Все новости
Литература
26 Октября , 16:27

МУЙЫЛ СӘСКӘ АТҠАН ТУҒАЙҘА

Сәлимйән Бәҙретдинов.

МУЙЫЛ СӘСКӘ АТҠАН ТУҒАЙҘА

Күк таҫмалай асфальт юл берсә үрләй, берсә түбәнгә йүгерә. Урал тауҙары текә бында. Автобус көс-хәл менән бара.
Туҡтап ял иткән арала бер егет яңғыҙ ғына үҫкән муйылдың бер нисә ботағын һындырып алырға ла өлгөрҙө. Ни өсөн шулай эшләгәндер? Ап-аҡ сәсле башҡорт әбейенең йөҙө ҡарағусҡылланып китте.

Урман да урман. Шәм һымаҡ ҡарағайҙар тыныс, мөһабәт. Донъяның ел-дауылдары, ығы-зығылары уларға ғүмер баҡый ҡағылмаған, тиерһең.
Белореттан сыҡҡас, Учалыға табан барғанда ошондай хистәр кисерҙем мин. Ҡаҙаҡҡол ауылына етеп киләбеҙ. Алда ғәйәт киң күренеш асылды. Бөркөттәр оса торған бейеклектән күренгән ғәжәп йәмлелек ниндәйҙер сихри көс менән күңелдең иң нескә ҡылдарына сиртте. Мин үҙемде ҡараңғы тарлауыҡтан яҡтыға килеп сыҡҡандай хис иттем.
Үҙәндең үҙ матурлығы, үҙ хозурлығы. Бөтә кешенең күҙе тәҙрәлә, тышта. Миндәк йылғаһы туғайлыҡтарындағы ап-аҡ муйыл сәскәләре сихри тылсымы менән беҙҙе арбай. Сәскә баҡсаһы йылға буйлап Байрамғол ауылына тиклем һуҙыла. Иҫ-аҡылың китер — ҡырҡ-илле саҡырым арала туғай аҡ сәскә, тик аҡ донъя.
Тәбиғәттең туй мәле, тиерһең. Сымылдыҡҡа инер йәш ҡыҙ кеүек кенә. Йәшелһыу яулығын елберләткән еремдә үҫкән иҫерткес япраҡ еҫен бөркөүсе ҡайындарҙың аҡ тәненә һут тулыша. Автобуста килеүсе Яйыҡ буйы ҡыҙҙары ла аҡ ҡайындар һымаҡ ҡына.
Аҡ һәм йәшел. Йәшел һәм аҡ. Йәшәйештең сағыу төҫтәре.
Күрәһегеҙме, туй, туй... Сәскә ҡуйынында кешеләр. Юҡсы... Аҡбуҙатта Аҡсәскә менән Аҡйегет кенә. Күҙҙәрем сағыла. Сихри тылсым хасил иттеме һеҙҙе? Күрәйемсе йөҙөгөҙҙө, туҡтасы, шофер. Аҡйегет Аҡсәскәһен ҡулдарына ала. Урал улының тауышы тауҙарға бәрелеп шаңдай:
— Аҡсәскә менән Аҡйегет ҡауыша, Аҡйегет ҡауыша... Ишетегеҙ... Аҡсәскәне һөйәм, шашып һөйәм!
Юҡҡа ғына был тирәләге ауылды Һөйәрғол тип йөрөтмәйҙәрҙер. Мәңгелеккә һөйөшкәндәр, ҡауышҡандар йәшәйҙер бында, моғайын.
Төш түгел ине был. Ап-аҡ костюм, ап-аҡ күлдәк кейгән ғашиҡтарҙы ап-аҡ муйыл шәлкемдәре янында күргән башҡорт әбейенең битенән сөбөрләп-сөбөрләп йәш аға.
— Ни булды, оләсәй?.. Ошондай гүзәллеккә һөйөнөргә генә кәрәк.
— Үткәндәр хәтергә төштө, балам. Ҡырҡ икеләме, эйе, эйе, муйыл сәскәләре ҡара көйҙө. Ваҡытһыҙ ҡырау тейҙе. Шул саҡ кәләш әйттерергә лә өлгөрмәгән ике улымдың бер юлы үлем хәбәре килде. Бер-бер артлы тыуғайнылар, игеҙәк кеүектәр ине. Эй, йөрәк кенәм өҙөлә, һығылып-һығылып илайым. Сәскәләре шиңгән муйылдарҙы ҡосоп үкһейем. Иҫәңгерәп күпме ятҡанмындыр. Әхирәттәрем өйгә алып ҡайтҡанын да иҫләмәйем. Әле ошо туйҙы күргәс, һәммәһе күҙ алдыма килеп баҫты. Уландарым иҫән булһа, инде ейәндәремдең улдары ҡыҙ күҙләр ине. Ҡырҡ бишенсе йыл муйылдар хас быйылғы кеүек шау сәскәгә төрөндө. Мин дә кешеләр ыңғайына көлөргә маташам, тик күҙҙәрем үҙенән-үҙе мөлдөрәй. Уйлаһам, әле лә уйҙарымдан уйылам. Сәскә кеүек уландарымды һуғыш ҡына йотто. Муйыл ағасын һындырыусыларҙы күрһәм, йәнем көйә лә китә. Уландарымдың йәненә ҡағылалар кеүек. Егеттең ҡулындағы ваҡытһыҙ шиңгән сәскәләрҙе күргәс, күкрәгемдә ниҙер сәнсеп-сәнсеп алды, тәнемде утлы йәшен телеп үткәндәй булды, — тип яуап бирҙе оләсәй.
Күпме йылдар үткәс, муйыл сәскәләре йөрәк яраларын һыҙлатыр тип кем уйлаған.
Ә тәбиғәт яҙ ҡояшының көмөш нурында ҡойона. Наҙлы ел муйыл сәскәләренең хуш еҫен тарата, шишмәләр сылтырай, көмөш һыуҙар аға, зәңгәр күктә аҡ болоттар йөҙә... Әйтерһең дә донъя бөгөн тик гүзәллеген, нәфислеген генә бүләк итә кешеләргә. Тик бына йөрәк түрендә аҡ муйыл сәскәләрен йөрөткән сал сәсле башҡорт әбейе генә күҙ алдымдан һис китмәй.

Автор: