына ваҡыт бирҙеләр. “Һуңғы тапҡыр ғына булмаһын инде был айырылышыу”, — тигән теләк менән хушлашты Гөлбоҫтан ире менән. Яратҡан кешең менән айырылышыу бигерәк ҡыйын икән.
Гөлбоҫтан Сынтимергә һөйөклө ир итеп кенә түгел, ә ышаныслы терәк, бәхет-шатлыҡ килтереүсе итеп тә ҡарай, уға үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ ышана. Ирен төрмәгә оҙатҡан саҡта ҡолағына ошондай һүҙҙәр шыбырланы: “Һине, моғайын, барыбер һуғышҡа ебәрерҙәр. Ғәзиз башҡайыңды һаҡлап йөрө. Һау-сәләмәт йөрөп ҡайт. Ә мин һине һағынып көтөрмөн. Хуш, бәғерем”. Гөлбоҫтан башын иренең күкрәгенә һалып, һулҡылдап илап ебәрҙе.

***
Ҡатыны Сынтимергә дөрөҫ әйткән икән. Ырымбур өлкәһендәге Тоцкий лагерына барып эләккәс тә, ҡорал тота алырлыҡ бөтә тотҡондарҙан штраф батальоны төҙөнөләр. Сынтимер ҙә шунда эләкте. Уларҙы, һуғышҡа китәсәк яугирҙарҙы, яҡындағы хәрби гарнизонға күсерҙеләр. Туп-тура фронтҡа алып барып индермәнеләр, башта хәрби эштең айышына өйрәтергә булдылар. Штык һуғышына, ҡорал менән эш итергә, винтовканы, ҡул пулемётын күҙ йомоп һүтергә, киренән ҡорорға өйрәнделәр. Был ваҡытта немецтар, көс туплап, Мәскәүгә табан ташландылар. Уларға ҡаршы Брянск фронты ғәскәрҙәре оборона һуғыштары алып барҙы. Сигенеүсе Совет Армияһы ҙур юғалтыуҙар кисерә ине. Немецтарҙың Тулаға бара торған юлына командование резервтан 1-се гвардия уҡсылар корпусын ҡаршы ҡуйҙы. Уға ҡушымта итеп, Амангилдин хеҙмәт иткән штраф батальонын оҙаттылар. Был 1941 йылдың октябрь айында булды. Сынтимер хеҙмәт иткән уҡсылар взводы, туң ерҙә траншея, окоптар ҡаҙып, үҙенә позиция ҡорҙо.
Ҡаты бәрелеш, атака алдынан ваҡыт яй үтә. Һалдаттарҙы был минуттарҙа ауыр тойғолар биләп ала. Cынтимер ҡоралдарын тикшереп сыҡты: гранаталары үҙ урынында, винтовкаһы төҙөк күренә. Шулай ҙа күңеле тыныс түгел. Алдағы билдәһеҙлек уның йөрәген ҡыҫып-ҡыҫып ала. Ни тиһәң дә, немецтар менән беренсе тапҡыр йөҙгә йөҙ килеп осрашасаҡ. Һиҙеп тора: һуғыш аяуһыҙ буласаҡ. Был алышта имен-аман ҡалыуың икеле. Фронт буйлап уң яҡта ла, һул яҡта ла беҙҙең туптар гөрһөлдәп немец позицияларына ут яуҙыралар. Ә бына штраф батальонына ҡаршы торған немец позицияларына, нығытмаларына беҙҙең артиллерия ниңәлер ут асмай. Амангилдин һәм уның иптәштәре һиҙә: совет командованиеһы штраф батальонына үгәйһетеп, дошманға ҡараған кеүек ҡарай. Уға артиллерия уты менән дә, реактив снарядтар менән дә, авиация менән дә ярҙамлашмай. Әйҙә, штрафниктар аҙналар буйы ергә оялап, нығынып ятҡан немецтарҙы ҡоро ҡул менән соҡоп сығарһындар. Ә инде гитлерсыларҙың көслө утына эләгеп, ҡырылалар икән — ҡырылһындар. Улар бит лагерҙарҙан килгән “ҡоротҡостар”, “саботажниктар”, “халыҡ дошмандары”.
Бына бер ваҡыт дошман яғынан снарядтар штраф батальоны өҫтөндә ярыла башланы. Йыуан-йыуан ағастар, тамырҙары менән йолҡоноп, күккә ырғый, тонналап һауаға күтәрелгән туң ер окоптар, траншеялар өҫтөнә төшә. Амангилдин ут аҫтында ятҡанда шуны аңланы: ғәзиз ергә ни тиклем тәрәнерәк инеп ятһаң, ул һине шул тиклем нығыраҡ һаҡлай. Ниһайәт, һауаға ҡыҙыл ракеталар оса башланы. Был — батальонға атакаға күтәрелергә сигнал. Сынтимер траншеянан сығып, башҡалар менән бергә немецтарҙың позицияһына табан тәүге аҙымдарын яһаны, шунан йүгерергә тотондо. Батальон “Ура!” тауыштары аҫтында атакаға ташланды. Әле генә траншеяла боҫоп ултырған егеттәр ҡурҡыуҙы оноттолар. Немецтар ҙа утты көсәйтте, Сынтимерҙең баш осонан ғына дошман снаряды һыҙғырып үтте, пулеметтарҙан һәм минометтарҙан ут бөркөлдө. Үлеүселәр күбәйгәндән-күбәйҙе, батальон алға барыуҙан туҡталып ҡалды. Немецтарҙың көслө уты баш ҡалҡытырға ла ирек бирмәй. Күктә тағы ла ҡыҙыл ракета янғаны күренде. Взвод командирҙарының: “Алға, атакаға!” — тип тоноғораҡ тауыштар менән ҡысҡырғаны ишетелде. Яртылаш кәмегән батальон дошманға ҡаршы тағы ла атакаға күтәрелде. Улар винтовкаларҙан ата-ата немецтарҙың траншеяларына табан йүгерҙеләр һәм, дошман көслө ут яуҙырыуға ҡарамаҫтан, позицияларға яҡынлаштылар ҙа гитлерсыларҙың траншеяларына гранаталар сойорғоттолар. Был немецтарҙы ныҡ ҡына шаңҡытты, буғай. Яугирҙар, траншеяларға төшөп, гитлерсылар менән штыкка — штык, бысаҡҡа бысаҡ килеп һуғышырға тотондолар. Тегеләр ҡасырға керештеләр. Амангилдин тәүгеләрҙән булып дошман траншеяһына төштө һәм, бер немец һалдатының ҡасып барыуын күреп, уға арттан атырға уйланы. Ләкин уның иптәштәренән айырылған яңғыҙ һалдатты атып үлтерергә ҡулы барманы. Немец һалдаты бер аҙ йүгереп барҙы ла, артына әйләнеп ҡараны. Ул Сынтимерҙең баҫтырмағанын, үҙенә атмағанын күреп, рәхмәт йөҙөнән бер ҡулын өҫкә күтәрҙе лә күҙҙән юғалды.

* * *
Ҡаты һуғыштан һуң һалдаттарға ял бирҙеләр. Әммә оҙаҡҡа түгел. Сөнки немецтар, стратегик яҡтан мөһим ҡалҡыулыҡтың ҡулдан ысҡыныуына риза булмайынса, контратакаға күтәреләсәк. Һуғыш тынып торған арала һалдаттар ата-әсәләренә, һөйгән йәрҙәренә, ҡатындарына хат яҙырға тотона. Сынтимер ҙә Гөлбоҫтанға хат яҙҙы. “Нурлы ҡарашың, мөләйем йылмайыуҙарың күҙ алдымдан китмәй. Ә инде йылмайған саҡтағы матур ирендәреңде мәңге оноторлоҡ түгел. Үҙемдең хеҙмәтем тураһында бер нисә һүҙ. Ҡыш башланды. Тар, төтөнгә тулған землянкаларҙа, ҡышҡы һыуыҡ окоптарҙа ятабыҙ. Төндә нимә бар, шуның менән төрөнөп ятабыҙ. Аслыҡ беҙҙең айырылмаҫ юлдашыбыҙға әүерелде. Ҡайһы саҡта көнөнә бер генә ашаған саҡтар була”, — тип яҙҙы ул ҡатынына.

* * *
Атака ваҡытында штраф батальоны яугирҙарының яртыһынан күберәге яу ҡырында башын һалды. Шундай ҙур юғалтыуҙар менән улар гитлерсыларҙың позицияларын баҫып ала алдылар. Етмәһә, һуғышсылар көслө ҡоралланған дошманды ҡоро ҡул менән генә тип әйтерлек еңде. Ләкин самалы ғына ҡалған һалдаттар гитлерсыларҙың контратакаларына оҙаҡ ҡаршы тора алмаҫ ине. Командование ҡаҡшаған батальонды йөҙҙән артыҡ һалдат менән тулыландырҙы. Улар ҙа — штрафниктар. Башҡортостандан да ир-егеттәр күп ине. Сынтимер Морат исемле яҡташы менән танышып китте.
Морат һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтта була. Ул хеҙмәт иткән пехота полкы Брянск фронты составына инә. Яугир полкташтары менән бергә гитлерсыларға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Яу ҡырында уның яҡын дуҫтары, яҡташтары һәләк була, көтмәгәндә үҙе лә бәләгә тарый. Хәл былай була. Бер ваҡыт уны төнгә ҡаршы ротаның хәрби техникаһын ҡарауылларға ҡушалар. Морат хеҙмәт иткән подразделение ошоға тиклем ике тәүлек сигенеп килгән була, ә өсөнсөһөндә төндә немецтар менән ҡаты һуғыша. Өс көн йоҡламаған Морат поста торғанда йөк машинаһының баҫҡысына ултырып тора. Шунда уҡ йоҡомһорап китә. Ҡарауыл етәксеһе рота командирына был турала хәбәр итә, ә капитан Осокин бик ҡыҙыу, шәфҡәтһеҙ кеше була. Ул Моратты үлем язаһына тарттырырға ҡарар итә. Ғәҙәттә поста йоҡлаған часовойҙы гауптвахтаға ябып ҡуялар, һис юғында, был эште хәрби трибунал ҡарамағына бирәләр. Унда ла — часовойҙың йоҡлап китеүе арҡаһында дошман тарафынан берәй диверсия яһалған осраҡта ғына. Әммә ротала үҙен батша итеп хис иткән, шунлыҡтан ҡул аҫтындағы хәрбиҙәрҙе үҙ хөкөмө менән язаға тарттырып өйрәнгән капитан ике һалдатты саҡырып ала ла Моратты урман эсенә алып кереп атырға, аҙаҡ мәйетен күмергә бойора. Урман эсенә инеп, 200 метр самаһы ер киткәс, быларҙың эргәһенә генә снаряд төшөп шартлай. Морат ҡолаҡ тондорғос ҡаты шартлау тауышын ғына ишетә. Уны шартлау тулҡыны ситкә алып ырғыта. Һалдат йыуан ағасҡа бәрелеүҙән аңын юғалта. Ул ярты көн буйы иҫһеҙ ята. Ә был ваҡытта Морат хеҙмәт иткән полк позицияһын дошман самолеттары бомбаға тота. Совет һуғышсылары көтөлмәгән был көслө һөжүмдән күпләп ҡырыла. Осокин ротаһынан да бер кем дә иҫән ҡалмай, капитан үҙе лә һәләк була.
Морат яйлап аңына килә. Ул үҙенең кәҫле тупраҡ аҫтында ятҡанын аңлай. Һалдат, өҫтөндәге ер киҫәктәрен ситкә ырғытып, ҡалҡынып аяғына баҫа һәм тирә-яғына ҡарай. Эргәлә генә снаряд шартлауҙан ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. Соҡор тирәләй тамырҙары йолҡонған, һынып сырпаҡланған ағастар ята. Ә теге ике һалдаттың өҙгөләнгән киҫәктәрен генә таба Морат. Ҡулындағы автоматын яурынына аҫып, полк торған позицияға табан йүнәлә ул. Полк траншеяһы, дзоттар, землянкалар танымаҫлыҡ хәлгә килгән була. Шунда ғәйәт ҙур соҡорҙо шәйләй — баҡһаң, үлгән полк яугирҙарын күмә торған туғандар ҡәберлеге икән. Ҡәбер ҡаҙыусылар Моратты күреп ҡалып, уны һырып алалар... Ул башта һалдаттарға, унан һуң хәрби трибунал ағзаларына үҙенең башынан үткән хәлдәрҙе һөйләп бирә, ләкин берәү ҙә уға ышанмай. Уға “дезертир” тигән хурлыҡлы һәм ҡурҡыныс мөһөр баҫып, штраф батальонына оҙаталар...
Сынтимер ҙә әҙәм ышанмаҫлыҡ ауырлыҡтар, ғазаптар күрҙе һуғышта. Һәр алышта немецтар тәүҙә бөтә төр ҡоралдарҙан ут яуҙыралар. Уртала — штрафниктар, ә арттан, артҡа сигенмәһендәр тип, уларға үҙебеҙҙекеләр ата. Юҡ ҡына гонаһтары өсөн күпме кеше баш һалды тыуған ил өсөн...
Тыуған ергә иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуына нисә йылдар үтһә лә, әле һаман һуғыш мәхшәрҙәре төштәренә кереп, тынғылыҡ бирмәй.

* * *
Төш тигәндәй, бер ваҡыт, әле Бишҡурайҙа йәшәгән сағында уҡ, Сынтимер төндә һаташып ҡысҡырырға тотондо:
— Һин, Йәгүр, эттән тыуған нәмә, мине һуғышҡа ебәреп, башымды ашарға уйлағайның — барып сыҡманы. Мин барыбер иҫән ҡайттым!
Йоҡлап ятҡан ейәне Йыһангир был тауышҡа уянып китте һәм олатаһын уятты:
— Олатай, тор, һаташып ҡысҡыра башланың бит, — тине ул уға.
— Нимә тинем һуң, улым? — тип һораны ҡарт.
Ейәне:
— Ниндәйҙер Йәгүрҙең исемен әйтеп ҡысҡырҙың. Кем һуң ул? Нишләп ул бәндә һинең башыңды ашарға теләне?— тип һорағас, һуғыш ветераны уға былай тип яуап бирҙе:
— Ул бәндә һуғыш ваҡытында уполномоченный булып йөрөнө. Үҙе сығышы менән Михайловка тигән ауылдан. Исем, фамилияһы — Егор Николаев. Мине, тракторист булараҡ, бронь менән һуғыштан ҡалдырғайнылар. Яланда ер һөргәндә шул бәндә менән аҙыраҡ эләгешеп киткәйнек. Ул юғарыға минең өҫтән шикәйәт яҙып ебәргәс, мине фронтҡа алып киттеләр. Күрәһең, шул төшкә ингәндер.
Сынтимер йәнә хәтирәләргә сумды.

* * *
Еңеүҙе ул Берлинда ҡаршыланы. Ниндәй ҡыуаныслы мәл булды яугирға һөйөклө ҡатынын ҡайтып күреү! Тик уларҙың бер нисә йыл балалары булмай торҙо. Аҙаҡ улдары тыуҙы, Сынтимер менән Гөлбоҫтан малайға Алмаз тип исем ҡуштылар. Алмаз армияға тиклем Стәрлелә сварщиклыҡҡа уҡығайны. Өс йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, колхозда ошо һөнәр буйынса эшләп йөрөнө.
Тап шул осорҙа ауылға фельдшер булып бер ҡыҙ килеп төштө. Заһира икән исеме. Егет уны яҡындан да, ситтән дә күҙәтеп йөрөнө, ә бер көндө клубтан һуң яҡындан танышты һәм уны фатирына тиклем оҙата барҙы. Улар бер-береһен яратып, өйләнешеп ҡуйҙылар.
Тәүҙә ата-әсәләрендә торҙолар. Ике ғаилә бер йортта йәшәгәс, ҡыҫынҡылыҡ тиҙ һиҙелде. Егеттең күңеле ҡалаға тартыла башланы. Эшләп, фатир алһам, ғаиләм менән иркенерәк тормошта йәшәрмен, тип уйланы ул. Тик ҡайҙа китергә? Новосибирск тарафына юлланырға булды ул. Армияла шунда хеҙмәт иткәйне. Ул саҡта еңел-елпе уйҙар юлдаш булһа, хәҙер өйләнеп, ғаиләһе булғас, уға донъяға етди ҡарарға кәрәк. Малайҙары Йыһангирға ла дүртенсе йәш китте.
Етмәһә, Алмаз эшенән дә ҡәнәғәт түгел ине. Колхозда эш хаҡы самалы, йәш ғаилә башлығы ул ғына аҡсаға мөрхәтһенмәне.
— Мин Себергә китәм, — тине ул атаһына бер көндө.
— Ситтә лә һиңә байлыҡ әҙерләп ҡуймағандарҙыр. Тырышып донъя көткән кеше бында ла хур булмай, — тип ҡаршы төштө Сынтимер.
— Тырышып эшләү менән, аҡсаһы булмағас. Емереп эшләп, көрәп аҡса ала торған ваҡытта ҡоро төкөрөк һурып, буш кеҫәләрҙе елберләтеп йөрөүҙән ни файҙа?!
Сынтимер ағай олоғайған көнөндә берҙән-бер улын ер аяғы — ер башына ебәрергә теләмәй ине. Оҙон аҡса, еңел тормош эҙләп, йә булмаһа үҙ ихтыярынан тыш алыҫ ерҙәргә китеп бәхетһеҙлеккә тарыған байтаҡ ауылдаштарын белә Сынтимер. Ә күпме йәш ғаиләләр тарҡалды сит тарафтарҙа! Бигерәк тә ҡайҙа ла аҙсылыҡты тәшкил иткән башҡорт халҡы өсөн Себер элек-электән хәүефле, ярайһы уҡ ҡурҡыныс тараф булып ҡала. Әле батшалар заманында уҡ Себергә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән анһат юл менән байырға теләүсе башкиҫәрҙәр, кеше үлтереүселәр, ҡасҡындар, ҡараҡтар ағылып торҙо. Хәйер, Башҡортостан үҙе лә ошондай йыртҡыс килмешәктәрҙән аҙ яфа күрҙеме ни? Совет власы ла Себер киңлектәренә урман киҫергә тип тә, яңы ҡалалар, заводтар төҙөргә тип тә әллә күпме енәйәтселәрҙе алып барып тултырҙы. Әле лә аҙым һайын хәүеф-хәтәр тыуҙырырға һәләтле яҡ булып ҡала Себер. Дөрөҫ, унда үҙ ерендә бәхет күрә алмаған, залим түрәләрҙән эҙәрләнгән, ярлылыҡтан башы сыҡмаған, шуға ирекле һәм хәлле тормош эҙләп килгән намыҫлы кешеләр ҙә бар.
Иң беренсе сиратта ошолар хаҡында әсенеп һәм бошоноп уйланды Сынтимер.

* * *
Тәүҙә үҙе хеҙмәт иткән сағында зэктарҙы ҡарауыллаған төрмәгә барып ҡарарға булды Алмаз. Унда уны төрмә башлығынан надзирателгә тиклем яҡшы беләләр ине. Башлыҡ уны иғтибар менән тыңлағас:
— Ниндәй һөнәрҙәрең бар? — тип һораны.
— Газ һәм электр сварщигы. — Алмаздың яуабын ишеткәс, хужа йәнләнеп китте.
— Енәйәтселәр һаны беҙҙә кәмергә уйламай. Киреһенсә, артҡандан-арта ғына. Беҙҙең зона — бер бәләкәй ҡала хәтле. Тотҡондар цехтарҙа эшләй. Улар эшләй икән, тимәк, аҡса ла бар, тигән һүҙ. Инициативалы төҙөлөш ярҙамында үҙебеҙҙең материаль базабыҙҙы ла нығытабыҙ. — Башлыҡ был һүҙҙәрҙе ғорурланып әйтте. — Беҙгә тағы бер корпус төҙөргә рөхсәт иттеләр, бөгөнгө көндә төҙөлөш бригадаһын квалификациялы эшселәр менән тулыландырабыҙ. Төҙөлөштә сварщиктар ҙа бик кәрәк. Һине бер һүҙһеҙ эшкә алам. Ятаҡтан бер бүлмә бирербеҙ. Бөгөн үк ҡатының менән балаңды ғаиләлеләр ятағына пропискаға индер. Давай, тырышып эшлә! Яйлап ҡатыныңа ла эш табылыр. Беҙҙә зонала эшләүселәрҙең балалары өсөн баҡса ла бар. Малайығыҙға ла шунда бер урын бирербеҙ...
Ул көндө Алмаз менән Заһира өсөн шатлыҡ-һөйөнөстөң сиге булманы. Алмаз дәртләнеп, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап эшкә тотондо.
Тик оҙаҡ эшләй алманы шул Алмаз был ҡалала. Башлыҡ әйткәнсә, уға төҙөлөш объектында төрмәлә ултырыусылар менән бергә эшләргә тура килде. Төрмәнән башы сыҡмаған берәү Алмазды тиҙ таныны. Ул егеттең күптән түгел генә үҙҙәрен һаҡ аҫтында йөрөтөүен яҡшы хәтерләй ине. Төрмәлә ултырыусылар иһә милицияла, Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндәрҙе дошман күрәләр.
Быны Алмаздың да ишеткәне бар ине. Ләкин ул быға артыҡ иғтибар итмәне. Уға, сварщик булараҡ, башҡа төҙөүселәрҙән ситтәрәк, айырым урында эшләргә тура килде. Шуныһын да иҫәпкә алған енәйәтселәр. Яңғыҙын бер бүлмәлә тотоп алдылар ҙа йыртҡыстарса туҡмарға, типкеләргә керештеләр. Егермеләп төрмәсе ябырылғайны уға. Ауыҙынан, ҡолаҡтарынан ҡан киткән Алмазды вәхшиҙәр бик оҙаҡ туҡманы. Уның ғүмере шулай фажиғәле өҙөлдө...

* * *
Тормоштоң ҡырыҫ елдәре Йыһангирға ла иртә һуғылды. Әсәһе Заһира, ире үлгәс, улын Сынтимер менән Гөлбоҫтан ҡарамағына тапшырҙы ла икенсе иргә сығып китте. Бала йәнле Амангилдиндар атаһына һуйып ҡаплаған Йыһангирҙы бер һүҙһеҙ үҙҙәренә алдылар. Ейәндәрен улар улдары Алмаздың берҙән-бер төҫө итеп күрәләр ине.
Йылдар үтте. Йыһангир олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫеп, егет ҡорона етте. Урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Өфөгә, ауыл хужалығы институтына барырға дәртләнде. Химиянан һынауҙы “өслө”гә бирҙе. Кесе Амангилдин уңышһыҙлыҡтың тәүге билдәһен ауыр кисерҙе һәм икенсе һынауҙы биреп тә торманы — ҡабул итеү комиссияһынан документтарын алды ла ауылына ҡайтып китте.
...Һуғыш ваҡытында ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа, йылы кейем булмағанлыҡтан, өҫтөнә йоҡа ғына кәзәкей, башына нәҙек сепрәк яулыҡ ябынып, молотилка менән ашлыҡ баҫырға эшкә йөрөгәйне Гөлбоҫтан. Шунда һыуыҡ тейҙергәйне башына. Бик оҙаҡ яфаланды ул баш һыҙлауы менән. Етмәһә, Алмазының ҡайғыһы ауырыуын тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Улының үлеме Сынтимерҙең дә йөрәгенә тәрән йәрәхәт һалды, уның да һаулығын ныҡ ҡаҡшатты. Шулай ҙа бирешмәҫкә тырышты. Ләкин Гөлбоҫтандың сире сигенергә теләмәне, хәле насарланғандан-насарланды. Ҡаты ауырып ятҡанында ул үҙе өсөн түгел, ә ире Сынтимер, мәктәптә уҡып йөрөгән ейәне Йыһангир өсөн ҡайғырҙы: “Үлеп китһәм, йәтим ҡалалар бит, меҫкендәр”, — тип өҙгөләнде. Ошондай ауыр уйҙар ҡосағында йән бирҙе ҡатын.
Бергәләп татыу ғүмер иткән, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә уртаҡлашҡан хәләл ефете үлеп киткәс, ныҡ ҡына олоғайһа ла, Сынтимерҙең Бишҡурайҙа йәшәргә дәрте һүнде.
Йыһангир институтҡа инә алмай ҡайтҡас, ауылды ташлап китеү теләге йөрәгендә ут булып дөрләй башланы һәм көнөн дә, төнөн дә тынғылыҡ бирмәне. Бер көндө ул ейәненә көтөлмәгән хәбәр әйтте.
— Ауылда мал аҫрауы ла ауырлашты, әллә ҡалаға күсенеп китәйек тә барайыҡмы, улым? Уразбәк ағайың янына. Ни тиһәң дә, бер туған ҡустымдың улы бит әле ул. Тел ярҙамы ла тейеп торор.
— Олатай, үҙең ҡара, һин хужа бит йортҡа, — тине Йыһангир. — Шулай ҙа тыуып-үҫкән ерҙән айырылыуы ҡыйын булыр барыбер.
— Ҡайтып торорбоҙ, йыраҡҡа китмәйбеҙ бит.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Сынтимер ағай донъяһын туҙҙырып, йортон, мал-тыуарын һатып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ағас йорт һатып алды. Шунда күсенделәр.
Тап-таҙа көйө олатаһының пенсияһына ҡарап ятырға теләмәне Йыһангир, эшкә урынлашырға булды. Тәүҙә гәзиттәрҙән белдереүҙәрҙе ҡарап сыҡты. Йәштәрҙе төҙөлөшкә әйҙәүсе иғлан салынды күҙенә. Һөнәре булмаһа ла, шунда барырға булды. Кирбес, таш менән эш иткән урында ҡул көсө кәрәк булыр әле, тип уйланы ул. Егетте ташсылар бригадаһына алдылар.
Бына мастер менән Йыһангир бетон баҫҡыс буйлап икенсе ҡатта эшләүсе ташсылар янына күтәрелде. Бригадир, мастерҙың килгәнен шәйләп, үҙе уның ҡаршыһына табан ыңғайланы. Ваҡ кирбес киҫәктәре туҙышып ятҡан оҙон панелдәр өҫтөнә ышаныслы баҫып, мастер алдына урта буйлы, киң яурынлы, мыҡты кәүҙәле Шәрәф килеп баҫты. Ул ҡыҫынҡы күҙҙәре менән берсә мастерға, берсә Йыһангирға ҡарап алды.
— Тыңлайым, Фәнзил Фәрүәзович. Берәй мөһим хәбәр бармы?
— Прораб һинең бригадаға бына был егетте беркетте. Ҡабул итеп ал! Исеме — Йыһангир, фамилияһы — Амангилдин. Яңы ғына мәктәпте тамамлаған. Һинең бригадаңды кадрҙар менән нығытабыҙ инде.
Шәрәф ауыҙын ҡыйшайтып ҡарап ҡуйҙы:
— Тишек-тошоғобоҙ бөтәйеп, донъябыҙ нығынып китерме икән?
— Көлмә. Был малайҙар эштә сынығып, саҡматаш кеүек ут сығарыр егеттәр булып китер әле, күрерһең. Үҫеп китһендәр өсөн уларға иғтибар ғына етмәй.
— Ауылда эсергә өйрәнеп килмәһә ярар ҙа.
— Ул ҡайҙан эсергә өйрәнһен әле? Беҙҙең бригада эскеселәренән һаҡларға кәрәк тиһәң, дөрөҫ булыр.
— Уныһы дөрөҫ. Был егет ундайҙарға оҡшамаған да инде.
— Ярар, хәйерле сәғәттә, — тине мастер Амангилдинға ҡарап. — Ҡалғаны бригадир хөкөмөндә. Ҡара уны, һынатма!
— Рәхмәт йылы һүҙегеҙгә. Тырышырмын! — тип яуап бирҙе Йыһангир.
Шәрәф, Йыһангирҙы ҡарашы менән тағы бер тапҡыр ҡойондорғас, былай тине:
— Бында эш ауыр. Эш хаҡын талонлата түләйҙәр. Шулай ҙа хужалар яҙға табан хеҙмәт хаҡы өсөн аҡсалата түләрбеҙ, тиҙәр. Донъя былай тормаҫ, яйлап рәтләнер, тигән уйҙабыҙ. Юғиһә, аҡса бирелмәгәс, күптәр төҙөлөштә оҙаҡ эшләмәйҙәр, китәләр.
Бригадир бер эшсегә өндәште:
— Әсфир, бына һиңә напарник. Икәүләп тимер ялғаштан бадьяларға цемент иҙелмәһен тултырып торорһоғоҙ, белмәгәнен өйрәтерһең. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Егеттәр ҙур тимер ялғаштан буш күнәккә цемент иҙелмәһе тултырҙылар. Һауытты крандың оҙон тросына тағылған ырғаҡҡа эләктереүҙәре булды, кран йөктө өҫкә күтәреп алып менеп тә китте. Ике күнәк тултырғансы, Йыһангирҙың битенән тир бөрсөктәре атылып сыҡты.
— Тағы берҙе тултырайыҡ та, аҙ ғына ял итеп алырбыҙ, — тине Әсфир. — Юғиһә бында: “Раствор давай!” — тип әленән-әле ҡысҡыралар ҙа торалар.
Өсөнсө күнәкте тултырып оҙатҡас, егеттәр эргәләге бүрәнә тояҡлы эскәмйәгә хәл алырға ултырҙылар.

* * *
Кәләше Гөлбиназ менән дә төҙөлөштә таныштылар. Сәстәрен сәскә бәйләүҙәре лә ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты.
Йыһангир Гөлбиназ менән өйләнешеү хаҡында һөйләшеп тә ҡарағаны юҡ. Ә олатаһы менән был хаҡта һөйләшеп, аңлашып бөттөләр.
Кис көнө улар паркта осраштылар. Һирәк-һаяҡ йөрөгән йәштәрҙе иҫәпкә алмағанда, кеше әллә ни күренмәй.
— Һин мине үпһәң дә була, — тип йылмайҙы Йыһангир.
— Ә ни өсөн мин һине үбергә тейешмен?
— Һиңә шатлыҡлы хәбәр алып килгәнем өсөн.
— Йә, әйт инде, ниндәй шатлыҡлы хәбәр ул?
— Юҡ, үпмәһәң — әйтмәйем.
Гөлбиназ үрелеп, егеттең ирененән һурып үбеп алды.
— Өйләнергә ҡарар иттем, һине кәләш итеп алырға уйлайым.
Ҡыҙ аптырап китте:
— Мин бит әле кейәүгә сығырға уйлағаным юҡ. Шаяртмайһыңмы?
— Юҡ, бөрлөгәнем, һис тә алдамайым. Риза булһаң, мине яратһаң, сыҡ тормошҡа. Башҡаларҙан кәм донъя көтмәбеҙ.
Ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сығыуҙы оло бәхет итеп ҡабул итә. Гөлбиназ да был бәхеттән мәхрүм ҡалырға теләмәне. Ул Йыһангирға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Март айының икенсе яртыһында уларҙың туйы булды. Ҡыҙ, ятаҡ бүлмәһен ташлап, Сынтимер ағайҙарҙың иркен, яҡты йортона килен булып төштө.
Тиҙҙән уң яҡ күршеләре ҡалаға күсеп китте. Сынтимер уларҙың өйөн тиҙләтеп һатып алды. Йәш ғаилә ҡыуанып яңы йортҡа күсте.

* * *
Йәйҙең йылы көндәре килгәс, Сынтимер военкомат аша Йоматау шифаханаһына путевка алды. Табиптар уға ҡымыҙ эсергә, һауа алмаштырырға тәҡдим иткәйнеләр. Ни тиһәң дә, Стәрлегә күсеп килеү уның һаулығына кире йоғонто яһаны. Ҡалала һауа газлы, һыу хлорлы, бөтә тирә-яҡ шау-шыуға күмелгән, ҡайҙа барма — ығы-зығы. Ғүмер буйы ауылда йәшәгән кешегә был үҙгәрештәргә яраҡлашып китеүе еңелдән булманы. Хәйер, ул быға артыҡ бошонманы ла. Шөкөр, туғыҙынсы тиҫтәне аҫау айғыр итеп, ғүмеренең һикәлтәле юлынан алға саба ла саба әле. Ә бына ҡустыһы Хәсәнгә Хоҙай ғүмер бирмәне. Теремек, шуҡ, тәүәккәл, үҙ-үҙенә ныҡ ышаныусан кеше бик йәшләй вафат булды шул. Сынтимер ҡустыһы менән бергә үткәргән йылдарҙы иҫкә төшөрөп ултырҙы.
Улар игеҙәк балалар кеүек бергә үҫтеләр. Хәсән урта мәктәпте тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Ташкенттағы танк училищеһына уҡырға инде. Һуғыш алдынан уны тик “бишле” билдәләренә генә тамамланы. Экипаж командирлығына уҡыған кесе лейтенантты немец ғәскәрҙәре илгә ябырылған тәүге көндәрҙә үк һуғышҡа алалар. Башта беҙҙекеләр сигенһәләр, аҙаҡтан һуғыша-һуғыша немецтарҙың үҙҙәрен ҡыҫырыҡлайҙар. Курск дуғаһындағы иң ҙур һәм иң хәтәр танк һуғыштарында ҡатнаша Хәсән. Сәмләнеп, батырҙарса һуғыша ул.
Немецтар ҙа артҡа сигенгән һайын ҡатыраҡ ҡаршылыҡ күрһәтәләр. Ике яҡтан да үлеш-ҡырылыш дауам итә. Бөтә ерҙә — ҡан һәм дары еҫе. Һуғыш ҡырҙарындағы тыныс таңдар ышанысһыҙ, тынлыҡ ялғанға төрөнгән. Бына һыҙылып ҡына таң ата. Беҙҙең ғәскәрҙәр Белоруссия ерендә оборона тота. Һалдаттар траншеяларға, дзот һәм доттарға, окоптарҙа ултырған танк башняларына кереп боҫҡандар. Алда — немецтар тарафынан көслө нығытылған, яҡын килә алмаҫлыҡ ҡәлғәгә әйләндерелгән ҡалаларҙың береһе.
Ҡала өҫтөн иртәнге аҡһыл томан ҡаплаған. Бына томан яйлап ҡына тарала башлай. Йоҡоһоҙлоҡтан арыған ҡыҙылармеецтар әлеге ҡала-ҡәлғәгә ҡарап-ҡарап алалар. Хәсәндең экипажы ла, башҡа танкистар кеүек, машинаһын окопҡа ҡуйған, көбәге генә сығып тора. Дошман күрмәһен өсөн Хәсән уны өҫтән маскировка япмаһы менән ҡаплатҡайны.
Гитлерсылар, совет ғәскәрҙәренә бер урында нығынырға, хәл йыйып көс тупларға ирек бирмәй, көнөнә дүртәр-бишәр тапҡыр атака яһай. Көслө нығытылған ҡәлғәне шундуҡ ҡына барып алырға көсө самалыраҡ беҙҙекеләрҙең дә. Шуға күрә Ҡыҙыл Армия көнбайышҡа алға барғанда оборона һуғыштарын да киң файҙалана. Дошмандың хәлен алыу өсөн бик кәрәкле тактик сара был. Һәр һалдат, һәр офицер, шул иҫәптән танкист-лейтенант Хәсән дә хәлде яҡшы аңлай.
Бына уларҙың дүрт кешелек экипажы, немецтар тағы ни ҡыйратырҙар икән тип, ҡоторонҡо һөжүмде кире ҡағырға әҙерләнеп, танк эсендә ултыра. Кем белә, дошманға ҡаршы беҙҙекеләр һөжүмгә дәррәү күтәрелерҙәр ҙә, әлеге яугирҙар, “аҫау айғыр”ҙарын дөрһөлдәтеп, алға, гитлерсылар өҫтөнә ташланырҙар. Ни тиһәң дә, бер урында ятып һуғышҡансы, танкист өсөн алға хәрәкәт итеү күңеллерәк тә, ҡыҙығыраҡ та.
Экипаж ағзалары — төрлө милләт кешеләре, һуғышҡа илдең төрлө мөйөштәренән алынғандар. Хәсәндең механигы — татар егете Билал Ғаязов — Башҡортостандан, наводчигы — яҡут Григорий Павлов — алыҫ Яҡутстандан, ә заряжающий Игорь Макаров Воронеж ҡалаһында тыуып үҫкән, рус милләтенән. Барыһы ла — тәжрибәле һалдаттар. Шулай ҙа һәр бәрелеш ҡан көҫәй. Шуғалырмы, ут-һыуҙы кискән һалдаттарҙың йөҙөндә борсолоу, хәүефләнеү билдәләре салына.
— Что-то тревожно на сердце, — тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Макаров.
— Ниңә хәүефләнәһең, Игорь? Воронежыңды азат иттек. Һөйгән Марусяң унда хәҙер, немецтарҙан ҡотолдоҡ тип, осоп-ҡунып йөрөйҙөр, — тине Билал.
— Еңеү байрамы килеп етмәгән әле, бына фрицты дөмөктөрәйек, шунан инде Маруся менән икәүләп бейеһәк тә була.
— Ул көндө күреп булырмы икән һуң? Мин быға ышанып та бөтмәйем әле, — тине Павлов.
— Күрербеҙ, Алла бойорһа. Ул көн шундай матур, шундай йәмле булыр. Ошо хәтле мәхшәрҙәрҙе күреп, башыбыҙҙан кисергәс, донъяның да ҡәҙерен белербеҙ, — был һүҙҙәрҙе әйткәндә Хәсәндең тауышында рухи күтәренкелек, еңеүгә булған ышаныс билдәһе яңғыраны.
— Ә һин, Гриша, һуңғы ваҡытта бошонҡо йөрөйһөң. Әллә ҡатыныңды һағындыңмы? — тип өндәште Билал.
— Ҡатынымды ла һағындым, балаларҙы ла.
Павлов һуғышҡа тиклем өйләнеп, башлы-күҙле булған ир-уҙаман.
— Һин, Билал, үҙең бер ҙә беҙгә яратҡан ҡыҙыңды һөйләгәнең юҡ. Әллә һуғышҡа тиклем ҡыҙҙар менән дә йөрөмәгәнһең инде?
— Мин кемдән кәм? Йөрөнөм. Бер ҡыҙ менән дуҫлашып, шуны яратып йөрөнөм.
— Ул ҡыҙың ҡайҙа булды?
— Ҡайҙа булһын, икенсе кешегә кейәүгә сығып китте.
— Яттар ҡулына үҙең алып барып тоттормағанһыңдыр?
— Юҡ та ул, — Билалдың был турала һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине. Был юлы Гриша төпсөндө:
— Тимәк, ҡыҙың һиңә хыянат итте. Шулаймы?
— Улай тип тә әйтә алмайым.
— Ә кем ғәйепле һуң улай булғас?
— Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Иллегә илле.
— Һин беҙгә төшөндөрөп һөйлә әле, бер нәмә лә аңламайбыҙ, — тине был юлы Макаров.
— Унынсы синыфты тамамланым. Уҡытыусы булырға дәртем ҙур ине. Документтарымды алдым да ҡалалағы ике йыллыҡ уҡытыусылар институтына барып, һынауҙар бирҙем. Имтихандарҙы юғары билдәләргә тапшырып, уҡырға индем. Мин дәртләнеп, ҡанатланып ауылға ҡайтып киттем. Был ваҡытта колхозыбыҙҙа бесән әҙерләйҙәр ине. Беҙҙең ауылдан ун саҡрым ситтә Гөмбәле тигән ауыл бар. Был ауыл урмандар менән уратып алынған, шуға унда малға ашатыр өсөн йүнләп үлән үҫмәй, бесән дә саба алмайҙар. Йәй булһа, гөмбәлеләр, колхоз уртаҡ булғас, бесән әҙерләргә беҙгә киләләр. Ауылыбыҙ Күкташ исемен йөрөтә. Эргәһендә генә йылға аға, ә йылға буйында болонлоҡтар йәйрәп ята. Сәскәләргә күмелгән туғайҙарҙа күпереп үлән үҫә.
Бесән әҙерләү — ауыр эш. Унда бөтә халыҡ: ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа ҡатнаша. Беҙ, йәштәр, көндөҙ эшләйбеҙ, ә төндә клубта күңел асабыҙ. Мин гармунсы инем. Тальян тартып, клуб янында йәштәрҙе бейетәм генә. Шунда күрше ауылдан килгән бер ҡыҙыҡайға күҙ төштө лә ҡуйҙы бит. Исеме Ҡәмәргөл икән. Танышып та алдым. Клубта уйын бөткәс, ары һуғылабыҙ бының менән, бире һуғылабыҙ. Урамдарҙан үтәбеҙ, тыҡрыҡтарҙы тапайбыҙ. Ҡайҙа барһаҡ та, артынан 10—11 йәшлек ҡустыһы ҡалмай, эйәреп тик йөрөй. Мин Ҡәмәргөлдө ҡосаҡларға итәм — теге малай ҡосаҡлатмай, үбергә итәм — үптермәй. Бер-беребеҙгә яҡыная башлаһаҡ, әлеге малай икебеҙҙең араға килә лә керә бит әй. Үҙенә асыуланып та булмай, бешерлек тә түгел ен ташын. Бер көндө йәштәрҙе бейеттем дә, тальян гармунды күкрәгемә ҡыҫып, урам буйлап өйөбөҙгә ҡайттым да киттем.
— Тимәк, һин уны ныҡлап яратмағанһың. Яратҡан булһаң, артынан сәүек эт шикелле йүгереп кенә йөрөгән булыр инең. Артабан нимәләр булып бөттө? — тине Гриша, Билал һөйләгәндәргә үҙ фекерен белдереп.
— 10-сы класта уҡып йөрөгән сағында кейәүгә сыҡты. Ә мин ҡалаға, уҡытыусылар институтына уҡырға киттем. Ике йыл белем алғас, уҡыуҙы тамамлап, үҙебеҙҙең районға уҡытырға ҡайттым. Мәктәптә бер ай ҙа эшләмәнем — армияға алдылар. Мине танк ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Армияла өс йылдан артығыраҡ хеҙмәт иткәс, ноябрь айында демобилизацияланып, өйгә ҡайтым, — тип тамамланы һүҙен Билал.
Шул ваҡыт танк эсендә рация шытырлаған тауыш ишетелде. Бөтәһе лә баштарына шлемофон кейҙеләр. Шул минутта Хәсән взвод командирының: “Һуғышҡа әҙерләнергә!” — тигән командаһын ишетте. Триплекс аша дошмандың терәк пунктына әйләнгән ҡала яғына ҡарауы булды, унда ут көлтәләре ялт-йолт итеп ҡалды, беҙҙекеләр биләгән позиция өҫтөндә снарядтар шартларға тотондо. Окоптар, траншеялар эсендә яраланған һалдаттарҙың ыңғырашҡан тауыштары ишетелде. Совет ғәскәрҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы — дошман өҫтөнә пушкаларҙан ут яуҙырҙылар. Бына бер ваҡыт ике яҡтан да артиллерия телгә килде. Танктарға әлегә атырға бойороҡ бирелмәгәйне. Хәсән совет яугирҙарының юлына аждаһа кеүек арҡыры ятҡан ҡала-ҡәлғәнән күҙен алманы. Ул белә: оҙаҡламай немецтар үҙҙәренең бронетехникаһын, уның артынан йәйәүле ғәскәрен һөжүмгә күтәрәсәк. Шулай булып сыҡты ла. Гөрһөлдәп ер тетрәткән артиллерия канонадаһы баҫыла төшөүгә немецтар яғынан кескәй генә “ташбаҡалар” күренде.
— Дошман танктары күренде! — тип иҫкәртте Хәсән үҙенең иптәштәрен.
— Алда — немец танктары! Һуғышҡа әҙерләнергә! — тигән команда ишетелде рация аша.
— Есть һуғышҡа әҙерләнергә! — тип яуап бирҙе Хәсән дә.
Немец танктары окоптарға яҡынлашыу менән уларға ҡаршы беҙҙҙекеләр көслө ут бөрктө. Туп-тура үҙҙәренә ҡаршы килгән “ташбаҡаларға” төбәп, Хәсәндәр бронебойный снаряд менән атып ебәрҙеләр, немец танкы сыра кеүек дөрләп янып та китте.
Хәсәндең егеттәре дошмандың тағы ла ике машинаһын сафтан сығарҙылар, пулеметтан ут яуҙырып, ярсыҡлы фугаслы снарядтар менән атып, әллә күпме йәйәүле ғәскәрҙәрен юҡ иттеләр. Немецтар сигенә башланы. Совет танктары, пехотаны эйәртеп, уларҙың артынан ҡыуа сыҡты. Контрһөжүмгә күскән совет һалдаттарына һәм офицерҙарына ҡала-ҡәлғәне яулау бурысы йөкмәтелгәйне. Ләкин артабанғы ваҡиғалар совет командованиеһының был һөжүмгә ныҡлап әҙерләнмәгәнлеген, айҙар буйы нығытылған ҡәлғәне алыуға, һалдаттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлауға үтә еңел ҡарағанлығын күрһәтте.
Дошман ҡәлғәгә килә торған юлдарға мина кәртәләре ҡуйған икән. Ғөмүмән, тирә-яҡ алдан уҡ мина яландары менән уратып алынған булған. Шул миналарға эләгеп, бер юлы өс танк шартлап сафтан сыға. Хәсәндәрҙеке лә була шулар араһында. Көслө шартлауҙан машинаны ут солғап ала, бер кем дә сыға алмай. Экипаждың дүрт ағзаһы ла, шул иҫәптән Хәсән дә, танк эсендә янып үлә...
Совет яугирҙары ҡала-ҡәлғәгә яҡынлаша башлағас, немецтар, нығытмалар артына ышыҡланып, улар өҫтөнә бөтә төр ҡоралдарҙан ут асалар. Тағы ла бер нисә совет танкы яндырыла. Беҙҙең пехотаны гитлерсылар, уңайлы позициянан файҙаланып, түшәп һалалар. Иҫән ҡалған бер нисә танк һәм бик аҙ пехота менән совет һалдаттары үҙҙәренең позицияларына сигенергә мәжбүр була.

* * *
Хәсәндең үле хәбәрен ишетеп, Ғәлиәкбәр менән Гөлзифаның башына ҡара ҡайғы төштө. Улар өсөн тормоштоң аҫты-өҫкә килеп, донъя селпәрәмә килгәндәй тойолдо. Бигерәк тә, атай кеше булараҡ, Ғәлиәкбәр ныҡ ҡайғырҙы. Ул кесе улын олоһона ҡарағанда ла нығыраҡ ярата ине. Етмәһә, Хәсән атаһына ныҡ оҡшағайны. Толҡа тапмай, яландарға сығып, моңло йырҙар көйләп йөрөнө. Урманға барһа, һағыш тулы тауышы менән: “Хәсән улым, ҡайт!” — тип ҡысҡыра торғайны. Ә тауыш, шаңдау булып, бөтә урманды яңғырата. Шулай хәсрәте бүҫкәргәндәй, янған йөрәгенең уты кәмегәндәй була. Был ваҡытта Сынтимер фронтта ине. Кесе улының үлеменә бәйле ҡайғы-хәсрәттәр Ғәлиәкбәрҙе ныҡ ҡаҡшатты — тиҙҙән ул донъя ҡуйҙы.
...Сынтимер һуғыштан ҡайтып, 40 йыл үткәс, уны военкоматҡа саҡырттылар. Военком унан: “Сынтимер Ғәлиәкбәрович, һинең Хәсән тигән ҡустың бар инеме?” — тип һораны. Был һорауҙан өлкән Амангилдин, башы әйләнә биреп, саҡ ҡолап китмәне. Әллә тереме ҡустыһы?
— Ҡустығыҙ Хәсән Амангилдинға үлгәндән һуң Дан ордены бирелгән булған. Орден 40 йыл буйы Оборона Министрлығының архивында ятҡан. Ниңә геройҙың ата-әсәһенә тапшырылмағандыр — белмәйем. Һуңлап булһа ла, батырҙың туғандарына аманатты ебәрергә ҡарар иткәндәр, шуны Һеҙгә тапшырам, — тине военком.
— Рәхмәт Һеҙгә, иптәш майор! Ҡустым батыр һуғышҡанын белдем, тик иҫбатлай ғына алмай инем, — тине Сынтимер. Был минутта уның йәшле күҙҙәрендә ҡустыһы өсөн ғорурланыу һәм һағыш тойғоһон күрергә мөмкин ине.

* * *
Бер көн эштән ҡайтыу менән Гөлбиназ иренең ҡулына повестка тотторҙо. Үҙенең күҙҙәре йәшкә төйөлгән. Тыуған ил алдындағы бурысты үтәмәй сара юҡ — ауырлы ҡатынын, олатаһын ҡалдырып, военкоматҡа йүнәлде Йыһангир.
...Егеттәрҙе тейәгән өс автобус Өфөгә табан иртән иртүк сығып киткәйне. Ер өҫтөнә йоҡа көпшәк ҡар яуған. Туң һәм тайғаҡ юлдан яй ғына барған машиналар буласаҡ һалдаттарҙы баш ҡалаға төш ваҡытындараҡ килтереп еткерҙе. Йыйылыу пункты ҡорт иләүе кеүек мыжғый. Йыһангирҙарҙы сафҡа теҙеп, әлеге йорттоң бер ҡанатына медкомиссия үтергә алып киттеләр.
Комиссия үткәс, йыйылыу пунктының казармаларына әйләнеп ҡайттылар. Амангилдин ваҡытлыса төҙөлгән үҙ ротаһының егеттәре урынлашҡан урынға килде. Ул ике ҡатлы һәндерәнең өҫкөһөнә урынлашты. Зәңгәр курткаһын бөкләп, баш аҫтына һалды ла таҡта өҫтөнә һуҙылып ятты. Рюкзагын эргәһенә ҡуйҙы. Шунда ғына уны яҡын кешеләрен юҡһыныу тойғоһо биләп алды. Яманһыу булып китте. Ҡатынының ут йотоп тороуын хәтерләп, тәненә һалҡын тир бәреп сыҡты, күҙҙәренә йәш эркелде. “Кәрәге тейер, барғас та миңә хат яҙырһың”, — тип Гөлбиназ уның биштәренә дәфтәр, ручка һәм конверттар һалғайны. Ул шуларҙы тартып сығарҙы ла, дәфтәрен һәндерә таҡтаһына һалып, Гөлбиназға хат яҙа башланы. Иң башта кәләшенә, шунан олатаһына күп сәләмдәр теҙҙе, тыуған йорттан алыҫта үткәргән тәүге көн тәьҫораттарынан уның күңел төбөнән һағышлы һәм ҡайнар хистәр бәреп сыҡты.
“...Һине юҡһыныуҙан, айырылышыуҙан сыҡҡан йөрәк һыҙлауын тел менән аңлатып бирерлек түгел. Мин һине шул тиклем яратам. Беләм, һин дә мине һөйәһең. Шул һөйөүеңде ташлама, һандуғасым. Тиҙҙән беҙҙе хәрби часҡа алып китәсәктәр, барып еткәс тә тағы яҙырмын. Хуш, Гөлбиназым! Һине үбеп, Йыһангирың”.
Эшен теүәлләгәс, хатты тышта торған почта йәшнигенә һалырға уйланы. Казарма алдындағы майҙанда ул көтмәгәндә ауылдашы Хәбирҙе осратты. Йыһангир менән Хәбир Бишҡурай ауылында мәктәпте бергә тамамлағайнылар. Хәбир бәләкәйҙән физкультура дәрестәрен яратты. Спорт менән мауығыу уны физкультура техникумына алып килде. Икенсе курсҡа күскәс, оҙон буйлы, һарғылт сәсле, зәңгәр күҙле Хәбирҙе хәрби хеҙмәткә алдылар.
Хәбир — татар егете. Бишҡурай ауылында башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа бергә көн күрә. Үҙ-ара ҡоҙа-ҡоҙағый булышып, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә кисереп, туғанлашып йәшәйҙәр улар. Беренсе булып Хәбир таныны ауылдашын.
— Йыһангир, кемде эҙләп йөрөйһөң? Мин бында! — тип яңғыраны таныш тауыш. Егет тауыш ишетелгән яҡҡа ҡараны һәм яҡында ғына йылмайып торған дуҫын күрҙе. Йыһангир район үҙәгенә күсенеп киткәндән һуң улар байтаҡ ваҡыт күрешмәгәйне.
— Һин дә бында килеп эләктеңме ни, Хәбир дуҫ? — тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул.
— Эләктерҙеләр, уҡып бөткәнде лә көтөп торманылар. Армияның тишек-тошоғо күбәйгән, ти бит. Шуны ҡапларға кеше етмәй, тиҙәр.
Улар бер-береһе менән ҡосаҡлашып күрештеләр.
— Рюкзак аҫҡанһың, әллә яңы килдегеҙме? — тип һораны Амангилдин Хәбирҙән.
— Ташлытауҙан һуң сыҡтыҡ. Унда бит митинг яһап, тамаҡ йыртырға яраталар. Егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы ойошторған булып, ярлы-ялпы балаларын, ялҡынлы телмәрҙәр тотоп, армияға оҙаттылар.
— Әйҙә инәйек, минең яндан урын алырһың, — тип тәҡдим яһаны дуҫына Йыһангир. Улар казармаға инделәр. Хәбир һәндерәлә Йыһангир эргәһенән урын алғас, оҙаҡ ҡына һөйләшеп яттылар.

* * *
...Ейәнен һалдатҡа оҙатҡас, Сынтимер ағайҙың ҡулына эш барманы. Күҙлеген кейеп, гәзит уҡырға ла тырышып ҡараны. Әммә башына бер ни ҙә инмәне. Телевизорҙы ҡабыҙҙы. Ул да ҡарттың күңелен биләй алманы. Бәғер итен ниндәйҙер хәүеф, тынысһыҙлыҡ бер туҡтауһыҙ ашап торҙо. Һағыш уты ҡартты тотошлайы менән солғап алғайны. Уның күҙҙәре тәҙрә төбөндәге алһыу сәскә атҡан яран гөлөнә төштө. Үҙе нескә, үҙе хәлһеҙ ошо сәскәне ҡыҙғаныу тойғоһо биләп алды күңелен. Саҡ ҡына тупаҫ итеп һуғылыу ҙа уны имгәтергә, һәләк итергә мөмкин. Кавказда үҙ ерендә азатлыҡ һуғышы алып барған чечендарға ҡаршы көсләп һуғышҡа ебәрелгән йәп-йәш малайҙар ҙа ошо сәскәләрҙе хәтерләтмәйме ни? Күпме Башҡортостан егеттәре башын һалды был ғәҙел булмаған һуғышта. Ошоларҙы уйлап, Сынтимер ағайҙың йөрәге йышыраҡ типте, ҡан баҫымы юғары күтәрелде. Хатта ҡоро һөйәккә ҡалып барған аяҡ-ҡулдары ла нығыраҡ һыҙлай башланы. Ул, белгән доғаларын уҡып, Хоҙайҙан ейәненең хәрби хеҙмәттән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. “Бер улымды юғалттым, икенсе улымды ла үлтермә инде”, — тип ялбарҙы ул Раббыһынан.
Ошо ыңғай менән Сынтимер ағай йәшлеген, һуғыштың утлы яландарын хәтерләне. Бәләкәйҙән ул Алланың барлығына ышанды һәм уға һыйынып йәшәне. Һуғышта ла ул Хоҙайҙы бер генә минутҡа ла иҫенән сығарманы. Ҡурҡыныс атакаға күтәрелер алдынан йәиһә ябырылып килгән көслө дошман яҡынайғанда Сынтимер винтовкаһын ергә һала ла тубыҡланып окоп төбөнә ултыра. Ике ҡулын күккә һуҙып, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай торған доғаларын ҡысҡырып уҡырға, тәҡбир әйтергә керешә. Был ваҡытта бөтә рота яугирҙары тауыш-тынһыҙ ғына уның Хоҙайҙан ялбарып үтенеүен тыңлар ине.
— Йә, Раббым, дошмандарыбыҙҙы ҡыйратырға көс-ҡөҙрәт һәм ғәйрәт бир! Эй, Хоҙайым, мине һәм иптәштәремде үлемдән ҡурсала, беҙҙе көткән ата-әсәләребеҙ, балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ хаҡына һәммәбеҙҙе иҫән ҡалдыр, ҡурҡыныстан ҡотолорға, уны еңеп сығырға ярҙам ит! Ҡәһәрле дошман тыуҙырған йәһәннәм утында һәләк булырға дусар итмә, һәр беребеҙҙе үлемдән һаҡла, сит-ят тупраҡҡа баштарыбыҙҙы һалырға яҙмаһын. Дошмандарға ҡыйралыш килтер. Беҙҙекеләргә еңеү алып кил! Аллаһы әкбәр!
Тәҡбирен, бәләләрҙән һаҡлай торған доғаларын әйтеп бөткәс, винтовкаһын ҡулына алып, башҡалар менән бергә немецтарға ҡаршы атакаға күтәрелер ине Амангилдин. Ә инде ни сәбәптәндер ғибәҙәт ҡылыуын кисектерһә йәки онотоп ебәрһә, окоптарҙағы бөтә һалдаттар, командирҙар уға:
— Сынтимер, быстро молись своему богу! — ти торғайны.
Ҡаты һуғыштар менән Сынтимер Берлинға тиклем барып етте. Унда, дошмандың өңөндә, ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр яраланды — тәненә бер юлы ике снаряд ярсығы инеп ултырҙы. Шуларҙың береһе — уң аяғының сирағына, икенсеһе ҡулына тейҙе. Ҡулына тейгән ярсыҡ усын, бармаҡтарын ныҡ йәрәхәтләп, йырғыслап бөткәйне. Ҡаны күп аҡҡан яугирҙы госпиталгә һалдылар, ҡан ҡойҙолар. Әллә килешмәне, төндә һаташып, үҙен стенаға алып бәрә башланы. Уны карауатҡа бәйләп һалдылар. Таңға тынысланды, бәйҙәрен ысҡындырҙылар. Әммә яралы ҡулы ныҡ ҡына шешеп киткәйне. Табиптар:
— Ҡулың шешкән, киҫеп ташлайыҡ! — тип тәҡдим итте.
Сынтимер риза булманы, ҡулын киҫтермәне. Шеше тиҙҙән ҡайтты, алған яралары уңалды. Ә шулай ҙа ныҡ имгәнгән ҡулының бармаҡтары әйбер тоторға һәләтен юғалтып, ҡатып ҡалды. Ул II төркөм инвалиды булып ҡалды. Ғәрип булһа ла, иң мөһиме — тыуған ауылына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты һуғыштан. Уның менән бергә һуғышҡан байтаҡ ир-егеттәр ҙә иҫән ҡалды. “Хоҙай Тәғәлә тыуҙырған мөғжизә, уның оло ярҙамы арҡаһында ғына иҫән ҡалдыҡ”, — тип иҫәпләй яугир бөгөнгө көндә лә.
Уйлап ҡараһаң, күпме ҡурҡыныс минуттар, сәғәттәр кисерелгән...
1943 йылдың октябрендә Амангилдин хеҙмәт иткән штраф батальоны башҡа частар менән бергә төндә Воронеж йылғаһын кисеп, арғы яҡ ярға килеп сыҡты. Йылғаны боҙ ҡаплай башлағайны. Ҡыҙылармеецтар уны ватып-емереп, йылғаның көнбайыш ярына барып сыҡтылар ҙа, ул тирәнән немецтарҙы ҡыуып ебәрҙеләр һәм уларҙың окоптарына, траншеяларына инеп урынлаштылар. Еүешләнгән һалдаттар яңы урында төн буйы өшөп-ҡалтырап сыҡты. Ут яғырға рөхсәт итмәйҙәр. Кемдер усаҡ яғып ҡараһа, уны немецтар ҙа, үҙебеҙҙекеләр ҙә миномет уты менән ҡаплай ҙа ҡуялар. Төндө шулай туңып-ҡалтырап үткәреп ебәрҙеләр. Таң атты. Донъя яҡтыра башлағас, көнбайышта, ун саҡрымдар самаһы алыҫлыҡта, тау һырттары күренде.
— Күрәһеңме, алда тауҙар ята? — тип һораны Сынтимерҙән окобында бөршәйеп, тубыҡ бөкләп ултырған Ильяс Билимханов тигән чечен егете.
— Немецтар, көс туплап, беҙҙе шунда көтөп тораларҙыр әле, — тине уға Амангилдин һәм уйсан күҙҙәрен күңелдәргә шом һалып көмөрәйеп ятҡан тауҙарға төбәне.
— Иң тәүҙә шунда беҙҙе, смертниктарҙы, ебәрерҙәр инде.
— Беҙҙе ебәрмәй, кемде ебәрһендәр. Иң ҡурҡыныс урындарҙың ҡаймағын башта һинең менән миңә эсерәләр. Йәм-йәшел тимер сеүәтәләр эсенә тултырылған ҡаймаҡты ҡайҙа һемерәсәкһең, беләһеңме?! Дошман янына барып етәрәк ҡаҡ яланда. Ул сеүәтәләрҙе итальян миналары тип йөрөтәләр.
Билимхановтың штраф батальонына килеп эләгеүенә бер нисә көн генә. Ә Сынтимер, бында оҙаҡ хеҙмәт иткәнлектән, “бабай” тигән ҡушамат алған.
— Мин, элекке танкист булараҡ, танкка ҡаршы яһалған миналарҙы яҡшы беләм. Быларын бит пехотаға ҡаршы ҡулланалар, тип һөйләйҙәр. Уларҙы белмәйем.
— Өҫтөнә барып баҫһаң — яҡшы белерһең. Тик баҫырға тырышма, аяҡ аҫтыңды ҡарап бар. Ундай мина шартлап китһә, эсенән зыр әйләнеп торған үткер тешле дискылар килеп сыға ла кешене тураҡлайҙар.
— Ай-бай! — тип аптырап, телен шартлатты чечен егете.
— Ә һин бында нисек килеп эләктең? Быға тиклем ҡайҙа хеҙмәт иткәйнең? — тип һораны Сынтимер Ильястан.
— Курск дуғаһында һуғышҡайныҡ. Бик ҡаты алыштар булып, немецтарҙың танк ғәскәрҙәрен шунда ҡыйраттыҡ. Мин экипаж командиры инем. Экипаж башлыса Урта Азия һәм Ҡаҙағстан егеттәренән төҙөлгәйне. Механик — ҡаҙаҡ егете Сапаров, һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтта булды. Наводчик — Ибраһимов, ҡарағалпаҡ егете, оҫта атыусы һәм тоҫҡаусы, тәжрибәле яугир, заряжающий — Джураев, Үзбәкстандан алынғайны һуғышҡа. Курск эргәһендә немецтар ҙур һабаҡ алһалар ҙа, ҡаты һуғыштар һаман да дауам итте. Беҙ йыш ҡына танктар менән пехотаға ярҙам итә торғайныҡ, улар менән бергәләп атакаларға барҙыҡ. Бер ваҡыт беҙҙең танк взводын ҡамауға эләккән пехота полкына ярҙамға ебәрҙеләр. Беҙ, дүрт танк, ҙур юлдан бер нисә саҡрым марш-бросок менән барғас, рота командиры алдағы бурысты һәм ут позицияларын билдәләне һәм минең экипажға уң яҡҡа грунт юлы менән китергә ҡушты. Ҡалған танктар үҙ юлдары менән төрлөһө төрлө яҡҡа киттеләр. Бер аҙ барғас, көтмәгәндә беҙгә ҡаршы йөк машинаһы килеп сыҡты һәм юл уртаһынан туп-тура беҙгә килә башланы. Механик-водитель Сапаров машинаны уң яҡҡа, юл ситенә тартты. Полуторка ла ҡапыл уңға боролдо. Ул бик шәп килә ине, шуға тейешле арауыҡ ҡалдырып тайпылып өлгөрә алманы — килеп бәрелде. Машиналарының алғы крылоһы йәмшәйҙе, һул фараһы ватылып, селперәмә килде. Мин Сапаровҡа туҡтарға ҡуштым. Тегеләр ҙә туҡтаны. Полуторкаға әллә ни ҙур зыян килмәһә лә, үҙебеҙ ашығыс задание менән китеп барһаҡ та, туҡтарға булдыҡ. Бына бер ваҡыт әзмәүерҙәй офицерҙар пәйҙә булды, үҙҙәре иҫерек. Ғауға күтәрҙеләр, һүгенергә тотондолар, тауыштарын күтәреп беҙгә екерә башланылар. “Бынау мазутчиктар ни өсөн беҙҙе кәмһетергә булдылар әле?” — тине бер йыуан майор.
Күп эсеүҙән күҙҙәре тона башлаған ҡыҙыл танаулы полковниктың күҙҙәре аларып китте: “Кто командир экипажа?” — тип ҡысҡырҙы ул ҡарлыҡҡан та-уыш менән. “Мин!” — тип яуап бирҙем. “Выйти к машине!” — тип бойорҙо ул миңә.
Мин командир люгынан башты сығарып, полковникка: “Беҙ беребеҙ ҙә машинанан сыҡмайбыҙ. Сөнки һеҙ иҫерек. Шуның арҡаһында машинағыҙ менән идара итә алмай, беҙҙең танкка бәрелдегеҙ!” — тип ҡысҡырҙым.
Шул ваҡыт әлеге һонтор подполковник, асыҡ торған механик люгы аша Сапаровҡа ҡарап, әсе тауыш менән сыйнап ебәрҙе: “Ә-ә, черномазый, дала ҡомағы, һин төкәттеңме ни беҙҙең машинаны?” Беҙ күҙ асып йоморға ла өлгөрмәнек, ул кобураһынан пистолетын сығарып, механик-водителдең башына терәп атты. Шунан һуң йүгереп барып машинаға инеп ултырҙы. Башҡалар ҙа, енәйәт урынынан ашығыс рәүештә ҡасып ҡотолорға теләп, машиналарына тейәлделәр һәм китеп барҙылар. Арттарынан саң ғына осоп ҡалды. “Иптәш командир, улар Сапаровты үлтерҙеләр!” — тип ҡысҡырҙы миңә наводчик. Мин уға тиҙ генә башняны артҡа борорға һәм полуторкаға төбәп атырға ҡуштым. Теге хәсистәр бына-бына күҙҙән юғалырға тора. Бер ваҡыт пушканан атҡан тауыш гөрһөлдәне, тирә-яҡты төтөн ҡапланы. Бер аҙҙан күрәбеҙ — машиналарынан төтәп ятҡан тимер-томор өйөмө генә ҡалған...
Мин ошо хәл тураһында рация аша рота командирына хәбәр иттем. Ул, бер нимәгә ҡарамай, йөкмәтелгән бурысты үтәп сығырға ҡушты. Механик-водитель урынына үҙем ултырҙым. Беҙҙең экипаж заданиены намыҫ менән башҡарҙы. Әлбиттә, баяғы ЧП буйынса беҙҙе тикшерҙеләр. Тегеләр армия штабының юғары офицерҙары икән. Экспертиза уларҙың иҫерек булыуын билдәләгән, ҡайһыларының кеҫәләрендә спирт тултырылған шешәләр тапҡандар. Бер урында ҡамау эсендә ҡалған пехота полкы ҡанһырап, дошман менән үлемесле һуғыш алып бара, икенсе урында шул полкты ҡотҡарып ҡалыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тейешле штаб офицерҙары эсеп, теттереп, күңел асып йөрөйҙәр. Шуны иҫәпкә алғандарҙыр, юғиһә мине, командир булараҡ, хәрби трибунал атырға уйлағайны. Барып сыҡманы. Шулай ҙа штраф батальонына ебәрҙеләр. Ә минең наводчик менән пушка ҡороусыны пехотаға күсерҙеләр...
Билимханов тынып ҡалды. Ләкин тынлыҡ оҙаҡҡа барманы. Бер нисә минуттан батальон алдағы тауҙарҙы көслө терәк пунктына әйләндергән дошманға ҡаршы атакаға күтәрелде. Пушканан атҡан тоноҡ гөрһөлдәү тауыштары ишетелде. Батальон өҫтөндә снарядтар шартлай башланы, үлеүселәр һәм яраланыусылар күренде. Амангилдин эргәһендә килгән Ильяс:
— Ниңә немецтың пушкаларына ҡаршы беҙҙең пушкалар яуап бирмәй? — тине.
— Беҙҙекеләргә һинең менән мин йәл түгел. Уларға снарядтар, бомбалар, патрондар йәл. Ана, дошман үҙ пехотаһын нисек ярһып яҡлаша. Пушкалары гөрһөлдәтеп атып ята. Ә беҙҙе яҡлашырға пушка ла, танк та, самолет та юҡ. Немецтың һәр һалдаты автомат менән ҡоралланған. Ә беҙгә батша заманынан ҡалған оҙон штыклы, эшкинмәгән винтовка бирҙеләр. Батальонда 15-ләп һалдаттың винтовкаһы юҡ. Уларҙы ҡоро ҡул менән һуғышҡа индереп ебәрҙеләр. Кем үлә, шуның винтовкаһын алып, атырға тейеш улар. Патрондар ҙа йүнле түгел. Береһе ата, икенсеһе осечка бирә. Сөнки Нух заманынан бирле еүеш складтарҙа дымланып ятҡандар.
Батальон бата-сума әле туңырға ла уйламаған Воронеж йылғаһының һаҙлыҡлы киң туғайы аша үтте. Шуға тиклем бер кем дә винтовканан атманы. Пулялар аҙ, һәр кем уларҙы дошман менән буласаҡ алыштың иң хәтәр мәлендә генә файҙаланырға теләй ине. Етмәһә, немецҡа тейҙереүҙән бигерәк, ҡурҡытыу өсөн генә атырға тейештәр. Улар бурһыҡтар ише йәшеренгәндәр ҙә оҫта маскировкаланған окоптар, траншеялар, доттар, дзоттар эсендә беҙҙең яугирҙарҙың яҡыныраҡ килеүен көтөп яталар. Немецтың төп оборона һыҙығы ла шул тауҙар аша уҙа. Батальон немецтарҙың артиллерия уты аҫтында туғайҙы үтеп, тигеҙлеккә — ҡола яланға килеп сыҡты. Ҡасандыр бында баҫыу булған, күрәһең. Хәҙер ул ҡалдау ергә әүерелеп, үлән һабаҡтары әле лә һирәк-мирәк һерәйешеп ултыралар. Батальон уң һәм һул флангыларын оҙонайтты һәм киң фронт менән алға табан китте. Ҡарағура яланы миналанған булып сыҡты.
Бына батальон яугирҙары дошманға яҡынлашты. Гитлерсылар бөтә төр ҡоралдарҙан совет һалдаттарына ҡаршы көслө ут яуҙыра. Алғы яҡта яландың һерәйешеп ултырған кипкән үләндәрен киҫтереп, пулеметтар таҡылданы. Беҙҙең ғәскәрҙәр көтмәгәндә ҡупҡан ғәрәсәт утынан ергә һыйынып яттылар. Әммә бер урында ятыу — үлемгә тиң. Сигенеү хаҡында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Сигенеүсе штрафниктарҙы үҙебеҙҙекеләр ҡырасаҡ. Юғарыла, тау башында нығынып алған ҡораллы дошманға ҡола яланда ятҡан ҡыҙылармеецтарҙы ҡырып бөтөрөү бер ни ҙә түгел. Ваҡыт үткән һайын беҙҙекеләрҙән үлеүселәр һаны күбәйҙе. Һалдаттарға ышыҡланып килгән командирҙар ҙа, комиссарҙар ҙа, дошман утынан ҡурҡып, алға барырға теләмәйҙәр. Ә үҙҙәре бер туҡтауһыҙ: “Батальон, вперёд, в атаку!” — тип ҡысҡырып яталар. Бер генә һалдаттың тороп алға ҡуҙғалыуы кәрәк. Шул саҡта бөтәһе лә күтәреләсәк һәм дошманға ябырыласаҡ. “Барыбер был һуғышта иҫән ҡалып булмаҫ. Әллә һикереп тороп, алға ташланайым да ҡуяйыммы икән? Үлһәм, исмаһам, батырҙар үлеме менән үлде, тиерҙәр”, — тигән көсөргәнешле уйҙар йүгерҙе Амангилдиндың башынан. Сынтимер Хоҙайға һыйынып, төрлө доғаларын уҡыны ла, ғүмерен Аллаға тапшырып, ятҡан урынынан һикереп торҙо. Уң ҡулы менән винтовкаһын өҫкә күтәреп, баш осонда болғаны ла:
— Батальон, за Родину! За Сталина! Вперед! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Көслө тауыш йәшен тиҙлегендә тирә-яҡҡа яңғыраны. Ул яҡындағы тауҙарға бәрелеп, шаңдау булып, кире ҡаҡлыҡты. Сынтимер, уҡ шикелле атылып, дошманға ҡаршы йүгерҙе. Уның һикереп торғанын күреп, Билимханов та аяғүрә баҫты һәм алға ташланды. Был күренеш ерҙә ятҡан һалдаттарға көслө йоғонто яһаны. Улар ҙа берәм-берәм ҡалҡынып, алға йүгерә башланы. Кемдер “Ура!” ҡысҡырҙы. Уны башҡалар эләктереп алды һәм, күп тә үтмәй, шарт та шорт винтовкаларҙан атып, батальон дошман өҫтөнә ябырылды.
Ярай әле, яугирҙарҙа гранаталар булған. Бына бер ваҡыт немец позицияларына табан гранаталар осто. Был гитлерсыларҙы дер һелкетте. Уларҙың ут нөктәләре кәмей төштө. Шунан файҙаланып, батальон немец траншеяларына яҡынлашты.
— Һиңә, рядовой Амангилдин, күрһәткән батырлығың өсөн командование исеменән ҙур рәхмәт белдерәм, — тине аҙаҡтан Сынтимергә батальон командиры подполковник Вуколов. — Әгәр ҙә юғарынан төшкән бойороҡто үтәмәй, алға ҡуйылған яуаплы бурысты атҡарып сығыуҙан баш тартһаҡ, бик күп һалдат һәм офицерҙар баштары менән яуап бирер ине. Һин беҙҙе һәләкәттән ҡотҡарҙың. Батырлығың күкрәге менән амбразура ҡаплаған яугирҙың батырлығына тиң. Әгәр ҙә штрафник булмаһаң, һиңә һис шикһеҙ Советтар Союзы Геройы исемен бирерҙәр ине. Шулай ҙа Ҡыҙыл Байраҡ орденына тәҡдим итәсәкмен...

Аҙағы бар.

Автор:Марс НУРИЕВ.