Все новости
Литература
7 Ноября , 22:31

Малайҙар. Хикәйә (Дауамы). Рәсүл Байгилдин

Мөнир менән дуҫлашып киткәс, Илназды алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Тағы ике генә көн бойоғоп, уйсан йөрөнө лә, бер ни булмағандай, башҡа балаларға ҡушылып китте. Өйҙә ашаталар, кейендерәләр, йыуындыралар, йоҡларға һа­ла­лар, ҡолап китмәһен, өшөп ҡуймаһын, машина юлына сығып китмәһен, яман кешеләргә юлыҡмаһын, тип һәр аҙымын күҙәтеп торалар. Берәй ҡурҡыныс янай ҡалһа, шул мәлендә ярҙамға ташланырға әҙерҙәр. Бында башҡараҡ. Сыр-сыу килгән бер өйөр балаға – бер тәрбиәсе апай. Саҡ ҡына ауыҙыңды асып тор­һаң, төртөп йығып китәләр, әйбереңдән ҡолаҡ ҡағаһың, тамағыңды ур­таҡлашалар. Өҙлөкһөҙ көрәш һәм талаш-тартыш майҙаны ине балалар шифаханаһының һәр мөйөшө.

Малайҙар. Хикәйә (Дауамы). Рәсүл Байгилдин

Арҡаһына ҡаты төрткәнгә Илназ йығылып китә яҙҙы, ләкин ҡоламаны. Был ни булды тип аптыраны тәүҙә. Кеше улайтып уйнамай ҙа баһа. Аҡъярҙа балалар баҡсаһында төртөшмәйҙәр улай. Етмәһә, арттан йәшенеп эттеләр. Әйләнеп ҡа­раны. Кәүҙәгә ҙурыраҡ малай телен күрһәтеп: «Бә-ә-ә», – тине лә йүгереп китте. Илназ, йоҙроҡ күрһәтергә лә онотоп, аптырап тороп ҡалды. Ашағанда компотын урланылар. Ҡалағы төшөп киткәс, өҫтәл аҫтына эйелгәйне, турайып ултырыуына компоты юҡ ине. Тағы аптыраны Илназ.
Атаһы алып килгән машина менән уйнап ултыра ине – Тамара Петровна, ата­йың алып килде, тине (ул апайҙарҙың исемдәрен дә белә хәҙер) – эргәһенә бер өйөр малай килеп баҫты.
– Һин минең машинамды урлағанһың, малайка, – тине кәүҙәгә ҙурырағы. Илназдың русса насар һөйләшеүенә ҡарап, «малайка» тине, күрәһең.
– Мая масина, – тип Илназ үҙенең мөлкәтен ҡурсалап алып ҡалырға әҙер­лән­де.
Машинаны бер ҡулы менән артына йәшерҙе, икенсеһен йоҙроҡҡа төйнәне.
– Минеке, әйт Вовка, – мәкерле план менән килгәйне былар.
– Эйе, һинеке, Толик, – тине лә Вовка башын эйҙе.
– Мая, – уйынсығын тоттороп ебәрергә Илназдың бер ҙә теләге юҡ.
Толик уға яҡыная башланы. Башҡалар ҙа артынан эйәрҙе. Көстәр нисбәте Ил­наз иҫәбенә түгел. Шулай ҙа ул көрәшһеҙ баш һалырға уйламай. Тигеҙ булмаған ике көстөң ҡаршы тороуы күпмегә һуҙылғандыр, бер мәл хәл ҡапыл үҙгәрҙе – Илназ менән Толиктың араһына Мөнир килеп баҫты.
– Ша, шалава, – тине ул булдыра алғанса уҫал итеп.
Яңы ғына Илназдың өҫтөнә менеп килгән малайҙарҙы алмаштырҙылармы ни – ғәйепле йылмайып, тырым–тырағай таралышып юҡ булдылар.
– Мунька, әллә волшебный һүҙ беләһеңме? – тип аптыраны Илназ.
– Старшактан өйрәндем. Ул шулай әйтһә, беҙ детдомда вис ҡасып бөтәбеҙ, – тине дуҫын ҡотҡарып алып ҡалыуына ҡыуанған Мөнир.
Мунька-Мөнир – балалар йортонан. Малай әсәһен дә, атаһын да белмәй, улар­ҙы күргәне лә юҡ. Уны бала табыу йортонда ҡалдырып киткәндәр. Биш йәше әллә ҡасан тулһа ла, кәүҙәгә Илназ самаһы ғына. Уның ҡарауы, теремек, телдәр, йылғыр. Уларҙы, бер төркөм детдом балаларын, шифаханаға бер ай элек алып килгәйнеләр. Тағы ла ике ай дауаланырға тейештәр.
***
Шундай текә дуҫы булғас, Илназды башҡаса туранан-тура йәберләргә теләүсе табылманы.
Тик әсәһе менән атаһы ҡуйынында һөйөлөп кенә үҫкән бала был стихияла үҙе аҙым һайын абынды. Йә кейеменә буталды, йә йыуына алмай ҡаңғырҙы. Йәһәт ҡыланырға, барыһына етешергә кәрәк – ул аҙапланғансы, башҡалар өлөштөң ҙурырағын эләктереп тә өлгөрә. Уйынсыҡтың – ватылғаны, ултырғыстың – тояҡһыҙы, икмәктең – ҡайырыһы, компоттың яртыһы эселгәне эләгә. Һәр саҡ эр­гә­һен­дә Мөнир дуҫы булмаһа, ул бөтөнләй харап булыр ине.
– Мунька, мине шәп эшләргә өйрәт әле, йәме. Ыштанды ла кейеп булмай ҙа ҡуя, күлмәкте лә. – Холҡонда лидерлыҡ һыҙаттары ярылып ятҡан Илназ үҙенең әлеге хәле менән бер ҙә ҡәнәғәт түгел. Уға арттан түгел, алдан йөрөргә кәрәк!
– Һин үҙең кейемеңде вис сисеп ятаһың бит. Улай итмә. Күлдәгеңде сисмә, ә ыш­таныңдың балаҡтарын ултырғысҡа тигеҙләп һал. Йоҡлап торғас, бутамай ғына ике аяғыңды бер юлы тыҡ та ҡуй. Тиҙ кейенеп алһаң, теүәлиткә лә, йыуынырға ла алдан өлгөрәһең. Торорға әйтһәләр, һин ятаһың ҡыҙҙар ши­келле һуҙылып. Тиҙ генә тор ҙа кит, – тип балалар йортондағы ҡағиҙәләрҙе өй­рәтте Мөнир.
Аҙна-ун көндән Илназ үҙен һыуҙағы балыҡтай иркен тоя башланы. Хәҙер ул балауыҙ һығып ултырған мәмәй малай түгел. Руссаны ла ярайһы ебәрә, бүре ба­ла­һылай һиҙгер – ҡайҙан, ниндәй ҡурҡыныс янағанын әллә ҡайҙан белеп тора. Ма­лайҙарҙың атлап килеүенән, ҡарашынан, йылмайыуынан, уға табан ниндәй уй менән ыңғайлауҙарын алдан тойомлай. Ҡурҡыныс янағанын арҡаһы менән һи­ҙә хатта. Шуға уның өсөн көтөлмәгән хәлдәр һирәк хәҙер.
Үҙе белгәнсә, булдыра алғанса атай-әсәй терәгенән башҡа йәшәргә өйрәнде. Уларҙы иҫенән дә сығарғандай хатта. Үҙенә тереклек өсөн мыҫҡаллап киңлек я­ланы. Бер мәл төндә уянып китте. Кемдер уға асыҡ итеп: «Әсәйең килгән, һине көтә», – тине.
Илназ йәһәтләп йоҡлап ятҡан еренән торҙо ла, кейенеп, төнгө няня ултырған ишек яғына китте. Тоноҡ яҡтылыҡта ла аҡ халатлы ҡатын асыҡ күренеп ултыра.
– Ҡайҙа юл тоттоң, бәләкәс? – тине ул аптырап, кейенеп алған баланы күргәс.
– Миңә әсәйем килгән, – Илназ шат тауыш менән яуапланы.
– Кем әйтте? – Няня аптырауға ҡалды.
– Белмәйем кем әйткәнен. Ишеттем... Апай тауышын...
– Төш күргәнһеңдер, бәләкәс...
– Әтеү әсәйем килмәгәнме ни? – Бала иларға етеште.
– Кил әле, ултыр яныма... Мына кәнфит... Ашап ал, – төнгө няня болоҡһоп уянған баланы нисек тә тынысландырырға тырышты. – Исемең кем?
– Илназ… Ә һин, апай, юлыҡтағыса һөйләшәһең...
– Миңә Нурия апай тип өндәш. Юлыҡтағыса һөйләшеү нисек була ул?
– Мына мин өйҙәгесә һөйләшәм, Тамара Петровна – кинолағыса, ә һин – юлыҡ­тағыса.
– Татарса, тип әйткең киләме?
– Белмәйем. Юлыҡта өләсәйем йәшәй. Ул өйҙәгесә һөйләшә, ә Альмира апай, Ғәбдерәүеф бажа, урамдағы малайҙар – юлыҡтағыса.
– Башҡортса, русса, татарса була инде. Һин минең менән башҡортса һөйләшеп ултыраһың, – няня малайҙың тел өлкәһендәге «төплө» белеменә ихлас кө­лөп алды.
– Әлләсе…
– Һинең бажаң да бармы ни?
– Б-а-а-а-р… Нишләп булмаһын тей… Атайымдыҡы, минеке, ағайымдыҡы… Ғәбдерәүеф, ней, бажа инде беҙҙең, – Илназ няня апайҙың шуны ла белмәүенә ғәжәпләнде, ә ҡатын өсөн тағы көлөп алырға сәбәп булды.
Төшөндә күренгән әсәһе, күңелен ҡуҙғытып, оҙаҡ ҡына иҫенән сыҡманы Илназдың.
– Мунька, минең әсәйем үлгәндер ул... Шулай уйлайым... Минең өйҙән китеүемә миллион йыл үтте бит. Беҙ Өфөгә самалут менән осҡанда атайыма үҙенә да­рыу алып ҡайтырға ҡушҡайны ул. Ауырығандыр ҙа үлгәндер... Кисә лә, килгән тиһәләр ҙә, килмәне, – карауаттары йәнәш булғас, башҡа баш терәшеп, йоҡоға ки­тер алдынан улар төрлөсә һөйләшеп ята шулай.
– Белмәйем һуң... Әсәйең үлһә, детдомға алалар инде һине, – Мөнир үҙе белгәнсә теманы дауам итте.
– Атайым бар бит минең, шәт...
– Әсәй главней. Ул булмаһа сразы детдомға әпкитәләр! Мин беләм! Сашканың, Гуньканың, Машканың аталары бар – үҙҙәре детдомда...
– Юҡ, детдомға бармайым, өйөмә ҡайтам барыбер... Атайым килеп алам тине.
– Әсәйҙәр нисек була, Илназик? – Мөнирҙең тауышы тулҡынланыуҙан ҡал­ты­рай биреп сыҡты.
– Әсәйһеҙ ҡыйын… Әсәй матур була… Йомша-а-аҡ ҡына, йылы-ы-ы ғына... Шунан – гел ярата... – Илназ мышнап шымып ҡалды. Ул тағы ла үҙен үкһеҙ яңғыҙ, ташланған бәхетһеҙ бала итеп тойҙо.
– Илназик, илама, – Мөнирҙең ҡатҡан күңеле лә йомшарғайны. – Ә мин әсә­йемде гел көтәм. Килер ул... Илназик, килер микән?
– Бәлки, ул һине просто юғалтҡандыр? Табып алыр әле...
– Һинеке кеүек минең дә ағайым барҙыр, моғайын. Рәхәт булыр ине ағай менән икәүбеҙгә. Ә атай нисек була?
– Атай?.. Атай көслө була. Филде лә күтәрә ала. Ғәләмәт көслө булла... Мине т­бәгә тейгеҙгәнсә һикертә лә ҡуя... Шунан мыйығы була. Ошолай, – Илназ Ча­пай­ҙыҡынан да еллерәк мыйыҡ һыҙатын, ҡулын иркен ташлап, танауы аҫтынан йөрөтөп күрһәтте.
– Минең дә атайым бар микән? – Мөнирҙең тауышында өмөт сатҡылары са­лынды.
– Кешенең атаһы булырға тейеш, – малайҙар оҙаҡ тыныслана алманы.

***
Башҡа ваҡытта Мөнир Илназға яттан әкиәт һөйләй йә юрған аҫтына боҫоп, йыр йырлай.
Илназ тәүҙә тыңлай ғына торған булды. Шунан яйлап Мөнир артынан ҡабатлап, һүҙҙәрен отоп ала барҙы. Уйнағанда ла шыбырҙап ҡына ҡабатлап йөрөргә ғәҙәтләнде:
«Жили-были дед да баба. И была у них Курочка Ряба.
Снесла курочка яичко, да не простое – золотое.
Дед бил, бил – не разбил.
Баба била, била – не разбила.
А мышка прибежала, хвостиком махнула, яичко упало и разбилось.
Плачет дед, плачет баба. Курочка Ряба им говорит:
– Не плачь, дед, не плачь, баба: снесу вам новое яичко – не золотое, а простое!»
Пульмонология шифаханаһы булғас, ашау, йоҡлау, уйнауҙан тыш, балаларҙы төрлө һауыҡтырыу процедураларына йөрөтәләр, сыныҡтырыу күнекмәләре үткәрәләр. Көн режимы тығыҙ. Әйләнгән һайын «Төркөм, теҙелергә, биш ми­нуттан процедураға» тигән командалар яңғырап ҡына тора. Иртәнге ашты ашап, саҡ ҡына уйнап алғайнылар, сираттағы бойороҡ ишетелде.
– Илназ, бында кил, – тауыш ишетелер-ишетелмәҫ кенә ҡайҙандыр сыҡты. Мөнир үҙе күренмәне.
– Мунька, һин ҡайҙа ул? – Илназ ғәжәпләнеп тирә-яғына ҡараны.
– Аҫта, аҫта тейем... Туңҡайып ҡара...
– Унда нимә эшләйһең ул? – Илназ, эйелеп, дуҫын карауат аҫтында саҡ байҡап алды.
– Кил бында... Апай күреп ҡуймаһын түлке...
Илназ шыпырт ҡына дуҫы янына сумды.
– Тауышланма, тик кенә ят, – тип бойорҙо Мөнир.
– Нишләп бында ятабыҙ? – Дуҫы өндәшмәҫкә бойорһа ла, Илназ түҙмәне, һораны.
– Тс-с-с, – Мөнир йоҙроғон күрһәтте хатта.
Бер мәл бүлмәлә һиллек урынлашты. Балалар процедураға сығып китеп бөт­тө.
– Дастали, процедура ла процедура, процедура ла процедура... Инде бер ҡайҙа ла бармайым, ошонда ҡасам да китәм. Икәүләп ҡасайыҡ, йәме, – Мөнирҙә балалар йорто ҡылығы өҫкә сыҡты, күрәһең. – Тәрбиәсе апайҙарҙы гел тыңларға ярамай. Ҡотора ла китә улар.
– Ололарҙы тыңларға кәрәк гел дә, Мунька...
– Юҡ, тыңламаҫҡа кәрәк...
– Әһә, бына ҡайҙа ҡасып яталар, суҡынмыштар, – малайҙар бигерәк бәхәскә би­релеп китеп, тәрбиәсенең бүлмәгә ингәнен дә абайламай ҡалған. – Тиҙ генә сығығыҙ унан!
Мөнир тәрбиәсе апайҙарҙы уҡытып алыу өсөн көндө уңышһыҙ һайлаған бу­лып сыҡты. Варвара Николаевна – иң уҫал тәрбиәсе һәм бөгөн уның сменаһы ине. Ул малайҙарға язаны оҙаҡ һайлап торманы – бәләкәстәрҙең бызмырлағандарына ваҡытты әрәм итмәй, өҫтәренә ыштан-пальтоларын ике ынтылыуҙа үҙе кейҙерҙе лә, аяҡтарын иҙәнгә лә тейҙермәй, елкәләренән күтәреп, тышҡа сығарҙы һәм яңы яуған ҡар өйөмөнә баштары менән батырып-батырып алды.
– Сынығығыҙ нығыраҡ шулай, – тип ҡабатланы асыу менән.
Илназ да, Мөнир ҙә иламаны – үҙҙәре ғәйепле булғас ней.
Илназ ныҡ ҡурҡты. Мөнирҙең эргәһенә инеүенә үкенде, дуҫының уны яҙыҡ ҡылыҡҡа этәреүенә йәне көйҙө. Уның бер ғәйебе лә юҡ, ә язаһын берҙәй ала. Мөнирҙе йәлләне шунан. Атаһы ла, әсәһе лә юҡ, хәҙер апайҙар ҙа яратмаҫ инде уны, тип уйланы.
Уларҙы Варвара Николаевна елтерәтеп алып китеп барғанда күҙ ҡырыйы менән генә дуҫына ҡараны ла саҡ «пырх» итеп көлөп ебәрмәне. Мөнир бер ҙә бошонғанға, артыҡ бөтөрөнгән кешегә оҡшамағайны – телен күрһәтә, шунан ауы­ҙын бәлшәйтә, күҙҙәрен бер аҡайта, бер ҡыҫа.

Автор:Мәликә Әхтәмова