Все новости
Литература
5 Ноября , 23:54

Малайҙар. Хикәйә. Рәсүл Байгилдин

Илназ алыҫ юлға сығыуҙарының сәбәбенә лә, атаһы һүҙҙәренең мәғәнәһенә лә аҙағынаса төшөнөп етә алмай әле. Атаһы әйләнгән һайын: “Ике айға ғына, йәме… Оҙаҡ түгел ул, Денис ағайың ял һайын килеп йөрөр. Яңы йыл­ға алып ҡайтырбыҙ”, – тип ҡабатлай ғәйепле төҫ менән.Әсәһе лә оҙатҡанда:– Улым, оҙаҡҡа ебәрмәйбеҙ, һә тигәнсә үтә лә китә ул ике ай. Шыршы байрамына үҙем барып алырмын, – тине. Үҙе иланы нишләптер.– Ярай, һуң, – тине Илназ, ғәҙәтенсә.Ул ололарҙың өгөтөнә гел шулай ризалаша. Бигерәк йәлләгес күренәләр бындай саҡта, тиҙ генә күнмәй булдыра алмай шуға.Әсәһе илағас, үҙенең дә күңеле тулғайны.Тәүҙә самолетта остолар, шунан автобуста килделәр.– Ана, Өфө күренде, – тине атаһы, алыҫтағы ҙур шаҡмаҡтарға, һерәйгән торбаларға күрһәтеп.

Малайҙар. Хикәйә. Рәсүл Байгилдин

“Өфө нимә була икән?” – Эстән генә һораны малай үҙенән. Шунан иҫенә төштө – балалар баҡсаһында: “Тау башында балҡый бер ҡала, ул ҡала Өфө тип атала” – тип йырлағайнылар. “Бейектә эленеп тора икән Өфө тигәндәре”, – ҡар аҡлаған ер күк менән тоташҡан һымаҡ күренгәнгә Илназ шулай уйланы, тау башындағы ҡалаға бағып.
Бейек йорттар, киң урамдар, машинаның да, кешенең дә күплеге Илназды артыҡ әҫәрләндермәне. Телевизор ҡарап, донъяны арҡыры һәм буй гиҙеп иҫ белгән бала, күрәһең, ысынбарлыҡ менән “зәңгәр экран” араһында айырма күрмәй. Уға бит биш йәш тә тулмаған әлегә.
– Атай, ҡасан ашайбыҙ? – тип һораны Илназ, бергилке урам буйлап атлағас.
– Хәҙер, улым, – студент йылдарында йыш йөрөгән Ленин урамындағы ашханаға тоҫҡап алып китеп бара ине Рамаҙан Илназды.
– Ҡарале, атай, сәпит, – ҙур витринаға ҡуйылған төрлө велосипедтарға төртөп күрһәтте малай, ҡапыл туҡтап.
– Әйҙә, инеп ҡарайыҡ һуң, – тине атай кеше.
Алдында бит улына баш ҡаланы күрһәтеү, уның менән таныштырыу бурысы ла тора. Тәүге килеүе бәләкәсенең башҡорттоң төп ҡалаһына. Ҙурайғас һөйләп бирер уға – ҡасан, ни сәбәп менән тәүләп Өфөгә аяҡ баҫыуы тураһында. Үҙенә күрә, улының яңы башланып ҡына торған тормош юлында иҫтәлекле ваҡиға. Кем белә, бәлки, яҙмышында эҙһеҙ ҙә ҡалмаҫ ул.
Спорт тауарҙары магазиныныҡы ине Илназдың иғтибарын йәлеп иткән витрина.
Урамда мең туғыҙ йөҙ ҙә туҡһан дүртенсе йыл. Йәшәгән урындары район үҙәге булһа ла, магазиндарҙа әйбергә ҡытлыҡ. Баш ҡалала иһә сауҙа кәштәләре сағыштырмаса бай. Ана, велосипедтарҙың да ниндәйе генә юҡ...
Ауылдан килгән кешегә магазин кәштәләрен ҡарап йөрөү – үҙе бер ирмәк. Тик кеҫә яғы һай булғас, унан фәтүә юҡ. Рамаҙан, улын ҡулынан ысҡындырмай, оҙон залды бер ураны ла сығыуға ыңғайланы.
– Атай, туҡта, ҡайҙа бараһың? – Илназ атаһын ике ҡуллап тотто ла, аяғын терәп, кирегә һөйрәне. – Сәпитсе…
– Сәпиткә аҡса юҡ, улым, – ир малайына ипле генә өндәште.
– Сәпит ал, әтеү санатурыйыңа бармайым! – Илназдың сигенергә иҫәбе юҡ. Магазинды яңғыратып ҡысҡырҙы.
Ағаһы Илгиҙәр менән өс тәгәрмәсле велосипедтарын әллә ҡасан туҙҙырып, ботарлап ташланылар инде. Үткән йәйҙе ҡупшы сәпитендә елдергән күрше Фәнис дуҫының артынан йүгереп үткәрҙе. “Тимер ат” төштәренә инә хатта. Ә атаһы алдына үҙе килеп ятҡанды алмаҫҡа итә.
– Ярай, ярай. Тәүҙә ашап алайыҡ та шунан берәй нәмә уйларбыҙ...
Илназ тағы күнде ололарҙың хәйләһенә. Бала бит хәҙер бер нәмәгә, күп тә үтмәй икенсе әйбергә ҡапыл ылығып китә, тәүгеһен шунан онотоп та ҡуя.
Тамаҡ ялғап алғас, автобусҡа ултырып, Черниковкалағы балалар өсөн пульмонология шифаханаһын эҙләп киттеләр. Илназ һыуыҡ тейеп йыш ауырығас, һаулығын нығытырға путевка биргәйнеләр. “Бигерәк күп сирләй, улайға китһә, баҡсаға йөрөтөргә справка бирмәйем башҡа”, – тип участка педиатры киҫәтеп тә алғайны.
Илназ шифаханала ике ай яңғыҙ ятып ҡайтырға тейеш. Баланы сит ҡулдарға тапшырырға мәжбүр булыуҙарын Рамаҙан менән ҡатыны Менәүәрә ауыр кисерҙе. Бигерәк йыш ауырый шул кесе улдары, үҙәктәренә үтте дауахана коридорҙарын тапауҙары. Бала ла уколдан, дарыуҙарҙан ныҡ йонсоно.
Шифаханала ихлас ҡаршы алдылар. Тейешле ҡағыҙҙарҙы йәһәт кенә тултырҙылар. Илназ артыҡ шөбһәләнмәй. Күрәһең, атаһының уны ошо таныш түгел йортта, сит апайҙар ҡарамағына, ят балалар араһына ҡалдырып китергә ултырыуы башына инеп тә сыҡмай. “Ике айға ғына… Ике айға ғына”, – тип тылҡыуҙарын үҙенә ҡағылмаған һымаҡ ҡабул итте, был хәбәр нисектер башҡа төрлө хәл ителергә тейеш кеүек ине уға. Нисек инде, атаһы әллә ҡайҙа алып килеп, әллә ниндәй кешеләргә биреп китһен! Була торған хәл түгел!
– Ярай, улым, санаторий ошо инде… Һин бында ҡалаһың, әйткәйнем бит, ә мин ҡайтам. Шулай… – тине лә атаһы, кәүҙәһен ауыр күтәреп, урынынан торҙо. Үҙе күҙҙәрен ситкә күсерҙе. Ят апай Илназды күтәреп алды.
Малай ныҡ аптыраны. Бер атаһына, бер ят апайға текләне. Шунан үҙен күтәргән ҡатынды ике йоҙроҡлап төйә башланы.
– Атай, мин ҡайтайым, алып ҡайт инде, пажалыста, – тип илап ебәрҙе.
Рамаҙан йәһәтләп сығыуға ыңғайланы. Ишек аша ла Илназдың ярһыған тауышын ишетте, балаһының өҙгөләнеүенә йөрәге һыҙланы, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Кире әйләнеп, улын ят ҡулдарҙан йолоп алғыһы килде. Ҡаршы осраған кешеләрҙән йәшләнгән күҙҙәрен йәшереп байтаҡ атланы. Илназдың руссалап “Пажалыста” тиеүе ирмәк һымағыраҡ ишетелһә лә, улының шулай үҙе лә белеп етмәгән һүҙҙәр менән ялбарыуы күңелен тағы ла нығыраҡ әсетте.
Юлында осраған уйынсыҡтар магазинына аяҡтары үҙҙәре ыңғайланы. Ра­ма­ҙан ҡабалан аҙымдар менән кәштәләр рәте аша үтте лә, уйынсыҡ машиналар ҡуйылған урынға еткәс, күҙенә ташланған тәүге ҡапты тотоп кассаға ыңғайланы.
Хәҙер юлы кире – шифаханаға.
– Уйынсыҡ ҡына ҡалдырырға ине, – тине аҡ халатлы хеҙмәткәрҙең аптыраулы ҡарашына яуап итеп.
– Иҫкәрттем бит, хөрмәтле атай кеше, килеп, баланың психикаһын ҡаҡшатып йөрөмәҫкә, тип. Башҡа туғандарығыҙ килһә ярай, ә үҙегеҙ аяҡ баҫаһы булмағыҙ. Телефон аша хәлен белешеп тороғоҙ, – бая итәғәтле генә күренгән ханым үтә лә ҡырыҫ ине.
– Уйынсыҡ ҡына… Ҡалдырып ҡына китергә… – Рамаҙан ҡаушаны. Балаһына хоҡуғын да юғалтырға тора әллә?
– Ҡуйып тороғоҙ, үҙем бирермен.
– Илназ улым нисек?
– Ҡайғырмағыҙ, тынысланды. Бала тиҙ күнегә ул… Тик үҙегеҙ сабыр булығыҙ… Улығыҙ хаҡына…

***

Илназ арығансы иланы. Уны әрләмәнеләр ҙә, тыйманылар ҙа.
– Бәләкәс, ярай, бөттө-бөттө. Тыныслан, – тип ипле генә йыуатты кинолағыса һөйләшкән апай. Яңы урында бер ниндәй ҡурҡыныс та юҡ икәнен тойған малай яйлап баҫылды. Үҙенән башҡа бында байтаҡ малай һәм ҡыҙҙарҙың һин дә мин йөрөп ятыуын абайлап алды.
Илназ кешеләрҙең өс төрлө һөйләшкәнен белә: өйҙәгесә, кинолағыса, юлыҡтағыса. Үҙе тәүгеһенсә генә һөйләшә белһә лә, башҡаларын да, юлыҡтағысаны ла аңлай. Ҡайһы бер һүҙҙәрен әйтә лә белә.
Шифаханала тик кинолағыса һөйләшәләр икән – иң тәүҙә шуға иғтибар итте ул. Малайҙарҙың ҙурыраҡтары ла, бәләкәсерәктәре лә бар. Ә ҡыҙҙар бер тигеҙ һы­маҡ.
– Һинең йоҡлай торған карауатың ошо була. Быныһы – әйберҙәреңде һалыр өсөн тумбочка. Бына исемеңде яҙып ҡуйҙым, яңылышма, йәме, – Илназға урынын күрһәтте баянан бирле эргәһенән китмәгән апай. – Бар, уйнап ал малайҙар менән.
– Ладны, – тине Илназ.
Уға хәҙер кинолағыса һөйләшергә өйрәнергә кәрәк – ят урында, яңы кешеләр менән йәшәй башлағанда иң тәүҙә шул һөнәрҙе үҙләштерергә тейешлеген аңлап алғайны шул арала малай. Аңланы, тип әйтеү арттырыу, әлбиттә. Эске һиҙемләү, артабан тереклек итеү зарурлығы аңғартты сабыйға бынан кире үҙен нисек тотоу кәрәклеген.
Илназда әлегә уйын ҡайғыһы юҡ. Карауат эргәһенә ҡуйылған балалар ултырғысына сүгәләне лә ололарса уйға батты.
Һуңғы көндәрҙә булып үткән хәл–ваҡиғаларҙы, атаһының, әсәһенең һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Үҙен бында ҡалдырып китеүҙең сәбәбенә төшөнгөһө килде.
“Йыш ауырыйһың бит, дауаланырға кәрәк”, – тип бер туҡтауһыҙ тылҡынылар өйҙә. Тик ул һүҙҙәр бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Үҙенә нығыраҡ төп­сөнөргә, барыһын да ныҡлап белеп алырға кәрәк булған. Ә ул мәшәүләнеп тик йөрөнө, уйынға һалышып.
Әллә ҡасандан бирле балнисҡа барғаны юҡ. Хәҙер ҙә ауырымай. Йүткермәй ҙә хатта. Әллә уны яратмаймы икән атаһы менән әсәһе? Шуға алдатып алып килеп ҡалдырып киттеме атаһы?
Юҡтыр. Гел һөйөп, иркәләп кенә йөрөттөләр. Илгиҙәр ағаһы ла, гел һуғышырға ҡулы ҡысытып торһа ла, урамда уны яҡлаша. Хәйер, Илназ үҙе лә бирешкәндәрҙән түгел – ҙур малай тип ҡарап тормай, йоҙроғон төйөп, йәберләүсеһенә ташланырға һәр саҡ әҙер.
Стена буйлап ҡына атлап, башҡа балалар уйнаған яҡҡа ыңғайланы. Йүгерәләр, сабышалар, әллә быларҙың өйө ошонда микән? Ҡайһылай күңелле уйнайҙар, ҡайғырмайҙар ҙа…
Ә уға күңелһеҙ. Тағы әсәһе менән атаһы, ағаһы иҫенә төштө, өйөнә ҡайтҡыһы килде. Эсендә – бушлыҡ. Бында йөрөгән кешеләр бөтәһе лә йәнһеҙ ҡурсаҡ кеүек. Яттар, һалҡындар, алыҫтар... Бер кем дә күрмәгәндә мөйөшкә генә боҫоп ул­тырып илағыһы килә Илназдың. Ниңә бында алып килделәр, нишләп атаһына ны­ғыраҡ йәбешмәне? Кире ҡайтып китһәсе... Хәҙер атаһы менән тағы сталауай ашап алырҙар, шунан самолетта Аҡъярға осоп ҡайтып китерҙәр ине. Ә өйҙә – әсәһе, ағаһы! Их-х...
Ҡайтып алһамы, башҡа бер ваҡытта ла Өфөгә килмәйәсәк, өйҙә генә ул­ты­ра­саҡ! Кәрәге юҡ уға баш ҡаланың! “Өфө, Өфө”, – тип йырлаған булалар бит әле.
Кире карауаты янына барҙы ла ултырғысҡа ултырҙы. Күҙҙәрен һөрткөләп алды. Арығайны. Кисерештәрҙән дә, юлдан да. Был ваҡытта йоҡларға ла күнеккән.
Ултырған ерендә ойоп киткән. Кемдер төрткәнгә уянып китте.
– Һин кем? – тип һораны үҙе шикелле малай.
– Ә... Нимә? – Йоҡо аралаш өйҙәгесә сыҡты һорауы.
– Бә-бә… Басурман мәллә? – Малай ауыҙын ҡыйшайтып мыҫҡыллы йыл­май­ҙы.
– Нимә? – Илназ уға өндәшеүсене аңламаны.
– Басурман, басурман, – тип үсекләшә башланы тегенеһе.
– Ты сто, ах...л столи? – Илназ ултырған урынынан һикереп торҙо ла боксерҙар стойкаһына баҫты. Ул һуғышырға яҫҡынғанда малайҙар әйтә торған һүҙҙәрҙе, нисек баҫырға, йоҙроҡтарҙы төйөп тоторға кәрәклеген белә – дошманын хәҙер иҙеп ташлаясаҡ.
Бая шәп ҡыланған малай албырғап ҡалды – был тиклемен, шундай ҡәтғи тәүәккәллекте көтмәгәйне, күрәһең.
– Мин Мунька, ә һин кем? – тип ярашырға ишара яһаны.
– Я – Илназ, – ул йоҡо аралаш ҡайҙа ултырғанын да, ҡайғыһы булыуын да иҫенән сығарғайны.
– Минең урыным – ошо, ә һинеке ҡайҙа? – Үҙен Мунька тип таныштырған малай бөтөнләй үҙгәрҙе.
– Быныһы минеке... Беҙҙең урын бергә лә баһа, – Илназ яңы танышының ихласлығына шулай уҡ ихлас яуап бирҙе.
Тыуған йортонан алыҫта, ят кешеләр араһында ҡалыуы иҫенә төшһә лә ниңәлер, баяғы шикелле үҙәк өҙҙөргөс юҡһыныу кисермәне. Эргәһендә үҙе ише теремек малайҙы күреп ирене.
Мунька – Мөнир менән дуҫлығы шулай башланды.

Дауамы бар.

Автор:Мәликә Әхтәмова